Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Декабрь 2022, 14:05

Ҡыҙыл диплом

– Үҙеңдең кем икәнеңде беләһеңме һуң? Һин бит алкаш балаһы, икмәк алырға ла аҡсаң булмаған хәйерсе. Атай-әсәйең һине араҡыға алмаштырған, алкаш балаһы икәнеңде бөтә ятаҡ белә. И еще мине өйрәтеп тораһың!..

Ҡыҙыл дипломҠыҙыл диплом
Ҡыҙыл диплом

Ләйсән Мырҙағолова

Хикәйә

Асия дәрестән һуң ятаҡтың комендантына инмәксе булды. Бүлмәлә бергә торған Элинаның ҡылыҡтары бына ике ай инде теңкәһенә тейеп, сыҙарлыҡ әмәл ҡалдырманы. Университеттан ҡайтып инеү менән Элина ноутбугындағы йырҙарын яңғырата башлай, бүлмә шулай кискә тиклем ҡолаҡҡа ятмаған тауышҡа күмелә. Байрам көндәре, шәмбе кистәре бүлмәгә егет-ҡыҙҙар йыймайынса үтмәй, шул ваҡытта ла Элинаның “аҡыллы техникаһы” үҙ вазифаһын үтәй.
Ундай саҡта Асияға дәрестәрен йә күрше бүлмәлә, йә ятаҡ фойеһында әҙерләргә тура килә.
Асия биш йылға яҡын ра­йондашы Ғәзимә менән бергә йәшәне. Тик яҡташы уҡыу та­мамланыуға ике ай ҡалғас, ҡаты ауырып, дауаханаға эләкте. Уның урынына Элинаны урынлаш­тыр­ҙылар. Шунан бирле Асияға көн юҡ.
Ике ай тешен ҡыҫып түҙҙе Асия. Әммә ҡолаҡҡа ятышһыҙ музыка, “хәйерсе”, “алкаш балаһы” тип көлөүҙәр, башҡа һыймаҫлыҡ мыҫҡыллауҙар йышайҙы ғына. Моғайын, комендант тыңлар, аңлар, ниндәйҙер ыңғай ҡарар сығарыр. Ә Элина, мөмкин булһа, аҡылға ултырыр. Шулай ғына була күрһен.
Ҡыҙ комендант бүлмәһенең ишеген ҡаҡты, бүлмәнән яуап ишетелмәгәс, асып инде, һаулыҡ һорашты. Елена Николаевна, ғәҙәттәгесә, ҙур сынаяғын тотоп, икенсе ҡулындағы бутербродты тешләп, тамаҡ ялғап ултыра ине. Асия ҡыйынһынып китте, һуңыраҡ инермен, тигәндәй, кире боролорға уйланы, әммә коменданттың ҡалын тауышы был ниәтенән бүлде. Асия уның ҡаршыһына барып ултырҙы.
– Шунан, Ишемдулова, слушаю. Зачем пришла? – тип һораны ла өҫтәлендәге сынаяғын этеп, бутербродын ситкә ҡуйҙы, ҡулъяулығын алып, ҡулын һөртә башланы.
Асия коменданттың һәр хәрәкәтен ҡарап ултыра биргәс, ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланы:
– Мине икенсе бүлмәгә күсереп булмаҫмы?
Елена Николаевнаның ҡыҫыҡ күҙҙәре шарҙай асылды, уҫал ҡарашын төбәп:
– Нимә? Һәр бүлмәлә өсәр-дүртәр кеше йәшәй, буш бүлмәләр юҡ. Ә һин заладила. Может һиңә комната-люкс кәрәктер? – тип зәһәр йылмайҙы. – Һеҙгә, ауыл балаларына, нимә етмәй икән? Ятаҡ бирелә, бушҡа тигәндәй йәшәйҙәр. Ә һин, Ишемдулова, вообще инде... Бүлмәлә икәү генә тораһығыҙ. Бешерергә плитка бар, өҫтәл, ултырғыстар. Живи и радуйся!
Асия, коменданттың асыулы йөҙөн күрмәйем тип, ҡарашын аҫҡа төбәне. Ебергә ярамай, нисек булһа ла, Элинаның ҡылыҡтары тураһында һөйләп бирергә кәрәк.
– Күршем бик уҫал. Иртән дә, кисен дә даң-доң музыкаһын уйната, дәрес әҙерләп тә, ял итеп тә булмай. Йә бешергән аҙығымды әрәм итеп, мин күрмәгәндә ҡалаҡлап тоҙ өҫтәй. Ә кисә... ашыма төкөргән.
Комендант Асияға аптыраулы ҡараш ташланы ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Һин, Ишемдулова, кешегә яла яғып йөрөмә! Шулай итеп икенсе бүлмәгә күсермен тип уйлайһың, да? Извини, дорогая! Әгәр күршең ысынлап та шулай икән, тимәк, выживай. Жизнь – борьба, аңлайһыңмы? Да и вообще, Сабирова тыныс ҡына күренә. Уҡыуҙа ла алдынғы. Так что, Ишемдулова, как бы үҙеңде не выгнали!
Асия коменданттан быны ишетермен тип уйламағайны. Күҙҙәренә йәш эркелде, комендант эргәһендә илап ебәрмәйем типме, ишеккә йүнәлде. Әммә яһил бойороҡ Асияны туҡтатты:
– Ишемдулова, сығарылыш төркөмдәре ятаҡ өсөн аҡса йыя. В общем, до конца учебного года мең һум минең өҫтәлемдә ятырға тейеш. Поняла?
Асия, аңланым, тигәндәй, башын һелкте лә, ишекте ябып, бүлмәһенә ашыҡты.
Ҡыҙҙың бер түгел, хәҙер инде өс бәлә башынан сыҡманы: нисек Элинанан ҡотолорға; әгәр комендант күршеһенә бөгөнгө һөйләшеүҙе әйтһә, уның менән нимә булыр; мең һум аҡсаны ҡайҙан табырға? Асияның кеҫәһендә – һуңғы йөҙ һум. Уныһын да аҙнаға еткерергә кәрәк бит.
Ярай, мең һумды ҡалала йәшәгән Зөмәрә инәһенән һорар ҙа ул. Инәһе әрләр-әрләр ҙә үтескә бирер, моғайын. Ә бирмәһә, ни эшләр?
Ошо күңелһеҙ уйҙар менән Асия бүлмәһенә килеп етте. Бүлмәгә инге килмәй, унда университетҡа бармай ҡалған күршеһе йәнә даңғыр-доңғорон яңғырата. Бүлмәлә бергә тора башлағас, Элина төркөмдә лә үҙенән көлөргә сәбәп таба: йә аяҡ сала, йә китаптарын, дәфтәрҙәрен йыртып китә. Был ҡылыҡтары тураһында уҡытыусыларға ла әйтеп ҡараны, тик улар ҙа уға һүҙ тейҙермәне.
Әгәр Асияның аяҡ аҫтында ер ярылһа, шунда ғына төшөп китер ине. Ишек алдында мөлдөрәмә йәшкә тулған ҡыҙ ошо уйҙарҙы башынан үткәрҙе. Юҡ, бирешергә ярамай. Комендант, әлбиттә, уҫал һөйләште, әммә “жизнь – борьба, выживай” тигәне менән килешергә кәрәк. Университет, ятаҡ менән хушлашырға күп ҡалмаған. Ни бары – ике аҙна. Оҙаҡламай диплом да алыр Асия һәм үҙен тулы хоҡуҡлы тип һанаған Элинаны бер ҡасан да, бер ҡасан да күрмәҫ.
Ҡыҙ күҙ йәштәрен һөрттө лә бүлмәһенә инеп китте. “Аҡыллы техника”, ғәҙәтенсә, үҙ эшендә, Элина тәҙрә төбөндә тәмәке көйрәтә, бүлмә төтөнгә тулған. Быға иғтибар итмәҫ ине, тик бөгөн Асия үҙенә һүҙ бирҙе – бирешмә! Асия ишекте тулыһынса асып ҡуйҙы, ҡулдарын, биттәрен йыуырға тотондо. Элина, ишекте яп, тип ҡысҡыра башланы, тәҙрә төбөнән төшөүе булды, Асия тәҙрәне лә тулыһынса асып ебәрҙе. Был Элинаны сығырынан сығарҙы.
– Ты что себе позволяешь, дура?! Кем һиңә ишек менән тәҙрәне асырға ҡушты. Һин хочешь, чтобы меня спалили? Хочешь, чтобы “коменда” тәмәке тартҡанды күрһен, да? Хочешь, чтобы меня выгнали из общаги с позором?
Асия был юлы өндәшмәйенсә түҙә алманы:
– Элина, һин бында ике ай йәшәйһең, үҙеңде хужабикә итеп тояһың. Һинең мыҫҡыллауҙарыңа ике ай түҙҙем, етте. Үҙеңде тоторға өйрән!
Элинаның күҙҙәре шарҙай асылды. Асиянан был һүҙҙәрҙе ишетермен тип уйламағайны, әлбиттә. Ноутбугын шап итеп япты ла, төкөрөктәрен сәсә-сәсә, асыулы “телмәрен” тотто:
– Үҙеңдең кем икәнеңде беләһеңме һуң? Һин бит алкаш балаһы, икмәк алырға ла аҡсаң булмаған хәйерсе. Атай-әсәйең һине араҡыға алмаштырған, алкаш балаһы икәнеңде бөтә ятаҡ белә. И еще мине өйрәтеп тораһың!..
Асия быны беренсегә ишетмәй, әммә бөгөн ошо һүҙҙәр күңелен болғандырҙы. Ул хәҙер Элинаның йөҙөн йыртырға әҙер! Әммә сос Элина күршеһенең сәсен эләктереп өлгөрҙө һәм толомонан тартып өйрөлдөрҙө лә этеп ебәрҙе. Асия тимер карауатҡа башы менән килеп төштө.

***
Аңына килгәндә дауаханала ята ине Асия. Яңғыҙын бер палатаға урынлаштырғандар. Ике ай эсендә тыныслыҡ күрмәгән ҡыҙға хәҙер бер кем дә ҡамасауламаясаҡ. Врачтар ғына инеп хәлен белешеп тора. Ә хәле насар уҡ түгел, тик ҡуҙғалған һайын башы ауырта. Асия тәүҙә ҡайҙа икәнлеген аңламаны, һуңыраҡ бөтәһе лә асыҡланды. Элина менән һуңғы осрашыуын да хәтерләй ул, ата-әсәһе тураһындағы мыҫҡыллы һүҙҙәрҙе лә онотмаған. Нисек онотһон?
Элина дөрөҫ әйтте: Асияның атаһы менән әсәһе ысынлап та берҙән-бер ҡыҙҙарын “йәшел йылан”ға алмаштырған. Шуға ла ауылына йыш ҡайтмай, иҫерек атаһын һәм әсәһен күргеһе лә килмәй уның. Кемдер бының өсөн ҡыҙҙы тәнҡитләр, атай-әсәйҙе һайламайҙар тиер, әммә бала күңеле ҡыл кеүек, бер сиртһәң – өҙөлөргә тора.
Ата-әсәһен уйланы Асия, ғаиләләге тормошон иҫкә төшөрҙө, ятаҡтағы һуңғы ике ай эсендә күргән-кисергәндәрен дә күҙ алдынан уҙғарҙы. Егерме ике йылдың дүрт йылы ғына тыныс үткән икән, уныһы ла Ғәзимә менән ятаҡта йәшәгән саҡтар. Ошоларҙы уйлап, Асияның бите буйлап күҙ йәштәре аҡты. Үҙен йәлләнеме, ата-әсәһе өсөн көйҙөмө? Әммә күҙ йәштәре ҡайнар һәм әсе ине.

***
Бына диплом алырға ла ваҡыт етте. Биш йыл буйына белем тауына үрләгән сығарылыш студенттарының йөҙҙәре бәхеттән балҡый. Асия ла, дауахананан ҡайтҡанына өс көн генә үтһә лә, ҡәнәғәт йылмая. Ул – профессионал. Диплом алыр ҙа эшкә тотонор. Тормош ауырлыҡтарын күп татыны, әммә уҡыуын тамамланы. Шулай булғас, эше лә еңел биреләсәк.
Тантаналы ваҡыт етте, студенттарға диплом тапшыралар. Ҡыҙ үҙенең исемен тулҡынланып көтә. Исемен әйтерҙәр ҙә, Асия диплом алырға йүгереп түгел, ә осоп барыр төҫлө.
Бергә уҡыған дуҫтарының фамилиялары яңғырап тора, тик уға сират етмәй. Ни ишетә... диплом алырға сираттағы фамилия менән исем – Сабирова Элина. Асияның тәне зымбырлап китте. Дауахананан ҡайтҡаны бирле Элинаны күргәне юҡ ине. Һәм бына ул – Асияны дауаханаға “оҙатыусы” Элина. Ә бит уның янына дауаханаға бер тапҡыр ҙа килмәне, хәлен һорашманы. Ятаҡтағылар ҙа, комендант та Асияның ни өсөн дауаханаға эләгеүен тикшермәне. Башы әйләнгән дә йығылған, тинеләр.
Ҡыҙҙы ошо уйҙарҙан “ҡыҙыл диплом” тигән ике һүҙ айнытты. Сәхнәгә ҡарашын ташланы: үҙ күҙҙәренә ышанмай, Элина ҡыҙыл диплом тотоп тора. Асия аптыраны: университетҡа көн аша йөрөгән студент та ҡыҙыл диплом алып сығыр икән?! Тимәк, шулай ҙа була!
***
Асияның түбәһе күккә тейгән, ул да дипломлы. Элинаныҡы кеүек ҡыҙыл булмаһа ла, зәңгәр тышлы диплом. Уйлап ҡараһаң, зәңгәр төҫ ҡыҙылға ҡарағанда матурыраҡ та, асығыраҡ та. Кем нисек уйлай инде. Хикмәт төҫтә түгел, белемдә.
Шулай, студенттар диплом алғас, кем ҡайҙа таралышты. Ә Асия районға ҡайтыр ҙа донъяһын йүнәтер, ата-әсәһенә ярҙам итер. Тик улар иҫерек йөҙ менән ҡаршы алмаһын! Йәй аҙаҡтарында ҡалаға яңынан эшкә урынлашырға килер.
Ошо уйҙарға бирелеп килгән Асияны автобус туҡтауы, пассажирҙарҙың ҡысҡырыуы айнытты. Тәүҙә бер ни ҙә аңламаны, берәү алда ике автобустың бәрелешеүе хаҡында әйтте. Ҡыҙ тәҙрәгә күҙ ташланы: ысынлап та, ике автобус бәрелешеп, береһе юлдың ситенә осҡан һәм ҡап-ҡара төтөндәр сығарып янып ята. Ҡурҡыныс күренештән Асияның йөрәге дер һелкенде. Янған автобус яғына ҡарарға ҡурҡты, тик юл ситендә генә ятҡан ҡыҙыл нәмәне кү­реп ҡалды. Бөгөнгө тантанала тапшырылған дип­лом­дар­ҙың береһенә оҡшаған. Асия түҙмәне, во­ди­телдән ишекте астырып, билдәһеҙ нәмә янына ашыҡты. Ысынлап та, бер осо янған ҡыҙыл төҫтәге дип­лом бит. Ҡыҙ уны асырғамы, юҡмы тигәндәй уй­ла­нып торҙо ла тәүәккәлләне. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышан­маны. Унда “Сабирова Элина” тип яҙылғайны, аһ...

***
Һәләкәттән һуң әллә күпме ваҡыт үтте. Асия ул көндәге ваҡиғаларҙы онота алмай. Күҙ алдында – юл ситендә ятҡан тимер киҫәктәре, ҡара төтөн һәм бер осо янған ҡыҙыл диплом.
Аптырарһың, автобус һәм пассажирҙар юҡҡа сыҡҡан, ә дипломға бер нәмә лә булмаған. Шуныһы ла сәйер: осҡан автобустан диплом бер нисә метр арыраҡ ята. Ә бит ул Асия менән бер бүлмәлә йәшәгән, бергә уҡыған Элинаның дипломы...
Ҡыҙ үҙ алдына Элинаның исем-фамилияһын ҡабатланы ла дипломды күкрәгенә ҡыҫты. Ирек­һеҙ­ҙән күҙ йәштәре тәгәрәне. Нисек кенә булмаһын, диплом хужаһында булырға тейеш, тип уйланы.
Икенсе көндө Асия Элинаның тыуған яғына ашыҡты. Ул күрше райондан, шуға бер сәғәттән бил­дә­ләнгән урында ине. Инергәме, юҡмы, тип оҙаҡ уй­ланып торҙо. Шунан ап-аҡ яулығын башына бәйләп, зыя­рат ҡапҡаһын асып инде. Элинаның ҡәберен эҙ­ләп табыуы ауыр булманы. Бындай затлы таш бер ҡәбер өҫтөндә лә юҡ.
Асия Элинаның гүре янына килде. Оҙаҡ ҡына фо­то­ға ҡарап торҙо. Шунан дипломды сәскәләр тулы ҡә­бер өҫтөнә ҡуйҙы ла, тупраҡты һыйпап, дип­ло­мың­ды алып килдем, тигәндәй, йылмайҙы. Тик был йылмайыу күҙ йәштәре аша ине.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас