

Был ваҡиғаны арыу уҡ йылдар элек бер таныш ҡатын һөйләгәйне. Ул республиканың алыҫ бер районына йәшләй генә кейәүгә сығып, ике балаға әсәй була, әммә ғаилә тормошонан уңмай – холоҡһоҙ иренән айырылып, тыуған яғына ҡайтып китә.
Уҡытыусы булып эшләгән ҡатын ике баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, уларға матур тәрбиә бирә, хеҙмәтендә лә уңыш ҡаҙана. Балалары ҡәҙимге ҙурайып, аҙыраҡ иркен тын алғас, бер мәл, табиптар ҡушыуы буйынса, шифаханаға ялға юллана. Шунда Ишембай ҡалаһынан Марат исемле ир-егет менән таныша. Икеһе лә яңғыҙаҡ булһалар ҙа, бер-береһен оҡшатыуҙарын аңлаһалар ҙа, тартынып, артыҡ аралашып китә алмайҙар.
Ялдан ҡайтҡас, ҡатын бер аҙ үкенә: “Их, йә үҙе адресымды һораманы, йә үҙем батырыраҡ булып, хат алышырға тәҡдим итмәнем”. Күңел серҙәрен иң яҡын әхирәте менән генә уртаҡлаша.
Яңы йыл төнөндә, сәғәт уҡтары 12-не һуҡҡанда: “Марат Кәбиров менән яңынан осрашһаҡ ине”, – тип теләк теләй. Бер аҙ табын янында ултырғас, Яңы йыл мөхитенә нығыраҡ сумыу теләге менән ҡаланың төп шыршы майҙанына юлланалар. Ә унда – уйын-көлкө, күңелле музыка, кешеләр бер-береһен ҡотлай... Төнгө сәғәт 2-лә, Мәскәү ваҡыты буйынса тағы бер тапҡыр Яңы йылды ҡаршылап, фейерверк уттарын тамаша ҡылып, әхирәте менән ҡайтыу яғына юлланалар.
Шул саҡ: “Ҡыҙҙар, Яңы йыл менән!” – тип былар янына бер ир-егет килеп етә һәм һөйләшә-көлөшә йәнәш атлай башлай. Ханымдарҙың исемен һорашып алғас, “Мин Марат Кәбиров булам!” – ти алсаҡ ир-егет. Былар аптырап ҡала һәм икеһе бер тауыштан: “Ә һин ҡайһы яҡтан?” – тип һорай. “Стәрлетамаҡтан”, – була яуап.
“Эй, Хоҙайым, мин бит һинән Ишембайҙың Марат Кәбировын һорағайным!” – тип әйтеп ысҡындыра минең таныш. Быны ишеткән ир-егет аптырап китә, ә ике әхирәт рәхәтләнеп көлөп ебәрә...
Шулай ҙа Стәрленең Мараты менән әле лә бергә улар. Шул осраҡлы танышыуҙан, йәғни Яңы йыл мажараһынан һуң, матур итеп ғаилә ҡороп, бына инде арыу уҡ йылдар бәхетле ғүмер итә был пар.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
"Башҡортостан" гәзитенән.