Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Ғинуар 2023, 05:50

Ҡышҡы көн Дамир Шәрәфетдинов

Әйткәндәй, һеҙгә арабыҙҙан иртә киткән Дамир Шәрәфетдиновтың ижады танышмы? 

Ҡышҡы көн                     Дамир ШәрәфетдиновҠышҡы көн                     Дамир Шәрәфетдинов
Ҡышҡы көн Дамир Шәрәфетдинов

Саф һауала эленгән дә
Шаян ҡар бөртөктәре,
Аҫҡа түгел – үргә яуа.
Уй, теремеклектәре!..
Ап-аяҙ һәм йып-йылы көн,
Саҡ-саҡ монарҙа ҡояш.
Ҡышҡы селлә миҙгелендә
Шундай, вәт, һауа торош!
Күккә ашҡан еңеллектән
Осоп китерҙәй күңел.
Ана, елдә, ҡарҙарҙа ла
Минең күңелдәй фиғел.
Ем-ем күҙҙе сағылтырлыҡ
Аҡ юрған тирә-яғым.
Ҡышҡы йоҡоһонда, тиҙәр
Тәбиғәттең был сағын.

Фото: sunhome.ru

Автор:
Читайте нас