Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Ғинуар 2023, 16:00

Мортаэа абзыйға мәдхиә Лира ЯҠШЫБАЕВА

Тормош иптәшем Вахит Шәрифйән улы Яҡшыбаев оҙаҡ ҡына йылдар Баймаҡ районында, Бөрйән районында райком секретаре булып эшләне.Шул ваҡытта ул Мортаза ағай менән йыш осрашты.

Мортаэа абзыйға мәдхиә    Лира ЯҠШЫБАЕВАМортаэа абзыйға мәдхиә    Лира ЯҠШЫБАЕВА
Мортаэа абзыйға мәдхиә Лира ЯҠШЫБАЕВА

МОРТАЗА РӘХИМОВҠА арнап 80 йәшенә ошо шиғырҙы яҙғайным. Тик үҙенә бирергә батырсылыҡ итмәнем Тормош иптәшем Вахит Шәрифйән улы Яҡшыбаев оҙаҡ ҡына йылдар Баймаҡ районында, Бөрйән районында райком секретаре булып эшләне.Шул ваҡытта ул Мортаза ағай менән йыш осрашты.Бер шулай Бөрйәнгә Ағиҙел аша күпер һалдырыу, төпкөл ауылдарға асфальт түшәү мәсьәләһе менән барғанда өс сәғәт буйы һөйләшеп ултырғандар. Вахит уның шул тиклем хәстәрлекле, аҡыллы булыуына, халҡым тип янып йәшәүенә хайран ҡалып ҡайтып һөйләгәйне.  Мортаза ағайҙы сикһеҙ ихтирам иттек. Аллаһ һөйөклө ағайыбыҙҙың йәнен йәннәттең иң түренә урынлаштырһын. Туған Халҡына эшләгән изгелектәре тарихыбыҙҙа мәңгегә ҡалыр. Иншаллаһ!

Мортаза абзыйға мәдхиә

Урал ҡаяһының иң башында
Үҫә тиҙәр олпат бер имән.
Оҙон ғүмер кисергән бәһлеүән,
Тамыры тиҙәр тауға ереккән.

Ыжғыр елдәр бейектә бик уҫал,
Япраҡтарын йолҡоп өҙгөләй,
Тамырҙарын киҫергә уҡталып,
Олонҡайын ергә бөккөләй.

Тик тауға ереккән ул имәнде
Йолҡоп ырғытырҙай ҡулдар юҡ.
Аллаһ үҙе үҫтергән бит уны
Аллаһтан юғары көстәр юҡ.

Аллаһ уға үҙе ҡөҙрәт биргән,
Аллаһ ҡушҡан юлдан ул бара.
Тау йөрәгендәге һүнмәҫ уттан
Тамырҙары ғәйрәт, һут ала.

Урал тауҙа үҫкән көслө имән
Абзый, һин бит, һинең фиғелең.
Мөһабәт булыуың, олпатлығың
Хәс тә һинең булмыш, буй- һының

Һин йәшәйһең халҡым,
Илем, телем тиеп,
Ғәм, сәм тулы ҡайнар йөрәгең.
Тағы беҙгә һиндәйҙе ебәрһен -
Аллаһтан ялбарып теләйем.

Ул имән ныҡ көйө, мең йыл торор,
Ел-дауылдарға ла бирешмәй.
Урал имәнендәй, абзый, ныҡ бул,
Имәндәргә һағыш килешмәй.

Һине, абзый, халҡың һөйөп ҙурлай,
Данлау, маҡтауҙарға лайыҡһың.
Бер йәндән яралған,
Бер ҡандан таралған
Һандалда сыныҡҡан ҡоросһоң!

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас