Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Января 2023, 15:35

Тере "миҙал"ым – йөрәк Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ

Түшемдә бер миҙал да юҡ, Ордены ла биҙәмәй.

Тере "миҙал"ым – йөрәк                       Ринат СӨЛӘЙМӘНОВТере "миҙал"ым – йөрәк                       Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ
Тере "миҙал"ым – йөрәк Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ

Йәш шағир Ринат Сөләймәнов 1985 йылдың 1 ғинуарында Архангел районы Аҙау ауылында тыуған. 2006 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Әлеге көндә Өфө ҡалаһының 68-се лицейында башҡорт теленән белем бирә. Шул уҡ ваҡытта әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 2008 йылда З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Ҡабаттан ғашиҡ булыу» тигән повесть һәм хикәйәләрҙән тупланған проза китабы донъя күрҙе, 2018 йылда «Йөрәгемдә – яҙҙарым» тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы баҫылып сыҡты. 2016 йылдан РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Һуңғы йылдарҙа драматургия өлкәһендә лә ҡәләм тирбәтә.

 

Кеше үлһә...

 

Кеше үлһә, эй, һөйләйҙәр,

Күҙ йәш түгеп һөйләйҙәр.

Ниңә икән шулай итеп,

Тере саҡта һөймәйҙәр?

 

Үлгәс кенә кешенең

Яҡшы яғын күрәләр.

Бағышлайҙар шиғырҙар,

Доғалар һәм сүрәләр.

 

Үҙе быны белә микән?

Уйлап та ҡарамайҙар.

Барын да юғын һөйләп,

Яҡын кешеләренең

Йөрәген яралайҙар.

 

Кисә генә һеҙҙең янда

Йөрөнө ошо бәндә.

Ниңә йылы һүҙегеҙҙе

Йәлләнегеҙ шул мәлдә?

 

Һеҙҙең йылы һүҙегеҙгә

Мохтажлыҡ кисергәндер.

Бер тамсы татлы һүҙҙе лә

Тәмләүҙән иҫергәндер.

 

Тере саҡта күрмәнегеҙ,

Оҙатҡанда –  тулы зал.

Кемегеҙҙер мәрхүмгә

"Ҡаҙап" та ҡуйҙы миҙал.

 

Талантын да танынылар,

Тапшырылыр исем дә...

Шөһрәтенә ҡыҙығып,

Баҫып тора иҫәндәр.

 

Ниңә кеше тере саҡта

Атҡарылмай был эштәр?

Ошо хаҡта уйланырға

Ваҡыт, таныш-белештәр.

 

Үлдеме, мәрхүм менән

Барыһы ла дуҫлаша.

Һәммәһе лә изге булған,

Хоҙай үҙе ҡушҡанса.

 

Кеше үлһә, эй, һөйләйҙәр,

Күҙ йәш түгеп маҡтайҙар.

Бығаса ҡайҙа булғандар?

Саҡ янына ятмайҙар.

 

Кеше үлһә, эй, һөйләйҙәр,

Телдәре телгә йоҡмай.

Борсотмағыҙ, ул инде

Мәңгелек йортта йоҡлай.

 

Миҙал

(Күмгән чакта
кызыл мендәр белән
Матур гына берәр кыз-кыркын
Тотып барыр өчен,
орден түгел,
Сыңар медаль дә юк, к чуртым!

              23 февраль, 1988 ел. Әнгам АТНАБАЕВ “ГАЕП — ҮЗЕМДӘ” шиғыры)

Йөрәгемде алып тағыр инем,
Орден итеп һеҙҙең күкрәккә!

            Мөнир Иҡсанов “АҠ ХАЛАТЛЫ ҺАЛДАТТАР


Түшемдә бер миҙал да юҡ,
Ордены ла биҙәмәй.
Шунда ялпылдап торорға,
Кейемемдең, исмаһам,
Юҡ эре бер һиҙәбе.

Эш ҡалай киҫәгендәме?
Тере "миҙал"ым – йөрәк.
Эсе тулы ялҡын уның,
Эсе тулы моң, һағыш,
Унан ни ҡәҙерлерәк?

Күкрәктәге был "миҙал"ым
Ялтырап тормай тыштан.
Ул – түрә бүләге түгел,
Бирелгән ул тыумыштан.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас