Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Ғинуар 2023, 04:25

Шпион Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

Әммә замполит уны  тыңлап та торманы. - Йыйын, штабҡа киттек,  Һеҙҙең яҙмышығыҙ  хәл ителәсәк, - тине лә, тағы ишекте “шаҡ”  ябып, сығып та китте.

Шпион                  Хөриә АБЫҘГИЛДИНАШпион                  Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Шпион Хөриә АБЫҘГИЛДИНА

 

Хикәйә

Сираттағы отпускыһын бик көтөп алды Нияз. Ниһәйәт,  ул көн килеп етте лә.  Быйыл ялы алтын көҙҙөң  йәмле “әбейҙәр сыуағы”на   тура килде.  Дүрткел сумаҙан рәүешендәге  ҙур булмаған ҡара төҫтәге күн  “дипломат”ына иң кәрәкле әйберҙәрен  генә һалды ла, аэропортҡа юлланды.  Йыл һайын  отпускыһында Советтар Союзының төрлө тарафтарындағы  ниндәй ҙә булһа берәй  ҙур ҡалаға барып ҡайта ул.  Төрлө төбәктәрҙә көн иткән кешеләрҙең  тормош-көнкүреше менән танышып йөрөү  ифрат оҡшай уға. Сит илдәргә лә бик барғыһы килә-килеүен, әммә был   бөтөнләй мөмкин түгел,  һис ҡасан  тормошҡа ашмаясаҡ  хыял ғына.  Сөнки   стратегия тәғәйенләнешендәге  ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән хәрбиҙәргә, хатта  уларҙың  ҡатындарына һәм балаларына   ла  ғаилә башлығы  отставкаға сыҡҡандан һуң биш йыл уҙғас ҡына ил сиге аша үтергә рөхсәт ителә. 

Алыҫ сәйәхәткә  ғаиләһе менән сығыу күңеллерәк булыр ине, әлбиттә. Әммә офицерҙарға ундай бәхет һирәк тәтей. Уҡыу йылы  башланды бит. Ә  Моратовтарҙың ҡыҙсығы Нәсимә  быйыл беренс е класҡа барҙы.

Был юлы  Нияз тура Мәскәүгә осорға ниәтләне.   Радио һәм телевидение илдә “үҙгәртеп  ҡороу”  башланыуы хаҡында тылҡыйҙар, тик Нияз хеҙмәт иткән гарнизонда бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙелмәй.  Баш ҡала халҡы нисек һулыш ала икән?

Самолет салонындағы йомшаҡ креслоға сумғас та, Нияз  үҙен күктәге ҡоштай хис итте. Йылына бер тапҡыр шундай ләззәтле  хис-тойғо кисерә ул.   Шулай булмаймы һуң – тотош ай буйы  тип әйтерлек иртә таңдан ҡара кискә тиклем казармала булырға кәрәкмәй,  нарядҡа, дежурлыҡҡа һәм командировкаларға йөрөйһө түгел, учениелар  хаҡында ла онотоп торорға мөмкин. Тулы азатлыҡ!  Йәнең нимә көҫәй – шуны эшлә!  Теләйһең икән -рәхәтләнеп театрҙарға, концерттарға, киноларға йөрө! Форсаттан файҙаланып, төрлө китаптар уҡы!  Ялҡауланғың килһә,   көнө буйы  йоҡо һимерт!  Ҡасандыр, ата-әсәһенең ихтыярына ҡаршы килә алмайынса, юғары хәрби училищеға уҡырға кергәненә  әле булһа бер ни тиклем   үкенә Нияз. Сөнки  уның уй-теләктәре, киләсәккә ҡорған пландары  бөтөнләй башҡа ине бит!  

...Бәләкәйерәк сағында, тиҫтерҙәренең күбеһе кеүек үк,  космонавт йә осоусы,  һис юғында  авиаконструктор булырға хыялланды.    Дөрөҫ,  гуманитар фәндәрҙе лә ихлас өйрәнде ул.  Айырыуса тарих дәрестәрен яратты.  Урта мәктәпте тамамлағас,  документтарын Өфөләге авиация институтына  тапшырҙы. Әммә унда  уҡырға керергә  теләүсе абитуриенттар үтә лә  күп ине.  Һәр урынға ун икешәр кеше дәғүәләште.  Нияз, тырышып-тырмашып,  тейешле имтихандарҙы тапшырҙы-тапшырыуын, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкурстан үтерлек бал йыйманы.   Улының  институтҡа керә  алмауына  бигерәк тә ата-әсәһе ныҡ көйәләнделәр.

- Тимәк, көҙ  һине армияға аласаҡтар, - тип  һығымта яһаны 

әсәһе. – Юғары уҡыу йортона тағы ла  һалдат хеҙмәтенән һуң ғына имтихан тота алырһың инде. Ике йыл буйы бөтә  белгәнеңде онотоп ҡуймаһаң ярай ҙа һуң...

Уның улы өсөн хафаланыуы йөҙөнә сыҡҡайны. Атаһы иһә байтаҡ ҡына бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә   генә ултырҙы. Шунан, ғәҙәтенсә,  тамағын “ҡырҙы” ла: 

- Армия үҙе оло тормош мәктәбе инде ул, - тип һүҙ башланы. –

Тик, улым,  һин ябай һалдат булып ҡына  хеҙмәт итәсәкһең. Үҙең беләһең -  ике   олатайың   да офицер  булғандар, Бөйөк Ватан

һуғышында илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡандар, орден-миҙалдары  бар. Мин дә    полковник дәрәжәһенә еткәс кенә хаҡлы ялға сыҡтым.   Хәрби династия вәкиле бит һин! Ошо юлды дауам итһәң нисек булыр икән? Ныҡлап уйлап ҡара  әле!  Хәрби училищеларҙа ҡабул итеү имтихандары башланыуға аҙна-ун көн самаһы ваҡыт бар әле, документтарыңды тапшырырға өлгөрәһең...

Атаһының кәңәшен әсәһе лә хуп күрҙе. Тыңлаусан бала  булып үҫкәнгәлер инде, уларҙың һүҙен йыға алманы Нияз –  Дондағы Ростов  ҡалаһындағы юғары  хәрби училищеға барып керҙе. Уҡыуҙа ла, физик һәм сәйәси әҙерлек буйынса ла бүтән курсанттарҙан ҡалышманы. Әммә үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булманы. Буш сәғәттәрен күберәге  уҡыу йортоноң китапханаһында уҙғарыр булды. Әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш,     төрлө техникаға ҡағылышлы   ғилми баҫмалар ҙа уҡыны.  Был ғәҙәтен әле лә ташламай – ҡайҙа булһа ла, мотлаҡ китап магазинына керә, үҙенә ҡыҙыҡлы  тойолған әҙәбиәтте һатып алыуға аҡса йәлләмәй.  Һуңғы йылдарҙа ҡатыны ярҙамында инглиз телен үҙләштерә башланы. Ә ҡатыны ифрат аҡыллы уның. Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит ил  телдәре  факультетын тамамлаған. Немец, инглиз, француз телдәрен  яҡшы белә.   Нияздың техника өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән ҡыҙыҡһыныуы, ә Нажиәнең сит телдәрҙә иркен һөйләшеүе  осраштырҙы ла инде уларҙы.

... Нияз хәрби училищены тамамлаған йыл ине.  СССР-ға тәүге тапҡыр Америка Ҡушма Штаттарынан  “Фотоға төшөрөү һәм фото техникаһы” тигән  күсмә күргәҙмә килгәйне.  Бер нисә көн Өфөлә  лә эшләне ул. Ошо  хаҡта ишеткәс тә,  йәш офицер Менделеев урамындағы  халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары  күргәҙмәһенә йүнәлде.  Сөнки ул   бәләкәй сағынан  уҡ  фотоға төшөрөү менән дә  мауыға бит. Дүртенсе класта уҡығанында атаһы алып биргән “Смена” фотоаппаратын гел үҙе менән алып йөрөй. Тәбиғәт күренештәрен,  туғандарын, тиҫтерҙәрен фотоға төшөрә.  Пленканы сығарыу, уны  ҡап-ҡараңғы урында элеп   киптереү, һуңынан махсус ҡағыҙға күсереү кеүек мәшәҡәтле шөғөл  һис ялҡытмай Ниязды. Шуға ла  Америка күргәҙмәһен  мотлаҡ барып күргеһе килде уның. Уларҙың фотоаппараттары ниндәйерәк икән? Павильондарға ҡуйылған өҫтәл-кәштәләргә теҙелгән  ҡорамалдарҙың  ифрат күп төрлө булыуына хайран ҡалды ул. “Полароид” тигәне егеткә бигерәк тә мөғжизәле кеүек  тойолдо. Ыҡсым ғына үҙе. Әммә үтә “йылғыр” –  фотоға төшөрә һала ла, шундуҡ сығарып та бирә! Өҫтәүенә, һүрәттәр аҡлы-ҡаралы түгел, ә күп төҫлө! Нияздың шул ҡорамалға ҡарап шаҡ ҡатып ҡарап  тороуы.  Үҙендә лә шундай  аппарат булһа икән!  Егеттең  уй-хыялын  ифрат яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы бүлде:

- Әллә күргәҙмә  Һеҙгә бик   оҡшаны инде?

Тауыш килгән яҡҡа әйләнеп ҡарағайны, баҫалҡы  ғына йылмайып баҫып  торған   бик һөйкөмлө ҡыҙҙы күрҙе.  Үҙе нәҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тышлығынан “төшкән” төҫ лө: һөрмәле  зәңгәр күҙҙәре балҡып тора,  йомшаҡ бөҙрә сәстәре  яурынына һибелгән, һомғол буйына һылашып торған ҡупшы  зәңгәр күлдәк,  аяҡтарына шул уҡ төҫтәге бейек үксәле туфли кейгән,  ҡулына  бәләкәй генә зәңгәр сумка тотҡан. Ҡыҫҡаһы, килешмәгән ере юҡ!  Нияз таныш булмаған  иҫ китмәле камил ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ булды ла ҡуйҙы! Ҡаушауынан телдән яҙғандай булды хатта.  Егетте һылыуҡайҙың:

- Һәр экспонатты бик тә иғтибарлы итеп ҡарап йөрөүегеҙҙе ярты

сәғәт самаһы  ситтән  генә күҙәттем, -   тип өндәшеүе генә кире ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.

Таныштылар. Америка күргәҙмәһе хаҡында фекер алыштылар. Баҡтиһәң,  Нажиә   ошо күргәҙмәлә  ваҡытлыса  эш тапҡан -  тәржемәсе  булып йөрөй  икән. Кисен бергәләп киноға барырға килешеп, айырылыштылар.  Тәғәйенләнгән сәғәттә  “Искра” кинотеатры янында осраштылар.  Көн һайын  күрештеләр. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.  Оҙаҡҡа һуҙмайынса, өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Сират көтөп яфаланмайынса, тиҙ генә никах  теркәнеләр, иң яҡын кешеләрен генә саҡырып, туй яһанылар.  Нияз хеҙмәт итәсәк алыҫ гарнизонға икәүләшеп юлландылар.

Уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән Нажиә бик тә ипле, үтә  лә уңған ҡатын булып сыҡты. Гарнизондағы берҙән-бер мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлашты.  Ире  хеҙмәтенән ҡайтыуға фатирҙарын ялтлатып йыйыштырып ҡуя, әллә күпме тәмлекәстәр бешереп  тә өлгәрә. Ниязын һәр саҡ ихлас йылмайып ҡаршы ала. Бер  ҡасан да, бер нимәгә лә зарланмай. Ирен тыңлай ҙа, ишетә лә, аңлай ҙа   белә.  Кәрәк тапһа, урынлы ғына кәңәшен дә биреп ҡуя.  Ысын мәғәнәһендә Нияздың ныҡлы “тылы”.  Шулай булмаһа, уға армияла хеҙмәт итеү күпкә ауырыраҡ булыр ине.  Бигерәк тә һуңғы осорҙа.  Сөнки хәҙер дивизияла тәртип ныҡ ҡаҡшаны.  Хәрби частәрҙә “бабайсылыҡ” тигән йәмһеҙ күренеш барлыҡҡа килде – хеҙмәттәре тамамланыуға яҡынлашҡан буласаҡ “дембелдәр” яңы ғына армия сафына алынған йәш һалдаттарҙы асыҡтан-асыҡ кәмһетә, “өтә” башланы.  Урлашыу йышайҙы.  Яңыраҡ Нияз быға үҙе шаһит булды.  Ҡатыны менән ҡыҙына итектәр эҙләп, йәкшәмбе  гарнизондан һикһән саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бер ҡала баҙарына барғайны. Ҡараһа, складта хеҙмәт иткән бер  прапорщиктың ҡатыны офицерҙарға һәм һалдаттарға таратылырға тейешле  эске кейем-һалым һәм кирза итектәр   һатып тора!  Ул сауҙа иткән кәштә эргәһенә сират теҙелгән.  Нияздың быға бик йәне көйҙө – һалдаттар иҫке-моҫҡоларын кейә, тишек итектәрҙә йөрөй, ә кемдер улар иҫәбенә кеҫә ҡалынайта булып сыға бит! Иртәгеһен ул был хаҡта командирына һөйләне.  Уныһының иҫе лә китмәне.

- Һиңә бөтәһенә ҡарағанда ла күберәк кәрәкмәйҙер бит, юҡҡа-

барға  ҡыҫылып йөрөмә!  - тип  ҡулын ғына һелтәне.

Полковниктың яуабын ишетеп, Нияз шаҡ ҡатты. Асыҡтан-асыҡ бурлыҡтың  әле генә башланмауы, прапорщиктың табышын  “өҫтәгеләр”  менән бүлешеүе хаҡында хәбәрҙар түгел ине ул. Хәҡиҡәтте күпмелер ваҡыт уҙғас ҡына аңланы.  Баҡтиһәң, складтан ит, балыҡ   һәм һөт консервалары, ҡарабойҙай ярмаһы кеүек аҙыҡ-түлек тә “осоп” ҡына тора икән!

Уйҙарына сумып, самолеттың мәркәз аэропортына килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Нияз. Багаж бүлегенән  “дипломатын” алып,  дөйөм залға сыҡҡайны, кемдеңдер:

- Нияз! Ҡусты! Һинме был? – тип һөрәнләүенә һиҫкәнеп китте.

Ике туған тейешле  Айҙар ағаһы  икән. Силәбе ҡалаһында йәшәй ул.  Бала саҡтарында  йәйге каникулдарын бик күңелле итеп   Салауат районында йәшәгән өләсәйҙәрендә бергә уҙғара торғайнылар.  Нияз ағаһының,  Свердловск ҡалаһындағы физкультура институтын тамамлап,  Силәбеләге  спорт һарайында тренер булып эшләүе, рус ҡыҙына өйләнеүе  тураһында  ишеткәйне.  Айҙар тәүәккәл ҡарашлы  әзмәүерҙәй ир-егеткә әүерелгән.  Өҫтөндә затлы кейем, муйынында йыуан  алтын сылбыр, уң ҡулының урта бармағында  йоморо  алтын  балдаҡ.  Ике ҙур  сумаҙан тотҡан. Ҡосаҡлашып күрештеләр. Аэропорт янындағы кафеға кереп, ҡапҡылап алдылар, һөйләшеп ултырҙылар.  Айҙарҙың хушлашҡанда  әйткән һүҙҙәре Ниязды тамам аптыратты:

- Замандар хөртәйә бит әле, ҡусты, армияла ла хәлдәрҙең

мөшкөлләнгәнен беләм, - тине ул   ихлас итеп. -  Бик ҡыйын булып китһә, ҡатының менән ҡыҙыңды ал да,  тура үҙемә күсеп килегеҙ!  Фатирын да йүнәтербеҙ, үҙеңә лә, киленгә лә  эшен дә табырбыҙ, ҡыҙсығығыҙҙы иң шәп мәктәпкә урынлаштырырбыҙ.

Ағаһының был хәбәрен  Нияз  етди ҡабул итмәне,  шаярыу  ғына  тип уйланы.   Ҡасан да булһа Айҙарға  ярҙам һорап  мөрәжәғәт итергә  тура килеү ихтималлығы хаҡындағы уй  уның хатта   башына ла кереп сыҡманы...

Мәскәүҙә туғандары, дуҫтары байтаҡ, әммә  Нияздың уларҙы борсоп йөрөгөһө килмәне -  “Рәсәй” ҡунаҡханаһында  туҡтаны.  Юлдан һуң саҡ ҡына ял итте лә, урамға сыҡты.  Мәркәздә элеккеләй йәнлелек хөкөм һөрә,  халыҡ “гөж” килә.  Тик был юлы, гүйә, һәр кем ниндәйҙер тойолор-тойолмаҫ тулҡынланыу кисерә  һәм  ошо тойғо   нәҡ һауаның үҙенә һеңгән төҫлө.  Ныҡ үҙгәргән баш ҡала! Урамдарҙа ғәжәп шәп сит ил машиналары елдерә. Пассажирҙары, Айҙар ағаһы кеүек,  муйындарына бармаҡ йыуанлығы алтын сылбырҙар таҡҡандар, бармаҡтарында сабый йоҙороғо ҙурлыҡ алтын балдаҡтар.  Быныһына Нияз үҙәк универмагҡа кергәнендә иғтибар итте. Ҡара күн курткалы әзмәүерҙәй ир-егеттәр берәм-һәрәм йөрөмәйҙәр, гел күмәктәр.   Уларҙы күреп ҡалһалар, ҡоттары осҡандай,    һатып алыусылар   ситкә тайпыла һалалар.  Кемдәр икән улар?  Моғайын, уның Айҙар ағаһы кеүек, спортсыларҙыр. Шулай уйланып китеп барғанда Нияз  урта  йәштәрҙәге ике ханымдың  үҙ-ара фекер алышыуын ишетеп  хайран ҡалды.

- Һуңғы осорҙа бандиттар бик күбәйеп китте бит, - тип

ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе  береһе.

- Күбәйһәләр ни, улар беҙҙең кеүек ябай халыҡҡа теймәйҙәр ҙә

һуң, һуңғы осорҙа күбәйеп киткән  спекулянттарҙы  ғына  талайҙар,  - тип тынысландырҙы уны икенсеһе.

“Нисек инде – бандиттар? – тип аптыраулы уйға ҡалды  Нияз. – Совет илендә ниндәй кеше талау булһын ти!”  

Әммә урамға сыҡҡас  ул:  “Баяғы ҡатындарҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк барҙыр  ахырыһы” тип уйлап ҡуйҙы. Сөнки ҡайҙа ҡарама – бәләкәй баҙар. Уларҙа нимә генә һатылмай! Күберәге  алама сифатлы Ҡытай тауарҙары. Һатыусылар эргәһендә ара-тирә ҡара күн курткалы егеттәр күренеп ҡала...

 Ә бына театрҙарҙа – ҙурында  ла, бәләкәйендә лә  тамашасылар бик әҙ.    Уның ҡарауы, баш  ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында митингылар бара. Бер нисәһендә  Нияз, туҡтап,    сығыш яһаусыларҙы тыңлап торҙо. Уларының иһә “көйө” бер –  ил хөкүмәтенә, коммунистарҙың идаралығына ҡарата  дәғүә белдереү.   Кибеттәрҙә кәштәләрҙең бушауында ла, ҡайҙа ҡарама – оҙайлы сираттар теҙелеүендә лә фәҡәт  партия етәкселеген ғәйепләйҙәр.  Был хәл-ваҡиғалар Ниязды бик  ныҡ тәьҫирләндерҙе, тетрәндерҙе, уйландырҙы, әлбиттә.

Гарнизонға  ҡайтып китер алдынан Нияз мәркәздә көн иткән синыфташы Хәлилде  күрергә  ҡарар итте.  Өфөләге авиация институтын тамамлағас, баш ҡалаға сығып киткәйне ул. Ниндәйҙер конструкторлыҡ бюроһына  урынлашҡан.  Телефон аша уның эш урынында осрашырға килештеләр.  Бында Нияз тағы бер ғәжәп күренешкә тап булды -  Хәлилдең эш өҫтәлендә ыҡсым ғына  телевизор кеүек бер ҡорамал  тора. Алдында ҡәҙимге баҫыу машинкаһындағы кеүек клавиатура ла бар. Нияздың шул мөғжизәгә ҡарап хайран ҡалып тороуы.

- Быға тиклем күргәнең булманымы ни? – тип ҡыҙыҡһынды унан

синыфташы. Артабан,   ифрат ҡәнәғәт төҫ менән:  -  Компьютер был, эште бик еңелләштерә, - тип һөйләй башланы. -  Директорыбыҙ Американан ҡайтартты. Хәҙер бындай ҡорамалдар Мәскәүҙең  ҡайһы бер   предприятиеларында  ла бар.   Бер нисә юғары уҡыу йорто ла компьютерҙар ҡуллана башлаған.  Киләсәктә ябай машинкаларҙың  бөтөнләй кәрәге   ҡалмаясаҡ!

Дуҫына яңы ҡорамалдың мөмкинлектәрен дә күрһәтте ул. Баҡтиһәң, компьютерҙа йыйылған материалды   бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ-ниһеҙ  генә шунда уҡ төҙәтеп тә, әҙерен тейешле урынға ебәреп тә  була икән.  Өҫтәүенә, был ғәжәйеп ҡорамал ярҙамында төрлө һүрәттәр ҙә төшөрөргә мөмкин!

- Оҙаҡламай интернет селтәренә лә тоташасаҡбыҙ, - тип һүҙен

дауам итте Хәлил. –  Бөйөк Британия, Франция, Америка   һәм ҡайһы бер башҡа илдәр компьютер ғына түгел,  интернет мөмкинлектәрен файҙалана башлаған да инде.

Нияз аптырауын йәшереп торманы:

- Уныһы тағы нимә була? – тип ҡыҙыҡһынды.

- Нисегерәк итеп аңлатырға икән һиңә? – тип һөйләй башланы

Хәлил. – Ябай ғына итеп әйткәндә,  төрлө төбәктәрҙә йәшәгән яҡындарыбыҙ, таныштарыбыҙ менән компьютер алдында ултырып ҡына аралаша аласаҡбыҙ.  Интернет ниндәйҙер кимәлдә, бәлки тулыһынсалыр ҙа, телефон һәм телеграф кеүек элемтә төрҙәрен  алмаштырыу ҡеүәһенә эйә.

Синыфташының хәбәрен Нияз шаҡ ҡатып тыңланы. Әкәмәт тә инде был донъя! Үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ ҡолаҡтары менән ишетмәһә, компьютер һәм интернет хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе бар тип тә белмәҫ ине бит!  Һөйләһә,  быға ла, мәркәздә ҡайнаған  хәл-ваҡиғаларға ла хеҙмәттәштәре һис ышанмаҫ...

Хәрби ҡаласыҡҡа ҡайтып еткәс  тә Мәскәү яңылыҡтарын түкмәй-сәсмәй  ҡатынына бәйән итте  Нияз. Уныһы ирен  иғтибар менән тыңланы ла, ҡапыл етдиләнеп китеп:

- Баш ҡалала хәлдәр бик ҡыҙыҡлы икән, тик шулай ҙа әлегә

был хәбәрҙәреңде бүтән кешеләргә һөйләмәй торһаң хәйерлерәк булыр, моғайын, - тине. – “Тартай теленән таба” тигәндәй, бәлә-ҡазаға тарыуың ихтимал.

Ҡатынының шик-шөбһәһен  яҡшы аңлай  Нияз –  уның Нажиәһе олатаһын ҡасандыр уйламай әйткән һүҙҙәре өсөн төрмәгә япҡандарын һис  онотмай. Шуға ла хәләлен тынысландырырға теләп:

- Заманалар үҙгәрә бит, инде нимәнән ҡурҡып торорға! –

тип  яуапланы. – Егерменсе быуат тамамланыуға бара бит...

Дүшәмбе иртәнсәк, хәрби формаһын кейеп, Нияз хеҙмәтенә юлланды. Уны шундуҡ офицерҙар һырып алдылар. Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә:

- Тиҙерәк һөйләй һал – Мәскәүҙә ниндәй яңылыҡтар бар? – тип

ҡыҙыҡһындылар. – Демократия  “сәскә атамы”?

Былай ҙа иптәштәре менән ишеткән-күргәндәре хаҡында фекер алышырға атлығып торған Нияз барыһын да теҙҙе лә һалды. Уның хәбәрен офицерҙар бик иғтибар менән тыңланылар. Нияз туҡтап ҡалғас, казармала  себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлашты.  Әллә уға ышанып етмәнеләр, әллә бүтән сәбәп арҡаһында – бер кем дә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Шым ғына таралыштылар.  Нияз да үҙ урынына – дивизия штабы аҫтындағы бункерҙа урынлашҡан хәрби  элемтә үҙәгенә юлланды.

Шишәмбе, хеҙмәтенә килгәс тә, Нияздың эргәһенә  замполит - командирҙың  сәйәсәт буйынса урынбаҫары килеп етте.  Бүлмәгә кергәс тә, сығырынан-сығырҙай  булып:

- Иптәш капитан, Һеҙҙең ауыҙығыҙ нимә әйткәнде ҡолағығыҙ

ишетмәй башланымы әллә?  Ни өсөн иптәштәрегеҙгә  әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр һөйләнегеҙ?  Бының өсөн Һеҙҙе нимә көткәнлеген төшөнмәйһегеҙме  әллә? – тип ярһыны.

-Мәскәүҙә ишеткән-күргәндәрем менән генә бүлешкәйнем, - тип

аңлатып маташты Нияз.

Әммә замполит уны  тыңлап та торманы.

- Йыйын, штабҡа киттек,  Һеҙҙең яҙмышығыҙ  хәл ителәсәк, - тине

лә, тағы ишекте “шаҡ”  ябып, сығып та китте.

Нияз  бер аҙға  юғалып ҡалды. Шулай ҙа, үҙен ҡулға алып,  уның артынан эйәрҙе.

Дивизия штабының  кәңәшмәләр  залында офицерҙар шығырым тулы ине.  Ниязды уртаға баҫтырып ҡуйҙылар.  Командир  һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:

- Ялдан ҡайтҡан офицерҙың, хеҙмәттәштәре араһында “туҙға

яҙмаған” хәбәр таратҡанлығы хаҡында ишеткәнһегеҙҙер инде. Иптәш капитандың был ҡыланышы коммунистың,  совет офицерының намыҫына һис юймаҫлыҡ тап төшөрҙө. Америка техникаһын маҡтап йөрөгәс, уның  Америка шпионы  булыуы ла ихтимал. Ундайҙарға беҙҙең арабыҙҙа урын юҡ!  Капитан бөгөндән үк  партиянан  да, армиянан да ҡыуыла! Гарнизонда эштәрен теүәлләргә, фатирын бушатып, теләһә ҡайҙа сығып китергә  уға  өс тәүлек ваҡыт бирелә!

Нияздың башына ҡапыл  таш менән бәрҙеләрме ни!   Бер килке баҫҡан урынынан ҡуҙғала ла алмайынса торҙо. Офицерҙар  кәңәшмә залынан сығып китеп бөткәс, һораулы ҡарашын командирға    төбәне. Уныһы:

- Үҙеңде хәрби трибунал хөкөмөнә тарттырмағанға рәхмәт әйт! –

тип кенә екерҙе лә, “күҙемдән юғал” тигәндәй, ҡул һелтәне...

...Өсөнсө көн аҙағында  Моратовтар ғаиләһе Силәбегә юл тотто. Баш ҡалалағы “путч” ваҡиғаларына  һәм Советтар Союзы тарҡалыуға  бер нисә ай ғына   ҡалғайны...

Силәбенең тимер юл вокзалында Нияздың ғаиләһен Айҙар  хәтәр шәп машинала үҙе ҡаршы алды. 

- Ҡайғырма, ҡусты, - тип һүҙ башланы. - Килен, һин дә

 көйәләнмә!  Бынамын итеп йәшәйәсәкһегеҙ әле!

Тура ағаһының ҡала ситендәге  өйөнә киттеләр. Бик ҙур, иҫ китмәле ҡиммәтле йыһазлы  икән Айҙарҙың бер нисә ҡатлы яңы  йорто.  Ағаһы, Нияздың нимә уйлағанын  “үтәнән-түтә” күргәндәй:

- Мин әйттем тиерһегеҙ, бер нисә йылдан һеҙҙең минекенән дә

шәберәк донъяғыҙ булыр әле, - тип ҡуйҙы.

Икеһе генә ҡалғас, Айҙар  тағы һүҙ башланы:

- Һин, ҡустым, һис аптырама – донъя хәҙер беҙҙең ҡулда, - тип

“тура ярҙы”. – Мин бындағы спортсыларҙан торған махсус төркөм етәксеһемен.  Ҡалалағы  ғына түгел, тотош өлкәләге  алыпһатарҙарҙы    дер ҡалтыратып тотабыҙ.   Физик йәһәттән арыу ғына күренәһең, теләһәң – беҙгә ҡушыл, беҙҙән һинең кеүек  егеттәр артмай. Теләһәң -  үҙең берәй ниндәй эш башла. Башланғыс капитал йәһәтенән  үҙем ярҙамлашырмын.

...Бик ныҡлы уйлашҡандан һуң Нияз менән Нажиә  үҙ фирмаларын асырға тәүәккәлләнеләр.  Сит илдәрҙән компьютерҙар алып ҡайтыу мөмкинлеге булған бер мәркәз эшҡыуарын табып, уның  менән килешеү төҙөнөләр.  Нияздың Айҙар ағаһы биргән аҡсаға уның    аша  компьтерҙар ҡайтарттылар.  Ҡала уртаһындағы ташлындыҡ хәлдәге балалар баҡсаһы бинаһын арзан ғына хаҡҡа  ҡуртымға алып, уны әҙ-мәҙ тәртипкә килтереп,   сауҙа эшенә  тотондолар.  “Америка шпионының”   ғаиләһе  өсөн өр-яңы һәм ифрат мауыҡтырғыс  тормош башланды...

Хөриә Абыҙгилдина.

Фото: tessla.org

Автор:
Читайте нас