

Поэма
Бөгөн минең үлгән көнөм,
Минең тыумаған көнөм.
Ҡарында уҡ юҡ иттеләр,
Сыҡманы хатта өнөм.
Әсәй, тиеп әйтә алманым,
Ҡабул итмәне йәнең.
Мин тыумаған көн – һинең дә
Әсәй булмаған көнөң.
Атай, тиеп әйтә алманым,
Баш тартты минән йәнең.
Мин тыумаған көн – һинең дә
Атай булмаған көнөң.
Минең йөрәк тибешемде
Туҡтатты һуң кемегеҙ?
Мин булмаған донъяғыҙҙа
Нисек үтә көнөгөҙ?
Минең тыумаған көнөмдә
Тынып ҡалды өйөгөҙ.
Һеҙ иҫләйһегеҙме, ә мин
Һеҙҙе һағынам, белегеҙ.
Был минең тыумаған көнөм,
Йәнем осто күктәргә.
Ата-әсәле булыуы
Тәтемәй шул күптәргә.
Минең тыумаған көнөмдө
Иҫләр микән берегеҙ?
Тыумаһам да, мөхәббәттән
Яралғанды белегеҙ.
Мин үткәндә инде хәҙер,
Һеҙ йәшәйһегеҙ бөгөн.
Тыумаған йәнем ҡалдыра
Һеҙгә ғүмерлек йөгөн.
* * *
Бишектә ятҡан сабыйҙы
Күреп әрнемәнеңме?
Үҙеңде һәм һөйгәнеңде
Аҙаҡ әрләмәнеңме?
Яңы тәпәй баҫҡан бала
Ҡыуанысын күргәндә,
Ата-әсә менән сабый
Етәкләшеп килгәндә,
Һөйөлөүҙән, бәхетенән
Рәхәтләнеп көлгәндә,
Үҙе йәшәгән донъяны
Өйрәнгәндә, белгәндә,
Иҫкә алманыңмы мине,
Тыумаған сабыйыңды?
Мин йәмләр инем бит һеҙҙең
Болоҡһоу сағығыҙҙы.
Гөлләмә тотоп, балалар
Мәктәпкә барғанында,
Моңһоуланып һин уларҙы
Оҙатып ҡалғаныңда.
Сәхнәләрҙә йырлап-бейеп
Йөрөгәнен күргәндә,
Башҡа әсәйҙәр ҡыҙының
Сәсен тарап үргәндә,
Иҫкә алманыңмы мине,
Тыумаған ҡыҙ балаңды.
...Яндарыңда юҡмын хәҙер
Дауаларға яраңды.
Һөйөү утында янған ҡыҙ
Әсәһенә сер һүтһә,
Атай фатихаһын алып,
Никах туйҙары үтһә,
Өләсәй булған ҡатындан
Көнләштеңме әҙерәк?
Балаң балаһын күреүҙән
Ни бар һуң ҡәҙерлерәк?
* * *
Мин бит беләм: төндәр буйы
Һинең илағаныңды.
Сабый күтәргән әсәнән
Күҙеңде алмағанды.
Туйҙар үткәндә кәләшкә
Моңһоу ҡарағаныңды.
Ауырлы ҡатын осраһа,
Бәхет юрағаныңды.
Ейәнсәрен етәкләгән
Өләсәй күргәнеңдә,
Йылдар аша күктән күрәм:
Әсе йәш күҙҙәреңдә.
Ҡолағыңда гел яңғырай
Сыр-сыу бала тауышы.
Ә йәнеңдә – гүр тынлығы,
Яңғыҙлығың һағышы.
Һинең шундай мәлдәреңдә
Нисек ярҙам итәйем?
Елдәр булып, сәстәреңдән
Тик бер һыйпап үтәйем.
Ҡояш булып, күҙ йәшеңде
Һөртәйем, киптерәйем.
Хыялыңдағы ҡыҙ булып,
Төштәреңә керәйем.
* * *
Йәнем һаман тынғы тапмай,
Йөрөй ҙә йөрөй күктә.
Һинең менән осрашырға
Ҡалмаған инде күп тә.
Мин һине әллә ҡасандан
Кисерҙем инде, әсәй.
Һин үҙеңде ғазаплайһың
Ҡылған хатаңдан йәшләй.
Мин барыбер берәй ваҡыт
Төшөрмөндөр ул ергә.
Һыйынырмын мине көткән
Мөхәббәтле йәрҙәргә.
Һөйөп, һөйөлөп тыуырмын
Һин йәшәгән ерҙәргә.
Бишектә көлөп ятырмын,
Тик инде... бүтәндәргә.
Кескәй ҡулдарымдан тотоп,
Улар баҫтырыр ергә.
Атай-әсәйгә тотоноп,
Атлап китермен бергә.
Тыумай ҡалған йәнем ҡай саҡ
Төштәргә килеп инер.
Ҡурҡып, илап уянғандың
Сәбәбен һуң кем белер?
* * *
Сабый аңламай, тимәгеҙ,
Сабый хәтере төпһөҙ.
Ололарға ҡарағандай
Беҙгә ҡарағыҙ тик һеҙ.
Тоя белгән һиҙер унда
Йыһандарҙың аҡылын.
Балаһында күрә әсә
Йәшәүенең асылын.
Беҙ – һеҙҙең ғүмерегеҙҙең
Мәғәнәһе, дауамы.
Һынауҙарҙан һығылғанда
Һыҙланыуҙан дауаһы.
Беҙ тыуабыҙ был донъяға
Һөйөү йәндәре менән.
Йәшәй-йәшәй күңел тула
Ерҙең ғәмдәре менән.
Бала ғына тип әйтмәгеҙ,
Барыһын да аңлайбыҙ.
Әсә ҡарынында уҡ беҙ
Ишетәбеҙ, тыңлайбыҙ.
Һөйләшегеҙ беҙҙең менән
Әле тыумаған саҡта.
Көйләгеҙ беҙгә моңло йыр
Шау-шыуҙар тынған саҡта.
Юрағыҙ бәхетле ғүмер,
Имен-аман киләсәк.
Ата-әсәнең теләге
Ысынға тап киләсәк.
* * *
Мин дә бер саҡ, ерҙә тыуып,
Үҙем әсәй булырмын.
Балам – минән,
Мин – баламдан
Ғүмерлеккә уңырмын.
Мине тапмаған әсәйҙе
Хәтерем оноттормаҫ.
Ул да йәшәр, исемдәрен
Ҡыҙ балама ҡуштырғас.
Изге сылбыр өҙөлмәһен –
Бала, Әсәй, Өләсәй.
Тыумаған сабый ҡалмаһын,
Әйтһен һәр бала: «Әсәй!»
Тыуған көндәр гөрләп үтһен,
Тыумаған көн булмаһын.
Һәр сабыйға ер ҙә, күк тә
Тик бәхеттәр юллаһын.
Ерҙә кешенең бурысы –
Үҙ нәҫелен ҡалдырыу.
Ырыу ағасын ҡоротоу –
Ғүмереңде яндырыу.
...Күк ҡабағы асылдымы –
Яҡтырып китте донъя.
Яр һалып килдем был ергә,
Тирә-яҡ тулды моңға.
...Тик белдем мин шул минутта
Бер ғүмер күккә ашты.
Мине тапмаған әсәйҙең
Йәне миңә тоташты.
Ерҙән һуңғы һулышында
Ул әсә булып үтте.
Тапмаған ҡыҙ балаһына
Үҙ йәнен биреп китте...
Рәхмәт, йән биреүсе Әсәй!
Рәхмәт, тыуҙырған Әсәй!
Ғүмер сылбыры ялғанды:
Бала, Әсәй, Өләсәй!