Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Ғинуар 2023, 19:05

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН

– Ҡыҙ баланы рәнйетергә ярамай. Ҡыҙҙар сафлығы – донъялағы иң таҙа нәмә. Уны хөрмәтләй белергә кәрәк. – Өләсәйҙең шул һүҙҙәрен ишеткәндән алып, мин ҡыҙҙарға уның күҙлегенән ҡарайым, буғай.

Кафе Повесть  Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН
Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН

Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН

Кафе 

Повесть

(1)

Мин – Самат

Ул имән бармағын өндәү билдәһендәй өҫкә күтәреп:
– Кафела эш итеү ҙур яуаплылыҡ һорай! Ул... кафе, братишка, столовый ғына түгел. Бында кешеләр ашарға һәм бейергә генә инәләр тип уйлаһаң, бик ныҡ яңылышаһың. Бында тыуалар һәм үләләр. Ашай-ашай. Әлбиттә, уларҙың төп маҡсаты – тамаҡ ялғау. Ни әйтһәң дә, әҙәм балаһы ашау өсөн йәшәй. – Ул йылмайып ҡуйҙы. – Йәшәр өсөн ашайым тиеүселәргә мин һис тә ышанмайым. Юҡ!..
– Мин йәшәр өсөн ашайым, – тинем мин, уны бүлдереүемә уңайһыҙланып.
Ул мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Ялған һөйләмә! Башың йәш әле алдашырға. – Уның күҙендә бер миҙгелгә генә ҡабынып алған уҫал осҡондар ҡапыл һүнеп, ҡарашында яғымлылыҡ пәйҙә булды. – Хатта дөрөҫлөк тә, хрен, кемгә кәрәк? – Кафе директоры миңә ҙур усын һуҙҙы. – Килтер ҡағыҙҙарыңды!..
...Ниңәлер бөгөн шул һөйләшеүҙе иҫемә төшөрҙөм. Бөгөн кискә кафеға эшкә бараһы. Шуғалыр, моғайын. Юҡ, юҡ, мин бит иртәгә Йәмиләне үҙебеҙҙең кафеға саҡырырға йыйынам. “Саф хистәр” тип атала ул. Яңы ғына асылыуына ҡарамаҫтан, йәштәр бик тиҙ үҙ итте уны. Бөгөн иҫән-һау эшләп ҡайтһам, иртәгеһе кисем буш минең. Йәмилә һөйөнөп ризалашыр инде. Йәмилә! Әле булһа татлы төштәр күреп ятамы икән? Инде күҙен асҡандыр ҙа. Ошо шатлыҡлы уйҙарымдан тәнем буйлап ниндәйҙер рәхәт тулҡындар йүгерҙе һәм мин, ашыға-ашыға, телефоныма үрелдем. Ялт-йолт килгән төймәләрҙе бейетә-бейетә, ҡәнәғәтлек менән “Ебәрергә” тигәненә баҫтым. Экранда хат һүрәте балҡып алды, тимәк, һүҙҙәрем Йәмиләгә барып етте!
Ул smsты мине һүгә-тиргәй, йоҡо аралаш ҡына уҡығандыр, моғайын. Унан һуң, тәмләп кирелә-кирелә, ҡабаттан йылы юрғаны аҫтына сумғандыр.
Эх, унда мин дә булһам икән! Ҡайһы берҙә минең башыма шундай оятһыҙ уйҙар килә, уларҙан үҙем дә битемә ҡыҙыл буяу һипкәндәй ҡыҙарам.
– Ҡыҙ баланы рәнйетергә ярамай. Ҡыҙҙар сафлығы – донъялағы иң таҙа нәмә. Уны хөрмәтләй белергә кәрәк. – Өләсәйҙең шул һүҙҙәрен ишеткәндән алып, мин ҡыҙҙарға уның күҙлегенән ҡарайым, буғай. Йәмиләнең миңә саф күҙ ҡарашы ҡәҙерле. Эй, донъяның бысраҡлыҡтарынан аралап, яҡты яҡтарын ғына күрһәтеп йәшәргә ине бит, ә?
Октябрь иртәһенең һалҡыны, еңел курткам аша үтеп, ҡурып алғандай булды. Ялан баш булғанғамы, сәстәр үрә баҫҡан кеүек. Әле Ҡазан урамдарында ығы-зығы башланмаған. Ара-тирә урам һепереүселәрҙең ҡысҡырып һөйләшкәндәре ишетелеп ҡала, ауыр ыңғы­рашып троллейбустар үтеп китә, ҡараштарын аяҡ остарына ҡаҙап, муйындарын яға эсенә батырып иртәнге сменаға эшкә ашығыусылар күҙгә салына. Светофорҙарҙың да әле күбеһе ҡабынмаған: йоҡлап китмәгәйем тағы тигәндәй, йөрөтөүселәре руленә сытырҙатып йәбешкән машиналар юл бирергә уйламай ҙа. Йәйәүленең шул инде: арттарынан ҡарттар кеүек һуҡранып ҡалам. Бындай саҡтарҙа үҙемде кәмһетелгән кеше кеүек тоям мин. Уҡырға ингәндән бирле, нисәмә ерҙә эшләнем – инде дүртенсе курсҡа еттем – тик минең машинам юҡ. Өйҙәгеләрҙән аҡса алғы килмәгәнлектән һәм машина алып булмаҫмы тигән уй менән, күңелем тартмаһа ла, бына ике йыл инде дауахана һаҡлайым. Төркөмдәш малайҙарҙың күбеһе күптән тимер атта елдерә. Уларҙың атайҙары ун һигеҙ йәштәрен тултырыуға, ҡунаҡтар алдында асҡыстарын болғай-болғай, машина бүләк иткән. Күбеһе шул өс йыл эсендә машиналарын алыштырырға ла өлгөрҙө. Руслан нисә тапҡыр бәрелде, Айрат кеше тапатты... Тфү, тфү...
Ҡайһы саҡтарҙа мин әллә ниндәй хыялдарға биреләм. Бына мин Йәмиләне машинаға ултыртам да төнгө Ҡазан урамдары буйлап елдерәм, имеш. Ҡала уттары күп ҡатлы йорттарҙың, ресторан-кафеларҙың тәҙрәлә­ренән күҙ ҡыҫып ҡала. Бына беҙ Ҡазанһыу ярына килеп туҡтайбыҙ. Һыу өҫтөндә яҡындағы йорттарҙан төшкән йәшел, һары, ҡыҙыл уттар емелдәй. Шундай рәхәт! Мин Йәмиләне ҡосағыма алам. Беҙ йәйге еләҫ елгә йөҙөбөҙҙө ҡуйып иркәләнәбеҙ...
Ниңәлер мин Йәмилә менән икебеҙҙе гел йәйге көндә тип күҙ алдына килтерәм. Йылы, матур, ҡояшлы йәйге көн икән ул. Уның күге аяҙ, төндә иһә уға алтын кеүек емелдәгән йондоҙҙар һибелгән...
Унан һуң мин икебеҙҙең ауылға ҡайтыуыбыҙҙы күҙ алдына килтерергә тырышам. Бына университеттан ашыҡмай ғына сығам. Эре-эре атлап, бер туҙан бөртөгө лә ҡунмаған машинама инеп ултырам. Ниндәй төҫтә әле ул? Әйҙә, ҡара булһын. Юҡ, Йәмилә һәм ҡара төҫ – бармай. Булһын ти ул... булһын ти йәшел төҫтә. Эйе, йәшел төҫтә – Йәмиләнең күҙҙәре төҫөндә. Магнитоланан татарса көй яңғырай. Мин Йәмиләләр университетына юл тотам. Бына баҫҡыстар буйлап йүгерә-атлай төшкән Йәмиләне күреп ҡалам. Уның ҡаршыһына йүгерәм. Ҡулымда – сәскә! Ниндәй сәскә икән ул? Роза! Аҡ розалар! Өс роза!
– Ҡара әле, минең уға сәскә бүләк иткәнем юҡ икән бит! Вәт, егет!
...Шунан сәскәләрҙе Йәмиләгә һуҙам. Уның күҙҙәре һөйөнөстән балҡый. Мин дә йылмаям. Беҙ Йәмиләнең өләсәһенә күстәнәстәр алабыҙ. Унан – минекеләргә. Юл буйлап һөйләшеп ҡайтабыҙ. Шундай күңелле! Машина елдәй етеҙ елдерә. Мин ғорур ғына руль тотоп ҡайтам. Юҡ, мин дә Йәмиләгә ҡушылып көләм.
Бына беҙ Гөлйыһан әбей ҡапҡаһы янына килеп туҡтайбыҙ. Мин оҫта ғына машинаны ҡапҡаға уҡ терәп ҡуям. Гөлйыһан әбейҙең башҡа ваҡытта өҫкә ташланған ҡыҫҡа ҡойроҡло аҡ әтәсе, кикреген тырпайтып, ҡапҡа аҫтынан юҡ була. Уға тауыҡтар эйәрә. Юҡ, улай түгел. Иң элек беҙҙең өй янында туҡтайбыҙ. Атай менән әсәй, Марат ҡустым ҡаршыларға сыға. Йәмилә улар менән ике ҡуллап күрешә. Әсәй үҙ итеп Йәмиләнең арҡаһынан ҡаға. Беҙ, өйгә инеп, сәй эсәбеҙ. Унан Гөлйыһан әбейгә китәбеҙ...
Их, хыялда барыһы ла шул тиклем матур! Әлегә мине шәмбе һайын университет ишеге төбөндә ҡарауылда торған апайҙар туҡтата.
– Сумкаңды тикшерәбеҙ, асып күрһәт, – тиҙәр.
Мине иң хурландырғаны шул. Уҡыуҙан һуң туп-тура ауылға йыйынғанға, автобусҡа өлгөрәм тип, мин бар әйберҙәрҙе аҫып йөрөй торған ҙур сумкаға тейәп киләм. Уларҙың әрһеҙ бармаҡтары ҡағылыуҙан сумкалағы буш банкалар сыңҡ-сыңҡ килә.
– Эй ауыл, ауыл, – тип көлә апай татарсалап. – Бар, улым, тырышып уҡы.
...Өйҙәгеләр минең аҡса алмауыма аптырай.
– Ниндәй аҡсаға йәшәйһең һин? Дөрөҫ юлда йөрөйһөңмө? – Әсәй һаман да малайын боҙолоп китер тип борсола. – Ҡала бандиттарына эйәреп китмәнеңме? Кеше талап йөрөмәйһеңме?
– Әллә ҡыҙҙарың ашата, кейендерәме һине? – Атайға минән көлөргә булһын. – Яҡшы уҡығас, стипендияны яҡшы түләйҙәрҙер уларға, – ти.
Ә аҡса тигәндәре бик интегеп табыла шул. Ҡарауылда эшләгән менән генә мандып булмағас, бер ай элек яңы асылған кафеға ла ярты штатҡа эшкә урынлаштым. Әлеге кафе киске ун бергә тиклем эшләй, мин дә шул ваҡытҡа тиклем иҫәп-хисап эштәре менән маташам.
Йәмилә, минең эшкә күмелеүемде оҡшатһа ла, ҡарауылда тороуымды яратмай.
– Кафела эшләүең дә бик еткән. Ярым ас көйө, төндәр буйы керпек ҡаҡмай ыҙаланып сығаһың. Әллә ниндәй ауырыуҙар алырһың. Ташла шул эшеңде! – Осрашҡан һайын Йәмилә шулай тип ҡолаҡ итемде ашай.
– Нимә, һиңә сәләмәт ир кәрәкме? – Мин шулай шаяртҡан булам.
Йәмилә өндәшмәй. Ҡыҙарып, йөҙөн ситкә бора. Минең атай менән әсәй уны килендәрендәй ҡабул итәләр инде. Үҙем дә бер нисә йылдан туй үткәрербеҙ тип уйлап йөрөйөм. Тик был хаҡта Йәмиләгә ләм-мим һүҙ ысҡындырғаным юҡ.
– Ҡыҙҙарҙы аҙындырырға ярамай. Уларҙың танауы бик тиҙ сөйөлә. – Атай кәңәшен күңелемдән сығарғаным юҡ.
Ни эшләйһең, ҡарауыл хеҙмәте үҙемә лә оҡшамай. Әммә студент халҡын ҡайҙа көтөп торалар? Ҡазанда минең ҙур урында ултырған туғаным юҡ – диплом алыуға аҡсалы яҡшы эш булырмы әле... Йәйен практика үтер өсөн дә ҡолас йәйеп ҡаршылаған ойошма күренмәй. Шуға ла, атай гел ҡабатларға яратҡанса, тормоштоң төбөнән күтәрелергә тура килә. Был һөйләмдең авторы Ғәлимйән Ибраһимов тигән яҙыусы икәнен мин әҙәбиәт дәресендә ишеткәс, ғәжәпләнгәйнем. Атай әйтмешләй түгел инде былай булғас...
Ҡарауылда тороуым тураһында атай менән әсәйгә яңылыш та ысҡындырырға ярамай. Былай ҙа минең өсөн ут йотоп йәшәйҙәр. Төнө буйы ҙур бер дауахана өсөн яуаплы булыуыңды ла һиҙһәләр... төн йоҡолары тамам ҡасыр.
Ә беҙҙең эш, ысынлап та, маҡтанырлыҡ түгел. Нимәһе яҡшы инде уның? Төнө буйы дүрт диуар араһында япа-яңғыҙың бикләнеп ултыраһың. Ял көндәрендә әле тәүлек буйы һаҡта торабыҙ. Быныһы инде – йәш кеше өсөн яза. Бер уйлағанда, ҡыл да ҡыймылдатаһы юҡ кеүек – кирбес тә ташымайһың, иҙмә лә болғатмайһың, ҡапсыҡ та күтәрмәйһең. Шулай ҙа көнө буйы физик хеҙмәт башҡарған кешенән дә нығыраҡ арыйһың. Бында ауыр уйҙар көстө ала. Бына тәҙрәнән ҡулға-ҡул тотоношоп, көлөшә-көлөшә, бер пар үтеп бара. Ана, ҡыҙ алғараҡ йүгереп китә, егет уны ҡыуып тота ла биленән ҡыҫып ҡосағына ала. Ә һин бер үҙең ҡара уйҙар менән ҡапланғанһың. Китап алаһың – һәр юлда һинең уйҙар яҙылған. Уҡығанмындыр тип уйлап бер битте асаһың – яңыһында Йәмиләнең ынйы бөртөгөндәй ялтыраған ап-аҡ тигеҙ тештәрен балҡытып йылмайғаны күренә. Тағы бер битте асаһың. Төнө буйына бер китап уҡыла. “Нимә тураһында булды һуң әле был әҫәр?” – тип ҡабаттан ҡулыңа алаһың – әйтерһең, беренсе тапҡыр күреүең...
Беҙ дауахананы өсәү һаҡлайбыҙ. Сиратлап. Ике студент та бер пенсионер – Илдус ағай.
– Был эш, һуйған ла ҡаплаған тигәндәй, студенттар һәм пенсионерҙарҙыҡы инде. Һеҙ дөйөм ятаҡта тәтемәгән йоҡоларығыҙҙы һимертәһегеҙ, мин хет бер көн ҡарсыҡтың хырылдауынан ҡотолоп торам, – ти ул, шаяртып. Беҙ бер-беребеҙ менән ял көндәрендә генә осрашабыҙ. Шул көндө беребеҙ эштән сыға, икенсебеҙ тәүлек буйына уйҙар көрәшенә инеп китә. Хәйер, Илдус ағай ҙа, теге студент та рәхәтләнеп йоҡлайбыҙ, тиҙәр. Мин генә керпек ҡаҡмай күҙемде шарландырып ятам.
Ике йыл буйы эш көйлө генә барҙы. Хеҙмәттәштәр менән сер һыйыша, кәрәк ваҡытта бер-беребеҙҙе алыштырабыҙ ҙа. Дауахана һаҡлауҙа ла ҡыйынлыҡ юҡ: иртә-кис беҙгә етәкселек иткән Данил исемле элекке милиция капитанына барыһы ла тәртиптә булыуын шылтыратып хәбәр итәбеҙ ҙә шуның менән вәссәләм. Бер ниндәй ҡурҡыныс хәл булмағанлыҡтан, ул ваҡланып, төпсөнөп йөрөмәй. Түшәмдәренән ҡомо ҡойолоп торған, элек бер байҙың кәнүшние булған дауахана төнөн кемгә кәрәк инде? Тик бер ай элек уның урынына йәш егетте – Илдарҙы тәғәйенләгәс, дауахананың төнгө тыныслығы боҙолдо. Беренсе эш көнөндә үк уның Илдус ағай менән борсағы бешмәгән...
– Туҡтауһыҙ ҡыңғырау төймәһенә баҫҡан­да­ры­на уянып киттем, – ти Илдус ағай. – Йүгереп барып, ишек тишегенән ҡарайым – таныш түгел әҙәм баҫып тора. Исем-фамилияһын әйткәс кенә кемлеген аңлап алдым.
– Әйҙә, тәртипте тикшереп сығайыҡ, – ти икән Илдар. Үҙенең ауыҙынан хәмер еҫе бөркөлә, ти.
Дауахана буйлап йөрөп сыҡҡас:
– Миңә был бина оҡшаны. Төндәрен ошонда дуҫтарым менән ҡунаҡҡа килгеләрмен. Әҙерләнеп ҡаршы алырһығыҙ, – тигән.
– Был – дауахана, етди ойошма. Кәйеф-сафа ҡороу урынына әйләндермәйек, – тип, Илдус ағай яйлап ҡына уға ҡаршы әйтеп ҡараған.
Илдар, бер һүҙ өндәшмәй, беҙ ултыра торған бүлмәгә ингән.
Илдус ағай, серем итер өсөн, ултырғыстарҙан ятаҡ көйләгән. Мендәр менән юрғанын алып ҡуйырға өлгөрмәгән.
– Аңлашылды. Ҡайҙа ҡағыҙҙар, тәртиптәме улар?
Илдус ағай папканы һуҙған.
– Йә, ҡарауылсы ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш? Тәк, беренсеһе, – тип, бармағын бөкләп, төнгө өстә Илдус ағайҙан имтихан ала башлаған был.
– Ҡустым, ун йыл буйы был бинаны ҡарауыллайым, быға тиклем ул казенный һөйләмдәрҙең кәрәге сыҡҡаны юҡ ине...
– Һеҙ уны белергә тейеш! Беҙҙең ойошмаға бындай ҡарауылсы кәрәкмәй! Беренсенән – ҡарт, икенсенән, эшегеҙгә етди ҡарамайһығыҙ, өсөнсөнән, талаптарҙы белмәйһегеҙ. Иртәгәнән һеҙ бында эшләмәйһегеҙ.
Бер яҡтан, Илдар дөрөҫ тә кеүек. Илдус ағай үҙе лә быны кире ҡаҡмай. Әммә уның урынына айҙар буйы айнымай эсә торған егетте эшкә алғас, беҙ бының хәйерле бөтмәүен самаланыҡ.
– Чечняла бергә хеҙмәт иттек. Бер үҙе бер полкка ҡаршы барған егет.
Бындай батыр егет ике мыштым студентты ғына үҙ ҡумыҙына бейетә инде ул. Ошо бер ай эсендә уның өсөн икешәр тапҡыр эшкә сығырға тура килде. Үҙе эшләгән төндәрҙә дауахана хараба хәленә килгән. Йыйыштырыусы иртәнге алтынсы яртыла асыҡ ишектән дауаханаға инеп, иҙәндә яланғас ҡыҙҙар менән егеттәр йоҡлап ятҡанын күреп ауып киткән. Илдар, үҙе дауахана етәксеһе менән һөйләшеп кенә, хәлде ҙурға ебәрмәне.
Быныһына тауыш-тынһыҙ ғына күнгәйнек, Илдарҙың төнгө өстәге сәфәрҙәре арыттыра башланы. Ул яңғыҙы ғына килмәй – үҙе кеүек дуҫ-иштәре лә эйәрә. Дауахананың бер бүлмәһен астырып, иртәнсәккә тиклем кәйеф-сафа ҡороп ултыралар.
– Илдар, былай килешмәй. Табиптарҙың эште һиҙеүе бар, – тип, бер көндө яйлап ҡына әйтеп ҡараным.
– Миңә барыбер. Мин Чечняла һуғышта булған кеше. Ни эшләһәм дә килешә.
Был төндә иһә ул мине тамам сығырымдан сығарҙы. Әле лә бына шуға асыуымдан ни эшләргә белмәй ҡайтып киләм. Бөгөндән һуң дауаханала ҡалырғамы, юҡмы?
Барлыҡ ишектәрҙе бикләп, бүлмәгә инеп ултырғайным ғына, ҡыңғырау ауаз бирҙе.
“Кр-рр-рр”. Ишек асылғанға тиклем төймәнән ҡулын алмаусы Илдар ғына булырға мөмкин.
– Ниңә оҙаҡ асмай торҙоң? – Ул тағы үҙе генә түгел. Эргәһендә ҡара күн курткалы бер ир баҫып тора.
– Дауахананың икенсе ҡатында инем. – Аҡланырға теләмәһәм дә, уның күңеле булһын өсөн генә, шулай тиергә тура килде.
– Минең зонала тәртипме?
– Тәртип.
– Ә һин ниңә әле ишекте ҡаплап баҫып тораһың? Хужаларыңды индермәйһеңме әллә? – Ул күҙ сите менән генә дуҫына ҡарап алды.
– Килгәс, инәһегеҙ инде...
– Бәхетең, бөгөн инеп тормайбыҙ. Егет, мине яҡшылап тыңлап тор: мәсьәләне аңлатам хәҙер. Машинала бер ҡатын ята. Ул – дөм иҫерек, һис бер нәмә лә аңламай. Төнө буйы бында буласаҡ. Иртән үҙем алып китәм. Хәҙер бүлмәңә алып инеп, уны ятҡырабыҙ. Ҡара уны, ҡунағыңа бармаҡ менән дә ҡағылма! Беҙ ашығабыҙ, әйҙә тиҙерәк, – тине.
– Вәт, ҡарт дура, дөпөл булды, ә! Яратмайым шундай ҡатындарҙы, – тип һөйләнде иптәше.
Дауахана ишеге төбөндә ҡара тәҙрәле, ҡара төҫтәге “ун икенсе” модель “Жигули” тора ине.
Машинала шофер һәм иҫерек ҡатындан тыш, ерән сәсле, ҡыҙыл ҡыҫҡа курткалы тағы бер йәшерәк ҡыҙ бар икән. Илдар артҡы ишекте асыуға, иҫерек ҡатын ергә тәгәрәп тә төштө.
– Һеҙ аҡрынырак... – тине ерән сәсле ҡыҙ. Унан һуң, дуҫының ерҙә таралып ятҡан кәүҙәһен күтәрергә ынтылып, янында бөтөрөлөп йөрөй башланы.
– Ысҡын бынан, Ерәнсәс, һуғып үлтереүем бар, – тип һүгенде Илдар.
– Юғалып тор күҙ алдынан, – тип ҡысҡырҙы икенсе ир ҙә. – Иҫереп йығылған дуҫың өсөн дә тырышасаҡһың әле бөгөн!
Ике ҡыҙмаса ир тиҙ генә ҡатынды индереп ятҡырҙылар ҙа, машинаға тейәлешеп, юҡҡа ла сыҡтылар.
Мин бүлмәлә ҡалдым. Күҙем иҙәндә ятҡан паспортҡа төштө. Зәңгәр тышлы документты, асып та ҡарамай, өҫтәлгә алып һалдым. Тик ҡыҙыҡһыныу еңде, бер аҙҙан йәнә ҡулыма алдым. У-у, ҡатын инде ҡырҡ йәштә икән! Николаева Дина Сергеевна. Өс никах мисәте һуғылған, егерме йәшлек бер улы бар.
Хәмер еҫе бөтә бүлмәгә таралды. Мин өҫтәлдә ятҡан ҡулдарыма башымды һалдым.
Шул килеш таңғы бишкә тиклем йоҡлағанмын.
– Әй... һин... кем? – Ҡатындың ыңғырашҡан тауышына күҙемде астым. Фу-у! Бүлмәлә ауыр махмыр еҫе ине. – Э-э-эй!
Теге ҡатын йәнә ауаз бирҙе.
– Нимә кәрәк?
Күҙ сите менән генә ерәнеп ҡараш ташланым: ҡатындың сәсе туҙып бөткән, кофтаһының иҙеүе асыҡ, кисә мулдан һыланған кершәндәре бөтә битенә таралған.
– Кем һин?
– Ҡарауылсы!
– Алдаҡсы! Һин Илдарҙың дуҫымы?
– Ҡарауылсы тинем бит. Иртәнге биш тулды. Бар, сығып кит.
– Нимә?! Маңҡа былауы! Төнө буйы минең өҫтөмдә ятҡан да хәҙер ҡыуған була! Милиция! Көсләйҙәр!
Ҡатын аҡырыпмы-аҡыра. Ҡулынан тотоп ҡына ишектән осораһы ла бит – ҡағылаһы килмәй.
– Ҡайҙа минең аҡсаларым? Паспортым? Һин уларҙы урлағанһың! Ҡайтар! – Буш кеҫәләрендә аҡтарынған ҡатын бәйләнергә яңы сәбәп тапты.
– Паспортың – өҫтәлдә. – Мин документты уға ырғыттым. – Һинең аҡсаларың миңә кәрәкмәй. Илдарҙан һора!
– Ул мине алданы. Үҙе: “Яратам, өйләнәм”, – тине. Үҙе һеләгәйе лә кипмәгән малайҙар янында яңғыҙымды ҡалдырған. – Көтмәгән-уйламаған ерҙән ҡатын үкһей башланы.
Мин ни эшләргә лә белмәй аптырап ҡалдым.
– Һин мине мыҫҡыл иткәнһең, көсләгәнһең...
Түҙемлегем кәмегәндән-кәмей бара ине. Кинәт ҡатын тамаҡ төбө менән аҡырып илауҙан туҡтап ҡалды.
– Кил бында, матур малай. Мин һине теләйем...
– Тфү! – Уның ҡулын һуҙып күтәрелә башлауын күреп, саҡ уҡшып ебәрмәнем. Ул был миҙгелдә минең өсөн донъялағы иң ерәнгес зат ине.
– Олаҡ хәҙер үк!
– Кил инде, егетем... Көтәм һине...
Күкрәгемдә, әйтерһең дә, ут ҡабыҙҙылар. Түҙемлегем шартлап һынды.
– Йә һин хәҙер үк сығып китәһең, йә милицияға шылтыратам!
Ҡатын шарҡылдап көлдө:
– Ха-ха-ха! Шылтырат һуң. Ха-ха-ха! И-и бала, бала...
Көлөүҙән туҡтағас, ул миңә янай башланы:
– Мин һине Илдарға әйтеп эшеңдән ҡыуҙыртам, ауыл бәрәңгеһе. Эштәге малайҙарға әйтеп, ете ҡат тиреңде тунатам...
Илдарҙың кинәт инеүе генә мине ҡотҡарҙы. Йыйыштырыусы апай килгәнсе бүлмәне елләтергә өлгөрҙөм.
Үҙемде төрмәнән ҡотолған кешеләй хис итеп дауахананан сыҡтым. Башҡа көндәрҙе һигеҙенсе яртыла тапшырһам, бөгөн йыйыштырыусы апайҙы киҫәтеп, алтыла уҡ ысҡындым. Дауахананы мин былай ҙа элек-электән яратмайым. Ниңәлер был бина эсендә кешеләрҙең ҡара яҡтарын ғына эҙләйем. Тегенең танауы кәкре, быныһының күҙе ҡылый, быныһы аҡһай, быныһы – бөкрө...
Тағы уйыма Йәмилә килеп инде. Ул бит донъяның бындай ҡараңғы яҡтарын бөтөнләй белмәй, шул тиклем саф, таҙа күңелле ҡыҙ. Мин уны хөрмәт итергә тейеш! Күҙемә йәштәр тығылды. Был минуттарҙа Йәмилә миңә шул тиклем яҡын, ғәзиз ине. Уны ҡосағыма алғым, сәсенән һыйпап:
– Һин минеке – берҙән-берем! – тиәһем килде.
Йәмилә!
Ҡасан аҙна аҙағы етер ҙә, мин һине күрермен икән? Әйҙә, Ҡазанда ла осрашайыҡ, беҙгә ҡунаҡҡа кил, тиһең һин. Юҡ, мин әле әҙер түгел. Был Ҡазан минеке түгел әле. Бында мин үҙемде тулы бәхетле кеше итеп тоймайым. “Һөйгәнең менән шалашта ла рәхәт” кеүек ҡупшы һүҙҙәргә лә ышанмайым. Егет кеше ерҙә үҙен хужа итеп тоймай тороп, хәл иткес аҙымға барырға тейеш түгел. Мин Ҡазанда быға әҙер түгелмен. Әлегә мине үгәйһеткән ҡалалағы Йәмиләмде лә табаһы ине.
Тиҙҙән барыһы ла булыр тип йыуатам үҙемде. Йәшерен ниәттәрем дә бар. Мин эшләгән кафены йәш парҙар үҙ итә. Исеме лә “Саф хистәр” уның. Бына шунда саҡырырға теләйем мин уны. Әйткәнемсә, быға ла әҙер түгелмен.
Ауылда иһә мин үҙемде Йәмилә менән тиң күрәм. Унда һәр урам, һәр тыҡрыҡ, һәр йорт мине таный һәм үҙенеке һанай. Мин унда бөтөнләй икенсе, ысын Самат. Унда мин үҙ һауамды һулайым, ерҙән хужаларса атлайым. Шунда ғына йәшәр инем мин. Тик унда тормош туҡтап ҡалған кеүек. Эш булмағас, йәштәр юҡ. Яңғыҙлыҡтан күңел һыҙлана. Йәй көнө ул әле бер ҡайнап ала: ауылда яңғыҙ көн иткән әбей-бабайҙарға ейәндәре ҡайтып төшә. Уларҙың тауышынан яңғырап торған ауыл йәй аҙағына ҡабат тына. Көҙ аҙағына унда тормош, әйтерһең дә, һүнә.
– Минең өләсәй: “Парҙар бер-береһенә оҡшаш булалар”, – ти. – Йәмиләнең шул һүҙҙәренән һуң бер-беребеҙҙең йөҙөнә бағабыҙ.
Уның күҙе август айында һыу үҫемлектәре баш ҡалҡытҡан күл кеүек – һорғолт йәшел, минең яңы әйләндереп ҡапланған тупраҡ кеүек ҡара. Уның сәсе – һарғылт, йоҡа. Минеке – бөҙрә, ҡара. Уның ирене – ҡалын, минеке – нәҙек...
– Нәҙек иренле кешеләр уҫал була бит! – Йәмилә миңә бармаҡ янай. – Һинең танауың – ҙур, минеке – бәләкәй. Беҙ бер-беребеҙгә бөтөнләй оҡшамаған! – Ул, ирендәрен турһайтып, ситкә борола.
– Ә мин һиндә үҙемде күрәм!
– Нисек инде? – Уның ҡарашы ҡабаттан балҡып ҡабына.
– Бына һинең күҙеңдә – минең шәүләм...
– Мин дә күрәм! Һинең ҡурҡыныс ҡара күҙеңдә мин баҫып торам!
Беҙ бер-беребеҙгә һыйынышабыҙ. Уның йөрәк тибеше үҙемдекеләй тойола башлай...
Күҙемде астым – дөйөм ятаҡҡа ҡайтып еткәнмен. Уйҙар менән ысынбарлыҡ – ер менән күк араһы. Шуларҙы тоташтыраһы ине! Шулай! Әллә бөгөн Йәмиләне кафеға саҡырырғамы? Директор командировкала, тинеләр. Тимәк, уның менән иркенләп һөйләшеп ултырырға яй сығыр, эшемде лә күрер. Тәүәккәллә, Самат! Ваҡыт етте!

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: