Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Ғинуар 2023, 21:08

Фәтих Сынбулатовтың яҡты иҫтәлегенә

Айырыуса бәләкас кенә балаларҙың кемуҙарҙан ярышыуы, спортҡа ылығыуы ҡыуандыра.

Фәтих Сынбулатовтың яҡты иҫтәлегенә
Фәтих Сынбулатовтың яҡты иҫтәлегенә

Фәтих Сынбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы Әбүбәкер ауылында икенсе тапҡыр уҙа. Быйыл саңғыға йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы баҫты. "Айыҡ ауыл-2022" конкурсы сиктәрендә уҙған сәләмәтлек һәм спорт байрамы 7 йәштән алып 68 йәшкә тиклемге ярышсыларҙы берләштерҙе. Улар араһында Фәтих Ишмөхәмәт улының туғандары, ауылдаштары, коллегалары һәм дуҫтары ла булды. Бәләкәс кенә ҡыҙҙар - малайҙар ҙа, олпат ағай- апайҙар ҙа сәмләнеп финиш һыҙығына шыуҙы. Һөҙөмтәлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙ категорияларында Лилиә Акилова, Азалия Мөхәмәтйәнова, Билалов Ислам, Аҡҡужин Данияр беренсе урынды яуланы. Ҡатын- ҡыҙҙар һәм ир- егеттәр араһында Әбүбәкирова Гүзилә, Билалова Гөлйыһан, Мәмбәтов Ғирфан алдынғылыҡты бирмәне. Бар ҡатнашыусыларға ла ойоштороусылар- Фәтих Ишмөхәмәт улының туғандары иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, сара йылдан- йыл үҫә, ҡатнашыусылар һаны арта. Айырыуса бәләкас кенә балаларҙың кемуҙарҙан ярышыуы, спортҡа ылығыуы ҡыуандыра. Балалар сәләмәт, әүҙем тормошто үҙ итеп үҫә икән, тимәк ауылдың киләсәге лә ышаныслы!

Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: