Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Ғинуар 2023, 12:05

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (2)

Мин телһеҙ ҡалдым. Битемдең ҡыҙарғанын ғына һиҙҙем. Ҡып-ҡыҙыл помидор кеүектер инде ул хәҙер. Әсәйем! Егеттәр менән нисек һөйләшергә белмәйем бит мин! Нимә әйтәйем уға?

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (2)
Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (2)

Ғәлиуллин Рөстәм Ғосман улы - татар прозаигы. 1987 йылда Татарстан Республикаһының Арча районы Наласа ауылында тыуған. Ҡазан дәүләт университетының татар филологияһы һәм тарихы факультетын тамамлаған. Филология фәндәре кандидаты. «Казан утлары» әҙәби журналының баш мөхәррире. Татар һәм рус телдәрендәге биш китап авторы. Татарстан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Татарстандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты.

 

Кафе

Повесть  (2)

Мин – Йәмилә

I

“Хәйерле иртә теләйем һиңә, Йәмиләкәй. Көнөң уңышлы үтһен!”
“Безз-зз!” Ошо йәмһеҙ тауыш уятмаһа, йоҡлайһы ла йоҡлайһы инем әле мин. “Безз-зз...”
Бөгөнгөләй хәтеремдә: бәләкәй сағымда әсәйем теш табибына алып барған ине. Бүлмәгә инеүгә, ул мин бик күптән көткән һүҙҙәрҙе әйтте:
– Әгәр ҙә иламаһаң, бынан сығыуға уҡ үҙең теләгән ҡурсаҡты алып бирермен...
– Барби! – тип ҡысҡырҙым мин һөйөнөсөмдән.
– Ярай, ҡыҙым. Шуны алырбыҙ. Күҙ йәшең сыҡмаҫ бит?
Нишләп илау ти ул? Шатлығымдан хатта ҡулдарымды сәпәкәйләй-сәпәкәйләй, баҫҡан урынымда ни эшләгәнемде белмәй һикер­геләнем.
Табип тигәндәре мыйыҡлы, күҙлекле оло ғына ағай булып сыҡты.
– Кил яныма, үҫкәнем, – тип, ул мине ултырғысҡа ултыртты. – И-и, аҙ ғына боҙолоп киткән. Кәнфит күп ашағанға ғына. Хәҙер ямап ҡуябыҙ уны, һиҙмәй ҙә ҡалырһың бына...
“Безз-зз!” Көтөлмәгән ауыртыуҙан мин ҡысҡырып илап ебәрҙем. Күҙемдән уттар сыға тип торам. Тауышы ла ҡурҡытты. Тап серәкәй тешләгәндәге кеүек тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып ҡалтыранып ҡуйҙым. Бүлмәнән сыҡҡансы үкһенем мин. Әллә ауыртыуҙан, әллә ҡурсаҡһыҙ ҡалғаныма борсолоп үкерҙем – уныһы иҫтә лә ҡалмаған. Ә бына әсәйем менән ҡурсаҡ һайлап йөрөүебеҙ күҙ алдымда тора. Ул мине туп-тура магазинға алып киткән ине...
– Миңә ҡурсаҡ кәр-әк-мәй, – тип һулҡылданым мин.
– Ярай, ана теге Барбиҙы алабыҙ, ҡыҙым. – Әсәйем мин ҡыҙыҡҡан – ҡыҫҡа шорты кейҙерелгән һары сәсле матур ҡурсаҡҡа төртөп күрһәтте.
– Юҡ, киттек, әсәйем. Мин бит ила-ным...
Әсәйем мине ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Үҙе битем буйлап тәгәрәгән эре күҙ йәштәремде ҡул һырты менән һыпырҙы.
– Бигерәк саф күңелле бит һин, ҡыҙым. Нисек инде шундай матур ҡыҙға ҡурсаҡ алмайһың?
“Безз-зз”.
Был тауыш миңә ана шул ваҡиғаны хәтерләтте. Ул саҡта мин ҡурсағымды ҡыҫып ҡосаҡлап, юл буйлап танау тартып ҡайтҡан инем. Әсәйемдең: “Бигерәк саф күңелле бит һин, ҡыҙым”, – тигән һүҙҙәре лә ҡолағыма салынғандай булды.
“Безз-зз”.
Нишләүе инде был хәйерһеҙҙең? Мин салҡан ятҡан килеш кенә, ҡулдарымды төрлө яҡтарға һуҙып, телефонымды эҙләйем. Кисә генә төнө буйы дуҫ ҡыҙҙар менән sms яҙышып яттым – әллә ҡайҙа түгел, мендәр тирәһендә генә булырға тейеш.
Экрандың йәлт кенә яҡтырып китеүе әле йоҡо пәрҙәһе асылмаған күҙемде әсеттереп алды. Самат хәйерле иртә теләгән бит, Самат! Бөгөн бөтөнләй иртәләгән: иртәнге алтыла уҡ sms ебәрмәһә инде! Әле матур итеп, оҙонораҡ яҙһа бер хәл. Уныҡы шул инде: ҡоро, эшлекле, ҡыҫҡа. Беләм: был һүҙҙәрҙе лә ул эш араһында ғына яҙып ебәргән. Хәҙер ул төнгө эшенән – дауахана ҡарауыллауҙан ҡайтып киләлер. Әле уянып етмәгән Ҡазан урамдары буйлап, ашыға-ашыға, дөйөм ятаҡҡа табан атлайҙыр. Ҡыҙыҡ: был ваҡытта нимә тураһында уйлай икән ул? Минең тураламы икән? Әй, юҡтыр ҙа әле, университеттағы дәрестәре өсөн борсолалыр. Ул да, минең кеүек үк, ҡыҙыл диплом хаҡында хыялланған студент бит. Эшләй-эшләй иҡтисад факультетында уҡыуы уға бер ҙә еңел түгелдер.
Телефонымды күкрәгемә ҡыҫҡан килеш күҙ алдыма килтерергә тырышам: бына ул хәҙер тирләп-бешеп дөйөм ятаҡҡа ҡайтып инә. Бүлмәләштәре – Азат менән Наил – етенсе төштәрен күреп, рәхәтләнеп йоҡо бүҫә. Ул егеттәрҙе уятмаҫҡа тырышып, аяҡ остарына ғына баҫып йөрөй. Бына тамаҡ ялғамаҡсы булып өҫтәл янына ултыра. Ә унда бер нәмә лә юҡ. Һыуытҡысты асып ҡарай – буп-буш... Меҫкенем! Ә бит ул, дәрестәр тамамланыуға, икенсе эшенә йүгерәсәк. Күптән түгел генә бер кафела бухгалтер булып эшләй башланы. “Һөнәрем буйынса тәжрибә туплай торам”, – тип, ярты штатҡа шунда урынлашты.
– Нимәгә шулай сейләнәһең инде? Йәшлек бер генә килә бит. Студент йылдарыңдың ҡәҙерен белеп ҡал, – тим мин уға. – Эшләргә ҡасан да өлгөрөрһөң әле. Алда – башланмаған ғүмер...
Көлә генә йүнһеҙ.
– Ҡатынымдың һинең кеүек иркә булыуы бар. Минең ни фатирым, ни машинам юҡ. Уның өсөн тормошто көйләп ҡуйырға ашығам, – ти.
Ул уйлағанса уҡ иркә түгел инде мин! Төпсөк ҡыҙ бала булғанға ғына атайым менән әсәйем бер аҙ иркәләтәләр.
Һай, шул Саматты! Иртәнән үк үҙе тураһында уйлатмаһа! Ауыл малайы ауыл малайы инде. Үҙе таң тишегенән аяҡ өҫтөндә булғас, мине лә үҙе кеүек “турғай” тип белә торғандыр. Турғай тип үртәүем өсөн үпкәләмә тағы.
“Рәхмәт! Һинең дә көнөң файҙалы үтһен, матур хәтирәләрҙән генә торһон, Самат Турғаевич! Университеттан “бишле”ләр, кафенан “меңлек”тәр тейәп ҡайт!”
Телефоным тағы балҡып алды. Һүҙҙәрем тиҙ генә Самат экранында пәйҙә буласаҡ. Алдан уҡ белеп торам: “И-и, йүләр ҡыҙый!” – тип уҡыясаҡ ул smsты. Унан һуң телефонын кеҫәһенә тығып ҡуясаҡ һәм кискә тиклем Саматтан хәбәр-хәтер булмаясаҡ. Ул шундай кеше инде: ваҡытын юҡ-барға әрәм итмәй.
“Был йәнһеҙ телефон экранынан уҡып ултырғансы, һүҙҙәреңде ҡолағым менән ишетеү мең мәртәбә ҡәҙерлерәк!” – Ни бары егерме бер йәш үҙенә. Ҡайҙан шулай аҡыллы һөйләшергә өйрәнгәндер?
Их! Тиҙерәк аҙна аҙағы етһен ине. Ауылды – өләсәйҙе һағындым. Йома еттеме, атай менән әсәйҙең телендә бер һүҙ:
– Ҡыҙым, был ялдарҙа Ҡазанда ғына ҡалаһыңмы әллә? Аҙна һайын юлға сыҡмаһаң да ярайҙыр...
Әй, аңламайҙар хистәремде. Шул ялдар өсөн генә йәшәйем бит мин!
– Ҡайтам! – тим мин ике уйламаҫлыҡ итеп. – Өләсәйемде һағындым.
– Барыһын да беләбеҙ. – Атайым ҡағыҙҙар менән мәж килеүенән туҡтап, күҙлеген танау осона тартып төшөрә лә күҙ ҡыҫып, ҡаштарын һикертеп ала. Яратам да һуң уның шул ҡыланышын.
– Ике көн эсендә өләсәйеңде күрергә өлгөрәһеңме һуң һин? – Әсәй ҙә уға ҡушылған була. Тик уның һүҙҙәре һәр саҡ етди яңғырай.
Улар үҙҙәре ауылға аҙна һайын ҡайта алмай. Атайым – машиналар, тракторҙар һата һәм төҙөкләндерә торған ҙур ойошмала директор урынбаҫары. Шуға ла һәр шәмбе һайын эшкә саҡыралар үҙен. Әйтерһең дә, ул булмаһа эш туҡтап ҡала. Йылдар буйына йүнле-башлы ял күргәне юҡ.
– Әсәй яңғыҙы ғына ята инде. – Атай был һүҙҙәрҙе бик йыш уфтанып әйтә.
– Килмәй бит, килмәй. Күпме саҡырҙыҡ. Өйөбөҙ иркен, бар нәмә етеш. – Әсәйҙең аҙна һайын ҡабатлаған һүҙҙәрен һәр һулышына тиклем ятлап бөтөрҙөм.
Минең яңғыҙым юлға сығыуыма борсолһалар ҙа, өләсәй янына теләп ҡайтып йөрөүемә һөйөнәләр. Улар миңә иптәшкә апайымды ла ҡыҫтап ҡарайҙар. Ул шунда уҡ танауын йыйыра:
– Юҡ, ҡайтмайым. Ауылды яратмайым. Етмәһә, автобуста ҡыҫылып йөрөргә... Машина менән алып ҡайтһалар бер хәл...
Был – уның Саматҡа төрттөрөүе. Уның сәнскеле һүҙҙәрен ҡолаҡ ситенән генә үткәрәм дә, көйөнгән булып ауыр һулап ҡуям:
– Ярай, нишләтәһең инде. Һинең өсөн дә өләсәйҙең битенән үбермен!
Ауылға тигәндә, мин ашҡынып торам! Ҡайһы саҡ автобус шығырым тулы була. Бер аяҡта баҫып ҡайта-ҡайта, аяҡтарым ойоп бөтә.
– Ҡыҙым-аппағым, емешем ҡайтҡан бит, рәхмәт төшкөрө. – Өләсәйемдең ап-аҡ яулығын мин әллә ҡайҙан, ауыл өйҙәре күренә башлауға уҡ шәйләп алам. Өләсәйем һәр аҙна ошо һүҙҙәре менән арҡамдан һөйә-һөйә ҡаршылай.– Арыманыңмы, ҡыҙым, күҙ нурым? Ҡайҙа әле, бирсе, сумкаң ауыр күренә, үҙем күтәрәйем...
Уның сумкаға үрелгән ҡулдарын мин яратып һыйпап алам да, йылмайып:
– Өләсәйем, һиңә тигән күстәнәстәрҙе үҙем алып ҡайтып еткерәм, – тим.
– И-и, бәғерем, алма бөртөгөмдө... – Өләсәйҙең бер ғәҙәте бар: мине ҡаршылағанда һәм оҙатҡанда күҙ йәше сыға ул. – Шул тиклем һағынып та көтәм бит һине. Аҙна уртаһынан сәғәттәрҙе һанай башлайым, – ти.
Өҫтәлдә самауыр йырлап ултыра. Тегендәй-бындай самауыр түгел – элек-электән был йорттоң күрке булған еҙ самауыр ул. Мин яратҡанға күрә, һәр аҙнаны ул мөрйәһенә ҡарағай тубырсығы, мәтрүшкә, бөтнөк һалып, самауыр ҡайната.
– Әлдә ярай һин ҡайтаһың, ҡыҙым. Аҙна буйына сәйнүк һыуын эсеп ауыҙымдың тәме китә.
Өләсәй, үткән-һүткәндә арҡамдан һөйөп, йәш ҡыҙҙар етеҙлеге менән өҫтәл әҙерләй.
– Өләсәй, үҙем...
– Юҡ-юҡ, иркенләп сәйеңде эс, ҡыҙым.
Унан һуң өҫтәл уртаһындағы күпереп торған ашъяулығын аса. Өсмөйөштәр! Ур-ра!
– Аша, ҡыҙым. Һинең өсөн генә бешерҙем.
Өләсәй менән һөйләшеп ултырып, өҫтәл тирәһендә ҡайнашып, кис еткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ҡалала мин уны зарығып көтәм. Ауылда ҡараңғы көтмәгәндә-уйламағанда төшә.
Өләсәй иң элек атай менән әсәйҙе, апайҙы һораша. Атайҙы йәлләп туя алмай ул:
– Элек тә бөтә эш шуға эләгә ине. Хәҙер ҙә шул. Ғүмер буйына эштән бәхете булды инде уның. Олатайың да шулай ине. Атайың нәҡ олатайың инде...
Һүҙ үҙенән-үҙе олатайға күсә. Өләсәй уны бик яратып иҫкә ала.
– Әллә кемдәр кейәүгә һорап килде. Атай менән әсәйгә һүҙ ҙә ҡатҡандар. Ул саҡта көсләп кейәүгә биреү юҡ ине инде – береһенә лә барманым. Олатайыңды һуғыштан һуң беҙҙең ауылға эшкә ебәрҙеләр – бер күрҙем дә ашау-эсеүемде оноттом.
– Өләсәй, бер күреүҙә ғашиҡ булыу нисек һуң ул?
– Бына уны күрҙем дә йоҡом ҡасты. Иртән уянам – мендәрем лысма һыу. Үҙем иламайым да кеүек. Һөйөнөсөмдән һыҡтау булдымы икән?
– Олатай ҙа йоҡлай алманымы икән?
– Уны кем белһен инде? Улар әйтәме ни?!
Мин Саматты уйлап ҡуйҙым. Уның да бит миңә телдән бер ни ҙә әйткәне юҡ.
– Был һүҙҙе бер генә әйтәләр, – ти ул.
– Һуң, ә-әйт, – тим, ныҡышып.
– Ваҡыты етмәгән әле.
Сәғәт телдәре ҡабаттан юғарыға үрмәләй башлағас, минең йөрәгем тиҙерәк тибә башлаған кеүек тойола.
– Киске бейеүгә сығаһыңмы, ҡыҙым? – Көҙгө алдында бөтөрөлөп йөрөүемде күргәс, өләсәй яныма килеп баҫа.
– Мин матурмы, өләсәй? Дөрөҫөн әйт! – Уның ҡаршыһында әйләнеп-тулғанғанымды өләсәйем кеткелдәп ҡарап тора.
– Егеттәрҙең йоҡоһон ҡасырырлыҡ...
– Әллә шундай йәмһеҙменме?
– Эй Аллам! Иренен турһайтырға ла өлгөрҙө берәү! Матур булғаныңа һине уйлап, йоҡлап китә алмай ята улар.
Мин өләсәйемде ҡосаҡлайым. Уның күлдәгенән нафталин еҫе килә. Шул ваҡыт ҡапҡа ишеге шығырҙап ала.
– Самат!
– Егетең килеп тә етте...
Бына Самат бармаҡтарын ишектә бейетә. Мин барып асам. Ул иң элек ике ҡулын һуҙып, өләсәйгә табан атлай.
– Ни хәлдәрҙә йәшәп ятаһың, Гөлйыһан әбей? Ауырымайһыңмы? Ярҙам кәрәкмәйме?
– Рәхмәт, рәхмәт, улым, йылы һүҙеңә. Ҙур эштәрем юҡ. Аяҡ-ҡулдар һыҙлап тора инде. Ҡартайҙым...
– Өләсәйем!
– Ҡыҙым ҡайтҡас, рәтләнде тағы...
Беҙ өсәүләшеп көлөшәбеҙ.
Өләсәй Саматты бик ярата.
– Төплө егет. Тәүфиҡлы, уңған. Ата-әсәһе лә булған кешеләр. Нәҫелдәре яҡшы, – ти.
Саматтың өләсәй менән шулай һөйләшеүе миңә лә оҡшай. Тик... Ҡайһы ваҡытта клубҡа ала ингәндә, мине урамдан һыҙғырып саҡырғанын ишеткем килә. Йәки тәҙрәгә ваҡ таш атып, үҙенең килгәнен белгертһен ине.
– Нимә булды был, Хоҙайым? – тип, өләсәй сит-ят тауышты нимәгә лә юрарға белмәй аптырағанда, мин сығып йүгерер инем. Йүгереп сығыр инем дә ҡосағына атылыр инем. Ул мине күтәреп алыр ҙа “зыр-зыр” әйләндерер ине. Айлы кис. Йондоҙҙар. Мин Самат ҡулында әйләнәм. Нисек рәхәт, күңелле...
– Тәртипле генә, аҡыллы ғына йөрөгөҙ, балалар. – Өләсәйемдең ирендәре доға һүҙҙәрен бышылдай.
– Көт мине, өләсәй!
– Һау булығыҙ, Гөлйыһан әбей...
Туҡта, беҙ Самат менән ҡасан таныштыҡ һуң әле? Ҡазанда? Юҡ. Ә-ә, иҫемә төштө. Мин беренсе курсҡа уҡырға ингәс – йәй көнө булды был хәл. Атайҙан рөхсәт алып, мин беренсе тапҡыр ауылда клубҡа сыҡтым. Күрше ҡыҙы Әлиә менән етәкләшеп йөрөнөк.
Ул көндө йәштәрҙең күплеге иҫтә ҡалған. Әлиә парлы бейеүҙә гел Әнәс менән бейене. Мине ни өсөндөр бер кеше лә саҡырманы.
– Әллә мин бик йәмһеҙме икән? – тип борсолғаным хәтерҙә.
Егеттәрҙең миңә иғтибар бирмәүе бер яҡтан шатландырҙы, икенсе яҡтан ғәрләндерҙе. Ҡайтып киттек, тип күпме генә тартҡылаһам да, Әлиә аҙаҡҡа хәтлем тотто. Клубта музыка ауаздары һүнеүгә, икәүләшеп ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙгә Әнәс эйәрҙе. Өй эргәһенә килеп еткәйнек, күҙем маңлайыма менә тип торам: өләсәйемдең парлы миләштәренә һөйәлеп, ике егет баҫып тора.
– Абау, Самат, Илнур, беҙҙең оста ни эшләп йөрөйһөгөҙ?
Әлиәнең һорауына Әнәс яуап бирҙе:
– Күрмәйһеңме, ҡунаҡ ҡыҙы артынан килгәндәр. Әйҙә, беҙ киттек.
Мин тертләп ҡуйҙым. Әллә ҡайҙан күкрәк эргәһендә рәхәт бер һыҙланыу пәйҙә булды. Ул көсәймәй ҙә, кәмемәй ҙә бер урында көйҙөрөп торҙо.
– Мин инәм. Әлиә, пока! – Өйгә нисек атылып инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Кинәт ут янды. Күҙен ыуа-ыуа, әсәй ҡаршыма килеп баҫты.
– Төн уртаһына тиклем йөрөмәһәң... күҙең ҡасып баҙ аҫтына төшкән бесәйҙекеләй йылтырай. – Әсәйем, ғәҙәтенсә, асыуһыҙ ғына мығырҙанды.
– Ут-ты... һүн-дер... – Атайымдың йоҡо аралаш әйтелгән был һүҙҙәре мине ҡотҡарҙы. Әсәйемдең битенән үптем дә өләсәйҙең бүлмәһенә сығып киттем.
– Тыныс йоҡо, татлы төш, карауатыңдан йығылып төш!
– И-и, бала-саға. Үҙе егеттәр эйәртеп ҡайтҡан...
...Икенсе көндө шул уҡ ике егет беҙгә шәүлә кеүек эйәрҙе. Ҡайтып етеүгә, ҡапҡанан йүгереп инеп китмәксе инем, егеттәрҙең береһе юлымды бүлде.
– Ашыҡма, сибәр ҡыҙ. Танышайыҡ: мин Илнур булам.
– Бик һәйбәт.
– Ә тегеһе – Самат. – Әлегә тиклем өндәшмәй генә ҡарап торған егеткә Әлиә ярҙамға килде. Ҡара бөҙрә сәсле, башын сөйә биреп күҙгә тура ҡарап торған ул егеттең ҡарашы яҡты ине. Мин бер ғәйебем булмаған килеш кемдәндер, нимәнәндер оялдым. “Ниңә оҙата килгәндер. Үҙе һөйләшмәгән була тағы. Тәкәббер! Башҡа әйләнеп тә ҡарамайым әле үҙенә”.
– Китәйек беҙ. – Әнәс Әлиәнең елкәһенән һыйпап алды.
– Үҙемде генә ҡалдырма! – Әлиәнең ҡолағына шул һүҙҙәрҙе бышылданым. Минең бөтә тәнем дер-дер килә. Әллә нисек: ҡурҡыныс та, ҡыҙыҡ та, рәхәт тә ине.
– Әйҙә, ултырып торайыҡ. – Илнур минең ҡулдарыма үрелмәксе булды. Ток һуҡтымы ни: мин шунда уҡ ҡулдарымды күкрәгемә ҡаушарҙым.
– Һин самалап ҡылан, малай! – Ниһайәт, Саматтың да тамаҡ төбөнән сыҡҡан ҡалын тауышын ишетергә насип булды.
Илнур уға уҫал ҡараш ташланы. Самат үҙе лә һиҙмәҫтән, ахыры, йоҙроҡтарын бер-береһенә һуҡҡылап алды. Ҡарамайым тинем бит! Мин күңелемдән генә һөйләшәм. Етмәһә, урынын да һайлап баҫып тора бит. Миләш аҫтына кереп һыйынған. Ә миләш ботаҡтарының иң осона яҡты тулған ай ҡунаҡлаған. Нисек инде шул матурлыҡҡа ҡарамайһың?
– Китәйек беҙ. – Әнәс Әлиәнең ҡулынан тотоп, ситкә тартты.
– Юҡ-юҡ! Мин керәм... Әлиә. – Кинәт кенә мин үҙемде ҡурҡыныс әкиәттәге урманда аҙашҡан яңғыҙ ҡыҙ кеүек хис иттем.
– Һөйләшеп ултырайыҡ инде-е. – Илнурҙың тауышын нескәртеп ялына башлауы былай ҙа ҡабарған асыуымды көсәйтте.
– Китегеҙ бынан! Мин өйгә инәм! – тинем, ҡысҡырып.
– Инһәң – инәһең инде. Инмәһәң – һөйләшеп ултырырбыҙ. – Саматтың тыныс ҡына әйткән һүҙҙәре тамам енемде ҡуҙғатты.
– Ни эшләйһен үҙем белермен. Һеҙҙән һорамам! – Ҡараңғы тәҙрәлә әсәйемдең шәүләһен абайлап алғайным, тиҙерәк ҡапҡа келәһен төшөрөргә ашыҡтым...
Иң ҡыҙығы тағы бер аҙна уҙғас булды. Был юлы мин ауылға үҙем генә ҡайттым. Хәҙер университетта уҡыуҙар башланған ине.
Клубтан сыҡҡас, шул уҡ ике егет эйәрҙе. Хәҙер улар күптәнге таныштарым кеүек ине.
– Һин уларҙан ҡурҡма. Насар малайҙар түгел. Самат булған ерҙә һәр саҡ тәртип. – Әлиәнең һүҙҙәре миңә ышаныс өҫтәне. Ул ни өсөндөр Саматты маҡтай ине. Хәйер, бәлки, үҙем шуның тураһында һорағанмындыр. Ул көндө Әнәс менән икеһе айырылып киткәс, был егеттәр менән бергә ҡалыуҙан тамсы ла ҡурҡманым. Тик юҡҡа батырайғанмын икән. Өләсәйемдең өйө ҡаршыһындағы пар миләш янына килеп етеүгә, егеттәрҙең ҡандары ҡыҙҙы.
– Бар, әсәйең көтәлер, ҡайт инде. – Илнурҙың был һүҙҙәренән һуң Саматтың йөҙө күҙгә күренеп ҡырыҫланды. Ирендәре бөрөштө, ҡалын ҡара ҡаштары бер-береһенә тоташты.
– Балалар ваҡыты үтте, ауыҙың да туҡтауһыҙ асыла, буғай... Бында һиңә тигән өсөнсө миләш тә күренмәй...
Улар, бер-береһен суҡырға әҙерләнгән йәш әтәстәр кеүек, түштәрен киреп, ҡара-ҡаршы баҫтылар. Самат Илнурҙан буйға ҡалҡыуыраҡ, кәүҙәгә лә ҡалыныраҡ икән. Мин ни көлөргә, ни иларға белмәй аптырап ҡалдым.
– Берегеҙҙе лә күрәһем килмәй! Икегеҙ ҙә күҙемдән юғалығыҙ!
– Юҡ инде. Йә ул, йә мин.
Нимә һөйләй был Илнур?
– Мин инәм!
Кинәт мин күҙ алдыма килтермәгән хәл булды. Самат минең ҡулдарымды нығытып тотто ла ситкә тарта башланы.
– Нимә эшләйһең, йүләр?!
– Хәҙер үк ебәр! – Илнур ҙа мине яҡлап һүҙ ҡатты. Тик Самат ҡулын айырып алырға ғына ашыҡманы.
– Борсолма. Зинһар, аңла: шулай кәрәк. – Самат ниндәйҙер яҡшылыҡ ҡылған кеүек ҡолағыма бышылданы.
Ҡурҡыуҙан ҡысҡырырлыҡ та, ҡарышырлыҡ та хәлем юҡ ине – мин ел ыңғайына эйәргән сүп кеүек уның артынан эйәрҙем. Ул мине бер ишектән индерҙе лә тыштан борғосон бороп ҡуйҙы. Был – өләсәйемдең утын һарайы ине.
– Сығар мине хәҙер үк! Ахмаҡ малай! Мин ҡысҡырам! Өләсәйемә әйтәм, атайыма әйтәм! – Күҙҙәремә йәштәр тығылды. Ишекте ҡулдарым менән төйә башланым. Тик артығын ҡысҡырырға ҡурҡтым – өләсәйем татлы йоҡоһонан уяныр, тип уйланым.
– Ярар, ярар. Бер аҙ түҙ! – Саматтың аяҡ тауышы йырағайҙы.
– Әйҙә һөйләшәйек, егет! – Ул Илнурҙың елкәһенә ҡағылып алды – утын һарайы ярығынан шуны күреп ҡалдым – улар ҡараңғылыҡҡа инеп юғалдылар. Мин үкһей башланым.
Кинәт... Ишек шығырлаған тауышҡа һиҫкән­дем. Күҙемде асһам, ҡаршымда Самат баҫып тора.
– Йәмилә, әйҙә сыҡ... – Ул миңә ҡулын һуҙҙы.
Торорлоҡ хәлем юҡ, етмәһә, шул тиклем туңған инем, мин уның ҡулына тотондом.
Беҙ парлы миләш уртаһына килеп баҫтыҡ.
– Илнур ҡайҙа?
– Уның йоҡо сәғәте һуҡты. Өйөнә ҡайтып китте.
– Алдама! Һин уны туҡмағанһың! Иҫәнме ул?!
– Иҫән-һау! – Ул ҡысҡырып көлдө. – Әллә уның өсөн борсолаһыңмы?
– Берегеҙ өсөн дә ҡайғырмайым!
Самат тағы көлдө.
– Ни хихылдайһың? Кеше туҡмаған да...
– Һинең һүҙҙәрең ҡыҙыҡ. Ни өсөн үҙебеҙҙең ауыл малайы менән һуғышайыҡ инде беҙ? Етмәһә, ҡыҙҙар өсөн...
– Нимә?!
– Өшөйһөңмө һин, Йәмилә? – Саматтың хәстәрлекле тауышын баш мейем ҡабул итеп еткерә алманы.
– Өшөһәм, нишләрһең? Һуғышмағас, ни өсөн борсолаһың әле?
Самат башын артҡа сөйөп, рәхәтләнеп көлдө.
– Ҡыҙыҡ һин. Үҙең: “Һуғышмағыҙ”, – тип үрһәләндең. Хәҙер һуғышмаған өсөн әрләйһең.
– Теләһә нишләгеҙ. Миңә барыбер.
– Ә миңә юҡ!
Мин телһеҙ ҡалдым. Битемдең ҡыҙарғанын ғына һиҙҙем. Ҡып-ҡыҙыл помидор кеүектер инде ул хәҙер. Әсәйем! Егеттәр менән нисек һөйләшергә белмәйем бит мин! Нимә әйтәйем уға? Ул да өндәшмәй, исмаһам. Күҙгә ҡараған да баҫып тик тора.
Кинәт үҙемдең ныҡ ҡына туңыуымды һиҙҙем. Тештәрем бер-береһенә тейеп шаҡылданы.
– Һалҡын тейҙереүең бар, Йәмилә. Бар, бөгөн ин инде. Киләһе аҙнаға тағы ҡайт, йәме? Клубтан икәү ҡайтырбыҙ.
Мин бер ни ҙә әйтмәй өйгә инеп киттем.
Ҡайҙан килеп сыҡты әле бында кәрәкле кишер япрағы? Кем әле ул миңә бойороҡ бирергә? Башҡа һөйләшмәм дә әле үҙе менән – маһайып йөрөмәһен улай. Их, мин тиле! Шуны тыңлап торҙом бит. Башта уҡ яңағына берҙе ялтыратаһы ла кереп китәһе булған. Йүләр ҡыҙый...
Мин үҙемде түбәнһетелгән кеше итеп тойҙом. Саматҡа асыуым шул тиклем көслө ине.
Киләһе аҙнаға ауылға ла ҡайтмайым әле. Ҡайтһам да клубҡа сыҡмайым! Ошо һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлағас ҡына тыныслана төштөм.
Тик... вәғәҙәмдә тора алманым. Аҙна аҙағын көс-хәл менән көтөп еткерҙем мин...
“Безз-зз!”
Минең һүҙҙәрем Самат экранында пәйҙә булдылар – был тауыш шуны хәбәр итә. Тик мин был йәмһеҙ ауаздан ҡалтыранып ҡуйҙым: бөгөн беҙ төркөмдәшем Радик менән киноға бармаҡсы инек. Үҙемдең сит егет менән икәүҙән-икәү кино ҡарарға ризалыҡ биреүемә ҡыйынһынып, битемде ҡапланым. Самат тураһында матур уйҙарыма, әйтерһең дә, кер ҡунды. Күҙҙәремде йомдом – унда Саматтың һынаулы ҡарашын күргәндәй булдым.

Автор:
Читайте нас: