Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Ғинуар 2023, 10:15

Мәсетлелә яҙыусы Тәскирә Даянованың юбилейы кисәһе үтте

Тәскирә Байрам ҡыҙы тормош иптәше менән Айсыуаҡ, Азамат һәм Зөлфиә исемле бала тәрбиәләп үҫтергән. Зөлфиә -  "Тамыр" телетапшырыуын алып барыусы, Азамат -  БАШҠОРТОСТАН ЮЛДАШ телевидениеһы операторы, ә Айсыуаҡ тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. 

Мәсетлелә яҙыусы Тәскирә Даянованың юбилейы кисәһе үтте
Мәсетлелә яҙыусы Тәскирә Даянованың юбилейы кисәһе үтте

Мәсетле районы Йонос ауыл мәҙәниәт йортонда яҙыусы Тәскирә Даянованың 75 йәшенә  арналған әҙәби кисә үтте. 

Хакимиәт башлығы исеменән сәләмләү хатын Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов уҡып ишеттерҙе. Юныс ауыл биләмәһе башлығы Рәүф Ниғмәтуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, «Шоңҡар» йәштәр журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов, район мәҙәниәт йорто вәкилдәре, хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм уҡыусылары, туғандары һәм яҡындары юбилярға  йылы һүҙҙәрен белдерҙе. 

Алып барыусылар сарала ҡатнашыусыларға яҙыусының тормошоноң һәм ижадының мөһим мәлдәрен иҫкә төшөрҙө. Даяновтарҙың өлгөлө ғаиләһе Башҡортостандың мәҙәни йылъяҙмаһында үҙенең бай йөкмәткеле булыуы менән үҙенсәлекле. Тәскирә Байрам ҡыҙы тормош иптәше менән Айсыуаҡ, Азамат һәм Зөлфиә исемле бала тәрбиәләп үҫтергән. Зөлфиә -  "Тамыр" телетапшырыуын алып барыусы, Азамат -  БАШҠОРТОСТАН ЮЛДАШ телевидениеһы операторы, ә Айсыуаҡ тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: