Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Ғинуар 2023, 13:08

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (3)

...Бер көндө апайым күҙ йәшенә быуылып ҡайтып керҙе...Өҫтөнән пәлтәһен дә һалып тормай, үҙ бүлмәһенә инеп бикләнде.

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (3)
Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (3)

Ғәлиуллин Рөстәм Ғосман улы - татар прозаигы. 1987 йылда Татарстан Республикаһының Арча районы Наласа ауылында тыуған. Ҡазан дәүләт университетының татар филологияһы һәм тарихы факультетын тамамлаған. Филология фәндәре кандидаты. "Казан утлары" әҙәби журналының баш мөхәррире. Татар һәм рус телдәрендәге биш китап авторы. Татарстан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Татарстандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты.

 

Кафе

Повесть

II

Йоҡом ҡасҡан ине, мин күҙемде түшәмдәге аҡлыҡҡа текләп уйланып яттым. Күҙ алдымдан төҫлө картиналар йүгерә. Ауыл, Самат, университет, өйҙәгеләр. Ҡайһы саҡ мин төрлө мәшәҡәттәргә уралып, тормош ығы-зығыларына сумып йәшәгән кешеләргә ҡыҙығып ҡуям. Мәҫәлән, Саматҡа. Ул бөтөнләй бер нәмә уйлай, ниәтләй. Эше барып сыҡмағанға ҡайғыра, бимазалана. Ә мин?
– Уҡыу тураһында ғына уйла, ҡыҙым. Ҡалғаны өсөн диплом алғандан һуң борсолорһоң. – Мин өҫтәл янына ашарға ултырғас йәки зал бүлмәһенә бөтәбеҙ йыйылғас, һүҙһеҙ ҡалһам, атай шулай шаярта.
Үҙемдең шундай бер ҡайғыһыҙ кешеләй йәшәүемә оялам да.
Уф, бына бит иртәнән юҡ-бар нәмә өсөн борсолам – миндә лә мәшәҡәттәр бар ул!
Иренеп кенә кирелдем. Ҡуян ҡолаҡлы йомшаҡ йылы башмаҡтарымды элдем. Өйҙә шылт иткән тауыш юҡ – барыһы ла эштә. Мин төшкә тиклем, университетҡа уҡырға киткәнсе, тағы яңғыҙым.
Пәрҙәләрҙе астым – бүлмәгә урғылып-урғылып яҡтылыҡ тулды. Көн ҡояшлы. Октябрҙең бындай иртәләре айырыуса йәмле була. Көн тағы болотлолор инде, ваҡ ямғыр быҫҡыйҙыр тип танау эсенән мығырҙанып уянаһың, ә урамда ҡояш көлә. Бөгөн дә көтөлмәгән яҡтылыҡты күреп, кәйефем күтәрелде. Залға сығып, музыкаль үҙәкте ҡабыҙып ебәрҙем. Көҙгө ҡаршыһына баҫып, гимнастика яһарға тотондом. Бер, ике, өс. Тәнем буйлап рәхәт тулҡындар йүгереште.
Иртәләремдең барыһы ла тиерлек шул тәртиптә үтә. Сәй эскәс, мин алдағы парға әҙерләнәм. Ул арала төш ваҡыты килеп етә. Ашыға-ашыға биҙәнәм-кейенәм дә йүгереп сығып китәм. Үткән йыл төшкә тиклем уҡығайныҡ. Йоҡонан тороу ауырыраҡ булһа ла, сәғәт берҙә лекциялар тамамланғас, алда башланмаған көн ҡалған һымаҡ тойола. Хет өйгә ҡайт, теләһәң, киноға бар. Ә былай... иртә лә уҡы, кис тә уҡы. Башҡа нәмәгә өлгөрмәйһең.
Лекция дәфтәремде ҡулға алдым.
– Һеҙҙең юридик факультетта һүҙ күп буғай. Унда мин уҡый алмаҫ инем, моғайын. – Саматтың һүҙе хәтеремә килеп, йылмайҙым.
Бөгөн дә граждандар хоҡуғынан семинар. Һүҙ генә булһа ла аңлайһы, яттан беләһе бар шуларҙы! Беренсе юлды уҡырға ла өлгөрмәнем – телефоным тауыш бирҙе. Экранда Радиктың йылмайып-маймылланып телен сығарып, күҙен шарландырып төшкән фотоһы пәйҙә булды.
– Сәләм, ҡыҙыҡай! Торҙоңмо әле?
– Сәләм! Әллә ҡасан инде. Мин һин түгел...
– Универға бараһыңмы бөгөн?
– Эйе.
– Әйҙә, бергә барабыҙ. Мин һине инеп алам.
Радиктың тәҡдимен мин шатланып ҡабул иттем.
– О-о! Супер!
– 12-лә килеп етәм.
– Ярар!
– Пока!
Радиктың тауышы ҡалтыранып сыға. Моғайын, уянып та етмәгәндер әле. Ташбаш малай!
Дәфтәремде тубыҡтарыма һалдым. Күҙемде йомдом – ҡараңғылыҡтан Радиктың ауыҙын ҡолағына тиклем йырып тороуын күргәндәй булдым. Төркөмдәге иң ҡылансыҡ егет ул. Теленә шайтан төкөргән тиерһең – сәғәттәр буйы үҙенә ҡаратып тота белә. Уның менән шулай уҡ нисек дуҫлашып киттек һуң әле? Инеү имтихандарын биргәндәме? Юҡ, унда беҙ таныш түгел инек. Ә-ә! Уҡырға кереүҙе төркөм менән байрам иткәндә, ул мине бейергә сығарҙы.
Беҙҙең төркөмдөң тормошо баштан уҡ күңелле башланды. Кураторыбыҙ – Булат Билалович та йәш, әле утыҙға ла етмәгән, башлы-күҙле булырға өлгөрмәгән.
– Университетҡа аяҡ баҫыу күңелегеҙҙә яҡты иҫтәлек булып ҡалырға тейеш. Дөйөм ятаҡта йыйылып, танышыу кисәһе үткәрәбеҙме?
Был тәҡдимде уҡытыусы ауыҙынан ишетеүҙе бөтөнләй көтмәгән инек.
– Ур-ра! – тип ҡысҡырҙыҡ бер юлы.
Шул ваҡыт Радик һүҙ алды.
– Миндә бер тәҡдим бар. Төркөмдәгеләрҙең барыһы ла тиерлек Ҡазандыҡы. Дөйөм ятаҡта йыйылғансы, берәр коттеджда күңел асһаҡ?
Күбебеҙ хуплап ҡул сапты. Мин ҡурҡып киттем. Атайымдың унда мине ебәрмәйәсәге көн кеүек асыҡ.
– Атай-әсәйҙәрегеҙ риза булырмы? Коттеджды арендаға алыу өсөн, аҡса ла байтаҡ йыйырға кәрәк, – тип, Булат Билалович уға ҡаршы әйтә башлаған ине, Радик бүлдерҙе:
– Аҡса кәрәкмәй. Беҙҙең ҡала ситендә йорт буш тора. Мунса, бассейн, джакузи, бильярд өҫтәле – нимә кәрәк шул бар.
– Ур-ра! – Төркөмдәгеләрҙең күбеһе ҡулдарын сәпәкәйләне.
– Вау! Радик, һин супермен! – Эдик исемле ҡолғалай оҙон, нәҙек буйлы тап-тар елкәле, ике яҡҡа таралып төшкән уртаһы аҡ, ҡырыйҙары ҡара сәсле егет Радикты күтәрә үк башланы. Уға башҡа егеттәр ҙә ҡушылды.
Ахыр сиктә Булат Билалович та күнде. Төркөмдәге ҡыҙҙарҙың бик тиҙ ризалашыуы мине аптырашҡа ҡалдырҙы. Аҡ ҡарға булып ҡалғым килмәне, мин дә: “Барам!” – тинем.
Ни ғәжәп: быға тиклем мин ҡайҙа булһа ла йыйынһам төн йоҡоларын юғалта торған әсәй ҙә оҙаҡ ҡаршылашманы. Уның ризалығын алыу – атайҙың да рөхсәте бар тигән һүҙ. Мин дә төркөмдәштәрем менән Радиктар йортона киттем. Әле машиналар юҡ – беребеҙгә лә ун һигеҙ тулмаған. Автобуста береһе лә барырға теләмәне – таксиҙар саҡырттыҡ.
Радиктарҙың йорто Ҡазанға терәлеп үк тора. Ғәжәп: хәрәкәт мыжғыған ҡала урамдарынан кинәт кенә тып-тыныс ҡарағай урманына килеп инәһең. Урамға тип-тигеҙ асфальт йәйелгән. Асыҡ тәҙрәнән һулышты иҫертерлек ҡарағай ылыҫы еҫе килеп бәрелә.
Ике ҡатлы ҙур коттедж янына килеп туҡтаныҡ. Ҡыҙыл һәм һары кирбестәрҙән төҙөлгән был йорттоң һыҙымына оҫта архитектор ҡулы тейгәне һиҙелеп тора: унда төрлө стилдәр бергә ҡушылған ине. Йорт, ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, бер төрлө күренә: һәр яғында ла ике өсмөйөш түбә “М” хәрефен хәтерләтә. Ярым түңәрәк тәҙрәләре бик ҙур. Ҡапҡа ишеге автоматлашҡан – Радик уны ҡулына пульт тотҡан килеш кенә асты.
– О-о! Супер-пупер! – тиеште төркөм­дәштәрем.
Радикка был маҡтау һүҙҙәре оҡшай ине булһа кәрәк, уның ауыҙы ҡолағына тиклем йырылды.
Кафенан килтертелгән ризыҡтар аш бүлмәһендәге ҙур өҫтәлгә теҙелгән ине. Беҙгә, ҡыҙҙарға, эш тә ҡалмаған.
– Залда – дискотека. Аяҡтан йығылғансы бейейбеҙ! – Радик төнгө клубтарҙағы кеүек уттары янып-һүнеп торған һәм әлегә тиклем ишетелер-ишетелмәҫ кенә көй яңғыраған ҡараңғы бүлмәгә ымлап тештәрен балҡытты.
– Ур-ра!
Булат Билаловичтың университеттағы етди ҡиәфәте юйып алғандай юҡҡа сыҡты. Бер аҙҙан ул шампан шарабын шартлатып асып, студенттарын үҙе һыйлап йөрөй ине.
Мин был байрамда ауыҙыма хәмер тейҙермәгән берҙән-бер кеше инем. Әлегәсә ҡыҫтаған кеше булманы, беҙҙең өйҙә эсеүсе лә юҡ – шуғалыр мин уның еҫен дә яратмайым. Мәктәптәге класташтарым мине һуңғы мамонт тип атай ине. Йәнәһе, донъяла мамонттар ҙа, эсмәй торған кешеләр ҙә юҡҡа сыҡҡан. Бер мин айыҡ ҡалғанмын.
Өйҙәренә таралышырға йыйынған кеше күренмәне – бөгөн бында ҡалыуымды аңланым. Ҡыҙҙар инде күптән өҫтәлгә менеп бейей башланы. Ҡайһы бер малайҙар, шул иҫәптән Булат Билалович та, бүлмәләргә инеп йоҡоға талды. Күҙҙәренән йоҡо ҡасҡан халыҡ залда ҡотороноп бейей ине. Аптырағас, шулар янына сыҡтым.
Мине генә көткән тиерһең, Радик талғын музыка ебәрҙе. Парҙар тиҙ хасил булды. Мин тиҙерәк ҡараңғыраҡ мөйөшкә – диванға боҫтом. Радик күреп ҡалған икән – болғанып-тулғанып, ул мине бейергә саҡырҙы.
– Әллә һин эсмәнең инде? – Бейеү башланғас, уның беренсе һүҙе шул булды.
– Юҡ.
– Юҡ? – Ул, кәүҙәһен артҡа ташлап, күҙемә тура ҡарарға тырышты. – Нисек инде? Ауырыйһыңмы әллә?
– Юҡ.
– Аңламаным. – Ул хәрәкәтләнеүҙән туҡтаны. – Өҫтәлдә һин теләгән шампан шарабы, вино, коньяк юҡ инеме? Әйҙә, мин һине бер бүлмәгә алып инәм. Унда эсемлектәрҙең бөтә сорттары ла бар.
Ул ҡулымдан тотмаҡсы булды.
– Кәрәкмәй. Мин бит бөтөнләй эсмәйем...
Радик һүҙһеҙ генә миңә ҡарап торҙо.
– Эсмәйһең? Ышанмайым! Юҡ, үлтерһәң дә, ышанмайым.
– Уның нимәһе ғәжәп инде. Минең кеүектәр аҙмы ни?
– Мин беренсе күрәм. – Ул башын артҡа ташлап көлөп ебәрҙе. – Ха-ха-ха...
Унан хәмер еҫе килә, ул шаҡтай уҡ иҫерек ине буғай. Кинәт ул минең ҡаршымда теҙләнде.
– Ни эшләйһең, Радик? Тор, кеше көлдөрмә...
– Сафлыҡ алдында теҙләнәм.
Унан ул мине етәкләп башҡа бүлмәгә алып сыҡты. Уның күҙҙәре элеккесә йылтырамай ине инде.
– Мин һине бик хөрмәт итәм, Йәмилә. Шуны белеп тор. Кем дә кем һиңә ауыр һүҙ әйтһә – миңә өндәш. Ярармы?
– Ярар, – тинем мин, йылмайып.
– Һәм, – ул мине ҡырҡа бүлдерҙе, – һине тыуҙырған атайың менән әсәйеңде лә хөрмәт итәм, – тине.
– Рәхмәт...
– Минең белгем килә: кемдәр улар? Ҡайҙа эшләйҙәр?
– Атайым – бер ойошмала урынбаҫар, әсәйем – шунда уҡ бухгалтер.
– Ниндәй ойошма һуң ул?
– Машиналар, тракторҙар һаталар, төҙөкләндерәләр булһа кәрәк.
– Исеме “Уңайлы двигатель” түгелме?
– Ҡайҙан беләһең?
Радик сәйер генә йылмайҙы. Унан ниҙер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй бер мәл уйланып торҙо ла ҡапыл ғына:
– Йыһангир Ғәйнуллин ҡыҙы түгелдер бит һин?
– Эйе! – Миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо. – Әллә атайым менән дә танышмы һин?
– Таныш ҡынамы һуң!.. – Радик әйтергәме-әйтмәҫкәме тигәндәй, тыйылып торҙо. Түҙмәне, ахыры:
– Уның хужаһы – минең атай бит. Рәсми директоры – әсәй... Ә был ойошма тиҙҙән минең исемгә күсәсәк.
Был минең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ ине.
– Ә һин... һин Ринат Ризвановичтың улымы?
Радик минең һүҙҙәремдән ҡысҡырып көлдө.
– Шулай булып сыға инде.
...Беҙ дуҫлаштыҡ. Эйе, эйе, дуҫлаштыҡ ҡына! Юғиһә, уға төркөм ҡыҙҙарының барыһы ла тиерлек йәшерен ғишыҡ тота. Ҡайһыһы йәшереп тә тормай. Ғишыҡ тип инде, уның сибәрлеген, күңел асырға яратыуын, унан да бигерәк, бай булыуын оҡшаталар. Миңә иһә ул серҙәш булараҡ яҡын. Уның менән аралашыу рәхәт. Ҡасан ҡарама, уның кәйефе күтәренке булыр. Үҙе туҡтауһыҙ оятһыҙ мәҙәктәр һөйләр. Баштараҡ ҡолаҡтарымды ҡаплап, тыңламаҫҡа тырышһам, хәҙер инде күндем. Радик атаһының аҡсаһын иркен туҙҙыра. Ун һигеҙе тулған көндән машинала елдерә. Әле нисек кенә: ярты йыл һайын машинаһын алмаштырып тора.
– Пахандың, – атаһын ул шулай атай, – аҡыл өйрәтеүен, нәҫел-нәсәп менән маҡтаныуын, нисек йәшәргә кәрәккәне тураһындағы вәғәздәрен тыныс ҡына, “эйе, атай, дөрөҫ әйтәһең, мин дә шулай уйлайым” тип түҙеп тыңлап тора алһам – яңы машина асҡысы кеҫәмдә! – тип, беҙгә нисек машиналы булыуын һөйләп көлдөрә.
Радикка ултырып йөрөүҙең ҡурҡыныс яғы бар. Уны кемдер уҙһа, шуны ҡыуып етеп, алдына баҫмайынса һис тынысланмай. Нисә тапҡыр ҡурҡыуҙан күҙемде йомоп, үҙемде белмәй ҡысҡырып ебәргәнем бар. Ә ул ай һайын тиерлек бәрелеп тора. Берәү булһа ҡайғырып, тәүбәгә килер ине, уның иҫе лә китмәй:
– Был хәйерсе машинанан туйғайным. Алыштырырға сәбәп булды, – ти.
Иң ҡыҙығы шунда: ниндәй генә бай булмаһын, Радик – төркөмдәге бөтә кешегә лә бурыслы йәшәгән берҙән-бер кеше.
– Кисә ресторанда яҡшы ғына ултырылған. Егерме мең һум ҡалдырып сыҡҡанмын. Бензинға биш йөҙ һум аҡса биреп тор әле. – Мин уның ул һөйләменән ҡысҡырып көләм.
– Нисек инде егерме меңде бер-ике сәғәттә туҙҙырған кеше биш йөҙ һумға мохтаж булһын?
– Пахан ҡыҫмырлана. Ҡартайып бара, ахыры.
– Ул булмаһа, билләһи, астан үлер инең һин.
Радиктың һәр һүҙгә яуабы бар:
– Мине хәйерселектә үҫтергеһе килһә, әсәйҙән таптырмаған булыр ине. Теләп тыуҙырғас – ҡайғыртһын.
Радик ғаиләлә берҙән-бер бала булып, тормошондағы барлыҡ мәшәҡәттәрен атаһы хәл итһә лә, уның менән аралашыу миңә оҡшай. Уның беҙҙең өйгә килгәне лә бар. Әсәйем дә уны бик оҡшатты.
– Атаһы ниндәй кеше! Үҙе һәйбәт! Уҡып бөтөүгә дәрәжәле эшкә урынлашыр. Ойошма уның ҡулына ҡаласаҡ. Бына тигән егет! – Уның шулай Радиктың бер алдына, бер артына төшөп тигәндәй йүгереп йөрөүен бер ҙә яратманым.
Атай ҙа, әсәй һүҙҙәренән ризаһыҙлығын һиҙҙереп, тамаҡ ҡырҙы. Радик киткәс, әйтте:
– Атаһын бик маҡтап бөтөрмә әле. Элек был ойошманы ул һатып алғансы завод гөрләп тора ине. Эшкә лә көн һайын йылмайып килеп инәләр ине. Уның ҡулына ҡалғас, эш хаҡы аҙлығынан, мөнәсәбәттең насарлығынан зар илайҙар. Үҙем дә уның менән осрашҡан көндәрҙә валидол ҡабам. Малайының да бар эше телендә генә, шикелле...
– Кеше ҡайғыһы өсөн ут йоторға һиңә ҡуш инде. Баш бухгалтер менән дә эш хаҡы яҙған һайын әрләшеүең дөрөҫ түгел. Уның еле миңә лә килеп тейә бит. Радикка һүҙ әйтмә һин. Ундай кейәүең булһын ине әле! – Әсәй атай тирәләй, бәпкәләрҙе эләктереп китергә уңайлы мәл эҙләгән төйлөгән кеүек, ҡулдарын бутай-бутай әйләнеп йөрөнө. – Үҙе асыҡ, яҡшы күңелле, ҡыҙыңды ла уҡырға машинала ғына йөрөтә...
– Әсәй! – Миңә бындай һөйләшеү оҡшамай ине.
Компьютерға ҡаҙалып ултырған апайым да әсәй яҡлы:
– Йәмилә – бала-саға әле ул. Ойошма директоры малайын ауылдағы зоотехник малайына алмаштырмаҫ ине башы булһа...
– Шулай, шулай. Уның ойошмаһы бит ҡатыны исемендә. Ул үҙе министрлыҡта эшләй. – Әсәй, яҡлаусы тапҡанына һөйөнөп, тағы ла осона.
– Атаһы кем булыуҙа түгел хикмәт, үҙ башы бармы, юҡмы – ана шунда. Кеше барыһына ла үҙе өлгәшһен. Ҡыҙыма бәйләнмәгеҙ. – Мин атайым ҡосағына инеп һыйынам. Ярата бит ул мине. Бер кемдән бер һүҙ әйттермәй.
– Һуң, шулай булғас, үҙең йөрө Радик менән. Төндәр буйы интернеттан бай принцтар эҙләп аҙапланаһың бит. – Атай ҡосағынан мин дә апайыма ағыулы һүҙҙәр ырғытам.
...Мин апайымды ҡайһы саҡтарҙа бөтөнләй аңламайым. Ул кешеләрҙе ни өсөндөр кеҫәләренең ҡалынлығына ҡарап бүлә. Йәнәһе, уның машинаһы сит илдеке түгел, фатиры ла бер бүлмәле генә, эшләй торған фирмаһы ла ябай... Ҡасандыр Ринат исемле бер егет көн дә апайым янына килә ине. Уның килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Һәр аҙымы оҡшай ине миңә.
Бына ғәҙәттәгесә ишек ҡыңғырауы һаҡ ҡына ауаз һала.
– Ҡыҙым, Ринат килгән: үҙең асып индер. – Атай тыныс ҡына бесәй аҙымдары менән ишек янынан китә.
Апайым көҙгө алдында биҙәнеп бөтмәгән: тиҙ-тиҙ сәсен тарарға керешә.
– Һин генә ас инде, Йәмилә. Атайҙы әйтер инем, шунда тиклем барғас, асһа ярамағанмы ни...
Апайым атай гәзит уҡып ултырған зал яғына уҫал ҡарап ала.
Мин, апайымдың һүҙен тыңлап, ишеккә табан йүнәләм. Ринат ағай – сабыр кеше.
– Йәмилә ҡыҙым, апайың үҙе асып индерһен. – Атай һүҙенән мин баҫҡан урынымда ҡапыл туҡтап ҡалам. – Ҡыҙым, тиҙерәк бул!
– Индира! Егетеңде көттөрмә! – Кухня яғынан әсәйҙең тауышы ишетелә.
Апайым бик тиҙ ҡыҙып китеүсән.
– Уф, булдығыҙ инде бер! Тегеләй ит, былай эшлә!.. – Көҙгө алдында тараҡ, хушбуй, пудра һауыты ыңғырашып бер-береһенә бәрелеп ала, апайым иҙәнгә туҡ-туҡ баҫып ишек яғына килә.
– Ҡыҙым, ҡунаҡты ҡараңғы сырай менән ҡаршылама, йылмай...
– Өйрәтмә, үҙем белермен! – Апайым атайға һүҙен әйтеп бөтөрөргә ирек ҡуймай.
Мин тиҙерәк кәйефе ҡырылған атайым алдына килеп ултырам.
– Ярай әле, Йәмилә ҡыҙым бар. – Атайым әкрен генә башымдан һыйпай. – Теле татлы, һүҙе тәмле...
– Атайым, ә ни өсөн һин миңә: “Йәмилә ҡыҙым”, – тиһең, апайыма: “Ҡыҙым”, – тип кенә өндәшәһең? – Бер ваҡыт шулай тип һораған инем, ул көлдө генә:
– Һин Йәмилә ҡыҙым булғанға!
– Ни өсөн апайыма: “Индира ҡыҙым!” – тимәйһең? Атайым, әйт инде? – Мин уның, ҡытыршы яңағын устарым менән ҡыҫып тотып, күҙенә туп-тура ҡарарға тырышам.
– Апайың ҙур бит инде. Һин әле иркә бала, шуға күрә... – Атайымдың яуабы мине ҡәнәғәтләндермәй. Үпкәләп, йөҙөмдө ситкә борам.
– Алдайһың һин...
– Йәле, танауыңды мышҡылдатма... Кил бында, и-и, балауыҙ һығырға ла әҙер берәүҙәр...
Минең, ысынлап та, ике бөртөк күҙ йәшем һытылып сыҡҡан. Атай уны бармаҡ осо менән һөртөп ала.
– Булдымы, еттеме, илаҡ Йәмилә ҡыҙым? Йылмаяһыңмы инде?
– Атай-й, әйт инде-е?
Теңкәһен ҡорота торғас, ул түҙмәне, миңә сер итеп һөйләне.
– Апайыңа Зәйнәп тигән исем уйлап ҡуйған инем. Әсәйең оҡшатманы. Эшем тығыҙ саҡ ине – ул тотҡан да Индира тип ҡуштырып ҡайтҡан. Был исемгә телем ятманы. Апайыңды Зәйнәп тип йөрөй башлаған инем, әсәйең пыр туҙҙырып ташланы. Боронғо исем, имеш, ауыллығыңа тартаһың, имеш...
– Атайым!
– Әү?
– Миңә Йәмилә тип кем ҡушты?
– Был юлы инде әсәйеңә маһы бирмәнем. Донъялағы иң матур исемде сибәр ҡыҙыма үҙем ҡуштым.
– Молодец, атайым. Миңә исемем бик ошай!
Мин уның киң елкәһенә башымды ҡуям, ул ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлай.
...Бына ишектән Ринат ағай килеп инә. Сөм ҡара сәсенә ҡунаҡлаған ҡар-күбәләктәр күҙ алдында иреп бөтә һәм уның һәр бөртөгө тип-тигеҙ итеп һалынған сәсендә ялт-йолт килеп йылтырай. Һалҡын урамдан йылы өйгә килеп инеүгә, үҙенә килешеп торған тура мөйөшлө күҙлеге парланып сыға. Бит осо ҡыҙарған. Ебегән танауының мышҡылдауын һиҙҙермәҫкә тырышып йыш ҡына тартып ала. Һаҡал-мыйығының һәр төгө бер тигеҙлектә ҡырылған, яңаҡтары шыма, ул алдағы ике тешен балҡытып йылмая.
– Һаумыһығыҙ, Йыһангир ағай, Илһамиә апай. Сәләм, Йәмилә!
Оҡшай ҙа һуң уның “сәләм, Йәмилә!” тип әй­те­үе. Атайым уҡыған гәзитен ҡулынан төшөр­мәгән килеш Ринат ағай менән күрешергә атлай.
– Ә-ә-ә, Ринат, ни хәлдәрҙә?
– Шөкөр, Йыһангир ағай. Үҙегеҙҙә?
– Беҙҙә лә ярайһы. Әйҙә, түргә уҙ.
– Рәхмәт, рәхмәт.
Ринат ағай ҡыйынһынып ҡына ҡулындағы кәнфит ҡабын әсәйгә һуҙа.
– И-и, әйбер алып инмә, тип күпме әйтәм, тыңламайһың. Һаман-һаман күстәнәс менән инмәйҙәр инде... – Әсәйем, һөйләнә-һөйләнә, кәнфит ҡабын алып, кухняға сығып китә. Шул саҡ Ринат ағай кеҫәһенән нимәлер ала ла миңә ҡарап серле генә йылмая.
– Киндер-сюрприз! – Ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам. Мин, ун өс йәшлек ҡыҙ, оятымдан ер тишегенә инеп ҡасырҙай булып ҡыҙарам.
– И-и, бала-бала. – Әсәйемдең кухнянан башын сайҡап минән көлгәне ишетелә.
– Нисауа, бәләкәй әле минең ҡыҙым. Үҫкәс, ашамаҫ. – Атайым мине ҡосағына ала.
Апайыма егерме ике йәш. Ул минән туғыҙ йәшкә өлкәнерәк. Шуға ла мин уның өсөн һәр ваҡыттағыса бала-саға булып ҡала бирәм.
– Әйҙә әле, Йәмилә ҡыҙым, ҡарайыҡ: ни сығыр икән был юлы һары йомортҡанан? – Атайым ҡулымдан етәкләп залға алып инеп китә. Үҙе апайым менән Ринат ағайҙың ни һөйләш­кәндәренә лә ҡолаҡ һалырға онотмай.
– Әйҙә, тиҙерәк маташ инде. Пәлтәңде һал, ботинкаңды бына бында – йылыға ҡуй. Тағы йәйәү килдеңме? Машинаң була тороп... – Апайымдың, ғәҙәттәгесә, бер-бер артлы әмерҙәре яңғырай.
Ринат ағай уға яуап ҡайтармай, ашыҡтырыуға иҫе китмәйенсә, үҙ яйына пәлтәһен һала. Уны әйләндереп-әйләндереп ҡарай. Пәлтәлә ҡар бөртөктәре иреүҙән хасил булған тамсыларҙы һыпырып ала ла бөхтәләп элә.
– Әйҙә, минең бүлмәгә! – Апайымдың түҙемлеге бөткәндән-бөтә.
Ринат ағай кеҫәһенән тип-тигеҙгә бөкләнгән таҙа ҡулъяулығын ала. Күҙлегенә “өф-өф” өрөп, уны ҡат-ҡат һөртә. Шунан һуң ғына апайыма эйәрә. Үтеп барышлай көҙгөләге сағылышына күҙ һалырға онотмай. Күтәрелә төшкән сәс бөртөгөн бармағы менән ятҡырып һала.
– Ни сыҡты, Йәмилә? – Апайымдың уны үҙ бүлмәһендә көтөүенә ҡарамаҫтан, Ринат ағай иң элек залға инә.
Мин, оялып, башымды эйәм.
– Был юлы робот сыҡты әле. Ҡыҙыма иң кәрәге. – Атайымдың Ринат ағайға ҡаш һикертеп йылмайғанын күҙ ҡырыйым менән генә шәйләп алам.
– Ярай, икенсе юлы һатыусынан ҡурсаҡлыһын һорармын.
Ярай әле, атайым һүҙҙе икенсегә бора, юғиһә, битем ҡып-ҡыҙыл помидор төҫөнә инеп бөттө буғай.
– Эштәр барамы, Ринат? Үлем-китемдәр юҡмы?
– Тфү-тфү, был айҙа хәүеф-хәтәрҙәр аҙыраҡ кеүек. Ауырыуҙарҙы ваҡытында килтереп еткерәләр.
Ринат ағай – табип. Тән йәрәхәттәрен дауалай ул. Юл һәләкәттәренә эләккәндәр, тайып йығылыусылар, имгәнгәндәр иң элек уға килә.
– Шулай була күрһен. Был донъяла иң мөһиме – һаулыҡ.
– Эйе шул. Һеҙҙең һатыу-алыуҙар кәмемә­неме?
– Беҙҙә гел бер рәүеш инде. Ни алға, ни артҡа тигәндәй. Яңы техниканы әкрен генә һата то­рабыҙ. Ватылғандарын төҙәтеп бирәбеҙ. Шәхси ойошмала хәлдәр хужа кәйефенән тора...
– Сәй әҙер! – Миңә атайым менән Ринат ағайҙың гәпләшеүен тыңлап ултырыу шул тиклем рәхәт, әсәйемдең өҫтәл янына саҡырыуын ишетмәһендәр ине тип теләйем.
– Әйҙәгеҙ! – Әсәйем инде залға уҡ сығып етте.
– Сәй һыуынмаһын. Әйҙә, Ринат, киттек. Йәмилә ҡыҙым, ҡат-ҡат әйттермәйек.
Беҙ барыбыҙ ҙа өҫтәл янына йыйылабыҙ. Әсәйем Ринат ағай алып килгән кәнфит ҡабын өҫтәл уртаһына ҡуйған. М-м-м, тәмле кәнфит. Сәтләүекле! Ринат ағай шундайҙарҙы ғына алып килә. Ҡайҙан беләлер минең яратҡанды.
Ул арала апайым Ринат ағайҙың ҡулынан алып, бүлмәһенә алып инеп китте.
– Рәхмәт, әсәһе, сәйең бик тәмле булды. – Атайым да залға сығып ултыра. Мин һауыт-һаба йыуа башлайым.
Плитә янында ҡайнашҡан әсәйем бик йыш ҡына апайым бүлмәһенең ябыҡ ишегенә күҙ ташлай.
– Нимә һөйләшәләр икән? – Әсәйем үҙ алдына мығырҙанып ала.
– Өйләнешеү тураһындалыр...
Әсәйем һиҫкәнеп китә.
– Ҡайҙан беләһең?
– Һуң, үҙең бит апайыма: ”Ваҡытың етте!” – тип гел әйтәһең...
Әсәйемдең ҡулындағы кәстрүле ҡапҡасы менән эләгешеп, шалтырап ала.
– Кәрәкмәгәнде ишетәһең, ҡыҙый. Башың йәш әле!
– Һинең һүҙеңде генә һөйләйем, әсәйем!
Ул ҡаршы килгәнемде бер ҙә оҡшатмай.
– Бик йәш саҡта уҡ кейәүгә сығыу тураһында уй­ла­ғас, мәктәпте лә бөтөрә алмай ҡалыуың бар!
Әсәйемде ҡотортоу миңә оҡшай.
– Үҙең бит, егерме икенән ҡалһаң юҡ инде ул, тиһең...
– Йәмилә! – Әсәйем миңә уҫал итеп ҡарап ала. Шул ваҡыт үҙе лә һиҙмәҫтән көлөп ебәрә лә арҡамдан йомшаҡ ҡына ҡаға һала. – Был турала уйларға иртә әле һиңә. Киндер-сюрпризыңды ашаныңмы һуң?
– Әсәйем! – Мин еүеш ҡулдарымды һөртөргә лә онотоп, уға килеп һарылам.
– Бәпесемде, кескәйемде...
Әсәйем аңламаҫһың! Күп ваҡытта ул бик ҡырыҫ. Ҡоро. Гел асыуланып ҡына тора. Ә миңә уның бына хәҙергеләй сағы ҡәҙерле.
Шул саҡ апайымдар бүлмәһе ишеге асыла.
– Рәхмәт, Йыһангир ағай, рәхмәт, Илһамиә апай, китәм мин. – Ринат ағай пәлтәһен ҡулына ала.
– Һин бигерәк инде. Үҙеңә рәхмәт, тағы ла ултыр әле. – Әсәйем дә Ринат ағайҙы оҙатырға сыға.
Ринат ағайҙың ашыҡмайынса ғына пәлтәһен иңенә һалып, төймәләрен һаҡлыҡ менән ҡаптырыуын, ботинка бауын оҙаҡлап бәйләүен дүртәүләп күҙәтеп торабыҙ.
– Һау булығыҙ. – Ринат ағай ишек тотҡаһына ҡулын һала. Унан әйләнеп миңә:
– Пока, Йәмилә! – ти.
– Пока, Ринат ағай. Тағы кил!
Барыһы ла дәррәү көлөп ебәрәләр.
– Һай, молодец, ҡыҙым. – Атайым, ауыр ҡулдарын елкәмә һалып, мине ҡосаҡлай.
– Килермен. Йәмилә саҡырғас, киләм дә киләм инде.
– Ҡыҙым, Ринатты оҙатмайһыңмы? – Атайым апайыма аптырап ҡарап ҡуя.
– Кәрәкмәй, Йыһангир ағай. Коридорҙа ел уйнай. Һалҡын тейә күрмәһен.
Ишек ябылыуға, апайым тиҙ-тиҙ генә биктәрҙе төшөрә лә бүлмәһенә инеп китә. Уға әсәйем дә эйәрә. Мин дә һиҙҙермәй генә ишек тирәһенә килеп баҫам.
– Асыуланыштығыҙмы әллә, ҡыҙым? – Әсәйемдең ҡыҙыҡһыныусан тауышы ишетелә.
– Юҡ та!
– Нимә ти һуң?
– Эй. Ул сәйерҙең шул булыр инде! – Апайымдың битараф тауышы яңғырай.
– Әллә һүҙгә килештегеҙме?
– Юҡ та! Больницаһын һөйләп туйҙырып бөтөрә. Әйтерһең дә, донъяла башҡа һөйләшер һүҙ юҡ...
– Табиптарҙың ғүмере шунда үтә бит, нишләйһең, ҡыҙым. – Әсәйем бер ни тиклем тынлыҡтан һуң дауам итә. – Табиптар насар йәшәмәй инде улар. Күстәнәсе-маҙары тамып ҡына тора...
– Әй, быға тағы. “Взятканы күрә алмыйым. Уларға ҡаршы көрәшергә кәрәк, – ти. – Бер кемдән бер ни ҙә алмайым, үҙемә һүҙ бирҙем”, – ти.
– Улай икән. – Әсәйемдең тауышында был юлы борсолоу төҫмөрө лә сағыла.
Миңә уларҙың һөйләшкәне ҡыҙыҡ түгел, сөнки Ринат ағай килеп киткән һайын гел бер үк һүҙҙе һөйләшәләр.
– Ниҙәр серләшәләр беҙҙән ҡасып? – Атайымдың да белгеһе килә.
– Ринат ағай ғәйбәтен һаталар, – тим. – Күстәнәс алмауҙа ғәйепләйҙәр, дөрөҫ йәшәмәй, тиҙәр...
– Уларҙыҡы шул булыр инде. Бына тигән егет!
...Бер көндө апайым күҙ йәшенә быуылып ҡайтып керҙе...
Өҫтөнән пәлтәһен дә һалып тормай, үҙ бүлмәһенә инеп бикләнде. Карауатының йомшаҡ пружиналары ыңғырашып алды ла бер аҙҙан апайымдың тауыш сығармаҫҡа теләп үкһегәне ишетелде.
– Ни булды икән, Хоҙайым?! – Әсәйемдең йөҙө ағарынып китте. Ул, инде нисәнсе мәртәбә ишек янына килеп, файҙаһыҙға апайыма ялына:
– Индира! Ҡыҙым, ас инде! Ни булды? Кем рәнйетте һине?..
Апайым шылт иткән тауыш та бирмәй. Бер аҙҙан тоноҡ ҡына мышылдағаны ҡолаҡҡа салына.
– Йыһангир, һин әйтеп ҡара әле? Бәлки, тыңлар. Атаһы бит һин уның. – Әсәйем, ҡабат-ҡабат килеп, атайыма һүҙ ҡата.
Атайым гәзит уҡығанда кейә торған күҙлеген танау өҫтөнә тартып төшөрә лә, әсәйгә аҫтан өҫкә күҙ ташлап, уны тынысландырырға керешә.
– Эштәреңде ҡара, Илһамиә. Ҡыҙ бала иламай тормай инде ул. Күңеле тулғандыр...
– Әй, һиңә әйттең ни ҙә, ташҡа әйттең ни. – Әсәйем пырлап китеп бара.
Атайыма тағы ла нығыраҡ һыйынам. Ҡолағымды күкрәгенә терәйем. Уның йөрәге туҡ-туҡ тибә, ул “у-у-у-уф” тип ауыр һулап ҡуя.
Әсәйем яңылыша: атайым нисек кенә борсола! Һиҙҙермәҫкә тырыша.
– Атайым!
– Әү, ҡыҙым?
– Минеңсә, апайым Ринат ағай менән һүҙгә килгән.
– Ҡайҙан беләһең? – Ул йәм-йәшел күҙҙәре менән миңә баға.
– Кисә телефондан һөйләшкәндәрен ҡасып тыңланым.
– Еткән ҡыҙға улай йөрөү килешмәй инде, Йәмилә. – Мин атайым ҡуйынынан сыҡтым. Тороп китәм тигәндә генә атайым ҡулымдан алып тубығына ултыртты.
– Ярай, был юлға кисерәм. Башҡа улай эшләмәҫһең, йәме?
Уның һүҙҙәрен генә көткәндәй, күҙем йәш менән ҡапланды. Быны күреп атайым рәхәтләнеп көлә:
– И-и, шул арала! Әле бер һүҙ ҙә әйтмәнем бит! – Ул бармағы менән керпектәр араһынан һытылып сыҡҡан йәште һөртөп ала. – Бер башлағас бөтөр инде. Ни һөйләштеләр?
Инде атайым менән яңылыҡты уртаҡлашыу теләге һүнгән ине, шулай ҙа ишеткәнемде һөйләп бирҙем.
– Кисә Ринат ағай килә алмайым, яңы фәнни хеҙмәт менән танышам, тип шылтыратты. Шунан апайым уны: “Уҡып кем байыған, көмрө сыға ла, күҙ бөтә”, – тип әрләй башланы...
– Ҡара әле һин уны, ҡасан шулай һөйләшергә өйрәнгән әле ул? – Атайым, борсолоп, башын сайҡаны.
– Шунан Ринат ағай нимәлер әйткән ине, апайым тағы тотондо: “Һинең белемле табип булыуың кемгә кәрәк, өйгә аҡса алып ҡайтмағас? Үҙең өйләнәм тиһең, минең хәйерсе ир менән йәшәгем килмәй. Көн һайын ресторанға, кафеға барып, яңынан-яңы күлдәк алыштырып тормағас, мин ни өсөн һинең менән сәсемде бәйләйем?” – тине.
– Кит унан? – Атайым миңә беренсе күргәндәй аптырап ҡараны. Аҙаҡ килеп, мине ҡыҫып ҡосаҡлап, әкрен генә бышылданы:
– Ни өсөн улай үҙгәрҙе икән һуң ул апайың? Юғиһә, элек бер ҙә ундай түгел ине.
Атайым уйға ҡалды. Мин уны бүлдерергә ҡыйманым. Йөҙөндәге йыйырсыҡтары тәрәнәйгән һымаҡ тойолдо миңә. Сәсендәге көмөш тә күҙгә күренеп артты кеүек.
– Ауылды яратманы апайың. Олатайың иҫән саҡта әрләшкеләп ҡуя ине уны, шуны ла күтәрә алманы. Эш күплектән зарланды. Өләсәйеңде күп һөйләй тип яратманы. Олатай менән өләсәй тәрбиәһе күрмәгән бала икенсе була инде ул. Ундайҙар бөгөн өсөн, үҙҙәре өсөн генә йәшәй. Уларға киләсәк тә, үткән дә кәрәкмәй...
Апайымдың бүлмәһе ишеге һаман да асы­лырға ашыҡмай. Әсәйем килеп-китеп ҡолаҡ һалғылап тора, хәҙер инде ауыҙ асырға ла ҡыймай.
– Атайым...
– Әү, Йәмилә. – Ул һиҫкәнеп башын күтәрҙе.
– Һөйләп бөтөрәйем инде...
– Ә-ә-ә, әйҙә-әйҙә...
– Шунан һуң Ринат ағай телефонын һүндереп ҡуйҙы. Минеңсә, ул апайыма башҡа шылтыратмаясаҡ, оҙатып та ҡайтмаҫ инде.
– Ниңә, ҡыҙым?
– Уға башҡа ҡыҙ кәрәк. Уны аңлай торған.
Атайым миңә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.
– Бына нисек. Апайың насармы ни?
– Уға иномаркалы, коттеджлы, ике метрлы, үҙе бай, үҙе сибәр егет кәрәк. Ринат ағайҙы ул күҙлек кейгән өсөн генә лә күпме мыҫҡыл итә...
Шул саҡ апайымдың бүлмә ишеге асылды. Күҙе ҡыҙарған апайым, бер ни ҙә булмағандай, ваннаға инеп китте. Беҙ, өсәүләшеп, уның сыҡҡанын дүрт күҙ менән көттөк.
– Ашағым килә, ас мин. – Апайым һораулы ҡарашыбыҙға иҫе лә китмәне.
Барыбыҙ ҙа үҙ уйыбыҙға сумып тамаҡ ялғаныҡ. Шул көндән өйҙә Ринат ағай тураһында һүҙ бөттө. Ә-ә-ә, яңылышам икән: бер ваҡыт атайым менән әсәйемдең бышылдашҡанын ишеттем.
– Был Ринат тигәндәре йүнле егет булып сыҡманы, алдап ҡына йөрөнө буғай, – тине әсәйем.
Атайымдың килешмәгәнлеге һиҙелеп торған тауышы уны бүлдерҙе.
– Мин улай тип уйламайым. Индираға сабырыраҡ булырға кәрәк. Бына тигән егет ул Ринат. Тәрбиәле, уҡымышлы, төплө...
– Әй! Һинең мәңге шул инде: уҡымышлы ла уҡымышлы! – Әсәйем уға ҡаршы төштө. – Хәҙер уҡый торған заман түгел. Егет кешенең ебек булмауы, йылғырлығы, етеҙлеге мөһим.
– Әсәһе... – Атайым тауыш сығармаҫҡа теләп тамаҡ ҡырып алды. – Белемле кешенең бер ваҡытта ла төшөп ҡалғаны юҡ әле. Уның белемле, аҡыллы булыуы эш өсөн кәрәкмәй тиһәң, ныҡлы ғаилә өсөн беренсе шарт шул. Ярай, булған – бөткән. Үҙҙәре беләлер...
– Белмәй шул. – Әсәйем танауын мышҡылдатты. – Ана гел бойоҡ йөрөй. Мендәре лә иртәнгә лысма һыу була. Эштән ҡайтыуға, интернетҡа сума. Әллә ниндәй яуыздар менән танышып китмәһен тип ҡурҡам. Кемдәр генә юҡтыр унда. Алла һаҡлаһын...
... – Етте! Юҡ һүҙ – сүп һүҙ! – Атай бәхәскә нөктә ҡуя.
Апайым тағы ла компьютерына “инеп китә”. Әсәй генә тынысланмай. Аш-һыу бүлмәһенән уның ауыҙ эсенән мығырлағаны ишетелә:
– Мине өс егет оҙатып йөрөнө ана. Минең өсөн ҡанға батып һуғышып бөтөрҙәр ине.
Әсәйемде ҡотортоу миңә оҡшай. Атай ҡуйынында килеш кенә уға һорау ташлайым:
– Ҡайһыһына кейәүгә сыҡтың инде?
– Береһенә лә түгел шул. Атайыңа!
Атай миңә күҙ ҡыҫа. Дауам ит, йәнәһе.
– Бына бит! Үҙең дә һайланғанһың. Эйәреп йөрөгән егеттәр күп булыр улар.
– Биш йыл дөйөм ятаҡта йәшәүҙәре бер ҙә еңел булманы. Хәҙер генә тормошобоҙ ал да гөл булғас та... Радиктың бөгөндән барыһы ла хәл ителгән. Кемдәр бәхете өсөн тыуғандыр.
Беҙ уға ишеттермәҫкә теләп, атай менән ауыҙыбыҙҙы ҡаплап кеткелдәйбеҙ.
– Бына мин дә һинең кеүек артымдан йөрөмәгән егеткә кейәүгә сығырмын әле...
– Йәш шул әле һин, бала-саға. – Аш бүлмәһендә һауыт-һабаларҙың асыулы шалтырағаны ишетелә. – Мин үҙем дә йәшлек йүләрлеге менән...
Атайым ҡара көйөп сыға.
Ана шулай Радик беҙҙең ғаиләләге тыныслыҡты алды.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас: