Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Ғинуар 2023, 16:05

Табын әүлиәһе Лира Яҡшыбаева

Изге урын буш тормай, лайыҡлы муллаһы тиҙ үк табыла. Сә­йетбабаларға Оло Үтәш ауылынан Мө­хәм­мәт­са­бир атлы ҡырҡ-ҡырҡ ике йәштәрҙәге бик уҡымышлы мул­ланың имам-хатип бу­лып килере мәғлүм була. Ауылға:– Буласаҡ имам мәшһүр Халиҡовтар ҡәүеменән икән, – тигән хәбәр тарала.

Табын әүлиәһе Лира Яҡшыбаева
Табын әүлиәһе Лира Яҡшыбаева

Лира Яҡшыбаева

Табын әүлиәһе (Әҙәби-документаль повесть)*

Баш һүҙ

Тыуған ерем – бөйөк китап икән,
Шишмәһе икән аҡыл, илһамдың...

Заманының данлыҡлы мәғрифәтсеһе, әүлиә­леге, кә­рә­мәттәре, төр­лө-төрлө хикмәттәре, та­биб­лығы менән бөтә мосолман донъяһында киң аб­руй ҡа­ҙан­ған Кесе Табын ырыуының олуғ дин әһе­ле Мөхәм­мәт­сабир хәҙрәт Ғәбдел­ха­лиҡ улы Халиков (Мөхәммәтсабир бин Халиҡи әл - Табынлы әл - Иҙелле) – изгеләрҙән-изге, тоғ­ро­ларҙан-тоғро Алла­һы Тәғәләбеҙҙең хәбиб­тә­ре­нән булған һөйөклө зат ул. 2014 йылда әйләбеҙ­ҙең тыуыуына 160 йыл тула.
Уны еребеҙгә Аллаһы Тәғәләнең тәғәйенләнеше ме­нән килгән феноменаль шәхес тип таныйбыҙ. Ара­­быҙ­ҙан китеүенә туҡһан йыллап ваҡыт үтеүгә ҡара­маҫтан, исеме халҡыбыҙ күңелендә йәшәй, из­­ге эштәре аҡ нур булып һыҙылып, беҙҙе хаҡ юл­дан әйҙәй. Изге рухы һаман да тыуған еребеҙгә бә­рә­­­­кәт сәсә. Бынан йөҙ йылдар самаһы элек, 1907 йыл­­дарҙа нигеҙ һалған мәҙрәсәһе – бөгөн дә белем уса­­ғы. Бөгөн иһә уның тере рухы ергә килеп киткән башҡа ҡотоп заман әһелдәр рухы менән бер­лек­­­тә Ер шарын ахрызамандан йырағайтырға бу­лыш­­лыҡ итә. Уның изге Кесе Табын ерендә донъяға ки­­леүе, ошонда йә­шә­үе, ошо төбәккә фиҙаҡәр хеҙ­мәт итеүе өсөн Ал­лаһ­ҡа рәхмәттәребеҙҙе әй­тә­беҙ.
Әүлиәбеҙҙең Аллаһы Тәғәлә биргән ҡөҙрәт аша күр­һәткән кәрәмәттәре, изге эштәре, кешеләрҙе хай­­ран ҡалдырып, быуындан-быуынға, телдән-тел­гә күсеп, бәйән ителә. Суфыйсылыҡты, әүлиә­лек­те аңлап етмәгән ҡайһы берәүҙәр уның кәрә­мәт­тәрен әкиәт тип уй­лар. Күптәр әүлиә­ләр­ҙең әҙәм ышанмаҫ хикмәттәр тыуҙыра алыу һәләтен (мәҫәлән, әүлиәләрҙең бер үк ваҡытта әллә нисәмә урында күренә алыу һәләтен генә алайыҡ) тө­шө­нөп етмәй. Мөхәммәтсабир хәҙрәттең кә­рә­мәттәрен әле лә бөтә ауыл, бар тирә-яҡ иҫе-аҡы­лы китеп һөйләй. Ә халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә ул. Исе­мең бер быуат буйы тереләрҙән-терерәк бу­лып, телдән-телгә һөйләнелеп йөрөһөн, изге эш­тә­рең ауылыбыҙ Сәйетбабаға нигеҙ ташы бу­лып ятһын, өйрәткән аҡылың, ғилемең шытып сы­ғып, йөҙ йылдан һуң сәскә атып, емеш бирһен өсөн нисек йәшәргә, ниндәйен булырға кәрәктер ул?! Ми­­неңсә, Сабир олата­йы­быҙ пәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­­­­мәт саллаллаһу ғәләйһиссәләм кеүек гүзәл хо­лоҡ­­ло, намыҫлы, ғәҙел, кешеләр араһында һөймәлекле булғандыр.
Архивтарҙа Халиковтар нәҫеленең шәжәрәһе ун быуынға тиклем һаҡланған. Мөхәммәтсабир олатай­ҙың Сәйетбаба ауылына имам-хатип, өлкән мөдәрис итеп ебәрелеүе хаҡындағы указ да бар унда. Тик хәҙрәттең эшмәкәрлеге тура­һын­да тулыраҡ яҙылған мәғлүмәттәр осраманы. Был әҙәби-документаль повесть ана шул ба­рын­са һаҡ­ланған архив материалдарына, уның ейәндә­ре­нән, оло быуын кешеләренән берәмтекләп йы­йып алынған хәтирәләргә нигеҙләнеп яҙылды. Олуғ шәхесебеҙ тураһында мөмкин булғандың ба­рыһын белергә, өйрәнергә, халыҡтан йы­йып алыр­ға тырыштым. Ни тиһәң дә, гүр эйәһе бу­лы­уына туҡһан йыллап ғүмер үтеп киткән. Тимәк, Са­бир олатайҙы үҙ күҙҙәре менән күреп бе­леү­се­ләр­ҙең барыһы ла баҡыйлыҡҡа күсеп, гүр ҡу­йынына инеп бөткән. Күп нәмәләр, ваҡытында яҙып алынып, теркәлмәгәс, тарих төпкөлөнә ки­теп юғалған. Бөйөк әүлиәбеҙҙең һынын күҙ алдына килтереү өсөн ҡайһы бер урындарҙа әҙәби әҫәргә хас алымдарҙы ҡулла­ныр­ға тура килде. Әммә уның йәшәйешенә ҡағылышлы төп мәғлүмәттәр үҙ­гәртелмәйенсә, барыһы ла тик дөрөҫлөккә нигеҙләнеп яҙылды. Мәҫәлән, ике рәт хаж ҡылыуы, ғә­рәп байының уны оҙата килеүе, мәҙрәсә һал­ды­ры­уы, һәр төрлө кәрәмәттәре, дуҫ-иштәре – Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт, әсәһе Өм­­мөлхаят абыстай, Хәбибназар Үтәкиҙәр ме­нән ҡат­нашып, аралашып йәшәүе, ғаиләһенә ҡа­ғы­лыш­лы хәлдәр һ.б. ейәнсәрҙәре Асия, Клара, Хә­жәр апай­ҙарҙың хәтирәләренә таянып яҙыл­­ды. Йыл­­дар ҡатламынан килгән мәғлүмәт­тәр­­ҙе хә­тер һан­дығында теп-тере көйө һаҡлаусы Ма­һира ап­ай Ғарифулли­на­ға ла бик рәхмәтлемен, унан да бай­таҡ хәтирәләр яҙып алдым. Ауы­лым-Сәйет­бабам ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәребеҙгә рәхмәт!
Минең төштәремә инеүе, “яҙ, ҡыҙым!” – тип ҡулыма үҙенең ғәмәл дәфтәрен тоттороуы хикмәтленең бер хикмәте булғандыр инде. Мөхәм­мәт­сабир олата­йы­быҙ тураһында яҙыу Юға­ры­нан бирелгән бер билдәлер ул. Күп мәғлүмәт күңе­лемә силсилә ҡылынды, буғай. Шуға ба­ры­һы ла үҙем белеп-күреп торған һымаҡ яҙылғандыр.

Юрауҙарың юш килһен

Төндө йоҡоһоҙ үткәргән, алтынсы улы тыуыу сәбәпле күңеле берсә ҡәнәғәтлек, берсә ғорурлыҡ хисе ки­сер­­гән Ғәбделхалиҡ бай, өй эсенә тәҙрәнән яҡтылыҡ тө­шөү менән тороп, ихатаһына сыҡты. Аяҡ аҫтын­да­ғы бәр­хәттәй күгүлән мул ысыҡтан башын ергә эйгән. Ул, ғә­­ҙәтенсә, тыуыр көндөң нисек булырын күҙал­лау өсөн офоҡҡа ҡараны: көн матур булмаҡсы. Яңы ҡал­ҡып килгән ҡояш Оло Үтәш еренә алтын нур­ҙа­рын йо­март һибә. Иртәнге ел, йомшаҡ иҫеп, шул илаһи нур­ҙар­­ҙы тау-урмандарға тарата. Бәхетле ата киң күк­рә­ген ҡибла еленә табан ҡуйып, төрлө сәскәләр еҫен аң­­ҡытҡан тәмле һауаны туйғансы һу­ла­­ны. Ах, ҡайһылай ҙа хозур был иртә!
Гөлхәбибәһе бөгөн таңда уға тағы бер ир бала бү­ләк итте ләһә. Халиҡовтар нәҫеле йәнә берәүгә арт­ты. Ин­де алты уғланға атай булды ул. Кендек инә­һе исемде үҙе ҡушты. Йөҙө шатлыҡтан айҙай бал­ҡыған бә­хет­ле атаға: «Сабый үтә лә сабырлы күренә, шуға уны Сабир тип атаным», – тине. Алты улы бар, алты ал­тын ҡаҙығы. Ата кеше өсөн бынан да артыҡ тағы нин­­дәй ҡыуаныс булыр? Ана, уның шатлығын уртаҡ­ла­­шырға теләгәндәй, өйҙән йыраҡ түгел әрәмәлектә һан­дуғастар сут-сут килә. Арыраҡ, ҡайынлыҡта, баш­ҡа һайрар ҡоштар моңло көйөн һуҙа. Донъя хозур­лы­ғы ошолор. Бындай матурлыҡты тик ожмах ме­нән са­ғыштырырға булыр ине.
Тормошонан, йәшәйешенән сикһеҙ ҡәнәғәт ир һө­йөк­лө ҡатынын һыртынан булһа ла маҡтап алды. Уң­ған ҡатын ул табыр, ти, уңды Ғәбделхалиҡ ҡатындан. Йыл аша тыпылдатып бер малай таба ла бирә. Ун өс йыл торалар – алты бала. Тауҙан таш артырмы ла, ата­нан ул артырмы? Бөтәһен дә ғәзиз күрә бала йән­ле ата. Балапандары Маннафы, Шафиғы, Хати­бы, Ға­рифы, Хафизы ана ниндәй сос, теремек булып үҫеп ки­лә. Бигерәк тә Хатибы хикмәтле күренә, хә­ҙер­­ҙән «Ҡөрьән»де һыу кеүек эсә. Үҫкәс мулла бу­лам, ти. Ал­лаһ теләһә, яңы тыуған Са­би­ры ла аға­ларынан ҡалышмаҫ. Бөгөн кендек инәһе юра­ған­дар юш килһә, иншаллаһ, хатта уҙҙырып та ебә­рер әле. Ғәбдел­халиҡ балалары тип йән атып тор­ған мәр­хүм атаһы Әбсәләмдең яратҡан әйтемен хәтерләне: маллы бай түгел, уллы бай. Донъя көтөр­­гә әүәҫ, эш­лекле ғаилә башлығы, кө­төү­-көтөү мал, өйөр-өйөр йылҡы, Ха­ли­ҡов­тар тигән дан­лы то­ҡом ҡал­дырып, ҡырҡ дүрт кенә йәшендә гүр эйәһе бу­лып ҡуй­ҙы шул.
Уның уйҙары йәнә яңы тыуған сабыйына әйләнеп ҡайт­­ты. Бер тәүлек эсендә булып үткән хәл-ваҡиға­лар­­­ҙың барыһын ләззәтләнеп кире күҙалланы.
Гөлхәбибәһе бәпәйгә ауырый башлағас, Ағиҙел буйы ауылдары Ябалаҡ, Бәрлеүәҫ, Еҙем-Ҡаран, Иб­ра­­­һим тирәһендә үҙенең им-томға оҫталығы, бөтмөр­лө­гө, ҡул арты еңел булыуы менән дан алған кендек инәһе Хәйернисаға әйттергәйне. Ысынлап та, изге кү­ңел­­ле инәй икән. Ана бит, ҡатынының хәлен ни­сек бе­лер­гә тип борсолоп торғанын һиҙгәндәй, таң һа­ры­һы­нан килеп, хәлен һөйләп тә тора.
– Һөйөнсө, улың бөркәнсекле тыуҙы, – тине кендек инә­һе, тауышынан, бөтә булмышынан ҡәнәғәтлек һирпеп. – Был бала ябай булмаҫ. Ул ырыуығыҙға ҡот би­рер, моғайын. – Әбей күңеле һиҙенгәнде, баланың донъяға хикмәтле килеү хәлен ата кешегә асыҡлабыраҡ аңлатып китеүҙе кәрәк тапты. – Әсәһен тулғағы ме­нән дә ыҙалатманы. Башҡалар кеүек тыуғанда яр һа­лып һөрәнләмәне лә, өнө-тыны ла булманы. Көлөмһөрәгәндәй итеп тыныс ҡына тик ята. Ҡарап тор­ҙом-торҙом да: «Һай, балаҡай, бигерәк сабыр­һың да икән, әйҙә, исемең Сабир булһын!» – тинем.
– Исемен дә ҡушып өлгөрҙөңмө ни? – Кендек инә­һен ярты һүҙҙә бүлдергән ата кешенең тауышында ризаһыҙлыҡ билдәләре сағылды. Сөнки Ғәб­дел­ха­лиҡ үҙе улына икенсе исем әҙерләгәйне. Әбей уны ты­ныс­лан­дырырға ашыҡты.
– Улым, был бит ни бары йүргәк исеме. Аҙаҡ үҙе­геҙ­­гә оҡшағанын һайлап яңынан ҡушырһығыҙ. – Хә­йер­­ниса инәй үҙенең ниңә ашығып исем ҡуша һалыу сә­бәбен дә аңлатып бирҙе.– Яңы тыуған бала хатта бер сәғәт тә исемһеҙ то­рор­­ға тейеш түгел. Шул көйө ятһа, ен-пәрей ал­маш­ты­ра. Тиҙ үк үҙҙәренең исемен ҡуша һала. Һау-сәләмәт тыуған баланы үҙҙәренә ала ла урынына ғәрип-ғө­­рәбәһен килтереп һала. Ул саҡ­та бала йә зәғиф бу­ла, йә күп тә тормай үлә.
Күренеп тора, инәйебеҙҙең кәйефе шәп, хәбәре һөй­ләп бөтмәҫтәй. Шулай булмай ни, ана, ниндәй хик­­мәткә юлыҡтырҙы бит уны Аллаһы Тәғәлә. Ҡай­һын­дай сабыйға кендек инәһе булырға яҙҙы ла баһа. Шу­лар­ҙың барыһын түкмәй-сәсмәй хәҙер үк ба­ла атаһына еткерергә тейеш ул. Әбей бер яҡ ситкә ки­теп, тө­рөүле еңдәрен төшөрҙө, яулығын яҙып ябынды, сы­рыш­ҡан күлдәк итәктәрен рәтләштерҙе. Шу­нан Ғәб­дел­халиҡҡа яҡын уҡ килеп ултырҙы. Тирә-яғы­на ҡа­рап, уңлы-һуллы төкөрөнөп алды, ниндәйҙер до­­ғаны уҡып, алды-артына өрҙө, шунан оло сер си­сер­гә йыйынған кеше кеүек бер мәлгә тынып торҙо.
– Уғланыбыҙ ябай түгел, бай әфәнде. Өлөшлө ба­ла ­тыуҙы, әлхәмдулилләһ, – тине ул атай кешегә ҙур сер си­сер­гә йыйынып, хатта тауышы бышылдауға күсте. – Ба­ла донъяға килеп, кендеген ҡырҡып бәйләгәнсе, өйө­гөҙҙөң эсе көндөҙгө кеүек яп-яҡты булып торҙо. Хатта иҙән­дә ятҡан энә күренерлек ине. Ниндәй мөғ­жи­зә булғандыр? Әллә күк ҡабағы асылдымы? Тағы шуға ғәжәпһендем, яңы тыуған сабый ҡып-ҡыҙыл ит киҫәгендәй ятыр ине, ә был баланың, соб­ханаллаһ, машаллаһ, йөҙө тулған айҙай балҡып, маңлайы ап-аҡ булып нурланып ята. Йүргәккә төрөп әсәһенә тоттор­ғай­ным, әлегә тиклем биш бала күргән байбисә улы­на ҡарап, хайран ҡалды.
Был мөғжизәне бай үҙе берәй нисек аңлатып бирмәҫме тип, кендек инәһе бер аҙға Ғәбделхалиҡҡа төбәлеп, туҡтап ҡалды. Тегеһе теле аңҡауына йәбеш­кән­дәй өнһөҙ торғас, бышылдауҙан ҡәҙимге тауышҡа күсте, һүҙен дауам итте.
– Йөҙгә яҡын балаға кендек инәһе булдым, әйтәгүр, әлегеләй хәлде тәүләп күреүем.
Алты быуыны Ислам динен танып йәшәгән ғаилә баш­лығының да бындай хәлде ишетеп белгәне юҡ ине, бу­ғай. Икеһе лә бер килке һүҙһеҙ торғас, күпте күргән кен­дек инәһе үҙенең һиҙенеүен аңғартырға бул­ды. Тауышы тағы бышылдауға күсте, хатта был юлы, тар­ты­ныуҙы ла онотоп, ауыҙын Ғәбделхалиҡтың ҡолағына уҡ­ терәне.
– Шайтан ҡолағы әйткәнемде ишетеп ҡуймаһын те­йе­үем. Иманым камил, бөгөн был өйҙә йә әүлиә, йә бе­­рәй изге зат тыуҙы. Буштан-бушҡа ғына ҡараңғы төн яҡты көнгә әйләнмәҫ. Күреп торорһоғоҙ, был уғыл – ыры­­уығыҙға ҡот бирәсәк.
Башҡалар белергә тейеш булмаған йәшерен мәғ­лү­­­мәт эйәһенә еткерелгәс, кендек инәһе еңел һуланы. Ба­­рып урындыҡҡа терәлде лә, киҫәтеп әйткән тауыш ме­нән:
– Был – оло сер. Ул икебеҙ араһында ғына ҡалһын. Донъяға сер сисһәң, артынса йә ғәйбәт ураһың, йә из­ге ниәтеңде күҙектерәһең, тәғәйенләнгән эшең ха­рап бу­лыуы ихтимал. Улыбыҙ тыныс ҡына үҫеп етһен. Ва­­ҡы­ты еткәс, Аллаһы Тәғәлә үҙе юлын күрһәтер.
– Ауыҙыңа бал да май, Хәйерниса инәй, фаразлауың хаҡ булһын. Кендек таҫтарына ҡушып, Мағаш та­уы итәгендәге көтөүемдән үҙеңә оҡшаған ҡолонло бе­йәне һайлап алырһың.
Байҙың йомартлығы кендек инәһенең күңеленә хуш килде.
– Рәхмәт, улым – тине. – Мылтыҡтың атыуы шарт тү­гел, шартлауы шарт. Бейә урынына бер һарығы ла ет­кән. Мине ҙурлағанда, Аллаһы Тәғәләбеҙ үҙеңде ҙур­ла­һын!
Кү­ңеле асылып китеп, инәй тағы ихласыраҡ дауам итте.
– Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул. Атайың, Әб­делсәләм мәрхүмде әйтәм, йәне йәннәт түрендә бул­һын, зәрә лә йомарт кеше ине.
– Атайымды белә инеңме ни?
– Аһ-аһ, белмәй әллә. Ул минән өс йәшкә кесе, ҡырҡ дүрт йәшендә баҫҡынсыларға ҡаршы көрәштә һә­­ләк булды. Хәйерниса инәй Ғәбделхалиҡҡа һынап ҡа­­рап торҙо:
– Алты бала атаһы булһаң да, һин әле үҙең тешәү ге­­нәһең. Утыҙ алты йәш ни, яңы ир ҡорона ингән саҡ. Һин ныҡлап шәжәрәңде лә белеп етмәйһеңдер. Һеҙ­ҙең ырыу, ишетеп белеүемсә, бик боронғо, бик зат­лы. Тамырҙарығыҙ тәрәндән һут ала – Үтәш абыҙ­ға ба­рып тоташа. – Кендек инәһе урынынан тор­ҙо. – Ҡуй­­сы, ҡуйсы, хәбәргә албырғап, тик ултырамсы. Ун­да Сабир улым ни эшләй икән?
Еңел кәүҙәле кендек инәһе тыуғанда үҙен таң ҡал­дыр­­ған сабыйҙы, йәш имсәкле әсәне яңғыҙ ҡалды­рыр­­ға ярамауын ҡапыл иҫенә төшөрҙө лә, китергә ашыҡ­ты. Шулай ҙа үҙенсә бик мөһим тип уйлаған ҡай­­һы бер кәңәштәрен әйтеп үтеүҙе кәрәк тапты, та­уы­­шы талапсанға әйләнде:
– Ҡырҡ көнө тулғансы сабыйҙан күҙ яҙлыҡ­тырмағыҙ. Аслан бер минутҡа ла уның яңғыҙын ҡал­дыр­мағыҙ. Төндәрен өйҙә гел шәм янып торһон. Биләүле бала­­ның өҫтөндә гел бысаҡ, йә ҡайсы ятһын. Аяулы, зат­лы тоҡом балаһы ендәр өсөн дә танһыҡ, улар шун­дай­­ҙарҙы аңдый. – Кендек әбей бая әйткәндәрен тағы ҡабатланы. – Әйтәм бит, матур бала урынына үҙе­нең ғәрип-ғөрәбәһен килтереп һалырға әҙер тора.
– Хәйерниса инәй, Сабир улым менән байбисәне ҡырҡ көнөнәсә үҙеңә тапшырам, һинән дә һәйбәт тәр­биә ҡылыусы булмаҫ. Һинең ише имсене тағы ҡай­ҙан алайыҡ?
– Бәй, әйт кенә, бай. Ышанысың өсөн рәхмәт, Са­бир­ҙай даланлы баланы бағыу минең өсөн ҙур дәрәжә. Сәсен, тырнағын да үҙем тәрбиәләп алыр­мын, бөр­кәнсеген алып сәңгелдәгенә тағырмын, бел­гәнем­сә им-том итермен, Аллаһ бирһә.
Бындай тәҡдимгә кендек инәһе, ысынлап та, ихлас ри­за ине. Сабыйҙы ҡыҙғанып, ҡырҡ көнө тулмайынса бе­рәүгә лә күрһәткеһе, ят ҡулдарҙан тотторғоһо кил­мә­гәйне уның.
Хәйерниса инәй төпкө өйгә инеп киткәс тә, Ғәбдел­ха­лиҡ бай оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы.
– Их, атайым тере булһасы. Ул бөгөнгө хәлде бо­рон­ғоларға бәйләп тәфсилләп аңлатып бирер ине. Уның, тоҡомобоҙ Үтәш абыҙҙан килә, тип һөйләгәне иҫендә. Ошо ергә килеп нигеҙ һалған Үтәш олатайы­быҙ­­­ҙы әүлиә булған, тип һөйләй ауыл халҡы. Әүлиә­лек етенсе быуында ҡабатлана икән, тиҙәр, йәғни, ейән­дәренең береһенә юғарынан силсилә ҡылына. Әл­лә, юғиһә, уның балалары, яңы тыуған улы ла, Үтәш абыҙҙың етенсе быуынына тап киләме? Быны асыҡ­­ларға кәрәк. Башта өйәҙ башы Стәрлегә барып ҡай­тыр, унда мәғлүмәт булмаһа, губерна ҡалаһы Ырым­бурға барып етер, әммә Кәлсер-Табын ырыуы Ха­лиҡовтар шәжәрәһен табыр ул. Ғәбделхалиҡ үҙе бел­гәндән тоҡомон барлап ҡараны: үҙенең атаһы- Әб­сә­ләм, Әбсәләмдең атаһы – Фәйзулла,Фәй­зул­ла­ның атаһы – Тәңребирҙе, Тәңребир­ҙе­не­ке ­– Алла­бир­ҙе, Аллабирҙенеке – Үтәш абыҙ. Ысынлап та, уның балалары етенсе быуынға тап килә түгелме? Аллаһ те­лә­һә, ҙур ерҙәргә барып, быны асыҡлатыр әле ул. Ә хә­ҙер­­гә йәш имсәкле әсәне тәрбиәләү, һыйлау хәстәрен күреү кәрәктер. Ашатып торған тыу танаһы бар, шу­ны улына арнап, ҡорбан итеп салдырыр. Мағаш тауы бу­йын­дағы бейә бәйләгән ергә һы­бай­лы ебә­рер­гә кә­рәк, һаумал ҡымыҙ алып килһендәр. Кил­де­бай­ҙы Бәр­ле­үәҫ яғындағы солоҡтарын ҡа­рар­ға ебәрер. Ошон­дай күркәм сабыйҙы донъяға кил­тергән әсә­­не ши­фалы йүкә балы менән һыйлау кә­рәк­тер. Ә ир­­тәгә ул бөтә Оло Үтәш ауылын йыйып ҡор­бан ите аша­­­та­саҡ. Әйҙә, һәр кем Сабир атлы уғ­лан­дың тыуы­уын иҫен­­­дә ҡал­дыр­­һын. «Әүлиә тыуҙы, тине бит кен­дек инә­­­һе. Иншаллаһ, юрауҙары юш кил­һен, Ал­ла­һы Тә­ғә­лә беҙҙең ҡәүемде үҙ бәрәкәтенән таш­ла­ма­һын!» – Те­­ләк­терен, үтенестерен Аллаһҡа ет­кереп, до­ға ҡы­л­ғас, Ғәб­делхалиҡ намаҙлығынан тор­ҙо ла ни­әт­ләгән эш­­­тә­рен урыны еренә еткерер өсөн тышҡа табан ат­ла­­­ны.
Ете уғлан ҡалды Ғәбделхалиҡтан

Ғәбделхалиҡ, кендек инәһе ҡушҡанса, өлөшлө ба­ла тип нарыҡланған аяулы алтынсы улынан һис бер күҙ яҙлыҡтырманы. Исемен дә ауыл мәсетендә имам-ха­тиб булып эшләгән Ғәбделфатих ағаһынан яҡшылап атат­ты: үҙенсәләп, тәүге өлөшөнә Аллаһы Тәғәлә­нең һуң­ғы пәйғәмбәре Мөхәммәт исемен ҡушып, Мө­хәм­­­мәт­сабир тип ҡушты. Бер-ике йәшкә тиклем ҡә­ҙим­­ге ба­ла булып үҫте сабый. Ағайҙары менән уйнаны, Әсе буйына төшөп, һыу инде, ҡай саҡ кесе ҡус­ты­һы Закир­ҙы ҡарашты.
Дүрт йәше тулып бишкә ҡарағанда, тәтелдәп һөй­лә­шеп йөрөгән Мөхәммәтсабир, ни ғиллә менәндер, ҡа­пыл телдән ҡалды. Көндәр буйы иламһырап бер үҙе ул­тырыр булып китте. Йә ағалары, йә берҙән-бер ҡус­ты­һы Закир менән дә аралашмаҫ булды. Атаһы ла, әсәһе лә был хәлгә бик борсолдо.
– Ни булды һиңә, улым? – тип эргәһенә килгән ата­һы­­на күтәрелеп ҡараһа, күҙҙәре йәшкә мансылып, ҡа­ра­шын ситкә алды.
Был хәл ярты йыллап шулай дауам итте.
Бер мең һигеҙ йөҙ илле туғыҙынсы йылдың йәйе ине. Ул бик ҡоро, эҫе килде. Ғәбделхалиҡ бай Бә­лә­кәй Үтәш­кә Әбделғалим ағаларына барып ки­лер­­гә, бер ың­­­ғай ауылға терәлеп үк алҡынып ағып ятҡан, үҙе­нең ярат­­­ҡан йылғаһы Ағиҙелдә һыу инеп ҡай­тырға бул­ды. Ау­ыл­ға килгәс, ағаһына инеп хәл-әхүәл генә һо­рашты ла, еңгәһе табын әҙерләгәнсе, Ағиҙел буйына ашыҡты. Ул күп уйлап тормай, юлда эҫергәнеп кил­гән көйө ҡыр­­сынлы ярҙан һыуға һикер­ҙе лә, ҡолас таш­лап йө­ҙөп тә китте. Оҫта йөҙөүсе ул. «Ыһ» та ит­мәй, киңлеге күҙ күремдә ятҡан йылғаның уртаһына етеп, кире әй­лә­нер ине. Тик был юлы ярат­ҡан йыл­ға­һы уны ҡырыҫ ҡар­­шыланы. Йоторға әҙерләнгәндәй, ҡап-ҡара уҫал тул­ҡындар һөҙәк ярҙан ҡаршыһына тәгәрәп килде лә аж­­ғырып, кире йылғаға табан йүгер­ҙе. Күңеле ниҙер һи­­ҙеп һеркелдәп ҡуйһа ла, һыуҙы күр­гәс, Ғәбделхалиҡ ки­ре боролғоһо кил­мә­не: сирҡаныс алды ла тәрәнгә та­бан йөҙөп китте. Ярҙан ике-өс метрға китеп тә өл­гөр­мәне, уның бар тә­нен ҡорош­ҡаҡ алды. Тәне ҡор­ша­­лып, хәрәкәтһеҙ ҡал­­ды ла, аяҡ-ҡу­лының мускулдары тартышып ҡатты. Ғәб­делхалиҡ һыуға ырғытылған таш кеүек һыу төбөнә төшөп юҡ бул­ды, әйтерһең, уны йыл­­­ға йотто. Һыу өҫтө бер ни бул­мағандай, ҡәҙимге хә­­­ленә ҡайтты ла ирә­йеп ағыуын дауам итте. Хатта ба­тыу­сыны күргән-белгән кеше лә булманы. Ап-аруҡ ва­ҡыт үткәс, уны эҙ­ләп килеп еткән Әбделғалим ағаһы, ҡус­тыһының ҡыр­сын өҫтөндә ятҡан күлдәк-ыштанын кү­реп, бары­һын һүҙ­һеҙ аң­ла­ны. Эргәһендә йәшәгәс, ул Ағи­ҙелдең хол­ҡон белә: йыл­дың-йылы шулай янында йә­шәгән­дәр­ҙән бе­рәүҙе үҙе­нә ҡорбан итеп ала. Был юлы иһә, үҙен сик­һеҙ ярат­ҡан, күңелендә мәңге­лек мө­­хәб­бәт йө­рөт­кән ете ул­лы ир аҫылын үҙ ҡосағына ал­­ды һылыу­би­кә йылға. Эй, яра­та торғайны Ғәбдел­ха­­лиҡ Ағиҙелде. Бә­ләкәй Үтәшкә ошо наҙлыҡайҙы кү­рер өс­­өн генә, кө­мөш һыуында ба­лыҡ­тай уйнап йө­ҙөр өс­өн генә ашҡынып килә торғайны. Әб­делғәлим, күҙ йә­­­ше­­нә быуылып, са­раһыҙҙан ҡус­ты­һы­ның яр ба­шын­да ят­­ҡан кейемен ҡо­саҡ­лап, битенә ҡап­ланы. Кү­рә­һең, ар­­тыҡ һөйөү һәр саҡ ҡорбан талап итә, тигән­дә­ре­ хаҡтыр.
Шулай итеп, ҡырҡ йәше яңы тулған һыу һөлөгөндәй ир­­­­­­ҙең йәне, ете улын, ете яҡты йондоҙон, һөйөклө хә­ләл ефете Гөлхәбибәһен мәңгелеккә ҡалдырып, ба­ҡый­­­лыҡҡа юлланды.
Ата­һы вафат булып, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Са­бир ҙа телгә килде. Күҙенән йәше кипмәгән әсәһе эр­­гә­­һенә килеп, алдына ултырҙы ла муйынынан һығып ҡо­­­саҡланы:
– Илама, әсей, – тине. – Күҙ йәшен күп түкһәк, ата­йым­ мәйете һыу эсендә беҙгә рәнйеп ятыр. Үлем – бер донъянан икенсе донъяға күсеү генә. Йәне тере, ата­йым­­дың. Уның йәне әле лә беҙҙе ҡурсып, эргәбеҙ­ҙә ос­оп йөрөй.
– Һин, биш йәшлек бала, быларҙы ҡайҙан бе­лә­һең? – Гөлхәбибә улы әйткәндәргә иҫе-аҡылы китеп, шаҡ­ ҡатты. Телдән яҙған баланың телгә килеүе лә әсә­гә сәйер тойолдо, улына текләп ҡараны.
– Минең күңелемә бирелә, аңғарталар, – тине кес­кәй Сабир. – Атайымдың үлерен дә алдан белдем бит, ҡай­ғырып телдән ҡалдым.
– Балаҡайым! – Әсә улын һығып ҡосаҡлап алды. Бер аҙ уйланып торғандан һуң әйтте:
– Әле миңә һөйләгәндәреңде башҡа берәүгә лә әй­­тә күрмә. Иртә атҡан муйылдың сәскәһен ҡырау һу­ғыу­­­­сан. Һиңә мәл етмәгән асылырға. Һин әле сабый ғы­на.
– Эйе, беләм, әсәй, – тине малай. – Быны ла миңә әш­­кәрттеләр. – Хайран ҡалып үҙенә төбәлгән әсәһен Са­бир муйынынан ҡосаҡлап алды. Донъя күргән ке­ше­­ләр кеүек итеп өҫтәп ҡуйҙы:
– Беҙ, ете улың үҫеп еткәс, ауылда һинән дә бәхетле кеше булмаҫ әле, әсәй!
Гөлхәбибәнең күҙҙәренә тағы йәш эркелде, тик бы­ла­­ры шатлыҡ йәштәре ине.

Йәннәт – әсәләрҙең аяғы аҫтында

Үҙенән биш-алты йәшкә олораҡ Ғариф, Хафиз ағай­­­ҙары менән ярышып үҫеп, атаһы вафат булғанда биш йәше лә тулмай ҡалған Сабир етемлекте һиҙмәне. Атаһы һымаҡ мал табырға, донъя көтөргә әүәҫ Шафиҡ ағаһы өйләнеп, башҡа сыҡты һәм үҙ аллы йәшәй башланы. Бәләкәйҙән мулла булырға хы­ял­­­­ланған Хатип ғилемгә ынтылды. Иренән барлы, маллы ҡалған, бөтә мөлкәтен тик балаларын уҡы­тыу­­ға сарыф итергә ниәтләгән Гөлхәбибә, Хатибын баш­­­та ауыл мәсетендә урынлашҡан мәҙрәсәлә, иренең бер туған ағаһы Ғәбделфатихта уҡытты.
Оло Үтәш мәҙрәсәһе ул саҡтарҙа үҙ заманы өсөн ал­дынғы уҡыу йорто һаналды. Уҡытыу иҫке төркисә ал­ып барыла ине. Шәкерттәр беренсе класта – дүрт йыл, ә икенсе һәм өсөнсө кластарҙа өсәр йыл уҡыны. Мәҙ­рәсәнең уҡытыу программаһы бик киң: бында Ҡөрьән, догматика, дини фәлсәфә, мета­фи­зика, психология, логика, дин тарихы, ислам тарихы, Мө­хәм­мәт пәйғәмбәрҙең тормош юлы, милли та­рих, Рәсәй та­рихы, ғәрәп теле һәм әҙәбиәте, фар­сы те­ле, төрөк әҙәбиәте, урыҫ теле, педогогика, иҡтисад, биология, астрономия, физика, химия кеүек фән­­­дәрҙе өйрәнеп, төплө белем алып сығалар.
Хатип улының ҙур ғилем эйәһе булыуын теләгән Гөл­­хәбибә ауыл мәҙрәсәһендә беренсе класты та­мам­­лап, башланғыс белем алған ун ике йәшлек улын Өфөнән егерме саҡрымда ятҡан Ҡыйышҡы мәҙрәсә­һе­­нә уҡырға ебәрҙе. Бында икенсе класты тамамла­ғас, йәғни өс йыл белем алғас, улының уҡырға бик һә­ләт­ле икәнен күреп, тағы ла ҙурыраҡ ерҙә белем алыуын теләне. Әсә тәбиғәттән зирәк булып тыуған улын Бо­хара ҡалаһы мәҙрәсәләренә ебәреп уҡытыр­ға бул­ды. Мәрхүм ире Ғәбделхалиҡтың бер туған аға­һы Ғәб­делфатих ҡайнағаһы ла быны хупланы:
– Оло Үтәш мәсетенә имам-хатип, өлкән мөдәрис итеп, Аллаһ теләһә, Хатип улыбыҙҙы ҡалдырыр инем, – тине.
Ғилем өсөн йән атҡан уғлан Бохарала Ҡөрьән серҙәрен ентекләп өйрәнә, алдан күреү һәләтенә эйә зат булараҡ, суфыйсылыҡҡа ла күңел һала. Биш-алты йыл уҡығас, Хатип уғлан Мәккә һәм Мә­ҙинә ҡалаларына барып, хаж ғәмәлен дә үтәй. Утыҙ йәштәргә тиклем шулай белем эстәп, ситтә йө­рөгәндән һуң, тыуған ауылына киң мәғлүмәтле, төп­лө ғи­лемгә эйә указлы мулла булып ҡайта. Оло­ғай­­ған Ғәб­делфатих ағаһы барлыҡ мәсет, мәҙрәсә эш­­тәрен йәш мөғәллим ҡулына тапшырып, үҙе ау­ыл­ мул­­лаһы бу­лып ҡала. Дини назариәт Ха­типты указ менән Оло Үтәш мәҙрәсәһенә өл­кән мө­дәррис итеп тәғәйенләй.
Ғилемгә атлығып торған, Ҡыйышҡы мәктәбенең икен­се баҫҡысын үткән Сабир ҡустыһын да Хатип ҙур мәҙ­­рәсәләрҙә уҡытыу тураһында уйлай башлай. Әсә­­һе Гөлхәбибә лә, үҙен төрлө хикмәттәре менән таң ҡалдырған улын бар хәленсә тырыштыра.
Тәбиғәттән зирәк аҡыллы Гөлхәбибә, ире вафат бу­лып ҡалғас, үҙенең вазифаһын улдарына атай уры­ны­­на ла, әсәй урынына ла булыуҙа күрҙе. Эйе, ғә­зиз­дә­ренең ике донъяла ла бәхетле булыуы фәҡәт уның тәр­биәһенә бәйләнгән. Изге әсә күберәген балала­ры­­­на хәҙистәр аша тәрбиә бирергә тырыша. Улда­рын мәрхәмәтле булырға (бер әҙәм үҙе кешегә мәр­хә­мәт­ле булһа, Аллаһы Тәғәлә лә уға ҡарата ла мәр­хә­мәтле булыр); ояла белергә (кешенән оялмаған әҙәм Алла­һы­нан да оялмаҫ); яҡшы булырға (яман ке­ше фани донъяла уҡ үҙенең яманлығының язаһын күр­мәй ҡалмаҫ) өйрәтте. Ҡай саҡ мәҙрәсәнән остаздары Вә­ли­әх­мәт хәлфәне Ҡөрьән уҡырға саҡырып ала ла уландарын ултыртып ҡуйып, уның вәғәздәрен тыңлата.
Гөлхәбибә данлыҡлы Халиковтар ырыуы­на лайыҡлы алмаш үҫтереү өсөн барлыҡ кө­сөн һа­ла. Элекке ир иркәһе байбисә, ҡөҙрәтен йоҙ­роҡҡа туп­­ланы: улдарын уҡытырға тырышты, ғи­лем­ле итергә, йәшәүгә дөрөҫ йүнәлеш бирергә ын­тыла. Әсә йыш ҡына: «Тәр­биә­­ ни­геҙе – ғи­лемдә, ә ғилем аҡыл­ды байыта», – тип ҡабатлар ине. Ул иртә мәрхүм бул­­ған хәләл ефетен йыш телгә алды: «Атайығыҙ һеҙ­ҙе бөркөт итеп үҫтерергә хыялланғайны. Мулла бу­­лы­уы­ғыҙҙы теләне. Мәрхүмдең рухы рәнйемәҫлек итеп йә­­шәйек, уландарым», – тине. Үтә зирәк Мө­хәм­мәт­са­­бир әсәһенең һәр әйткәнен күңеленә һеңдерҙе. Гөл­­­хәбибә көн дә тиерлек балаларына:
– Кешене биҙәй торған дүрт гәүһәр бар: ул – аҡыл, дин, ояла белеү, изге ғәмәл, – тип ҡабатлап торҙо. – Бә­хет менән тәүфиҡ йәнәшә бара. Бәхет тәүфиҡлыны яра­­та. Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәлә бер кешегә яҡшы­лыҡ­ теләһә, уны дин ғилеменә оҫта итер, тура юлға ил­һам­ландырыр.
Был алтын һүҙҙәрҙе уландар мәңгелеккә иҫендә ҡал­­дырҙы.
Әсә маҡсатына өлгәште, балалары тәүфиҡлы бу­лып үҫте. Дин юлын юллаған был иманлы ғаиләлә Гөл­хә­бибәнең абруйы сикһеҙ ҙур ине. Ете уғлан әсә һү­ҙен пәйғәмбәр хәҙиселәй күреп ҡабул итте һәм күңе­ле­нә һеңдереп, мәңгелеккә иҫен­дә ҡалдырҙы.
– Ете улым – Етегән йондоҙом, – тип ҡабатларға яратты Гөлхәбибә. – Ете – изге һан. Уның фазый­ләт­тә­ре бик күп. Был донъяла бар нәмә ете өлөштән то­ра: Ал­лаһ ерҙе лә, күкте лә ете ҡат итеп яралтҡан; Ер шарын ете ҡитғаға бүлгән; пәйғәмбәребеҙ бала­лар­­­ға ете йәштән намаҙ уҡырға бойорған; мәр­хүм­дәр­­ҙең ете кө­нөн үткәрәләр; ете юл саты, тибеҙ; аҙна ете көндән то­ра; ете ҡат йоҙаҡ менән бикләү, ете диңгеҙ кисеү...
Был серле ете һанының үҙҙәренә лә ҡағылышы бар­мы икән әллә, тип уйлап ҡуя Гөлхәбибә. Эстән ге­нә быны изгелеккә юрай:
– Аллаһ һеҙҙе миңә юҡҡа етәү итеп бирмәгәндер, улан­­­дарым. Арағыҙҙан берегеҙ изгелер, амин, шу­лай бул­һын!
Ҙур мәҙрәсәләрҙә белем алып, Хатип улы Оло Үтәш­кә ҡайтып төшкәс, Гөлхәбибә еңел һуланы. Хә­ҙер ту­­ғандарын уҡытыу, тәрбиәләү хәстәрен уға тап­­шы­рыр­ ҙа үҙе йорт эштәре менән булышыр.
Әсә иң башта мөғәллим улына ҡустыһы Сабирҙы уҡы­тыу кәрәклеген асыҡлап әйтте:
– Туғаның тыумыштан өлөшлө бала булды. Хәйер­ни­са инәйегеҙ әйтте, Сабир уғыл тыуған саҡта күк ҡа­бағы асылды, сабыйҙың йөҙө нурланып, бал­ҡып тор­ҙо, бөркәнсектә тыуҙы, тине. Мәрхүм ата­йы­­­­ғыҙ ҙа те­ре сағында: «Сабир улымды, Аллаһ те­лә­һә, Бо­ха­ра­ға ебә­реп уҡытасаҡмын», – тип әйтә тор­­­­­ғай­­ны. Ин­де мин олоғайҙым, туғаныңды уҡытыуҙы үҙ өҫ­­төңә ал, улым. Бөркәнсектә тыуған туғаныңды һи­­­ңә ыша­­нып тап­шырам.
Хатип әсәһенең аманатын теүәл үтәне. Энеһе Са­бир­­­­ҙы уҡытыу тураһында хәстәрлек күреп, уға тә­би­ғәт­­­­тән бирелгән һәләттәрен асырға ярҙам итергә бу­лы­ш­­ты.

Үтәк мәҙрәсәһендә

Оло Үтәш ауылынан илле-алтмыш саҡрымдарҙа ятҡан башҡорт ҡатыш типтәрҙәр йәшәгән Үтәк ауылы үҙ заманы өсөн мәҙәни үҙәк һаналған. Үтәк мәхәллә­һе­­нең имам хатибы, мәҙрәсә мөдәрисе Мө­хәм­мәт­ҡафи Һатлыҡ улы етәкләгән был мәҙрәсә ете би­на­­ла урынлаша, унда өс йөҙҙән ашыу шәкерт уҡый.
Мөхәммәтҡафи Урта Азияның Бохара, Хиуа мәҙ­рә­­сәләренә барып төплө белем алған, ғәрәп, фарсы тел­дәрен яҡшы белгән үҙ заманы өсөн арҙаҡлы дин әһе­ле һанала.
Хатип Мөхәммәтсабирҙы Стәрлебаш, Өфө, Ырым­бур мәҙрәсәләренән әллә ни ҡалышмаған Үтәк мәҙ­рә­сәһенә уҡырға бирә. Мәҙрәсәлә шәкерттәргә ғә­рәп, фарсы, рус телдәрен, дин ғилемен, «Келам» исем­ле китаптан Ҡөрьән әйтелеше ҡағиҙәләрен уҡы­та­­лар. Унан тыш бында донъяуи фәндәргә лә ҙур иғ­ти­­бар бирелә: математика, тарих, астрономия, гео­гра­­фия, биология өйрәтелә.
Был алдынғы мәҙрәсәләр башында Ҡыуаҡан ырыуынан сыҡҡан Нәҡшбәнди тәғлимәтенә таянып эш иткән атаҡлы шәйех һәм мөҙәрис Зәйнулла Рәсүлев тора, тинеләр. Мөхәммәтҡафи Һатлыҡ улы Зәйнулла ишандың иң яҡын дуҫы, арҡаҙашы ине.
Белемгә һыуһап килгән Мөхәммәтсабир тәүге көн­дәр­­­ҙән үк тырышып уҡып, мәҙрәсәнең алдынғы шә­керттәренең береһе булып китә. Фарсы, ғәрәп, иҫке төр­ки телдәрен, тарихты өйрәнеүгә иждиһат итә. Үҫ­мерҙең математикаға, географияға һәләте ҙур була.
Бында Сабир шәкерт үҙҙәренең тоҡомон, Ха­ли­ков­тар­­ҙың нәҫел тамырҙарын да өйрәнә башлай. Ха­ли­ков­тар нәҫеле лә был өйәҙҙә иң көслөләр­ҙән һа­на­ла икән. Мал-тыуар тотоп, Ағиҙел буйҙарында­ғы уң­ды­рышлы ерҙәрҙе биләп, йәйләүҙәрҙә йылҡы кө­төп, был ырыу кешеләре борондан бик хәлле йә­шә­гән. Ба­ры­­һы ла көслө дин әһелдәре булған. Ата-ба­ба­ла­ры мәҙ­­рәсә тотҡан. Сабир үҙенең тәүге хеҙ­мә­тен «Ырым­бур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәл­сер-Та­бын ырыуы Оло Үтәш ауылында йәшәүсе Ха­ли­ков­тар шә­жә­рә­һе» тип атаны. Ун етенсе быуатта йә­шә­гән Тәң­ре­бирҙенән башлана уларҙың шәжәрә та­ри­хы. Тәң­ре­бир­ҙене шәйех, әүлиә булған тиҙәр. Уны оло­ҡ­лап, Ағи­ҙел бу­йын­­дағы бер ҡал­ҡыу­лыҡҡа, йөҙйә­шәр им­ән яны­на ерләгәндәр, ти. Халыҡ әле лә уны онот­май, ҡәберенә барып, ырыу башлығы булған из­ге­беҙ ру­хына Ҡөрьән уҡып китә. Тәңребирҙе – Үтәш – Фай­зул­ла – Ғәб­дел­сәләм – Ғәб­делғалим – Ғәб­дел­халиҡ – Мө­хәм­мәт­са­бир – бына шулай улар­ҙың ырыу сылбыры.

Үтәк мәҙрәсәһе китапханаһында Урта Азиянан кил­терелгән китаптар ҙа һаҡлана ине. Донъя әҙәбиәте­нең алтын тажы булған ғәрәп, йә фарсы телендә яҙыл­­ған был китаптарҙы уҡыу баштараҡ Са­бир­ға ау­ы­р­ ине. Шәкерт тиҙ арала ҙур тырышлыҡ ме­нән был сит телдәрҙе үҙләштерҙе һәм бөтә Көнсығыш зыя­­лы­ларын һоҡландырған әҫәрҙәрҙе үҙ телдәрендә уҡыу бәхетенә өлгәште. Иң башта Сабир ун икенсе быуатта йәшәгән шағир Сәғдиҙең «Гөлөс­тан» китабын уҡып хайран ҡалды. Был китап йәш шә­керт­кә хуш еҫ бөрккән болон сәскәләрен хәтерләтте. Икен­се иҫен-һушын алған китап «Кәлилә вә Димнә» бул­ды. Аҡыллы Кәлилә менән мут, ҡара эсле Димнә һәм һәр төрлө хайуандар образдары аша китап дуҫ­ты дошмандан, ысынды ялғандан, хаҡты нахаҡтан, из­ге­лекте яуызлыҡтан айыра белергә өйрәтә. Ун ете бү­лек­тән торған был әҫәрҙе Сабир ун ете көндә уҡып сыҡты. Һәр бүлек уға ниндәйҙер фәһем бирҙе. Шатраба тигән үгеҙ менән Арыҫландың башта дуҫ булып та аҙаҡтан яуыз уйлы йәнлектәрҙең хәйлә, мә­ке­ре ар­ҡа­һында дошманлашыуы һынландырған бү­лек­тән ул үҙең белеп күрмәйенсә, ашығып кеше һүҙенә төшөргә ярамауын, уйлап эш итергә кәрәклекте аң­ланы. Бүре, Ҡоҙғон һынланышы аша яуыздарҙы та­нып бе­лер­гә, ә Дөйә образы аша ышаныусан, бер ҡат­лы бу­лыр­ға ярамауҙы төшөндө. Өсөнсө оҡшаған ки­тап – ха­лыҡ­сан, йыйнаҡ, тапҡыр мәғәнәле «Тутыйнамә» булды. Етмеш хикәйәнән торған был ки­тап­­ты Сабир шәкерт айырыуса ныҡ оҡшатты һәм ғү­ме­­ре буйы унда ингән хәлдәрҙе иҫендә тотто.
Биш-алты йыл Үтәк мәҙрәсәһендә уҡып, төрлө фән­дәр­ҙе өйрәнеп, тәрән белем эстәгән Сабир шә­керт имам хатиб, мәҙрәсәнең өлкән мөдәрисе Мө­хәм­­мәт­ҡа­фи Һатлыҡ улына сикһеҙ рәхмәтле булды. Ул барлыҡ имтихандарын уңышлы тапшырып, мөдә­рис­лек дәрәжәһе алып, тыуған ауылына ҡайтып төштө һәм Ха­тип ағаһы менән бергә Оло Үтәш мәҙрә­сә­һендә шә­керттәр уҡыта башланы. Был саҡтарҙа Аллаһы Тәғәләнән бирелгән илаһи ҡөҙрәт үҙен асыҡ һиҙҙерһә лә Сабир ныҡ яратҡан һәм ихтирам иткән Хатип аға­һы эргәһендә үҙен бик баҫалҡы тотто. Улар иң өлкән аға­лары Ғәбделманнаф хәҙрәт менән өсәүләп, Стәр­ле­баш, Муллаҡай, Үтәк мәҙрәсәләре өл­гө­һөн­дә, Оло Үтәш мәҙрәсәһен камиллаштырыу юлдарын эҙ­лә­не. Уҡыу йортоноң абруйын күтәреү, ки­тап­хана­һын ба­йытыу, шәкерттәргә төплө белем биреү бу­йынса ­тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башланы.

Әссәләмү ғәләйкүм, Сәйетбаба!

Өс тау итәген яҫтап, әллә ҡайҙарҙан күренеп, йәйрәп ятҡан Сәйетбаба ауылын тыныс һыулы Өйә йыл­ға­һы ҡап уртаға бүлеп ята. Борон-борондан ауыл хал­ҡы күперҙең теге яғын – аръяҡ, был яғын биръяҡ тип йөрөткән. Ике яҡта ла ике мәхәллә, ике мәсет, ике имам-хатип. Ике яҡтың холоҡ-фиғеле, ғөрөф-ғә­ҙә­­те лә ике төрлө ине. Биръяҡтар саяраҡ, үткерерәк, йүн­селерәк. Улар араһында ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр уң­ғандар, хатта айыу-бүрегә юлыҡһа ла ҡаушап ҡал­маҫ­тай ҡыйыуҙар күберәк. Ә аръяҡтарға сабырлыҡ хас, елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөрөүҙе хуп күр­мәй­ҙәр. Уларҙы ауыр түләк тиҙәр. Ашыҡҡан етмәй, бойорған етә, тип һәүетемсә йәшәргә яраталар. Тик әле һанап киткән ғәҙәт айырымлыҡтары уларға бер-бе­реһен ихтирам итеп, татыу йәшәүгә һис тә ҡама­сау­ламай.
1896 йылда Өйәнең биръяҡ мәхәлләһе муллаһы Си­ра­жетдин хәҙрәт гүр эйәһе булып ҡуя. Мәсете етем­­һерәп ҡала. Әммә был оҙаҡҡа бармай. Изге урын буш тормай, лайыҡлы муллаһы тиҙ үк табыла. Сә­йетбабаларға Оло Үтәш ауылынан Мө­хәм­мәт­са­бир атлы ҡырҡ-ҡырҡ ике йәштәрҙәге бик уҡымышлы мул­ланың имам-хатип бу­лып килере мәғлүм була. Ауылға:
– Буласаҡ имам мәшһүр Халиҡовтар ҡәүеменән икән, – тигән хәбәр тарала.
Үҙенән алда кешенең даны йөрөүсән. Был юлы ла шу­­лай булды: ауыл халҡы уның үҙен күреп өлгөрмәне, яңы имамдың кемлеге тураһында сурыта ла баш­ла­ны.
– Бәй, ул ни беҙҙең ауылдың кейәүе бит. Туғыҙ ул­лы Мирауфа менән Мәүлимбирҙе ишандың бер­ҙән-бер ҡыҙын, Ғәзизәһен кәләш итеп алған бит. Улар күҙ ҡара­һындай күргән уҡымышлы, уңған, сибәр ҡыҙын ер­ле юҡ кешегә бирмәҫ. Киләсәк хәҙрәт өлөшлө зат­тан булыр.
– Аллатлы-ҡеүәтле, шәпле зат икән, ти шул. Хатта өш­көрөүе, тыны килешеп, күп әҙәмдәр һауыға, ти. Уға күренгәндән һуң Яугилде ауылы ҡоҙасабыҙ быу­ма сиренән ҡотолған.
– Хатта кәрәмәтсе, ти. Ни булырын алдан белеп, кү­реп тора, Ҡөҙрәте Аллаһы Тәғәләнән икән.
– Күҙ ҡарашы менән йыланды арбай, ти.
– Был икенсе ҡатыны икән. Тәүгеһе үлгән. Тәү­ге­һе­нән бер улы, бер ҡыҙы ҡалған. Ғәзизәнән ике ҡыҙ ба­ла, ти…
Сабир хәҙрәт ауылға килеп эшләй башламаҫ элек үк ошондайыраҡ хәбәрҙәр телдән-тел­гә һөйләнелеп, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа еткерелде.
– Иншаллаһ, бирһен Хоҙай, – тине Халиҡовтар ҡә­үе­ме тураһында хәбәрҙар аръяҡ мәсетенең имамы Хәлиулла мулла, биръяҡ мәсеткә имам-хатип булып ки­ләсәк мулланың абруйына һис бер көнләшмәйенсә. – Таш башы тауынан таш артмаҫ, беҙҙең Сә­йет­ба­ба ауы­лынан ғилемле зат артмаҫ. Ауылыбыҙға таш­тай-ҡом­дай батып, бергә йәшәргә насип булһын, ун­дай мәшһүр кеше ауылыбыҙҙың дәрәжәһен тағы арт­тырыр, Аллаһ теләһә. – Сабир хәҙрәт тураһында ишеткән, белгәндәренән ҡәнәғәт ҡалған аръяҡтың мулла­һы «Әлхәмдүлилләһ» тип түңәрәк һаҡалын һыйпап ҡуй­ҙы.
Ғөмүмән, сәйетбабаларҙа борондан йәшәп килгән һәй­­бәт бер сифат бар, унда элек-электән зыялы, уҡы­мыш­лыларҙы, үҙҙәренә ғилем биреүселәрҙе ололоҡ­лай­­ҙар. Белемле зат үҙ ауылыныҡымы, әллә ситтән кил­гәнме – уныһы мөһим түгел. Яҡшы кешене ҡолас йә­йеп үҙ ҡорона алалар. Бының шулай булыры, йәғни, үҙен яратып ҡаршы аласаҡтары, барыһын алдан бе­леп, күреп торған Мөхәммәтсабир хәҙрәттең күңеле­нә әшкәртелде. Ул оҙаҡҡа һуҙмай өйәҙ ҡалаһы Стәр­ле­­тамаҡҡа барып, яңы урынға тәғәйеннамә алды ла, шул ыңғайы билдәләнгән төбәккә эшкә йүнәлде.
Ауыл осона килеп еткәс, ул арбаһынан төштө, ерән ай­ғырының дилбегәһен бушатып, бер ҡаҙыҡҡа бәй­ләне һәм тауҙар итәгендә ирәйеп ятҡан үҙе ғүмер һө­рәсәк ҙур башҡорт ауылына ҡарап, сәләм бирҙе.
– Әссәләмү ғәләйкүм, Сәйетбаба! Әссәләмү ғә­ләй­күм, Мырҙаҡай!
Эргәһендә ниндәйҙер бер серле тауыш уның сәлә­ме­нә яуап бирҙе:
– Вәғәләйкүм әссәләм, Мөхәмәтсабир улым! Төк­лө ая­ғың менән! Әйҙә, рәхим ит! Һине бында күптән кө­тәләр!
Бәй, бер кем дә күренмәй, кем өндәште икән уға? Са­бир хәҙрәт тауыш килгән яҡҡа, ауылға ингәндә һу­ла­­­­ҡайҙа ятҡан ҙур зыярат яғына күҙ һалды. Унда мө­һа­­бәт кәүҙәле, ап-аҡ түбәтәй, ап-аҡ сапан кейгән ила­­­­һи зат баҫып тора ине. Ғилем эйәһе шунда уҡ ун­ың Ғәб­делджәлил ишандың изге рухы икәнен аңланы.
– Вәғәләйкүм әссәләмү, Ғәбделджәлил ғали йәнәп! – тине лә ҡәбер яғына табан атланы.
Сабир хәҙрәт Сәйетбаба изгеһе Әбйәлил ишан ту­ра­­һында күптәнән ишетеп, белеп йөрөнө. Уның ун етен­се быуат аҙағында тыуыуы, ун һигеҙенсе быуат ба­шын­да, етмеш йәшендә ошо зыяратҡа ерләнеүе ха­­ҡын­да ла хәбәрҙар ине. Буласаҡ имам-хатип Әб­йә­лил ишан (халыҡ бында уны шулай тип атап йөрөтә) ҡәбере янына туҡтаны ла сүгәләп, тәүәссүл до­ға­һын уҡыны:
Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәүәджжәһү иләйкә
би нәбиикә Мөхәммәдин нәбиир-рахмәти
йә Мөхәм­мәд, (йә Ғәбделджәлил) әтәүәджжәһү
бикә илә раббии фии хаджати.
Шунан Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып, ишан рухына ба­ғыш­­­ланы һәм изге рухҡа мөрәжәғәт итте:
– Эй, олуғ ғилем эйәһе, фатихаларыңды бирсе әле ми­­ңә! Аллаһ миңә лә гел хаҡ юлдарҙан йөрөргә на­сип итһен ине!
Сабир хәҙрәт бер ыңғай ошо ҙур ауылға нигеҙ һал­ған, ошо зыяратҡа ерләнгән әруахтар, башҡа из­ге­ләр ру­­хына, барлыҡ мөьмин мосолмандарға ла Ҡөрьән сү­рә­ләрен бағышланы:
– Рухтарығыҙ ҡыуанып ҡайтһын, хаҡ мосолмандар. Беҙ­­­­гә фатихаларығыҙҙы биреп ятығыҙ, – тине лә бо­рон­­­­­­­­­ғо ҡәберлектән сығып, атын ауыл яғына табан борҙо.
Бөтә нәмәне алдан белеп, күреп тороусы хәҙрәт бын­да үҙен көтөп алғандарын аңланы. Был хәл уны шат­­ландырҙы. Килеп баш-күҙ алыу менән, әйтерһең, ошо ауылда тыуып үҫкән кеше, ең һыҙғанып эшкә то­тондо. Иң башта ике мәсеттең дә дин тотоусылары ме­нән осрашып, һәр береһе менән күрешеп, танышып сыҡ­ты. Был мәсеттең эшен дауам иттереү өсөн бик фай­ҙалы булды. Оло Үтәш ауылында мөғәллим хеҙ­мә­тен башҡарған Мөхәммәтсабир хәҙрәт тәүге йы­­йын­да уҡ ауылға мәҙрәсә төҙөү кәрәклеген күтәреп сыҡты.
– Ғилем эстәү – фарыз ғәмәл, – тине ул. – Ғилем мо­солманды тәҡүәле итә, аҡыл ҡеүәһен үҫтерә, бала­ла­­ры­быҙға тәрбиә бирергә ярҙам итә, әҙәпле, тәү­фиҡ­лы бу­лырға өйрәтә, – тип дәлилләне ул был тәҡди­мен. Хатип ағаһының да әйтеп ебәргән сәләмен ет­кер­­ҙе.
– Сәйетбаба кеүек өлкән ауылға мотлаҡ бер түгел, хат­­та ике-өс мәҙрәсә кәрәк. Мәсете, мәҙрәсәһе бул­ған ауылдың киләсәге була. Имам бар ерҙә иман бар, тиҙәр. Был ауылдан киләсәктә ҙур ғилем эйәләре, уҡымышлы кешеләр сығыуын тоҫмаллайым, әл­хәм­дүлиллаһи шөкөр.
Мәҙрәсә төҙөү кәрәклеге тураһында Мөхәм­мәт­са­бир хәҙрәт, Хатип хәҙрәт әйткәндәрҙе ауыл бер та­уыш­­­тан хупланы.
– Ир балаларыбыҙ – мөғәллимдең, ҡыҙ балалар абыстайҙың өйөнә генә барып уҡып ҡайта, ни бары хә­­реф танырға, ҡушып уҡырға өйрәнә, – тине туғыҙ ба­ла атаһы Хатмулла. – Ә төплө ғилем алыу өсөн Оло Үтәш, Ҡыйышҡы, Стәрлебаш мәҙрәсәләре кеүек уҡыу йорттарына барырға кәрәк. Күмәк балалы ғаи­ләләрҙең йыраҡҡа ебәреп уҡытырға хәленән килмәй. Ауылыбыҙҙа мәҙрәсә булһа, беҙҙең балалар ҙа на­ҙан ҡалмаҫ ине. Ана, Стәрлебаш мәҙрәсәһе ун алты йортто биләп тора ти. Ниңә беҙгә лә ике мә­хәл­ләгә ике мәҙрәсә йорто һалып ултыртмаҫҡа.
– Эйе лә баһа!
– Хаҡ һүҙ!
– Беҙгә мәҙрәсә кәрәк!
Сәйетбаба ауылында эшен бына шулай башлап ебәр­ҙе Мөхәммәтсабир хәҙрәт.
Тик уны бер генә нәмә борсоно: ҡапылда ҡатынын, ба­лаларын күсереп алып килә алмаясаҡ. Торорға урын­дары юҡ. Үҙе хәҙергә мәсеттең тар ғына бер бүл­мәһенә урынлашып торҙо.
– Йылы ҡулда хәҙрәткә өй һалып бирәйек, – тип ты­рышып ҡарағайны балта оҫталары, әммә ҡыш­ҡылыҡ­ҡа ни бары бураны нигеҙгә ултыртып, башын ҡыйыҡлап өлгөрҙө.
– Башланған эш – бөткән эш. Бер йылға ҡуян ти­ре­һе лә сыҙаған, – тине Шәйәхмәт бабай. – Яҙ етеүгә таҡ­талар ҙа кибеп торор, иҙән, түбәһен түшәп ебә­рер­беҙ, артынса мейесен сығарырбыҙ. Шунан абыс­та­йыбыҙҙы ла күсереп алып килербеҙ, иншаллаһ.
Сабир хәҙрәтте (сәйетбабалар әйтеүгә ҡулай тип уға баштан уҡ шулай тип өндәште) тәүге көндән үк яҡын күрҙеләр. Айырыуса, мәрхүм Сиражетдин хәҙ­рәт­­­­тең улы, ун ете йәштәр тирәһендәге Әбйәлил ти­гән егет уны үҙ итте. Ярҙам итештереп, егеп йөрөгән атын ҡа­рашып, кәрәк саҡта күсер булып, гел эр­гә­һен­дә генә йөрөнө.
Сабир хәҙрәт көндәр йылы саҡта ғаиләһенә йыш ҡай­­тып торҙо. Маҡам ҡәҙере ситтә беленә икән. Ҡай­тып инеү менән бер яҡтан улы Мөхәммәтриза, икен­се яҡ­тан ҡыҙы Зөләйха эргәһенә килеп һыйына. Фә­реш­тә­ләй генә бәләкәс ҡыҙы Сафура «әттә-әттә» тип тә­тел­дәп атаһына кескәй ҡулын һуҙа. Ҡыйғас ҡара ҡаш­лы, сөм-ҡара муйыл күҙле Ғәзизәһе хәләленән кү­ҙен ала алмай, эргәһендә өйөрөлә. Ошонан да ҙур бә­хет бар­мы ни донъяла!
Алла бирһә, бер ҡыш нисек тә үтер, йәйгә эргәһенә кү­сереп алыр, өҙөлөп һағыныуҙары онотолор әле.
...Бына өр-яңы 1897 йыл да тыуҙы. Быйыл ҡышын ар­­тыҡ һыуыҡтар булғаны юҡ, ҡары ла ғәҙәттәгенән йо­ҡа. Төндәрен яңғыҙы йоҡлай алмайынса хәҙрәт тыш­ҡа сы­ға, оҙаҡ итеп күккә, айға, йондоҙҙарға ҡа­рап тора. Һын­сыл ҡарашы быйылғы йылдың ҡоро ки­лә­­сәген тоҫ­мал­лай. Ҡоролоҡ, аслыҡ булыуы ихтимал. Ал­­лаһы Тә­ғә­лә бирәм тиһә – бирә, алам тиһә – ала, ба­рыһы уның ҡөҙрәтендә. Шуға һиҙенеүҙәрен әйтеп, ал­дан ха­лыҡты ҡаңғыртырға теләмәне ул. Бәлки Ал­лаһ ил­сеһе пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт сал­ла­л­лаһу ға­ләй­һисәлләмдең тыуған кө­нөн үт­к­әр­еп, уның рухы аша раббыбыҙҙан йылдың уңыш­лы ки­­ле­үен һорарғалыр. Тиҙҙән етәсәк Мәүлит бай­­ра­мын­­да һуңғы пәй­ғәм­бәребеҙ рухына доғалар ба­ғыш­лап, сә­ләмдәр ебә­реп ҡарарҙар. Иншаллаһ, те­ләк­­тә­ре­­беҙҙе Аллаһ ҡа­бул ҡылыр. Йылдың бәрәкәт­ле ки­ле­үен ихлас те­лә­гән Мәүлит байрамына ҙур өмөт­тәр бағ­ла­ны. Әҙер­лекте ул бер-нисә ай ал­дан баш­ла­ны.
Мәүлит байрамы алдынан Сабир хәҙрәт һәр кемгә шә­­­һәдәт кәлимәһен мотлаҡ ятларға ҡушты:
“Әшһәдү әл-лә‘ иләһә илләлаһу,
әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүлүллаһ”.
Был доғаның мәғәнәһен дә халыҡҡа ентекләп аңлатып бирҙе: Аллаһтан башка Тәңре юҡ, Мөхәммәт – Ал­лаһтың Илсеһе!
Эшен ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе данлаған ошо мәш­һүр мөнәжәтте өйрәтеүҙән башланы:
“Әнттә шасун, әнтә бадрун,
Әнтә нурун ғалә нур.
Әнтә мисбахус-сурайәә,
Йә, хәбиби, йә рәсүл.”
Халыҡты йыйып байрамды нисек үткәреү хаҡында кә­ңәш­ләште, йома һайын вәғәздәр һөйләне, мөнә­жәт­­тәр әйтергә өйрәтте.
Халыҡтан мөнәжәттәр ятлатыу, мәрхәбә, салауат әй­тергә өйрәтеү, Мәүлит байрамын үткәреү юлдарын төшөндөрөү Сабир хәҙрәттең байтаҡ ваҡытын алды.
Бындай эштәрҙе яңғыҙ башҡарып булмай, әлбиттә. Мә­шәҡәтле саҡтарында хәҙрәткә, үҙен мәрхүм ата­һын­­дай яҡын күргән шәкерте, төп ярҙамсыһы Әб­йә­лил булды. Эшкә салт, һүҙгә үткер, уйға зирәк был уң­ған егетте үҙ улындай күреп яратты.
Ауыл халҡы байрамға теләп әҙерләнде. Һәр кем хә­ле­нән килгәнде эшләне. Байҙар ҡорбан салырға бул­ды, ҡатын-ҡыҙ бешеренде, умартасы Ғәзизйән ҡарт бер тәпән бал килтереп бирҙе. Балаҫсы Нәғимә мә­сет­кә йөндән кейеҙ, бер нисә кизе-мамыҡ балаҫ һу­ғып бирергә ниәт ҡылды.
Хәҙрәттең бындай әҙерлекле байрамға абыстайын да килтергеһе килде.
– Ғәзизәмде ҡыуандырайым, Мәүлит байрамына ал­ып киләйем, – тип уйланы ғаиләһен өҙөлөп һағын­ған Сабир хәҙрәт. Тик әҙерлек эштәре ҡайнап торған бер мәлдә ҡайһылай итеп Оло Үтәшкә барып килергә? Остазының бушамауын күреп йөрөгән мөрите Әб­йәлил әйтә ҡуйҙы.
– Ҡана һуң, үҙем бара һалып киләйем. Ерәнсәй ми­ңә өйрәнгән, юлды беләм.
Са­­бир хәҙрәт бер килке уйланып торҙо ла риза бул­ды.
– Һин ҡыйыу егет, бирешмәҫһең, иншаллаһ, – тине. – Төш­тән һуң сығып, Оло Үтәшкә, минең Хатип аға­йым­­­­дарға барып ҡунырһың да, иртәгәһен иртүк кире бо­р­­олорһоғоҙ.
Әбйәлил ерән айғырҙы егеп, ҡуҙғалырға тип тор­ған­­­да, хәҙрәт кашауайға ҙур ялбыр төлкө толоп ыр­ғыт­­ты.
– Абыстайҙы Сафура ҡыҙым менән бергә ошо йы­лы толопҡа төрөп ултыртырһың, өшөп ҡуймаһындар.
Егеттең ҡулына төптән йыуан итеп башлап, осон нә­ҙегәйтеп төйөрләп бөтөргән биштән ишелгән оҙон ҡа­йыш сыбыртҡы тотторҙо.
– Юл хәлен белеп булмай, был сыбыртҡыны һис бер ҡулыңдан ысҡындырма! – Сабир хәҙрәт үҙе лә һиҙ­­мәҫтән мөритен оҙатҡанда был һүҙҙәрҙе, ниңәлер, бер нисә рәт ҡабатланы.
Әбйәлил юл буйынса хәҙрәттең һуңғы әйткән һүҙ­ҙә­­­рен уйлап барҙы. «Сыбыртҡыңды ҡулыңдан ысҡын­дыр­­ма...» Ниңә әйтте әле ул был һүҙҙәрҙе?!

Кәрәмәт

Әбйәлил юлға төш ауғас ҡына сыҡһа ла, шәпле ай­ғыр егерме биш-утыҙ саҡрым араны һә тигәнсе үтеп, ҡа­­раңғы төшмәҫ элек үк Оло Үтәш ауылына ел­де­­реп ба­­рып та инде. Кистән үк абыстайҙы күреп, ир­тә­­гә ир­­түк юлға сығырға әҙер торорға кәрәклекте әйт­­те. Үҙе, остазы ҡушҡанса, Сабир хәҙрәттең бер ту­­ған аға­­һы Хатип хәҙрәттәргә барып йоҡланы.
Иртәнсәк тороп, сәй эсеп, атын егеп килеп еткәндә, хәләлен өҙөлөп һағынған йәш ҡатын йыйынып-тө­й­­ө­нөп, ике балаһын дуҫтарына ҡарап торорға ҡал­ды­­­рып, күсерҙе көтөп тора ине. Әбйәлил сабыйын ҡо­­саҡ­лаған Ғәзизә абыстайҙы хәстәрлек менән төлкө то­­­лопҡа төрөп, кашауайға ултыртты ла тирә-яғын һы­уыҡ үтмәҫлек итеп ҡымтып ҡуйҙы. Үҙе кузлаға менеп ул­­тырҙы ла көр тауыш менән:
– Н-а-а-а, малҡай, елдәй елеп кенә төш етеүгә беҙ­­ҙе Сәйетбабабыҙға илтеп еткер, – тип һамаҡланы. Егет ҡайыш дилбегәне ҡулына алып тартты ла, ҡа­пыл ниҙер һиҙенгәндәй, күңеле һеркелдәп ҡуйҙы. «Эй, Раббым, Аллам, хәҙрәттең ғаиләһен имен-аман ғы­на алып ҡайтып тапшырырға үҙең ярҙам ит инде», – ти­­не лә эстән юл доғаһын уҡып, дилбегәһен тартты. Ат уры­нынан ҡуҙғалып китте.
– Их, ҡаҡшата ошо Йөҙимән менән Имәнлек ара­уы­­­ғы! Шул ерҙе генә имен-аман уҙып китә алһындар ине. Ике ауыл араһы имән ҡатыш йүкә урманы. Ул ти­рә борондан бүреләр төбәге. Сәйетбаба баҙарына кил­гән юлаусылар теге аҙнала ғына: «Бүре – аҡыллы йырт­­ҡыс, үҙебеҙҙең ауыл малына теймәй, табышты сит­­­тән аулай», – тип шаяртып һөйләп торғайны...
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Әбйәлилдең кү­ңе­­­ле зәрә һиҙгер ине. Ниңәлер, ҡапыл тыныслығын юғалт­­ты. Ошо тирәне икенсе ерҙән урап үтеп бул­маҫ­­мы, тип уйлана башланы. Тик ни хәл итергә, сана юлы бе­­­­рәү. Моғайын, төнө буйы һунарҙа йөрөгән йырт­ҡыс­­­тар иртүк осрамаҫ, тип тынысландырырға ты­рыш­ты ул үҙен. Әммә шомланыуын еңә алманы. Әб­йә­лил атын нығыраҡ ҡуйҙы.
– Ннна-а-а, малҡай!
Йөҙимәнде үтеү менән айғыр тынысһыҙланып быш­ҡы­рып ебәрҙе. Күңеленә килгәне раҫҡа сыҡмағайы. Егет йәнә атын сыбыртҡылап алды.
– Ах, шайтан алғыры! Ана, ағас араһынан эткә оҡ­ша­ған бер йәнлек күренде. Йә, Хоҙай, былар ни, өйө­рө менән дәһә: берәү, икәү, өсәү, дүртәү. Бүре ғаи­ләһе. Ана, улар юл ситләп теҙелеп ултырҙы ла, дүртәүләшеп егеүле аттың килеп етеүен көтә баш­ланы. Бына береһе, иң ҙурыһы, моғайын, ата бүрелер, ашыҡ­май ғына юлдың уртаһына сығып ҡойроғона ултырҙы ла әллә ҡыуанысынан, әллә аслыҡтан яфаланып, күккә ҡарап олоп ебәрҙе. Уның эргәһенә ҡалған өсәү­һе килеп торҙо, улар күмәкләшеп кашауай килгән юлға төбәлде. Инде ни хәл итергә? Ун һигеҙ йәш­лек, тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан тәжрибәһеҙ егеттең йө­рәге дарһылдап типте. Әллә кире Йөҙ­имәнгә бо­ролорғамы? Барыбер ҡыуып етәсәктәр. Ҡурҡ­ҡаныңды һиҙһәләр, оторо шашырҙар. Их, ис­маһам, мыл­­тыҡ та алмаған. Хәҙер бер генә юл ҡала, атты шәп ҡы­­уып, бүреләрҙе еткермәү. Унан Имән­леккә лә күп ҡал­май. Әбйәлил дилбегәһен ҡыҫыбыраҡ тотто ла ай­ғыр­­ға тағы уңлы-һуллы сыбыртҡыһы менән һел­тәне.
– Н-а-а, малҡай, әйҙә, әйҙә, тырыш!
Аҡыллы ат бар көсөнә алға ынтылды ла йырт­ҡыс­тар­­ҙы ап-аруҡ артта ҡалдырып, үтеп китте. Ас бүреләр ҙә ҡорбанын ысҡындырырға теләмәне, кашауай ар­тынан төштө. Ҡыуып етеп, ике бүре ике яҡлап ай­ғыр­ҙың муйынына ынтылды. Бер уҫалы тешен ыржайтып, ҡойроҡ төбөн матҡырға итте. Дүртенсеһе кашауайға һикереп менергә маташты. Әбйәлил йәнасыҡ­ҡа киҙәнеп, ҡайыш сыбыртҡыһы менән алдағы бүрегә һа­­лып ебәрҙе. Тегеһе, әллә сыбыртҡының осло суғы кү­ҙенә тейҙе, юлда тороп уҡ ҡалды. Кашауай эргәһенән юртҡаны ла, ҡамсы эләгеүҙән һеңгәҙәп, ахыры­һы, юртыуын һүлпәнәйтте. Алдағы икәү һаман ҡуйманы, улары айғырҙың муйынынан алырға тырышты.
– Н-а-а, ерәнсәй, алға! Ҡотҡар беҙҙе!
Әбйәлил йәнә ынтылып бүреләрҙе алмаш-тилмәш һы­ҙырҙы ла тәҡәтһеҙләнеүҙең сигенә сығып, үҙе лә һиҙмәҫтән яр һалып ҡысҡырып ебәрҙе.
– Һеҙгә барыбер бирешмәм, хәсистәр. Мине еңә ал­маҫһығыҙ, яуыздар.
Көслө тауыш урманды яңғыратты, хатта бүреләр һиҫ­кәнеп шыңшып ҡуйҙы. Төлкө тундың йылыһына ойоп, юлдағы хәлде абайламай ҙа килгән абыстай, ҡур­ҡып уянды. Ни булғанын шунда уҡ аңланы. Бүре­ләр! Ҡайһылай ҡурҡыныс. Инде ни эшләргә? Ана, бе­ре­­һе ырылдап санаға һикереп менергә самалай. Әб­йә­лилдең ҡамсыһы һыртына ныҡ ҡына эләккән бала бү­ре ситкә ырғыны. Ата һәм инә бүре һаман ҡорос­тай үткер тештәрен ыржайтып, аттың муйынына ба­тыр­ыр­ға самалай. Былай булһа, ҡәһәр һуҡҡырҙар, бө­тәбеҙҙе лә ботарлап ташлай бит. Сафураҡай ғы­на­һын, йәненән дә ҡәҙерле ғәзизгенәһен, йыртҡыс та­маҡ­­лағанды ни йәне менән ҡарап торор. Бәпес­кә­йен ҡай­һылай итеп һаҡларға?! Әсә илап уян­ған сабыйын ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты, күҙҙәренә йәш эркелде.
Әбйәлил бирешмәй, уның һайын ғәйрәтләнеп, юл­ба­ҫарҙарҙы туҡмауын белә. Сыбыртҡыһы ҡулында йә­­шен утындай уңлы-һуллы уйнап ҡына тора. Әммә те­ге ҡанһыраған нәмәләр ҙа сигенергә уйламай. Ана, ғәйрәтле ата бүре Әбйәлилдең үҙенең өҫтөнә ыр­­ғыр­ға тырыша.
– Ах, сәсрәп киткерҙәре, тәре күҙҙәр! Инде ни хәл итер­гә? Ғәзизәнең башына сая бер уй килде. Белә ул, бе­лә ни эшләргә кәрәклекте. Хәҙер, хәҙер. Ҡатын өҫ­төндәге бишмәтен сисеп ырғытты. Ул – әсә. Үҙ-үҙен ҡор­бан итеп булһа ла бәләкәсенең ғүмерен һаҡлап ҡа­лырға тейеш. Ғәзизә кәүҙәһен бүреләргә ташлар, Са­фураһы хаҡына йәнен фиҙа ҡылыр. Әйҙә, тығын­һындар, дөмөккөрҙәр! Шулай итеп ҡотҡарып ҡаласаҡ ул сабыйын. Ире биреп ебәргән толопҡа алты ай­лыҡ ба­ланы ныҡ итеп төрҙө. Сафураһы тәҡәт иттермәй яр­һып илай. Меҫкен ҡатын үҙе лә илай-илай бә­пе­сенә имсәген ҡаптырҙы. Һуңғы тапҡыр имеп ҡал­һын! Йылы һөт тәменә иҙрәп, сабыйы илауҙан туҡтаны. Ғәзизә кеҫәһендә йөрөгән бауҙы алып, биләүле ба­ланы тунға урап сырмап бәйләне лә кашов­каның тө­бөнәрәк тыҡты, эргә-тирәһен бесән ме­нән тултыртты. Ул бөтә ғазаптарға риза, тик йәненән дә артыҡ күр­гән Сафураһы ғына тере ҡалһын. Ә ба­ла тағы яр­һып илай башланы.
Улай ҙа күсер егет ҡурҡаҡ түгел, йыртҡыстарҙы уң­лы-һуллы туҡмай ғына. Ашығырға кәрәк. Ныҡ тул­ҡын­ла­ныуҙан Ғәзизәнең бармаҡтары боҙ кеүек ҡа­тып, кәүҙәһе таш булды. Бына-бына ул сананан ырғыясаҡ.
Бисара ҡатындың ни уйлауы хаҡында башына ла кил­­термәгән Әбйәлил һаман атты ҡыуыуын белде, тағы ла ярһыбыраҡ сыбыртҡыһын шартылдатып, бүре­ләр­­ҙе туҡманы, бар хәленсә уларҙы санаға яҡын ебәр­мәҫкә тырышты.
Әсә, ниһайәт, сананың ситенә йәбеште. Эйе, эйе ат­ты ҡыуыу менән мәшғүл күсер егет уның кашовканан һикереп төшөп ҡалыуын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ. Ас бүре­ләр уны өҙгөсләп, дүрт яҡлап һырып алырҙар, кәү­ҙәһенә тештәрен батырырҙар, уңарсы, кашауай са­на ауылға ла барып етер.
Ирен, балаларын, тормошто сикһеҙ яратҡан ҡа­тын­дың ирендәре һуңғы бәхилләшеү һүҙҙәрен бы­шыл­даны:
– Хушығыҙ, ғәзиздәрем, бәхил булығыҙ.
Йөрәген йөҙгә телгеләп, тәҡәтһеҙләнеп, йән асыҡ­ҡа­ илаған Сафураҡай ғынаһы яғына һуңғы тапҡыр бо­ро­лоп ҡарарға йыйынды. Шул ваҡыт ни ғиллә, алыҫтан уның ҡолағына бер шаңдау килеп ҡаҡлыҡты:
– Туҡта, Ғәзизә, сабыр ит! Ярҙам килер!
«Был бит Сабирым тауышы, – тип уйланы ҡатын. – Кә­рәмәтсе тигән даны бар. Моғайын, ул беҙҙе ҡотҡарыу әмәлен тапҡандыр!»
Шулай тип уйлағанын белә, аръяғын Ғәзизә иҫлә­мә­не. Торорға тип әҙерләнгән еренән иҫһеҙ ҡоланы. Ни булғандыр, аҙаҡ, бер ни хәтерләмәй. Аңына кил­гән­дә, эргәләрендә атҡа егелгән саналар тора, бер кө­­төү сиғандар шау-гөр килә, тош-тош ерҙә факелдәр яна, бер нисәүһе барабан ҡаға, ҡайһы бере бу­бен һуға. Ҡатлы-ҡатлы күлдәк итәктәрен елпелдәтеп си­ған бисәләре бейешә, ирҙәре ҡысҡырып йырлаша. Ә бүреләр ҡайҙа булған һуң? Ҡурҡып ҡастылармы икән ни? Моғайын, шулайҙыр. Был тиклем мәхшәрҙән ни­сек ҡурҡмаһындар? Ә сиғандар бында ҡайҙан ки­леп сыҡҡан? Бына ғәжәп. Ғәзизә ҡолағына килеп ише­тел­­гән баяғы ауазды хәтерләргә тырышты:
– Сабыр ит! Ярҙам килер!
Ҡапыл Ғәзизәгә үҙҙәренең бүреләр һөжүменән ҡо­то­лоу сере асылғандай булды. Был тик Сабирҙың хик­мә­те булыр. Тимәк, ул бүреләр ябырылыуҙы белгән. Эйе, эйе, уның ҡөҙрәте аша Аллаһы Тәғәлә беҙгә яр­ҙам ебәргән.
Көслө тетрәнеүҙән арынып та етмәгән ҡатындың кү­ңеле оло шатлыҡтан талпынды. Ул сисеп ырғытҡан бишмәтен кире кейеп алды.
– Рәхмәт, Сабирым! Был изгелегең өсөн Аллаһы Тәғәләм һинең исемеңде быуаттарҙан-быуаттарға мәңге данлаһын!
Сиған таборы, нисек ҡапыл пәйҙә булһа, шар-шор итеп, шулай тиҙ күҙҙән дә юғалды. Ғәзизә уларҙың өс са­наға тейәлеп, эргәһенән ары үтеп киткәндәрен ге­нә күреп ҡалды.
– Абыстай, ҡотолдоҡ! Бәпес тонсоғоп ҡуймаһын, сыр­мауын ысҡындырайыҡ, – тигән хәстәрлекле тауыш уны иҫенә килтерҙе. Әбйәлил инде иларлыҡ та хәле ҡал­маған, бышлығып бөткән сабыйҙы ныҡ итеп сырмап бәй­ләнгән толоптан саҡ-саҡ ысҡындырып алып, әсә­нең ҡу­лына тотторҙо. Үҙе тиҙ генә күсергә менеп ултыр­ҙы ла дилбегәһенә йәбеште. Бер аҙҙан артына ҡа­рап:
– Бәхетебеҙ бар икән, абыстай, – тине. – Араланы Ал­лаһы Тәғәләм. Күңеле нескәргән абыстай ҙа өндәшмәй ҡала алманы.
– Рәхмәт, туғаным. Ғәййәр икәнһең. Һин булмаһаң ни эшләр инек? – Үҙе тынысланып йоҡлап киткән са­бы­йын күкрәгенә ҡыҫты. Күңеле ярһыған йәш әсә Сәйетбабаға барып еткәнсе эстән теләк теләне: «Эй, Раб­­бым, үҫеп еткәс, Сафура ҡыҙыма нәҡ ошо Әб­йә­лил кеүек үҙе батыр, үҙе һәйбәт, үҙе матур егетте насип итһәңсе!»
Бүреләрҙән ҡотолғас, ҡурҡып ҡалған айғыр, ауыл яғына ҡарай уҡтай атылды. Имәнлекте үткәс, Уҫман ауы­лы күренде. Ә аръяғы хәүефһеҙ. Сәйетбаба һу­нар­сылары ауыл тирәһендә бүреләрҙе шашындырмай, күренгән берен сүпләп кенә тора.
Сабир хәҙрәт юлсыларҙы мәсет ҡапҡаһының ты­шы­на уҡ сығып көтөп тора ине. Ул ҡара тиргә батып ки­леп туҡтаған ерән айғырҙы ауыҙлығынан эләктереп ал­ды ла, абыстайына, уның ҡулындағы биләүле бә­пес­кә ҡараны:
– Йә, имен-аман килеп еттегеҙме? – тине. – Әб­йә­лил­гә рәхмәтле ҡарашын ташланы ла ҡулына дил­бе­гә­не тотторҙо.
– Бар, улым, Ерәнсәйҙе бер аҙ атлатып йөрөт, янып, харап булып ҡуймаһын. – Үҙҙәрен хәтәр ҡурҡыныс хәлдән йолоп ҡалған ҙур йәшкелт һоро күҙле ҡы­йыу егеткә Ғәзизә рәхмәтен ҡайһылайтып еткерергә бел­мәй торҙо. Егет атты етәкләп ситкә киткәс, саҡ сы­ҙап торған ҡатын Сабирының күкрәгенә башын һа­лып, һулҡылдап илап ебәрҙе.
– Ҡуйсәле, иламасәле, ҡәҙерлем. – Ҡатынын тиҙерәк йыуатырға тырышҡан ир уның йәшле күҙҙәренән үбеп алды ла алдағы тормошон күҙаллап, ошо һүҙ­ҙәр­­ҙе әйтте:
– Алда беҙҙең тиҫтәләгән йылдар йәшәйәсәк ғүме­ре­беҙ бар. Балаларыбыҙ ҙа күп булыр, иншаллаһ. Был хәл­дәрҙе оноторһоң. Бары ла үтә, был да үтер.
Ул бер ҡулына биләүле баланы алып, икенсе ҡулы менән кәләшен ҡосаҡлап, торлағына табан атланы.
– Һин әйткәнсә булыр, хәләлем!
Йөрәге ҡайнар мөхәббәт менән тулышҡан Ғәзизә, ире­нә һөйөп, яратып ҡараны.
– Быйылғы Мәүлит байрамы мәңге онотолмаҫлыҡ бул­ды инде, – тине.
Сабир хәҙрәт серле йылмайып, өҫтәп ҡуйҙы:
– Эйе, дөрөҫ әйттең, мәңге онотолмаҫ ул. Ун ете йыл үткәс, бөгөн теләгән бер теләгең ҡабул буласаҡ әле, абыстай.
Хәҙрәт Сафура ҡыҙы яғына ымланы ла:
– Ошо биләүҙәге ҡыҙыбыҙ Әбйәлилгә кейәүгә сы­ға­саҡ!
– Ысынлапмы? Ҡайҙан белдең?
– Күрерһең!
Хәләле әйткәндәргә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла бел­мәгән Ғәзизә иркәләнеп, ҡәҙерлеһенә нығыраҡ һы­йынды, эстән генә:
– Бирһен Хоҙай! – тине лә Әбйәлилдең бүреләр ме­нән айбарланыуын тағы күҙ алдынан үткәрҙе. Һүҙ юҡ, егет шәп. Әммә әле биләүҙә ятҡан баланың үҙенән егерме йәшкә оло кешегә кейәүгә сығыуын әсә ҡа­пылда башына һыйҙыра алманы.
Сәйетбабала Мәүлит байрамдарын үткәреп, йә­мә­ғәт менән теләктәр теләү эҙһеҙ үтмәне, халыҡтың их­лас ялбарыуҙарын Аллаһ ҡабул ҡылды. 1897 йылдың йәйе бик яҡшы килде. Ямғырҙары ваҡытында яуып, еле ваҡытында иҫте. Мал-тыуарға ашарға күпереп үләне үҫте. Бесәнен сабып алдылар. Был йылды ауыл­да хатта үлгән кеше булманы. Бал уңды. Бәғ­зеләр бал һалырға тәпәндәр еткерә алмай аптыраны. Уңышлы, бәрәкәтле бер йыл тиҙ үк үтеп тә китте. Ҡә­нә­ғәт ауыл халҡы быларҙың барыһын Сабир хәҙрәттең Сәйетбабаға күсеп килеүе менән бәйләне:
– Ишандың таяғынан, түрәнең аяғынан, ти. Хәҙ­рә­те­беҙҙең аяғы ла, таяғы ла еңел булды. Ауылыбыҙға мул­лыҡ алып килде. Иншаллаһ, гел шулай була күр­һен, – тине.

Ниәт итеү – мораҙыңа етеү

Ошо ваҡыттан алып ауылда йылдың-йылы Мәүлит бай­рамы ҙурлап үткәрелә башланы. Ниһайәт, ауылға бә­рәкәт килде. Йылдар береһенән-береһе уңышлы бул­ды, йүкә сәскәләренән бал тамып торҙо. Оло­раҡ­тар: «Ишандың таяғынан, түрәнең аяғынан шул», – тип ба­рыһын Сабир хәҙрәттең еңел аяҡлы булыуына юра­ны.
Бына 1901 йылдың изге Рамаҙан айы ла килеп ет­те. Сәйетбаба халҡы хәҙер ураҙаны айҙың башынан алып ахырынаса байрам итә. Таң атҡандан ҡояш ба­йы­ғанға тиклем ураҙа тота ла, кискеһен бер-бе­реһе ме­нән саҡырышып, ашҡа йөрөшөп, ауыҙ аса, шу­нан бергәләшеп мәсеткә тәраүих намаҙына юллана. Өйә аръя­ғында Хәлиулла мулланың, биръяҡта Мөхә­мәт­са­бир хәҙрәттең мәсете көн дә тәраүих намаҙына килеүселәр менән тулы була. Барыһы белә, ураҙаның бе­ренсе ун көнө – рәхмәт, икенсе ун көнө – гонаһ­тар­ҙан пакланыу, өсөнсө ун көнө – йә­һән­нәм ғазабынан ҡотолоу көнө, ураҙаның аҙаҡҡы көн­дәрендә Ҡәҙер кисәһе төнө. Ауыл мосолмандары дини сараларҙы теүәл башҡара.
Биръяҡҡа йөрөүселәр бигерәк тә Әбйәлилдең дүрт рә­­ҡәғәт намаҙ араһында әйткән тәсбих доғаһын яра­та. Бала-сағаға тиклем ауылда уны ятлап алып, көйләп йөрөйҙәр.
Сүбхәнә ҙил-мүлки үәл мәләкүт.
Сүбхәнә ҙил-ғиззәти уәл-ғәҙамәти үәл-ҡудрати
Үәл-кибрийәи үәл-джәбәрүүт.
Сүбхәнәл-мәликил-хәййил-ләҙи лә йәмүт.
Сүббүхүн ҡуддүсүр-раббил-мәлә икәти үәр-рух.
Лә иләһә илләл-лаһү нәстәғфирүл-лаһ.
Нәс әлүкәл-джәннәтә үә нәғүҙү бикә минән-нәр.
Ғәҙәттә, намаҙ тамамланғас, һуң булһа ла, йыйыл­ған кешеләр таралырға ашыҡмай. Үҙҙәрен борсоған донъяуи хәлдәр тураһында һүҙ ҡуҙғата. Ишбулды, Иш­­мөхәмәт, Хатмуллалар балаларын уҡытыу мәсьә­лә­­­һен күтәрә.
– Ауылға мәҙрәсә кәрәк.
– Улдарым зирәк, уҡытырға ине.
– Йәл, балаларыбыҙ наҙан ҡала, ситкә ебәреп уҡы­тырға хәл етмәй. Сабир хәҙрәт, һин Оло Үтәш мәҙ­рәсәһендә мөғәллим булып торғанһың. Бында ла шул эште дауам иттереп булмаҫмы?
– Был турала күптән уйлап йөрөйөм, йәмәғәт.
Һуңғы ваҡытта имам-хатип үҙе лә нисек иттереп мәҙ­рәсә һалдырыу тураһында баш ватты. Бында ҡоро те­ләк кенә етмәй шул, матди ярҙам кәрәк. Исмаһам, ауыл менән сығып, мәҙрәсәнең йортон төҙөп бирһәләр, уҡыу әсбаптары табыуҙы, мөғәллимдәр яллауҙы ни­сек тә үҙе хәстәрләргә тырышыр ине. Ураҙаға инер алдынан ғына элек үҙе уҡыған Ҡыйышҡы мәҙрәсәһенә ба­рып ҡайтты. Аҙаҡ Өфөнөң Беренсе собор мәсете эр­гәһендәге «Ғос­мания» мәҙрәсәһенә етеп, уҡыу-уҡы­тыу эштәре менән танышып йөрөнө. Улар­ҙың прог­­рам­малары бик тығыҙ: Ҡөрьән уҡыу, дин дәрес­тә­ренән башҡа унда шәкерттәр иҫке төрки, ғәрәп, фар­сы, рус телдәрендә уҡый, яҙа белергә тейеш. Та­рих фәне киң өйрәнелә. Педагогика, иҡтисад, биология, астрономия, физика, химия кеүек пред­меттар уҡы­тыла. Бындай типтағы мәҙрәсәне асыу өсөн уҡыу әс­баптары юлларға, мөғәллимдәр табырға, уларға тор­лаҡ, эш хаҡы түләргә кәрәк буласаҡ. Сабир хәҙрәт бер ни тиклем уҡыу кәрәк-яраҡтарын күтәреп ҡайт­ты. Әммә бының менән генә эш бөтмәй.
Аҡмәсеттең имам-хатибы ахун Шәрәфетдин хажи­ҙы күреп һөйләшеүе фәһемле булды.
– Ниәттәрең менән хәбәрҙарбыҙ, хәҙрәт. – Тархан ҡу­нағының үтә ҡараған, серле ҡөҙрәт һипкән йәшкелт һо­ро күҙҙәренән арбалғандай, уға текләп, тынып ҡал­ды. Был күҙҙәр уны хайран итте. Уларҙың ябай тү­гел­ле­ген төшөндө. Шәрәфетдин хажи уларҙа быуар йы­лан­ды көсһөҙләндерә алырҙай хикмәтле ҡөҙрәт бар­лығын той­ҙо. Барлыҡ тәне буйлап йылы энергия ип­кене үтеп кит­те. Хужа көслөк менән күҙҙәрен Са­бир хәҙрәттән айы­рып алды, әммә ғәжәпләнеү хисе уны ташламаны. Та­биплыҡ ҡөҙрәте менән дан ҡа­ҙан­ған был бағымсы хәҙ­рәт тураһында ишеткәне бар ине уның. Сәйетбаба има­мының кәрәмәттәре, табиплығы хаҡында халыҡ ара­һында күп төрлө хайран ҡалдырырлыҡ хәбәрҙәр йө­рөй. Тархан үҙен ҡулға алырға тырышты ла һүҙ башланы:
– Мәҙрәсә астырыу тураһында хәстәрләп йөрөй­һөң икән. Изге ниәтеңде хуплайбыҙ. Башта беренсе баҫ­ҡысты асып, дүрт йыл уҡып, башланғыс белем алып сыҡһалар ҙа ярай.
Ләкин уларҙың мәҙрәсә астырыу хаҡындағы һүҙҙәре ошонан ары китмәне. Сабир хәҙрәт тарханды ни­ҙер бик ныҡ борсоуын, ләкин был турала һүҙ ҡу­ҙ­ғатыр­ға тартыныуын күрҙе. Шуға үҙе башланы:
– Гөлбәзир абыстайҙың һаулығы нисек? Әллә ауы­р­ың­ҡырап торамы?
– Эйе. Тәнен ҡара тимерәү баҫты. Өшкөрөп тә ҡа­ра­ныҡ, докторҙарға ла күрһәттек. Йүнәлерҙәй тү­гел, көндән-көн хәле мөшкөлләнә.
– Улай икән. – Сабир хәҙрәт бер мәлгә генә күҙҙәрен йомоп, уйланып торҙо. – Миңә абыстайҙың үҙен кү­рергә кәрәк. Эйе, балнистыҡы уға килешмәҫ. Дау­а­һы икенсе.
Тархан, көтөлмәгән уңышты һиҙепме, өтәләнеп китте. Ҡунағын өйөнә тиҙерәк алып ҡайтырға ашыҡты:
– Улайһа, әйҙә, хәҙрәт, киттек беҙгә. Һинең генә өш­­көрөүең, имең килешер абыстайыма. Былай ҙа Мыр­ҙа­ҡайға алып барып, һиңә күрһәтергә тип тора инем. Үҙең килеп сыҡтың, иншаллаһ, бик һәйбәт булды.
Шәрәфетдин тархан Өфө ҡалаһының үҙәк урам­да­­рының береһендә урынлашҡан ике ҡатлы ағас өйҙә йәшәй икән. Уларҙы бик сибәр, әммә күҙҙәре өмөт­һөҙ­лөккә бирелгән, бойоҡ йөҙлө ханым ҡаршы алды. Сабир хәҙрәт шунда уҡ уның Гөлбәзир абыс­тай икәненә төшөндө. Эйе, ана, ҡулдары ҡып-ҡыҙыл булып, сей­ләнеп, шешмәкләнеп тора. Тимерәү, моғайын, бөтә тәнен ҡаплап алғандыр. Тәҡәт иттермәй, йө­рәгенә төшөп ҡысыталыр, һыҙлайҙыр. Абыстай Са­бир хәҙ­рәт­тең ҡарашын тойоп, уңайһыҙланды, ҡулдарын йә­шерергә маташты.
– Абыстай, таныш бул, был Сәйетбаба муллаһы Мө­хәмәтсабир хәҙрәт. Данлыҡлы бағымсы. Ул һине ҡа­рар. Аллаһтың «Амин» тигән сағына тура килеп, им-томо килешеп, йүнәлеп китергә яҙһын.
Шәрәфетдин тархан ауырыу һәм бағымсының икәү­һен ҡалдырҙы ла үҙ йомошо менән икенсе бүл­мә­гә сыҡты.
– Ҡорт елеме бармы һеҙҙә? – тине бағымсы.
– Бар, бар. Хәҙер.
– Миңә һары май менән ҡорт елеме кәрәк бу­ла­саҡ. Уларҙы еҙ һауытта иретергә кәрәк. Ҡай­на­тырға яра­май.
– Ярар, хәҙер.
– Был дауаны мин үҙ ҡулдарым менән әҙерләргә те­йеш, шулай шифалыраҡ булыр. – Сабир хәҙрәт үҙен аш-һыу бүлмәһенә оҙатыуҙы һораны. – Бармаҡ ба­шын­­дай ҡарағас сайыры табылмаҫмы?
– Булыр.
Бағымсы бер кәсәләй һары майға бармаҡ башындай ҡорт елемен ваҡлап турап һалды, унда ҡарағас са­йырын, бер-ике ҡалаҡ йүкә балын ҡушты ла еҙ тас­ты талғын утҡа ҡуйҙы. Әкрен генә болғатып, уны шы­йыҡ массаға әүрелгәнсе иретте. Шунан уттан алып, һыуытырға ҡуйҙы.
– Был дауа бешкәнгә лә, шешкәнгә лә, тимерәүгә лә, һәр төрлө тире ауырыуҙарына ла килешер. Арт­ҡа­нын аҙаҡ мохтаждарға таратып бирерһең, сауап бу­лыр. Ә үҙеңә тигәнен хәҙер айырым һауытҡа самалап һалып ал, өшкөрөп бирермен. Бермә-бер килешер, әлхәмдүлилләһ.
Бер нисә йыл ҡаҡшатҡан ауырыуҙан ҡотолорона ышанысын юғалтҡан Гөлбәзир абыстай хәҙрәткә һынсыл ҡарап ҡуйҙы ла, уның йәшкелт нур бөрккән ҡа­рашынан ҡаушап, шиген әйтмәй, ауыҙын йомдо. Ауырыуҙың ни уйлағанын белеп, аңлап торған хәҙрәт уны йыуатырға ашыҡты:
– Тиҙҙән һауығырһың, иншаллаһ! – тине һәм ҙур их­ласлыҡ менән Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып, елемле май­ға өрҙө: «Аллаһүммә Раббән-нәси әҙһибил-бәэсә ишфи әнтәшшафи лә шифаә иллә шифә үк...» – Абыс­тай, ошо майҙы көнөнә өс тапҡыр ҡысыулы ерҙәреңә һөр­төрһөң. Бер-ике көндән тәнеңдә тимерәүҙең эҙе лә ҡалмаҫ.
– Рәхмәт, хәҙрәт. Изгелегең Аллаһтан ҡайтһын.
Ураҙа булғас, табын артына ултырып торманылар, ҡояш байығанды, ауыҙ асҡанды көттөләр. Бар һөйләшеү һаулыҡты ҡайтарыу хаҡында барҙы.
– Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы һәм бал, бал ҡорто еле­ме, һитә менән йөҙ төрлө ауырыуҙы дауалап бу­ла, – тине Сабир хәҙрәт. – Әҙәм балаһы өсөн иң ши­фалы тәғәм – ул бал; бал тәнгә лә, йәнгә лә шифалы.
Мәҙрәсә хаҡында был юлы башҡаса һүҙ ҡуҙғатыл­ма­ны. Иртәгәһен хәҙрәт таң менән тороп, ауылына ҡайтып китте.
Сабир хәҙрәттең Өфөнән ҡайтыуына аҙна-ун көн дә үтмәне, артынса Сәйетбабаға йөҙҙәре шатлыҡтан бал­ҡыған Шәрәфетдин тархан менән Гөлбәзир абыс­тай килеп төштө. Ҡулдарында төйөнсөк.
– Рәхмәт әйтергә килдек. Бына абыстайым һауыҡты. Тәнендәге тимерәүҙең эҙе лә ҡалманы. Һин, Сабир хәҙрәт, тылсым эйәһелер.
– Ҡорт елеме шулай ул, бермә-бер килешә.
– Күршебеҙҙең аяғына эҫе һыу түгелеп, бешеп ята ине, уға ла теге майҙы бирҙем, ыңғайы һыҙлауы баҫылды, яраһы уңала башланы.
– Бешкәнгә балауыҙлы май ысынлап та бик килешә, күршең дә йүнәлер, иншаллаһ.
– Амин, шулай була күрһен.
Гөлбәзир менән Ғәзизә абыстайҙар түрбашҡа, ә хәҙ­рәттәр төпкө өйгә уҙҙы. Һәр ике төркөм үҙ әңгәмә­һен ҡорҙо. Ныҡ алҡышланған ҡунаҡ абыстай үҙенә шул тиклем изгелек эшләгән хәҙрәттең абыстайына ни алып, ни бирергә белмәне. Өфөнән алып килгән зат­лы бүләктәрен хужабикәнең алдына теҙеп һалды: бын­да алтын ептәр менән нағышланған бәрхәт камзул да, күлбеп торған ебәк күлдәк тә, шау сәскә кишмер шәл дә бар ине.
– Ниңә был тиклем? Беҙгә бындай ҡиммәтле бүләктәр ҡабул итеү уңайһыҙ.
– Хәләл ефетең мине көнө-төнө язалаған ҡаты ауырыу­ҙан ҡотҡарҙы. Һыҙланыуҙарым ҡулдары менән генә һыпырып ташлағандай булды. Рәхмәтем ик­һеҙ-сикһеҙ.
Ғәзизә бүләктәрҙе ҡәҙерләп урҙаға теҙеп элде лә, кү­ңеле нескәреп китеп, хәләл ефетенең бынан биш йыл элек үҙҙәрен нисек бүреләр һөжүменән ҡотҡарыуын, шул саҡтағы Әбйәлилдең ҡыйыулығын һөйләп бирҙе.
– Шунда шау-гөр килгән сиғандар өйөрө хасил бул­маһа, бөткәйнек инде. Бүреләргә беҙҙе өҙгөсләп таш­ларға ғына ҡалғайны. Сабирым араламаһа бөгөн бы­лай итеп һөйләшеп ултыра алмаған булыр инек. – Бү­реләр менән булған хәлде иҫләгәс, Ғәзизәнең күҙ­ҙә­ре йәшләнде. Эстән генә, эй, Раббым, хәләлемә хә­йерле ғүмер бир, тип теләп алды.
Хәҙрәттең хикмәттәрен көнө-төнө тыңларға әҙер Гөлбәзир ул арала тағы ла берәй кәрәмәтен һөйләүен үтен­де.
– Күп инде уның ҡыҙыҡтары, – тине Ғәзизә абыс­тай, ауыр хәтирәләрҙән тиҙерәк арынырға тырышып. Был юлы иренең үткән йылдағы бер күңелле кәрәмәтен иҫенә төшөрҙө. Көлөмһөрәп ҡуйҙы ла, аш көҫәп йө­рөгәнендә ире нисек итеп туйғансы ҡурай еләге ашатыуын хәтерләп, шуны бәйән итте:
– Зәйнәбемә ауырлымын. Ҡыш ур­та­һы. Үлтереп ҡурай еләге ашағым килә. Был ваҡытта уны ҡайҙан та­баһың инде? «Эй, бала, ниңә юҡты тап­ты­раһың? Аҡ ҡар өҫтөндә ҡурай еләге үҫмәй бит», – тим. Шул саҡ өҫтәл янында яҙышып ултырған Са­би­рым­дың ҡәләме иҙән ярығынан баҙға тәгәрәп төш­тө лә китте.
– Абыстайым, – ти ефетем. – Баҙға төшөп кенә ҡә­лә­мемде алып бирсәле.
Йомош ҡушып бармай торғайны лаһа, тип Са­би­ры­ма аптырабыраҡ ҡарап торҙом да, май шәм яндырып, баҙға төшөп киттем. Ни күҙем менән күрәйем, әй­ләнә-тирәмә күҙ һалһам, тирә-яғым туп-тулы ҡурай еләге. Асанай урманымы ни! Ҡайҙа ҡарама еләк. Эй, ҡом­һоҙланып ашарға тотондом. Ә еләк һис тә кәмемәй. Уны нәфсем ҡанғансы ашаным. Ҡә­ләм эҙләүҙе лә оно­топ, баҙҙан килеп сыҡтым. Кә­рә­мәт­сем көлөп то­ра, йә, абыстай, күңелең булдымы, ти. Баҡһаң, ул ми­нең ыҙалауымды һиҙеп, хәлемде еңеләйтергә булған.
Донъяла бындай хәлдәр ҙә буламы икән ни, тип Гөл­бәзир абыстайҙың әле ишеткәндәренә һушы кит­те. Уның аптырауы ла, һоҡланыуы ла бергә ине. Хәҙ­рәт­тең әлеге кәрәмәтен үҙен һауыҡтырғанға тиклем ише­ткән булһа, билләһи, ышанмаҫ та ине. Йылдар буйы яфалаған тимерәүҙән үҙен бер нисә көндә ҡо­тол­дорғанын күргәндән һуң, хәҙер ул Сабир хәҙрәттең барлыҡ кәрәмәттәренә лә ышана.
Ҡунаҡ Ғәзизә абыстайҙан иренең тағы берәй кә­рә­мәтен һөйләүҙе үтенде.
– Кешенең урамда атлап барыуына ҡарап, бөгөн был мосолман иртәнге намаҙын уҡынымы, юҡмы икәнен, белә ала. Иртәнге намаҙын уҡыған кеше атлауынан айы­рыла, ти. Ҡәйнәм мәрхүм, Сабир улым биш йә­шен­дә атаһының үлерен белеп, ҡайғыһынан тел­дән яҙ­ҙы, тип һөйләй торғайны. Быума сирлеләрҙе ҡа­рап йүнәтә. Сабирҙың белмәгән үләне, дауаламаған ауы­ры­уы юҡ. Ауыл кешеләре, балам сирләп китте, тип килә. Һәр береһенә ярҙам күрһәтеп, өшкөрөп оҙата. Бетеү яҙып бирә. Күбеһенсә бал, ҡорт еле­ме, һитә, инә ҡорт һөтө, ҡорт ағыуы менән дауалай. Йәйен дә, ҡышын да беҙҙән кеше өҙөлмәй. Ошо ара­лар­ҙа ғына биш-алты ауырыуҙы ҡарап йүнәлтеп ебәр­ҙе: Ғиндулла тигән егет аттан ҡолап, арҡа һөйәген имгәткән икән, уның умыртҡа һөйәген урынына ул­тыртты; бе­рәү баштан сыҙай алмай килгәйне, ул арыуланып ҡай­тып китте; икенсеһе йөрөй алмай хәл­һеҙ ята икән, уға барып ярҙам итеп килде; бер баланың күҙенә арпа сыҡҡан – барыһына Сабирымдың өш­көрөүе, им-томо кәрәк.
Ике абыстай шулай бик оҙаҡ үҙ-ара сөкөрләште, серләште.
Төпкө бүлмәлә әңгәмә ҡорған хәҙрәттәрҙең һөйләшеүе тағы ла етдиерәк булды. Хажи ахун хәҙрәттең Сә­йетбабаға килеүенең тағы бер сәбәбе булған икән: ул быйыл Мөхәммәтсабир хәҙрәтте хажға ебәрергә ниәтләгән. Был ҡорҙа һүҙ ошо турала барҙы. Ҡу­наҡ: «Беҙ һине Аҡмәсет исеменән хажға ебәрергә бул­дыҡ», – тине.
– Хажға? Мин әҙер түгел.
– Хәҙрәт, һиңә хажға барыу лазым, мөҙҙәтең ет­кән.
– Мөҙҙәт, тиһеңме? Ә мин икеләнеберәк тора инем.
– Мәсеттән ярҙам булыр. Ураҙа тамам булыу ме­нән Аҡмәсет әһелдәре менән юлға сығырһығыҙ. – Ул ҡу­лындағы төргәкте бағымсыға һуҙҙы: – Бында хаж­да ке­йә торған махсус кейемдәр. Юлға әҙер­ләне­геҙ. Мат­ди ярҙам булыр.
– Рәхмәт Шәрәфетдин ахун, былай булғас, Аллаһ те­ләһә, һеҙҙең хәйер-фатихала йыйына башлармын.
Кискеһен ауыҙ асҡандан һуң ике хәҙрәт мәсеткә тәрәүих намаҙына барҙы. Ҡунаҡҡа Әбйәлилдең тәсбих доғаһын көйләп әйтеүе оҡшаны.
– Тауышы ҡалай матур, беҙҙең Аҡмәсет мәзиненән дә арттыра. Исем-аты кем был егеттең?
– Әбйәлил, мәрхүм Сиражетдин хәҙрәттең улы. Бик ҡыйыу, эшкә шәпле, булдыҡлы уғлан. Мәҙрәсәлә уҡый. Маҡамы (йорто) матур. Мулла булыр, ин­шаллаһ.
Иртәнге сәхәрҙән һуң дәрәжәле мосафирҙар юлға йыйына башланы. Изгелек ҡәҙерен белеүсе иманлы Шә­рәфетдин ахун, Гөлбәзир абыстайҙар менән Ха­ли­ковтар бер-береһен бик оҡшатты. Яңы та­ныш­тар яҡын дуҫтар булып хушлашты.
Сабир хәҙрәт бәләкәйерәк кенә алты мөйөшлө өйҙә, ауылса ябай тормошта йәшәһә лә, бер мана­ра­лы мәсеттә генә имам булып торһа ла Шәрәфетдин ахун уның дәрәжәһе үҙенекенән күпкә юғары булыуын, унда Аллаһ ҡөҙрәте менән бирелгән илаһи ғи­лем барлығын тойҙо. Хажға барып, хаж ғәмәлен үтәп ҡайтһа, иншаллаһ, Аллаһ ҡаршында дәрәжәһе тағы ла артыр.
«Ғосмания» мәсете һәм мәҙрәсәһенең имам-хатибы һалып киткән осҡон Сабир хәҙрәт күңелендә көндән-көн нығыраҡ дөрләне. Ураҙаның ҡалған өсөнсө ун көнлөгөндә ул тик хажға барыу тураһында ғына уйланы. Тик күмәк бала менән йәп-йәш кенә абыстайын нисек яңғыҙын оҙаҡҡа ҡалдырып китер? Тәүге ҡа­ты­нынан булған Зөләйха ҡыҙы ҡул араһына инде инде, мал-тыуар ҡарашырға ярҙам итер үгәй әсәһенә. Тик Мөхәмәтриза улы бигерәк шуҡ. Әсәһе үлгәс, гел иркәләтеп, уны үҙҙәре боҙҙо, буғай. Башта хаж сә­фәре тураһында ул абыстайы менән кәңәшләшеп ҡа­рарға булды. Ғәзизәһе ни әйтер?
Уйланып йөрөп ятҡанда бынан йөҙ йылдар самаһы элек Сәйетбаба ерендә тыуып, ауыл осондағы зыя­рат­­­ҡа ерләнгән Әбйәлил ишан төшөнә инде. Аҡ­тан ке­йенгән мөһабәт кәүҙәле күркәм хәҙрәт: «Һин, ғали йәнәп, Аллаһ ҡаршыһында йыһан өсөн кәрәкле ин­сан­дарҙан һаналаһың. Күк менән ер изгеләр бәрәкә­тен­дә хәрәкәт итә. Һин, Мөхәмәтсабир улым, шунда­ғы бер терәү. Һиңә хажға барыу лазым», – тине һәм күҙҙән юғалды. Ни булды был, төшмө, әллә өнмө? Барыһын шул тиклем асыҡ итеп күрҙе. Күҙ алдынан китмәгән серле был төшөн ул көнө буйы уйлап йөрөнө. Ә бер көндө уға хаж ғәмәлен үтәр өсөн юлға сыҡ­ҡан­дан алып, ҡайтып еткәнсегә тиклем ни буласағын әш­кәрттеләр. Мәккә, Мәҙинә ҡалаларында йөрөгәндә ғәрәп халҡына уның күп ярҙамы тейәсәк икән. Ке­ше­ләрҙе төрлө һәләкәт, фажиғәләрҙән ҡотҡарасаҡ. Был сәфәр уға юғарынан ҡушылған фарыз ғәмәл бу­лыр. Ауылында ниәтләгән мәҙрәсә төҙөү эшен тик ошо хажға барып ҡайтҡас ҡына атҡара аласаҡ икән. Был хәлдәрҙән һуң изге ниәтен ҡатынына әйтергә йөрьәт итте:
– Ҡәҙерлем, мин хажға барыуға ниәт итеп йөрөйөм. Һин быға нисек ҡарайһың? Шәрәфетдин ахун да ба­­рыуымды бик теләне.
Ғәзизә абыстай иренең һуңғы ваҡытта ныҡ ҡына уй­ла­нып йөрөүен һиҙеп йөрөнө, тик сәбәбен һорашыр­ға ҡыймай ине. Бына ниңә хәләле уйға сумып йөрөгән икән? Моғайын, ҡатынын дүрт бала менән нисек ҡалдырып китергә тип баш ватҡандыр. Юҡ, Ғәзизә бер ва­ҡыт­та ла Сабирының бындай изге ниәтенә ҡаршы кил­мә­йәсәк. Донъя көтөшөргә ярҙам итергә ағайҙары бар. Ул йөҙөн балҡытып, хәләленә ололоҡлап ҡа­ра­ны:
– Ниәт иткәс, әлхәмдүлилләһ, барырһың. Илдә сып­сыҡ үлмәй. Беҙ бирешмәбеҙ, үҙең иҫән-һау йөрөп ҡайт.
Ҡатынының фатихаһын алғас, хәҙрәт кискеһен тә­рә­үих намаҙына килеүселәргә хажға барырға ниәт ҡы­лыуы тураһында әйтергә булды.
Ил ҡарттары, ғәҙәттәгесә, тәрәүихтан һуң тара­лыш­май, Сабир хәҙрәтте уратып алды. Имам-хатип шул саҡ һүҙ башланы:
– Йәмәғәт! – тине. – Хаж ҡылыу, Мөхәммәт пәй­ғәм­­бәр эҙҙәре ҡалған Мәккәи Мөкәрәмә ҡалаһына ба­рыу, Мәҙинәи Менәүәрә ҡалаһына барып, Рә­сүлал­лаһ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәл­ләм­­дең ҡәберенә зыярат ҡылыу, ер аҫтынан урғылып сыҡҡан зәм-зәм һыуҙарын эсеп, иманымды нығытып ҡай­тыу – минең донъялағы иң ҙур хыялым. Аллаһ бир­һә, хаж ҡылырға ниәтләнем. Һеҙҙән фатиха алып, сә­фәр­гә әҙерләнә башларға итәм.
Шунда уҡ бер-нисә кеше:
– Бик хуп, бик хуп! – тип хәҙрәттең әйткәнен күтәрмәләп алды.
– Сәйетбабала ғына түгел, бөтә тирә-яҡта изге эш­тә­­рең менән дан алдың. Алдан күрә белеүең, табиб­лы­ғың ғәҙел, тоғро холҡоң менән дүрт-биш йыл эсендә ауылдың үҙ кешеһенә, һөйөклө затына әүерелдең, – тине ауылдың иң оло кешеһе Әхмәҙулла бабай. – Бар ихласлығым менән фатихамды бирәм. Йө­рөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә. Үҙеңдән юға­рыға ҡарап фекер ит, үҙеңдән түбәнгә ҡарап шөкөр ит, ти. Хаж ғәмәлдәрен үтәп, йөрәк күҙең тағы ла нығыраҡ асы­лып, донъя күреп, үҙеңде донъяға күрһәтеп, илгә имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Ил ҡартының тоғро, ғәҙел һүҙен барыһы хупланы, ул­тырып доға ҡылып, барыһы ла изге сәфәргә фати­ха­һын бирҙе:
– Ниәт иткән – мораҙына еткән. Аҡ юл һиңә, Сабир хәҙрәт!
Ошо көндән башлап Ғәзизә абыстай хәләл ефетен алыҫ сәфәргә әҙерләй башланы: кейем-һалымын рәтләне, ҡорот киптерҙе, талҡан тартты, ит ҡаҡланы, ҡаҡ ҡой­ҙо, бауырһаҡ бешерҙе. Хәләл ефете:
– Юл тоғона эргәләге Аҡбейек тауының сәтләүеген һал, абыстай, бер нисәүһен ярып ашаһам да йөрәккә ял булыр, – тигәс, барып сәтләүек йыйып алып ҡайт­ты.
Сабир хәҙрәт хаж ғәмәлен урыны еренә еткереп үтәү өсөн донъяуи мәсьәләләрҙе ваҡытлыса ҡуйып тор­ҙо, ул рухын нығытыу менән шөғөлләнде: көндәр бу­йы йә намаҙҙа, йә зекерҙә ултырҙы.
Ураҙа бөтөргә бер нисә көн ҡалғайны, өйлә на­ма­ҙы­нан һуң Сабир хәҙрәтте ауылдың атаҡлы мәрәкәсе­һе Шәмсетдин мулла туҡтатты:
– Хажға барырға ниәт ҡылдым. Ҡәғбәтулланы ба­рып күреп, ғибәҙәт ҡылырға, фарыз ғәмәлемде үтәп ҡу­йырға кәрәк. Алыҫ сәфәргә юлдашҡа мине лә үҙегеҙ менән алмаҫһығыҙмы?
– Бәй-бәй, ниңә алмай, ти, алырбыҙ. Иптәшлеккә һи­нән дә ҡулай кеше юҡ. Тик юллыҡ аҡсаң бармы?
– Мөхәммәтрәхим бай бирә. Минең өсөн хаж ҡы­лып ҡайт, тине.
– Бик хуп. Байҙар түләп рәткә үҙе урынына икенсе ке­шене вәкил итеп ебәрә. Сауабы һиңә лә насип бу­лыр, әлхәмдүлилләһ! Әйҙә, әҙерлән сәфәргә!
Күҙҙәре эс-бауырыңды байҡап сығырға теләгәндәй үтә ҡараған, теләгән бер кешеһен арбап, үҙенә ҡа­рат­а алған был хикмәт эйәһенең юлда үҙенә мәшәҡәт тыу­ҙырыуы мөмкинлеген дә аңлай ине Сабир хәҙрәт. Теге саҡ Сәйетбаба баҙарына ҡыяр һатырға килгән Ҡа­рағай ауылы мәрйәләре менән булған хәлде иҫе­нә төшөрөп:
– Тик шуҡлығыңды ҡуйып китерһең, Шәмсетдин энем, – тине. – Үткәнендә анау мәрйәләрҙән ҡыярҙарын ба­ҙар халҡына бушлай тараттырҙың да ҡуйҙың. Улай яра­маҫ ине, ыҙалап үҫтергән баҡса емеше бит ул.
– Күҙе ҡыҙып ҡарап торған бала-саға йәл булып кит­те, хәҙрәт, кәмит күрһәтер өсөн булманы. Аҙаҡ ҡыярҙарының хаҡын үҙем түләнем бит, рәнйемәгән­дәр­ҙер әле.
– Тик тормаған телдә бәлә бар. Хажға барғанда ун­дай эштәрҙән ары йөрөрһөң, Шәмсетдин мулла.
– Ләббәйкә, хәҙрәт, ләббәйкә.
1901 йылдың көҙө Сәйетбаба әүлиәһе Сабир хәҙрәт Шәмсетдин мулла менән бергә, Өфө ҡа­ла­һы­­ның Беренсе собор мәсетенә ҡараған «Ғосмания» мәҙ­рәсәһенә өс көн тигәндә һыбайлап килеп етте һәм ун­дағы хажға барырға йыйынған төркөмгә ҡу­шылды.


Хаж ҡылғанда

Ҡабул була торған хаж өсөн
бүләк бүлып ожмах тора.
Хәҙистән.

Сабир хәҙрәттең алдан әйтеп, киҫәтеп алып сығы­уы­на ҡарамаҫтан, берәй ҡыҙыҡ уйлап сығармаһа, эсе боша торған мәрәкәсел Шәмсетдин мулла бында ла үҙ холҡон ҡуйманы. Бер ваҡыт хажға барыусылар юлында ҙур күл хасил булды. Барыһы, хәҙер быны нисек аша сығырға, тип туҡтап ҡалды. Хажға барыу­сы­лар төркөмөн оҙатыусы ғәрәп тылмасы Әбүсәлим ха­фаға төштө:
– Ай-вай, элек бында күл булмай торғайны ғуй. Ни хик­мәт булды был?
Сабир хәҙрәт йылмайып бер ситтә баҫып торған Шәм­сетдин муллаға ҡараны ла барыһын да аңланы. Күҙ ҡарашы менән генә: «Һинең эшме был? – тип һо­раны. – Ҡуйһаңсы шул шуҡлығыңды. Арыған юлаусы­лар­ҙың юҡ-бар менән башын ҡатырмағай», – тигәнде аң­латып, башын сайҡаны.
Бары­һын хайран итеп, күҙ менән ҡаш араһында, күл үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Бер ни аңламаған юлау­сы­­лар бер-береһенә ҡарашып, шаҡ ҡатты. Шул саҡ Сабир хәҙрәт телгә килде:
– Беҙҙең Шәмсетдин мулла алдығыҙға ҡырағай айыу­ҙы сығарып бейетһә, һис тә ғәжәп итмәҫһегеҙ. Ул кә­рә­мәтсе, – тине.
– Сөбхәналлаһ машаллаһ! Ҡөҙрәтте биргән икән дә­һә Хоҙай Тәғәлә үҙенә.
– Тағы ла берәй кәрәмәт күрһәт әле, сөхбәт, – тине­­ләр хажға барыусылар.
Шул саҡ кешеләр ҡаршыһына сүллектән мөһабәт кәү­ҙәле, һаҡал, мыйыҡлы, оҙонсараҡ йөҙлө, мосол­ман­са кейенгән, ҡулына тиҫбе тотҡан шөһрәтле дини зат килеп сыҡты:
– Хәйерле юл, мосафирҙар, – тине ул арыған, йонсоған кешеләргә ҡарап. – Арағыҙҙа бер изге зат бар. Уны ҡурсалап, һеҙҙең алдығыҙҙан да, артығыҙҙан да һаҡсы фәрештәләр йөрөр, яуыз көстәр һеҙгә һис бер зарар килтерә алмаҫ. Ҡылған хажығыҙ ҡабул булыр, иншаллаһ! – Шулай тине лә серле зат күҙҙән юғалды.
Барыһы ла, хатта Шәмсетдин мулланы биш бармағындай белгән Сабир хәҙрәт тә был хәлгә шаҡ ҡатты. Бер кем бер ни өндәшмәй барыһы ла ҡом өҫтөнә ултырып доға ҡылырға тотондо. Тик күпмелер ваҡыттан ғына кешеләр бер-береһенә ҡарашып, һораша башланы:
– Кем был пәйҙә булған изге зат?
– Борон замандарҙа беҙҙең Көгөш буйҙарына килеп, ислам динен таратып йөрөгән дәрүиштең изге рухы, – тине Шәмсетдин.
Арабыҙҙа изге зат кем икән, тип уйлаусылар ба­ры­­­һы күҙ бәйләп үҙҙәрен хайран иткән Шәмсетдин мул­­ла яғына ҡараны. Моғайын, ошо кәрәмәт эйәһелер, тип уйланылар.
– Былай булғас, Аллаһ бирһә, сәфәребеҙ уңышлы уҙыр! – тине юлаусылар.
Был хәлдән һуң мосафирҙар араһында кәрәмәтсенең абруйы бермә-бер күтәрелде. Уға барыһы әүлиәгә ҡараған һымаҡ ололоҡлап, ихтирам менән ҡарай баш­ланы. Йома саҙаҡаһын да тик уға бирҙеләр. Ә Сабир хәҙрәттең ниндәй ҡөҙрәт эйәһе икәнлеге хаж­ға барыусыларға әлегә сер булып ҡалды.
Ике хикмәт эйәһе ҡурсыулығында йөрөгән моса­фир­ҙар артыҡ ыҙа күрмәй генә ҡайҙа һыбайлап, ҡай­ҙа дөйәгә атланып, ҡайҙа пароход менән алтмыш биш көн тигәндә изге Мәккә ҡалаһы эргәһенә килеп етте. Миҡәттә тәһәрәтләнеп, ял итеп, йыуынып-сайынып, ихрамдарын кейеп, Ҡорбан байрамына дүрт көн ҡалды тигәндә улар Мәккә ҡалаһының ҡапҡаһынан инеп, ҡалаға юлланды. Меңәр саҡрым ара үтеп, хаж ҡы­лырға тип килгән табын диндарҙары барлыҡ те­йешле ғәмәлде урыны-еренә еткереп башҡарырға ниәт­ләне. Бының өсөн улар барлыҡ көсөн һаласаҡ. Был турала улар тылмас Әбү Сәлимгә лә әйтеп ҡуйҙы:
– Аллаһ ҡаршыһында ҡылған хаждарыбыҙ ҡабул бул­һын өсөн беҙ барлыҡ ғәмәлдәрҙе урыны-еренә етке­реп үтәргә тырышырбыҙ.
– Баш өҫтө, изге мосафирҙар, һеҙ барлыҡ ғәмәл­дәр­ҙе тоғро итеп үтәп сыҡһын өсөн мин дә бөтә кө­сөм­дө һалырмын.
Әҙерәк ял итеп, тамаҡ ялғап алғас, башта ғәрәп тыл­­масы уларҙы Әл-Хәрам мәсетенә алып китте. Бын­да ҡабул ителгән ҡанун буйынса Ҡәғбәне тәүәф ҡыл­ды­лар, йәғни, ете тапҡыр урап сыҡтылар. Күктән ин­гән Ҡара ташҡа ҡағылып, уны үптеләр. Ике рәҡәғәт на­маҙ уҡып, тәүәфкә доға ҡылғандан һуң, Сафа һәм Мә­рүә тауын сәғи ҡылдылар, шунан Зәм-зәм шишмә­һе­­нә киттеләр. Изге шишмә янына килеп еткәс, Са­бир хәҙрәт хаж ҡылыусы яҡташтарына был шишмә ту­ра­һында тулыраҡ мәғлүмәт биреп китеүҙе кәрәк тап­ты:
– Хәбибтәрем, юлдаштарым, – тине күңеле нес­кәр­гән хәҙрәт, күҙҙәренә йәш алып. – Беҙ Аллаһ фа­ти­хаһы менән Исмәғил пәйғәмбәребеҙ бәрәкәтендә ғәрәп ерендә хасил булған изге шишмә янында ба­ҫып­ торабыҙ. Ер йөҙөндәге иң шифалы һыу – Зәм-зәм һы­уы. Ул астар өсөн ризыҡ, ауырыуҙар өсөн да­уа. Уны эскән кеше Аллаһтан ни һораһа, шуны алыр, ба­ры­­һы ҡабул булыр, иншаллаһ. Йән, тәнегеҙгә сәлә­мәт­лек килер.
Шифалы шишмәнең ҡөҙрәтен күптән ишетеп йө­рө­­гән иманлы кешеләр нисек кенә сарса­ма­һын һыу­ға ҡомһоҙланып йомолманы. Әҙәп һаҡ­лап, улаҡ­тан ағып ятҡан һыуҙы самалап ҡына кә­сә­­ләренә ағы­­ҙып алдылар ҙа ҡиблаға ҡарап, доға уҡый-уҡый уны өскә бүлеп, уртлап йоттолар. Һауыт төбөндә ҡалған тамсыларҙы әрәм итмәйенсә күҙ­ҙәренә, баш­­та­рына һөрттөләр, аҙағынан доға ҡылып ҡуйҙылар.
– Йә, Хоҙайым, йә Раббым, йә Аллаһым, насип ит­тең дәһә изге Зәм-зәм һыуын тәмләргә! Мең дә мең шө­­көр, мең дә мең рәхмәт яуһын һиңә.
Иртәгәһен хаж ҡылыусылар изге шишмә сығарған Иб­­раһим пәйғәмбәрҙе һәм уның изгә әсәһе Һәжәрҙе иҫ­­кә ала-ала, Сафа менән Мәрүә ҡалҡыулыҡтары ара­­һын тағы ете ҡат йүгерә-атлай уҙҙы. Арафәт тауы итә­­генә туҡтап, күмәкләп хөтбә тыңланылар, намаҙ уҡы­нылар. Шунан Мөздәлифә тауында булып, атабыҙ Әҙ­әм ғәләйһиссәләм менән анабыҙ Һауа ра­дый­ал­ла­һу ғәнһә ҡауышҡан тауҙа таңды ҡаршыланылар. Ми­на үҙәненә барып шайтанға өс тапҡыр етешәр таш ат­тылар. Бынан һуң инде ҡорбан салырға ла мөм­кин бул­ды. Байҙар йыйылышып ҡорбанға дөйә сал­дырҙы, урта хәллеләр – үгеҙ, ярлыраҡтар һарыҡ һа­тып алды. Зөл­хизә айының унынсы көнө тигәндә Та­бын ырыуы­нан килеүселәр үҙҙәре өсөн табын ҡор­ҙо: ҡорбан ите бешереп, бер-береһен һыйланы, бай­рам итте.
Мәккәгә килгәс, Шәмсетдин мулла шаянлығын ҡуй­ҙы, үҙенә хас булмағанса етдиләнде. Күңелен илаһи той­ғо, Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу хисе биләп алды, үҙенән-үҙе күҙҙәренән йәш ҡойолдо. Намаҙ­ҙа­рын ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙы, ғибәҙәт ҡылғанда эр­гәһенән кеше үтеп китһә, хатта шуны ла шәйләмәне.
Бер көндө башҡорт иленән килгән мосафирҙар яны­на йәшел сәлләле бер ғәрәп шәйехе килеп туҡтаны. Тылмасты саҡырып алды ла әйткәндәрен тәржемә итер­гә ҡушты.
– Һеҙҙе, башҡорт иленән килгән хаж ҡылыусылар­ҙы, тәүге көндәрҙән бирле ҡарап йөрөйөм, барығыҙ ҙа хаж ғә­мәлдәрен ихлас үтәне, – тине. – Һеҙ быйыл­ғы Ҡор­бан байрамында «хажи» тип аталырға хоҡуҡ ал­ды­ғыҙ, әлхәмдүлилләһ, илегеҙгә Мөхәммәт өммәтле хаҡ мосолмандар, хажиҙар булып ҡайтаһығыҙ. Бы­нан ары ла Мөхәммәт ғәләйһиссәләм юлынан ба­ры­ғыҙ, ислам динен ҡеүәтләп йәшәгеҙ. Һеҙ бөгөндән йә­шел сәллә йөрөтөргә хоҡуҡ алдығыҙ.
– Рәхмәт, ғали йәнәп! Әлхәмдүлилләһ, изге маҡсатыбыҙға ирештек.
Ошо һөйләшеүҙән һуң мосафирҙар ҡайтыу хаҡында хәстәрләй башланы. Ҡайһы юлдан ҡайтыу ҡулай бу­лыр? Тылмас диңгеҙ юлын тәҡдим итте.
– Джиддаға барып, Ҡыҙыл диңгеҙ аша ҡайтығыҙ, – тине ул. Был ҡала Мәккәнән өс-дүрт көнлөк юлда ята, бер ултырып алһағыҙ, пароходта ярты юлығыҙҙы үтә­һегеҙ, ыңғайы Азияға барып сығаһығыҙ.
Килгәндә айҙар буйы һыуһыҙ-ниһеҙ тау-таш, сүл­лек­тәр аша килеп тамам йөҙәгән мосафирҙарға тәҡдим оҡшап ҡалды. Хажиҙар юлға әҙерләнә башланы. Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр тиһәләр ҙә, барыһы ла ауыл­даштары өсөн иң ҡәҙерле булған күстәнәсте, берәр турһыҡ Зәм-зәм һыуын алдылар. Юлда ашарға ла ризыҡ кәрәк буласаҡ. Ынйы, мәрйендәр менән сауҙа итеүсе Әбү Басир тигән ғәрәп байы ла сауҙа эше менән Урта Азияға юл тота икән. Ул саҙаҡанан бу­лыр, Аллаһ ризалығы өсөн, тип һәр мосафирға би­шәр ҡаҙаҡ кипкән хөрмә бирҙе.
Бына ниһайәт, Ҡәғбәтулланың изге таштарына маң­лайҙарын терәп, доға ҡылып, Ибраһим маҡамы эр­гәһендә ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, Әл-Хәрәм мәсете ме­нән хушлашып, аманлашып, улар Джидда тара­ф­та­рына юл алды. Портта Урта Азия яғына киткән па­ро­ходҡа кешеләр йыялар ине. Башҡорт иленән ки­леү­селәр ҙә үҙҙәрен исемлеккә яҙҙыртты.
Әлегә тиклем бындай оло даръя күрмәгән Табын ыры­уы мосафирҙарының Ҡыҙыл диңгеҙенә ҡарап, иҫе-аҡы­лы китте.
– Диңгеҙ тигәндәре ошо икән. Олатайым икһеҙ-сик­һеҙ булып йәйрәп ята, тип һөйләй торғайны шул, – ти­не береһе.
Эҫелә тирләп йөрөгән юлаусыларҙың әҙерәге һыу инергә төшөп тә китте.
– Был ни беҙҙең Көгөш йылғаһыныҡынан да тоҙло­раҡ­ таһа!
Диңгеҙ һыуында кеше батмай, ти, дөрөҫмө икән.
– Күрегеҙсе әле, һыуының таҙалығын! Төбөндәге таш­­тары үтәнән-үтә күренеп ята бит әле!
– Мәрйен ташын ошо диңгеҙ төбөнән алалармы икән?
Берәүҙәр ошондайыраҡ әңгәмә ҡорҙо, икенселәре ял­һыҙ-ҡойроҡһоҙ даръянан ҡурҡып, шөбһәләнеп уй­ланды: карап нисә көн барыр, икенсе ярға имен-аман сыға алырҙармы? Сабир хәҙрәт бер һүҙгә лә ҡат­нашманы. Уның күңелен билдәһеҙ хәүеф солғап ал­ғайны. Ул мәрәкәсел ауылдашы Шәмсетдиндән алы­ҫыраҡ булырға тырышып, ситкәрәк китте, тәһәрәтен яңыртып, ике рәҡәғәт сәфәр намаҙын уҡып алды ла ҡарашын алыҫҡа төбәп, уйға ҡалды. Барыһын ма­тур­­лығы менән арбап, ҡайнар ҡояшҡа иркәләнеп, тып-тын ғына ятҡан диңгеҙгә ышана алмай ине ул, ни­ңә­лер, уны мәкерле сибәр ҡатынға оҡшатты.
Иртәгә юлға сығабыҙ тигән көндө ул Мәккәлә күҙ күре­шеп йөрөгән, хаж ғәмәлдәрен ҡылғанда уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торған ғәрәп сауҙәгәре Әбү Басирҙы күреп ҡалды. Уның эргәһендәге хә­үеф күләгәһен күреп, Сабир хажи:
– Әфәндем, әллә был юлы сәфәргә сыҡмай тораһыңмы? – тине.
– Ниңә?
– Диңгеҙ артыҡ тыныс, артыҡ иркә. Ғәҙәттә, ғәрәсәт ал­дынан шулай була. Бында берәй хәтәр юҡмы икән, тим.
– Аллаһҡа тапшырабыҙ, хажи әфәндем.
Ниһайәт, ай башында пароход порттан ҡуҙғалып кит­те. Күңеле шомланыуҙан арына алмаған Сабир хәҙ­рәт күп ваҡытын зекерҙә үткәрҙе:
Сүбхәәнәәллааһ!
Әлхәмдүлилләәһ!
Аллааһу әкбәр!
тип утыҙ өсәрҙән мең тапҡыр әйтте. Йәнә хажда йө­рөгәндә суфыйҙарҙан өйрәнеп алған ошо зекерҙе күп ҡабатланы:
Аллааһ Һүү, Аллааһ Һүү, Аллааһ Һүү. Хаҡ.
Аллааһ Һүү, Аллааһ Һүү, Аллааһ Һүү. Хаҡ.
Аллааһ Һүү, Аллааһ Һүү, Аллааһ Һүү. Хаҡ.
Баштағы өс-дүрт көн тыныс ҡына үтеп китте. Ә бер көндө көтмәгәндә өйләнән һуң диңгеҙ ҡотора башланы. Өй дәүмәллек эре тулҡындар карапта әле бер яҡ­ҡа, әле икенсе яҡҡа тапсыҡтай итеп алып ташланы. Шул ваҡыт капитан барлыҡ халыҡты йыйып ал­ды ла:
– Йәмәғәт, күреп тораһығыҙ, Диңгеҙбикә ҡорбан һо­рай, – тине. – Арағыҙҙан берәүҙе ҡорбан итеп таш­ламайынса шторм тынмаясаҡ. Бында шундай йо­ла. – Ул карап артынан йөҙөп килгән бер нисә аку­ла­ға төртөп күрһәтте. – Ана, улар өйрәнеп киткән. Та­бы­шына ташланырға көтөп килә.
– Шыбаға тотошайыҡ, – тине берәү. – Ғәҙел бул­һын.
Шул арала ҡайҙандыр оҙон бау табып алып кил­тер­ҙеләр. Бер-бер артлы бауҙы ус аялап тота башла­ны­­лар. Осарымға кем сыға, шул ҡорбан булыр, тинеләр. Иң осҡа ғәрәп сауҙәгәре Әбү Басир ҡалды. Мәк­­кәлә уның ярҙамын күп күргән Сабир хәҙрәткә йо­­март бай бик йәл ине. Аяҡ-ҡулын бәйләп, кәфенләп, йыназа уҡый башлағайнылар, Сабир хәҙрәт түҙ­мә­­­не, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Эй, кешеләр, туҡтап тороғоҙ! Хәҙер! Зинһар, саҡ ҡы­на туҡтап тороғоҙ! – Мәккәлә саҡта Ғәбделжаббәр су­­фыйҙан өйрәнгән «Ер һәм күк хазинаһы асҡыстары» доғаһын уҡый башланы:
Лә иләһә илләә Ллаһу үә-Ллаһу әкбәр.
Үә собхан Аллаһи үәл-хәмду ли-Лләһи
үәстарфиру Ллаах әлләҙи лә иләәһә илләә
Һууүал-әүүәлү үәл-Ааххиру үәәз-Ззаһиру
үәл-Бәәтину йухуйиу үә йумииту үә һуүә
Хәййүн ләә йәмуу­ту. Би-йәдиһил-ххайуру
үә һүә ғаләкүлли шайъин Ҡадир.
Хәҙрәт доғаны уҡып бөттө лә карапты тереләй йо­тор­­ға әҙерләнгән ҡайнап-күпереп ятҡан диңгеҙгә ҡа­рап өрөп ебәрҙе. «Йә, Хоҙайым, Раббым Аллаһым, үҙең ярҙам ит», – тине лә ултырып доға ҡылды.
Тауҙай тулҡындар барыһының күҙ алдында ҡапыл йы­уашайҙы. Эре-эре тулҡындар Сабир хәҙрәт алдына килеп баш эйгәндәй итте лә даръя төбөнә сумып, юҡ­ҡа сыҡты. Әле генә ажғырып тәгәрәгән тулҡындар туҡтаны, бер аҙҙан, диңгеҙ өҫтө тып-тын булып ҡал­ды. Палубалағы кешеләр, был хикмәткә хайран ҡа­лып, хәҙрәттең ҡаршыһына йыйылды:
– Әллә һин Хызыр Ильясмы? – тине береһе.
– Нисек туҡтаттың ғәрәсәтте?
– Һин кем?
Сабир хәҙрәт үҙҙәренең Башҡорт иленән, Урал­дан булыуҙарын, ике йыл рәттән хаж ҡылып ҡайтып ки­леүҙәрен, Әбү Басир бине Латифтың үҙҙәренә гел яр­ҙам итеп тороуын саф ғәрәп телендә бәйнә-бәйнә һөй­ләп бирҙе.
– Әйт әле, мосафир, диңгеҙҙәге дауылды нисек туҡ­та­та алдың? – тип һораны улар янына килеп еткән ка­пи­­тан. – Беҙҙең караптың муллаһы бул. Тап һинең һы­маҡ кеше кәрәк ине.
– Хөрмәтле әфәндем, мин түгел, Аллаһы Тә­ғә­лә­беҙ­ҙең доғаһы туҡтатты. Сәбәпсеһе генә булдым.
– Өйрәт әле беҙгә шул доғаңды.
Сабир хәҙрәт бая уҡыған «Ер һәм күк хазинаһы асҡыстары» доғаһын ҡысҡырып әйтеп бирҙе:
Лә иләһә илләаллаһу үә Аллаһу әкбәр...
Шунда барсаһы был доғаның көсөнә инанды, уны тиҙерәк отоп алырға тырышты.
Ҡот­ҡарыусым да ҡотҡарыусым, тип Әбү Басир юл бу­йы хәҙрәттең эргәһенән китмәне. Уға ни алып, ни би­рергә белмәне. Барлыҡ кешеләр башҡорт әү­лиә­һен ололоҡланы. Айырыуса, капитан уны ко­ра­б­лдә алып ҡалырға теләне, төрлө план ҡорҙо. Бер янсыҡ мәр­йен биреп ҡараны:
– Был хазинаға, хажи әфәнде, донъялағы иң матур һа­­райҙы һатып алып була, теләгән ереңдә йәшәй ала­­һың, – тине. – Беҙҙең менән бер нисә йыл йө­рө­һәң, донъяның иң бай кешеһе булырһың.
Тыуған илен, ғаиләһен өҙөлөп һағынған Мө­хә­мәт­са­­бир хажи бүләктән баш тартты. Ынйы уҡ бул­маһа ла Ғәзизә абыстайына тип алған сәйлән-мәр­йене, аҡыҡ­­тары юл тоғонда ята, шуныһы ла еткән.
Аллаһ тарафынан бирелә торған илаһи ҡөҙрәттең ба­­­­­­һаһын яҡшы аңлағанғамы, әллә ҡөҙрәтленең хик­мә­­­те еңдеме, ҡырыҫ йөҙлө, бойороусан тауышлы ка­рап­­ хужаһы әүлиәне ирекһеҙләргә батырсылыҡ ит­мәне.
– Йәл, – тине, – һинең һымаҡ ҡөҙрәт эйәһен күптән эҙ­­­­ләй инем.
Ғәрәп байы Әбү Басир бине Латиф ҡотҡарыу­сы­һын Сәйетбабаның үҙенә тиклем оҙата килде. Сабир хә­ҙ­­­рәтте бар халыҡ көтөп, ҡыуанып ҡаршы алды. Ха­жи хәҙрәт, өйҙә таныш булмаған бер малай­ҙың йүгереп йөрөүен күреп, абыстайынан һорай ҡуйҙы:
– Ғәзизә, был кем улы? Ҡайһылай ирәбе.
– Әстәғәфирулла тәүбә, үҙеңдең улыңсы. Йөклө бу­лып ҡалғайным даһа. Һин китеп, ете ай үткәс, улыбыҙ тыуҙы. Ғәббәс тип исем ҡуштыҡ.
Сабир хажи улын күтәреп алды:
– Һаумы, улым, ҡайһы арала үҫеп еткәнһең. – Шу­нан бәләкәсен елкәһенә атландырып, өй тирәләй йө­рөп килде. Иртәгәһенә Түңәрәк ялан яғына алып сы­ғып китеп, Әбү Басирға умарталарын күрһәтте.
Ауыл халҡы хаж ғәмәлдәрен башҡарып, иленә имен-аман ҡайтҡан Сабир хәҙрәт менән Шәмс­ет­дин­де кү­тәреп алырҙай булды. Мәндем буйына сығып, ҡо­р­­бан­ға бер һыйыр салып, бөтә ауыл байрамға йы­йыл­ды. Ха­жи­ҙар үҙҙәре йөҙ михнәт менән, меңәр саҡ­­рым ара­ үтеп алып ҡайтҡан ҡәҙерлеләр­ҙән-ҡә­ҙер­­ле күс­тә­нә­сен, Зәм-зәм һыуын эсерергә йыйынды. Са­бир хәҙ­рәт башта ха­лыҡ­ҡа изге һыуҙың тарихын һөйләп ал­ды.
– Зәм-зәм – йән-тәнеңә сихәт бирер, һыуһағанда – һыу­­һын, асыҡҡанда ризыҡ булыр, уйлаған уй-ниә­т­тә­ре­­ңә ирештерер ҡөҙрәткә эйә тылсымлы һыу, – тип баш­­ланы ул һүҙен. – Ул ғәрәп еренә Һәжәр әсәнең Ал­­лаһҡа инаныу билгеһе итеп бирелгән, – тине. Иб­ра­һим, Исмәғил пәйғәмбәрҙәр ҡиссаһын бәйән итте. Аҙаҡ­­тан барыһына көмөш ҡалаҡ менән генә Зәм-зәм һы­­уын эсереп сыҡты.
Ауылында мәҙрәсә төҙөргә йөрөүен белгәс, ғәрәп ба­­­йы Әбү Басир бине Латиф мул ярҙам итте. Хәҙ­рәт үҙе лә Ғәрәбстанда кешеләр дауалап байтаҡ аҡ­са йый­ғайны. Аллаһ бирһә, Аллаһ теләһә, икенсе йыл көҙ­­гә үҙебеҙҙең мәҙрәсәбеҙ булыр. Был 1904 йылдың август айҙары ине.
1907 йылда мәҙрәсә төҙөлөп бөтөп, эшләй баш­ла­­ны. Ҡәнәғәт Сәйетбаба халҡы мәҙрәсә асыуға ар­нал­­ған байрам тантанаһында:
– Исемеңде мәсеттәге хаждан алып ҡайтҡан «Ҡөрь­ән» китабыңдың эсенә яҙып ҡуйырбыҙ. Ауы­лы­быҙ һине мәңге онотмаҫ, – тип алҡышланып рәхмәт әйт­­те.
Сабир хәҙрәт мәҙрәсәһен төҙөп ултыртҡас, тағы хаж­­­ға барыу теләге менән янып йөрөй башланы. Их­лас теләген Аллаһ ҡабул итте, 1909 йылда Сабир хәҙ­­­рәткә йәнә хаж ҡылыу насип булды. Алыҫ сәфәргә ул үҙенә юлдаш итеп Көҙән ауылы мәсетенең имам-ха­­тибы һәм ауыл мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе Әх­­мәтшаһ хәҙрәтте алды. Сабир хәҙрәт яҡын дуҫына әүе­­­рел­гән Әбү Басир бине Латифты эҙләп тапты һәм юл­­­­­да­шы менән уның йортона урынлашты, хаж ғәмәл­дә­­­рен улар бергәләп үтәне.
Ҡайтҡанда тағы Ҡыҙыл диңгеҙ аша сыҡтылар. Был юлы хажиҙар юлында артыҡ мәшәҡәттәр осраманы, яр­­­­­ты йыл тигәндә имен-аман өйҙәренә әйләнеп ҡайтып инделәр.
– Рәхмәт, Мөхәмәтсабир хажи хәҙрәт, һинең аб­ру­­­­йың арҡаһында хан һыйында йөрөп ҡайттыҡ, инде беҙ ру­хи туғандар булдыҡ. Алдағы ғүмеребеҙҙә ҡат­на­­­­шып, бергә-бергә туғандар һымаҡ йәшәрбеҙ, ин­шал­­­­лаһ! – Әхмәтшаһ хәҙрәттең был әйткәндәре ал­да­ры­­на кил­де. Улар ғаиләләре, бала-сағалары менән ара­­ла­шып, ғүмер буйы дуҫ йәшәне.

Автор:
Читайте нас: