Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Ғинуар 2023, 20:12

Танһыҡ тойғо

Һин кем­гә­лер йыл­маяһың икән, ти­мәк, уға ҡарата нин­дәй­ҙер хис­тәрең уянған да шуны аң­латырға те­ләй­һең. Ә һа­тыусыға бөтөнөһөнөң дә оҡшауы мөм­кин тү­гел дә инде…

Танһыҡ тойғо
Танһыҡ тойғо

Мин подъездан сығыу менән Уны абайлап ҡал­дым. Ул, сәләмләп, эйәк ҡаҡты, һәм мин ма­­шинаһына ул­тыр­ҙым. Беҙ ҡуҙғалдыҡ.
Бына бер аҙна инде, Ул мине һәр көн ир­тән­сәк эш­ләгән еремә яҡын туҡталышҡа тиклем оҙа­та. Әммә был әлегә бәләкәй генә сер.
Беҙ иртәнге сәғәт һигеҙҙә таныштыҡ. Ғә­ҙәти көн баш­ланған саҡ, үҙем ултырасаҡ трол­лейбусты көтөп, туҡ­талышта торам. Шул мәлдә бер машина килеп туҡ­таны ла руль артында ул­тырған егет миңә ҡул бол­ғаны. Ҡапыл ап­ты­рап киттем, ә үҙе йылмая, шундай яғымлы итеп йыл­мая, миңә Ул донъялағы иң матур егет кеүек кү­ренде. Әлбиттә, таныш булмаған ят ке­ше ма­ши­наһына ултырырға ярамай, әммә уның йыл­ма­йыуы шул тиклем ихлас ине, бөтөн ике­лә­неүҙәрем һы­пырып алғандай юҡҡа сыҡты.
Бына хәҙер бер аҙна инде ул мине эшемә оҙа­та... Зи­һенемде, хәҙер егетем бар, ти­гән шатлыҡлы тойғо биләп алды.
Ул һоро күҙле. Маңлайына бер шәлкем сә­се тө­шөп тора. Ә ҡулдары… Бер генә тапҡыр күҙ ташлау­ҙан уҡ Уның көслө икәнлеген самалап була. Шу­лай­тып уға ҡарап барған саҡта, уның да миңә иғтибар итеүен һиҙеп ҡалдым. Уң­ай­һыҙланыуымды һиҙҙермәҫ өсөн, бәләкәй сум­камда ниҙер эҙләгән булып маташтым, йә­һәт кенә кескәй генә көҙгөмә ҡарап алдым. Яңы ирен буяғысым төҫөмә шул тиклем килешә, әл дә оҙаҡ итеп һайлағанмын әле.
Машинала музыка уйнай. Ғәҙәтемсә, уның рит­мы­на иғтибар иттем. Күңелле, дәрт­ле ине көй.
Мин музыка тыңларға яратам. Айырыуса кү­­­ңел­ле­лә­рен. Шунда уҡ илһамландырып ебә­рә, кемгәлер яҡ­шылыҡ эшләге килә, тормош та ау­ыр түгел, еңел то­йола башлай, йәнгә тын­ғы­лыҡ бирмәй, күңелде өйкәп тор­ған хәлдәр онотола... Әле­ге мәлдә икәүләшеп ошо ритмдағы көйҙө тың­лап бергә барыуыбыҙ был ир­тәне айырым бер кинәнесле итә, бөгөн, тап бөгөн нин­дәй­ҙер бер ҡыуаныс булыр һымаҡ.
Үҙем дә аңғармаҫтан тыңлап барған көй ың­ғайына ту­быҡтарымда бармаҡтарымды бе­йе­­тә баш­ла­ған­мын. Ул миңә ҡарап эйәк ҡаҡ­ты ла йыл­майҙы. Мин дә музыканың оҡ­ша­ған­лығын аң­латып баш һелктем. Йыл­ма­йы­уы уның асыҡ, йы­лы ине. Миңә Уның серле итеп йылмайыуы оҡ­­шай. Йылмайыуҙың да төрлөһө бу­ла бит. Мыҫ­ҡыллы, оялсан, уҫал. Минеңсә, бөтәһенә лә йыл­майып ҡарау килешмәйҙер. Ә бына Уға ҡа­рап йылмайыу – күңел ялы. Үҙенең миңә оҡ­ша­ған­лы­ғын тойһон әйҙә. Мин көнө буйы бө­тә­һенә лә йылмайып ҡараған кешеләрҙе аңлап ет­мә­йем. Мәҫәлән, һа­тыусыларҙы… Һин кем­гә­лер йыл­маяһың икән, ти­мәк, уға ҡарата нин­дәй­ҙер хис­тәрең уянған да шуны аң­латырға те­ләй­һең. Ә һа­тыусыға бөтөнөһөнөң дә оҡшауы мөм­кин тү­гел дә инде…
Машина туҡтаны. Мин Уға ҡараным. Ул ни­­ҙер һо­ра­ған кеүек булды. Мин бер ни ҙә әй­тер­гә өл­гөр­мә­нем, Ул машинанан сыҡты ла ки­ос­­кыға табан китте.
Бер аҙҙан туңдырма менән сигарет тотоп ки­лә ине. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Тәүҙәрәк Ул етеҙ елә тор­ғай­ны, мин ҡур­ҡа инем. Әле инде тиҙлеген аҡ­ры­найтты. Туң­дыр­маны тыныс ҡына ашаһын, тип уй­лағандыр.
Мин яйлап ҡына ашаным. Ул сәйер итеп ҡул­дарын һел­тәп ниҙер һөйләй башланы. Бына Ул ҡулын бол­ғай, ҡайһы саҡта хатта рулде ысҡын­ды­рып ҡуя. Кеше ни эшләп һәр хәрәкәттең мө­һим­леген, ниҙер аң­лат­ҡан­лығын аңламай икән, ә бит бер генә хәрәкәт ме­нән кешене үҙеңә ылыҡ­­­­тырып та йәки һы­уын­­дырып та була. Ул ни­ҙер аң­латырға тырыша ине. Мин Уның ирен­дәре­нә иғтибар итәм. Ул ни­ҙер һөйләй, тик ирен хә­рәкәттәре бик тилбер, аб­айлап өлгөрөп тә булмай. Мин алға, юлға күҙ һа­лам.
Ул ипле генә итеп яурыныма ҡағылды. Ми­­ңә си­гарет тәҡдим итә ине. Мин баш тарттым. Бер ваҡытта ла тә­мәке тартмаясаҡмын, һау-сәләмәт балалар үҫ­тергем ки­лә. Тәмәке төтөнөн бер тапҡыр ғына та­тып ҡара­­ған кеше лә һау бала таба алмаясаҡ кеүек то­ям.
Ул тәмәке тоҡандырҙы. Минең янымда бығаса бер ва­ҡытта ла тәмәке тартманы, тә­мә­ке тар­талыр тигән уй башыма ла килмәй ине. Күҙ ҡы­рыйы менән генә кү­ҙәтәм. Бына Ул ҡул­да­рын бол­ғауҙан туҡтаны. Әле генә ҡулдарын ҡыҙыу-ҡы­­ҙыу хәбәр һөйләп бар­ған ке­ше ни эшләп ҡа­пыл ғына тынып ҡалды, тип уй­ланым. Һо­рағым килде. Оялдым. Мин бит Уны бик аҙ беләм. Беҙ бит бер генә тапҡыр ҙа йүнләп аралашманыҡ.
Итәгемә туңдырма тамды. Мин сумкамды асып ҡулъяулыҡ алмаҡсы булдым. Әммә Ул өл­гөр булып сыҡты, ҡағыҙ майъяулыҡ бирҙе. Шул ара­ла итәгемдәге туңдырма тамсыһы йәйелеп өл­гөргәйне инде. Беҙ икебеҙ ҙә хахылдап көл­дөк.
Мин үҙ туҡталышыма еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡал­ған­мын. Һәр ваҡыттағыса машинанан те­ләк­һеҙ генә сыҡтым. Ни эшләп был юл бер-ике тап­ҡырға оҙонораҡ тү­гел икән, тип уйланым. Ун­ың ме­нән алыҫҡа-алыҫҡа ба­рыр ҙа барыр, бер ҙә ялҡмаҫ инем, музыка тыңлар, кө­лө­шөр инек. Тик бына Уның йөҙө ни эшләптер сә­йе­рерәк, ни уй­лағанын аңларлыҡ түгел.
Бәлки, ул миңә ниҙер әйтергә теләгәндер, ә мин иғ­тибар итмәгәнмендер. Мин шула­йы­раҡ шул, уйланып кит­һәм, бер нәмәгә лә иғ­ти­бар ит­мә­йем.
Машинанан сығыр алдынан мин Уға ҡараным да йылмайҙым. Ул да йылмайҙы, тик ҡарашы бик моңһоу ине. Ниҙер әйтергә теләне лә, яңа­ғым­дан ғына һыйпап алды. Моңһоулығы тә­рә­нәй­­ҙе, күҙҙәрендә генә тү­гел, хатта маң­лайын­да ла сағылып үткәндәй булды.
Мин аҡрын ғына атлап үҙ юлым менән кит­­тем. Үҙемде һаман бер үк уй борсой – ни эш­ләп Ул ми­не көн һайын эшкә тиклем алып килә икән? Көн һа­йын күр­геһе киләме? Әллә, бәлки, мин Уға оҡ­ша­йымдыр? Уға­мы? Минме? Мине көн һа­йын күр­геһе киләме? Ғө­мүмән, бер-бе­ре­һе­нә оҡ­ша­ған кешеләр көн һайын кү­решергә те­йеш­тер... Хатта уларҙың береһе сәйерерәк бул­һа ла…
Яратҡан кешең менән айырым булыу холо­ҡ­то үҙ­­гәр­тәлер. Кеше тиҙ генә асыуланып ба­рыу­санға, кө­йә­ләнгә әйләнәлер. Был инде ты­ныс йә­шәр­гә лә, эш­ләргә лә ҡамасаулайҙыр. Ке­­­шеләр бер-береһен тап­һа, ҡайһылай һәйбәт. Ә өй­лә­не­шә­ләр икән – мәңгелеккә! Һәр ваҡыт бер-бе­ре­ңә ярҙам итәһең, бер ва­ҡытта ла асыу­ла­­ныш­май­һың...
Уның һәр саҡ янымда булыуын бик-бик те­­ләр инем…
Бына мин эшләгән мәктәп. Килеп етеүем бул­­ды, то­тош класым уҡыусылары уратып ал­ды. Һәр береһе хә­рәкәттәр, ым-ишаралар ме­нән яңы­­лыҡтарын һөй­ләй, шатлығын уртаҡлаша… Улар артынан физкультура уҡытыусыһы йү­ге­рә. Ти­ҙерәк, һуңлайбыҙ бит, тип ҡул бол­ғай. Ә мин ба­лаларҙың әле береһен, әле икенсе­һен ҡо­сағыма алам… Мин бит уларҙы бик яра­там, шу­ның өсөн ошонда – үҙ­­ем тамамлаған һаң­ғы­рау­ҙар өсөн махсус мәктәптә эшкә ҡалдым да инде.

Гөлнур Бураҡаева.

Автор:
Читайте нас: