Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Ғинуар 2023, 18:09

Һарығолаҡ. Рамаҙан Өмөтбаев

– Ҡайҙа, Хәйерниса, сей икмәк бир әле, – тип сеүәтә менән ҡуйылған ҡамырҙан бер ус йолҡоп ала ла уны әүәләргә тотона.

Һарығолаҡ. Рамаҙан Өмөтбаев
Һарығолаҡ. Рамаҙан Өмөтбаев

Һарығолаҡ. Хикәйә. Рамаҙан Өмөтбаев

Ләйлә Ғаянова һүрәте.

Ауылда ул бик абруйлы кеше. Осраған берәү уға сәләм бирмәй китмәй, хәл-әхүәл һораша. Ул бик оҙаҡ йылдар инде Ирәндек ҡуйынына һыйынып ултырған Ҡушый ауылында Ауыл советы председа­теле булып эшләй. Уның “Көрәшсе Һиммәт” тигән ҡуша­маты ла бар ине, сөнки ауылда, районда үткә­ре­лә торған йыйындарҙа ул бер кемгә лә бил бир­мәне. Бейек кәүҙәле, текә яурынлы, Урал шыршы­һы кеүек һомғол, ауыл халҡы әйткәнсә, силсәүит кәнсәһенә уның көн дә эшкә барыуын ауылдың бер осонан икенсеһендә тороп та күрергә була. Кәүҙә­һе­нең бер сажин булыуына күрәлер инде ауыл­даш­та­ры уны “Һөңгө Һиммәт” тип тә йөрөтәләр. Үҙ ауы­лын­да ғына түгел, күрше тирә-яҡта унан да мыҡтыраҡ, ғәйрәтле кеше юҡ. Ҡулдары оҙон, һалыулы, сөгөн киле кеүек ауыр, бармаҡтары имән ботағына оҡша­ған, һәр йоҙроғо берәр ботло гер кеүек, көсә­неп ауыр күтәреү арҡаһында хәҙер уның яурындары һалпая төшкән.
Силсәүит кәнсәһе Ҡушый ауылының ҡап урта­һын­да, урыҫ сиркәүе кеүек, иң бейек урында урын­лаш­ҡан. Иртәнге сәйҙе эсә лә өйөнән сығып китер алды­нан, Һиммәт һике ситенә ултырып, ашыҡмай ғына тәмә­кеһен төрә. Ялпылдаҡлы күлдәген ыштан бөрмә­һе­нә ҡыҫтырып, түр баш яғына ҡашығаяҡ йыуып маташ­ҡан Хәйерниса еңгәйгә күкрәгенән гөрөлдәп сыҡҡан тауыш менән бер нисә күрһәтмәһен бирә лә, урта бармаҡ оҙонлоғо тәмәкеһен ауыҙына ҡабып, көн дә бер үк ваҡытта бер үк һуҡмаҡтан Ауыл сове­ты­на эшкә китә. Һил көндәрҙә уның тәмәке төтөнө, ауы­ҙы­нан сығып, ҡулса-ҡулса булып өҫкә күтәрелә лә, паро­воз төтөнө кеүек, артынан һуҙыла. Силсәүит өйөнә килеп текәлеүе була, күтәрмәгә менеп, тәмәке төпсө­гөн теле менән алыҫҡа ырғытып ебәрә. Уның өйөнән сельсоветҡа бер тәмәке тартырлыҡ ара. Хәйер, уның өйөнән сығып, эшкә килеүен үҙен күрмә­йенсә лә белеп була, уның айырылмаҫ юлдашы – Һары­­ғо­лаҡ, һәр ҡасан ул ҡайҙа ғына бармаһын: ҡышын­мы, йәйенме, атлымы, йәйәүлеме – Һиммәттең алдынан йөрөр булыр. Күрше-тирәләре араһында: “ғәжәп был йән эйәһе Һиммәт менән һөйләшә лә белә икән”, – тигән һүҙҙәр йөрөй, имеш. Берәр аршын аяҡ табандарын болдорҙа ятҡан балаҫҡа ҡат-ҡат һөртөп ала ла Һиммәт кәнсәгә инеп юғала.
Уның бәләкәй генә матур итеп йыйыштырылған бүлмәһендә нәҡ уның кендегенә тап килеп торған ҡыҙыл буҫтау менән ябылған өҫтәле, талдан бөгөп эшләнгән ултырғысы бар. Уларҙың икеһе лә Һиммәт килеп ултырғас та, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡан кеүек, нәҙек кенә тауыш сығарып шығырлап ҡуя. Үрелгән тар ултырғыста аршын йотҡан волость старшинаһы һы­маҡ турая ла ул бүләмәгә күҙ йүгертеп сыға. Бына һул яҡта – Сталин портреты, уң яҡта – Ленин бабай: “Бө­гөн ни эшләрһең икән?” тигәндәй, күҙҙәрен ҡыҫы­бы­раҡ ҡарап тора. Бүлмәһенең ике яҡ стенаһы буй­лап өҫтө шымарып бөткән ике эскәмйә ҡуйылған. Һим­мәт­кә ҡул һуҙырлыҡ ҡына урында – өҫтөнә ҡара та­мып, алаланып бөткән ҡыҙыл буҫтау ябылған өҫтәл. Уны­һы инде сельсовет секретары өҫтәле була. Уң мө­йөш­тә ингән һәр кеше арҡаһын терәп ала-ҡола итеп бөткән голландка мейес артына ваҡ ҡына итеп ҡыр­ҡылған, аҡ туҙлы ҡайын утын тултырылған. Быларға хан заманынан ҡалған ике асмалы тотҡаһыҙ шкафты, уның башында ҡыуығы төтөнгә ҡарайып бөткән утыҙлы шәмде лә ҡушһаң, Һиммәт бүлмәһенең ниндәй икән­леген күҙ алдына килтереп була. Бына тулы битле, шеш ҡабаҡлы, ҡаштарын ҡара ҡәләм менән көйәнтә кеүек итеп һыҙып ебәргән, былай ҙа дөм-ҡара сәсен ниндәйҙер май менән таҙа дегет кеүек йылтыратып тараған Ауыл советы секретары Рәйсә лә эшкә килеп етте... Ул терһәктәре йылтырай башлаған зәңгәр бостон тышлы пальтоһын ишек ҡырындағы сөйгә элде лә, тулы балтырҙарын ҡыҫып торған хром итеген шы­ғыр­лата баҫып, үҙ урынына барып ултырҙы. Һим­мәт аға­һы менән иҫәнләште лә шкафтан әллә ниндәй ҡал­ын папкаларын сығарып өҫтәлгә һалды. Өҫтәл тум­ба­һына терәп иҙәнгә ултырт­ҡан ныҡ ҡына тау­шал­ған сум­каһынан ус төбөнә генә һыйырлыҡ түңәрәк көҙгө­һөн сығарып ҡарап, осһоҙло хушбуй аңҡып тор­ған ҡулъяулығы менән ауыҙ ситтәрен һөрттө. Бармаҡ ос­тары менән әлеге ҡарлуғас ҡанатылай ҡаштарын тө­ҙәт­келәп алды ла тәпшәк өҫтәленә эйелеп, тулы ирен­дәрен ҡыймылдата-ҡыймылдата, ниҙер яҙырға тотон­до. Ситтән ҡарауға ул үҙ-үҙе менән ауыҙ эсенән генә һөй­ләшә кеүек ине.
Шулай итеп, ауыл кәнсәһендә иртәнге эш баш­ла­нып китә. Бына кәнсәгә аҡрынлап халыҡ килә.
Иң беренсе булып һарыҡ тиреһенән тегелеп, ике ур­ын­­дан ямалған ҡара тышлы кәпәс, өҫтөнә аҡ тир­тун, аяҡтарына ҡуңыстары эске яғынан кейеҙ менән ямау­лы төпләнгән быйма кейгән, биленә уңа баш­ла­ған ҡыҙыл билбау быуған Ғиниәтулла ҡарт килеп инде. Ул ҡулына тотҡан таяғын алғараҡ сығарып, һул ҡулына кәпәсен йомарлап тотто ла һүҙ башланы:
– Һиммәт мырҙа, оятыраҡ булһа ла, һиңә тағы ла килдем әле, – тине ул, томалана башлаған күҙҙә­ре­нән аҡҡан йәште кәпәсенең һырты менән һөртә-һөртә, һүҙен дауам итте. – Минең өлкән малайымды, Мыр­ҙа­ғә­лене әйтәм, Мәғниткә анау ФЗО-һына ебәреп, бик йәтеш иткәйнең. Хәҙер уртансы мала­йым, шуның уҡыуын уҡыйым, тип теңкәгә тейҙе. Нишләмәк кәрәк? Бына һиңә кәңәшкә килеүем, ни әйтер­һең? – тине лә, таяғын Һиммәттең өҫтәленә терәп, ерән кәзә һаҡалын кәкре бармаҡтары менән тарап алды. Былай ҙа си­рыш ҡаҡса битен тағы ла нығыраҡ сирыштыра биреп, төпкә кереп батҡан көҙән күҙҙәрен Һиммәткә төбәне.
Һиммәт уңайһыҙланыпмы, нишләптер, ултырғысын шығырлатып, урынынан ҡуҙғалып ҡуйҙы. Оҙаҡ ҡына уйланды ла:
– Ғиниәтулла ағай, мәсьәлә былайыраҡ тора бит әле, – тип аңлатырға кереште. – Беҙҙең колхо­зы­быҙ­ға РИК-тың, йәштәрҙе Мәғниткә түгел, ә Биләриткә ебәрергә, тигән ҡағыҙы бар. Мәғнит ул сит облыс, Биләрит беҙҙеке, шуның өсөн дә беҙ Мәғниткә справка бирә алмайбыҙ. Райондан һүҙ тейеүе бар.
– Унда ла шул уҡ сәүит власылыр бит, һуғыш заманында бөтә аяғына баҫҡан бала-саға шул Мәғнит тип ағылғайны бит. Хәҙер ни булып китте һуң?
– Бер ни ҙә булманы, һуғыш бөтөүгә 4–5 йыл үтеп китте бит инде. Хәҙер икенсе тәртип: һәр бер облыс үҙ ФЗО-ларында үҙ балаларын уҡытырға тейеш.
– Ә, улай икән... – Бабай төпсөнөүен дауам итте. – Һуң анауы төймәһе ике рәт ялтырап торған ҡара буҫтау шинелде, кокардалы картузды, күн бәтинкәне Биләриттә лә бирәләрме икән һуң?
– Бирәләр, барыһын да бирәләр. Ашау-эсеү бөтәһе бында хөкүмәт елкәһендә.
– Ниндәйен һөнәргә өйрәтәләр һуң унда?
– Ундамы? Унда, Ғиниәтулла ағай, сөгөн ҡойоу һөнәренә өйрәтәләр. Биләриттә шул сөгөндән башҡа кәсеп тә юҡ инде ул.
– Миңә сөгөн кәрәкмәй, – тине, уйланып тора-торғас, Ғиниәтулла ҡарт.
– Бына бер ҡыҙыҡ, бесталкауай әҙәм, һиңә кәрәкмәһә, хөкүмәткә кәрәк. Ҡорос-сөгөндән ҡойған туп булмаһа, танкылар, ярапландар булмаһа, беҙ нисек Гитлерҙы еңер инек? Уның баштан-аяҡ ҡорал­лан­ған ғәскәрен ағас күҫәк менән генә еңеп булмай бит, ағай. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: мин малайыңа справка бирә алмайым, – тине Һиммәт тәрилкәләй усының ҡыры менән өҫтәл ситенә һуғып.
– Һә-ә-л-л-ә-ә. Шулай тиһең инде. Ярай, ни хәл итә­һең инде, булмайҙыр инде булмағас, хөкүмәт эше һеҙ­ҙең үҙегеҙгә мәғлүм. Өйөбөҙҙөң тәҙрә аҫтындағы бүрәнәләре серей башлаған, үҙемдең дә һуңғы ваҡытта ҡарыу бик ҡайтты. Күҙҙең дә рәте китеп тора. Шуны яңынан күтәреп, рәткә килтереп булмаҫмы, тип уйлашҡайныҡ та еңгәң менән. Шуға уртансы ҡустыңды балта оҫтаһына уҡытырға тигәйнек. Ярай инде, хөкүмәткә сөгөн кәрәк икән, әйҙә сөгөн ҡойорға өйрәнһен. Ике йыл буйына хөкүмәт үҙ елкәһендә уҡытҡас, бер йүнле һөнәрҙер әле, – тине лә бабай урынынан ҡуҙғала башланы. Ләкин бабайҙың тауышында Һиммәт ниндәйҙер үпкә тойғолары һиҙеп ҡалғандай булды һәм һүҙҙе әҙерәк яйға һалып, шымартырға тырышты.
– Һуң, Ғиниәтулла ағай, Мырҙағәле ҡәйнештең Мәғниттә уҡыуы нисек бара? – тип һораған булды.
Ошо һорауға, бигерәк тә уның “ҡәйнеш” тип өндәшеүенә күңеле асылып киткән бабай, ошо һорауҙы көткән кеүек:
– Уҡыуын бик маҡтайҙар. Нисәнсе төркөмөндә уҡыуын ғына ныҡлап белмәйем, әммә ләкин хужалары барған һайын: “Бабай, ваш сын хорошо учится, хороший списәлис будет”, – тип маҡтай. Шулай булғас, нисауалыр инде. – Эскәмйәгә барып ултырҙы ла Һиммәт ауыҙынан тағы һорау көттө. Силсәүит ише силсәүиттең улының уҡыуы, тормошо тураһында ҡыҙыҡһыныуы бабай күңеленә бигерәк тә хуш килде. Ә силсәүит, бабайҙың нығынып ултырыуын көтөп, “бер тин биреп йырлатҡайным, мең тин биреп туҡтата алманым” – булды инде был, тип уйлап ҡуйҙы.
– Ә былай таҙалығы нисек, бик ябығып китмәгәнме? Элек тә бик арыҡ ҡына була торғайны ҡәйнеш, – тип һораған булды Һиммәт.
– Ятып тороуы шул дөйөм ятаҡта инде, былай хәҙер элекке кеүек асҡаҡ түгел, ыжламай ҙа. Йыуан папирос тартып һимереп тик йөрөй ул, – тип маҡтанып ҡуйҙы бабай.
Кәнсәләге кешеләр, бигерәк тә эшен ташлап, ысын күңелдән тыңлап ултырған Рәйсә шырҡ-шырҡ көлөп алды. Һиммәт тә ҙур ауыҙын асып, хахылдап көлөп ҡуйҙы. Бер нәмә аңламаған бабай ҙа кеше ыңғайына кеткелдәп ҡуйған булды.
– Мәғниттең ҡайһы ерендә һуң уларҙың ФЗО-лары? Берәр юл төшкәндә инеп, хәлен белеп сығырға кәрәк әле, как не говори, мин алыҫыраҡ булһам да, уның еҙнәһе тейеш кеше лә баһа.
Бөтөнләй күңеле йомшарған бабай:
– Уларҙың уҡыған, ятҡан урындары шул питый усастыкта инде, урамдарының исеме Мәмин Сеперәк. Ул тирәлә унан башҡа ҙур йорт юҡ.
Кәнсәләгеләр тағы ла көлөшөргә керештеләр. Һиммәт тә, аҙыраҡ йылмая биреп:
– Мәғниттә ниндәй сеперәк урамы булһын, ти, һин, бабай, бутайһың, – тигәс:
– Сеперәк, сеперәк инде, мин ҡушҡанмы ни ул урамға ошо сеперәк исемен? – тип ҡылтая биреп ҡуйҙы Ғиниәтулла ҡарт.
Үҙ өҫтәленә ятып уҡ көлгән Рәйсә:
– Мамин-Сибиряк урамын Ғиниәтулла олатай шулайтып йөрөтә ул, – тигәс кенә аңлаштылар. Ғөмүмән, бабайҙың күңеле иреп, риза ғына булып сығып китте.
Бына күрше Үтәғол ауылынан колхоз эшен төпкә егелеп тартҡан Усман да справка һорай.
– Берәр һарыҡ һатайым тигәйнем. Бала-сағаның өҫ-башы бик туҙынды. Йылдар ауыр, күреп тораһың, үҙем дә шул һуғыштан кейеп ҡайтҡан шинелде һаман һалған юҡ әле.
– Һарығыңдың налогы түләнгәнме һуң? Атыу тәүлә һарыҡ-кәзәһен силсәүит рөхсәтенән ғәйре һуйып ашап бөтәләр ҙә шунан, минең кәртәмдә бер ниндәй ҙә малым юҡ, ти ҙә торалар, – тип кемгәлер адресһыҙ ғына зарланып һөйләп алды силсәүит.
– Түләнгән, түләнгән, бына кәпитәнсәһе, – тип Рәйсәгә бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге һуҙҙы Усман.
– Төп кенәгәнән ҡара, Рәйсә, йәмғеһе нисә баш һарыҡ-кәзәһе хисаплана, налогы түләнгәнме?
Рәйсә шкафтан оҙонса ҡалын кенәгә алып, тиҙ кенә уның фамилияһын тапты ла малын һанарға тотондо:
– Һыйыры берәү, ҡасҡан танаһы бар, дүрт баш оло һарығы һәм биш баш кәзәһе яҙылған.
– Сельхозналогы, страхованиеһы түләнгәнме?
– Барыһы ла түләнгән, – тине Рәйсә кенәгәһен ябып.
– Түлкә, Усман, һуйып һатҡан һарыҡ тиреһен үҙебеҙҙең тире йыйыусыға тапшырырһың, сөнки беҙҙең агенттың хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнгән тире йыйыуға үҙ планы бар.
– Ярай инде, улай булғас, юҡһа үҙем иләп, бер-ике тире ҡушып, малайға тиртун тегергә, тигән уйым бар ине лә... Планы булғас, уға ҡаршы килеп булмай инде.
Рәйсә яҙып, ҡул ҡуйырға тотторған справканы Һиммәт һулаҡай ҡулының усына һалды. Салбар кеҫә­һе­нән нағышлап сигелгән янсығын сығарып, мисәтен алды ла уны өҫтәлдә ултырған штемпелгә бер нисә мәртәбә һуҡты, ҙур ауыҙын янсыҡ бөрмәһендәй генә итеп түңәрәкләне лә, тимерсе күреге кеүек, бер нисә тапҡыр мисәткә өрҙө. Өҫтәле өҫтөндә ятҡан бер нисә бит ҡағыҙ уның өргән еленә өйрөлөп осоп китте. Шунан уң ҡулының эсендә юғалып ҡалған мисәтте шап иттереп ҡағыҙға баҫты ла бөтә көсө менән бер нисә тапҡыр төрлө яҡҡа ҡуҙғатып ҡуйҙы. Әйтерһең дә, мисәттәге хәрефтәрҙе справкаға ул үҙенең бар көсө менән теҙеп сыға. Справкаға мисәт баҫҡан өсөн утыҙ тин аҡсаһын Усман секретарь өҫтәленә һалды.
Шулай итеп кәнсәгә берәү килә, икенсеһе сыға тора. Кемдер саманан тыш төшөрөп, ғаиләһе менән боларған, Ҡушый ауылында бер кеше артҡан – бала тыуған, кемдер ҡап-ҡапыл үлеп киткән – быларҙың барыһында ла Һиммәттең ҡыҫылышы бар, ул бөтә эште ентекләп, еренә еткереп, ашыҡмай ғына тикшерә, ара-тирә бер нисә һүҙ әйтә, һорау ҙа бирә. Рәйсә уға райондан килгән төрлө бойороҡ ҡағыҙҙа­рын, күрһәтмәләрҙе папкаға һалып әҙерләп ҡуя. Ә ра­йон­дан килгән телефонограммалар менән танышыу өсөн секретарҙың хәжәте юҡ, хәйер, улар тәҙрә яҡтауына ҡағып ҡуйылған сөйгә тишеп эленә баралар, һурып ал да уҡы!
Эш бара.
Ә Һарығолаҡ?
Һарығолаҡ тышта, тупһа аҫтында башын алғы аяҡтары араһына тыҡҡан да йоҡоға талған. Ул Һиммәттең төшкө тамаҡҡа ҡайтырға сығыуын ҙур сабырлыҡ менән көтә. Ләкин йоҡо аралаш барыһын да һиҙеп ята. Силсәүит алдына килеп туҡтаған кеше­ләр толоптарын сисеп санаға ырғыталар ҙа, ат теҙгендәрен арҡыры бүрәнәгә бәйләп, кәнсәгә инеп юғалалар. Шуны ғына көтөп торған күрше һыйыр­ҙа­ры, кәзә-һарыҡ саналағы бесәнгә йомола. Уларҙы абалап урам буйлап баҫтыра ла Һарығолаҡ тағы үҙ урынына кире инеп ята.
Стенаға элеп ҡуйған сәғәт сылт-сылт итеп һуға. Бына төш тә килеп етте. Һарығолаҡ, Һиммәт шығырлап урынынан тора башлағас та, тегәнәк йәбешеп килегә оҡшаған ҡойроғон һөйрәп йәһәт кенә сыға ла сыйылдап кирелә, һелкенеп ала, хужаның сыҡҡанын көтә. Бына ишектә Һиммәт күренә, Һарығолаҡ шатлы­ғының иге-сиге юҡ, Һиммәт силсәүиттән оло урам юлына төшкәнсе, Һарығолаҡ ҡыуанысынан хужа­һы­ның метрлы аяҡтары араһынан әллә нисә урап алырға өлгөрә. Уға Һиммәт бер ваҡытта ла асыуланмай, йүнләп ҡарамай ҙа, яратмай ҙа. Уны, ғөмүмән, бар тип тә белмәй. Ә ҡайһы ваҡыт, бигерәк тә Һиммәттең кәйеф-сафаһы шытып сыҡҡан саҡтарҙа, аяҡ араһына килеп уралған, дүрт аяғын күтәреп, иркәләнеп ятҡан йөнтәҫ Һарығолаҡтың ас эсенә алаптай аяҡтары менән баҫа ла, тыны ҡыҫылып, уның ауыр аяҡтары аҫтында бишкә бөгәрләнеп ятҡан этенән көлә: “Ә, шилма, ҡотолоп булмаймы ағаң аяҡтары аҫтынан, шулай ул ағаң – баҫһа, өҙә баҫа ла ҡуя”. Эсе өҙгөләнгән Һарығолаҡ бер яҡ ситкә барып ултыра ла, Һиммәткә үҙенең һоро күҙҙәре менән тура ҡарап, үпкә һүҙҙәрен әйтер төҫлө тойола. Шунан һылтыҡлай-һылтыҡлай, иҙелгән кәүҙәһен һөйрәп, уның артынан китергә мәжбүр була. Ә Һиммәткә ҡалһа, был инде үҙ этен яратыуҙың бер билгеһе тип хисаплай. Ә Һарығолаҡ Һиммәт кеүек ҡаты бәғерле түгел, уға эттәрсә бирелеп хеҙмәт итә, уға ауыл кешеләренән башҡа бер кемде лә яҡын ебәрмәй, абалап өрә. Ә Ҡушый ауылы кешеләренең барыһын да тиерлек танып белә, тик исемдәрен генә әйтә алмай.
Хәйерниса еңгәй Һиммәттең төшкө сәйгә ҡайтып килеүен тыҡрыҡтан йылдам йүгереп ҡайтып килгән Һарығолаҡты күреп белә. Һиммәт күтәрмәгә менгәс, тартылып бөткән тәмәке төпсөгөн тағы ла алыҫҡараҡ төкөрөп ырғыта ла өйгә сәй эсергә инеп китә. Ә Һарығолаҡ бесәнлектәге ояһына инеп ята ла тағы көтөргә керешә, сөнки уны төшкә бер кем дә ашатмаясағын ул яҡшы белә. Ә кис инде ҡалған йылы йыуынты һыуға әсе ҡатыҡ ҡушып бирһәләр, ул шуға ла риза. Әгәр инде өйҙә ит бешкән көн булһа, Һарығолаҡ өсөн оло байрам. Уға ҡалған һөйәк-һаяҡ та сығарып бирәләр. Һарығолаҡ бәхетенән өйҙә һөйәк, елек кимерерлек кеше юҡ. Хужаларҙың, бигерәк тә Һиммәттең ҙур йыйындарҙа яңаҡ ҡыҫып көрәшеү сәбәпле, тештәре ҡаҡшаған, аҫты ла, өҫтө лә һирәгәйгән, күп тештәре оҙонайып бөткән. Һарығолаҡ шатырлатып һөйәк кимереп бөтөүгә, уның ялғашына бер-ике алдыр һурпа ла ҡойһалар, ул шатлығынан артҡы аяҡтарына тороп, Хәйерниса еңгәйҙе өйөнә инеп киткәнсе оҙатып ҡала.
Киске аштан һуң Һиммәт усаҡ алдына сүкәйеп ултыра ла ҙур ләззәт менән тәмәке тарта. Унан эленеүле торған ҡынынан ҡурай сығарып, уны өлкән малайына һуғарырға ҡуша. Ашыҡмай ғына ҡурай тишектәрен төкөрөкләй.
– Ҡайҙа, Хәйерниса, сей икмәк бир әле, – тип сеүәтә менән ҡуйылған ҡамырҙан бер ус йолҡоп ала ла уны әүәләргә тотона. Ауыҙын арандай асып, өҫтәлдә торған ҡоршаулы көҙгөгә ҡарап, һирәгәйгән теш араларын, өргәндә ел сыҡмаһын тип, ҡамыр менән йәбештереп ҡуя. Уҡлау йыуанлығы ҡурайын, бармаҡтары менән киреп, ауыҙына тыға ла, ҡойма кеүек кәүҙәһен артҡа ҡайҡайта биреп, уң күҙен йома, шунан ҡурайын бер нисә мәртәбә һыҙғыртып ала, төрлө тауыштар сығарып, көй самалай. Шунан, ултыра торғас, бер боронғо көй эҙләп таба ла һажлата өрөп уйнап ебәрә. Иң һуңынан дәртләнеп “Байыҡ”ҡа төшөп китә. “Йә, кәләш, әллә берәр тапап алаһыңмы?” – тигән булып, бисәһенә күҙ ҡыҫа.
Һарығолаҡ хатта Һиммәтте уның йоҡоһонда ла һаҡлай. Төндә уның стена аша йүткергәнен ишетеп, үҙенең барлығын белдереп, тауыш биреп ала.
Һиммәт районға йәки башҡа берәй яҡҡа китергә йыйынһа, Һарығолаҡты һарайға бикләп ҡуялар. Ләкин бер аҙ ваҡыт үтеү менән уның бикле торғанын оноталар ҙа һарай ҡапҡаһын асып ебәрәләр. Шуны ғына зарығып көтөп торған Һарығолаҡ уҡ һымаҡ атылып сығып юғала. Көнмө-төнмө, аяҙмы-буранмы, уның өсөн барыбер, Һиммәтте эҙләп китә. Әгәр инде ул районға китһә, Һарығолаҡ оҙон юл буйындағы ауылдарҙы ситләтеп үтеп, Ирәндек ашаһында 50–60 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә барып етә һәм Һиммәт төшөп йөрөй торған фатирҙы эҙләп таба. Ләкин ҡыҙмаса булып алған Һиммәттең: “Эх, шилма, килеп тә еттеңме ни?” – тигән һүҙенән башҡа ҡара тиргә батҡан, ас, ялбыр йөнлө Һарығолаҡ бүтән йүнле хәбәр ишетмәй. Быны ла ул хужаның рәхмәт билдәһе тип ҡабул итә.
Һарығолаҡтың хужаһы Һиммәт менән төрлө ваҡиғалар, шул иҫәптән ярайһы ғына ҡыҙғаныстары ла булғаны бар.
Шәмбе көн кис Һиммәт һике ситенә ултырған да, ауыҙ эсенән ниҙер мөңрәй-мөңрәй, мылтығын таҙарта, майлай. Күҙ ҡабаҡтарына тиклем аҫылынып төшкән йөнтәҫ ҡаштарын йыйырып, иртәгәге һунарға яһауҙар әҙерләй. Мыш-мыш килеп буш гильза төбөнә капсуль ҡуя ла ҡырҡылған патрондың төбөнән эшләнгән үлсәм менән шул гильзаға дары ҡоя, уның өҫтөнә тығыҙлап ҡағыҙ тултыра, шул уҡ үлсәм менән йәҙрә һалып, яңынан ҡағыҙ тыға. Әҙер патрондарҙы уң яғына теҙеп һала бара. Унлап патрон эшләгәс: “Ярар, етте, ул тиклем ҡомһоҙланмайыҡ әле”, – тип эшенән туҡтай. Иртәгә уның һунарға китерен Һарығолаҡ та һиҙә, сөнки уны кистән ашатманылар. Уға бөгөн тик күрше бала-сағаларҙың ҡулынан ҡалған ҡаты-ҡото икмәк һыныҡтары ғына эләкте. Төндә һунарсылар бәхетенә ҡалын ғына ҡар ҙа төштө. “Тимәк, йәнлектең эҙе лә, үҙе лә була”, – тип ҡуйҙы эстән генә Һиммәт. Ни эшләптер, күңеле йомша­рып­мы, ул, ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнер алдынан: “Туҡта әле, ошо йән эйәһен аҙыраҡ таҙалап алайым”, – тип һунарға йөрөү өсөн махсус тегелгән ҡыҫҡа тунын яурынына һалды ла тышҡа сыҡты.
Сәңкелдәп аяҡ араһына килеп һарылған Һары­ғо­лаҡ­ҡа: “Туҡта әле, тороп тор, мин һине әҙерәк әҙәм рәтле итәйем”, – тип өндәште лә, сүкәйеп ултырып, уны ҡойроғона уҡмашҡан дегәнәктәрҙән, сәнселгән ҡылған баштарынан таҙартты. Ҡулы менән ала алмаған, ҡойроҡ тирәһенә ҡатҡан бысраҡтарҙы бәкеһен сығарып, юнып ташланы. Ҡайсы алып, Һарығолаҡтың күҙен ҡаплай башлаған оҙон йөндәрҙе ҡыҫҡартты. “Бына, исмаһам, мунса төшөп сыҡҡан кеше һымаҡ еңеләйеп, ысынлап та эткә оҡшап ҡалдың”, – тип һөйләнде үҙ-үҙе менән Һиммәт. Һары­ғо­лаҡ та, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәй, тик кенә торҙо. Һиммәт аяҡ үрә баҫҡас, эт ныҡ ҡына һелкенеп, ҡағынып алды.
Ауыл халҡы иртә менән тороп, малын тәрбиәләп, мейес-усағын яҡҡылағансы, Һиммәт менән Һарығолаҡ Ҡушый ауылының ҡаршыһында көнсығыштан бөтә донъяны ҡаплап ятҡан Йомғаҡтау итәгендәге һаҙ­лыҡ­ҡа килеп еткәйнеләр инде. Бына улар сысҡансылап, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла юл ялтарып һикергеләгән төл­кө эҙенә төштөләр. Һиҙгер Һарығолаҡ, шып туҡтап, муйынын һуҙҙы, ялбыр ҡолаҡтарын ҡайсылатып, башын юғары күтәреп, нимәлер еҫкәнеп алды ла, ара-тирә төлкө эҙенә моронон тығып, алға сапты. Һиммәт тә, мылтығын уң ҡулына тотоп, йүгерә-атлай, эт артынан йүнәлде. Сасҡау һыуыҡ булһа ла, кейгән кейеме лә еңелсә генә булыуына ҡарамаҫтан, Һиммәт тиргә батты. Төлкө эҙе тау итәгендәге ҡайын һаҙлы­ғы­нан Һарығолаҡты ҡуйы селеклек араһына алып инеп китте лә ҡапыл юғалып ҡалды. Һарығолаҡ уң яҡтағы бәләкәй генә ҡалҡыулыҡҡа менеп, яҡ-яғына алан-йолан ҡаранып алды, төлкөнөң үҙен күргеһе килде. Ләкин йәнлек күренмәгәс, уның эҙе юғалған ерҙә әйләнеп сабып, башҡа һунар эттәре кеүек: “төлкө сыға алмаһын”, – тип үҙ юлынан түңәрәк ҡулса эшләне.
Ошо тау битенең төньяҡ-көнсығышында үткән быуат аҙағында, яңы быуат башында татар промышленниктары – миллионерҙар Шакир, Закир-Дәрдмәнд Рәмиевтәр, башҡорт ауылдарының байҙа­рын, муллаларын һыйлап, уларға елән-сапан текте­реп, мәғдән табылған ерҙәрҙе биләп ятҡан башҡорт ауылдары халҡына берәр әсмүхә сәй, 40–50-шәр мыҫҡал шәкәр таратып, ә ҡайһы бер ҡатыраҡ торған ауылдарға ағастан мәсеттәр һалдырып, шул ерҙәрҙе оҙаҡ йылдар бушлай тигәндәй файҙаланыу өсөн ”купчий” төҙөгәндәр, ә ошо һатып алынған ерҙәр­ҙә бөртөклө алтын йыйыуҙы башлап ебәргән­дәр, приис­кы­лар асҡандар. Ә эшсе көсө итеп шул ерһеҙ ҡалған башҡорттарҙы яллағандар.
Ана, Дарыуҙы һыуын урталай быуған урында, ярҙың ике яғында үҫкән ҙур тирәклектәр араһында, онотҡанда бер килеп кәйеф-сафа ҡороп китә торған сарҙаҡлы, ике флигелле ҙур йорт – улар управляю­щий­ы­ның контораһы. Бына ниндәй урындарға төшөрөп алып китте Һиммәтте Һарығолаҡ. Бында һәр аҙым һайын алтын ҡаҙылған, күмелмәй ҡалған соҡорҙар, алтын юлағы киткән шурфтар. Күҙ күреме ер, әйтерһең дә, меңәрләгән снаряд төшөп шартла­ған­дан һуң, эреле-ваҡлы соҡорҙар яһап быжыр­лан­ған. Был шурфтар тирәһен хәҙер ҡуйы ҡара селек, әлморон кеүек әҙәм үткеһеҙ ҡыуаҡлыҡтар ҡаплаған. Бына шулар араһына инеп юғалды ла инде Һары­ғо­лаҡ. Этенең эҙе артынан Һиммәт тә селеклектәр араһына инеп китте. “Ай-һай, был эт ятыулы соҡор-саҡыр араһында кабы берәй ергә төшөп кител­мә­гә­йе”, – тип уйлап та өлгөрмәне Һиммәт, селеклекте ҡаплап киткән ҡаты ҡар өҫтөнә, эт һәм төлкө үткән эҙгә баҫыуы булды, ябылмаған шурф эсенә ҡапыл дөмбөрләп төшөп тә китте. Шурф стенаһына йәбешәм тип, ослайып сығып торған таштарға бәрелә-һуғыла, битен-ҡулын ныҡ ҡына һыҙырып алды. Шурфтың ташлы, туң төбөнә ауыр кәүҙәле Һиммәт аяҡтарын бәреп имгәтте. Бер нисә минут үтеүгә, уның бөтә тәне, бигерәк тә умыртҡа һөйәге, тәҡәт бирмәй ауыртырға тотондо. Әҙерәк иҫенә килгәс, шурфҡа осоп төшкәндә ҡулынан ысҡынып киткән мылтығын һәрмәп тапты. “Бер ете-һигеҙ метр, бәлки, артығыраҡ та булыр соҡорҙоң тәрәнлеге, бөтә ышаныс хәҙер шул Һарығолаҡта инде, ҡотҡарһа ла, үлтерһә лә, ул ғына”, – тип йәһәт кенә уйлап алды Һиммәт.

“Әгәр ҙә мәгәр инде ошо ҡазанан имен-аман ҡотолһам, Һарығолағыма йылы оя эшләп, үҙем ни ашаһам, шуны ғына ашатыр инем”, – тип ҡат-ҡат тәүбә ҡылды. Көс-хәл менән ҡып-ҡыҙыл ҡанға батҡан, ҡалтыранған ҡулда ры менән мылтығын яһаны ла өҫкә, үҙе төшөп киткән тишеккә, тоҫҡап, атып ебәр ҙе. Соҡор төбөнән яңғырап сыҡҡан мылтыҡ тауы шы Йом - ғаҡ тауҙың ташта ры на бәре леп шаңғы раны ла тоноҡ ҡына булып кире шурфҡа әй ләнеп ҡайтты. Тауыш би - реү се лә, килеүсе лә бул маны. Сөнки бындай һу нар
осо рон да был тирәлә мылтыҡ атыу сы лар бер Һиммәт кенә түгел. Күпме ваҡыт үткәндер, Һим мәт мылтығынан тағы бер атып, тауыш сығарып ҡараны. Төлкө эҙен юллап, камил ҡыҙыҡҡан Һарығолаҡ та мыл тыҡ  тауышына иғтибар бирмәне. Тик элекке “Суртан приискыһы”н үтеп, түбәнге һаҙлыҡҡа, боҙо туңған тар ғына йылғаға килеп терәлгәс кенә, хужаһының юҡлығын һиҙеп ҡалды. Тиҙ генә ян-яғына ҡаранып алды ла килгән юлынан кире артҡа сапты. Бер 200-250 таяҡ самаһы үткәс, ер бауырлап сабып килгән
Һарығолаҡ, Һиммәт уйылып төшөп киткән шурфты табып алды. Хәйер, хужаһын эҙләп табыу уның менән тире һеңешеп бөткән эткә бер ни тормай. Уның тәмәке төтөнөнә ыҫланып бөткән еҫенән дә үҙ хужаһын ул мең кеше араһынан, күҙен бәйләгән көйөнсә лә, таба алыр ине.
  – Ә, килдеңме, таптыңмы мине, шилма, бына мин бында шурф төбөндә ятам, ныҡ ҡына тәнде имгәтеп тә ҡуйғанмын, – тип һөйләнде үҙ этенә, шатлығынан күҙ йәштәре сығарып, ҡалтыранған тауыш менән Һиммәт. Ә Һарығолаҡ, уның ялбарыуын аңлаған һымаҡ, шурф ауыҙынан соҡор төбөндә ятҡан Һиммәткә ҡарап, бер аҙ торҙо ла, алғы аяҡтары менән ерҙе ҡаҙып, соҡор тирәләй йүгереп йөрөй башланы.
– Бар инде, ауылға ҡайтып Хәйерниса еңгәңде күреп әйт: бер нисә ир алып килһен, мине шурфтан арҡан менән тартып сығарып алһындар, – тип үтенде Һиммәт. Ә Һарығолаҡ, шурф ауыҙын тирәләп йүгереп йөрөп, камил хәлдән тайғас, башын соҡорға һоноп, ҡар өҫтөнә ятты. Төптә ятҡан Һиммәткә Һарығолаҡтың ҡараңғы төндә алыҫтан яҡтырып күренгән ике фонарь кеүек ике күҙе генә күренә ине. Үкенескә күрә, Һары - ғолаҡ уның һүҙен дә, ялбарған үтенесен дә аңлай алманы. Бер ҡасан да хужаһын аҙым да ташлап китә алмаған Һарығолаҡ, был осраҡта ла шурфты ташлап китмәне, ҙур сабырлыҡ менән көттө, уны кешенән, этҡоштан һаҡларға уйланы. Көн ауыуға байтаҡ ваҡыт үткәйне инде. Кискә табан тиреҫтән ҡаты ел өрөп, яңытяуған ҡарҙы ойоҡһотоп, көслө буран сыҡты. Һиммәт тә Һарығолаҡтың ауылға ҡайтып хәбәр итеү мөмкинлегенән төңөлә төштө. “Был собака мине ташлап китмәй инде ул, ҡыйын булһа ла таң атҡанын ошонда көтөргә тура килер, ахыры”, – тип күңелһеҙ уйға сумды Һиммәт һәм, күҙен йомоп, йоҡларға тырышып ҡараны. Ләкин соҡорҙа оҙаҡ ятыу арҡа һын да ҡатып барған кәүҙәһен төрлөсә ҡуҙғатып, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла әйләнеп, ҡайҙалыр юғалып ҡалған бе йә ләйен эҙләне. Табалмағас, кәкрәйеп ҡатҡан ҡул да рын ышҡып, аяҡтарын ҡыбырлатты, нисек тә “йоҡ ла маҫ ҡа” ҡарар итте. “Йә Закир Рәмиев ҡаҙҙырған әҙер ҡәбер төбөндә таң сыҡҡансы туңып, йәһәннәмгә ҡойроҡ сәнсеп ҡалыуың бар”, – тип уйланы.
    Ҡараңғы төштө. Һарығолаҡты һырты менән ҡуша ҡалын ҡар баҫты, ләкин ул шурф ауыҙына тыҡҡан ба - шын алмай ҡарап ятыуын дауам итте. Хәйер, ул телә - гән хәлдә лә башын тиҙ генә кире тартып ала алма ған булыр ине, сөнки уның көн буйы сабып тирләгән муйыны бөгөлмәй шаҡрайып туңғандай ине. Шулай  бу лыуға ҡарамаҫтан, Һарығолаҡ үҙенең терелеген бел дереп, әленән-әле шыңшып, хужаһына дәрт өҫтәгәндәй итте.
   Хәйерниса еңгәй, аш һалып, уларҙы ҡояш байы ған - сы көттө лә, ҙур борсолоу менән күрше-тирәне йәү кә - ләр гә сығып китте. Ләкин уларҙы күреүсе лә, белеүсе лә табылманы.
   Иртәгә таңдан тороп, күмәкләп эҙләп ҡарарға хәл ҡылды күрше бер нисә ир заты. Эңер төшөү алдынан аңғармаҫтан ҡубып киткән буран таңға шып туҡтаны. Бөтә юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы тип-тигеҙ һылап көрт һалды. Ағас көрәк алып, билдәренә балта ҡыҫтырып, ике бесән санаһы менән күршеләре юлға сыҡты. Бына һыҙылып таң атты. Бысаҡ һыртындай ғына булып, декабрь ҡояшының ҡыҙыл сите күренде. Ҡуйы ҡара селек араһынан уның сәнсеп үткән нурҙарын күргәс, туңып барған Һиммәткә йән кергәндәй, бөтә
тәне әҙерәк йылынып киткәндәй булды. “Үс иткәндәй, исмаһам, тәмәке лә ҡалманы”, – тип уйлап алды асы - нып. Бер нисә мәртәбә йүткереп Һарығолаҡҡа үҙенең әле иҫән икәнлеген белдереп ҡуйҙы. Яуап итеп, эт тә, иртәнге сәләм биргән кеүек, шыңшып алды. Уның һиҙгер ҡолағына ҡарҙа шығырлаған сана табаны, кешеләрҙең дә үҙ-ара һөйләшкән тауыштары салынып ҡалды. Һарығолаҡ бөтә көсө менән төн буйы үҙен күмеп киткән ҡар өйөмөн өҫтөнән ырғытты ла, сәңкей-сәңкей, туңып ятҡан урынынан көскә-көскә ысҡынып, бауырына тиклем бата-бата, кешеләр килгән яҡҡа ыңғайланы.
Уны күреп ҡалған кешеләр:
    – Һарығолаҡ, маһ, маһ, эй януар, эте тере булғас, Һиммәт тә, моғайын, берәй урында ҡар аҫтында күме - леп ята торғандыр, – тип шатландылар. Улар янына килеп етер-етмәҫтән, Һарығолаҡ үҙенең килгән
юлынан кире боролоп, бер нисә мәртәбә артына әйләнеп ҡарап өрә-өрә, алға сапты. Йәнәһе лә: “Әй - ҙәгеҙ, артта ҡалмағыҙ, йылдамыраҡ булығыҙ”. Һары - ғо лаҡ уларҙы туп-тура Һиммәт уйылып төшкән шурфҡа алып килде. Үҙе шурф ситенә килеп баҫты ла, ҡой ро ғон болғап, һоро күҙҙәре менән быларға тилмереп ҡа ра ны. Тик “ошонда төшөп китте минең хужам” тип кенә әйтә алманы аҡыллы йән эйәһе.
– Эй, аҙаш, тереме һин унда? Был – беҙ, һине эҙ - ләргә сыҡтыҡ, – тип ҡысҡырҙы, шурф ситенә баҫып, силсәүиттең ут күршеһе “Ғауға” ҡушаматлы икенсе
Һиммәт.
    – Мин хәҙергә теремен дә, ләкин хәл бик мөшкөл, – тип яуап бирҙе соҡор төбөнән “Һөңгө” Һиммәт. – Оҙаҡ түҙгәнде бер биш минутҡа түҙерһең инде, изге йәнле этеңә мең-мең рәхмәттәр уҡы инде, әгәр шул әүлиә этең эргәңдә булмаһа, ошо соҡор төбөндә ҡатып үлгән булыр инең, аҙаш. Беҙ һиңә хәҙер оҙон ҡыуал йәки дилбегә төшөрөрбөҙ, – тине лә көрткә бата-бата, иң оҙон сауҡаны ҡырҡып килтерҙе. Йәбе - шеп менергә уңайлыраҡ булыр тип, ботамай-нитмәй
сау ҡаны шурфҡа төшөрҙөләр. Туңған ҡулдары менән Һиммәт, сауҡаға йәбешеп, үрмәләп ҡарағайны ла, ыс ҡынып, соҡор төбөнә яңынан төшөп китте.
– Дилбегәгеҙҙе төшөрөгөҙ, бәйләнеп менергә уңайлыраҡ булыр, – тип ҡысҡырҙы тамам
хәлһеҙләнгән Һиммәт. Ике ҡайыш дилбегәне ҡушарлап иштеләр ҙә яңы - нан шурфҡа төшөрҙөләр. Һиммәт дилбегәнең осо менән үҙен биленән бәйләне лә: “Йә инде, тартығыҙ”, – тип команда бирҙе.
     Ҡулы-бите туңған, тамам хәле бөткән Һиммәтте соҡорҙан тартып сығарҙылар. Оҙаҡ мылтыҡ тотоп ятып, таң атҡансы бөгәрләнеп туңған һул ҡулын мылтыҡ прикладынан көскә айырып алдылар. Аяғында саҡ баҫып торған Һиммәт эте өҫтөнә йығылды ла, уны муй ынынан ҡосаҡлап, ике күҙенән бөрсөк-бөрсөк тәгәрәп төшкән йәштәрен дә һөртмәй: “Егеттәр, минең ҡаш та ошо йән эйәһе булмаһа, мин ошо соҡор төбөндә йән бирәһе инем, бына ошо мине ҡотҡа рыу - сы”, – тип Һарығолаҡтың туңған морононан үбеп алды, ҡатҡан ҡулдары менән уның ҡарлы арҡаһынан һыйпаны. Һиммәттең битен-ҡулын оҙаҡ ҡына ҡар менән ыуҙылар ҙа тимер көрөшкәгә бер шкәлник араҡы һалып бирҙеләр, ләкин уның араҡыны тотоп эсерлек хәле булмағас, ауыҙына ҡойҙолар.
Һиммәттең эсенә йылы йүгергәндәй булды. Уны ике толопҡа урап, санаға һалдылар ҙа ауылға алып ҡайтып киттеләр.
   Хәйерниса еңгәй, бер һике булып һуҙылып ятҡан Һиммәтте сисендереп, бөтә тәнен ағас спирты менән ышҡып сыҡты. Һары май һалып, ҡоротлап-борослап, ике туҫтаҡ йылҡы һурпаһы эсерҙе лә яңынан толопҡа урап һалып ҡуйҙы. Әҙерәк хәле еңеләйә төшкәс, Һиммәт: “Ана, этте ҡарағыҙ, итле һурпа сығарып ҡойоғоҙ, бынан ғәйре мин ниндәй тамаҡ ашаһам, эткә лә шуны ашатығыҙ, әйтеү итеп әйткән нәҙерем бар”, – тине эргәһендә ултырған ҡатынына. Өс көн өйҙә ятып, дүртенсе көнөнә мунса яҡтырып, эләүкә башында ултырып, ныҡ ҡына тирләгәндән һуң, Һиммәт әҙәм булып китте. Һиммәт өйҙә сирләп ятҡан саҡта, Һарығолаҡ өсөн дә байрам көндәре булды. Көн дә ҡалъялы һурпа эләгеп торҙо. Үҙенә ҡарата был хөрмәттең мәғәнәһен төшөнә алмай интекте Һарығолаҡ. Һунарҙан ҡайтҡан көндә ярты ялғаш итле аш ҡойғас: “Был ни хәл, миңә яңылыш ҡына һалманылармы икән был ашты”, – тип, Хә йернисаға аптыраулы ҡараш ташлап, аш янына кил мәй торҙо. “Аша, аша,
Һарығолаҡ, ул һиңә”, – ти гәс кенә, ялғаш янына баҫып, баҙнатһыҙ ғына ашарға то тондо. Тиҙ арала Һарығолаҡ яҡшы ғына көрәйеп тә өл гөр - ҙө, итле ашҡа өйрәнеп тә алды. Ғәҙәттәгесә та маҡ эҙ - ләп, оло урам буйлап темеҫкенеп тә йө рөмәне. “Бына дәдәң ҡашҡарҙар менән нисегерәк йә шәй, нисегерәк ашай”, – тип башҡа эттәр араһында маҡтанып та ал - ғыһы килде уның. Ләкин эт байрамы оҙаҡҡа һуҙылманы.
     Силсәүиткә бер-ике көн эшкә барып ҡайтҡайны, хужа артынан бау кеүек тағылып йөрөгән Һары ғо лаҡ - тың барлығын да, шурф өҫтөндә ауылдаштары ал дын - да әйтеү итеп әйткән нәҙерен дә онотто Һиммәт. Һары ғолаҡҡа тағы көнөнә бер тапҡыр әсе ҡатыҡ ҡушылған йыуынты һыу ғына эләгә башланы. Тәүге көндәрҙәге хөрмәтте аңлап еткермәгән кеүек, хужаларының ҡапыл үҙгәргән был ҡарашын да, билдәле, төшөнә алманы Һарығолаҡ.
Ләкин бер аҙҙан һуң уның ғәйепһеҙ ғәзиз башына насип булған фажиғә уның ошо көн дә бирелә торған йыуынты һыуын да, уның үҙ ғүмерен дә юйҙы.
   Ваҡиға былай булды. Берҙән-бер көндө Һиммәт, эш тамамланғас, сил сә - үит тән сыҡты ла ғәйеп булды. “Ғәйеп булды” тип, ул энә түгел юғалырға, ләкин шулай ҙа ул эҙен юғалтты. Ҡышҡы ҡыҫҡа көн кискә һарҡып, ҡояш Ирәндек тауы артына йәшеренгәс, Һиммәт уғры кеше кеүек, яняғына алан-йолан ҡарана-ҡарана, түбәнге оста йәшәгән әшнәһе Йомабикәгә барып инде. Ул байтаҡ йылдар кәнсә ҡарай, төҫкә-башҡа сибәр, күҙҙәре ут атып торған йәш тол ҡатын. Һиммәттең күптән инде, йөрәге янып, уға күҙе төшөп йөрөй ине. Бына бөгөн кискә кәнсәлә икәүҙән-икәү тороп ҡалғас, мейес тирәһендә эйелеп-бөгөлөп иҙән йыуып ма ташҡан Йомабикәгә, уның йыуан балтырҙарына Һим мәт, күҙе ҡыҙып, өҫтәл аша оҙаҡ ҡына майлы күҙ - ҙә ре менән текләп ултырҙы ла, түҙемлеге бөтөп, ҙур ҡул дары менән уның ике бөйөрөнән йомшаҡ ҡына итеп һәрмәп алды. Йомабикә ҡапыл һиҫкәнеп киткән булды, баҙлап янып торған муйыл күҙҙәрен Һиммәткә бер атты ла:
– Ыста, был ни ҡыланыуың, Һиммәт ағай, бисәң Хәйерниса былай ҙа беҙҙең бергә эшләгәнде күрә алмай, ауыл бисәләре араһында нахаҡҡа әллә нин - дәй ғәйбәт таратып йөрөй, имеш, мин һинең менән йөрөй булам, юҡ-юҡ, ағай, бәләңдән баш-аяҡ!
– Ҡуй әле шул “ағай ҙа ағай” тиеүеңде. Шул һүҙең менән ажарымды ҡайтараһың. Хоть “еҙнәй” тип әйтер инең. Балдыҙ булған кеше үҙе ирҙең ярты бисәһе тигән һүҙ бар ҙа баһа. Минең күңелгә бик ята шул “балдыҙ” һүҙе.
– Ай-һай, аҡылың алтын икән. Һин еҙнә булырға минең ҡайһы апайымды алдың? Күпме “еҙнә аҡсаһы” биргәнең бар?
–Эй, Йомабикә, Йомабикә, эш аҡсала ғына торһа, уныһын ғына табыр инек тә ул.
– Бына шулай, аҡсаңды – “ишек бауын” йәлләмәй биреп һөйләш яңы балдыҙың менән. Ярар инде, был һүҙ күңелеңә хуш икән, бынан һуң үҙеңә “еҙнәй” тип кенә өндәшермен, – тине йөрәге ярһыуҙан бер аҙ тыныслана төшкән Йомабикә, серле итеп йылмайып. –Бисәңдән ҡурҡмайһыңмы һуң?
– Эй дүрәк, бисәнән ҡурҡалар тиме ни был заманда? Ҡатҡан һыйыр тиҙәген тибеп осорһаң, аҫтынан ун бисә йүгереп сығырға әҙер генә тора бит хәҙер.
– Ай Алла, ошо телең булмаһа. Бик батыр лан ған - һың икән. Улай булғас, ниңә бәйләнәң һуң? Ана ята юлың, башҡаларға һыҙҙырып ултыр!
– Мин рад бы бәйләнмәҫкә, йөрәк бәйләнә, күңел тарта, Йомабикә. Ни хәл итәһең, ул мөхәббәт тигән хәйерһеҙҙең үҙенең закондары бар, күрәһең. Ҡар та - йып барған йөрәктең янып-янып ҡара күмергә әйлә - неп ҡуйыуы ла бар әле. Исмаһам, берәр ваҡыт сәйгә са ҡырыр инең, булмаһа.
– Сәй һәр ваҡыт әҙер килгән кешегә. Самауырым өҫтәлдә шаулап ултыра. Рәхим итегеҙ.
– Ярар улайһа, бик үтенеп саҡырғас, барып сыҡмай булмаҫ. Бөгөн киске сәғәт етеләр тирәһендә солан ишегеңде асып, көтәүелләп тор. Бына ниндәй һөйләшеүҙән һуң ғәйеп булды эт хужаһы.

Билдәле, Һарығолаҡ та, энә артынан эйәргән еп кеүек, “көфөр мөйөшө”нә алып бара торған гонаһлы юлдан, Һиммәт артынан китте. Ләкин, Һарығолаҡ уйлағанса, бик тиҙ генә бөтмәне хужа йомошо. Бик оҙаҡ, ҙур түҙемлелек менән көтөргә тура килде хужаһын Һарығолаҡҡа. Ятып та ҡараны, тороп та ҡараны меҫкен эт. Ләкин Һиммәт сығырға ашыҡманы. Күпмелер ваҡыт үткәндер, Хәйернисаның бик алыҫтан “Һарығолаҡ, маһ, маһ” тигән тауышы эттең һиҙгер ҡолағына салынып ҡалды. Билдәле, Һарығолаҡ бик тиҙ генә хужаһын ташлап китергә йыйынмағайны ла, ләкин, ғәзиз башының күрәһе булғандыр инде, уның изге теләген аслыҡ еңде. Ул, түбән остан йән-фарман сабып ҡайтып, хужабикәнең итәгенә һырыҡты. Ул ялғашына һалынған ашты ҡарһаланып ашап бөткәс, Хәйерниса илау ҡатыш үтенес менән Һарығолаҡтың һоро күҙҙәренә баҡты. Хужабикәнең:
    – Хужа ҡайҙа, уны ҡайҙа юғалтып ҡалдырҙың, – тигән һорауын аңлаған кеүек, Һарығолаҡ ҡойроғон болғап ҡуйҙы. Йәһәт кенә өйгә керә һалып, елбәҙәк
кенә кәзәкейен яурынына һалып сыҡҡанда, Һарығолаҡ, артына ҡарана-ҡарана, Хәйернисаны көткән кеүек, оло урам буйлап түбәнгә төшөп бара ине. Дәррәү юл башлап, билдәле, үҙ ихтыярынан ғәйре, Һарығолаҡ Хәйернисаны туп-тура Йомабикәләр өйөнә алып килде. Хәйернисаның һыуыҡҡа өшөгән йөрәге ҡапыл ҡабынып китте, асыуы ҡабарҙы. Таң беленеп килеүгә ҡарамаҫтан, әле был өйҙә ятма ғандар, кәйеф-сафа ҡоралар. Нисек кенә тәҙрә ҡап ҡастарын ентекләп япһалар ҙа, уның бысаҡ йөҙөндәй генә ярыҡтарынан шәм яҡтыһының нурҙары аҡ ҡар өҫтөнә оҙон һөңгө булып сәнселә ине. Өҫтәүенә ҡурай тауышы ла яңғырап, тышҡа ишетелеп тора. “Тимәк, Һиммәт ете төн уртаһында, бала ла ры - нан, өйөнән ҡасып, сторожихаһы Йомабикә менән кәйеф-сафа ҡороп ултыра” тигән уй Хәйерниса еңгәйҙең ярһыған йөрәген телгеләп үтеп китте. Ул оҙаҡ уйлап торманы, бата-сума барып, яртылаш көрткә күмелгән ситәндән бер ҡаҙыҡ һындырып алды ла эшкә кереште – ике асылмалы тәҙрә ҡапҡастарын шар асып ебәрҙе лә быяла ҡырырға тотондо.
– Вәт һеҙгә, битһеҙҙәр, ике уйнаш, әйҙә хәҙер һыуыҡ өйҙә туйғансы йырлашығыҙ, ҡосаҡлашығыҙ, – тип урам ярһытып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла һыпыра атлап өйөнә ҡайтып китте. Әлбиттә, Һарығолаҡ был ваҡиғанан тағы бер ни ҙә аңламай, ары сабып, бире сабып ҡараны ла, ситтә генә аптырап, ҡарап торҙо. Кешелек донъяһында осрай торған бындай ҡатмарлы хәлдәрҙе эт аңлап бөтөрөрлөк кенә түгел шул. Ватылған тәҙрәнән Хәйерниса эргәһендә баҫып торған үҙ этен күргәс, Һиммәт: “Был тик Һарығолаҡтың этлеге, тик ошо сволочь ҡына Хәйернисаны бында алып килгән. Унан башҡа минең бында икәнде этем дә күрмәне”, – тип уйлап алды. Уның асыуы эсенә һыйманы, ярһыған йөрәге күкрәген ярып сығырҙай булып туланы. Ул йәһәт кенә кейенде лә ҡайтып өйөнә инеүе булды – ҡатынының тамырҙары күгәреп сығып торған ас боғаҙына йәбеште.
    – Йә, эт ҡойҡаһы, һин мине бөтә ғаләм алдында күпме позорить итәсәкһең? Аҡ мейестәй ағарып, ҡобараһы осҡан Хәйерниса бер яуап та ҡайтара алманы. Бындай ваҡыттарҙа уның менән әрепләшеп тороуҙың аҙағы нисек бөтәсәген ул электән дә яҡшы белә ине. Ҡатынын иҙәнгә тәгәрәтә һуҡты ла Һиммәт ярһып урамға йүгереп сыҡты. Башы өҫкә саңҡая төшкән 45-се размерлы дағалы итеге менән, күҙҙәрен тәгәрәтеп, уға өмөт бағып ҡарап торған Һарығолаҡтың моронона тибеүе булды, ул бер нисә мәртәбә тәгәрәп барып ятты. Иҫәңгерәгән эттең танауынан, ҡолаҡ - тарынан соролдап ҡып-ҡыҙыл ҡан аҡты. Уның баш осонда бәләкәй генә ҡан соҡоро барлыҡҡа килде, быу кеүек, йылы ҡан боҫо һауаға күтәрелде. Хәлһеҙ ятҡан этенең ас биленә тағы бер нисә тапҡыр типте лә ҡаты итеп руссалап һүгенде. Бер аҙ асыуы баҫыла төшкәс, өйөнә инеп, сисенмәйенсә, бер һикене алып һуҙылып ятты ла хырылдап йоҡлап та китте. Хәйерниса илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен алъяпҡысының тиҫкәре яғы менән һөрттө лә, эттең сәңкелдәгәнен ишетеп, урамға сыҡты. Ҡанға туҙып ятҡан Һарығолаҡты күреп, уға ярҙамға ашыҡты. Имгәнгән артҡы ярты кәүҙәһен һөйрәп, ояһына табан шылышып барған эттең башынан тартты. Бер аҙнаға яҡын ятты Һарығолаҡ үҙ ояһында. Был инде хужа менән эт араһындағы дуҫлыҡтың бөтөнләй өҙөлөү көндәре ине.
     Һарығолаҡ әкренләп төҙәлә башланы. Быға, әлбиттә, Хәйерниса күп көс һалды. Үҙенең арҡаһында был мәхлүктең ошо хәлгә ҡалыуын яҡшы
аңлай ине. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Һарығолаҡ ояһынан сығып, тирә-йүнде күҙәтеп ултыра алды. Ләкин күпме генә башын ватмаһын, ике кешегә берҙәй күрһәткән үҙ изгелегенең нишләп һуң әле үҙе өсөн ошо ғазаптарға әйләнеүен төшөнә алманы. Икенсе көндө Һиммәт кәнсәгә эшкә килгәндә, ауылдаштары уны беренсе тапҡыр үҙенең этенән башҡа күрҙеләр. Һарығолаҡ өсөнсө-дүртенсе көндә лә күренмәне. Был күңелһеҙ ваҡиғанан һуң бер Һиммәт кенә, бөтә бәләнең башы үҙе булыуына ҡарамаҫтан, бер ни ҙә булмағандай эшләүен, йәшәүен дауам итте. Тик бер аҙнанан һуң, шәмбе көн кис, Йомабикә кәнсә ишегенән башын тығып ҡараны ла, сит кеше юҡлығын күргәс, Һиммәт янындағы секретарь өҫтәле артына ултырып, бөтә аһ-зарын түкте, әҙерәк балауыҙ ҙа һығып алды.
    – Бына шулай инде ул, һеҙҙең кеүек бисәле ирҙәр менән бәйләнһәң... Һин шып-шыма һыуәлләҙи, һиңә һүҙ ҙә юҡ, чорт та юҡ, бөтә бысраҡ ғәйбәтте шул беҙ меҫкенгә күтәрергә тура килә. Мин хәҙер ошо хәлдә нисек һинең кәнсәңә киләйем, әгәр халыҡ быны ишетә ҡалһа, күҙеңде лә астырмаҫ. Миңә берәр ҡағыҙ яҙып бир ҙә, китәйем, баш һуҡҡан яҡҡа, минең ер тырнап ятып илар балам да, ирем дә юҡ, – тип һыҡтап иларға кереште. Тәмәкеһен ауыҙына ҡабып, ҡаты уйға ҡалған Һиммәт гөрөлдәп сыҡҡан йыуан тауыш менән:
    – Ҡуй әле шул буш хәбәреңде, ҡыш өҫтөндә, ауыл ташлап, ҡайҙа китмәк кәрәк? Бына яҙ етер, ҡара ергә аяҡ баҫайыҡ, унан күҙ күрер. Әгәр инде һин китһәң, мать яҡаһына, минең дә бында малым, йәбешеп ятыр мөлкәтем юҡ. Эшен тапшырып, мисәттәрен өҫтәлгә һалдым да киттем дә барҙым. Кем юллап йөрөр был заманда минең арттан? – Һиммәттең был ҡурҡыныс хәбәренән һуң ҡапыл тыныслана төшкән Йомабикә:
    – Үҙ балаларыңды үҙең ҡара, һинең итәк тулы балаларың кемгә хәжәт. Һинең сихут Хәйернисаң, бөгөнмө-иртәгәме кәфененә төрөнөп, гүр эйәһе булырға тора. Башыңа алма ундай яман уйҙы. Китһәм – мин китермен.
    – Һин дә китмәйһең, юғиһә мин бер нәмәгә лә ҡарап тормайым, ҡайҙа һин – шунда мин. Мин дә надоел булғанмын уның әсе теленән. – Ҡулының һырты менән күмәгәйен бер нисә мәртәбә ышҡып алды. – Ас бет ныҡ тешләй, тип юҡҡа ғына әйт мә гән - дәр икән шул, үҙе арыҡ ҡына булһа ла теле үткер, бритыуа һымаҡ бит, телеп кенә һала. Кәңәшләшә торғас, бер ҡайҙа ла хәҙергә китмәҫкә, уңайы тура килгәндә, осрашыуҙы дауам итергә, бик тә булмаһа, райондарға ултырыштарға барғанда, Йома бикәне бер-ике көн алдан ебәреп, шунда күрешергә һүҙ ҡуйыштылар. Иртәгәһен Һиммәтте эте менән күрҙеләр. Ләкин Һарығолаҡ ғәҙәттәгесә уның алдынан сабып, юл башлап түгел, тик ҡойроғон һөйрәтеп, күңелһеҙ генә уның артынан утыҙ-ҡырҡ метр ҡалып, һылтыҡлап ҡына атлай. Бөйөрҙәре эскә ныҡ тартыла төшкән, танымаҫлыҡ булып ябыҡҡан, һөйрәлеп кәнсәгә килеп етте лә тупһа аҫтына үҙ урынына инеп ятты. Сана менән силсәүиткә килеп туҡтаған кешеләрҙең бесәнен ул яҡтан да, был яҡтан да ялмаған һыйырҙарға, һарыҡкәзәгә иғтибар ҙа итмәне, һалҡында көн буйы ятып, кәүҙәһе ныҡ ҡына ҡатһа ла, Һарығолаҡ элекке кеүек ныҡ һелкенеп ҡағына алманы. Һыҙланыуы еңде, тән ауыртыуы көслө ине. Эшкә килгәндәге кеүек, тәмәкеһен борҡолдатып ауыл буйлап атлаған Һиммәттең артынан һөйрәлеп тигәндәй генә ҡайтты. Үҙенә төшкән ҡатыҡ ҡатыш йылымыс йыуынты һыуын эсте лә ьбесәнлектәге ояһына инеп юғалды. Ҡаты бәғерле хужаһы ҡанға батҡансы типкеләһәлә, бер аҙна үтеүгә Һарығолаҡ уға ҡарата үпкәһен бер аҙ онота төштө. Билдәле, хәҙер, ул килеп күренеү менән, сыйылдап, уны ҡаршы алып һырыла торған көсөклөк ғәҙәттәрен ташланы. Аҡыллана төштө буғай.
        Һоро күҙҙәрендә ниндәйҙер борсолоу билдәләре күрһәтеп, бөтә ҡыланышында хужаға ышанып етмәүен белдереп, ситтән генә ҡарап тора башланы. Уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре араһына ниндәйҙер һалҡынлыҡ йүгерҙе. Ул этенә кемдәрҙер тарафынан йәбештереп ҡуйылған ниндәйҙер йәнһеҙ нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай. Ат еккәндә ҡамыттың дуғаһы, ышлыяның ыңғырсағы мотлаҡ булған кеүек, Һиммәттең дә алды-артына йүгереп сығып торған эте булырға тейеш. Ә уның нисек көн итеүендә хужаның эше юҡ. Сөнки ул өйөнә ҡайтып инеү менән тиртунын сисеп сөйгә элеп ҡуя бит, ул бер кемдән дә ашарға ла, эсергә лә таптырмай. Бына шулай ҡарай ул этенә. Уның барлығы ла ҡамасауламай, юҡлығы ла һиҙелмәй. Көнөнә егерме тапҡыр кеҫәһенән сығарып тәмә - ке төргән янсығы Һиммәт өсөн этенә ҡарағанда кәрәгерәк тә, ҡәҙерлерәк тә. Бына ошо хоҡуҡта йәшәй инде Һарығолаҡ Һиммәт ҡарамағында. Эт үҙ үпкәһен онота төшһә лә, Һиммәт этенең уға ҡарата эшләгән һуңғы "хыянат”ын онота алманы, хәтер муҡсаһы төбөнә ныҡ төрөп һалып ҡуйҙы. Йомабикә менән һөйләшеп, һүҙ беркеткәндән һуң, Һим мәт үҙ этенең артынан тағылып, эйәреп йөрө үе нең ниндәй күңелһеҙ, ауыр хәлгә ҡалдырыуын тағы бер тапҡыр уйлап ҡараны ла уның менән бер хәл ҡылмаҡ булды...
     Мөхәббәт уты көслөрәк ялҡынланып янған һайын, уларҙың ике араһы эҫеләнеп, яҡынлашҡан һайын ғәйепһеҙ мәхлүк Һарығолаҡ былар юлында аша атлап сыға алмаҫлыҡ кәртәгә әйләнде.
Уны емереп тә, урап сығып та булмай, уны тик юҡ итеп кенә тынысланырға мөмкин. Икенең бере: йә Йомабикә менән әшнә лек тән ваз кисергә, йә ҡарт йөрәкте елкендергән мө хәб бәт утында дөрләп янырға кәрәк, ләкин бының өсөн үҙенә тағылып йөрөгән Һарығолаҡты... Хужа икенсе юлды һайланы. Йәкшәмбе көн ул ғәҙәттәгенән иртәрәк торҙо ла, һыҙма мылтығын уң яурынына аҫып, һунарға йыйынды. Был хәлгә, ояһынан сығып, яҡын килергә баҙнат итмәй, икеләнеп ҡарап торған Һарығолаҡ аптырашта ҡалды. Һиммәт, тауышына ниндәйҙер яһалма йомшаҡлыҡ
ҡушып:
– Һарығолаҡ, нимә ҡатып ҡалдың, әйҙә, һунарға киттек, – тип өндәште. Мылтыҡ аҫып сыҡҡас, уның былай ҙа һунарға барырға тейешлеген аңлап алған Һарығолаҡ, ергә йәбешеп ҡатҡан кеүек, тик тороуын дауам итте. Сөнки кисә кис һунарға барыр хужаның ул бер ниндәй ҙә әҙерлеген тойманы. Икеләнеп торған Һарығолаҡҡа Һиммәт тағы ла өндәште:
– Әйҙә, әйҙә, ялҡауланма, киттек, – тип ҡапҡаны асып сыға башланы.

Байтаҡ икеләнеп торғандан һуң, Һарығолаҡ урынына ҡуҙғалырҙан алда, башын төрлө яҡҡа бороп, кәртә-ҡураға, айҙар-йылдар буйы ятып тире, ҡаны һеңешкән ояһына, солан, өй ишектәренә күҙ йүгертеп сыҡты. Ишектән кемдеңдер сыҡҡанын зарығып көткән кеүек булды, ләкин унда бер кем дә күренмәгәс, башын өҫкә күтәреп, күккә ҡарап оҙон-оҙон итеп бер олоно ла, Һиммәт артынан ҡуҙғалды. Ләкин Һиммәт күпме генә тырышмаһын, эт уның эргәһенә яҡын килмәне. Башын түбән баҫып, яй ғына атлап, уның артынан эйәрҙе. Бына бер сәғәт ваҡыт үтеүгә, Һиммәт менән уның эте таныш шурфтар араһына килеп инде, арттан килгән эт, нимәлер һиҙенгән һымаҡ, тыныс һыҙ -
ла на башланы. Бына ул таныш, ҡәһәрле шурф ауыҙы. Әйләнәһендә – тапалып бөткән кеше, йәнлек эҙҙәре. Күрәһең, быларҙан һуң бында башҡалар ҙа булған. Шурф ситенә сүкәйеп ултырып, Һиммәт тәмәке төрҙө. Сәсәгәнсе тәмәкеһен бер нисә мәртәбә һурҙы ла ситтә моңһоу ғына ҡарап ултырған этен тағы са ҡы рыр - ға тотондо. Ләкин эт уның янына килергә ашыҡманы. Шу нан Һиммәт шурф ситенә мылтығын һалып ҡалдырҙы ла эт эргәһенә үҙе килде. Уға бер-ике аҙым ер ҡалғас, әҙерәк шикләнеп, моңһоу күҙҙәре менән текләп ҡарап ултырған этенең муйынынан ҡапыл ике ҡулы менән эләктереп алды. Барлыҡ йән көсө менән тулаған этен муйынынан тотоп һөйрәп килтерҙе лә теге ваҡытта үҙе төшөп киткән шурф төбөнә ырғытты.
– Бына быныһы Хәйернисаға күрһәткән ярам һаҡлығың өсөн, миңә иткән хыянатың өсөн, – тине ул һәм соҡор эсенә бер төкөрөп ҡуйҙы. Осоп төшкән эт кәүҙә һенең туң соҡор төбөнә ҡаты бәрелеп, дөпөлдәгән тауышы ғына ишетелеп ҡалды. Бер аҙҙан һуң эт, хужа - һының соҡор ситендә торғанын һиҙеп, тартып сыға - рыу ҙы һорап, үҙәк өҙгәс тауыштар сығарып шыңшый башланы. Эттең соҡор төбөндә алғы аяҡтары менән туң стенаны тырнап шыңшыуын тыңлап торған Һиммәт ҡалтыранған ҡулдары менән яңынан тәмәке төрҙө, ләкин тыныслана алманы. Уйланып торҙо-торҙо ла, һыҙма мылтығын алып, соҡор төбөнә атып ебәр ҙе. Һыҙманың картечы туң стенаға бәрелә-бәрелә, ваҡтына уймалар яһап, көсө бөтөп, ҡай ҙа лыр юғалып ҡалды. Ул шурф башында тороп, бер-ике йүт кер ҙе лә
ауыл яғына ҡарап юл тотто. Соҡор төбөндә ят ҡан Һарығолаҡ ҡарҙа шығырлаған таныш, бик тә таныш аяҡ тауыштарын ҡолағы ишеткән ҡәҙәре тыңлап ҡалды. Һарығолаҡ өсөн көн ғазаплы төнгә әйләнде. Һалҡын төндә эт олоуына шурф эргәһенә бер нисә бүре лә килеп китте. Улар ни эшләргә белмәй, ары йүгереп, бире йүгереп, ахырҙа аптырағас, шурф ауыҙына баштарын һоноп, байтаҡ ҡына түбән ҡарап яттылар. Уларҙың төндә баҙлап янған күҙҙәре Һа ры ғо лаҡтың ас, туңған тәнен тишеп үткән кеүек тойолдо. Ул үҙенең
өшөгән, ҡурҡынған йән киҫәген ус төбөнә алып ҡалтыранды. Һарығолаҡ, һалҡын соҡор төбөнә ятып, ваҡыт хиса - бын да юғалтты. Ул үҙ башынан үткән һуңғы ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнештәрен дә, был һәләкәттеңб килеп сығыу сәбәбен дә аңлай алманы. Һиммәт иһә иртәгәһенә, көндәге кеүек үк, тәмәкеһен быҫҡытып, эшкә барҙы, ә Һарығолаҡ, үҙ тоғро ло ғо ноң бәләһенә юлыҡҡан бәхетһеҙ эт, һигеҙенсе кө нөндә элек Рәмиевтәр ҡалдырып киткән
ҡотһоҙ, һыуыҡ шурф төбөндә әкрен генә йән бирҙе. Күптәнге ваҡиға был. Беҙ йәш егеттәр инек әле ул саҡ тарҙа, шулай ҙа был ғибрәтле хәл күңелдә ныҡ уйы - лып ҡалған. Бала-сағалы көйөнсә, Һиммәттең күҙенә генә ҡарап, бөтә донъяны үҙ иңендә алып барған
өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡатыны була тороп та, уның икенсе бисәгә йөрөүен ауыл халҡы ҡаға-һуға булһа ла ишетте, әлбиттә. Шулай ҙа ул “ғәйбәт”кә артыҡ ҡолаҡ һалыусы булманы. Ләкин уға йәне-тәне менән тоғро хеҙмәт иткән, уның үҙен заманында үлемдән дә ҡотҡарған Һарығолағын үҙ ҡулы менән тәрән шурфҡа ташлауын ауыл халҡы ғәфү итмәне, уны эштән алып ырғытты. Һиммәт бауыр сиренә һабышты, тамағынан яҙҙы, һөңгө һымаҡ тур-тура кеше ҡап урталай бөгөлдө. Ҡасандыр дәрт тә, дарман да бәреп алһыу нурлы йөҙҙәр көҙгө япраҡ шикелле һарғайҙы, ут сатҡылары сәсеп торған күҙҙәре тоноҡланып һүрелде. Ләкин уны ауылда йәлләүсе кеше табылманы. Тамағы ас көйөнсә көнөтөнө бер аҙым ҡалмай уға тағылып йөрөгән Һарығолағын халыҡ ысын күңелдән йәлләне. Хәҙерге эттәр кеүек хужаһы менән бер өйҙә йомшаҡ келәм өҫтөндә, колбаса ғына ашап, ишек ҡыңғырауын шылтыратҡан һәр кешегә ларһылдап өрөп кенә ятһа, бәлки, Һарығолаҡ та бындай ҡазаға юлыҡмаған булыр
ине. Ул саҡтарҙа эт хеҙмәте лә башҡасараҡ хәүефлерәк тә, яуаплыраҡ та ине шул. Ҡыҫҡаһы, Һиммәт майы бөтөп һүнә башлаған майшәм кеүек, күҙгә күренеп шиңде. Етмәһә, башына балдаҡ кейҙерелгән, иң яратып уйнай торған ун тотамлы ҡурайының тик ятҡан ерендә кибеп ярылыуы Һиммәттең былай ҙа болоҡһоу күңелен бермә-бер төшөрҙө, шомло эске тойғо уның бөтмөшөн солғап
алды. “Ҡурайсының ҡурайы ярылыуы тигенгә түгел, был фани донъя менән мәңгегә хушлашыу өсөн миңә лә мөҙҙәт килеп етте, ахырыһы, – тип юраны был хәлде Һиммәт. – Былар барыһы ла ҡылған гонаһымдың ҡөһөрөлөр инде, әҙәмдеке генә түгел, эт ҡарғышы ла
бар бит минең иңемдә. Хайуан ҡарғышы кешене язаһыҙ ебәрмәй, ти торғайны боронғолар. Шулар өсөн интегәмдер инде”, – тип Һиммәт нуры һүнә башлаған күҙҙәрен түшәмгә текәп оҙаҡ уйланды. Тәүбә лә итеп ҡараны, ләкин тәүбәһе ҡабул булманы. Тиҙҙән ул үҙе лә һалҡын түшәгенә йығылды.

Автор:
Читайте нас: