Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Ғинуар 2023, 22:08

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (4)

– Аҡ “Мерседес” – минең хыялым инде ул. Уның рулендәге егет еңеүсе лә булһа... – тип һөйләнгән була. Үҙе миңә ҡарай. Көнләштерәм тип уйлайҙыр инде. Тот ҡапсығыңды! Ҡала буйлап минең машинала ултырып йөрөнө – тибеп төшөрәһе ҡалған үҙен.

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (4)
Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (4)

Ғәлиуллин Рөстәм Ғосман улы - татар прозаигы. 1987 йылда Татарстан Республикаһының Арча районы Наласа ауылында тыуған. Ҡазан дәүләт университетының татар филологияһы һәм тарихы факультетын тамамлаған. Филология фәндәре кандидаты. "Казан утлары" әҙәби журналының баш мөхәррире. Татар һәм рус телдәрендәге биш китап авторы. Татарстан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Татарстандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты.

Мин – Радик

Бөгөн ни өсөндөр кәйеф юҡ. Таң алдынан ғына ҡайтҡанлыҡтанмы? Юғиһә, кисә әллә ни ҡылан­маным, шикелле. Дуҫтар менән бильярд уйнаныҡ та кафела кальян тарттыҡ. Кисә төнгө уҙышта еңә алманым – кәйефтең юҡлығы шунандыр, моғайын. Барыһына ла ҡартлас пахан ғәйепле. Минең дустар элек-электән өс-дүрт миллионлыҡ “Порше”, “Мерседес”, “Ауди”ларҙа. Минең “Тойота” уларҙың ярты хаҡы ла тормай.
– Барыбер, ярты йылда туҙҙырып бөтөрәһең. Һиңә 4 миллионым әрәм, – тигән була.
Ә-ә-ә, кисә Динара менән дә талаштыҡ бит әле.
Эдик уҙышта беренсе килгәс, уны ҡотлап муйынына һарылды. Хәйер, миңә уның нишләүе барыбер.
– Аҡ “Мерседес” – минең хыялым инде ул. Уның рулендәге егет еңеүсе лә булһа... – тип һөйләнгән була. Үҙе миңә ҡарай. Көнләштерәм тип уйлайҙыр инде. Тот ҡапсығыңды! Ҡала буйлап минең машинала ултырып йөрөнө – тибеп төшөрәһе ҡалған үҙен.
– Һөйрәлсек! – Ғәрлегемдән һүгендем. – Шуның сырайын күрмәһәм ине.
Тик ул көн һайын тигәндәй беҙгә килеп етә. Әсәй менән серҙәре береккән шул.
– Бына ҡала ситендәге йортто Радикка яҙҙырҙыҡ. Ойошманы ла уға тапшырабыҙ. Уҡып бөтөрөүгә, министрлыҡҡа саҡырып торалар үҙен. Атаһы диплом алыу хөрмәтенә берәр фирма бүләк итергә йыйына. – Әсәй ошо һөйләмдәрен ҡабатлап нисек туймайҙыр?
Динараның атаһы менән минең атай – әшнәләр.
– Улар – бик бай кешеләр, – ти әсәй, Динара тураһында һөйләй башлауға. – Каталонияла, Урта диңгеҙ буйында виллалары ла бар.
– Беләм. Динара, уҡып бөтөүгә, шунда күсергә йыйына. Уҡыуын Мадридта дауам итәсәк. Берҙән-бер малайыңдың сит илгә китеүен теләйһеңме?
– Һин китмәҫһең. Барып йөрөрһөң. Ул да ҡайтыр әле.
Мин ҡул ғына һелтәйем.
– Өйләнергә мин йүләрме әллә? Бөтөнләй өйләнмәм әле бына!
Әсәй һүҙҙәремде ысынға алып, тертләп ҡуя:
– Динараны ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Йоҡлап йөрөмә, башҡалар күптән ҡармаҡ һалалыр инде.
– Бик кәрәк булһа, ана атай икенсе ҡатынлыҡҡа алһын.
– Башың йәш шул әле – донъяны аңлап бөтөрмәйһең. Ата малы – сусҡа ҡаны.
– Сусҡаға ни булған? – тим мин юрый. – Татарға сусҡа килешеп тора хәҙер.
Шунан һуң Динараны яманлай башлайым.
– Ул осраған бер егеттең муйынына һарыла.
– Ныҡ тор! Ебек булма!
– Күп эсә, иҫерә...
– Аҡыл керер әле.
– Уның менән етди әйберҙәр тураһында һөйләшеп тә булмай...
– Нимәгә уның менән етди нәмә тураһында һөйләшеү?
Минең әсәйҙе рәнйетәһем килмәй.
– Асыуымды килтерһәгеҙ, тотормон да Йәмиләгә өйләнермен!
– Йәмилә? Кем ул?
– Һинең урынбаҫарыңдың ҡыҙы.
Әсәйҙең күҙе түңәрәкләнә.
– Кит, юҡ һүҙ һөйләмә. Ул ишәктән эштә лә туйғанмын. Бында тағы ҡыҙын да алып ҡайтһаң!..
...Быйыл беҙ бер ай Динара менән уларҙың виллаларында – Льорет-де-Марҙа йәшәп ҡайттыҡ.
Ҡала ҙур түгел, шулай ҙа унда тормош ҡайнап тора. Урам тулы йәштәр. Бейейҙәр, йырлайҙар. Динараларҙың йортонан диңгеҙгә ни бары ун минут бараһы. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙән диңгеҙ күренеп тора.
Беренсе көндәр ғәжәп ине! Ҡомлоҡта тәгәрәп яттыҡ, ҡыҙындыҡ, һыу керҙек. Динара матурлығын күрһәтә белә – уның Испания ҡояшын бер генә күрмәгән шоколад төҫөндәге һылыу кәүҙәһен яҡын-тирәләге ир-егеттәр ашарҙай булып күҙәтә. Шундай сибәр ҡыҙҙың ҡулынан тотоп диңгеҙгә ингәндә, мине ғорурлыҡ биләп ала.
О-о, ул Урта диңгеҙҙең үҙе тоҙло, үҙе шишмәнекен хәтерләткәндәй үтә күренмәле һыуы! Минут эсендә хасил булған ваҡ тулҡындарға ҡаршы беҙ Динара менән эскә атылдыҡ. Тоҙло һыу ауыҙға керә, күҙҙе әсеттерә – беҙгә рәхәт: тулҡындар ярға бәрелеп, кире килеп еткәнсе шашынып-шашынып үбешәбеҙ. Инде ирендәр ярылып бөттө, шулай ҙа ҡайнап торған хисте тыйып булмай... Унан һуң ул хис төндәрен ваҡ тулҡынсыҡтарҙан цунамиға әүерелә ине...
Бер нисә көндән беҙҙең диңгеҙ буйына аяғыбыҙҙы ла атлағыбыҙ килмәне. Ҡалала беҙ булмаған ресторан, магазин, кафе ла ҡалманы.
– Барселонаға барайыҡ! – тип тәҡдим иттем мин Динараға.
– Минең корриданы күргем килә! – Динараның күҙе ялтырап ҡуйҙы. – Иртәгә үк!
– Иртәгә үк! – тип ҡабатланым мин.
Күңелдәр ҡабат ҡанат йәйҙе. Беҙ ресторанда кәйеф-сафа ҡорорға булдыҡ.
Ярай әле, донъяла коньяк тигән эсемлек бар. Шул ғына кәйефте күтәрә. Мин, тәжрибәле дегустатор кеүек, бер-бер артлы иң ҡиммәтле коньяктарҙың төрлөһөн килтерттем. Официант егеттең ап-аҡ тештәрен балҡытып йылмайыуы минең ирендәремә лә күсте. Бөтә кеше лә йылмая, һәр кем шат күренде миңә. Томан араһынан килеп сыҡҡандай, ҡайһы аралалыр беҙҙең өҫтәлдә ике егет пәйҙә булды. Ҡолағыма тиклем йырылған ирендәремде көскә ҡыймылдатып кемлектәрен белешәм: былар – бындағы егеттәр икән.
– Антонио! – тине, шикелле, Динараға елкәһен терәгәне.
Динара ҡояштай балҡый. Үҙе бер туҡтауһыҙ сырҡылдай. Антонионың етеҙ ҡулдары өҫтәл аҫтында хәрәкәтләнә һымаҡ тойолдо миңә. Башыма ҡан йүгергәндәй булды. Мин, бармаҡтарымды йоҙроҡҡа төйнәп, урынымдан күтәрелә башланым. Шул саҡ теге егет миңә сәркә һуҙҙы.
“Сыңҡ!..”
... – Һин Барселонаға бараһыңмы? – тине Динара.
Мин, уны ишетмәмешкә һалышып, күҙемде йомдом. Баш ярылырҙай булып сатнай: бүре кеүек олоғо килә.
– Ә-әй, сибәр егет!
Тауыш яҡынайҙы.
Күҙемде астым: ҡаршымда инәнән тыума килеш Динара баҫып тора ине. Матур үҙе, ҡәһәр һуҡҡыры. Төн буйына йоҡламайынса, бер аҙ таушалған сырайы ла, ҡып-ҡыҙыл күҙе лә ымһындырғыс сибәрлеккә хилафлыҡ килтерә алмай. Ҡырҡылған өсмөйөш эҙе ҡарашымды һөйрәп төшөрҙө.
Ҡуҙғала башланы...ым!
– Ха-ха-ха! – тип ҡарлыҡҡан тауыш менән көлдө Динара һәм ике ҡулын йәйеп, бассейнға һикерҙе. Һыу ухылдап ҡуйҙы.
Мин, һыҙлаған башымды услап, үткән төндө иҫкә төшөрөргә маташтым. Ресторандан беҙ өсәү ҡайттыҡ түгелме һуң? Каталонмы, баскмы егете эйәрҙе бит беҙгә. Антонио инеме һуң исеме?
– Антоша! – тине уға Динара.
Баш мейеһе уйлауҙан баш тартты. Мин өҫтәлдәге һыулы кәсәгә үрелдем.
– Һикер әйҙә! – Динара, гүзәл тәнен уйнатып, һыуҙа ләззәтләнә ине.
Мин күҙемде йомдом.
– Әй, сибәр егет! – Һиҙмәй ҙә ҡалдым: Динара, һыу ҡыҙыныҡылай таралып төшкән еүеш сәстәрен туҙғытып, өҫтөмә ҡапланды...
...Бер көндө Динара менән ятаҡта ятҡанда һүҙ ялғанып китте.
– Әсәй һине бик ярата инде. Килен итеп күрергә теләй, – тинем мин.
– Ә мин ҡаршы түгел. Өйләнешербеҙ ҙә бында йәшәрбеҙ. Күңелле бит?
– Миңә оҡшамай.
– Оҡшамаһа, Барселонаға, Мадридҡа китербеҙ. Йорт һатып алырһың да...
– Ә миңә бит саф ҡыҙҙар оҡшай...
– Нимә? – Динараның күҙендә ғәжәпләнеү тойғолары бейеште. – Аңламаным?
– Ҡатынымдың саф булыуын теләйем...
– Ә-ә-ә, аҡылың алтын икән. Бар, йүгер, өйлән. Таба алһаң... – Ул боролоп ятты.
– Бар ундай ҡыҙҙар... – Уны минең үртәйһе килә ине.
Динара өндәшмәне.
– Ә мин һинең нисәнсе?
Динараның көлгәне ишетелде.
– Икенсе!
– Мин ни өсөндөр гел икенсегә ҡалам, – тинем, үртәлеп. Динаранан тамам биҙеп ҡайттым мин Ҡазанға. Ҡайтыу көндәре яҡынлашҡан һайын, әллә ниңә Йәмилә бик йыш иҫемә төшә башланы.

Мин – Йәмилә

Радикты көткән арала, мин компьютерымды ҡабыҙҙым. Интернетты тоташтырҙым, аралашыу сайтын астым. Ниндәй хәлдер инде был: көн һайын үҙемә компьютер алдында ултырмаҫҡа тип һүҙ бирәм – вәғәҙәмдә тора алмайым, тағы мажаралар донъяһына сумам. Берәй файҙалы эш менән шөғөлләнһәң ярар ине лә, юҡ бит: дуҫтар менән юҡ-бар һүҙҙәр яҙып ваҡыт уҙғарам, уларҙың фотоларын ҡарайым, үҙемдекен эләм. Мин әле ярай. Апайым минән дә күберәк ултыра. Ул, эштән ҡайтып сәй эсеүгә, экранға төбәлә һәм беребеҙҙе лә ишетмәй. Бер компьютерҙы икәү бүлешә алмағас, үҙенә ноутбук һатып алды.
– Нимә бар һуң унда? – тип һорап ҡуя ҡайһы саҡта атай, беҙҙең донъябыҙҙы онотоп ултырыуыбыҙға аптырап.
– Егеттәр! – тим, шаяртып.
– Хәҙер кейәүҙәрҙе шулай эҙләйҙәрме ни?
– Кейәүҙәрҙе генә түгел, килендәрҙе лә! – Үҙемдең тапҡырлығымдан сырҡ-сырҡ көләм.
– Улай булғас, ошо компьютерығыҙға ғына кейәүгә сығығыҙ инде. – Унан етдиләнеп дауам итә. – Ергә ныҡ аҙымдар менән баҫып йөрөгән егеттәр һирәгәйә. Ауылдар бөтә шул. Улар бөткәс, ысын егеттәр тоҡомо ла юҡҡа сығып бара. Киң баҫыу-ҡырҙарҙа, туғайҙарҙа тәгәрәп үҫмәгән, ялан аяҡ ер йылыһын тоя белмәгән, үҙаллылыҡ тәмен татымаған егеттәр, ни генә тиһәң дә, икенсе инде улар. Экран алдында ғына геройланып алыҫ китеп булмай. Ер егеттәрен эҙләгеҙ, ҡыҙыҡайҙарым, ер егеттәрен! Тик улар һеҙҙең экранығыҙҙа бушҡа ваҡыт уҙғармайҙыр шул...
– Ултырһындар! – ти әсәй. – Хәҙер заманаһы шундай. Йәштәр шуның аша таныша, шуның ярҙамында аралаша.
– Мин бер һүҙ ҙә әйтмәйем. Тәбиғәттә ҡыҫҡа ялғаныш булып, бөтөнләй кейәүҙәрһеҙ ҡалмайыҡ тағы...
Интернеттағы аралашыу сайтына тартып торған тағы бер сәбәп бар: күптән түгел мин бер егет менән ҡыҙыҡ ҡына хаттар яҙыша башланым. Бик сәйер ҙә, үҙенсәлекле лә кеше булып сыҡты ул. Үҙе шундай сәйер, аҡыллы һөйләмдәре менән шаҡ ҡатыра. Фотоларынан ярайһы ғына егет күренә. Ә фотолары шул тиклем күп. Көн һайын алмаштырып ҡына тора. Айҙар исемле ул. Ҡазан малайы. Минең йәштә. Филология факультетында уҡый. Уның сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та яғы шунда: ул – шағир. Миңә нимәләр генә яҙмай, ниҙәр генә вәғәҙә итмәй Айҙар. Ә үҙенең мине күргәне лә юҡ.
Айҙар, интернетты ҡасан ғына тоташтырһам ла, гел шунда – онлайнда. Көндөҙ ҙә, төндә лә шул хәл.
– Әллә һин ашамайһың да, йоҡламайһың дамы? – тип яҙып ебәрәм үҙенә.
– Мин тәүлектең һәр минуты, һәр секундында һинең икһеҙ-сикһеҙ интернет донъяһында пәйҙә булыуыңды көтәм. Һинең исемең минең эсәр һыуым да, ашар ризығым да, татлы йоҡом да... – Бындай яуаптан мин ирейем дә китәм инде. Шағир ул! Һүҙҙәрҙең иң матурын һайлап ала белә.
Ана бөгөн дә төндә ике хат ебәргән. Береһе төнгө берҙә. Икенсеһе иртәнге өстә. Был ваҡытта нисек экран алдында ултырып булалыр?
“Һин, моғайын, матур төштәр күрәһеңдер. Ә мин һине уйлап һарғайып ултырам. Күҙем экранға төбәлгән. Унда һин йылмайып тораһың. Мин һине сорнап алған төн ҡараңғылығынан, зифа буйлы кәүҙәңде ҡосаҡлап, урап алған юрғандан, һарғылт сәстәрең наҙында иҙрәп ятҡан мендәрҙәрҙән көнләшәм. Улар урынында булғым килә...”
Вәт тиле! Төнгө берҙә нимәләр яҙа бит. Мин, экрандан айырылып, көҙгөгә ҡарайым: битем ҡып-ҡыҙыл булған. Ә күҙҙәрем йәм-йәшел булып йылтырай. Ни эшләйем мин? Бер белмәгән, бер күрмәгән ниндәйҙер егеттең оятһыҙ һүҙҙәрен уҡып ултырам! Атай менән әсәй яңылыш ҡына күрһәме быларҙы?!
Мин тағы экранға төбәләм. Тағы бер хаты ҡалды бит әле. Үҙемде тыя алмай, уныһын да “асам”.
“Мин әле һаман да һине эҙләйем. Хыялымда беҙ инде ҡауыштыҡ. Беҙ икәү ғаләмдә осабыҙ. Аҫта – ҡала уттары. Улар йырағайғандан-йырағая. Алда яҡтылыҡ күренә. Ул – беҙҙең планета уттары. Беҙ, ҡулды-ҡулға тоташып, шунда ашығабыҙ, ашҡынабыҙ...”
Йүләр! Өләсәйем әйтмешләй, сатай-матай! Туҡта был ниндәй өс юллыҡ? Миңә тип яҙған бит!

Йәмиләкәй! Бүләк итәм һиңә
Был ғаләмдең бөтә балҡышын.
Һин яҙмышым минең, яҙмышым!

– Ха-ха-ха! – Мин әллә ниндәй тауыштар менән көлөп ебәрҙем. Ғәжәп, бик ғәжәп ине.
Күҙ алдыма Самат килеп баҫты. Етди. Эшлекле. Кәрәген генә һөйләр. Бына Радик. Күҙ ҡыҫып алыр, берәр яңы мәҙәгенән эс ҡатҡансы көлдөрөр. Машинаһы менән маҡтаныр. Дискотеканың нисек уҙғанын, үҙенең ҡайһы ҡыҙҙың башын әйләндергәнен һөйләр. Ә был... Белмәйем. Мин Айҙарҙы нисек итеп күҙ алдына килтерергә лә белмәйем. Уның аяҡтары юҡ кеүек тойола миңә. Ҡулдары урынында ла ҡанаттарҙыр. Ҡанаттары менән клавишаларға ҡағылалыр. Ә шулай ҙа уның һүҙҙәрен уҡыған һайын уҡығы килә. Минең ундай һүҙҙәрҙе Саматтан ишеткәнем юҡ бит.

Мин – Айҙар

– Улым! Улым, уян инде. Әллә бөгөн дә уҡыуығыҙ булмаймы?
Башым тубал кеүек ауыр. Өләсәйҙең тауышы әллә ҡайҙан, башҡа планетанан ишетелгән кеүек.
– Торам, өләсәй, тартҡылама ғына...
– Төшкө аш ваҡыты етте. Ҡояш байыуға табан китте инде...
– Минең ҡояш сығып ҡына килә әле. Уф-ф! – Устарым менән битемде һыпырҙым. Күҙ асылмай, әрнеп тора – иртәнге биштә ятыу ғәләмәте был.
– Кисә тағы төн буйы ултырҙың, улым. Күҙ нурыңды әрәм итәһең бит...
– Поэма яҙҙым мин, өләсәй. – Компьютерға шуның өсөн тип ултырған инем, тағы бер юл да яҙылманы.
– Паима шул шиғыр-миғырмы инде ул?
– Эйе шул, өләсәй. Эйе.
Бөгөн тағы уҡырға барып булмаҫ, күрәһең. Инде өсөнсө көн университетта күренгән юҡ.
Телефонымды алдым. Староста дүрт тапҡыр шылтыратҡан. Smsы ла бар.
“Сәләм, Айҙар! Һин иҫәнме? Уҡытыусылар һорай: һине ҡайҙа тиергә? Ҡасан киләһең?»
– Тфү, ваҡсыл да һуң!
Нимәлер яҙырға кәрәк. Белмәҫһең, әллә ысынлап та борсолалыр. Бармаҡтарымды телефон төймәләрендә бейетеп алдым.
“Сәләм, Гөлнара! Мин иҫән-һау. Мәскәүҙә – Халыҡ-ара йәш яҙыусылар семинарында инем. Яҡын арала ҡайтам”.
Smsты уҡыйым – шәп яңғырай кеүек. Уҡытыусыларға ла шуны ҡабатларға булыр. Ваҡсылдары төпсөнөп маташыр, уларҙың ғына ауыҙын томалармын әле.
Мәсьәләне хәл итеп, мин тағы мендәремә ауҙым.
– Улым, сәй яһаным. Әйҙә, әйҙә, әүәләнеп ятма егет башың менән...
Өләсәйемде тыңларға тура килде. Барыбер йоҡларға ирек бирмәйәсәк. Тағы әҙерәк ҡарышып ятһаң, үҙенең ун ике йәшенән колхозда эшләй башлауын, ҡояш сыҡҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ураҡ урғанын һөйләй башлар, йә. Бәләһенән баш-аяҡ.
– Тағы шул йәнһеҙ нәмә алдында ултыраһыңмы инде? – Компьютер төймәһенә баҫыуым булды, өләсәй яныма килеп тә етте.
Ни оҡшамай был ололарға? Атай ҙа, әсәй ҙә нисек кенә әрләмәйҙәр.
– Малай, юҡ эш менән шөғөлләнеүҙән туҡта. Тормош алып бараһың бар – экран алдында ултырып ҡына тамаҡ туйҙырып булмай. – Атай был һөйләмде көн һайын ҡабатлай.
– Күҙең эскә батты, ябығып бөттөң. Бөкрөң беленә, – тип, әсәй ҡурҡытмаҡсы була.
– Ахырзаман ғәләмәтелер был. Шул ваҡытта кешеләр һаташып бөтә ти бит. – Өләсәй, үҙенсә һиҙҙермәгән булып, артымда доғаларын бышылдай.
Был – минең донъя. Интернетһыҙ мин йәшәй алмайым. Ни ул университетта лекциялар тыңлап ултырыу? Һарғайып бөткән лекция дәфтәр­ҙәренән боронғо заман һөйләмдәрен теҙгән ҡарт профессорҙарҙы тыңлап ниңә ваҡыт әрәм итергә? Ә интернетта һәр аҙымда яңылыҡ! Теләйем – кисә генә яҙылған яңы шиғыр, поэма уҡыйым. Теләйем – яңы кино ҡарайым, музыка тыңлайым. Тағы ла ҡыҙығы – унда меңләгән кеше менән аралашам. Бында мин үҙемде ысын мачо тип хис итәм. Минең дүрт меңдән артыҡ дуҫым бар. Шуның өс меңе — ҡыҙҙар. Уларға комплимент яҙыу миңә оҡшай. Улар мине ярата!
Бөгөн дә иң беренсе эш итеп аралашыу сайтындағы үҙ битемә индем. У-у! Нисәлер сәғәт эсендә минең менән утыҙ биш кеше дуҫлашырға теләк белдергән! Егерме хат килгән!
Мин, ашҡынып, яңы хаттарҙы уҡыйым. Иң һуңғыһы – Йәмиләнән ине. Йәмилә!
“Хәйерле иртә, төн ҡошо. Ғәфү ит, һин хыялдарға бирелеп ултырғанда, мин йоҡлай инем шул. Ә һүҙҙәрең, бигерәк тә шиғырың, шундай оҡшаны!”
Гүйә иңдәремә ҡанат ҡуйҙылар. Ошо ябай ғына һөйләмдәрҙән минең күңелем үҫте. Тағы, тағы шиғыр яҙғым килә башланы. Шиғыр тигәндән. Бөгөн иһә поэзия секцияһында минең шиғырҙарымды тикшерергә тейештәр ине. Сәғәт өскә шунда барырға кәрәк. Йәмиләгә яңы шиғырҙарҙы кис яҙырмын.
“Статусҡа ла һиңә ғашиҡ булыуымды яҙып ҡуйҙым. “Һөйгән ҡыҙым бар” тигән һүҙҙәр һиңә ҡағыла”. – Йәмилә был һүҙҙәремде уҡып нисек ҡыуаныр инде. Компьютерымды һүндергәнсе, өләсәйемде саҡырҙым.
– Бына был ҡыҙ һиңә оҡшаймы? – тинем уға, Йәмиләнең фотоһын ҙурайтып.
Өләсәй өндәшмәй генә бер ни тиклем ҡарап торҙо.
– Күҙендә иман бар. Кем һуң ул?
– Йәмилә!
– Йәмилә? Бик матур исем.
– Уның есеме лә матур!

Мин – Йәмилә

Кинәт миңә шул тиклем оят булып китте. Нимәгә был билдәһеҙ, күктә осоп йөрөгән шағир менән аралашам, дөрөҫөрәге, яҙышам әле мин? Уның миңә ғашиҡ булдым тип әйтергә ни хаҡы бар? Самат белһә ни әйтер?
– Былар барыһы ла балалар уйыны ғына бит, – тип тынысландырҙым үҙемде.
Бына бөгөнгө кистән башлап бер һүҙ ҙә яҙмайым әле. Ә яҙһам? Мин дә бит ҡыҙ кеше. Матур һүҙҙәр ишетергә минең дә хаҡым бар бит. Самат интернеттағы был насар сайттарҙа барыбер ултырмай – ваҡытын йәлләй.
Ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Радик килгән икән.
– Киттекме? – тине ул ишектән кермәҫ борон.
– Ни өсөн менеп йөрөнөң инде? Хәбәр итһәң, төшөр инем бит.
– Сәй эсерерһең тип уйланым. – Ул, ғәҙәтәгесә, әрһеҙлеген эшкә егә. – Әллә саҡырмайһыңмы?
– Әйҙә, рәхәтләнеп һыйлайым үҙеңде.
– Ашыҡмаһаң да була. Минең ниңәлер беренсе парға күңел тартмай. Тоҙлайыҡ ҡынамы?
– Һинең ҡасан уҡығың килгәне бар һуң?
– Ҡара әле, Йәмилә, минең пахан: “Ҡатын мырлап торорға тейеш, улайһа беҙ, ирҙәр, бәйҙән ысҡынған эт кеүек нишләгәнде белмәй башлайбыҙ”, – ти.
– Шунан?
– Ултырған да шыуған, әллә һиңә генә өйләнәһе инде? Яҡшы ҡатын сығыр ине һинән.
Радиктың уйынлы-ысынлы һүҙҙәренән битем тағы ҡып-ҡыҙыл булды. Янғанын үҙем дә һиҙәм. Ләкин сер бирергә ярамай.
– О-о, тәҡдимме был?
– Ну, шулай тип уйла.
– Мин сығыр инем дә, һинең бит ҡатынлыҡҡа кандидаттарың былай ҙа күп. Нисәү тинең әле?
– Һинән башҡа ун һигеҙ.
– Ниңә былай аҙ?
– Әсәй иҫәбендә өсәү. Шуның береһенең мөмкинлектәре ҡалған икеһенекенән ҙурыраҡ.
– Унда мин юҡ тинең бит?
– Ундағылары – оло ағайҙарҙың ҡыҙҙары. Ана атайға кесе ҡатынлыҡҡа алһындар. Улар менән бәйләнәһем килмәй.
– Миңә ни өсөн өйләнергә булдың әле? Берәр министр кейәүе булһаң, бәлки, ҡасан да булһа президент креслоһына ултыртырҙар.
– Уйланым-уйланым да шундай фекергә килдем. Кисә теге ун һигеҙ ҡыҙҙың ун етеһе, һөйләшкән кеүек, миңә кейәүгә сығасаҡтарын әйтте. Тик улар менән ҡыҙыҡ түгел. Һөйләшеп тә булмай үҙҙәре менән. Теге оҡшамай, был... Ә һинең менән рәхәт, уңайлы. Һин юҡҡа-барға мырламайһың. Һиңә өйләнһәм, тегеләр менән дә араны өҙөп бөтөрәм...
– Аһ һин, эт икәнһең!
– Һау-һау! Эткә оҡшағанмынмы? Был идея кисә башыма килде. Кафела кальян тартып ултырғанда.
– Шулайҙыр. Төтөн баш мейеңде эшләтеп ебәргәндер. Унан марихуанаға күскәнһеңдер. Бөтәһең, малай!
– Бына бит һин ниндәй ҡайғыртыусан. Ә тегеләр мине үҙҙәре һыйлай. – Ул миңә көлөп ҡарап торҙо. – Йә, ни тиһең?
Мин Радиктың кем икәнен яҡшы беләм, шуға ла һөйләшеүҙе үҙе кеүек үк уйынға борам.
– Тәҡдимде былай ғына яһамайҙар инде.
– Ярай, әйҙә, дәрестән һуң берәр кафеға барайыҡ.
– Туҡта, беҙ бит бөгөн киноға барырға һөйләштек.
– Уныһы ҡалып тора инде.
– Кафела әйтәсәкһеңме?
– Уға тиклем кире уйламаһам...
– Кискә тиклем мин дә кире уйламаһам, барырбыҙ.
Радикты мин яҡшы беләм: был һүҙҙәрен кискә табан ул онотасаҡ. Улай ғына ла түгел, университетҡа уҡырға кереп тә тормайынса, дуҫтары менән юғаласаҡ. Унан төн буйына һөйрәлеп йөрөп, иртәгә таң алдынан ғына ҡайтып инәсәк.

Мин – Радик

Лекцияларҙа ултырыу — минең өсөн ғазап. Барыбер яҙмайым, тыңламайым. Университетҡа яҡынлашҡансы ҡайҙа барырға белмәй аптыраным. Йәмилә:
– Әйҙә, йөрөмә былай. Уҡы, тырыш. Һаман атайыңа һалынма, – ти.
Уға аҡыл һатыуы еңел ул.
Университет яңы машиналар менән шығырым тулған. Танау төртәм тимә. Ана, Эдиктың аҡ “Мерседес”ы күренә. Номерҙары шәп уның.
– Атай блат менән алып бирҙе. Постан да ыжғырып ҡына уҙам – тиҙ-тиҙ ҡулдарын сикәләренә тейҙереп ҡалалар, – тип маҡтанды.
Минең әллә ни түгел – 757. Нимә инде был? Пахан ҡыҫмырланды. Берҙән-бер малайына яҡшыраҡ номер табып бирә алманы шунда. Мин 010-ды һораған инем.
– Уныһын үҙең алырһың. Уның өсөн тырышып уҡырға кәрәк, – тигән була.
Фу-у, боронғолоҡ! Был донъяла бер генә йәшәргә. Уныңса булһын тип дуҫтар менән аралашмай, китап кимереп йәшәргәме? Дуҫтар тигәндән, ниңә береһе лә шылтыратмай һуң әле? Йәмилә менән лекцияға керергә тура килерме икән?
Телефоным шылтырауы икеле-микеле уйҙарҙан ҡотҡарҙы.
– Радик, братан, универға килмәйһеңме?
– Мин бында. Машина ҡуйып маташам.
– Мин бильярдта. Давай, кил.
– Хәҙер!
Эдик был. Кисә уға төнгө уҙышта отторған инем, шуға кафела малайҙарҙы һыйларға тура килде. Бөгөн хет бильярдта еңергә кәрәк...
– Әллә тағы дәресте тоҙлайһыңмы?
Йәмилә уҫал ғына ҡарап ҡуйҙы. Миңә был ҡараш оҡшай.
– Чао, Йәмилә! Минең өсөн дә уҡы, йәме? Ғаиләлә бер аҡыллы кеше булһа, шул еткән.
– Ниндәй ғаилә?
– Бөгөн кис менән кафеға барыуҙы оноттоңмо ни?
– Ә-ә.
Ишекте асып, уны машинанан төшөрҙөм. Мине Эдик көтә ине.
Мин – Йәмилә

Бөгөн дә төркөмдәге малайҙарҙың яртыһы юҡ ине. Самат, бына әллә нисә ерҙә эшләһә лә, бер генә дәресте лә ҡалдырмай. Ә былар! Ыштан туҙҙырып, аталарының аҡсаларын әрәм-шәрәм итеп йөрөйҙәр шунда. Уларҙы Самат менән сағыштырам ла шаҡ ҡатам: ер менән күк араһы. Тегеләрҙә уйын да көлкө. Радик һөйләгән ине: дуҫы Эдик менән төркөмдәге тағы бер кәттә егет, дөрөҫөрәге, атаһы бик бай Альберт бәхәсләшеп киткән. Ике йәш әтәс кемдең машинаһы яҡшыраҡ икәнлеген асыҡлай алмаған. Шунан, ти, Радик, Милли-мәҙәни үҙәк янында, Ҡазанһыу буйында машиналарында көс һынаштылар, ти. Ҡаланың барса йәш-елкенсәге быларҙың ҡан ҡыҙҙырғанын күҙәткән. Өҫтәүенә, ҡотортоп, әле береһенә, әле икенсеһенә көс биреп торалар икән. Тегеләргә шул ғына кәрәк тә! Ни эшләп кенә бөтмәгән был балалыҡтан сығып етмәгән егеттәр: машиналарын урынында килеш боралар, ти, асфальтта ҡап-ҡара тәгәрмәстең һыҙырылған эҙҙәре генә ҡалған икән.
– И әрәмтамаҡтар, машина яфалап! – Быларҙың башбаштаҡлығына бик асыуым сыҡты. – Кемдер ғүмере буйы машина ала алмай интегә...
– Мин тағы ла иң ҡыҙығын һөйләмәнем, – тип бүлдерҙе Радик. – Аҙағы шундай шәп булды: улар машиналары менән этештеләр.
– Нисек инде?
– Ну, икеһе ике яҡтан ҡыуып килделәр ҙә бәрелештеләр...
– Аңламаным?
– Һин ауылға ҡайтып йөрөйһөң бит, үгеҙ­ҙәрҙең һөҙөшкәнен күргәнең бармы? – Мин баш һелктем. – Вәт шулай! Шәп булды ла һуң! Бөтә кеше – йөҙләп булғандыр – ҡул саба, һыҙғыра. Машиналар ҡолаҡты ярып үкерә, малай! Башта еңеү Эдик яғында ине – ба-бах, бөттө теге. Альберт, һөйөнөсөнән рулгә һуға-һуға, газға баҫҡан ғына ине – шалт! – Радик ҡулдарын сәпәкәйләне. – Уныҡы ла пых-пых итте лә башҡа ҡабынманы.
Мин был күренеште күҙ алдына килтерергә тырыштым. Бына машиналарҙан батырлыҡ ҡылған ҡаһармандарҙай Эдик менән Альберт килеп сыға. Икеһенең дә йөҙө етди. Әйтерһең дә, ҙур эш башҡарғандар. Йыйылған егет-ҡыҙҙар уларҙы маҡтай. Былар шуға бик ҡәнәғәт. Борсолған ҡиәфәт сығарып, машиналарын ҡараштырған булалар.
– Аҙағы нисек бөттө инде был ахмаҡлыҡтың?
– Атайҙарына шылтыраттылар ҙа, тегеләре эвакуатор ебәртеп, машиналарҙы алып китте.
– Әҙерәк һабаҡ бирҙеләрме икән был йүнһеҙҙәргә? Нишләгәндәрен аңланылармы икән?
– Эдикка шунан һуң аҡ “Мерседес” алдылар бит инде. Ул да иҫкеһенән туйған ине. Ахмаҡлыҡ тип, ғүмер эсенә бер ярай инде! Беләһеңме, күпме адреналин бүленеп сыға шул саҡта!
– Нимә, күҙең яна башланы? Әллә һин дә шуға ҡыҙығаһыңмы?
– Мин дә бер машинамды шулай ваттым...
Бөгөн дә, мин килеп кергәндә, юҡ-барға бәхәс ҡуйыртып маташалар ине.
– Юҡ инде, малайҙар, ҡап-ҡара сәсле ҡыҙ­ҙар — иң шәбе! Хет ни әйтегеҙ! Блондин­каларығыҙ үҙегеҙгә булһын! – Альберттың тауышы аудиториялағы бөтә ауаздарҙы баҫып яңғыраны.
– Егет, һин аңламайһың, күҙ алдыңа килтер: һап-һары сәсле, ҡып-ҡыҫҡа итәкле, ҡып-ҡыҙыл тырнаҡлы ҡыҙ...
Самат кеүек алдағы көндә былай эшләргә кәрәк, тегене булдырырға кәрәк тигән һүҙҙәре юҡ. Хәйер, уларҙың барыһы ла хәл ителгән бит инде, ни өсөн баш ҡатырырға?
Ҡыҙыҡ инде был донъя. Мин өс егет менән аралашам. Өсөһө өс төрлө. Юҡ, мин тиле ҡыҙ, ни тип Саматты улар менән йәнәшә ҡуям әле?

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: