Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Ғинуар 2023, 20:24

Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (Аҙағы)

Мин Сәриәнең күҙенә тура ҡараным... һәм һиҫкәнеп киттем. Уның ҡабарып торған биттәре өҫтөндә ҡыҫыҡ ҡына йәм-йәшел күҙҙәренән сихри сатҡылар һибелә ине. Миңә ул бөтөнләй башҡа Сәриә булып күренде.

Кафе  Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (Аҙағы)
Кафе Повесть Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИН (Аҙағы)

Мин – Самат

Бөгөн Йәмилә менән кис үткәреү хыялым селпәрәмә килде. Хәҙер иртәнән алып администратор Галина Петровна: “Эш бигерәк күп өйөлдө, бухгалтерыбыҙ бер үҙе етешә алмай, иртәрәк кил”, – тип өҙлөкһеҙ шылтыратып теңкәмә тейҙе. Шуға ла университеттағы һуңғы дәрестән ҡасып, туп-тура кафеға йүгерҙем. Бөгөн Йәмилә менән осраша алманым инде. Күңел түрендәге уға тигән һүҙҙәр тағы үҙемдә ҡала.
Кафела бөгөн дә кеше күп. Тиҙ генә тамаҡ ялғап алып, эске бүлмәмә уҙҙым. Бында ашҡынып киләм мин. Ни өсөн тигәндә, минең эш бүлмәһендәге тәҙрәнән Йәмиләләрҙең йорто күренә. Әлегә улар янында ғына эшләүемде һиҙҙермәйем.
Ҡайһы саҡтарҙа мин бүлмәмдән сығып, ҡасып ҡына кухняға күҙ һалам. Ана өлкән аш-һыу оҫтаһы Самир ағай, уның йөҙө етди. Ул үҙенә мөрәжәғәт иткәндәргә күңелһеҙ генә яуап ҡайтара. Һауыт-һаба йыуған ике үзбәк ҡыҙы үҙ телдәрендә ни тураһындалыр гәпләшә, урыны-урыны менән бушаған өҫтәлдән килтергән тәрилкә, кәсәләрҙе йырағыраҡ ҡуйған официанттарҙы танау аҫтынан ғына мығырлап һүгеп, ыһылдап ала. Официанттар кухня менән ике арала тиҙ-тиҙ йөрөп тора.
Кафела эшләүселәр мине асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы тиһәм, ялған булыр. Иҫәп-хисап эшен алып барасағымды ла белгәс, шунда уҡ ике араға, әйтерһең дә, емерек күпер һалып ҡуйҙылар: һис аралашып булмай үҙҙәре менән. Өҫтәүенә, айырым бер ҡыҫыҡ бүлмәлә ултырғанғамы, бөтөнләй күрмәмешкә һалыштылар. Быға мин ныҡ ғәжәпләндем.
Бергә-бергә эшләйһе кешене шулай ҡабул итәләрме инде? Уларға ниндәй насарлығым тейҙе?
Яңғыҙ ҡаҙ булып ҡына күпме йөрөйһө булғанмындыр, бер нисә көн элек кафела эшләүселәр бергәләп өлкән поварҙың тыуған көнөн билдәләп үттек.
Тәнәфескә ял итергә сыҡҡас, официанттарҙың береһе, Сәриә, үҙе һүҙ башланы.
– Ни өсөн һин бойоғоп ултыраһың әле?
Мин нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ килдем. Шулай ҙа яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн генә:
– Кәйеф юҡ әле бөгөн, – тигән булдым.
– Ярар, шыттырма, беҙҙең менән дуҫлаша алмауыңа аптырайһыңмы? Тормош шулай ул...
Мин Сәриәнең күҙенә тура ҡараным... һәм һиҫкәнеп киттем. Уның ҡабарып торған биттәре өҫтөндә ҡыҫыҡ ҡына йәм-йәшел күҙҙәренән сихри сатҡылар һибелә ине. Миңә ул бөтөнләй башҡа Сәриә булып күренде. Кисә хеҙмәт хаҡы хисаплауҙан ял иткәндә, мин Сәриәне оҙаҡлап күҙәтеп торҙом. Уның етендәй ҡалын һарғылт сәсе, кафеның ҡыҙғылт утында икенсе төҫкә кереп, ем-ем килә. Официанттарҙың күлдәк өҫтөнән кейгән алъяпҡысы уға бигерәк тә килешә. Алъяпҡыс бауын ул һуң сиккәсә тарттырып бәйләгән. Ҡабарып торған түше, ҡыҫылып торған биле күҙ ҡарашын үҙенә тартып килтерә. Юҡҡа ғына Сәриә керт-керт атлап өҫтәлдәр эргәһенән уҙған һайын, ир-егеттәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, уның артынан әйләнеп ҡарамайҙыр. Сәриә иһә бынан ләззәт таба ине, ахыры. Шул тиклем шуҡ ҡараштарҙы ул күҙ ҡыҫып, ҡаш һикертеп тағы ла иләҫләндерә.
Ул көндө мин уны бөтөнләй яңы яҡтан астым. Кафеның һәр ҡунағына йылмайып йөрөгән сибәркәй урынына, гүйә, башҡа Сәриә тора ине ҡаршымда. Уның алыҫтан нур сәскән кеүек тойолған йәшел күҙҙәрендә көләслектең әҫәре лә юҡ, бер саҡ улар тоноҡланып ҡалған һәм үтә лә һынап ҡарайҙар ине. Күҙ аҫтында иҙелгән мендәрҙе хәтерләткән һыҙыҡтар уны олоғайта төшкән. Йырылған ирендәре лә бүтән – килешһеҙ һымаҡ. Күрәһең, официант Сәриә менән көндәлек тормоштағы Сәриә араһында айырма ҙур ғына. Мин уны студент йәиһә мәктәпте яңы тамамлаған ҡыҙҙыр тип уйлаған инем. Хәҙер иһә шикләнә ҡалдым – ҡаршымда тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күргән, аҡыл ултырған ҡыҙ тора ине.
– Йә, нишләп телһеҙ ҡалдың? – Сәриә ҡарашымдың йөҙө буйлап йүгергәнен абайлаған ине. – Беренсе тапҡыр күргәндәй тикшерәһең. Әллә ғашиҡ булдың инде? – Ул ҡысҡырып көлдө.
Мин ни тип яуап бирергә лә белмәнем. Сәриә сараһыҙлыҡтан үҙе ҡотҡарҙы.
– Әйҙә, урамға сығып һөйләшәйек. Бында музыка тауышы ҡолаҡты яра.
– Киттек һуң, – тинем мин.
– Барыбер байрамдың ҡыҙығы ҡалманы. Беҙҙә ул гел бер төрлө теүәлләнә. Бына, күрәһеңме, Настя туфлийын сисеп маташа? Хәҙер ул өҫтәлгә менеп бейей башлаясаҡ һәм шыр яланғас ҡалғансы сисенәсәк.
Урамға сыҡтыҡ. Беҙҙе күргәненә һөйөнгәндәй, октябрҙең үҙәккә үтә торған әсе еле тәнде эҫеле-һыуыҡлы итеп һөйөп китте. Ҡурылып, башымды куртка яғаһына йәшерҙем.
– Тартаһыңмы? – Сәриә миңә ҡыҙҙарҙың оҙон тырнаҡлы нәфис бармаҡтары араһына шыҡһыҙ тимер мөрйәләй ҡунаҡлай торған нескә сигарет тәҡдим итте.
– Юҡ, рәхмәт.
– Бер ҙә тартмайһыңмы, ҡыланаһың ғынамы? – Уның тауышында шикләнеү һиҙелде.
– Бер ҙә.
– Молодец! Ә мин ҡайһы саҡ шулай быҫҡытып алам. Нервылар... – Ул сигаретты ҡабарып торған ирендәренә килтерҙе. Тәмәкегә ниндәйҙер тәм ҡушылған ине. Әллә еләк еҫе шунда – мин айыра алманым – әскелтем еҫ менән бергә шул еҫ танау япраҡтарын ҡытыҡланы.
– Һин студенттыр? – Сәриә төтөнөн ситкә табан ҡыуҙы.
– Шулай ине. Төнгө эштә тағы кем йөрөһөн?
– Улай тимә. Кафела студенттарҙан һин дә мин генә... Ә-ә, Катя ла студент булһа кәрәк...
– Ә-ә, һин дә студентмы ни?
Сәриә әллә төтөндән, әллә минең аптырау ҡатыш әйтелгән һүҙҙәремдән быуылып, йүтәлләп алды.
– Әллә... ҡарт күренәмме?
– Кисә генә мәктәп уҡыусыһы тип күҙәтеп торған инем. Бөгөн шиккә ҡалдым бына.
– Һиҙҙем мин уны, һе-һе-һе. – Сәриә үҙ итеп яңағымдан һыйпаны. – Беҙ, ҡыҙҙар, аҙ ғына ҡыҙыҡһыныу сатҡыһын да шунда уҡ эләктереп алабыҙ.
Мин дә һүҙҙе шаярыуға борҙом.
– Ҡасып ҡына күҙәткән инем, юғиһә. Һин икенсе яҡҡа боролғанда ғына...
– Ә беҙҙең артта ла күҙебеҙ бар. – Уның кәйефе күтәренке ине. Кинәт ул етдиләнеп китте: – Һин минең һорауыма яуап бирмәнең...
– Ниндәй һорау әле ул?
– Үҙең менән ниңә аралашмағандарына аптырайһыңмы?
– Эйе шул, тик сәбәбен аңламайым. Әллә аҡса һанап ултырғас, бармаҡтарым үҙемә табан кәкрелер тип шикләнәләрме инде? – тинем, шаяртыуға бороп.
Сәриә ҡулы менән һауаны киҫте.
– Юҡ! – Унан ул етдиләнеп, күҙемә ҡараны. – Дөрөҫөн әйткәндә, уның сәбәбен мин үҙем дә белмәйем. Быйыл ғына ла дүртенсе кафены алыштырҙым. Барыһында ла мине шулай ҡараң­ғы сырай менән ҡабул иттеләр. Әллә һынайҙар – белмәҫһең. Шуғалырмы, бик иҫем китмәне, ғәҙәти хәл һананым. Хәҙер үҙем дә яңы кеше­ләрҙе шулай ҡаршылайым, сөнки сәбәбен аңла­ным: мин кешеләргә бер ҙә ышанмайым икән. Улай ғына ла түгел, уларҙы күрә алмай уҡ баш­ла­ғанмын. Бер ҡарағанда, беҙгә кеше йөрөй икән – табышы ла күберәк. Аҡсабыҙ ҙа артырға тейеш кеүек. Ә мин уларҙың битараф күңелле сырай­ҙарын, сырҡылдаҡ бик шәп ҡыҙҙарҙың тундарын, алтын-бриллианттарын ялтыратып, маҡтанышып ултырыуҙарын күрә алмайым икән... Унан һуң башыма бәрҙе: бөгөн бер кем дә бер кемде яратмай икән бит. Кеше был донъяла, бөтә әҙәми заттарҙан ғарыҡ булған. Мин дә шулай. Бына был тормош заяға сыҡһын да ине, бөтөнләй башҡаһы барлыҡҡа килһен ине, тим, кешеләре лә башҡа булһын ине уның. Бөгөнгөләй ялғансы, эскесе, наркоман, намыҫ­һыҙ­ҙар урынына ысын кешеләр тыуһын ине...
Мин өндәшмәнем. Сәриә, сираттағы тәмәкеһен ҡабыҙып, һүҙен дауам итә:
– Ә һин аңлайһыңмы һуң, кафе — ул йүнле урын түгел. Дөрөҫ, ул студентты ашата-эсерә, шул уҡ ваҡытта боҙа ла бит...
Мин уның менән килешмәүемде һиҙҙерҙем:
– Улай уҡ түгел инде...
– Бына шулай! – тине Сәриә, ҡәтғи рәүештә. – Һин бында нимәгә килдең – аҡса эшләргәме?
– Билдәле...
– Шулай. Аҡса кәрәк булғас, ни өсөн төҙөлөшкә барманың? Әйтәйек, юл төҙөлөшөнә. Унда аҡса тағы ла күберәк бит?
– Мин көндөҙ уҡыйым.
– Был сәбәп кенә. Бушҡа тамаҡ ялғармын, тип уйланың, шулаймы? Матур ҡыҙҙар менән танышырға уңайлы урын тинеңме?
Өҫтәл янында ултырғанда, Сәриәнең бокалдағы ҡыҙыл шарапты йыш-йыш уртлағанын, йәнәшәһендәге Рәфҡәттең кәмегән һайын өҫтәгәнен күргән инем, әле бына араҡы ҡыҙыллығы ҡыҙҙың битенә генә яғылып ҡалмаған, телен дә асып ебәргән.
– Минең маҡсатым – атай-әсәйҙән аҡса һорамау, үҙ аллы тормош. Бында урынлаша алмаһам, һин әйткән ауыр эшкә ризалашҡан булыр инем...
Һүҙемде дауам итә алманым, Сәриә мине үҙ итеп ҡосаҡланы ла һалҡын ирендәрен битемә тейҙереп алды. Тәмәкенең тамаҡ төбөнә ултыра торған әскелтем еҫе спирт менән ҡушылып, һулышымды көйҙөрөп алды.
– Ярай, аҡланма, миңә барыбер, – тине ул. – Донъяла бер генә йәшәйбеҙ. Мине кемдең ҡайҙа эшләүе, кем булыуы, ни әйтеүе һис тә ҡыҙыҡһындырмай. Мин бит элек-электән барыһына ла төкөрөп ҡарайым. Апайым аҙна һайын ауылға, әсәй янына ҡайта. Иҙән йыуа, кер йыуа. Ә минең ҡайтаһым килмәй. Нимәгә инде мин аҙна һайын автобуста, поезда интегеп йөрөргә тейеш? Кәрәкмәй миңә бындай тормош! Алдан ниәт ҡороп, киләсәккә ҡарап йәшәү­селәрҙе йәнем һөймәй. Минең иртәгеһе көн тураһында уйлағы килмәй, беләһеңме! Миңә бына бөгөн, хәҙер рәхәт. Һинең менән һөйләшеү, һинең күҙеңә ҡарап тороу рәхәт. Дөрөҫ, һин улай уйламайһыңдыр. Айыҡ кеше өсөн иҫеректе тыңлауҙан да ауырыраҡ нәмә юҡтыр ул... шулай бит?
Мин баш ҡаҡтым.
– Ха-ха-ха! – Ул, ләззәтләнеп, юғары үрләгән зәңгәрһыу төтөндө күҙәтте. – Беләм, һин мине юлдан яҙған ҡыҙ тип һанайһың, йәлләйһеңдер әле. Бәлки, һин хаҡлылыр ҙа.
– Улай уҡ түгел инде...
– Кәрәкмәй. Йыуатма. Ундай һүҙҙәрҙән арыным. Минең нимә тураһында хыялланғанымды самалайһыңмы?
– Юҡ.
– Бер ни эшләмәй, бармаҡҡа бармаҡ һуҡмай диңгеҙ буйындағы вилламда ятыу. Йәй буйы бәрәңге баҡсаһында сүп-сар утауҙан тамам туйҙым, тәрилкә ташып йөрөү мине кәмһетә. Кем менәндер бәйләнергә, ғаилә ҡорорға йыйынмайым. Нимәгә хәжәт ул? Ундай яҡшы ир-ат барҙыр тип уйламайым мин. Барыһы ла – шешә ҡоло, һатлыҡ йән, хыянатсы! Беҙҙең кафеға ла һөйәркәләрен эйәртеп кергәндәр байтаҡ. Кемдәр икәнен беләм, әйтәйемме? – Ул күҙҙәрен миңә төбәне, уның томанлы ҡарашы боҙ кеүек һалҡын ине. Бер аҙ тынып торҙо ла монологын дауам итте. – Эйе шул! Мин кешеләрҙе яратмайым! Балаларҙы ла! Кеше был ергә башҡа юл менән тыуырға тейеш. Йә тамам бөтөргә!
Сәриәнең һүҙҙәрен аңым ҡабул итмәне.
– Һин... иҫерҙең, ахыры...
– Ә минең айнығаным да юҡ! Миңә шулай рәхәт!
Уның ҡарлыҡҡан тауышы урамды яңғыратты. Ул арала яныбыҙға кафела официант булып эшләүсе Рәфҡәт яҡынлашты. 35 йәштәр тирәһендәге йәмһеҙ генә ир. Ундайҙар тураһында халыҡ умырған да тумырған, ти.
– Ниңә ҡасып һайрашаһығыҙ икәүҙән-икәү генә? – Ул, Сәриәнең биленән ҡосоп, үҙенә тартып килтерҙе лә ирененән оҙаҡлап үпте. Ул ҡарышманы.
– Рафкатик! Шаляпиным! – Сәриә уның ҡытыршы яңаҡтарынан һыйпаны. – Бухгалтерға тормош һабаҡтары бирәм бына.
Рәфҡәт миңә ҡулын һуҙҙы.
– Сәриәнән тормош һабаҡтарын алһаң була. Тик башҡаһын түгел. – Ул ҡысҡырып көлдө. – Яңылышмаҫһың!
Икенсе көндө минең менән өс-дүрт һүҙ ҙә алышмаған Рәфҡәттең теленә шайтан төкөргән тиерһең, ҡайһы бер ауаздарҙы әйтеп тә маташмай бытылдапмы-бытылдай.
– Кафе – ысын тормош ул, Самат. Бында иң кәттәләр генә эшләй.
Сәриә уның елкәһенә үҙ итеп һуғып алды.
– Шыттырма инде, Шаляпин! Йырсы булмағанға йөрөйһөң һин бында! Үҙең һөйләнең бит. Эстрадаға яҡын ебәрмәйҙәр тип илап ултырҙың...
– Ваҡытлыса ғына был, емешем. Кәм тигәндә бер йыл үтер, Рәфҡәт ағайың концерттарына сәскә ташып өлгөрә алмаҫһың.
– Һин һаман шулай тиһең. Айнығас онотаһың тағы үҙең...
– Кил әле бында, ҡосаҡлайымсы үҙеңде...
– Оялтма...
– Һинеме? – Рәфҡәт көлдө.
– Саматты!
Был юлы уларға мин дә ҡушылдым.
– Кемде, кемде, әммә һине оялтырҙай кеше тыумаған әле, – тип дауам итте Рәфҡәт һәм, ҡулын йәйеп, Сәриәгә яҡынлашты. – Бөгөн һиңә генә ҡайтайыҡ, бәғерем?
– Ҡатының, ике балаңды етәкләп, тағы килеп етәсәк бит...
– Әсәләренә ҡайтып киткән, күрәһең, ике көн күренмәй.
– Бөтөнләйгәме?
– Шулай тип өмөтләнәм дә...
Был мәҙәк һөйләшеү икеһенең дә күңеленә хуш килеп, дәртләнеп үбештеләр.
Кафе ишеге асылып ябылды. Тупһала ашнаҡсы Зәмирә күренде. Ул арала иң зыялыһы, буғай.
– Профессор, беҙҙең янға кил! – Рәфҡәт уны күреүгә ҡул болғаны.
– Берегеҙ артыҡ булғанға саҡырҙыңмы? – тип шаяртып алды ул.
– Һиңә иш – мин инде. Был йәштәр беҙгә ҡарамаҫ. – Рәфҡәт ҡулын уның биленә һалмаҡсы ине, тегеһе йәһәт кенә ситкә тайпылды.
– Мәктәбеңде һағынаһыңмы һуң, Зәмирә апай? – Сәриә күҙен ҡыҫа төшөп, һорап ҡуйҙы.
– Алла һаҡлаһын! Ике ятып бер төшөмә кермәй. Нисек ҡотолғаныма һөйөнөп туя алмайым. Ун биш йыл бил бөктөм мин унда. Нервы туҙҙырыуҙан, сәсем ағарыуҙан башҡа бер ни ҙә алманым. Хәҙер, исмаһам, төндәрен рәхәтләнеп йоҡлайым. Өйгә ҡайтҡас, ата-әсәләр зарланышып шылтыратмай. Көнө-төнө ҡағыҙ тултыраһы юҡ. Хулиган малайҙар менән дә яфаланмайым, алдыма ҡарап, йырлай-йырлай ашарға бешерәм. Аҡсаһы ла күберәк әле...
– Күрҙеңме? – Рәфҡәт миңә ҡарап йылмайҙы. – Ниндәй кешеләр менән эшләйһең һин, ә, малай? Береһе, – ул Сәриәнең артына ҡағылып алды, – ҡойоп ҡуйған модель, донъя гүзәлкәйе; икенсеһе, – ул күкрәген дөп-дөп ҡаҡты, – сәхнәлә буталып йөрөгән теләһә ҡайһы йырсыны бәреп йығырҙай талант; өсөнсөһө, – Зәмирә апайға ҡулын иҙәне, – юғары белемле педагог, бөгөн үк профессор итеп ҡуйырҙай кеше...
Был һөйләшеү хәтеремдән китмәне. Улар ҙа башҡа былай асылманы. Кафе тормошо мине, ысынлап та, биләп алған ине. Буш ваҡытымда мин кафеның клиенттарын иғтибар менән күҙәтә башланым.
Бына бик шәп кәстүм кейгән ҙур ҡорһаҡлы түрә абзый йәш ҡыҙ менән инеп килә. Ҡыҙ – нәфистең-нәфисе. Ҙур түңәрәк күҙҙәрендә битарафлыҡ. Яҡшы күңелле кешеләрҙең күҙ ҡараһы айырым асыҡ күренеп тора. Ә быныҡы тотош бер үк төҫтә. Үҙе матур ҙа һуң, ҡәһәр һуҡҡыры! Оҙон, бик оҙон ҡара керпектәре йөҙөңә ҡара уҡтар булып ҡаҙала. Иҙеүе асыҡ, ап-аҡ кофта. Ул бил эргәһендә ҡыҫылып йыйырылып тора. Шул асыҡлыҡтан күҙҙе айырып алаһы ла килмәй. Ҡыҙыл тырнаҡлы оҙонса аҡ бармаҡтар. Тубыҡтан юғары ҡыҫҡа итәге йомро тубыҡтарын иреккә сығарған. Ҡыҙ атлағанда, итәк осоноң тибрәлеүе ҡанды ҡыҙҙыра.
Ағай затлы ашамлыҡтар ғына килтертте. Өҫтәл мулдан. Телефоны йыш шылтырай. Ҡатынылыр, ахыры, ситкә ҡарап, ауыҙын ҡаплап һөйләшә. Эсемлек – иң ҡиммәтлеһе. Официанттар, уның һәр ымын эләктереп алыр өсөн, күҙҙәрен уларҙан айырмай. Ағай бик йыш бәҙрәфкә бара. Ирҙәрҙең олоғайыу билдәһен белдергән был ауырыуы уның кәйефен ҡыра, билдәле. Ашайҙар, эсәләр. Һөйәркәһен, мин быға шикләнмәйем, йотоп ҡуйған һайын бер-бер артлы үбеп ала. Ҡыҙҙың яһалма хистәрен, әле ҡыҙҙар ҡулы тотоп ҡарамаған егет йәки биленә егеттәр ҡулы яғылмаған ҡыҙсыҡ та һиҙерлек: ағайҙың майлы ирендәренә үҙенең ҡабарып торған һығылмалы ирендәре тейгән һайын, ул тиҙерәк салфетка менән һөртөп алырға ашыға, ҡабаланып һыу эсеп ҡуя, бокалдан затлы коньякты тәмләй. Урындары бына тигән, залдың түрендә, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙан йәшеренер өсөн пәрҙәһе лә бар. Ағай уны тартып ҡуя. Тик барыбер асыҡлыҡ ҡала. Кафе – тормоштан ҡасыр, йәшерен эштәр башҡарыр өсөн бына тигән урын ул. Бына бит ниҙәр өсөн эшләнә. Ағай кеше ғүмер кисергән ҡатынынан – һәр хәлдә, мин шулай уйлайым – ҡасып, йәшлеккә һоҡланып ултыра. Ирлегенең һуңғы йылдарын күңелле итеп үткәреп ҡалырға ынтыла. Ҡыҙҙа иһә әлегә тәненең матурлығынан файҙа күреү иҫәбе генә бар.
Ҡарашымды башҡа өҫтәлгә күсерәм. Бына егет менән ҡыҙ. Улары студенттар булырға тейеш. Егеттең кеҫә яғы таҡырыраҡ икәнлеге күренеп тора. Шулай ҙа ҡыҙҙы һөйөндөрөү маҡсатынан кафеға саҡырған. Моғайын, һуңғы көндәрҙә дәрестәрҙе “тоҙлап”, көнлөксө булып ер ҡаҙыған, ҡапсыҡ күтәргән, кирбес ташыған, йәки иҙмә болғатҡандыр ул. Хәҙер тир түгеп тапҡан шул аҡсаһының ике-өс ҡабыуҙа юҡҡа сығыуына күңеле һыҙланғанға оҡшай. Үҙе ҡыҙ алдында сер бирмәҫкә тырышып йылмая. Һүҙ өҙөлгән арала күҙендә моңһоулыҡ сағылып ала. Ул аҡсаға яҡшы ғына кейенеп булыр ине. Ана ботинкаһы тамам туҙған. Джинсы салбары йоҡарып килә. Йыш ҡына тирә-яғына ҡаранып алыуынан, уның бындай кафеларҙа һирәк ҡунаҡ булыуы һиҙелеп тора. Кеше нимә эшләй, нисек ултыра – шуны күҙәтә. Ысынлап та, минең кеүек үк ауыл малайы был. Мин уға бер ҡарауҙа мөһөр һуҡтым. Ул эстән генә, моғайын, десертҡа төрлө еләк-емеш туралған ҡиммәтле туңдырма һайлаған ҡыҙҙы тиргәйҙер. “Аш булғас, етмәгәнме ни?” – тип һуҡраналыр. Әммә бер нисә йылдан ул да кафеға ышаныслы аҙымдар менән килеп керер. Ауыл малайҙары юғалмай, тиҙ аяҡҡа баҫа улар. Ә бөгөн иһә ул эстән генә ҡалтырап, түләү ҡағыҙын килтергәндәрен көтә. Их, хурлыҡҡа ҡалаһы килмәй бит! Ҡыҙ менән һөйләшкән була, үҙе, тирләгән бармаҡтары менән салбар кеҫәһендәге аҡсаларын барлап, яҡынса иҫәп-хисап яһай. Тик уны меҫкен уйҙарҙан арындырырға аҡсалар ғына бик күп түгел шул. Шуға ла ул кафела иркенләп ял итә алмай. Ҡыҙ иһә бында үҙен иркен хис иткәнгә оҡшай. Уның күҙҙәре һөйөнөстән балҡый. Егеткә төбәлгән ҡарашы яғымлы. Ул да – студент. Иртәгә ул дуҫ ҡыҙҙарына кафела булыуҙары тураһында үҙенән дә өҫтәп һөйләйәсәк. Егетен әллә кем итеп һүрәтләргә тырышасаҡ. И-и, бер ҡатлылыҡ! Кафе – осрашыр, баш өҫтөндә уртаҡ түбәләре булмағандар өсөн бына тигән урын ул. Бында улар үҙҙәрен бергә хис итә, бер нисә сәғәтте уртаҡ табын янында уҙғарыу алыҫ һәм яҡын хыялдар менән тоташтыра. Бер нисә йылдан был егет менән ҡыҙ өйләнешер, үҙ ҡыуыштары булыр. Ул саҡта улар кафеға бик һирәк, байрамдарҙа генә килер. Һәм аҡсаны ир-ат түгел, ҡатын йәлләр... Кафе – байрам сығанағы, күңелле яңылыҡтарҙы уртаҡлашыр урын шул ул.
...Әлегә ҡыҙ сәскә ата. Ауыҙын ҡаплап сырҡылдап көлгән була. Ирендәренә йылмайыу ҡунған һайын, егеттең ҡосағына һеңеп бөтөп һөйөлөп алыуҙан ла тайшанмай. Үҙе үк уның ирендәренә үрелә. Бер ара күҙендәге балҡыш тоноҡлана. Ҡыҙ, ҡулдарын ҡаушырып, ситкә борола, ирендәр йыйырыла, йолҡҡандан һуң һыҙыҡҡа ҡалған неп-нескә ҡара ҡаштары араһы яҡыная, ә биттәре һыу тултырғандай бүлтәйеп сыға. Тик оҙаҡҡа түгел, шул уҡ миҙгелдә ул көлөп ебәрә һәм йәнә егет ҡосағында иркәләнә...
Бөгөн эш бик тығыҙ. Өҫтәлдә ҡағыҙҙар, ҡағыҙҙар! Һандар күҙ алдымда бейешә. Кафе күптән түгел генә эшләй башлағанлыҡтан, ҡағыҙҙар айырыуса күп. Шуларҙың осон осҡа ялғап, дөрөҫ итеп тултырырға, унан директорға иҫәп-хисап бирергә кәрәк. Бөгөн дә төн ауышҡансы баш күтәреп булмай икән...
– Туҡ-туҡ! – Бүлмә ишеге асылды һәм унда Катя күренде. Ул да – минең кеүек үк студент. Кистәрен официант булып эшләй.
– Самат, һинең ярҙамың кәрәк ине.
– Ни булды?
– Кафеның эш сәғәте бөттө. Ике иҫеректе сығарып булмай.
– Һаҡсы Саша ағай ни ҡарай?
– Татарҙар улар. Береһе – ҡартыраҡ, береһе – йәш егет. Һаҡсы менән татарса ғына һөйләшәләр. Ул быларҙы аңламай.
– Ни өсөн полиция саҡыртмайһығыҙ?
– Саша ла, администратор Галина Петровна ла ҡурҡалар. Өлкәнерәге бер министр-маҙарға оҡшаған. Ялтырап торған кәстүм-салбар кейгән. Бар, һин һөйләшеп ҡара әле? Тыңлатһаң, һин генә тыңлатаһың. Директор ҙа юҡ, исмаһам...
Уға эйәреп, залға сыҡтым. Официанттар, администратор, ашнаҡсылар – барыһы ла кейемдәрен алыштырған. Мине күреүгә, аш-һыу оҫтаһы Даша апай илап уҡ ебәрҙе.
– Ирем бигерәк тә көнсөл. Ваҡыт ун икенсе яртыға ауышты. Был ваҡытта инде мин өйҙә булырға тейеш инем... Тиҙерәк сығарып ебәр шуларҙы, Самат улым. Алайһа, тағы ашарға һорай был ике йүнһеҙ...
– Ике полиция хеҙмәткәре лә килеп китте. Иптәш малайҙарым да инеп сыҡты – файҙаһыҙ. Был – ҙур шишка, ахыры. Иҫе лә китмәй. – Саша ағай минең янға килеп баҫты.
Түрҙә ике кеше ултыра ине. Береһе – табаҡ битле, ҙур кәүҙәле, шәп кәстүм-салбарҙан, кафеның йөрәк рәсемен яҡтыртҡан ҡыҙыл утында ҡып-ҡыҙыл галстугы күҙгә бәрелеп тора. Үҙе елкәһен ултырғыс арҡаһына терәп, кирелгән башын артҡа сөйөп ниҙер һөйләй. Икенсеһе – арыҡ булһа ла, ҡыярға оҡшаған оҙонса башлы минең йәштәге егет – уның ҡаршыһына баҫып тыңлай. Өҫтәл мулдан. Буш шешәләрҙең нескә муйындары ла байтаҡ күренә.

Мин – Айҙар

Шиғыр оҫтаханаһына һуңлап килеп еттем.
– Ысын шағир булһа кәрәк был. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй. – Мин ишектән күренеүгә, берҙәм көлөшкән ауаздар яңғыраны.
Кеше күп түгел ине. Шиғырҙарымдың барыһын да тиерлек таҡмаҡҡа сығарҙылар.
– Шиғыр яҙыу өсөн белем булыу зарури, – тип һөйләнде өлкән шағирҙарҙың береһе. – Айҙарға шул етенкерәмәй.
– Әлегә шиғырҙарҙы йыйынтыҡ итеп баҫтырырға иртәрәк. Ижади яҡтан үҫәһе лә үҫәһе, камиллашаһы бар.
Кәңәште байтаҡ бирҙеләр миңә. Күңелдәре булһын тип, ҡайһы берҙәрен дәфтәремә теркәп тә барҙым. Барыбер уларҙы тыңларға, шул тиклем китап уҡырға йыйынмайым мин. Интернетта ултырып та күҙ бөткән. Йыйылышты сәсе көл төҫөнә кергән өлкән генә шағир йомғаҡланы:
– Әллә ҡасан уҡ оҫтахана ултырышында шиғыр яҙып маташыусыларҙы кире бора алған юҡ ине. Бынан ике тиҫтә йылдар элек етмеш йәшендә шиғыр яҙа башлаған йәш авторға башҡа эш менән шөғөлләнеү яҡшыраҡ буласағын нисектер аңлата алған инек. Шунан бирле өс тингә ярамаған таҡмаҡ сығарыусылар өс ярты менән беҙҙең араға өҙлөкһеҙ инә торҙолар. Бөгөн тарихи хәл-ваҡиға тиһәк тә ярайҙыр. Айҙар Вәлиәхмәт исемле йәш егет һуңғы ике тиҫтә йылда әҙәбиәт донъяһында танау төртөргә теләүселәр араһынан иң аҡыллыһы булып сыҡты...
– Быны билдәләп үтергә кәрәктер бит инде? – Һорау биреүсе, яуапты көтөп тормайса, ихахайлап көлөп ебәрҙе.
– Ғүмәр Соҡалының һүҙҙәре бик урынлы, – тип йөпләне кемдер уны.
– Урам сатында кафе бар. Яңы асылған. – Өлкән шағир һүҙҙәрен көтөп кенә торғандар тиерһең, бөтәһе лә шунда уҡ урындарынан күтәрелде. Мин дә уларға эйәрҙем.
– Бәхетең, – тип ышылданы миңә шағирҙарҙан береһе, – Ғүмәр Соҡалының шул кафе тулҡынында йөрөгән сағы. Айныҡ булһа, һиңә бер һүҙен йәлләр ине. Беҙ ҙә Соҡалы артынан ғына эйәрҙек. Бөгөн ул һине маҡтай инде – ғәҙәте шундай. Талантлыларҙы ғына һүгеүҙән башлай ул...
– Милләт тураһында һөйләшеүҙе кафела дауам итәйек, – тип ҡуйҙы кемдер.
Уның һүҙҙәре Ғүмәр Соҡалыға оҡшаны булһа кәрәк, ул ҡысҡырып көлдө:
– Ә-ә-ә, һинең киленең мәрйә бит әле, өйҙә был темаға һөйләшә алмайһыңдыр. Әле лә ярай милләт тураһында борсолорға кафелар бар, әһ-әһә-һә!
Кафе уттары беҙҙе балҡып сәләмләне.
“Саф хистәр!” Был исем миңә оҡшай. – Беҙҙе эйәрткән Ғүмәр Соҡалы кафе ишегенең тотҡаһын тартҡансы ҡат-ҡат шул исемде ҡабатланы.
– Саф хистәр! Шәп бит, ә? Какая пошлость...
...Килгәндә ете кеше инек. Ултыра торғас, Ғүмәр Соҡалы менән икебеҙ генә ҡалғанбыҙ. Был ваҡытта инде минең башым шаҡтай уҡ әйләнә башлаған ине. Рәхәт! Кафела музыка уйнап тора. Сығып, тәмәке тартып инәбеҙ. Әҙәбиәт тураһында һөйләшәбеҙ.
– Инглиздәр кеүек һаубуллашмай ҙа ҡайтып киттеләр.
Соҡалының күҙенә ҡан йүгергән. Әйтерһең дә, ҡыҙыл галстугының шәүләһе уның күҙендә бейей. Мин үҙемдең ойой барыуымды һиҙҙем. Шулай ҙа өлкән шағирҙы тыңлау ҡыҙыҡ ине.
– Ҡайтыуҙары хәйерлерәктер ҙә әле... Һинең менән беҙ – иң бөйөк шағирҙар. Мин – әҙәбиәттең тотҡаһы, һин – минең дауамым, уның киләсәге... ха-ха!
Был һүҙҙәр минең йәнемде иркәләй. Йомола башлаған күҙ ҡабаҡтарымды бармағым менән ыуып-ыуып алам.
Кинәт Ғүмәр Соҡалы елкәмә ныҡ итеп килтереп төрттө. Һиҫкәнеп уға ҡарайым.
– Һин үҙеңдең бөйөк шағир икәнеңде беләһеңме? – Уның һыҙыҡҡа ҡалып ҡыҫылған, кафеның төҫлө уттары яҡтыһында хәйләкәр йылтыраған ҡарашынан мәғәнә эҙләйем. Әллә ысын күңелдән әйтә ул, әллә мине һынап ҡарауы.
– Ҡайҙа әле миңә...
Ғүмәр Соҡалының бына йомолам тип торған күҙе уҫал осҡондар сәсрәтеп, кирелеп асылды.
– Аңламаным?! Ни һөйләйһең һин? Үҙеңдең бөйөклөгөңә ышанмайһыңмы?
Мин нимә әйтергә лә белмәй аптырашҡа ҡалдым. Эйе, тиһәм, маһайыу кеүек килеп сыға. Юҡ, тиһәм, Ғүмәр Соҡалы миңә ауыр йоҙроғо менән ауыҙға ҡундырыр кеүек.
– Йәш бит әле мин...
– Туҡай ҙа йәш булған! – Ғүмәр Соҡалының йоҙроғо түңәрәк өҫтәлде дүрт аяҡта һикертеп алды. – Беҙҙең әҙәбиәткә йәштәр кәрәк! Талантлылар! Юғиһә, әҙәбиәтебеҙ тирәһендә бөжәктәр ҡайнаша.
– Ғәфү итегеҙ... – Яныбыҙға бер ханым килеп баҫҡанын һиҙмәгәнбеҙ ҙә. – Әфәнделәр...
Биҙәктәре ялтырап торған ҡара күлдәкле ханым, затлы хушбуй еҫен аңҡытып, Ғүмәр Соҡалы ҡаршыһына килеп баҫты.
– Уҡығаның бармы Герман Садулаевты...
– Ғәфү итегеҙ, һүҙегеҙҙе бүлдерәм инде... – Ханым түҙмәне, тауышын күтәрә төшөп, беҙгә өндәште.
Ғүмәр Соҡалы, танауын сөйә төшөп, ирендәрен бөрөштөрөп, ҡатынға күҙ ҡырыйы менән генә ҡәнәғәтһеҙ ҡараш ташланы.
– ...Мин кафеның администраторы... Беҙҙең эш ваҡыты тамамланды... Кафе сәғәт ун берҙә ябылырға тейеш. Хәҙер иһә ун икенсе ун биш минут...
Шағир уға яуап бирмәне. Ҙур булмаған сәйнүктән сынаяҡтарға сәй яһаны.
– Эс! – Ул бер йотто ла башын артҡа ташлап көлөп ебәрҙе:
– Аһа-һа-һа, һа-һа-һа!
Ҡатын, телһеҙ ҡалып, уға текәлде. Мин дә аптырап ҡалдым.
– Һин беләһеңме, – ул тағы бер ҡат миңә төртөп алды, – шағир шәхес булырға тейеш. Әйтәйек, Байрон, Петефи... Уларҙа характер булған. Характеры булмаған кешенән шағир сығамы? Кастрат шағир була алмай, тигән Назим.
– Ғәфү итегеҙ...
Ғүмәр Соҡалының тауыш тембрҙары тағы ла көсәйҙе.
– Хәҙер бик күптәр шағирҙарҙы ҡыҙғаныс, ярлы, хәйерсе, кәрлә буйлы, сибек тип күҙ алдына килтерә. – Уның күҙендә тағы дөрләгән ут ялҡыны пәйҙә булды. – Улай түгел!
Ҡатын өҫтәл тирәләй аптыранып улай-былай йөрөнө лә, хеҙмәттәштәре – эш кейемен алыштырып, кафены бикләп таралышыр өсөн беҙҙе генә көткән официанттар, ашнаҡсы, һауыт-һаба йыуыусылар – яғына атланы.
– Кем булды һуң был?
– Аҙғын түрәләр! Майҙарына сыҙай алмайҙар!
– Полиция саҡыртайыҡ! – Ҡатын-ҡыҙ затының үҙ-ара зарланышҡаны ишетелде. Араларында татар кешеһе юҡ ине, ахыры – беҙҙең әҙәбиәт тураһында гәп һатыуыбыҙҙы береһе лә аңламай кеүек.
Бына ҡабаттан күкрәгенә “Security” тамғаһын таҡҡан оло йәштәге ағай ышанысһыҙ аҙымдар менән беҙгә яҡынлашты. Инде өсөнсө тапҡыр.
– Егеттәр, патруль хеҙмәтенә шылты­ра­тайыммы, әллә үҙегеҙ китәһегеҙме?
Табанға ҡурҡыу йүгергәнен тоям.
– Яҡшы саҡта ысҡынайыҡ, Ғүмәр ағай...
Ҡап-ҡара кәстүм һәм ап-аҡ күлдәк фонында шыйыҡ ҡан төҫөн хәтерләтеп емелдәгән ҡыҙыл галстук уны оло бер түрәгә оҡшатып ҡалдырған ине.
– Президенттар, министрҙар милләт өсөн кем улар? Бөгөн бар, иртәгә юҡ. Шағирҙар – милләт улдары. Ысындары милләтен бер ҡасан һатмай. Президент... Исеме генә президент бит уның. Мәскәү билдәләгән чиновник президент була аламы ни?..
Президент, министр кеүек һүҙҙәрҙе генә аңлаған кафе ҡарауылсыһының кәүҙәһе күҙгә күренеп кесерәйҙе.
– Мин полицияға шылтыратам. – Уның тауышы әле ултырып етмәгән йәш үҫмерҙекеләй нескә булып сыҡты.
Бер ни тиклем тапанып торҙо ла, ул да, башын сайҡап, беҙ ултырған өҫтәл янынан китеп барҙы.
– Аптыраған... ғәҙәти иҫерек-маҙар булһалар, әллә ҡасан арттарына тибеп ҡыуып сығара инем... Был иһә... Бәләнән баш-аяҡ... – Уның һүҙҙәрен ишетеп, ҡатын-ҡыҙҙар шыңшып алды.
– Ҡыҙҙар, иремдең бик көнсөл икәнен беләһегеҙ. Тауыш ҡуптарасаҡ. Мин ҡайта торайым инде?
– Галина Петровна, ҡала ситендә йәшәйем. Бик ҡурҡам, мине ебәрегеҙсе?
– Берегеҙ ҙә, бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмай. Былар киткәнсе бергә булабыҙ!..
– Бына был әҙәбиәттең үҙе инде. – Ғүмәр Соҡалы кафены күҙе менән иңләп сыҡты ла тағы бер ҡат тәмләп сәй йотто.
– Ҡайтайыҡ инде, Ғүмәр ағай. Полиция килһә...
– Килһен! Нимә ҡурҡаһың һин?! – Ул кеткелдәп көлдө. – Кафе! Бына ул ысын әҙәбиәт! Иҫән сағыңда күҙәтеп ҡал һин, студент!
– Күҙәтәм дә...
– Шиғриәт тураһында мин һөйләгәндәрҙе һиңә университетта бер кем дә һөйләмәйәсәк.
– Беләм. Әйҙә, урамда ғына һөйләшеп бөтөрәйек.
– Юҡ! – Ул мине киҫкен бүлдерҙе. – Миңә ҡыҙыҡ: сабырлыҡ кәсәләре күпмегә етер? Кем-кемде...
Шул саҡ ишектән ике полиция хеҙмәткәре килеп инде. Билдәрендә резина таяҡ, пистолет ҡыны күренә. Миңә ҡурыныс булып китте. Хәҙер ҡулдарҙы бәйләп, төрмәгә илтеп тығырҙармы икән?
Администратор ханым, ҡош тотҡандай һөйөнөп, ҡабаланып, улар ҡаршыһына атылды.
– Ана улар! Ике иҫерек...
– Участка полицейскийы өлкән лейтенант Сидоров! Йә, граждандар, ни өсөн тәртип боҙабыҙ? – Ҙур кәүҙәлеһе Ғүмәр ағай янына килеп баҫты.
Ғүмәр Соҡалы бер ни ҙә өндәшмәй, күҙ ҡарашын уның погондары буйлап йүгертте.
– Ха-ха! Дөрөҫ икән – өлкән лейтенант. Бер кем дә тәртип боҙмай, иптәш өлкән лейтенант...
– Кафе егерме биш минут элек ябылырға тейеш ине. – Һүҙгә тәртип һаҡсыларының йәшерәге, кәүҙәгә ҡайтышырағы ҡушылды.
– Беҙ әле сәй эсеп бөтөрмәнек. – Шағир ашыҡмай ғына сәй яһаны.
Полициялар аптырашып бер-береһенә ҡарашты.
– Документтарығыҙ тәртиптәме? Йәгеҙ әле, күҙ һалайыҡ...
Мин, ашаға-ашыға ҡарһаланып, куртка кеҫәһенән паспортымды эҙләй башланым.
– Нишләйһең һин? – Ғүмәр ағай минең ҡулыма һуғып ҡуйҙы. Унан тегеләргә асыулы ҡарап: – Документ – мин үҙем! А-һа-һа-һа, а-һа-һа-һа...
Полициялар уның тумалаҡ битенә, күлдәк төймәләрен өҙөп, төртөп сығырҙай бүлтәйгән ҡорһағына, затлы кәстүм-салбарына, бигерәк тә сағыу ҡыҙыл галстугына саҡ ҡына күҙ йүгертеп алды. Ғүмәр Соҡалы шулай ҙа кәстүм кеҫәһендә ҡапшана башланы. Кинәт ул ҡулын тартып сығарҙы һәм иҙәнгә ҡып-ҡыҙыл тышлы документ килеп төштө. Тәртип һаҡсыларының йәшерәге, эйелеп, уны алды ла өлкәненә һуҙҙы. Ул, йөҙөнә бик етди ҡиәфәт сығарып, документты асты. Иң элек ул эскә ҡыҫтырылған визитканы ҡулына алды. Һәм... кинәт кәүҙәһен төп-төҙ итеп турайтты. Уның ҡыланышын, үҙе лә һиҙмәҫтән, йәш иптәше лә ҡабатланы. Икеһе лә бер үк ваҡытта ҡараштарын Ғүмәр Соҡалыға йүнәлтте. Өлкән полицейскийҙың ҡалтыранған ҡулындағы визитка дерелдәп тора ине, мин, әрһеҙләнеп, күҙ һалдым. Министр! Ә-ә-ә, Ғүмәр Соҡалы быларҙың министры саҡырыуы менән йөҙләгән полиция алдында шиғыр һөйләп ҡайттым тигән ине шул. Шунан өлкән полиция, бик һаҡланып, ҡәҙер-хөрмәт менән визитканы ситкәрәк шылдырҙы ла документҡа баҡты. Уның тертләп китеүен үҙем дә тойҙом. Ҡып-ҡыҙыл тышлы кенәгәнең эсендә эре-эре хәрефтәр менән ике генә һүҙ яҙылған ине: Ғүмәр Соҡалы.
– Аңлашылды, – тип ҡуйҙы ишетелер-ишетелмәҫ кенә полицайҙарҙың өлкәнерәге. – Шулай ҙа һеҙгә беҙҙең менән китергә тура килер инде.
– Әйҙәгеҙ инде, – тип өҫтәне икенсеһе.
Мин, фарманға буйһоноп, урынымдан тормаҡсы инем, Ғүмәр Соҡалының уҫал ҡарашына юлығып, ҡурҡып ҡалдым.
– Китербеҙ. Тик иң элек сәйҙе эсеп бөтөрәйек. – Ул тағы бер йотто.
– Оҙаҡ тормағыҙ инде. Урамда көтәбеҙ. – Полициялар, честь биреп, ишеккә йүнәлде.
Уларҙы шунда уҡ йәнләнеп киткән ҡатын-ҡыҙҙар ишеккә тиклем оҙата барҙы.
– Сыҡмаясаҡтар улар!
– Күҙ йәшебеҙ төшһөн ине!
Ҡатын-ҡыҙҙар, өмөтһөҙлөккә бирелеп, илашып алды.
– Был мәрәкә миңә оҡшай. – Ғүмәр Соҡалы ҡәнәғәт йылмайҙы.
– Китәйек, Ғүмәр ағай...
– Һин нәмә бөйөк шағир башың менән ҡурҡып ҡалтырайһың әле? – Ул миңә һынап ҡарап торҙо. – Быуының йомшаҡ күренә. Күҙеңә ҡурҡыу йүгергән. Былай булмай! Ярамай! Йә әле, эйәгеңде сөйә төш, күкрәгеңде киреп ултыр! Шағирҙы буйһондорорлоҡ көс донъяла юҡ. Ысын шағирҙы тиеүем!
– Тимер рәшәткә артына илтеп тыҡһалар...
– А-һа-һа-һа. – Кафе диуарҙары Ғүмәр Соҡалы тауышынан ҡурҡып, зыңлап алды. – Төрмәлә бер сәғәт тә ултырмаған шағир шағирмы ул? Әйҙә, шиғыр уҡы әле! Ултыраһың килмәһә – баҫып!
– Хәҙерме?
– Эйе шул!
– Урамда ғына уҡыйыммы әллә?
– Юҡ! Бында!
– Ҡайһыһын?
– Иң һуңғы яҙғаныңды!
– Мөхәббәт лирикаһы ул...
– Һөйлә!
Кафела минең йомшаҡ тауыш яңғыраны:

Бүләк итер инем һиңә...

Мин – Йәмилә

Радиктың “Тойота”һы мине университет ишеге төбөндә көтөп тора ине.
– Киттекме? – Мин кереп ултырыуға, машина ҡуҙғалды.
– Ҡайҙа барабыҙ? Ресторанға?
– Юҡ. – Радик, етди төҫ сығарып, юлға төбәлгән ине. Университет яңы машиналар менән тулған. Ҡайҙа инде бында машина менән барыу, йәйәү ҙә иркенләп атлап булмай.
– Юҡ? – Радиктан был яуапты һис кенә лә көтмәгән инем. – Өйгә ҡайтабыҙ?
– Киноға барабыҙ!
– О-о-о! Премьера?
– Эйе. “Яңы хистәр”...
– Телевизорҙан рекламаһын ишеткән инем. Ҡайҙа ҡарайбыҙ һуң?
– “Корстон”да. Ул саҡта кофе ла эсеп алырбыҙ.
– Әйҙә!
Күптән киноға барғаным юҡ ине, Радиктың был идеяһы күңелемә хуш килде. “Яңы хистәр” – исеме лә матур яңғырай. Мөхәббәт тураһында икәнлеге исеменән билдәле!

Мин – Радик

“Корстон”дың алтын йүгертелгән ишектәре тауыш-тынһыҙ ғына асылды. Бильярд залынан үттек. Бер нисә өҫтәлдә бер юлы әллә нисәшәр шар бер-береһенә бәрелеп тәгәрәй, кий таяҡтары тотҡан егеттәрҙең етди ҡиәфәте күҙгә салынып ала. Эдик мине бөгөн “Ривьера”ла бильярд уйнарға саҡырған ине. Бөгөн көндөҙ уға тағы отторҙом.
– Мин һине егерме йыллыҡ Курвуазье менән һыйлайым! – тинем мин.
– Юҡ, Хеннеси алырһың. Кәм тигәндә егерме меңлеген! Был минең статусҡа тура килә. – Эдик янында сер бирергә ярамай. Юғиһә, егеттәр алдында хурлыҡҡа ҡалдырасаҡ. Пахандан тағы һүҙ ишетәһе була икән. Был уйҙарымды ситкә ҡыуҙым.
– Ҡайһы ресторанға инәбеҙ?
Йәмилә яурынын һикертте.
– Белмәйем дә инде.
– Италия кухняһы, япондыҡы, Австрияныҡы?
– М-м-м... – Йәмилә ҡайһыһын һайларға белмәй аптырап торҙо. – Миңә барыбер. Әйҙә, Италияныҡына инәйек.
Ярым түңәрәк ҡара күн ултырғыстар ҡыҙғылт һары оҙонса өҫтәлдәр янында тора. Аҡ күлдәкле һәм башына ашнаҡсыларҙыҡы кеүек аҡ башлыҡ кейгән официант егет беҙгә урын күрһәтте.
Мин Урта диңгеҙ кухняһын яратам. Балыҡҡа заказ бирҙем.
Йәмилә:
– Мин кофе ғына эсәм. Миндаль печеньеһы менән, – тине.
...Фильм миңә оҡшап бөтмәне. Студенттар тормошонан ул. Бер төркөмдә уҡыған өс егет староста ҡыҙға ғашиҡ була. Етмәһә, был егеттәр бер бүлмәлә тора. Ҡыҙ – мегаполистыҡы. Егеттәр – бер провинциянан. Былар бер-береһенән ҡыҙға ғашиҡ булыуҙарын йәшерә. Ҡыҙ ҙа уларҙың үҙен оҡшатҡанын һиҙмәй. Егеттәрҙең береһе – рәссам – дәрес ваҡытында ла, төндәр буйы ла уның һүрәтен яһай. Аҡылдан шашырҙай дәрәжәлә ғашиҡ була, депрессияға бирелә. Ҡыҙға рәсемдәрен күрһәтергә ҡыйыулығы етмәй. Икенсеһе үҙен сибәр, аҡыллы ҡыҙға тиң күрмәй. Эстән гел уны уйлаһа ла, төркөмдәге икенсе бер ҡыҙ менән мөхәббәт ҡуйырта. Уның фекеренсә, ҡыҙҙарҙы бары аҡса менән генә яулап алып була. Ул байыу тураһында хыяллана. Йәнәһе, байый ҙа теге ҡыҙға йөрәген тәҡдим итә. Шул ниәте уны еңел аҡса артынан ҡыуырға этәрә: бер фирмаға реклама менеджеры булып эшкә инә. Был фирма иһә ошо егетте оҡшатып йөрөгән төркөмдәш ҡыҙҙың атаһыныҡы булып сыға. Егет, көнө-төнө бил бөкһә лә, фирма хужаһына бурысҡа бата. Көнө-төнө йүгереп йөрөп, уҡырға ла бара алмай. Шунан быны ҡыуырға тип ҡарар сығаралар. Теге ҡыҙ – староста – төркөмдәшен яҡлап, һаҡлап ҡала. Ҡыҙҙың абруйы ҙур була, ул уҡыу йортоноң күҙ өҫтөндәге ҡашы һанала, профессорҙар уның һүҙен тыңлап егетте ҡалдыралар.
Өсөнсөһө иһә ҡыҙҙың күңелен сафлыҡ менән яулап алып була тип инана. Ул ҡыҙ кеүек үк уҡыуға бирелә. Маҡтаулы студентҡа әйләнә. Тик ҡыҙға мөхәббәтен аңлатырға ғына ҡыйыулығы етмәй.
Бына уҡыуҙар тамамлана. Егеттәргә дөйөм ятаҡты ҡалдырып сығыр ваҡыт етә. Рәссам егеттең провинцияға ҡайтҡыһы килмәй. Кинәт уның рәсемдәре осраҡлы рәүештә генә дөйөм ятаҡҡа килгән бер рәссам ҡулына эләгә. Унда теге ҡыҙҙың һүрәттәре була. Егеттең талантын күреп, рәссам был рәсемдәрҙең күргәҙмәһен ойоштора. Егеткә дан килә. Уны журналистар һырып ала, уға заказдар яуа, ҡыҫҡаһы, ул билдәле кешегә әйләнә. Ҡасан да булһа, ҡыҙ уның рәсемдәрен күрер ҙә, мөхәббәтен аңлап, үҙе килер, тип өмөтләнә.
Икенсе егет иһә, ҡалала ҡалыу өсөн, бай ҡыҙына өйләнергә ҡарар итә. Ул ҡыҙҙың ҡала үҙәгендә ике ҡатлы фатиры ла бар. Егеттең ниәте буйынса, ул, ҡыҙҙың фатирына эйә булып, тиҙ арала үҙ эшен аса ла, уны айырып, күңелен яулаған теге ҡыҙға тәҡдим яһай. Өсөнсөһө, теге ҡыҙ кеүек үк, университетта эшкә ҡалырға йыйына.
Диплом алыр алдынан, төркөм ресторанға йыйыла. Өсөһө лә староста ҡыҙ менән бейергә хыяллана. Тик береһенең лә уны парлы бейеүгә саҡырырға ҡыйыулығы етмәй. Кисә тамамлана. Рәссам егет башын эйеп ҡала ҡараңғылығына инеп юғала. Икенсеһе бай ҡыҙ машинаһына ултырып китә. Өсөнсөһө дөйөм ятаҡ баҫҡыстары буйлап өҫкә үрмәләй. Өсөһөнөң дә уйында теге ҡыҙ була. Улар иң тәүге саф хистәрен ҡыҙҙа ҡалдырып китәләр. Байрамды ойоштороп йөрөгән староста ҡыҙ япа-яңғыҙы ҡала.
Урамға сыға – унда төн уртаһы. Яңғыҙлыҡтан ул илап ебәрә. Барыһы парланышып бөткән. Биш йыл буйы йәшертен хистәр менән янып йөрөгән егет икенсе бер ҡыҙ менән ҡултыҡлашып китеп бара. Быға тиклем гел иғтибар үҙәгендә булған ҡыҙ йөрәге быларҙы кисерә алмай. Үҙен шул тиклем кәрәкһеҙ зат тип хис итә. Ул һыу буйына килә. Бейек ярҙан аҫҡа ҡарап тора. Был ваҡытта рәссам ижад менән иҫереп, ҡайнарланып ҡыҙҙың нәүбәттәге рәсемен яһай. Икенсе егет бай ҡыҙы менән ятаҡта аунай. Үҙе иһә был ҡыҙҙы күҙ алдына килтерә. Өсөнсөһө иһә... баҫҡыстан аҫҡа һикерә...
Бына шул. Ҡыҙыҡ булһа ла, миңә егеттәрҙең үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары оҡшап етмәне. Ҡурҡаҡтар, ебектәр! Тот та йөрө лә кит инде. Юҡ икән, ниңә уны уйлап борсолорға? Бөткәнме ни ҡыҙҙар? Йәмиләнең иһә күҙҙәре йәшле ине.

Мин – Йәмилә

Залда һүрән генә ут ҡабынды. Экрандың ҡара фонында киноға ҡағылышы булған кешеләрҙең исем-фамилиялары өҫтән аҫҡа йүгерҙе. Фильм миңә ныҡ тәьҫир итте. Теге ҡыҙҙы йәлләнем дә, ҡыҙғандым да, асыуландым да мин. Нисек инде шулай?
– Әллә илайһың инде? – Радик күҙ йәштәремде күреп, шарҡылдап көлдө. – Ә мин бит ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәшенә ышанмайым.
– Һин... ҡаты бәғерле.
– Интернеттан уҡыным. Бер ғалим тикшереү уҙғарған. Ул күңелде тетрәтә торған ҡыҙғаныс фильмды ир кешеләргә күрһәтә. Тегеләрҙең бөтәһе лә сеансты айырым-айырым ҡарай. Кино барышында ирҙәр ҡаһармандарҙы йәлләүҙән сәстәрен йолҡа-йолҡа үкһеп илай. Шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа айырым-айырым ҡарап сыға. Береһе лә йәлләү кисермәгән. Иң ҡыҙығы шунда: аҙаҡтан ир менән ҡатын, иңгә-иң терәп, ҡабаттан фильмды ҡарайҙар. Ҡатындар асырғаланып ҡысҡыра, өҙгөләнеп илай, ә ир-ат тауыш-тын сығармай.
– Хисһеҙ һин! – тинем мин йәш аралаш.
– Ха-ха-ха...
Юл буйы Радик менән һөйләшкем килмәне. Мин әле лә кинолағы ваҡиғалар эсендә ҡайнай инем.
– Ҡара әле, Йәмилә!
– Әү, – тинем мин, Радиктың күңелле тауышынан һиҫкәнеп.
– Һеҙҙең янда яңы кафе асҡандар бит.
– Шунан?
– Исемен уҡы әле.
– “Саф хистәр”. Ҡыҙыҡ!
– Әйҙә инеп сығайыҡ.
– Һуң бит инде, Радик. – Кафеға инергә аяғым тартманы.
Ул көлә генә.
– Уның ҡыҙығы ла шул бит. Кино менән ниндәй бәйләнеше бар икән? Әйҙә, кофе булһа ла эсеп сығайыҡ.
Телефон экранында бер нисә ҡат әсәйемдең йөҙө пәйҙә булды. Уны тынысландырыр өсөн: “Мин Радик менән кафела ултырам. Тиҙҙән ҡайтам. Борсолмағыҙ!” – тип, sms ебәрҙем. Ни ғәжәп: яуап бик тиҙ килде: “Тәртипле генә йөрөгөҙ, балалар!” Радик менән тигәс, әсәйемдең йөҙө нисек үҙгәргәнен күҙ алдына килтерәм. Беҙҙең бергә булыуыбыҙҙы белгәс, ул ҡанат ҡағып, осоп китергә талпынған ҡошсоҡ һымаҡ ҡайҙа баҫҡанын белмәй башлай. Тыныс ҡына киске яңылыҡтар менән танышып ултырған атайға көн бөткәндер инде. Компьютерына текәлгән апайым да үҙенә ҡамасаулаған әсәйгә асыуланғандыр. Миңә ҡапыл уңайһыҙ булып китте. Әсәйҙең яҙғанын юйҙым да телефонымды һүндереп ҡуйҙым.
Кафеның хәрефтәре фейерверк кеүек уйнап тора. Улар ҡыҙыл һәм күк төҫтә аралашып ем-ем килеп балҡый. Ҡаш һикертәләр, тиерһең.
– Ни өсөндөр музыка тауышы ишетелмәй. “Саф хистәр” булғас, мәхәббәт һүҙҙәрен генә бышылдап ултыралар, ахыры, бында. – Радик, ишектең тотҡаһын тартҡанда, миңә ҡарап йылмайҙы.
Залдағы һүрән ут бер мөйөштө генә яҡтырта ине. Унда ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Түрҙәге өҫтәлдә ҡыҙыл сырайлы һәм йөҙө төҫөндәге галстуклы йыуан әҙәм ултыра. Уның алдында бер генә күңелен күреүсе ҡулдарын болғай-болғай, ниҙер һөйләй.
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең эш сәғәте тамамланды! – Ашыға-ашыға килеп баҫҡан ҡара күлдәкле ханым, тауышын ни өсөндөр яһалма көсәйтеп, ана шулай тине.
– Клиенттарығыҙ бар түгелме һуң әле? – Радик түргә ымланы. – Бер-береһенә саф хислеме әллә былар?
Ханым уның шаяртыуын ҡабул итмәне.
– Иҫеректәр улар. Ҡыуып сығарып булмай үҙҙәрен.

Бүләк итер инем һиңә...

– Туҡта! Таныш юлдар түгелме һуң был? Ҡайҙа уҡыным, кемдән ишеттем әле мин уларҙы?
– Айҙар Вәлиәхмәт! – Анау йыуан ир-ат, шиғыр тамамланыуға, йыуан бармаҡлы ҡулдарын сәпәкәйләп алды. – Ә таҡмағың – пүстәк!
Айҙар! Был бит теге, интернеттан яҙышҡан хыялый егет!
– Киттек, Йәмиләкәй! Башҡа көндө килербеҙ бында, – тине диуарҙарҙағы ҡуш йөрәктәргә ымлап Радик. – Бында ярайһы кеүек күренә. – Ул минең ҡулымдан тотто.
– Туҡта, Радик. Сабыр ит. Мин ана теге егетте беләм, буғай.
Радик әле генә шиғыр һөйләп туҡтаған егеткә өҫтән генә ҡарашын ташланы.
– Ысҡынған, буғай, ул!
– Шағир...
– Уу-у. Улай булғас, тамам шөрөптәре бушаған. Әйҙә!
Шиғыр һөйләгән йәш кеше эйфория халәтендә ине, буғай. Бына ул күҙен йомдо. Башын сөйә төшөп тын ҡалды. Минеңсә, ул тағы шиғыр уҡырға әҙерләнә ине.
– Айҙар!
Минең тауышҡа кафелағылар һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Ә-ә? – Теге егет ғәжәпләнеп күҙен асты.
– Айҙар! Мин – Йәмилә...
– Йәмилә? – Ул, ҡолаҡтарына ышанмайынса, башын сайҡап торҙо. – Йәмилә? Ә-ә, Йәмиләкәй!
– Һеҙ уны беләһегеҙме әллә? Алып сығып китегеҙсе, зинһар! – Ҡара күлдәкле ханым минең ҡулыма йәбеште.
Икенсеһенән Радик тартҡыланы.
– Нимәгә был ахмаҡ һиңә, Йәмилә? Әйҙә, китәйек!
Айҙар, сайҡалып, беҙҙең янға килеп баҫты.
– Мин һине таныным. Йәмиләкәй! Йәшел күҙҙәреңдән таныным! – Айҙар тулҡынлана ине.
– Ә һин кем? – Айҙар Радик ҡаршыһына килеп баҫты. Танауға араҡы еҫе килеп бәрелде.
– Йәмилә? – Таныш тауыш ишетеп артыма боролоп ҡараным. Ауып китәм тип торам – унда Самат баҫып тора ине...

Мин – Самат

Мин аптырап киттем. Төн уртаһында Йәмилә нишләп бында йөрөй. Кемдәр менән? Йөрәгемде ниҙер сәнсеп алғандай булды. Асыуҙанмы, әллә көсһөҙлөгөмдәнме ҡаушап ҡалдым. Мин боролоп бүлмәмә индем. Тамаҡ төбөнә төйөр тығылған ине – үкһеп илап ебәрҙем. Ни эшләргә? Йәмилә ниңә мине былай мыҫҡыл итте?

Мин – Радик

Нимә ти әле атай? Ҡыҙҙар һүҙенә ышанғансы яҙғы боҙға ышан тиме?
Йәмиләнең бер юлы өс егет уртаһында ҡалыуы миңә ғәжәп ине. Уларҙың береһе ҡайҙалыр юғалды. Йүләр шағирҙы полиция алып китте. Йәмиләне тотоп ҡала алманым. Ул кафенан сығып йүгерҙе. Миңә барыбер ине. Өйгә ҡайтҡы килмәгәндән генә Динараға шылтыраттым.
– Алло, Динарочка, әйҙә, “Пирамида”ға барабыҙ? Һин ҡайҙа?
Мин – Айҙар

Мин сыҡҡанда, Ғүмәр Соҡалы полиция машинаһында ултыра ине инде. Ул миңә ҡул болғаған кеүек булды. Машина, яман ҡысҡыртып, урынынан ҡуҙғалды ла, күҙҙән юғалды. Мин, бер аҙ аптырап баҫып торғас, туҡталышҡа табан атланым. Йәмиләнән елдәр иҫте. Ул мине ташланы. Күңелемдә шиғыр юлдары тыуҙы: “Һыҙылып киткән ҡаштары...”

Мин – Йәмилә

Урамға сыҡҡас, ҡаршыла урынлашҡан йортобоҙға табан йүгерҙем. Тәҙрәләрҙә уттар яна. Бына һигеҙенсе ҡатта ут ҡабынды, бишенсе ҡатта һүнде. Уттар миңә ҡояш, сәскә рәсемен хәтерләтте. Бына һандар хасил булды. Өс һанына оҡшаған. Өс егет. Мин кинәт артыма боролдом. Нәҡ шул мәлдә кафеның бая ғына ҡыҙғылт күк булып балҡыған “С”, “А”, “Ф”, “Х”, “И”, “С”, “Т”, “Ә”, “Р” хәрефтәре юҡҡа сыҡты.
– Барыһы ла бөттө!
Мин нимә теләгәнемде, ни уйлағанымды аңларлыҡ хәлдә түгел инем. Тиктомалдан ҡысҡырып көлгөм килә башланы. Өйгә инергә аяғым тартмай, әкрен генә теләр-теләмәҫ кенә атлайым да атлайым. Башҡа ваҡытта бындай ҡараңғы төндә япа-яңғыҙым йөрөүҙе төшөмдә күрһәм дә, ҡотом осор ине. Бөгөн иһә миңә барыбер ине. Күҙ алдымда теге фильмдағы яңғыҙ ҡалған ҡыҙ. Ул да бит үҙенең бер кемгә кәрәк түгеллеген аңлап ала. Мин Саматты күҙ алдыма килтерәм. Минең башҡа егет менән ҡулға-ҡул тотоношоп тороуымды күрҙе. Ул быны ғүмерҙә лә кисермәйәсәк. Ғорурлығы ирек бирмәйәсәк. Айҙар. Уға мин муза булараҡ ҡына кәрәк. Бөгөн интернетты ҡабыҙып ҡараһаң, уның статусында: “Мин һары сәсле сибәр күк ҡыҙына – ҡояшҡайға ғашиҡ булдым”, – тигән һүҙҙәр торһа, бер ҙә аптырамайым. Радик хәҙер Динара йәиһә башҡа ҡыҙ менән дискотекала күңел асалыр. Мин кемгә кәрәк? Кемгә кәрәк мин? Минең хистәрем ысын булдымы? Кем аңлай уларҙы? Мин – йүләр ҡыҙый. Мөхәббәт бар тип, улар миңә ысын күңелдән ғашиҡ тип йөрөйөм тағы. Әсәйҙе тыңларға ине башта уҡ. Атайҙы яратып сыҡманым ти бит. Яйлы, ипле кеше, үҙең теләгәнсә бороп була ти. Апай ҙа, интернеттан аҡ “Мерседес”лы, виллалы принцты көтә. Ә мин?
Кинәт миңә ҡурҡыныс булып китте. Был уйҙарымдан ҡаҙ тәне сыҡты, хатта. Ҡан тамырҙарым буйлап боҙло һыу йүгергәндәй тойолдо. “Безз-зз!”
Өйгә ингем килмәй ине. Барыбер йоҡо алмаясаҡ. Ғәжәп! Радик ниңә мине шул киноға алып барҙы. Нимә өсөн кафеға индек? Ниндәй осраҡлылыҡ! Мине лә кинолағы староста ҡыҙҙың яҙмышы көтмәйҙер бит? Подъезд төбөнә килеп еттем. Ишек тотҡаһына үрелергә ҡыймайынса тапанып торам. Кинәт яҡынлаша барған аяҡ тауыштары ишетелде. Бағана уты яҡтыһында шәйләп алдым: үҙенә генә хас төҙ, эре, ышаныслы аҙымдар менән Самат атлап килә ине. Туҡта, ҡайҙан килеп шул тиклем таныш, яҡын йөрөш был? Иҫемә төштө: атайым да шулай ергә ныҡ баҫып атлай бит! Мин әле генә үҙемдең йүләрлегемде аңлай башланым.
– Самат! – Тауышым сыҡманы. – Са-мат... – тип бышылданым мин.
Кинәт миңә рәхәт булып китте. Ҡабаттан эсемә йылы йүгергәндәй булды. Теге кинолағы ҡыҙҙан үҙемде өҫтөн тойҙом. Мин яңғыҙ түгел бит! Кинәт... Миңә табан ашыға-ашыға атлаған Саматтың шәүләһе зәғиф бағана уттары яҡтыһында тоноҡланғандан-тоноҡланды ла юҡҡа сыҡты. Кәүҙәм буйлап ҡалтыраныу уҙҙы.
– Самат, – тип ҡабатланым мин ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән.
Бына асыҡ тәҙрәһенән дәртле көй яңғыраған бер машина уҙып китте. Таныным: Радик машинаһы ине был. Уның фара уттары кафены яҡтыртты. Кафе тәҙрәләре дөм ҡараңғы ине, әммә яҙылған “С”, “А”, “Ф”, “Х”, “И”, “С”, “Т”, “Ә”, “Р” хәрефтәре миңә, күптән түгел балҡып, күҙ ҡыҫты. Мин ҡулым менән йөҙөмдө ҡапланым. Шул саҡ кемдер иңемә ҡағылды.
– Йәмилә!
Хәҙер мин тауыш эйәһенең ни тиклем яҡынлығын аңланым. Бармаҡтарым араһынан тоҙло күҙ йәштәре бәреп сыҡты. Сыланған, ауырайған керпектәрем дә уларҙы тыйып тора алмай ине.
Тып-тып-тып-тып...
Тынып ҡалған ҡала урамын шатлыҡ йәштәрем йәнләндереп ебәрҙе.
– Са-ма-ат!

Автор:
Читайте нас: