Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Ғинуар 2023, 20:05

ҠАЙТЫУ Хикәйә Таңһылыу Вәлеева

– Алдаҡсы... Хыянатсы... Көтәм, тине үҙе... Яҙманы ла... Хатҡа... Оҙатып ҡалды...

ҠАЙТЫУ  Хикәйә  Таңһылыу Вәлеева
ҠАЙТЫУ Хикәйә Таңһылыу Вәлеева

Түбәнән алып иҙәнгә тиклем төшөрөлгән, остары һөйрәлеп, бөтәрләнеп бөткән ҡатлы-ҡатлы оҙон шаршауҙарҙы ул тиклем итеп ишек төбөнән алып кемдәр элеп бөткән икән? Ҙурлығына, иркенлегенә ҡарағанда ниндәйҙер зал һымаҡ ер булырға тейеш был. Әллә киң, оҙон коридор микән? Үҙе яҡты, йылы. Ҡайҙа барырға белмәй Нияз ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Кире боролоп сығайым да китәйем, мине бында берәү ҙә көтмәй, шикелле, тип артына әйләнмәй генә ишекте эткәйне – асылманы. Ә-ә, иҫенә төштө – уны бит ошонда инәнән тыума көйө төрткөләп индереп ебәрҙеләр ҙә инде. “Беҙгә юлды онот, килеп йөрөйһө булма! Тағы берҙе килһәң, үҙеңә үпкәлә!” – тип янап тороп ҡалдылар етмәһә. Шунан һуң Нияз тағы әллә ниндәй кешеләр араһына барып инде. Уларҙың кем икәнен дә белмәй, исмаһам, береһен элек күргәне булһасы! Йөҙҙәрен йәшереп кенә һөйләштеләр шул. Тауыштарына ҡарағанда береһе – урыҫ, икенсеһе ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш. Шул ҡатын ярайһы ғына тупаҫ итеп:
– Оялма, егет, унда һинең һымаҡ сыр яланғастар шайтан тубығынан. Үҙеңде күрһәтерһең, башҡаларҙы күҙәтерһең. Хи-хи-хи... – тип әйтте бит әле.
Үҙе һап-һалҡын, шып-шыма ҡулдары менән Нияздың тәнен ҡапшай, оят ерҙәренә ҡағыла.
– Держите его руки! Что, очарованы прелестями молодого мужского тела? Туже заматывай! – Урыҫтың тауышы ниңәлер асыулы ине.
Шуларҙы хәтерләп, артабан нишләргә белмәй тирә-яғына ҡаранып аптыранып торғанда шаршауҙар артында һөйләшкән тауыштар ишетелә башланы. Нияз был оҙон, сәйер ҡорғандарҙы шар асып ебәрергә теләп, бөрөп тотто. Баҡһаң, сәхнә шаршауҙары шикелле бәрхәт икән. Үҙҙәре ап-аҡ ҡыналар. Быларҙы сылт аҡ иткәнсе йыуыр өсөн күпме көс кәрәк? Ниңә аҡтан теккәндәр икән?Нияз шаршауҙарҙы ике ҡулы менән ике яҡҡа айырып асып ебәрҙе. Теге кешеләргә ниңә яланғас икәнен нисек аңлатыр икән? Улар менән һөйләшкәндә билдән түбән яғын урап торор, ялан аяҡтарына берәй нәмә һорап кейер, бирһәләр... Көҙгө шикелле яп-ялтыр иҙәндәренең һыуығы елеккә үтә башланы юғиһә.
Ҡорғандарҙы асып ебәрһә лә, Нияз берәүҙе лә күрә алманы, сөнки хәҙер түбәнән иҙәнгәсә һап-һары төҫ һалынып төшкән. Нияз аса бара, аса бара, төҫтәр бер-береһен алыштыра бара. Һап-һарынан һуң сөм йәшел, шунан ары – һандал һары, артабан – сәңгел күк. Ҡып-ҡыҙыл, күм-күк, тағы әллә ниндәй ала сыбар төҫтәр. Шаршауҙарҙы аса-аса кеше тауыштары сыҡҡан яҡҡа ашыға Нияз. Һөйләшкән, көлөшкән тауыштар артта ишетелә башлағас, кире боролорға теләне, тик ниндәйҙер ҡаты ҡул сепрәк аша һелкетә тартып туҡтатты. Нияз арыны, ҡулдары талды, башы әйләнде. Ҡайҙа был сепрәк лабиринттан сыға торған берҙән бер дөрөҫ юл? Ярҙамға саҡырып ҡысҡырайым тиһә, ниңәлер тауышы сыҡмай. Бына, ниһайәт, бер шаршауҙы асҡас, Нияз һөйләшеп торған ике ирҙе күрҙе лә ҡыуанып китте.
– Мине ошонан сығарып ҡына ебәрегеҙ әле, ағайҙар, йәки өйрәтегеҙ, үҙем юлды табырмын, – тип һүҙ ҡушҡайны ла тегеләр Ниязға яуап биреп торманы. Русса ла өндәште – ишетмәйҙәр. “Тиҙерәк алып килегеҙ бында”! Был бойороҡ Ниязға ҡарата әйтелде булһа кәрәк. Теге икәү шундуҡ килеп, еңел генә итеп күтәрҙеләр ҙә йөҙҙөрөп кенә әллә ҡайҙа алып та киттеләр. Теге ауыр шаршауҙарҙы ла асып мәшәҡәтләнмәнеләр, сөнки улар ҡайһы аралалыр юҡҡа сыҡҡан. Әйтерһең, бөтөнләй булмаған да.
Ҡасан килеп эләкте һуң Нияз үҙен ишетергә лә, аңларға ла теләмәгән ят кешеләр араһына? Бер нәмә лә аңламай, бер нәмәне лә иҫенә төшөрә алмай, уйҙарының осо ҡайҙа икәнлеген белмәй аптырап тора Нияз. Әллә ятамы? Ята икән. Ята шул! Ап-аҡ түшәкле карауатта өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан Нияздың эргәһендә кем баҫып тора һуң? Был да Нияз бит! Карауатта – бер Нияз, карауат янында икенсе Нияз. Игеҙәктәрме әллә? Юҡ, 20 йәшлек кенә бер егеттең Нияз исемле кәүҙәһе ята карауатта, Нияз исемле йәне тәне өсөн өлтөрәп, йәнен усына алып баҫып тора. Ауыр шаршауҙар араһында аҙашып йөрөп килеп тапты йән-Нияз тән-һыңарын.
Яҫы, оҙон һалдат ҡайышын биленән һыпыра тартып алды Нияз. Йондоҙ һуғылған тимерле осон текә ярлы йыраҡаның ситендә генә үҫеп ултырған йәш ҡарағайҙың иң аҫтағы йыуан ботағының осонараҡ аша ташланы ла икенсе осон муйынынан урап, ҡайыштың таражнигынан ҡалтыранған ҡулдары менән саҡ үткәрҙе. Сикәләрен ҡайнар йәш өтә. Үкһеүе һүҙҙәрен бүлә:
– Алдаҡсы... Хыянатсы... Көтәм, тине үҙе... Яҙманы ла... Хатҡа... Оҙатып ҡалды...
– Әсәй!!! Ғәфү ит! – Йәнасыҡҡа ҡысҡырҙы ла ярҙан этенде.
Улының осоп, ҡанатланып армиянан ҡайтыуын шатлыҡ ҡатыш хафа менән ҡаршы алды әсә. Шул кистә үк һөйгәне Вәзимәне күрәм, тип ашҡынып-талпынып сығып киткән Ниязы өсөн йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды Фәриғаның. Бер нәмә лә әйтә алманы шул. Ярай, үҙен күреп һөйләшһен, аңлашһындар. Төңөлөр әле яйлап, йыл бер аҙна түгел, тип үҙен йыуатһа ла, йәнен ҡулына алып ултыра хәҙер әсә. Йөрәге тәҡәтһеҙ тулай. Өлкән улы Зәбир ҙә, борсолоуы йөҙөнә сыҡһа ла, эсе янғанын әсәһенә белгертмәҫкә тырыша. Эйәреп йөрөй алмай бит ҡустыһына...
Сыр-сыу килеп өйгә инеп тулған кешеләрҙең нимәгә шул тиклем шаулашҡандарын бер килке аңлай алмай шаңҡып ултырҙы Фәриға. Бер нисә егет кемделер аяҡ-ҡулдарынан күтәреп индереп, иҙәнгә һуҙып һалды. Бер иҙән булып ятҡан һалдат кейемендәге кешенең бер сәғәт элек кенә йүгереп сығып киткән улы Нияз икәнен танып ҡалғас, балаҡайы янына салҡан әйләнеп барып төштө һуштан яҙған әсә.
– Әсәй... Ә-сә-әй... Иҫеңә кил, әсәй.. Был мин, Нияз улың, – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, күҙҙәрен асты Фәриға. Уны ҡалҡытып урындыҡҡа ултыртҡандар икән. Нишатыр еҫкәтәләр, дарыу ҡаптырғандар, килене ҡан баҫымын үлсәгәндер, укол ҡаҙағандыр. Тере уның Ниязы, тере! Әле генә әсәһен уятты бит! Бына, уң яурынында Ниязының ҡулының йылыһы ла китмәгән. Урынынан торҙо ла сайҡала-сайҡала атлап килеп балаҡайы янына сүгәләне Фәриға. Ниязға яһалма тын алдырырға тырышып, күкрәгенә баҫҡылаусыларға, сикәләренә сәпәкләүселәргә иғтибар ҙа итмәй, улының шыҡырайта йомарлаған бармаҡтарын көс-хәл менән берәм-берәм яҙып, усын асты. Асты ла усты һыйпай-һыйпай текәлеп ҡарап ултырҙы. Шунан балаһының ҡулын ебәрмәйенсә, тороп баҫты.
– Скурый саҡыртығыҙ. Районға апарығыҙ. Йәшәй әле минең улым. Үлмәй әле. Ғүмер юлы өҙөлмәгән. Оҙо-о-н әле улымдың ғүмере. – Үҙе бер туҡтауһыҙ уң яурынын һыйпай. Аҡылына зәғифлек килде, шикелле, тигәнде аңлатты кешеләрҙең аптыраулы ҡараштары. Урман төбөндә ятҡан бәләкәй ауылға ете төн уртаһында ниндәй генә “тиҙ ярҙам” килеп етә алһын һәр минут һанаулы саҡта?!
– Скурый таңһыҙ килмәҫ. Бында машина табығыҙ. Апарығыҙ баламды район балнисына, Аллаһы хаҡы өсөн...
Әсәһенең был һүҙҙәренән һуң ишек башына ҡатылған тарбаҡ-тарбаҡ мышы мөгөҙөнөң бер тармағына ҡунған йән-Ниязға еңел булып китте. Юҡ, ул кәүҙәһен ҡалдырып бер ҡайҙа ла осоп китмәйәсәк!
Соҡор-саҡырлы урман юлынан ағас ташый торған ауыр йөк машинаһы елә. Көплө кузовҡа ҡалын итеп түшәлгән бесән өҫтөнә һалынған ике матрастың уртаһында Нияз ята. Машина һиңкеп киткәндә һелкенеүҙән ҡурсалап, уның бер яғында ағаһы, икенсе яғында фельдшер еңгәһе бара.
– Үҙем һөйләшермен коллегалар менән, ярҙырмабыҙ ҡәйнеште, – тип йыуатҡан була Зәбир ағаһын илап шешенеп бөткән еңгәһе.
Ботаҡтың ҡайыш бәйләгән осо һынып, бейек ярҙан тәкмәсләгәндә осоп сыға алды йән-Нияз. Быуылған муйын бушап киткәйне шул мәлдә генә, юғиһә алҡымға килеп тығылғайны йән. Нияздың башы әллә нисә тапҡыр таштан-ташҡа бәрелеп ҡаҡлыҡты, ноябрь айының ҡара һыуығы туңдырған эре-эре суҡраҡтарға һуғылды. Киң йыраҡаның икенсе ярына тәгәрәп барып терәлгәнсе йөҙө һыҙырылып бөттө, янбаш быуындары сыҡты. Бер нисә ҡабырғаһы һынып, берәһе йөрәктең шаршау итен йыртты. Уң яҡ ҡолағы артындағы һөйәк ярсығы мейеһенә сәнселде. Йән-Нияз тәкмәсләп барған кәүҙәһенең ул яғына ла осоп сыҡты, был яғына ла. Тотоп туҡтата алманы шул...
Ауыртыныуҙан беленер-беленмәҫ кенә сытырайып, ишетелер-ишетелмәҫ кенә ыңғырашып ҡуйған Нияздың хәлен йәненән һәм Нияздың баш осонда тубыҡланып ултырған Вәзимәнән башҡа ҡараңғы кузов эсендә күреүсе лә, ишетеүсе лә юҡ. Кейәүгә барам тигән егетенең машинаһын ул таптырып алды бая.
Операция өҫтәлендә ятҡан кәүҙәһенең эсенә инеп урынлашасағын сабыр ғына көтөп торҙо йән-Нияз. Керпек тә ҡаҡмай, тын да алмай торғайны, нисәлер секундҡа ғына үҙе лә юҡ булып алды. Шул күҙ йомоп асҡан арала ул "тегеләр" араһына барып та еткән йәне. Тәүҙә уны атаһы күреп ҡалды.
– Нимәңде ҡарап йөрөйһөң бында, эш ҡалдырып? Һаман ағайыңа һалынаһыңмы, ялҡау малай?
Атаһы баҫтырып уҡ ебәрҙе Ниязды. Улай уҫал түгел ине лә баһа?.. Яндырай еҙнәһе Ансар ҡалай яман тетеп әрләп ташланы, һүҙ һайлап та, хәтер һаҡлап та торманы:
– Бүтән ҡыҙ булмаҫ тиһеңме шул кәнтәйҙән башҡа? Мәмәй! Башың менән уйларға кәрәк! Бар, һыпырт бынан!
Уларға әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан өләсәһе ҡушылды:
– Әпсәңде нимә тип уйҙайһың? Ә? Шыр алйот иткәнһең дә баһа! Бер кейәңке әсән, ә? Башыңа тай типкән мәллә, әллә башың икеме, ә?
Күмәкләп әрләнеләр ҙә эткеләп-төрткәләп, бер ишекте асып сығарып ебәрҙеләр. Үҙҙәре эс яҡтан типке һалдылар. Оҙон-оҙон шаршауҙар араһында аҙашып йөрөп, саҡ тапты тәнен йән-Нияз. Бына хәҙер карауат янында баҫып тора. Танау тишектәре генә ҡалдырып биләнгән кәүҙә-һыңарының әҙ генә асылған ирендәренән шылып ҡына эскә үтте...
Ниндәйҙер экрандың буйынан буйына туп-тура тартылған яҡты еп сибек кенә сипелдәй-сипелдәй үрле-ҡырлы уйнаҡлай башланы.
– Ҡайтып инде егетебеҙ. Аллаға шөкөр. Ҡалғаны үҙенән тора.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: