Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Ғинуар 2023, 21:06

Рәми өсөн бурыслыбыҙ уға!

1944–1945-се тәүге уҡыу йылына төрлө кластарға 47 ҡыҙ һәм егет килһә, шуларҙың бишәүһе X класс уҡыусыһы була. Шул йылда мәктәптәргә дәүләт имтиханы индерелеп, ике генә бала аттестат алыуға өлгәшә.

Рәми өсөн бурыслыбыҙ уға!
Рәми өсөн бурыслыбыҙ уға!

“Беҙҙән алдағы сығарылыштан берәү ҙә ҡалмаған. Үҙебеҙҙең клас­тан да һирәктәр генә тере. Быйыл Ғайса, Рәшит менән Әғзәм була икән, тип килһәм, уларҙы ла тап итмәнем”, – тип Фәрит бабай Фәйзуллин 74 йыл әүәл үҙе уҡып сыҡҡан Рәми Ғарипов исемендәге данлыҡлы гимназия-интернатының 75 йәшен билдәләгән оло сарала, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөжләгән халыҡ араһында класташтарын юҡһынып, баҫып тора. Ярай ҙа, тамаша залына ингәс, бер танышын осрата – сәхнәнән уға ҡәҙерле кешеһе Рәми ҡарап йылмайып тора.

Данлы тарих ошолай
башлана

Йөҙ йыл самаһы элек балаларға әҙәби башҡорт телендә белем бирә башлау тарихының инеше бөгөнгө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының тарихы менән тығыҙ бәйле. Башҡортостан хөкүмәте 1922 йылда Өфөгә күскәс, Ленин исемендәге өлкә башҡорт мәктәбе асыла. Унда төрлө райондарҙан йыйылған балалар уҡый. Әммә ул биләгән бина ауыл хужалығы институтына бирелеү сәбәпле, бер арауыҡ ябылып тора һәм һуңынан Стәрлетамаҡҡа күсерелә. Ә баш ҡалала 17-се мәктәптә 5-се балалар йорто уҡыусылары килеп уҡып йөрөгән бер генә башҡорт класы ҡала. Республиканың ул саҡтағы мәғариф комиссары, тәүге әлифба варианттарының береһен төҙөүсе Ғөбәй Дәүләтшин башҡорт балалары өсөн мәктәп юллауҙы ойоштора. 1937 йылда 9-сы һанлы башҡорт мәктәбе асыла, унда күберәк балалар йорт­тарынан ҡыҙҙар-малайҙар белем ала. Һуғыш йылдарында был уҡыу йорто бик ауыр хәлдә ҡала. 1944 йылда ошо 9-сы мәктәп нигеҙендә БАССР-ҙың ул саҡтағы мәғариф халыҡ комиссары Сәхиб Зәйнәшев инициативаһы менән 200 кешегә иҫәп­ләнгән мәктәп-интернат үҙенең данлы тарихын башлай. Директор итеп Фәхри Солтанов тәғәйенләнә. Ике йылдан уны Кәли Тереғолов алмаштыра. Тәү сиратта унда етемдәр, фронтовик балалары алына.
1944–1945-се тәүге уҡыу йылына төрлө кластарға 47 ҡыҙ һәм егет килһә, шуларҙың бишәүһе X класс уҡыусыһы була. Шул йылда мәктәптәргә дәүләт имтиханы индерелеп, ике генә бала аттестат алыуға өлгәшә.
Быйыл баш ҡалабыҙҙа гөрләп уҙған мәктәп-интернаттың, йәғни, хәҙергесә әйткәндә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 75 йыллыҡ юбилей тан­та­наһында тәүге йылғы сығарылыштан берәү ҙә булманы. Ә 1945-се йылғы икенсе сығарылыштан бер генә кеше осрашыуға килә алды. Интернат тормошоноң тәүге осорон хәтерендә ҡәҙерләп һаҡла­ған 91 йәшлек Фәрит бабай Фәйзуллин үҙе бер тере тарих. Етмәһә, ул 1994 йылда гимназия-интернатҡа исеме би­рел­гән халыҡ шағирыбыҙ Рәми Ғариповты ошо уҡыу йортона әйҙәп алып килгән кеше лә булып сыҡты.

Был мәктәптә
фәрештәләр уҡыта

Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылдан бер генә саҡрым ситтә ултырған Салауат районының Бишәүҙәр ауылы егете ул. 1945 йылда туғыҙынсыны тамамлай, тамамлай тигәс тә, һуғыш осоронда күп дәрестәр ярты-йорто ғына уҡытыла йә бөтөнләй булмай. Шуға ла хәлдең мөшкөллөгөн аңлаған ауыл мәктәбе директоры һуңғы класҡа күсәсәк уҡыусыларҙы йыя ла, мөмкинлек табып, төрлө уҡыу йорттарына барырға өндәй. Кемдер педагогик техникумға йә училищеға китә, ә Фәрит туғыҙынсыны тамам­лаған тигән справка алып, класташтары менән Өфөгә юл тота.
– Ауылдан 8–9 уҡыусы Өфөгә уҡырға инеү уйы менән юлға сыҡтыҡ. Өфөлә беҙҙең ауылдан партияның Башҡортостан өлкә комитетында ҙур вазифа биләгән Ибраһим ағай Гулинға фатирға төшөп, уларҙа ун көн йәшәнек. Тиҙҙән яңы уҡыу йылы, 1 сентябрь етәсәк, ә беҙҙе бер ҡайҙа ла уҡырға алмайҙар. Аптырағас, ҡайтып китергә булдыҡ. Шул саҡ Ибраһим ағай яныбыҙға килде лә: “Иртәгә Зенцов урамында урынлашҡан мәктәпкә уҡырға бараһығыҙ, ҡайтмағыҙ, мин директор Фәхри Солтанов менән һөйләштем”, – тине. Беҙҙең баштар күккә тейгән кеүек булды. Шулай итеп, 9-сы мәктәптең уҡыусылары булып киттек, – тип оло юл башында хәстәрлекле ауылдаштарының да ярҙамы ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала Фәрит бабай.
Мәктәп-интернаттың класына тәүләп инеп ултырғаны ла әлегеләй хәтерендә уның. Бер парта артында буш урын күреп, шунда йүнәлә. Парталаш күршеһе Ҡырмыҫҡалы егете Ғайса Хөсәйенов булып сыға. Әйе, күп йылдарҙан һуң билдәле башҡорт ғалимы һәм академик булып таныласаҡ Хөсәйеновтың тап үҙе. Ул танышыу ғүмерлек дуҫлыҡҡа нигеҙ һала.
Интернат йылдарына килгәндә, унда уҡыған мәлдәрен Фәрит бабай яҙмышының иң ҡәҙерле һәм күңелле осоро, тип һанай. Мәктәп үҙе Зенцов урамындағы 49-сы һанлы ике ҡатлы ҡыҙыл йортта була. Ә йәшәүҙәре, гимназия тарихы тура­һын­дағы мәҡәләләрҙә Лесопильная 34 тип яҙылһа ла, Фәрит бабай Киров урамындағы 37-се биналағы ятаҡта торҙоҡ, тип хәтерләй. Бәлки, ул осорҙа төрлө күсенеүҙәр ҙә булғандыр, уныһын асыҡлай алманым. Интернатҡа урынлашыуы һуғыш бөткән йылға, бик ауыр мәлгә тура килһә лә, шул тормошто матур, йылы хистәр менән иҫләй ул. Уның һөйләгәндәрен тыңлап, ул осор уҡытыусыларға халыҡтың ни тиклем хөрмәт менән ҡарауына хайран ҡалаһың.
– Ауылда арлы-бирлерәк уҡып килгәс, яңынан туғыҙынсыға ултырҙым. Беренсе дәрес рус теле булды. Әминә апай Әхмәрова уҡытты – зәп-зәңгәр генә күҙле, матур аҡ йөҙлө ҡала ҡыҙы. Шундай бөхтә кейенгән, ауыл уҡытыусылары ябай ғына бит инде, ә был, эй-й, фәрештә һымаҡ инде, беҙҙең бөтә иғтибарҙы солғап алды. Математика өйрәтергә Нәфисә апай Мөхтәрова тигән үтә лә сибәр апай инде. Өфөнөкө тинеләр уны, ул да фәрештә һымаҡ һылыу, ҡарап туймай торғайныҡ. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Нәфисә Ярулла ҡыҙы Илһамованы Дүртөйлө яғынан тинеләр, Назар Нәжмиҙең ауылдашы, ул да фәрештә кеүек ине. Ауылдашы булғас, Назар Нәжмиҙе осрашыуға ла, практика үткәрергә лә йыш саҡыра торғайны. Бүтән яҙыусыларҙан Сәйфи Ҡудашты күрҙек, Мөхөтдин Тажи, Шәймәрҙәнов тигән Советтар Союзы геройын, Учалынан Сөнәғәтуллинды саҡырҙылар. Артис­тар ҙа килде, театрға йөрөнөк. Мин күргән беренсе сәхнә әҫәре – Үзәйер Һәжибәковтың “Аршын Мал алан” комедияһы булды. Унда Хәбир Ғәли­мов төп ролдә ине, Асҡарҙы уйнаны, йырлағанын тыңлап, һуш китте. Уның сығышы менән Салауат районыныҡы икәнен белә инем, шунда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисын беренсе тапҡыр күрҙем. Йәл, уның хаҡта хәҙер бик яҙмайҙар. Концерт-театрҙарға йөрөй башлағас, Ғәлиәскәрованы ла осраттым, Баныу Вәлиеваны беренсегә күреүем дә хәтерҙә: һап-һары ғына сәсле, ап-аҡ ҡына йөҙлө инде матур артист була торғайны. Ятаҡҡа һигеҙенсе класҡамы, туғыҙғамы баҫылҡы Баймаҡ егете Рамазан Йәнбәков килде, урыны ожмахта булһын инде. Уҡып йөрөгәндә уның йырсы икәнен дә, кем булып китерен дә белмәйбеҙ. Аҙаҡтан радионан тыңлай башланыҡ. Һуңынан, мин Баймаҡта эшләгәндә ауылға концерт менән килделәр, артистарҙы өйөмә алып ҡайттым, Урмантауҙа йәшәгәнемдә лә гел миңә төштөләр. Ләлә Муллабаева, Ғүмәр Әбделмәнов, Илшат Вәлиевтар менән дә аралаштыҡ. Илшат – Башҡор­тостандың халыҡ артисы, һәйбәт кеше, ҙур талант ине, әле лә кемдәр иҫән, осрашып күре­шеп торабыҙ. Күбеһе теге донъяға китеп бөттө инде, – тип оҙон ғүмеренең интернатҡа бәйле төрлө арауыҡтарын бер юлы барлай Фәрит бабай.

Паровоз юрамал һыҙғыра...


Ауылдан икенсе мөхиткә килеп эләгеүҙе үҫмер егет ҙур яңылыҡ итеп ҡабул итә, үҙе өсөн бөтөнләй икенсе донъя аса. Уҡытыусылар улар өсөн ысын өлгө, илһам һәм көс биргән сығанаҡ була. Әммә тыуған төйәктән тәүгә айырылған һәр баланың да хистәре бер – һағыныу. Ул һағышлы көндәрен Фәрит бабай әле лә тыныс ҡына һөйләй алмай, йөҙө шул саҡтағы бала ҡиәфәтен ала, хатта ауылына ашҡынған үҫмерҙәй тороп баҫа:
– У-у-уй, тәүге айҙарҙа бигерәк тә ауыр булды. Кропачево яғына поезд үтеп китһә, йөрәктәр һыҙылып ҡала ине. Күмер яғып йөрөгән паровоз “пу-у-у-пу-у-у” тип ҡысҡыртҡан һайын илағы килә торғайны. Поезд Кропачево, Силәбе яғына юлланғанда, әллә беҙҙе шулай юрамал ҡотор­тамы, һағыныуҙы көсәйтәм, тип тырышамы, тип тыңлап торабыҙ. Шундай ҡыҙғаныс була инде тауыш­тары, “пу-у-у-у” тип сыйылдап үтеп китә лә шул тиклем һағышты уята. Хәҙер улай түгел, күмер яғып йөрөй торған паровоз түгел дә инде, техникалар һәйбәт, ә теге төтөн сығарып китә ине. Тимер юл вокзалы беҙ йәшәгән Киров урамынан йыраҡ булмағас, күренеп кенә тора ине, шуға үткәне һайын эсте өҙҙөргән инде.
Күңелле йәшәнек интернатта, мәктәп директоры ла, урынбаҫары ла йыш килә торғайны. Әхмәрова Әминә апай уҡытыу буйынса мөдир урынбаҫары булды, аҙаҡтан уны Тел, тарих һәм әҙәбиәт институтына ғилми эшмәкәр итеп алғас, урынына рус теле уҡытыусыһы Хәйруллина Мөсә­лиә Ғәли ҡыҙы килде. Төплө белем биргән, тәрән хисле уҡытыусылар ине. Үҙҙәренә йәлеп итә, ихтыярыбыҙҙы буйһондора белделәр, шул тиклем матур итеп һөйләйҙәр, уҡыталар, алға әйҙәйҙәр ине.
Ҡала мәктәбе һаналһа ла, интернаттағы ул саҡтағы шарттарҙы күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Балалар Ағиҙел буйына барып, баржаны ҡаршы алып, утынды ярға сығарып өйәләр, унан алып ҡайтып, үҙҙәре ярып киптерәләр. Утты тоҡандырып ебәрерлек сыраны, туҙҙы ла үҙҙәре урмандан йыйып, хәстәрләп алып ҡайталар. Икмәкте лә магазиндан барып алалар. Ә һыуҙы ат егелгән арба менән мискәләп ташыйҙар. Ҡаҙанлыҡта ут яғыу, ашарға бешереү, иҙән йыуыу, дежур булыуҙар, ул саҡта интернатта күп эштең балалар тарафынан башҡарылыуы тәбиғи ҡабул ителә, хеҙмәткә өйрәнәләр, бер-береһенә ярҙам итеп үҫәләр. Фәрит бабай бигерәк тә утынға йөрөгәндәрен хәтерләп алырға ярата.
Туғыҙынсыны тамамлағас, Фәрит интернатта бушлай бирелгән матур мәктәп кейемен кейеп, каникулға ҡайтып төшә. Бушлай ашаталар-йәшәтәләр, кейем-һалым да бирәләр, тип һөйләүе һуғыштан һуң ныҡ миктәгән ауыл балаларының – иптәштәренең күҙен ҡыҙҙыра. Фәрит Өфөгә киткәндә алтынсы класҡа күсеп ҡалған Рәми ҙә күҙәтеп йөрөй, уның һөйләгәндәрен ҡыҙығып тыңлай. “Э-эй, Фәрит ағай, шул мәктәпкә мин эләгә алмаммы икән, нисек эләгергә?” – тип һорай. Ағаһы иһә уға: “Рәми, һинең атайың хәрби командир булып фронтта геройҙарса үлде, ни эшләп алмай ти? Һине беренсе сиратта алырҙар, бараһың да директорға ғаризаңды ҡалдыраһың”, – тип яуап бирә. Шулай итеп, яҡташтары артынан икенсе йылына Рәми Ғарипов менән Рәүил Ғәйнетдинов та уҡырға килә. Рәүил Арҡауылдан ике саҡрым алыҫлыҡтағы Мәхмүт ауылынан була. Ул аҙаҡ 9-сы мәктәп-интернатта, хәҙерге гимназияла директор урынбаҫары ла булып эшләй. Байтаҡ йылдар Өфөләге “Пионерҙар йорто” һарайының директоры, министрлыҡта ла өлкән инспектор була, ул да Рәми һымаҡ, донъянан иртә китә.

Тере булһа, йүгереп төшөр ине

Быйылғы интернат-мәктәптең юбилейында клас­­таштары араһынан бер үҙе генә булыуы эсен бошора Фәрит ағайҙың.
– Ғайсаны (Хөсәйенов) көткәйнем, ауырып тора икән, килә алманы. Учалынан элек Әғзәм мотлаҡ килер ине осрашыуҙарға, быйыл ҡатыны вафат булып, бер үҙе ҡалғас, туғандары Арҡа­уылға алып ҡайтты, ул да килә алмаған. Ауылдаш, класташ Рәшит Фәйзуллин да был юлы осра­шыуҙа була алманы. Мәктәбебеҙҙең юбилейы ныҡ матур үтте. Һа-ай, ныҡ әҙерләнгәндәр, бейеп-осоп ҡына йөрөнөләр. Ә сәхнә түрендә экранда Рәмиҙең фотоһы торҙо. Үәт, теле генә юҡ, ауылдаштар менән һөйләшәм, тип йүгереп төшөр ине. Шул тиклем ҡыҙғаныс, 45 йәшендә генә, ныҡ иртә китте. Бик күп ауырлыҡтар күрҙе инде. Уның ниҙәр күреп, нимәләр аша үткәнен яҡшы беләм, һуңғы көндәренәсә аралашып торҙоҡ, әйтмәйем генә. Төҫкә лә матур, һәйбәт кеше булды Рәми.
Мин интернатты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға индем. Юғары белем алғас, Балаҡатай районы Яңыбай мәктәбендә директор булдым. Ҡатыным Миләүшә апайыңды осраттым, ул Нуриман районы Иҫке Күл ауылы ҡыҙы, ғүмер буйы башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытты. 4 йыл эшләгәндән һуң, 1956 йылда, комсомолдың йәштәрҙе сиҙәм күтәреүгә саҡырған ҙур әйҙәүе сыҡты. Беҙҙе Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура яҡтарына саҡыралар ине. “Күк Ирәндек буйында, алтын ҡаҙыу эшендә”, – тип бәләкәйҙән йырлап үҫкәс, шул яҡ тарта ине, сиҙәмсе булып Баймаҡҡа уҡытырға сыҡтым да киттем. Иң алда Һаҡмар буйындағы бик матур Беренсе Этҡолда уҡыттым, аҙаҡ Целинныйға мәктәпкә директор урынбаҫары итеп күсерҙеләр, Баймаҡ орлоҡсолоҡ-игенселек совхозы инде, хәҙерге Аҡморон, шунда ете йыл эшләнем. Шунан тыуған яҡ һағындыра башланы, атай-инәйҙәр ҡартая бит, тип тә уйланылды, ҡайтырға ниәт иттек. Үҙебеҙең Урмантау ҡасабаһында директор урынбаҫары, уҡытыусы булып 31 йыл эшләнем, хаҡлы ялға тиклем балаларға немец теле өйрәттем.
Өй һалыу тарихым да ҡыҙыҡ булды. Гәзит-журналды күп алдырған саҡ. “Правда”ны уҡып ултырһам, бер мәҡәләлә СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе Николай Рыжков: “Ағас бик осһоҙ, тәләф итәләр, тип күп ялыуҙар килә, халыҡ уның хаҡын арттырыуҙы һорай”, – тигән. Уйламай ҙа йөрө­гән ерҙән тиҙ генә урман хужалығы директорына барып, осһоҙ саҡта тип, илле тин менән генә 50 кубометр ҡарағай алып, район үҙәгендә өй һалып ҡуйҙым. Һаман шунда йәшәп ятабыҙ. Ҡырҙа ун биш йыл эшләп ташланған, ҡайт­ҡанымда 38 йәш ине инде. Биш бала үҫтерҙек, барыһына ла юғары белем бирҙек.
Урмантауҙа эшләгән саҡта бер ваҡыт мәктәпкә Рәми Ғарипов менән Тимер Йосопов килеп төштө, мин уларҙан 4 йәшкә оломон, ағай тиҙәр ине. “Эш менән йөрөп ятабыҙ, “Пионер” журналына яҙҙырабыҙ, ти, икенсенән, “Башҡортостан ҡыҙы” тураһында ла һөйләп йөрөйбөҙ”, – тинеләр. Гәзит-журнал яҙҙырыу буйынса районда алдынғы инек. “Пионер” журналы ла килеп тора, “Башҡортостан ҡыҙы”н да яҙҙырабыҙ, ул беҙҙә проблема түгел, әйҙә, төпкөл ауылға килеп етеүен еткәс, зал тултырып уҡыусылар, уҡытыусылар, бөтә техник эшселәрҙе ҡалдырмай йыям да, бер шәп осрашыу үткәрәйек”, – тинем. Ризалаш­ты­лар, алма төшөрлөк тә урын булманы. Бер һан­дуғас менән ҡарлуғас торамы ни, матур тауыштарын сығарып һөйләнеләр, алмашлап уҡыйҙар, балалар шул тиклем әҫәрләнеп тың­ла­ны, ҡул сапты, ебәрмәгәстәре, тағын-тағын уҡыны­лар, шулай йәнле осрашыу булды. Мин уны район гәзитенә яҙып сыҡтым. Китабын ҡалдырып кит­те. Миләүшә апайың уҡый ҙа, шиғырҙары матур инде Рәмиҙең, тип һоҡлана. Әле ул саҡта улай уҡ танылмаған да ине, бына шулай ихлас булды данлыҡлы шағирыбыҙ.

Иң алда Авзал Таһировтың
күҙен соҡоттолар

Ул ваҡытта һуғыштан һуң иҫәндәр араһында танылған шағирҙар ҙа бик булмай, халыҡ шуға уларҙы берәмләп белә. Фәрит ағай ҙа заман­даш­та­рының яҙыусыларға ихтирамлы бу­лы­­уын һөй­ләй:
– Һуғышта ла күп ҡырылғандар. Шу­нан тағы күбеһен 1937 йылда ҡулға алып бөтәләр бит. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәре ҡәләмдәштәрен сүпләп, һуғыштан алда үҙҙәренә әҙерәк кенә юл да асҡан. Әммә репрессия бөтә башлағас, кеше барыбер кемдең ул ваҡытта нисек йөрөгәнен белгән бит инде. Бер яҡтан ундайҙарҙы хыянатсы ла тип әйтеп булмағандыр, ул осорҙа бит синфи таҙартыу, тип тотонғандар. Сталин да социализм үҫә барған һайын уның синфи дошмандары ла күбәйә, тип әйтә ләһә. Шуға башҡорт милли интеллигенцияһы араһынан дошман­дарҙы эҙләгәндәр. 1937 йылда күбе­һен ебәреп бөттөләр. Э-э-й ҡыҙғаныс, беҙ өсөнсө класта ғына уҡый инек әле, уҡытыусы инә лә: “Дауыт Юлтыйҙың, Авзал Таһи­ров­тың күҙен соҡо­ғоҙ”, – ти. Ҡараусылар булһа, миңә эләкмәһен, ти инде. Халыҡ дош­мандарының күҙен ҡара менән соҡоп бөтөрҙөк, иң алда Авзал Таһировты соҡоттолар, тағын күптәрҙе. Һәҙиә Дәүләт­шинаны ла ҡалдырманылар, ҡулға алдылар бахырҙы. Ул Молотовтың ҡатыны Полина Семен ҡыҙы менән бергә Пермь яғында ҡул бысҡыһы ме­нән ағас бысҡан. Вячеслав Моло­тов та халыҡ дошманы тип иғлан ителгән ине. СССР-ҙың сит ил эштәре министры, Моло­товтың ҡы­ҙы­ның туғыҙынсы класта комсомол йыйылышында: “Әсәйем халыҡ дошманы, мин унан баш тартам, әсәй тип танымайым”, – тигәнен өлгө итеп ҡуйҙылар. Бына ниндәй сәйәсәттәр булған. Күпме кешене һәләк иттеләр, беҙҙең Башҡортостандан ғына илле меңгә яҡын кеше әрәм китте.
Бер ваҡыт Рәми Ленин урамындағы элекке Крупская исемендәге китапханала 1937 йылда сыҡҡан “Ҡыҙыл Башҡортостан”ды уҡып ултыр­ғанда бер яҙыусының мәҡәләһенә тап була. Ул яҙыусылар, интеллигенттар араһында шул ҡәҙәре халыҡ дошманын фаш иттем, шул самаһын оҙат­тыҡ, шул самаһын төрмәлә тип, һанап китә. Шунан, тетрәнеп, етмешенсе йылдарҙа теге атаҡлы “Табыныу”поэмаһын яҙа. Шул хәҙәре тетрәнә, ошо ғәләмәттәргә ҡағылышлы ҡайһы бер кешеләрҙең дәүләт­тең юғары наградаларына дәғүә итеүҙәрен ишетеп, иптәштәре менән ҡаршы сыға. Шунан китә инде Рәмигә ҡыҫым, провокациялар. Шағир шуға түҙмәй ҡайтып, Арҡауылда өс йыл комсорг булып эшләне, унда ла әҙерәк конфликтҡа эләгеп алды инде, ул бик тура һүҙле ине. Райкомыңды ла, колхоз рәйесен дә, башҡаһын да тәнҡитләп, бешеп ала ине, шул арала ҙур шиғырҙар яҙҙы, “Һабантурғай” тигән китап баҫтырып сығарҙы. Шунан тағы ғаиләһе менән Өфөгә килде. БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе Зәкәриә Аҡназаров һәйбәт фатир биргәс, бик ҡәнәғәт булғайны, сөнки уғаса әйткеһеҙ интегеп йәшәнеләр, шуға көндәлегендә ағайға рәхмәттәр уҡып яҙған. Тормошо һәйбәтләнә башлағайны ла, барыбер, милләткә ҡаршы эшләгән системаға баш эйә алманы, янды. Юлын ҡыйыу­сыларға килгәндә, улар ҙа оло булһа ла, заманында хата­ланған инде. Аҙаҡ, бәлки, үкенгәндәрҙер ҙә, ни тиһәң уларҙың байтаҡ матур эштәре лә ҡалған бит, уныһын да танымай булмай. Атайҙар һәм улдар проблемаһы һымаҡ булды тиһәк тә була, – тип туҡһанын уҙған Фәрит бабай донъяның беҙ күҙ алдына килтергәнсә бер яҡлы ла булмауын, һәр кемдең дә үҙ хәҡиҡәте булыуын да иҫкәртә.
Рәми Ғарипов менән сикһеҙ ғорурлана ул, шулай уҡ данлы Арҡауылға туранан-тура ҡағы­лыштары булған дан егеттәрҙе: Советтар Союзы геройы Абдрахман Ғәйфуллин, атаҡлы тренер Харис Йосоповтарҙы ла телгә алмай булдыра алманы.

Фәрит Фәйзуллин – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған меңәр­ләгән алтын бағаналарҙың береһе. Туҡһанды уҙһа ла, зиһене асыҡ, хәтере яҡшы. Беренсе мәктәптең беренсе ҡар­луғастарынан булған уҙаман күпселек интер­натташтары һымаҡ уҡ мәғәнәле тормош юлы үткән. Кем белә, ул ҡасандыр ауылдашын интернатҡа урынлашырға өндәмәһә, Ға­ри­пов ошо уҡыу йортонда тәр­биә­ләнмәһә, башҡорттоң Рәми тигән шағиры ла булмаҫ ине. Шағир өсөн Фәрит бабайға ла, интернатҡа ла бурыслыбыҙ!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас: