Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Ғинуар 2023, 14:33

АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (1)

ыуа йылғаның һай ғына ситендә – ҡырсынлыҡта ине. Уны олатаһы таштан быуғайны. Әгәр ҙә ошо быуа бу­л­маһа, кем белһен, бәлки, малай күптән яҡты донъя ме­нән хушлашыр ине.

АҠ ПАРОХОД  Повесть  Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ  (1)
АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (1)

Сыңғыҙ Айытматов — донъяға билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы. Әҫәрҙәре ҡырғыҙ һәм урыҫ телендә яҙылған.

АҠ ПАРОХОД (повесть) 1

Уның ике әкиәте бар ине. Береһе – үҙенеке, был хаҡта бер кем дә белмәй ине әле. Икенсеһе – олатаһы һөйләгән әкиәт. Шунан һуң, береһе лә ҡалманы, һүҙ ошо хаҡта барасаҡ.
Быйыл уға ете йәш тулып, һигеҙенсегә киткәйне.
Тәүҙә портфель һатып алынды. Шыртлап бикләнә торған ялтыр тимер йоҙаҡ­лы, ҡара дерматиндан эш­ләнгән портфель ине был. Ваҡ-төйәк һалыр өсөн тыш ке­ҫәһе лә бар. Ҡыҫҡаһы, ғәҙәттә булмаған, иң ҡәҙимге мәктәп портфеле. Бөтә­һе лә ошонан баш­лан­ды ла инде.

 

Олатаһы уны автолавканан һатып алып биргәйне. Тау­ҙағы малсылар араһына тауар килтереп йөрөгән был автолавка ҡайһы саҡта уларға – Сан-Таш уй­һыу­лығындағы кордонға ла килеп туҡтай торған бул­ды.
Ошонан, кордондан, тарлауыҡтар һәм битләүҙәр буй­лап, заповедник (тейелмәй торған) тау урманы үр­гә күтәрелгәйне. Кордонда бөтәһе өс кенә ғаилә йә­шәй. Шулай ҙа автолавка ваҡыт-ваҡыт бындағы урман­сыларға һуғылып китер булды.
Өс йортҡа берҙән-бер малай бар ине. Авто­лав­ка­ны беренсе булып һәр ваҡытта ул күрер ине.
– Килә! – тип ҡысҡырыр ине ул, машинаның ишек-тәҙрәһенә табан йүгереп. – Машина-магазин килә!
Ысыҡкүл ярҙарынан, тарлауыҡтар араһынан йылға ярҙары буйлап гел таштар һәм һикәлтәләр аша бын­да арба юлы үтә. Бындай юлдан үтеүе бик үк анһат тү­гел ине. Ҡарауыл тауына еткәс, юл тарлауыҡ тө­бөнән үргә күтәрелә лә унан текә, яланғас битләү буй­лап урмансыларҙың йорттарына тиклем оҙаҡ ҡына төшә. Ҡарауыл тауы яҡыңда ғына — йәй малай көн һайын тип әйтерлек бинокль менән күлгә ҡарар өсөн шунда йүгерә торған булды. Унан юлдағы бөтә нә­мә: йәйәүле лә, атлы ла, әлбиттә, машина ла ус тө­бөндәге кеүек күренә.
Был юлы – бик эҫе көндә булды әлеге хәл — малай үҙ быуаһында һыу инеп йөрөй ине, шул ваҡыт ул бит­ләүҙә машинанан туҙан күтәрелеүен күреп ҡалды. Быуа йылғаның һай ғына ситендә – ҡырсынлыҡта ине. Уны олатаһы таштан быуғайны. Әгәр ҙә ошо быуа бу­л­маһа, кем белһен, бәлки, малай күптән яҡты донъя ме­нән хушлашыр ине. Өләсәһенең әйтеүенсә, йылға инде күптән үк уның һөйәктәрен йыуып, туп-тура Ысыҡ­күлгә илтеп төшөрөр ҙә унда уларҙы балыҡтар һәм һәр төрлө һыу мәхлүктәре кимереп бөткән булыр ине. Уны бер кем дә эҙләп тормаҫ һәм уның өсөн ҡай­ғырмаҫ та ине... Хәйер, хәҙергә бындай хәлгә та­ры­ғаны юк. Ә тарый ҡалһа, кем белһен, өләсәһе, бәл­ки, ысын­лап та уны ҡотҡарырға ташланмаҫ ине. Ул уға туған әсә булһа бер хәл, юғиһә бит өләсәһе, һин миңә сит бала, ти. Ә «бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай» тигәндәй, сит бала һәр ваҡытта ҡа­ла инде. Ул үҙе быны теләмәһә лә, ни эшләр­һең? Һәм ниңә фәҡәт ул ят бауыр булып иҫәпләнергә те­йеш? Бәлки, ул түгел, өләсәһе үҙе ситтер?
Ләкин был хаҡта – һуңынан, олатаһының быуаһы ту­раһында ла һуңынан һөйләнер...
Бына шул ваҡыт автолавканы күреп ҡалды ул, ма­ши­на тауҙан төшөп килә ине, ә уның артынса юлдан ту­ҙан болото күтәрелде. Малай шундай ҡы­уанды, әйтер­һең дә, уға портфель һатып алып бирәсәктәрен ул алдан уҡ белә ине. Ул шунда уҡ һыуҙан һике­рән­ләп сығып, салбарын йәһәт кенә кейҙе лә, һыу һалҡын бул­ғанлыҡтан, күгәренгән хәлдә, автолавканың киле­үен беренсе булып һөйөнсөләр өсөн, һуҡмаҡ буйлап өйгә табан йүгерҙе.
Малай, ҡыуаҡтар аша һикерә-һикерә, ашатлап үтә алмаған эре суйыр таштарҙы урап үтеп, йән-фар­ман йүгерҙе, бер ҡайҙа ла: оҙон үләндәр эргәһендә лә, таштар янында ла бер секунд та туҡтап торманы. Был таштарҙың ябай ғына таштар түгел икәнлеген белһә лә, шулай эшләне ул. «Машина-магазин килде. Мин аҙаҡ килермен әле», – тине ул йүгереп барыш­лай, «ятҡан дөйәгә» ҡарап – яртылаш ергә һеңгән ерән бөкрө ташты шулай тип атағайны ул. Ғәҙәттә, ма­лай үҙ «дөйәһен» үркәсенән һыйпамайынса сит­лә­теп үтмәй торғайны. Олатаһы үҙенең ләғир генә ала­ша­һын һылап-һыйпаған һымаҡ, хужаларса һыйпар ине ул уны. Йәнәһе, һин көтөп тор, мин олатайым яны­на киттем. Уның бер яғы аҡ, бер яғы ҡара төҫлө, ат өҫтөндәге кеүек, атланып ултырырлыҡ «эйәр» ти­гән ҡола ташы бар. Йәнә «бүре» тигән ташы ла бар ине – бүрегә бик оҡшаш, бурыл төҫлө ине ул. Малай уға тоҫҡай-тоҫҡай шыуышып яҡынлар булды. Ләкин уның иң яратҡан ташы йыуылған яр башындағы «танк» тип йөрөтөлгән емерелмәҫ таш ине. «Тан­кы­ның» ярҙан ташланып, йылға һыуын урғылдырып, аҡ кү­бектәр сәсрәтеп киткәнен көт тә тор! Танкылар бит ки­нола шулай йөрөйҙәр: ярҙан һыуға ташлана ла ки­теп тә бара... Малай, кинофильмдарҙы һирәк ҡарай тор­ғайны, шунлыҡтан күргәндәрен хәтерендә ныҡ ҡал­дырҙы. Олатаһы ейәнен тау аръяғындағы күрше плем­ферм совхозына киноға алып барғылай тор­ғай­ны. Шуға күрә лә яр башында һәр ваҡыт йылғаға һи­ке­рергә әҙер торған «танк» барлыҡҡа килде. Тағы ла «ҡы­рыҫ» йәки «изгелекле», хатта «хәйләкәр» һәм «тин­тәк» тип йөрөтөлгән таштары ла бар.
Шулай уҡ үҫемлектәр араһында ла: «Һөйәкле», «ҡы­йыу», «ҡурҡаҡ», «уҫал» һәм һәр төрлө башҡа исем­дәр бар. Сәнскеле билсән, мәҫәлән, – иң яман дош­ман. Малай уның менән көн дә унар тапкыр ҡы­йы­шыр булды. Әммә был алыштың аҙағы күренмәне – бил­сән һаман үҫте лә үрсей бирҙе. Ә бына сыр­мал­сыҡ­тар, ҡый үләндәрҙән иҫәпләнһә лә – иң аҡыл­лы һәм алсаҡ сәскәләр. Иртәнсәк ҡояшты улар бөтә­һенән дә яҡшыраҡ ҡаршылай. Бүтән үләндәр бер ни ҙә аңламайҙар – иртәнсәкме, кисме, улар өсөн ба­ры­бер. Ә сырмалсыҡтар, ҡояш күктән йылытыу менән үк, күҙҙәрен асып, көлөп ебәрә. Тәүҙә бер күҙен, шу­нан икенсеһен аса, шунан уның бер-бер артлы бөтә бә­бәктәре асыла башлай... Ә улар янында тын ғына ул­тыраһың икән, уянғас, нимә тураһындалыр шы­быр­лашҡан кеүек тойола. Ҡырмыҫҡалар ҙа быны белә. Ир­тәнсәк улар сырмалсыҡ буйлап йүге­рә­ләр ҙә, ҡояш­ҡа күҙҙәре сағылып, сәскәләрҙең үҙ-ара нимә ха­ҡында һөйләшкәндәрен тыңлайҙар. Бәл­ки, улар төш һөйләйҙәрҙер?
Көндөҙ, ғәҙәттә төш ваҡытында, малай һабаҡлы ши­ралджиндар бейектәр, уларҙың сәскәһе юҡ, ә хуш еҫле, улар өйкөм-өйкөм булып үҫәләр, башҡа үлән­дәрҙе үҙҙәренә яҡын килтермәйенсә, бер тупҡа йы­йылыусандар. Ширалджиндар — тоғро дуҫтар. Биге­рәк тә, берәй нәмәгә хәтерең ҡалып, илайһың икән, бер кем дә күрмәһен өсөн, уларҙың араһына йәше­ре­нергә мөмкин. Юл буйындағы ҡарағай урманының еҫе килә уларҙан. Ширалджиндар араһында эҫе һәм тып-тын. Иң мөһиме – улар күк йөҙөн ҡапламайҙар. Сал­ҡатан ятып, туйғансы күкте күҙәтә бир. Тәүҙә күҙ йәше аралаш бер ни ҙә күреп булмай. Ә шунан һуң бо­лот­тар йөҙөп киләләр ҙә ни уйлаһаң, күктә шуның бөтәһен дә һүрәтләй башлайҙар, һиңә бик үк күңелле бул­мауын, бер кем дә һине таба алмаһын өсөн, шунан бөтәһе лә: «юғалды бит был малай, инде уны ҡайҙан ғына табырбыҙ икән?» тип һәммәһе лә ах та ух килһендәр өсөн, һинең ҡайҙа булһа ла китергә те­ләүеңде болоттар белә... Бындай хәл килеп тыумаһын һәм болоттарға ҡарап тын ғына ятһын өсөн, улар һин ни теләһәң, гел шуға әүереләсәктәр. Бер үк бо­лот­тарҙан бик күп төрлө күренештәр барлыҡҡа киләсәк. Тик болоттар һүрәтләгәнде таный белергә генә кәрәк.
Ә ширалджиндар араһында тып-тын, улар күк йө­ҙөн ҡапламайҙар. Бына шундай ул әсе ҡарағай еҫе аңҡытып торған ширалджиндар...
Үләндәр тураһында тағы ла күп төрлө нәмәләр бе­лә ине ул. Һыу баҫа торған туғайҙа үҫкән көмөш ҡыл­ғандарға ул мәрхәмәтле ҡарай торған булды. Тин­тәктәр – ул ҡылғандар! Еңел аҡыллылар. Уларҙың йом­шаҡ таҫма тәлгәштәре елһеҙ йәшәй алмай. Ел ҡай­ҙа ҡарай иҫһә, шул яҡҡа эйелергә көтөп кенә то­ра­лар, һәм бөтә ҡылғанлыҡ, команда бирелгәндәй, һәм­мәһе бер юлы эйелеүсән. Ә инде ямғыр яуа йәки күк күкрәп, йәшен йәшнәй башлаһа, ҡылғандар ҡай­ҙа һыйынырға белмәй. Ары ҡағылып, бире һуғылып, йы­ғылалар, ергә һырышалар. Аяҡтары булһа, мо­ғайын, баштары һуҡҡан яҡҡа ҡасып китерҙәр ине... Лә­кин ҡылғандар шулай ҡыланалар ғына. Йәшен йәш­нәүҙән туҡтанымы, еңел аҡыллы ҡылғандар йәнә ел иркендә – ел ҡайҙа ҡарай иҫһә, улар ҙа шунда...
Дуҫтарһыҙ яңғыҙ малай үҙен уратып алған ошон­дай хәйләһеҙ әйберҙәр араһында йәшәр булды, ба­ры тик баяғы автолавка ғына, бөтәһе хаҡында ла онот­тороп, уны үҙенә табан йән-фарман йүгерттерә ал­ғандыр. Әйтеп тораһы ла юҡ, автолавка ул һиңә таш та, ниндәйҙер үләндәр ҙә түгел. Ниҙәр генә юҡ ул автолавкала.
Малай өйгә еткән сакта, автолавка өйҙәрҙең арт яғынан ҡураға яҡынлап килә ине инде. Кордондағы өй­ҙәр тәҙрәләре менән йылға яғына ҡарап ултыр­ғай­ны, кәртә-ҡуралары туп-тура һөҙә йылға ярына килеп тоташҡайны, ә йылғаның теге яғында, нәҡ йыуылған ярҙан алып кәлтәле тау буйлап урман башланып китә, шунлыҡтан кордонға килеп инер өсөн бер генә юл – өйҙәр артынан килгән юл ғына бар ине. Малай ва­ҡытында йүгереп килеп етмәһә, инде автолавканың бында ук икәнен бер кем дә белмәҫ ине.
Был сәғәттә ирҙәрҙән бер кем дә юҡ ине, иртәнсәк үк барыһы ла таралышып бөткәйне. Ҡатындар йорт эш­тәре менән мәшғүл ине, ләкин шул ваҡыт малай асыҡ ишектәр төбөнә йүгереп килеп, әсе ҡысҡырып ебәрҙе:
– Килде! Машина-магазин килде!
Ҡатын-ҡыҙҙар зыҡ ҡупты. Йәшерелгән аҡсаларын эҙ­ләр­гә ташландылар. Шунан кем уҙарҙан йүге­ре­шеп килеп сыҡтылар. Хатта өләсәһе лә малайҙы маҡ­таны:
– Бына ул ҡандай беҙҙең үткер күҙле!
Малай, автолавканы бында нәҡ үҙе килтергәндәй, бик ҡыуанды. Ошондай яңылыҡ килтергәне өсөн, өй­ҙәге­ләр менән бергә автофургондың асыҡ ишеге янын­да сыуалғаны өсөн дә бәхетле итеп тойҙо ул үҙ­ен. Әммә, ҡатын-ҡыҙҙар уны шунда уҡ онотто. Уның ҡай­ғыһы юҡ ине инде уларҙа. Бик күп төрлө тауар­ҙар­ҙың ҡайһыһын һайларға ла белмәнеләр. Ҡатын­дарҙың бөтәһе өс кенә кеше: өләсәһе, Бикәй апай – малайҙың әсәһенең һеңлеһе, кордондағы иң баш кеше, объездчик Уразғолдоң ҡатыны һәм ярҙамсы эшсе Сәйетәхмәттең ҡатыны – ҡулына ҡыҙ балаһын күтәргән йәш бисә Гөлжамал. Бөтәһе өс кенә ҡатын. Лә­кин улар шундай ығы-зығы килде, тауар һайлай-һай­лай шундай аҡтарындылар, автолавканың һатыу­сыһына уларҙың сират һаҡлауҙарын һәм бер юлы шау-гөр килмәүҙәрен талап итергә тура килде.
Шулай ҙа уның һүҙҙәре был ҡатындарға бик үк тәьҫир итә алманы. Тәүҙә улар бөтәһен бер юлы маҡ­танылар, шунан һайлай башланылар, унан инде һай­лап алғандарын кире ҡайтарырға тотондолар. Бер яҡ ситкә лә алып ҡуйҙылар, үлсәнеләр, бәхәс­ләш­теләр, икеләнделәр, бер үк нәмә хаҡында улар тап­ҡыр һоранылар. Береһе уларға оҡшаманы, икен­сеһе ҡыйбат булды, өсөнсөһөнөң төҫө уларса түгел... Малай бер яҡ ситтә генә ҡарап тора ине. Уға бик кү­ңелһеҙ булып китте. Ниндәйҙер иҫ киткес нәмәне көтөүе юҡҡа сыҡты, тауҙа автолавканы күреп ҡалған саҡ­та кисергән шатлығы ла юғалды. Автолавка ҡапыл иҫке-моҫҡо тейәлгән ҡәҙимге машинаға әйләнде.
Был бисәләрҙең берәй нәмә һатып алырға йы­йы­ныуҙары күренмәгәнлектән, һатыусының йөҙө һытыл­ды. Тау буйлап бындай алыҫлыҡҡа ниңә килдем икән, тип үкенде ул.
Шулай килеп сыҡты ла инде. Ҡатындар сигенә баш­ланылар, ярһыуҙары тынып ҡалды, улар хатта ары­ғандай булды. Бер-береһе алдындамы, һатыусы ал­дындамы, ни өсөндөр, аҡланырға керештеләр. Өлә­сәһе, аҡса юҡ, тип беренсе зарланыусы булды. Ә ҡулың­да аҡса юҡ икән, тауар алам тип уйлама ла. Би­кәй апай иренән башҡа ҙур әйбер һатып алырға баҙ­нат итмәне. Ул ҡатындар араһында донъяла иң бәхет­һеҙе, сөнки уның балалары юҡ, шуға күрә лә Уразғол иҫе­рек саҡта уны туҡмай, шунлыҡтан олатаһы ла рән­йей, Бикәй апай бит – уның ҡыҙы. Бикәй апай ҡайһы бер ваҡ-төйәк һәм ике шешә араҡы һатып алды. Юҡ­ҡа ғына алды ул уны: үҙенә үк яман буласаҡ бит.
Өләсәһе түҙмәне:
– Ниңә үҙ башыңа үҙең бәлә алаһың? – тип бышылданы, һатыусы ишетмәһен өсөн.
– Үҙем беләм, – тип ҡырт киҫте Бикәй апай.
– Иҫәр һин, – тағы ла аҡрыныраҡ бышылданы өлә­сәһе, ҡәһәрләнеп, һатыусы булмаһа, Бикәй апай­ҙың хәҙер үк тетмәһен тетеп ташлар ине ул. Ух, улар әрләшәләр ҙә инде!..
Йәш ҡатын Гөлжамал был уңайһыҙ хәлдән ҡотҡар­ҙы. Ул, Сәйетәхмәтем тиҙҙән ҡалаға барырға йыйы­на, ҡалала аҡса кәрәк буласаҡ, шунлыҡтан йомарт­ла­на алмайым, тип һатыусыға аңлатырға тотондо.
Бына шулай итеп, улар автолавка янында ығы-зығы кил­деләр ҙә «һуҡыр тинлек кенә» әйбер һатып ал­дылар – һатыусы шулай тине – һәм өйҙәренә тара­лыш­тылар, Йә, был сауҙамы ни?! Бисәләр артынан тө­көрөнөп ҡалған һатыусы, хәҙер үк роленә ултырып ки­тер өсөн, аҡтарылған тауарҙарын йыйырға то­тондо. Шул ваҡыт ул баяғы малайҙы күреп ҡалды.
– Һин нимә ҡарап тораһың, ҡарпыш ҡолаҡ? – тип һораны ул. Малай ысынлап та ҡарпыш ҡолаҡлы, не­с­кә муйынлы, ҙур, тумалаҡ башлы ине. – Берәй нә­мә һа­тып алмаҡсы булаһыңмы? Улайһа, тиҙерәк бул, юғиһә ябам. Аҡсаң бармы?
Һатыусы былай ғына, һүҙ ыңғайында ғына һораны унан, ләкин малай ихтирам менән яуап ҡайтарҙы:
– Юҡ, ағай, аҡсам юҡ, — тип башын сайҡап ҡуйҙы.
– Ә мин бар тип уйлайым, – уҫтыҡ менән ышан­маған булып, шулай тине һатыусы. – Бында бит һеҙ­ҙең бөтәгеҙ ҙә бай, тик ярлы булып ҡына ҡы­ла­на­һығыҙ. Ә кеҫәңдәге нимә, аҡса түгелме ни?
– Юҡ, ағай, — баяғыса эскерһеҙ һәм ихлас яуап ҡай­тарҙы ла малай тишек кеҫәһен аҡтарып күрһәтте. (Икенсе кеҫәһе бөтөнләй тегеп ҡуйылғайны).
– Тимәк, аҡсаң ҡойолоп ҡалған. Бар, йүгереп йөрө­гән ереңдән эҙлә. Бәлки, табырһың да.
Улар тынып ҡалды.
– Һин кем улы булаһың? – тип ҡайтанан һораша башланы һатыусы. — Момун ҡарттың улымы әллә?
– Эйе. – Малай йәнә башын ҡаҡты.
– Ә әсәйең ҡайҙа?
Малай бер ни ҙә өндәшмәне. Был хаҡта уның әйт­кеһе килмәгәйне шул.
– Әсәйең үҙе хаҡында бөтөнләй хәбәр итмәй. Үҙең бел­мәйһеңме ни?
– Белмәйем.
– Ә атайыңсы? Уны ла белмәйһеңме? Малай өн­дәш­мәне.
– Ниңә бер ни ҙә белмәйһең һуң һин, дуҫ кеше? – һа­тыу­сы уны уйынсалы битәрләп ҡуйҙы. – Ярай инде, улай­һа. Мә, – ул бер ус кәнфит алып бирҙе уға. – Инде һау булып тор.
Малай тартынды.
– Ал-ал. Тотма. Миңә китергә ваҡыт.
Малай кәнфиттәрҙе кеҫәһенә һалды ла, автолав­ка­ны юлға саҡлы оҙатыр өсөн, машина артынан ба­рырға йыйынды. Ул ғәжәп ялҡау ялбыр этен – Бал­тикты саҡырҙы. Уразғол уны атам тип янағайны – йәнә­һе, ниңә бындай һәперә этте тоторға ти. Тик ола­та­һы атмай торорға үтенде: берәй овчарка алыр­быҙ ҙа Балтикты алыҫҡа алып китеп аҙаштырырбыҙ, тине ул. Балтиктың бер нигә лә иҫе китмәне – туйһа, ятты ла йоҡланы. Ә ас сағында берәйһенә, үҙ кешеме, ят­мы икәнен дә айырып тормаҫтан, ҡойроҡ болғаны – тик берәй нәмә бирһендәр генә үҙенә. Бына ниндәй эт ине ул Балтик. Әммә ҡайһы саҡта, эсе бошҡанл­ыҡ­тан, машина артынан йүгерер булды. Дөрөҫ, алыҫҡа түгел. Инде йән-фарман сабып китте тигәндә генә, ҡа­пыл борола ла өйгә ҡарай ыңғайлай. Ышанысһыҙ эт. Шулай ҙа этһеҙ йүгереүгә ҡарағанда эт менән йүге­реү йөҙ тапҡыр яҡшыраҡ. Ниндәй генә бул­ма­һын – эт бит әле ул...
Һатыусы күрмәһен өсөн, малай ипләп кенә Балтик­ка бер кәнфит ырғытты. «Ҡара, – тип иҫкәртте ул эткә, – оҙаҡ йүгерәсәкбеҙ». Балтик, шыңшып, ҡойро­ғон болғаны ла йәнә көттө. Ләкин малай тағы ла кән­фит ташларға ҡыйманы. Кешене һуҡрандырып ҡу­йыуың бар: бер ус тулы кәнфитте эт өсөн бирмәгән бит ул.
Тап шул ваҡыт олатаһы килеп күренмәһенме! Ҡарт умар­талыҡҡа киткәйне, ә умарталыҡтан бында, өй­ҙәр­ артында, нимә булғаны күренмәй. Ярай әле, әм­ә­л­­гә ярағандай, автолавка китмәҫ борон ҡайтып ет­ергә өлгөрҙө. Юғиһә ейәне портфелһеҙ ҡала ине. Был көн малай уңды.
Аҡыллы кешеләр, өлгөрөм Момун, тип йөрөткән Момун ҡартты тирә-йүндә бөтәһе лә беләләр, ул да һәммәһен дә танып тора. Бындай ҡушаматты Момун үҙе аҙ-маҙ белгән кешеләрҙең бөтәһенә лә берҙәй үк илгәҙәк булыуы, теләгән берәүгә гел яҡшылыҡ эшләр­гә әҙер тороуы менән ҡаҙанды. Ләкин уның был ты­рыш­лығын, буш өләшелгән алтындың ҡәҙере бул­маған кеүек, баһалаусы булманы. Бер кем дә уның йә­шендәге кешеләр файҙаланған ихтирам менән ҡа­ра­маны уға. Уның менән һәүетемсә генә эш ит­теләр. Момун Бүгү ҡәбиләһендә тыуып үҫкән кеше ине, шу­ның менән ул бик ғорурланыр булды һәм үҙ ырыу­ҙаш­тарын иҫкә алыу мәжлесенән бер ҙә ситтә ҡалманы – бына ошо Бүгү ҡәбиләһенән берәй атаҡлы мәрхүм ҡартты иҫкә алған ҙур мәжлестә уға мал һуйырға, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, уларға эйәренән төшөргә ярҙамлашырға, сәй бирергә, хатта утын ярырға ла, һыу килтерергә лә ҡуша торған булдылар. Төрлө яҡтан шундай күп ҡунаҡтар йыйылған ҙур иҫкә алыу мәжлесендә мәшәҡәт аҙмы ни? Момунға ниндәй генә йомош ҡушмаһындар, бының бөтәһен дә ул йыл­дам һәм еңел эшләр ине, иң мөһиме – башҡалар ке­үек, баш тартып торманы. Ошондай ҙур ҡунаҡтар өйө­рөн ҡабул итеп, һыйларға тура килгән ауылдың йәш ҡатындары, Момундың үҙ эшен шундай йәһәт баш­ҡарыуын күреп:
– Әгәр ҙә Өлгөрөм Момун булмаһа, беҙ ни эшләр инек икән?! – тиештеләр.
Һәм шулай килеп сығыр ине: үҙ ейәне менән алыҫ­тан килгән ҡарт ҡул аҫтындағы самауырсы егет ролен баш­ҡарыр булды. Момун урынында бүтән берәү бул­һа, ғәрлегенән шартлар ине. Ә Момундың быға иҫе лә китмәне!
Өлгөрөм ҡарт Момундың ҡунаҡтарға түбәнселек ме­нән хеҙмәт итеүенә бер кем дә ғәжәпләнмәне – шу­ға ла ул ғүмер буйы Өлгөрөм Момун бит. Өлгөрөм бул­ғаны әсән ул үҙе ғәйепле. Әгәр ҙә сит кешеләрҙән бе­рәйһе, һин оло башың менән ниңә әле шул би­сәләр йомошо менән йүгереп йөрөйһөң, ауылда йәш егеттәр бөткәнме ни, тиһәләр, ул былай тип яуап ҡай­тара: «Мәрхүм минең туғаным ине (Бүгүндәрҙең бө­тә­һен дә ул үҙ туғандарым тип иҫәпләне). Мин булма­ғас, уның иҫкә алыу мәжлесендә кем эшләргә тейеш һуң? Шуға күрә лә беҙ – Бүгүндәр, һәм беҙ тыу­мыштан өләсәбеҙҙең өләсәһе Мөгөҙлө Болан-Әсә­нән. Ә ул, бик һәйбәт изгелекле болан-әсәбеҙ, беҙгә тор­мошта ла, әхирәттә лә дуҫлыҡ васыят итеп ҡал­дырған...»
Бына шундай ине ул Өлгөрөм Момун!
Өлкәндәр ҙә, кеселәр ҙә уның менән «һин» тип кенә һөйләшер булды, уны мәрәкәләп тә була – ҡарт үп­кәләмәй; уның менән иҫәнләшмәҫкә лә мөмкин – ҡарт әрепләшеп тормай. Үҙен ихтирам итә белмә­гән­де ғәфү итмәйҙәр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ә ул быны белмәй ине.
Уның тормошта, тотонмаған эше юҡ; балта оҫтаһы ла, ҡамыт-шлея йүнәтеүсе лә, кәбән һалыусы ла ул; йәшерәк сағында колхозда шундай кәбәндәр һала торғайны, ҡыш уларҙы аҡтарыуы ла йәл: ямғыр унан, ҡаҙ өҫтөнән аҡҡандай, һарҡып төшөр булды, ә ҡар ике ҡат ҡыйыҡ булып ятыр ине. Һуғыш ваҡытында ул Магнитогорскиҙа завод стеналарын һалған, ололап ста­хановсы тип йөрөткәндәр үҙен. Ҡайтҡас, кордон­да өй бураны, урмансылыҡ менән шөғөлләнде. Яр­ҙам­сы эшсе булып иҫәпләнһә лә, урманды ул ҡараны, ә уның кейәүе Уразғол күбеһенсә ҡунаҡтан ҡу­наҡҡа ғы­на йөрөнө. Ә начальниктар килеп төштөмө – Ураз­ғол урманды ла үҙе күрһәтә, һунарға ла йөрөтә, бөтәһенә лә үҙе хужа булып ала. Мал-тыуарҙы Мо­мун ҡарай, умартаны ла ул тота. Бөтә ғүмере буйы ир­тә­нән кискә ҡәҙәр эштә, гел мәшәҡәт ме­нән йәшә­не Момун, ә үҙен ихтирам иттерергә өйрәнмәне.
Момундың тышҡы ҡиәфәте лә аҡһаҡалдарҙыҡына оҡ­шамағайны. Олпатлыҡ та, эрелек тә, уҫаллыҡ та юҡ унда. Бик яҡшы күңелле кеше ине ул, уның был үҙенә бер төрлө хәйерһеҙ кешелек сифаты беренсе ҡарауҙа уҡ үтә күренер булды, һәр заманда ла бын­дай­ҙар­ҙы: «Яҡшы күңелле булма, уҫал бул», – тип өйрә­тә­ләр, ә ул, үҙ башына бәлә алып, һаман үҙ­гәрмәҫ яҡ­шы күңелле булып ҡала. Уның йөҙө алсаҡ һәм йы­йыр­сыҡланып бөткән, ә күҙҙәре гел: «Һиңә ни кә­рәк? һин ми­нең берәй нәмә эшләүемде те­ләй­һеңме? Тик һин ни­мәгә мохтаж икәнлегеңде генә әйт, мин хә­ҙер үк эш­ләйем», – тигән кеүек үтенес менән ҡарай­ҙар.
Танауы йомшаҡ ҡына, өйрәктеке шикелле, бөтөн­ләй кимерсәкһеҙ кеүек. Буйы ла бейек түгел, йәш үҫ­мер төҫлө, теремек кенә ҡарт,
Һаҡалы ла әҙәм рәүешле килеп сыҡмаған. Торғаны бер көлкө генә. Яланғас эйәгендә ике-өс бөртөк кенә ерәнһыу ҡыл – бына бөтә һаҡалы шул.
Ҡайһы саҡта шундай ҡарттарҙы күрәһең: юл буй­лап иҫ киткес мөһабәт ҡарт килә, һаҡалы — кәлтә кеүек, өҫтөнә киң илтер яғалы тун кейгән, башында — ҡи­ммәтле бүрек, өҫтәүенә, яҡшы атҡа атланған, эйә­ре лә көмөштән генә – нимәһе менән аҡыл эйәһе, ни­мә­һе менән пәйғәмбәр түгел – бындайҙарға баш эйеүе лә оят түгел, бындайҙарға һәр урында ла ҡәҙер һәм хөрмәт! Ә Момун иһә бары тик Өлгөрөм Момун бу­лып ҡына ҡала. Уның берҙән-бер өҫтөнлөгө, бәлки, шунан торалыр: ул кемдеңдер күҙ алдында үҙен тү­бән­һетеүҙән ҡурҡмаҫ булды. (Әйтәйек, улай ултыр­ма­ның, дөрөҫөн әйтмәнең, былай яуап ҡайтарманың, те­геләй йылмайманың, улай ҙа, былай ҙа түгел, имеш...) Был йәһәттән Момун, үҙе лә быны һиҙмәҫтән, бик һирәк осрай торған бәхетле кеше ине. Күп кенә ке­шеләр, ауырып үлеүҙән бигерәк, олоғайыуына ҡупра­йып йөрөп, аҡылһыҙ баш ватыуҙан үләләр. (Кемдәрҙең генә аҡыллы, дәрәжәле, матур, өҫтәүенә, уҫал, ғәҙел, ҡыйыу булып танылғыһы килмәһен?..)
Ә Момун ундайҙарҙан түгел. Ул ирмәк кеше ине, һәм ирмәк кеше итеп ҡаранылар ҙа уға.
Момунды бары тик бер нәмә – берәйһен иҫкә алыу мәжлесе ойошторорға йыйынғанда уны ҡәр­ҙәш­тәр кәңәшмәһенә саҡырмау менән генә үпкәләтергә мөм­кин ине... Бында инде бик ныҡ һуҡрана торған бул­ды, ләкин уны ситләтеп үтеүҙән түгел – кәңәш­мәлә ул барыбер бер ниҙе лә хәл итмәне, бары тик унда ҡат­нашты ғына – ә боронғо йоланы үтәүҙе боҙған­да­ры өсөн үпкәләр ине ул.
Момундын, үҙ бәләһе һәм үҙ ҡайғыһы бар ине, ул быны тәрән кисерер булды һәм шунлыҡтан төндәр буйы илап сығыр ине. Сит кешеләр был хаҡта бер ни ҙә белмәнеләр тип әйтергә ярай. Ә үҙ кешеләре белә торғайны.
Момун ейәнен автолавка янында күргәс тә малай­ҙың ниңәлер эсе бошоуын аңлап алды. Ләкин, һатыу­сы ситтән килгән кеше булғанлыҡтан, ҡарт иң элек уға мө­рәжәғәт итте. Эйәренән йәһәт кенә һикереп төштө лә ул һатыусыға бер юлы ҡуш ҡулын һуҙҙы.
– Әссәләмәғәләйкүм, ҙур сауҙагәр! – тине ул уйын­лы-ысынлы итеп. – Каруаның имен-һау килдеме, сау­ҙаң уңышлы барамы? – Момун, ауыҙы ҡолағына етеп, һатыусының ҡулын ҡыҫты. – Күрешмәгәнгә күп­ме һыуҙар аҡты инде! Рәхим итегеҙ!
Һатыусы уның мәрәкәләп әйткән һүҙҙәренән, һа­ман шул уҡ тапалған кирза итек, ҡарсығы теккән кин­дер ыштан, таушалып бөткән пинжәк, ямғыр һәм ҡояш­тан буҙарған ҡалпаҡ кейгән күрмәлекһеҙ ҡиәфә­тенән көлөмһөрәп, Момунға яуап ҡайтарҙы:
– Каруаным теүәл. Тик бына бит ҡалайыраҡ килеп сыҡ­ты: сауҙагәр һеҙгә килгән, ә һеҙ сауҙагәрҙән ур­манға ла тауға ҡасып бөткәнһегеҙ, бисәләрегеҙгә лә аҡ­сағыҙҙы, үлем алдынан йәнен һаҡлағандай, ҡы­ҫып то­торға ҡушҡанһығыҙ. Бында һеҙҙе тауар менән күм­һәң дә, бер кем дә йомартланмаясаҡ.
– Ғәйепләмә инде, бауырым, – уңайһыҙланып ғәфү үтенде Момун. – Килереңде белһәк, таралышмаған бу­лыр инек. Ә аҡса юҡ икән, юҡҡа хөкөм дә юҡ бит. Бына көҙ картуф һатырбыҙ ҙа...
– Һөйләй бир әйҙә! – Һатыусы уның һүҙен бүлдер­ҙе. – Беләм мин һеҙҙе, серегән байҙарҙы. Тауҙа ул­тырып алғанһығыҙ ҙа, ерегеҙ ҙә, утын-бесәнегеҙ ҙә му­йынығыҙҙан ашҡан. Ҡайҙа ҡарама, унда урман – өс көндә лә әйләнеп сығырлыҡ түгел. Мал аҫрай­һың­мы? Умарта тотаһыңмы? Тотаһың! Ә бер тин би­рер­гә тигәндә йәнегеҙ сыға яҙа. Бына ебәк юрған ал, бер тегеү машинаһы ҡалды...
– Валлаһи, ундай аҡса юҡ миндә, – тип аҡланды Момун.
– Ышанмайым мин һиңә. Һаранланаһың, ҡарт, аҡса йыяһың. Ә ни өсөн?
– Валлаһи, юҡ, Мөгөҙлө Болан-Әсә менән ант итәм!
– Бына, вельвет ал, яңы салбар тектерерһең.
– Алыр инем дә бит, рәтем юҡ шул...
– Э-э, һинең менән һөйләшеп тороуҙа файҙа юҡ, ахрыһы! – тип ҡулын һелтәне һатыусы. – Юҡҡа ғына кил­гәнмен. Уразғол үҙе ҡайҙа?
– Иртәнсәк үк Аҡсайға китте, буғай. Көтөүселәрҙә йо­мошо бар.
– Тимәк, ҡунаҡлап йөрөй. — Аңлаусан раҫлап ҡуйҙы һатыусы.
Уңайһыҙ тынлыҡ тыуҙы.
– Һин үпкәләмә инде, бауырым, – тип йәнә һүҙгә ке­реште Момун. – Бына көҙ, алла бирһә, картуф һа­тыр­быҙ ҙа...
– Көҙгә хәтлем алыҫ әле.
– Улай икән, ғәйепләп китмә инде. Алла хаҡына, өйгә рәхим ит, сәй эсерһең.
– Сәй эсергә килмәнем мин бында, – тип һатыусы баш тартты.
Ул, фургон ишеген ябырға йыйынған саҡта ғына, ма­шина артынан йүгерергә әҙер хәлдә, этенең ҡо­ла­ғы­нан тотоп, ҡарт янында баҫып торған ейәненә ҡа­рап алып:
– Исмаһам, портфель һатып алыр инең, – тине. – Ма­лайға мәктәпкә йөрөргә ваҡыттыр бит? Уға нисә йәш?
Момун уның был фекеренә шунда уҡ ҡушылды: бәйләнсек автолавкасынан берәй нәмә булһа ла һа­тып аласаҡ, исмаһам, ейәненә ысынлап та портфель кә­рәк бит, быйыл көҙ ул мәктәпкә йөрөргә тейеш.
– Ә дөрөҫ бит, – сәбәләнә башланы Момун, – мин был хаҡта уйламағанмын да. Уға инде ете тулып, һи­геҙ­гә китте. Кил әле бында, – Тип саҡырҙы ул ейәнен.
Олатаһы, кеҫәләрен ҡапшап, йәшерелгән бишлек сы­ғарҙы. Күптән һаҡлап йөрөткән булырға тейеш: бөк­ләнеп бөткән.
– Мә, тот, ҡарпыш ҡолаҡ. – Һатыусы малайға хәй­ләкәр күҙ ҡыҫып ҡуйҙы ла уға портфель тотторҙо. – Ин­де уҡы. Ә уҡый алмаһаң, олатайың менән ғүмергә тауҙа ятып ҡалырһың.
– Уҡый алыр! Зирәк бала ул, – тип яуапланы ҡарт, ҡай­тарып бирелгән аҡсаны һанай-һанай.
Шунан һуң ул өр-яңы портфелен уңайһыҙ ғына то­топ торған ейәненә ҡараны ла уны күкрәгенә ҡыҫты.
– Бына бик һәйбәт. Көҙ мәктәпкә барырһың, – ти­не ул аҡрын ғына. Уның ҡаты, һәлмәк усы йомшаҡ ҡы­на итеп малайҙың башын ҡапланы.
Ә малай ҡапыл алҡымына ниҙер ныҡ тығылыуын той­ҙо, һәм олатаһының ябыҡлығын, кейеменең кү­не­гел­гән еҫен һиҙҙе. Кипкән бесән, эшсе кешенең еҫе аң­ҡыны унан. Тоғро, ышаныслы, бәлки, малайҙан йә­нен дә йәлләмәгән донъяла берҙән-бер кеше – бы­на ошондай ябай, ирмәгерәк ҡарт ине ул, уға аҡыллы ке­шеләр Өлгөрөм Момун тигән ҡушамат биргән­дәр... Бирһәләр ни? Ниндәй булһа ла, үҙ олатайың бул­ғаны яҡшы.
Шатлығының бындай ҙур буласағын малай үҙе лә һиҙ­мәгәйне. Быға хәтлем уның мәктәп хаҡында уй­ла­ғаны ла юҡ ине. Был көнгә тиклем ул бары тик мәк­тәп­кә йөрөгән балаларҙы ғына күрҙе: унда, тау аръя­ғындағы Ысыҡкүл ауылында, олатаһы менән атаҡ­лы Бүгү ҡарттарын иҫкә алырға барған саҡта бул­ды был хәл. Ә ошо минуттан алып малай порт­фе­ленән айы­рылмаҫ булды. Ул, ҡыуанып, маҡта­на-маҡ­тана, шун­да уҡ кордонда йәшәүселәрҙең бө­тәһен дә урап сыҡты. Тә­үҙә өләсәһенә күрһәтте, бына, тине ул, ола­та­йым алып бирҙе! Шунан – Бикәй апай­ға, шулай уҡ ул да портфель өсөн ҡыуанды, ма­лайҙың үҙен дә маҡ­таны.
Бикәй апайҙың күңеле күтәренке сағы бик һирәк бу­ла. Йыш ҡына ҡараңғы сырайлы, көйәләнгән хәл­дә, ул үҙ энеһен күрмәй ҙә. Уның ҡайғыһы юҡ ине ун­да. Үҙ хәсрәте башынан ашҡан. Өләсәһе әйткәнсә, ун­ың ба­лалары булһа, бөтөнләй башҡа ҡатынға әүе­ре­лер ине ул. Ире Уразғол да, Момун бабай ҙа хә­ҙер­ге кеүек түгел, икенсе төрлө йәшәрҙәр ине. Уның ике ҡыҙы: Бикәй апай ҙа йәнә малайҙың әсәһе, кесе ҡыҙы булһа ла, барыбер насар, үҙ балаң булмауы на­сар; ә балаларыңдың балаһы булмауы тағы ла на­сарыраҡ. Өләсәһе шулай ти. Бар, аңла һин уны...
Бикәй апайҙан һуң малай һатып алған әйберен йәш ҡатын Гөлжамал менән ҡыҙына күрһәтергә йү­гереп инде. Унан сабынлыҡҡа Сәйетәхмәткә осто. Та­ғы ла «дөйә» эргәһенән йүгереп үтте һәм йәнә уның үр­кәсенән һыйпарға ваҡыты булманы, йәнә «эйәр», «бү­ре» һәм «танк» эргәһенән үтеп, артабан яр буй­лап, һырғанаҡ ҡыуаҡлығы аша һуҡмаҡ буйлап, шунан оҙон сабынлыҡ аша туғайлыҡҡа сыҡты ла Сәйе­тәх­мәткә тиклем барып етте.
Сәйетәхмәт бөгөн бында бер үҙе ине. Олатаһы күп­тән үк инде үҙ сабынлығын сабып бөтөрөп, бер юлы Уразғол сабынлығында ла эште тамамлағайны. Бе­сәнде улар ташып алғайнылар ҙа инде – өләсәһе менән Бикәй бесән йыйҙылар, Момун тейәне, ә ул, малай, олатаһына булышып, арбаға бесән ташыны, һы­йыр араны янына ике эҫкерт һалдылар. Олатаһы уларҙы шундай ыҡсым итеп осланы, бер төрлө лә ям­ғыр үтмәйәсәк. Эҫкерттәр, тараҡ менән тарап ҡуйыл­ған­дай, бик шыма килеп сыҡты, һәр йыл шулай. Ураз­ғол үҙе бесән сапмай, һаман ҡайныһы өҫтенә ауҙа­ра – ни тиһәң дә, начальник шул. «Те­ләйем икән, – ти, – һә тигәнсе һеҙҙе эштән ҡы­уам». Быны ул ҡарт ме­нән Сәйетәхмәткә әйтә. Эсеп алһа, шулай ҡылана. Ола­тайҙы ҡыумаясаҡ ул. Кем эшләр уға ул саҡта? Бар, ҡартһыҙ эшләп ҡара! Урманда бигерәк тә көҙ эш күп була. Олатаһы әйтә: «Урман һарыҡ көтөүе тү­гел, таралышып китмәй. Иллә мәгәр мал-тыуарға ҡа­ра­ғанда ла яҡшыраҡ күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк үҙенә. Ни өсөн тиһәң, үрт сыға ҡалһа йәки тауҙан дауыл бәр­һә – ағас тайшана алмай, ҡайҙа ултыра, шунда һә­ләк булыуы бар. Шуға ла бит, ағас харап бул­маһын өсөн, урмансы ҡуйылған». Сәйетәхмәтте лә Уразғол ҡыумаясаҡ, сөнки ул бик йыуаш кеше. Бер нә­мәгә лә ҡыҫылмай, һүҙ көрәштермәй. Әммә ул, йы­уаш һәм таҙа әҙәм булһа ла, ялҡау, йоҡларға ярата. Шуға күрә лә ул урманға килеп һыйынған да инде. Олатаһы әйтә: «Ундай егеттәр совхозда машина ҡы­уалар, тракторҙа ер һөрәләр». Ә Сәйетәхмәт үҙенең кар­туф һәм йәшелсә баҡсаһын алабутанан баҫ­тыр­ған. Гөлжамалға, ҡулына имсәк балаһын кү­тә­реп, йә­шел­сә баҡсаһында үҙенә эшләргә тура килде.
Бесәнде лә Сәйетәхмәт һуңлап саба башланы. Элек­ке көн ҡарт уны әрләне: «Былтыр ҡыш, – ти, – ми­ңә һин түгел, мал-тыуар йәлке булып китте. Шун­лыҡ­тан бесәнемде уртаҡлаштым. Тағы ла мин-ҡарт­тың бесәненә иҫәп тотаһың икән, хәҙер үк әйт, мин һинең өсөн сабып бирермен». Ҡарттың был һүҙ­ҙә­ре уға ныҡ ҡына тәьҫир итте булһа кәрәк, Сәйе­тәхмәт бө­гөн иртә үк салғыһын һелтәй башланы.
Үҙе артында йылдам аяҡ тауышын ишетеп, Сә­йе­т­әхмәт боролоп ҡараны ла күлдәк еңе менән маң­лайын һөрттө.
– Ниңә килдең? Мине саҡырталармы әллә?
– Юҡ, минең портфелем бар. Бына. Олатайым алып бирҙе. Мин мәктәпкә барасаҡмын.
– Ошоноң өсөн генә йүгереп килдеңме бында? – Сә­йетәхмәт шарҡылдап көлдө. – Момун бабай шун­дай инде ул, – маңлайының уң яғында бармағын өй­рөлтөп күрһәтте, – һин дә уға тартҡанһың! Ҡана, нин­дәй портфель икән? – Ул йоҙағын шартлатып, порт­фелде ҡулында өйрөлттө лә, көлөмһөрәп, башын сай­ҡай-сайҡай кире бирҙе. – Туҡта, – тип өндәште ул йәнә. – Һин ниндәй мәктәпкә йөрөйәсәкһең? Ҡайҙа һуң ул һинең мәктәбең?
– Ҡайҙа булһын, ферма мәктәбенә.
– Жәләсайға йөрөргәме? – тип ғәжәпләнде Сә­йетәх­мәт. – Унда бит тау аша, кәм тигәндә, биш саҡ­рым.
– Олатайым атта йөрөтәсәкмен, ти.
– Көн һайын унда-бындамы? Шаярта ҡартың... Уның нәҡ үҙенә мәктәпкә йөрөргә ваҡыт. Һинең ме­нән бер партала ултырыр, дәрес бөткәс тә, икәүләп бергә ҡайтырһығыҙ! – Сәйетәхмәт эсе ҡатып көл­дө. Мо­мун бабайҙың ейәне менән бергә мәктәп парта­һында ултырыуын күҙ алдына килтергәс, бик көлкө булып китте уға.
Малай, бер ни ҙә аңламай, тынып ҡалды.
– Мин быны шаяртып ҡына әйттем! – тип аңлатты Сә­йет­әхмәт.
Ул малайҙың танауына ипләп кенә сиртте лә уның ба­шындағы олатаһының фуражкаһын күҙенә тө­шөрөп кейҙерҙе. Момун урман ведомствоһының фор­малы фуражкаһын үҙе кейеп йөрөмәй торғайны, унан оялды («Нимә, мин берәй начальникмы ни? Үҙем­дең ҡырғыҙ кәпәсен бүтән бер нигә лә ал­маш­тыр­майым»). Йәй көндәрендә Момун тирәсе уңған, ҡа­ра сатин менән ҡаймалап кейеҙҙән эшләнгән бо­рон­ғо аҡ ҡалпаҡ кейеп йөрөй торған булды. Урман эш­сеһенең йәшел фуражкаһын ул ейәненә биргәйне.
Яңылыҡты Сәйетәхмәттең көлөп ҡаршылауы ма­лай­ға оҡшаманы. Ул, ҡаштарын төйөп, козырегын маң­лайына күтәреп ҡуйҙы ла, Сәйетәхмәт тағы ла бер тапҡыр уңың танауына сиртмәксе булғас, башын ситкә тартып:
– Бәйләнмә! – тип екеренде.
– Ух, һин ниндәй уҫал! – тип көлөмһөрәне Сә­йет­әхмәт. – Һин үпкәләмә инде. Портфелең бына ти­гән! – Инде уның яурынынан һөйөп ҡуйҙы. – Ә хә­ҙер юлыңда бул. Миңә әле сабырға ла сабырға...
Усына төкөрөп, Сәйетәхмәт ҡабат салғыһына тотондо.
Ә малай тағы ла шул уҡ һуҡмаҡ буйлап, йәнә шул уҡ таштар эргәләп ҡайтыу яғына йүгерҙе. Хәҙергә таш­тар менән мауығырға, ваҡыты булманы. Порт­фель уларҙан өҫтөнөрәк әйбер бит.
Малай үҙ-үҙе менән һөйләшергә ярата торғайны. Ләкин был юлы ул үҙенә түгел, портфелгә һөйләне: «Һин ышанма уға, минең олатайым бөтөнләй улай тү­гел. Ул хәйләләй белмәй, шуға ла унан көләләр. Сөн­ки ул бөтөнләй хәйләкәр түгел. Ул һинең менән беҙҙе мәктәпкә йөрөтәсәк, һин әле мәктәптең ҡайҙа икәнен дә белмәйһеңдер? Бик үк алыҫ түгел ул. Мин һиңә уны күрһәтермен. Беҙ уға Ҡарауыл тауынан би­нокл­дән ҡараясаҡбыҙ, йәнә мин һиңә үҙемдең аҡ паро­хо­дымды ла күрһәтермен. Тик беҙ тәүҙә һарайға йү­ге­реп барып киләйек. Унда минең биноклем йә­ше­рел­гән. Миңә быҙауға күҙ-ҡолак булырға кәрәк тә бит, ә мин көн һайын аҡ пароходты ҡарарға ҡасам. Бы­ҙауыбыҙ беҙҙең ҙур инде – һөйрәй башлаһа, тотоп та булмай үҙен, ә бына һыйырҙың һөтөн имергә ғә­ҙәтләнеп киткән. Ә һыйыр – уның әсәһе, уға һөтө йәл түгел. Аңлайһыңмы? Әсәләр бер ваҡытта ла бер ни ҙә балаларынан ҡыҙғанмайҙар. Быны Гөлжамал шулай ти, уның үҙ ҡыҙы бар... Оҙаҡламай һыйыр һауа­саҡ­тар, ә шунан быҙауҙарҙы утлауға ҡыуасаҡбыҙ. Шул ваҡыт беҙ Ҡарауыл тауына менербеҙ ҙә унан аҡ па­ро­ходты күрербеҙ. Мин бит биноклем менән шулай һөй­ләшәм. Инде беҙ өсәү булырбыҙ – мин, һин һәм бинокль...»
Шулай итеп ҡайтып килә ине ул. Портфель менән һөй­ләшеү уға бик оҡшаны. Әле портфель белмәгән үҙе хаҡында ла һөйләгеһе килгәйне лә, уға ҡама­сау­ла­нылар. Бер яҡтан ат тояҡтары тупылдауы ишетелде. Ағас­тар аръяғынан ҡара-күк атҡа атланған бер һы­бай­лы килеп сыҡмаһынмы! Был – Уразғол ине. Ул да өй­гә ҡайтып килә икән. Үҙенән башҡа бер кемгә лә ме­неп йөрөргә рөхсәт ителмәгән ҡара-күк Алабаш еҙ өҙәңгеле, йылтырап торған көмөш ҡыяҡ менән эш­лән­гән күмелдерекле поход эйәре менән эйәр­лән­гәйне.
Уразғолдоң ҡалпағы, ҡыҙыл тар маңлайын ялан­ғас­лап, елкәһенә төшкәйне. Ул эҫелә ҡалғып йоҡлай-йоҡлай килә ине. Район түрәләре кейеп йөрөй торған кил­бәтһеҙерәк тегелгән вельвет кителенең иҙеүе му­йынынан алып итәгенә тиклем ысҡындырылғайны. Аҡ күлдәге ҡорһағы тапҡырында билдегенән сыҡҡайны. Ул туҡ һәм иҫерек ине. Әле күптән түгел генә ҡунаҡ­лап ултырып, ҡымыҙ эсеп, мас булғансы ит ашағайны.
Тауҙағы йәйге утлауыҡҡа килгәс тә тирә-яҡтағы көтөүселәр менән йылҡысылар йыш ҡына Уразғолдо үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра торғайнылар. Уның иҫке дуҫ-иштәре лә бар ине. Ләкин улар уны берәй иҫәп ме­нән саҡырыр булды. Уразғол – уларға кәрәкле ке­ше. Бигерәк тә тауҙа ултыраҡланып ҡалып йорт һа­лыусыларға кәрәк ул: көтөүҙе ташлап китеп булмай, ә төҙөлөш материалын ҡайҙан тапһын? Иң элек ур­манға! Ә Уразғолдоң күңелен таба алһаң, күр ҙә тор, тейелмәй торған урмандан ике-өс бүрәнә һайлап ал да ҡайт! Ә булмай икән, шул килеш көтөүең менән гел тауҙар ҡыҙырып тик йөрөйәсәкһең, өйөң дә оҙаҡ, ғүмер буйы төҙөләсәк...
Ауырайған, үҙен әллә кемгә ҡуйған Уразғол, хром итек­тәренең башын ҡайһылай тура килде, шулай өҙәң­геләргә терәп, эйәре өҫтөндә серем итеп килә ине.
Малай, портфелен болғай-болғай, уға ҡаршы йү­ге­реп килгән саҡта, ул көтөлмәгәндә аты өҫтөнән саҡ ауманы.
– Уразғол аға, минең портфелем бар! Мин мәк­тәпкә барасаҡмын! Бына минең портфелем, вәт!
– Ух, шайтан алғыры! – Ҡурҡыуҙан теҙгенен тар­тып һүгенде Уразғол.
Ул йоҡонан ҡыҙарынған, исереклектән шешенгән күҙҙәрен малайға ҡаҙаны:
– Һин нимә, ҡайҙан?
– Мин ҡайтып киләм. Минең портфелем бар, мин уны Сәйетәхмәткә күрһәттем, — тине малай төшөнкө тауыш менән.
– Ярар, уйна, – тип мығырланы ла Уразғол, эйә-рендә сайҡала биреп, ары китте.
Был хәйерһеҙ портфелдә, ата-әсәһе ташлаған бы­нау малайҙа, бисәһенең энеһендә, уның ни эше бар?! Бүтәндәргә балаларҙы йомарт һәм иҫәпһеҙ өләш­кән алла уға үҙ ҡанын, үҙ улын бирмәгәнлектән, яҙ­мышҡа гел шулай зарланыр булды ул...
Уразғол ыңғырашып, һулҡылдап ҡуйҙы. Аяныс һәм асыу быулыҡтырҙы уны. Ғүмеренең эҙһеҙ үтеүе аяныс ине уға, түлһеҙ, биҙәү ҡатынына асыуы ҡабарҙы уның. Ана шул, ҡәһәр һуҡҡан нәмә, бына нисә йыл инде тыу йөрөй...
«Ух, һине!» – Уразғол, итләс йоҙроғон төйөп, эстән шу­лай янаны ла, тауышланып илап ебәрмәҫ өсөн, быу­лығып ыңғырашты. Ул, ҡайтҡас, бисәһен туҡ­мая­сағын белә ине инде. Уразғол эсеп иҫергән саҡта һәр ваҡыт шулай була торғайны; был үгеҙгә оҡшаш ир ҡайғыһынан һәм асыуынан ҡоторор булды.
Малай уның артынса һуҡмаҡ буйлап килә ине. Ул, ал­да Уразғолдоң ҡапыл юҡҡа сығыуын күреп, апты­рап ҡалды. Ә теге йылғаға табан боролоп, атынан төш­тө лә, теҙгенен ташлап, оҙон үләндәрҙе йырып, ары атланы. Ул, эйелеп, сайҡала-сайҡала барҙы. Ба­шын иңбаштарына йыйырып, йоҙроҡтары менән би­тен ҡаплаған килеш атланы. Яр башында Уразғол сүкәйә төштө. Усы менән йылғанан һыу һоҫоп алып, битенә һипте.
«Моғайын, эҫелектән башы ауыртҡандыр», – тип уйланы малай, ҡапыл алдында Уразғолдоң ни эш­ләүен күргәс. Уның илап үкһеүен һис тыя алмауын бел­мәй ине ул. Уразғол ҡаршыһына үҙ улы йүгереп кил­мәгәнлектән, бынау портфелле малайға әйтер өсөн кешеләрсә берәй йылы һүҙ таба алмағанлыҡтан иланы.

Автор:
Читайте нас: