Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Января 2023, 07:20

Бөрйәндә шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның юбилей кисәһе үтте

Шағирәнең күңел байрамында  уның  ижадын һөйөүселәр, ауылдаштары, район халҡы ихлас ҡатнашты. Һәр береһе Айһылыу Рәжәп ҡыҙына изге теләктәрен еткерҙе, сәскәләргә күмде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөрйәндә шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның юбилей кисәһе үттеБөрйәндә шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның юбилей кисәһе үтте
Бөрйәндә шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның юбилей кисәһе үтте

Бөрйән районы Иҫке Собханоғол мәҙәниәт йортонда шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллинаның юбилей кисәһе үтте. Шағирәне ғүмер байрамы менән ҡотларға “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Миләүшә Ҡаһарманова, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе, яҙыусы Венер Исхаҡов килде. Шағирәнең күңел байрамында шулай уҡ уның  ижадын һөйөүселәр, ауылдаштары, район халҡы ихлас ҡатнашты. Һәр береһе Айһылыу Рәжәп ҡыҙына изге теләктәрен еткерҙе, сәскәләргә күмде.

Булат Тимерғәлиев фотолары. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас