Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Ғинуар 2023, 15:01

АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (2)

Мин һөйләгән өләсәй — ул элекке өләсәй түгел. Атай, һин уны, моғайын, белмәйһеңдер әле. Был – икен­се өләсәй. Туған өләсәйем мин бәләкәс саҡта уҡ үл­де.

АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (2)
АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (2)

Сыңғыҙ Айытматов — донъяға билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы. Әҫәрҙәре ҡырғыҙ һәм урыҫ телендә яҙылған.

АҠ ПАРОХОД (повесть) 2

Ҡарауыл тауы түбәһенән төрлө яҡҡа күренеш асыл­ды, йөҙ түбән ятҡан малай, күҙенә ҡуйып, би­ноклен үлсәне. Был – көслө ялан бинокле ине. Ҡасан­дыр уны кордонда оҙаҡ хеҙмәт иткәне өсөн олатаһы­на бүләк итеп биргәйнеләр. Ҡарт: «Минең үҙ күҙем дә насар түгел», – тип, бинокль менән маташырға ярат­маны. Уның ҡарауы, ейәненә оҡшап ҡалды был.
Был юлы ул тауға бинокль һәм портфель менән килде.
Тәүҙә түңәрәк быялала әйберҙәр дерелдәп бутал­ды ла һуңынан, ҡапыл ап-асыҡ булып, ҡуҙғалмай кү­ре­нә башланы. Был бөтәһенән дә ҡыҙыҡ ине. Та­был­ған фокусты (нөктәне) юғалтмаҫ өсөн, малай тын да ал­маны. Шунан һуң ул күҙ ҡарашын икенсе нөктәгә кү­сер­ҙе – йәнә бөтәһе лә буталды. Малай йәнә оку­лярын борғоларға кереште.
Бынан бөтәһе лә ус төбөндәге кеүек күренә. Иң бе­йек ҡарлы тау түбәләре лә асыҡ күренә, унан ба­ры тик күк кенә бейек. Улар бөтә тауҙарҙан һәм ер­ҙән юғары күтәреп торалар. Ҡарлы тауҙарҙың итә­ген­дә – япраҡлы урман, ә түбәһендә ҡарағайлы ур­ман үҫкән тауҙар ҙа күренә. Ҡояшҡа ҡараған Күнгән тауҙары ла күҙгә салына; Күнгән битләүҙәрендә үләндәрҙән баш­ҡа бер ни ҙә үҫмәй. Теге яҡ­тағы, күл янындағы, йә­нә бәләкәйерәк тауҙар – ялан­ғас ташлы убалар ҙа күренеп ята. Был убалар уйһыулыҡҡа барып төшә, ә уй­һыулыҡ күл менән тоташа. Шул яҡта уҡ баҫыуҙар, баҡ­салар, ауылдар йәйрәп ята... Сәсеүлектәр йә­шел­леге үтәһенән һарғылт юлаҡтар күренә башлаған, ти­мәк, ураҡ ваҡыты яҡынлаша. Юл буйлап, сысҡан кеүек, бәләкәй генә автомашиналар йүгерә, улар ар­тынан оҙон туҙан ҡойроҡтары һөйрәлә. Бары тик күҙ күреме еткән ерҙең иң алыҫтағы ҡырыйында ғына, яр буйындағы ҡомло юлаҡ аръяғында, күл өҫтө зәп-зәң­гәр булып ята. Был – Ысыҡкүл. Унда һыу менән күк то­ташҡан. Артабан бер ни ҙә күренмәй. Күл ҡуҙғалмай ғына буп-буш ялтырап ята. Тик яр буйындағы тулҡын күбектәре генә күҙгә күренер-күренмәҫ бәүелә.
Малай шул яҡҡа оҙаҡ ҡына ҡараны. «Аҡ пароход кү­рен­мәй, – тине ул портфеленә. – Әйҙә, мәктә­бе­беҙгә тағы ла бер тапҡыр ҡарайыҡ».
Бынан тауҙар аръяғындағы бөтә уйһыулыҡ яҡшы күре­нә. Биноклдән хатта өй янында, тәҙрә төбөндә ул­тырған ҡарсыҡтың ҡулындағы бәйләмен дә күреп була.
Жәнәсәй уйһыулығында урман юҡ, бары тик унда-һан­да ғына ҡырҡылғандан ҡалған яңғыҙ ҡарт ҡара­ғай­ҙар һерәйеп ултыра. Ҡасандыр бында урман бул­ған, хәҙер иһә, шифер ҡыйыҡлы мал ҡуралары теҙе­леп киткән дәү тиҙәк һәм һалам өйөмдәре күҙгә са­лына. Бында һөтсөлөк фермаһының тоҡомло йәш мал­дары үрсетелә. Шунда уҡ, мал ҡураларынан алыҫ түгел ерҙә, малсылар ҡасабаһының тар ғына урам­да­ры һуҙылып киткән. Урамдар һөҙәк ҡалҡыулыҡтан тү­бән төшәләр. Уның иң ҡырыйында, тыштан күре­не­үенсә, кеше тормаған бәләкәй йорт ултыра. Был – дүрт йыллыҡ мәктәп бинаһы. Өлкән кластағы балалар сов­хоздағы интернат-мәктәптә ҡуна ятып уҡыйҙар. Ә бында бәләкәйҙәр шөғөлләнә.
Малай, тамағы ауыртҡан саҡта, олатаһы менән ҡа­сабала фельдшерҙа булғаны бар. Хәҙер ул би­нокл­дән һоро черепица ҡыйыҡлы, ҡыйшая биреп торған яңғыҙ мөрйәле, фанера вывескаға «мәктәп» тип яҙылған бәләкәй генә мәктәп бинаһын ентекләп ҡа­раны. Ул әле уҡый белмәй ине, тик «мәктәп» тигән яҙыуҙы күңел күҙе менән таныны. Биноклдән иң ваҡ нәмәләргә ҡәҙәр бөтәһе лә: һыланған стенаға һыҙ­ғылап яҙылған ниндәйҙер һүҙҙәр, рамдарына ҡағыҙ йә­бештерелгән тәҙрә быялаһы, веранданың ҡояшҡа янған суғырмаҡлы таҡталарына саҡлым ап-асыҡ кү­ренде. Ул үҙ портфеле менән бында ҡалай килеп, хә­ҙер йоҙаҡ эленеп торған ишектән нисек керерен күҙ ал­дына баҫтырҙы. Ә был ишек аръяғында, эстә, нимә булырын әле ул белмәй.
Мәктәпте ҡарап бөткәс, малай биноклен йәнә күл­гә табан борҙо. Ләкин унда бөтәһе лә элеккесә ине. Аҡ пароход әле күренмәне. Малай боролдо ла күлгә ар­ҡаһын ҡуйып ултырҙы һәм, биноклен бер яҡ ситкә ҡу­йып, тау итәгенә, түбәнгә, ҡарай башланы. Түбән­дә, тау аҫтындағы оҙонса уйһыулыҡ төбөндә, гө­рөл­дәүекле ҡаты ағымлы йылға көмөш кеүек ялтырап ята. Йыл­ға менән бергә яр буйлап һуҙылған юл боролма аръя­ғында шул уҡ йылға менән бергә тарлауыҡҡа инеп юғала. Теге яҡтағы яр бейек һәм урманлы ине. Бе­йек тау һыртында ятҡан ҡарға тиклем барып то­ташҡан тейелмәҫ Сан-Таш урманы ошо урындан баш­ланып китә лә инде. Ҡарағайҙар бөтәһенән дә бе­йеккә күтәрелгәйне. Улар тау теҙмәләренең һыр­тындағы таштар һәм ҡарҙар араһында ҡара щетка бу­лып тырпайғайны.
Малай кордон ишеге алдындағы өйҙәргә, һарай­ҙар­ға һәм кәртә-ҡураларға көлөмһөрәп ҡараны. Юға­рынан улар бәләкәс кенә булып күренделәр. Кор­дон аръяғындағы яр буйында уҡ үҙенең таныш таш­тарын күрҙе. Бөтәһе лә шунда – «дөйә», «бүре», «эйәр», «танк» таштар – уларҙы ул бынан, Ҡарауыл та­уынан, бинокль аша тәүге тапҡыр күрҙе һәм шул ваҡытта уҡ уларға шундай ҡушамат биргәйне.
Малай алсаҡ йылмайҙы ла, урынынан тороп, ҡура яғына таш ырғытты. Таш шунда уҡ тауға төштө. Малай урынына ҡабат ултырҙы ла кордонға биноклдән ҡа­рарға кереште. Тәүҙә ул ҙур быяланан бәләкәй бы­я­ла аша күҙ һалды – өйҙәр алыҫ-алыҫҡа күсеп, уйын­сыҡ тартмаға әүерелде. Эре суйыр таштар ваҡ ҡыр­сын булып күренде. Ә олатаһының йылғалағы бы­уаһы бөтөнләй һай – турғай тубығынан ғына булып күҙгә са­лынды. Малай, йылмайып, башын сайҡаны ла, ҡа­пыл биноклен бороп, окулярын әйләндерҙе. Ифрат дәү булып ҙурайтылған уның яратҡан таштары маң­лай­ҙары менән бинокль быялаһына килеп терәл­гән­дәй булды. «Дөйә», «бүре», «эйәр», «танк» таштар ваҡ ҡына ярыҡтарына, ҡабырғаларындағы тутлы тап­та­рына ҡәҙәр ап-асыҡ булып күренде; иң мөһиме – ма­лай уларҙы ниндәй рәүештә күрһә, ысынлап та шу­ға оҡшағайнылар: «Ух, һин, «бүре», ҡайһылай! Ә «танк» – бына был нәҡ үҙе!»
Суйыр таштар аръяғындағы һайлыҡта – олатаһы­ның быуаһы. Йылға ярындағы был урын биноклдән бик яҡшы күренә. Бында, киң ҡырсын ташлы һай­лыҡ­ҡа, һыу ҡаты ағымдан үтеп барышлай ғына килеп инә, һәм һикәлтәләрҙә урғыла ла ҡабат шарлауыҡҡа та­бан йүгерә. Һыу һайлыҡта тубыҡтан һуға. Ләкин ағым шундай ҡаты, ташҡын бының кеүек малайҙы йылғаға ан­һат ҡына ағыҙып алып китә ала. Ағын ағыҙып алып кит­мәһен өсөн, малай яр ҡуйынындағы талдарға то­тонор ҙа һыуға сумыр ине. Йә, был да булдымы бер һыу­ға инеү? Бәйҙәге ат кеүек. Өҫтә­үенә, ни ҡәҙәр күңел­һеҙ кисерештәр, әрләнеүҙәр. Өләсәһе олата­һына былай тип һуҡрана торған булды: «Йылғаға ағып китә икән, үҙенә үпкәләр – бармағымды ла ҡый­мылдатмаясаҡмын. Бик кәрәге бар! Атаһы, әсәһе таш­ланы үҙен. Минең бүтән ҡайғым да етерлек, хә­лем юҡ».
Ни тиһең инде уға? Ҡарсыҡ дөрөҫөн әйтә кеүек. Лә­кин малай ҙа йәл: йылға бит эргәлә генә, ишек төбөндә тип әйтерлек. Ҡарсыҡ ҡайһылай ғына ҡур­ҡытмаһын, малай барыбер һыуға инмәй ҡалманы. Бын­а шул ваҡытта, малай хәүефһеҙ һыуға инә алһын өсөн, Момун олатаһы һайлыҡта таштан быуа быуып биргәйне лә инде уға.
Ағым тәгәрәтеп алып китмәһен өсөн, ауырырағын һайлап ни ҡәҙәр таш ташырға тура килде ҡартҡа! Уларҙы ҡорһағына ҡыҫып ташыны ла, һыу эсендә то­роп, һыу таштар араһынан быуаға иркен инеп, шу­лай уҡ иркен ағып сығырлыҡ итеп, аҫлы-өҫлө һалды, һирәк кенә һаҡаллы, ҡаҡса ғына, көлкө ҡарт, ыштаны еүеш тәненә йәбешкән хәлдә, ошо быуа менән оҙон бер көн буйы аҙапланды. Ә кис һолан төшөп ятты ла йүткерҙе, билен дә яҙа алманы. Бына бында инде ҡар­сығы уғата пыр туҙҙы: «Бәләкәс тинтәк — һаман шу­лай бәләкәс тинтәк булып ҡала, ә ҡарт иҫәр ха­ҡында нимә тиһең инде? Шайтанымамы шул ҡәҙәр кө­сәнергә? Ашатаһың, эсерәһең үҙен, тағы ла ни кәрәк уға? Үтә буйлатаһың үҙен. Оһ, был яҡшылыҡҡа алып бармаясаҡ, шуны көт тә тор!..»
Ҡайһылай ғына булмаһын, һайлыҡтағы быуа бик шәп килеп сыҡты. Инде малай һыуға ҡурҡмай инә. Тал ботаҡтарына тотоноп ярҙан төшә лә ағымға ташлана, һис шикһеҙ асыҡ күҙ менән шулай эшләй. Сөнки ба­лыҡ та бит һыуҙа асыҡ күҙ менән йөҙә. Малайҙың шун­дай бер сәйер хыялы бар ине: балыҡҡа әүе­релгеһе һәм йөҙөп киткеһе килә ине уның!
Хәҙер ул биноклдән быуаға ҡараған саҡта, күлдәк-ыштанын сисеп ташлап, яланғас бөршәйә-бөршәйә һыу­ға инеүен күҙ алдына килтерҙе. Тау йылғала­рын­да һыу гел һалҡын була, уҙәгеңә үтә, әммә һуңынан аҡ­рынлап күнегәһең. Тал ботаҡтарына тотоноп, ағым­ға йөҙ түбән ташланыуын да күҙ алдына баҫтыр­ҙы ул. Һыуҙың шау-гөр килеп баш осонда ҡайһылай то­ташыуын, ҡорһағы аҫтында, арҡаһы, аяҡтары буй­лап урғылыуын да тойғандай булды. Тышҡы тауыштар һыу аҫтында тына ла, ҡолаҡ төбөндә бары тик гөрө­л­дәүе генә ҡала. Шул ваҡыт ул һыу аҫтында күрергә мөм­кин булған бөтә нәмәгә күҙҙәрен аҡайтып, ты­рышып ҡарай: күҙҙәре ауырта, ләкин ул үҙ алдына ғорурланып көлә, хатта һыуҙа телен күрһәтә. Быны ул өләсәһенә шулай эшләй. Белһен әйҙә: ул һис батмаясаҡ та, бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡ та. Шунан һуң ул ботаҡтарҙы ҡулынан ыскындыра, һыу уны ағы­ҙып алып китеп, ул аяҡтары менән быуа ташына барып терәлгәнсе өҫтөрәй. Ошо урында уның тыны бөтә. Ул ҡапыл һыуҙан һикереп сыға ла, яр башына күтәрелеп, ҡайтанан таллыҡҡа табан йүгерә. Быны ул күп тапҡырҙар шулай ҡабатлай – олатаһының бы­уаһында көнөнә йөҙ тапҡыр булһа ла һыуға инергә әҙер ине ул. Аҙаҡ килеп, балыҡҡа әүерелгәнсе сумып йөрөмәксе. Ә уның мотлаҡ балыҡ булғыһы килә ине...
Йылға ярын ҡарап бөткәс, малай биноклен үҙ өй­ҙә­ренә табан йүнәлдерҙе. Тауыҡтар, себештәре ме­нән күркәләр, түмәргә сабылған балта, боҫо бор­ҡо­рап ултырған самауыр һәм ишек алдындағы һәр төрлө шаҡы-шоҡо иҫ киткес ҙур, шундай яҡын булып күренде, малай ирекһеҙҙән уларға табан ҡулын һондо. Шул ваҡытта ул, ҡото осоп, биноклдә фил ҡә­ҙәр ҙурайтылған, бауға эленгән керҙәрҙе тыныс ҡына сәйнәп торған ҡоба быҙауҙы күрҙе. Быҙау кинә­не­се­нән күҙҙәрен йомдо, ирендәренән ауыҙ һы­уы ҡойол­до – ауыҙ тултырып ҡарсыҡтың керҙәрен сәйнәүе шун­дай рәхәт ине уға.
– Ах һин, тинтәк! – Малай, бинокле менән алға эйе­лә биреп, ҡулы менән киҙәнде. – Хәҙер үк тай бы­нан! Ишетәһеңме, йәһәтерәк ысҡын! Балтик! Балтик! (Эт, биноклдән күренеүенсә, болдор аҫтында иҫе лә китмәй тик ята ине.) Һөс, һөс, тешлә үҙен! – Ярһып, этте һөсләне ул.
Ләкин Балтик ҡолағын да ҡыймылдатманы. Һаман тыныс ҡына ятыуын белде.
Ошо минутта өләсәһе әйҙән килеп сыҡты. Ни бул­ған­ын күреп, ҡулдарын янбаштарына һуҡты. Ҡулына һепертке алып, быҙауға ташланды. Быҙау ҡасты, өлә­сәһе артынан ҡыуҙы. Унан биноклен алмайынса, тау ба­шында үҙен күреп ҡалмаһындар өсөн, малай улты­ра төштө. Быҙауҙы ҡыуып ебәргәс, ҡарсыҡ, асыуынан һәм йылдам йөрөүҙән тыны бөтөп, һүгенә-һүгенә, өй­гә табан атланы. Малай уны үҙ янындағы кеүек, хатта уға ҡарағанда ла яҡыныраҡ итеп күрҙе. Ул уны, кино­ла кеше йөҙөн ҙур планда айырым күрһәткәндәге ке­үек, бинокль быялаһы ауыҙында ғына тотто. Әбейҙең яр­һыуҙан ҡыҫылған һары күҙҙәрен, тотош ҡыҙарын­ған йыйырсыҡлы битен күрҙе; кинола тауыш ҡапыл ты­нып ҡалғандағы һымаҡ, биноклдә өләсәһенең ирен­дәре, һирәк ҡытыршы тештәрен күрһәтеп, йыл­дам һәм тын ғына ҡыбырлап ҡуйҙы. Ҡарсыҡтың ни тип ҡыс­ҡырғанын алыҫтан аңлауы ҡыйын ине, ләкин уның һүҙҙәре малайға ҡолағы төбөндә генә әйткәндәй, шун­дай аныҡ һәм ап-асыҡ булып ишетелде. Ух, нин­дәй ҡаты әрләне ул уны? Малай быны ятҡа белә ине: «Кө­төп кенә тор... Ҡайтырһың әле. Мин һинең кәрә­гең­де бирәм икән! Олатайыңа ла ҡарамаясаҡмын. Анау ҡәһәр һукҡыры төрөпкә күҙен алып ырғыт, тип ни­сәмә тапҡыр әйткәнем бар. Тағы ла тауға йү­гергән. Ер упһын, үртәлһен, һыуға батһын ине шул шайтан ка­рабы!..»
Малай тау башында ауыр һулап ҡуйҙы. Портфель һа­тып алған, инде мәктәпкә ҡалай барырға тип хыял­ланған шундай ҡыуаныслы көндә, быҙауҙы күҙҙән яҙлыҡтырып, бәләгә тарысы әле!..
Ҡарсыҡ һаман тыйыла алманы. Үҙенең сәйнәлгән ке­ренә ҡарай-ҡарай һүгенә бирҙе. Уның янына ҡыҙы менән Гөлжамал килеп сыҡтылар. Ҡарсыҡ, уларға үҙ зарын һөйләп, йәнә нығыраҡ ҡыҙа төштө. Тау яғына ҡа­рап, йоҙроғон һелкте. Уның һөйәксән, ҡара йоҙ­роғо бинокль быялаһы алдында елпене: «Тапҡан бер уйын. Ер упһын ине шул карабын! Үртәлһен, һыуға бат­һын ине дөмөккөрө!..»
Ишек алдындағы самауыр ҡайнап сыҡҡайны инде. Би­ноклдән самауыр ҡапҡасы аша борҡоп быу сыҡ­ҡаны күренде. Бикәй апай самауыр алырға сыҡты. Тағы ла башланды. Үҙенең сәйнәлгән керҙәрен өлә­сәһе Бикәйҙең саҡ танауына тыҡманы. Бына, имеш, ҡа­ра үҙ энеңдең этлеген!
Бикәй апай уны тынысландырырға, тыйырға ке­реш­те. Малай уның ни әйткәнен һиҙенде. Элекке ке­үек үк һөйләнде, буғай: «Тыныслансы, инәкәй! Малай аҡыл­һыҙ бит әле, – унан нимә талап итмәк кәрәк. Бын­да ул бер үҙе генә, дуҫтары ла юҡ. Ниңә ул хәт­лем ҡысҡырырға, ниңә баланың ҡотон алырға ти?»
Быға өләсәһе, һис шикһеҙ, былай тип яуап ҡайтар­ҙы: «Һиң миңә аҡыл өйрәтмә, һин тәүҙә үҙең бала тыу­ҙырып ҡара, шунан баланан нимә талап итергә икән­лекте белерһең. Ниңә ул унда, тау башында һе­рәйеп йөрөй? Быҙауҙы арҡанларға ваҡыты юҡ имеш! Темеҫкенеп нимә ҡарай ул унда? Үҙенең йүнһеҙ ата-әсә­һенме? Уны тыуҙырғандар күптән тырым-тыраҡай ҡасып киткәндәр инде. Һиңә, түлһеҙ ҡатынға, яҡшы...»
Хатта шундай алыҫлыҡтан малай биноклдән Бикәй апай­ҙың яңаҡтары үлек төҫлө булып ағарыныуын, кәү­ҙәһе тотош ҡалтыранып китеүен күрҙе, һәм ул апа­һының нимә тип яуап ҡайтарыуын белде, Бикәй үгәй әсәһенең битенә бәреп әйтте: «Ә һин үҙең, убыр­лы ҡарсыҡ, нисә улан һәм ҡыҙ үҫтерҙең? Һин үҙең кем һуң?..»
Нимә генә ҡупманы шул саҡ!.. Ҡарсыҡ ғәрлегенән үке­реп илап ебәрҙе. Гөлжамал ҡатындарҙы тынысс­лан­дырырға тырышып ҡараны, йыуатты, әбейҙе ҡо­саҡ­лап алды. Уны өйгә индермәксе булғайны ла, ул, аҡыл­дан шашҡандай, ишек алдында пыр туҙып, тағы ла нығыраҡ ҡабына төштө. Бикәй апай самауыр­ҙы эләк­тереп алды ла, ҡайнар һыуын сайпылдыра-сай­пыл­дыра, йүгерә-атлай өйгә индереп алып китте. Ә ҡар­сыҡ хәлһеҙләнеп улаҡ өҫтөнә ултыра төштө. Үкһей-үкһей үҙ яҙмышынан зарланды ул. Инде малай оно­толоп, хәҙер алланың үҙенә, бөтә яҡты донъяға эләкте. «Был минме? «Һин кем?» тип минән һорай­һың­мы?» – тип көйәләнде ҡарсыҡ, үгәй ҡыҙының артынан ҡарап. – Әгәр ҙә мине Алла язаламаһа, әгәр ҙә ул ми­нең биш сабый баламды алып китмәһә, әгәр ҙә минең берҙән-бер улым ун һигеҙ йәшендә һу­ғыш­та ба­шын һалмаһа, әгәр ҙә минең һөйөклө ҡарт­ҡайым Тайғара һарыҡ көтөүе менән буранда туңып үл­мәһә, мин бында, һеҙҙең урман кешеләре араһында, булыр инемме ни? Мин һинең кеүек биҙәү ҡатынмы ни? Ҡарт көнөмдә мин һинең атайың – иҫәр Момун ме­нән торор инемме ни? Ниндәй гонаһтарым өсөн яза­ла­ның һин мине, ҡәһәрле Алла?»
Малай биноклен күҙенән алды ла, бошоноп, башын түбән эйҙе.
«Хәҙер инде беҙ нисек өйгә ҡайтып инербеҙ икән? – тине ул портфеленә аҡрын ғына. – Бының бө­тә­һе лә минең һәм тинтәк быҙау арҡаһында, йәнә һи­нең арҡаңда, бинокль. Ак пароходҡа ҡарарға тип һәр ва­ҡыт һин саҡыраһың мине. Шулай ук һин дә ғә­йепле, портфель».
Малай тирә-яғына ҡаранды. Ҡайҙа ҡарама, унда – тауҙар, ҡая-таштар, урманлыҡ. Бейеклектән, боҙ ятҡыларынан ялтырауыҡлы шишмәләр тын ғына ағып төшә, бары тик бында – түбәндә генә, йылғала тынмай шаулар өсөн, һыу телгә килгәндәй булды. Ә тау­ҙар шундай бейек Һәм икһеҙ-сикһеҙ дәү булып кү­ре­нәләр. Был минутта малай үҙен бик бәләкәс кенә, япа-яңғыҙ ғына, бөтөнләй юғалған итеп тойҙо. Бары тик ул да тауҙар, һәр тарафта – бейек тауҙар ғына.
Ҡояш күл яғында байыуға табан ауышҡайны инде. Эҫелек тә һүрелә төштө. Көнсығыш битләүҙәрендә тәү­ге ҡыҫҡа күләгәләр барлыҡҡа килде. Хәҙер инде ҡояш һаман түбәнәйә барасаҡ, ә күләгәләр түбәнгә, тау­ҙар итәгенә үрмәләйәсәк. Көндөң ошо мәлендә, ғәҙәттә, Ысыҡкүлдә аҡ пароход күренә.
Малай биноклен иң алыҫтағы күҙгә күренгән урын­ға тоҫҡаны ла тын алмаҫ булды. Бына ул! Бөтәһе лә бер юлы онотолдо; унда, алда, Ысыҡкүлдең зәп-зәң­гәр типһәнендә, аҡ пароход күренде. Ҡайҙандыр йө­ҙөп килеп сыҡты. Ана ул! Торбалары бер-бер арт­лы те­ҙелеп киткән, үҙе оҙон, ҡеүәтле, матур. Ул, ҡыл тарт­ҡандай, туп-тура, тигеҙ генә йөҙөп килә. Малай, ашы­ға-ашыға, күлдәгенең итәге менән бинокленең быя­лаһын һөрттө лә окулярын йәнә йүнәтеп ҡуйҙы. Па­ро­ходтың һыҙаты тағы ла асығыраҡ булып күренә баш­ланы. Хәҙер инде уңың тулҡындар өҫтөндә нисек сайҡалыуын да, артынан аҡ күбекле ялтыр эҙҙәр ҡа­лыуын да күрергә мөмкин. Малай, күҙҙәрен дә ал­май, аҡ пароходҡа кинәнеп ҡараны. Әгәр ҙә уның ир­кеңән килһә, унда йөҙгән кешеләрҙе күрер өсөн, ул аҡ пароходтың яҡыныраҡ йөҙөп килеүен һорар ине. Ләкин пароход был хаҡта бер ни ҙә белмәне шул. Ул аҡрын ғына һәм мөһабәт рәүештә, үҙенең ҡай­ҙан килеп, ҡайҙа барғанын да белдермәй, үҙ юлы ме­нән йөҙә бирҙе.
Пароходтың ҡайһылай йөҙгәне оҙаҡ күренде, ә ма­лай үҙе нисек балыҡҡа әүерелеп, йылға буйлап уға – аҡ пароходҡа табан йөҙәүе хаҡында оҙаҡ уй­ланы...
Ул берҙән-бер ваҡыт. Ҡарауыл тауынан зәңгәр Ысыҡ­күлдәге аҡ пароходты тәү тапҡыр күргәс, бын­дай матурлыҡтан йөрәге шундай жыулап, киткәйне, ул шунда уҡ, минең атайым, Ысыҡкүл матросы, нәҡ ошо аҡ пароходта йөҙә икән, тип уйлағайны. Малай быға ышанды, сөнки ул быны бик теләй ине.
Ул атаһын да, әсәһен дә хәтерләмәй. Уларҙы бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ. Уларҙың береһе лә улының хәл-әхүәлен белешергә, килгәне юҡ ине шул. Ләкин ма­лай атаһының Ысыҡкүлдә матрос булыуын, ә әсә­һе, атаһы менән айырылышҡас та, улын олатаһында ҡал­дырып, үҙе ҡайҙалыр китеүен белә ине. Шул ки­теү­ҙән әсәһе бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Тауҙар, күлдәр, йә­нә тауҙар аръяғындағы алыҫ ҡалаға китте, буғай.
Момун олатаһы, нисектер, ул ҡалаға картуф һатыр­ға барғаны бар. Бер аҙна буйы шунда йөрөп, ҡай­тып төшкәс, сәй алдында Бикәй апай менән өлә­сә­һенә, үҙ ҡыҙымды, йәғни малайҙың әсәһен, күрҙем, тип һөйләгәйне. Ул ниндәйҙер ҙур фабрикала туҡыу­сы булып эшләй, ти. Уның яңы ғаиләһе – ике ҡыҙы бар икән, уларҙы ул балалар баҡсаһына тапшырған һәм аҙнаһына бер генә тапҡыр күрә имеш. Ҙур йорт­тағы тар ғына бәләкәс бүлмәлә йәшәй. Ә ишек ал­дын­да­ғылар, баҙарҙағы кеүек, бер кем дә берәүҙе лә бел­мәй. Бөтәһе лә шулай йәшәйҙәр – үҙ фатирына инә­ләр ҙә ишеген бикләп алалар. Шулай, төрмәләге кеүек, гел бикле ултыралар икән. Ә уның ире шофер имеш, автобуста урам буйлатып кешеләр ташый. Иртәнге сәғәт дүрттән ҡараңғы кискә тиклем йөрөй. Шу­лай уҡ эше ауыр, ти. Ҡыҙым гел иланы, тип һөй­лә­не ҡарт, ғәфү итеүемде һораны. Улар яңы фатир алыр­ға сиратта торалар. Ҡасан алыуҙары әле бил­дә­ле түгел. Әммә, яңы фатирға күскәс, ире рөхсәт итһә, улын үҙ янына аласаҡ. Момун олатаһы, ҡайғырма, ти­гән уға. Иң мөһиме, ире менән татыу йәшәһен, ҡалға­ны тора-бара яйланыр. Улы өсөн дә артыҡ ҡайғыр­ма­һын. «Үҙем тере саҡта, малайҙы бер кемгә лә бир­мә­йәсәкмен, ә үләм икән – Алла һаҡлар үҙен, тере ке­ше үҙ яҙмышын үҙе табыр...» Ҡартты тыңлаған саҡ­та, Бикәй апай менән өләсәһе әленән-әле көрһөнөп ҡуй­ҙылар, хатта икәүләп иламһырап та алдылар.
Бына шул ваҡытта, сәй алдында, атаһы хаҡында һүҙ ҡуҙғалды ла инде. Олатаһының ишетеүенсә, уның элек­ке кейәүе, малайҙың атаһы, ниндәйҙер паро­ход­та һаман шулай матрос булып хеҙмәт итә имеш, шу­лай уҡ уның да яңы ғаиләһе, икеме, өсмө балаһы бар, ти. Пристань янында тора. Эсеүен дә ташлаған имеш. Ә яңы ҡатыны һәр тапҡыр балалары менән уны ҡар­шыларға пристангә сыға, ти. «Тимәк, улар, – тип уйлап алды малай, – бына ошоно, уның пароходын, ҡаршылайҙар икән...»
Ә пароход аҡрын ғына алыҫлашып артабан йөҙө­үен белде. Был ап-аҡ оҙон пароход, торбаларынан тө­төн бөркөп, күлдең зәңгәр тигеҙлеге буйлап һаман йөҙ­ҙө, ә балыҡҡа әүерелгән малайҙың уға табан йө­ҙөп килеүен белмәне.
Ул шундай балыҡ булып әүерелергә хыялланды: уның бөтәһе лә – тәне, ҡойроғо, ҡанаттары, тәң­кә­лә­ре лә балыҡтыҡы булһын, тик нескә үңәсендәге ҡар­пыш ҡолаҡлы, сыйылып бөткән танаулы ҙур тумалаҡ ба­шы ғына үҙенеке килеш ҡалһын. Күҙҙәре лә элекке кеүек үк булһын. Әлбиттә, улар шул уҡ ваҡытта бө­төнләй хәҙерге кеүек үк түгел, ә балыҡтыҡы кеүек ҡа­раһындар. Малайҙың керпектәре быҙауҙыҡы ши­кел­ле оҙон ине, һәм нилектәндер үҙенән-үҙе гел ке­пе­с­ләп кенә тора. Гөлжамал әйтә: «Минең ҡыҙымдың да шундай керпектәре булһын ине, сибәр булып үҫ­һен ине!» Ә ул сибәрлек нимәгә? Малай өсөн сибәр күҙ­ҙең кәрәге юҡ, уға, иң яҡшыһы, һыу аҫтында ҡарар­лыҡ күҙ булһын.
Балыҡҡа әүерелеү нәҡ олатаһының быуаһында бу­лыр­ға тейеш. Күҙ асып йомғансы – ул балыҡ! Шунан һуң ул шунда уҡ быуанан урғылған йылға ағымына туп-тура ташланыр ҙа түбәнгә табан ағып китер ине. Артабан да шулай тирә-яғына ҡарай-ҡарай һикерән­дәп барыр, һыу аҫтында ғына йөҙөү ҡыҙыҡ бит. Ул ҡы­ҙыл балсыҡлы текә яр буйындағы ағын йылға буйлап, шар­лауыҡтар, һикәлтәләр аша тау, урмандар эр­гә­ләп алға оса. Ул үҙенең яратҡан суйыр таштары ме­нән хушлаша: «һау булып тор, ятҡан «дөйә», хуш, «бүре», хуш бул, «эйәр», хуш бул инде, «танк!» Ә кордон эргәһенән йөҙөп үткән саҡта, ул һыуҙан һи­кереп сығыр ҙа ҡанаттарын олатаһына елпеп: «Һау булып тор, ата, мин оҙаҡламай ҡайтырмын!» — тип ҡыс­ҡырыр. Олатаһы, бындай мөғжизәне күреүгә ап­тырап, ни эшләргә лә белмәҫ ине. Өләсәһе лә, Бикәй апай ҙа, ҡыҙы менән Гөлжамал да — бөтәһе лә ауыҙ­ҙарын асып ҡатып ҡалырҙар. Башы кешенеке, кәү­ҙәһе балыҡтыҡы булғанды ҡасан һәм ҡайҙа күр­гәнегеҙ бар?! Ә ул ҡанаттарын ҡағып ҡысҡырыр: «һау булып тороғоҙ, мин Ысыҡкүлгә – аҡ пароходҡа йөҙөп китәм! Унда минең матрос атайым бар». Бал­тик, мо­ғайын, яр буйлап ташланыр: эт бит бындайҙы бер ва­ҡытта ла күргәне юк. Әгәр ҙә Балтик уның артынан һыуға ташланмаҡсы була икән, ул: «Балтик, ярамай! Батып ҡуйыуың бар!» – тип ҡысҡырыр ҙа үҙе һаман ары йөҙөп китер. Эленгән күперҙең тимер арҡан­дары аҫтынан сумып үтер ҙә артабан яр буйындағы туғайҙар буйлап, шунан гөрөлдәүекле тарлауыҡтар аша туп-тура Ысыҡкүлгә барып сығыр.
Ә Ысыҡкүл – тотош бер диңгеҙ ул. Ысыҡкүл тул­ҡын­дары буйлап тулҡындан тулҡынға, тулҡындан тул­ҡынға йөҙөр ҙә шул ерҙә аҡ пароход та уға ҡар­шы тап булыр, «Һаумы, аҡ пароход, был – мин! – тиер ул па­роходҡа. – Мин һәр ваҡытта һиңә биноклдән ҡа­рай торғайным. Пароходтағы кешеләр, хайран ҡа­лып, был мөғжизәне куҙәтергә йыйылып килерҙәр. Шул ваҡыт ул үҙенең матрос атаһына: «Һаумы, атай, мин – һинең улың. Мин һиңә йөҙөп килдем», – тиер. «Һин ниндәй ул булаһың ти? Һин бит ярым балыҡ, ярым кеше!» – «Ә һин мине үҙеңә – пароходҡа ал, һәм мин һинең ҡәҙимге улың булырмын». Атаһы ау ыр­ғытып, уны һыуҙан тотор ҙа палубаға күтәрер. Шул ерҙә ул үҙ-үҙенә әйләнер. Ә шунан, шунан...
Шунан аҡ пароход артабан йөҙөп китер. Малай атаһына белгәндәренең бөтәһен дә, үҙ тормошо ту­ра­һында ла һөйләп бирер. Үҙе йәшәгән тауҙар, әлеге таш­тары, йылға һәм тейелмәй торған урман, балыҡ ке­үек, асыҡ күҙ менән үҙе йөҙөргә өйрәнгәнен, ола­та­һының быуаһы хаҡында ла һөйләр...
Олатаһы Момундың нисек йәшәүе тураһында һөй­ләр, әлбиттә. Әгәр ҙә уны Өлгөрөм Момун тип йөрө­тә­ләр икән, тимәк, ул яман, тип уйламаһын атаһы. Ун­дай ҡарт бер ҡайҙа ла юҡ, иң яҡшы күңелле олатай. Тик ул бөтөнләй хәйләкәр түгел, шуға күрә лә унан бө­тәһе лә көләләр. Ә Уразғол ағаһы хатта уға – ҡарт­ҡа екеренә! Кеше алдында ла ҡысҡырып олата­һын әрләгән саҡтары була. Ә ҡарт, үҙен яҡлау уры­нына, бөтәһе өсөн дә Уразғолдо ғәфү итә, хатта ур­манда, хужалыҡта уның өсөн эшләй. Эшләү генәме? Хат­та Уразғол иҫереп ҡайтҡан саҡтарҙа, оятһыҙ кү­ҙе­нә төкөрөү урынына, олатаһы уның янына йүгереп ки­леп, атынан төшөрә, өйгә индереп, карауатҡа һала, ул өшөмәһен, башы ауыртмаһын өсөн, өҫтөнә тун яба, ә атынан эйәрен алып таҙарта ла аҙыҡ бирә. Бының бөтәһе лә Бикәй апайҙың биҙәү булыуы ар­ҡаһында шулай эшләнә. Ә ниңә улай икән? Теләйһең икән – тыуҙыр, теләмәһәң – юҡ. Шулай яҡшыраҡ бу­лыр иңе. Уразғол Бикәй апайҙы туҡмаған саҡта, ола­таһы йәл, Бикәй апай аҡырғанда, ул яфалана. Ә ни эш­ләй алһын инде ул? Ҡыҙын яҡларға ташлан­маҡсы бул­һа, ҡарсығы тыя: «Ҡыҫылма, – ти, – үҙҙәре аң­лаш­һын­дар, һин ҡартласҡа ни етмәгән? Бисә һинеке түгел, тик ултырыуыңды бел». «Ул бит минең ҡыҙым да ба­һа», – ти ҡарт. Ә өләсәйем йәнә ҡыҙа төшә: «Әгәр ҙә йәнәшә түгел, алыҫта йәшәһәң, ни эшләр инең һин? Һәр ваҡыт уларҙы араларға сабып килер инең­ме? Бынан һуң ҡыҙыңды кем генә бисә итеп тотор ине икән?!»
Мин һөйләгән өләсәй — ул элекке өләсәй түгел. Атай, һин уны, моғайын, белмәйһеңдер әле. Был – икен­се өләсәй. Туған өләсәйем мин бәләкәс саҡта уҡ үл­де. Шунан һуң олатайым ошо өләсәйҙе алды. Беҙ­ҙә йыш ҡына көндәр алмашынып тора — берсә аяҙ, берсә болотло, әле ямғыр, әле боҙлауыҡ яуа. Бы­на өләсәйем дә нәҡ шулай. Берсә яҡшы күңелле, бер­сә уҫал, әле бер ниндәй тип тә әйтеп булмай. Асыу­лан­ған саҡта, бөтәбеҙгә лә эләгә. Беҙ олатайым ме­нән өндәшмәйбеҙ. Ят баланы күпме генә ашатып-эсермә, унан яҡшылыҡ көтмә, ти әбей. Мин бит, атай, бында ят бала түгел. Мин һәр ваҡыт олатайым менән йә­шә­нем. Ул үҙе ят, ул бит беҙгә һуңынан килде лә мине ят бала тип йөрөтә башланы.
Беҙҙә ҡыш көндәрендә ҡар минең муйынымдан һуға. Оһ, көрттәр өйөлә лә инде! Урманға барырға булһа, бары тик ҡара-күк Алабаш атта ғына йөрөп була, ул көрттө күкрәге менән йыра. Ел дә бик көслө була, аяҡтан йыға. Күлдә тулҡындар йөрөгән саҡта, һи­нең пароходың уңлы-һуллы ауыша икән – шуны бел, беҙҙең Сан-Таш еленең хикмәте булыр ул. Ола­та­йым һөйләй, бик-бик борон заманда, был ерҙәрҙе баҫып алыр өсөн, дошман ғәскәре килгән. Бына шул ваҡыт беҙҙең Сан-Таштан шундай ҡаты ел иҫкән, дошмандар, эйәрҙәрендә ултыра алмай, аттарынан төшкәндәр, ләкин йәйәү ҙә бара алмағандар. Ел уларҙың битенә ҡанатҡансы бәргән. Шул саҡта ул­ар елгә аркаһын ҡуйып боролғандар. Ә ел уларҙың артынан ҡыуып тирә-яҡтарына ҡаранырға ла, туҡтап торор­ға ла бирмәй, Ысыҡкүлдән береһен дә ҡалдыр­май ҡыуып ебәргән. Бына ҡалайырак булған. Ә беҙ бы­на ошо елдә йәшәйбеҙ. Беҙҙән башлана ул. Ҡыш бу­йы йылға аръяғында урман елдән шығырлай, геү­ләй, ыңғыраша. Хатта ҡот осҡос!
Ҡыш урманда эш ул хәтлем күп булмай. Ҡыш көн­дәрендә бер кеше лә күрә алмаҫһың бында, күсәктәр килгән йәй миҙгелендәге кеүек түгел инде. Йәй иркен туғайға һарыҡ көтөүҙәре менән төнгөлөккә килеп туҡ­таған саҡтарҙы бик яратам мин. Дөрөҫ, иртәнсәк улар артабан тауға менеп китәләр, тик барыбер улар менән күңелле була. Уларҙың бала-сағалары менән ҡатын-ҡыҙҙары грузовиктарҙа килә. Шундай уҡ йөк машиналарында тирмәләр һәм һәр төрлө кә­рәк-яраҡтарын килтерәләр. Бер аҙ урынлашҡас беҙ олатайым менән хәл-әхүәлдәрен белешергә ба­ра­быҙ. Бөтәһе менән дә ҡулдарын ҡыҫып иҫәнләшәбеҙ. Олатайым, кесе йәштәгеләр кешеләргә һәр ва­ҡытта беренсе булып ҡул бирергә тейеш, ти. Кем ҡул бир­мәй, шул кешеләрҙе ихтирам итмәй. Ә шунан олатайым әйтә, ете кешенең береһе пәйғәмбәр бу­лыуы мөмкин. Ул бик яҡшы күңелле, аҡыллы кеше булыр. Уның менән иң тәүҙә ҡулын ҡыҫып күрешкән кеше бөтә ғүмере буйы бәхетле буласаҡ, ти. Ә мин әйтәм, әгәр ҙә шулай икән, ул пәйғәмбәр ниңә үҙен, пәйғәмбәр, тип әйтмәй, әйтһә, беҙ бөтәбеҙ ҙә уның менән ҡул биреп күрешер инек. Олатайым көлә, эш шунда тора ла инде, ти, пәйғәмбәр икәнен пәйғәмбәр үҙе белмәй, ул – ябай кеше. Бары тик юлбаҫар ғына үҙенең юлбаҫар икәнен белә, ти. Был миңә бик үк аң­ла­шыл­май, ләкин мин кешеләр менән һәр ваҡытта бе­ренсе булып иҫәнләшәм, миңә бер аҙ оят булһа ла, шулай эшләйем.
Ә туғайға олатайым менән килгән саҡта, мин оялмайым.
«Атай-олатайҙарҙың йәйләүенә рәхим итегеҙ! Мал-тыуарығыҙ, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаларығыҙ имен-һау­мы?» – Олатайым шулай тип иҫәнләшә. Ә мин тик ҡул биреп кенә күрешәм. Олатайымды бөтәһе лә бе­лә­ләр, ул да һәммәһен дә белә. Уға яҡшы. Уның үҙ һү­ҙе бар, ул килеүселәрҙән хәл-әхүәл һораша, үҙе лә ҡа­лай йәшәүебеҙ тураһында һөйләй. Ә мин малай­ҙар менән ни тип һөйләшергә лә белмәйем. Тик һу­ңы­нан беҙ йәшенмәк һәм һуғыш уйыны уйнай башлай­быҙ, һәм уйын менән шундай мауығып китәбеҙ, хатта ҡайт­ҡы ла килмәй. Бына шулай һәр ваҡыт йәй булһын да малайҙар менән туғайҙа гел уйнап ҡына йөрөһәң ине.
Беҙ уйнаған арала усаҡтар яғыла, һин, атай, усаҡ­тар­ҙан туғайҙа бөтөнләй яҡты була, тип уйлай­һың­мы? Һис юҡ. Тик ут янында ғына яҡты. Ә тирә-яҡта элек­кегә ҡарағанда ла ҡараңғыраҡ була. Ә беҙ һу­ғыш уйыны уйнайбыҙ ҙа, ошо ҡараңғылыҡҡа йәшере­неп, һөжүм итәбеҙ; үҙеңде нәҡ кинолағы ке­үек итеп кү­рәһең, һин командир икән, барыһы ла һи­не тың­лай­ҙар. Командирға командир булыу, моғайын, бик күңеллелер...
Ә шунан тауҙар өҫтөнә ай күтәрелә. Ай яҡтыһында уй­науы йәнә күңеллерәк, тик олатайым мине алып китә. Беҙ туғай һәм ҡыуаҡлыҡтар аша өйгә ҡайтабыҙ, һа­рыҡтар тын ғына ята. Тирә-йүндә йылҡылар үлән ут­лай. Беҙ һаман алға атлайбыҙ ҙа кемдеңдер йырлап ебәр­гән тауышын ишетәбеҙ. Йәш көтөүсе йырлай­ҙыр, ә бәлки, ҡарттыр. Кем белһен. Беҙ туҡтап ҡала­быҙ ҙа тыңлайбыҙ. Олатайым көрһөнөп ҡуя. Йырға башын ҡаға.
Олатайым әйтә борон заманда бер хан икенсе хан­да әсир булған. Бына ошо хан әсир-ханға: «Те­ләй­һең икән, миндә ҡол булып йәшәрһең, – ти, – йә­ки мин һинең, иң аҫыл теләгеңде үтәйем дә һуңынан үҙең­де үлтерәм». Тегеһе уйлап алған да: «Ҡол булып йә­шәргә теләмәйем, – тип яуап ҡайтарған. – Мине үлте­реүең яҡшыраҡ булыр, ләкин үлтерерҙән алда минең тыуған илемдән беренсе осраған көтөүсене са­ҡырт». «Ул ниңә кәрәк һиңә?» – тигәс: «Үлер алды­нан уның йырлағанын тыңларға теләйем», – тип яуап­лаған әсир-хан. Олатайым әйтә, тыуған йыр өсөн ке­шеләр үҙ ғүмерен дә аямай. Ниндәй кешеләр икән улар, күрһәң ине үҙҙәрен. Моғайын, ҙур ҡалаларҙа йә­шәйҙәрҙер?
– Ә тыңлауы ҡандай рәхәт, ә! – тип бышылдай ола­тайым. – Ниндәй йырҙар йырланы, я раббым!
Белмәйем, нилектәндер, олатайым миңә бик йәл бу­лып китә. Мин уны шундай яратам, хатта илағым килә...
Иртәнсәк иртә үк туғайҙа инде бер кем дә юҡ. Ҡуй-һарыҡтар менән йылҡыларын артабан тауға бөтә йәй буйына ҡыуғандар. Улар артынса бүтән колхоздар­ҙан башҡа күсәктәр киләләр. Көндөҙ туҡтамайҙар, эргәләп үтәләр. Ә төнгөлөккә туғайҙа туҡтайҙар. Беҙ ола­тайым менән йәнә кешеләр янына иҫәнләшергә кил­әбеҙ. Бик ярата шул олатайым кешеләр менән иҫәнләшергә, мин дә унан өйрәндем. Бәлки, ҡасан да бул­һа туғайҙа мин ысын пәйғәмбәр менән дә иҫән­ләшермен әле...
Ә ҡыш Уразғол ағай менән Бикәй апай ҡалаға док­тор­ға баралар. Доктор, бала тыуһын өсөн, ниндәй­ҙер дарыу биреп, ярҙам итә имеш. Әммә өләсәйем һәр ваҡыт, изге урынға барған яҡшыраҡ, ти. Был ҡай­ҙа­лыр шунда, тауҙар аръяғында, мамыҡ үҫкән да­ла­ла. Бына шулай унда тау ҙа булмаҫҡа тейеш, тигеҙ ер­ҙә «Сөләймән тауы» тип йөрөтөлгән изге тау бар, имеш. Әгәр ҙә уның итәгендә ҡорбанға ҡара һарыҡ салып, тауға барғанда һәр бер аҙым һайын эйелеп, аллаға табынһаң һәм унан ялынып һораһаң, ул, ата-әсәне ҡыҙғанып, уларға бала биреүе мөмкин, ти. Би­кәй апайҙың шунда, Сөләймән тауына, бик бар­ғыһы килә. Ә Уразғол аға бик үк теләмәй. Алыҫ. «Аҡса күп кәрәк буласаҡ, – ти. – Унда бит тауҙар аша бары тик са­мо­лет менән генә барып төшөргә мөм­кин. Ә самолет­ҡа тиклем ни ҡәҙәр барырға, уның өс­өн дә аҡса сығарырға кәрәк...»
Улар ҡалаға киткән саҡта, беҙ кордонда бөтөнләй үҙе­беҙ генә тороп ҡалабыҙ. Беҙ тигәнем – күр­ше­лә­ре­беҙ: Сәйетәхмәт аға, уның ҡатыны Гөлжамал һәм улар­ҙың бәләкәс ҡыҙҙары. Бына беҙ – бөтәбеҙ ҙә шул.
Кис, беҙ эште бөтөргәс, олатайым миңә әкиәттәр һөй­ләй. Мин шуны беләм: өй аръяғында – ҡап-ҡараң­ғы, һап-һалҡын төн. Зәһәр елдәр иҫә. Иң бейек тау­ҙар ҙа бындай төндә ҡаушап ҡалып, өймәкләшеп, беҙ­ҙең өйгә, тәҙрә яҡтыһына һыйыналар. Бынан миңә ҡур­ҡыныс та, ҡыуаныс та. Әгәр ҙә мин бәһлеүән бул­һам, алпамыша тунын кейер ҙә өйҙән сығыр инем. Мин ул тауҙарға: «Ҡаушамағыҙ, тауҙар! Мин бын­да, – тиер инем. – Ел, ҡараңғы, буран булһа ла, мин бер ниҙән дә ҡурҡмайым, һеҙ ҙә ҡурҡмағыҙ. Уры­ны­ғыҙ­ҙа тик тора бирегеҙ, өймәкләшмәгеҙ». Шунан һуң мин, көрттәр ярып барып, йылғалар аша һикереп, ур­ман­ға юл тотор инем. Улар бер үҙе генә, йылы һүҙ әй­теүсе лә юҡ бит ул урманға. Яланғас ағастар сасҡау һы­уыҡта туңалар, һыйыныр урындары ла юҡ уларҙың. Ә мин урман ҡыҙырып йөрөр ҙә, уға бик үк ҡурҡыныс бул­маһын өсөн, һәр ағастың олононан һылап-һыйпап үтер инем. Яҙ йәшәрмәгән ағастар, моғайың, ҡыш һал­ҡындан ҡурҡып ҡатҡан ағастарҙыр. Беҙ һуңынан был ҡоро-һарыларҙы утынға ҡырҡабыҙ.
Олатайым миңә әкиәт һөйләгән саҡта, ошоларҙың бөтә­һе тураһында ла уйлайым мин. Ул әкиәттәрен оҙ­аҡ һөйләй. Уларҙың төрлөһө була — көлкөләре лә бар, бигерәк тә ҡомһоҙ бүре йотҡан бармаҡ буйлы Ша­палаҡ тигән малай тураһындағы әкиәт әкәмәт. Юҡ, тәүҙә малайҙы дөйә йотҡан. Шапалаҡ япраҡ аҫ­тында йоҡлап ятҡан. Ә тирә-йүндә утлап йөрөгән дөйә малайҙы япраҡ менән бергә һоғонған да ҡуйған! Шуға күрә лә, дөйә ни йотҡанын белмәй, тиҙәр. Ша­палаҡ ярҙамға саҡырып ҡысҡыра башламаһынмы! Ҡарт­тарға, үҙ Шапалағын ҡотҡарыр өсөн, дөйәне һу­йырға тура килгән. Ә бүре менән быға ҡарағанда ла әкәмәт килеп сыҡҡан. Шулай уҡ ул да Шапалаҡты үҙенең иҫәрлеге арҡаһында йотҡан. Шунан әсе күҙ йәш­тәрен түгеп иламаһынмы! Бүре тәүҙә Шапалаҡҡа тап булған да: «Был ниндәй ҡорт аяҡ аҫтында бутала? Һә тигәнсе йотам да ҡуям үҙеңде!» – ти. «Миңә теймә, бүре, – ти Шапалаҡ. – Юғиһә үҙеңде эткә әүерел­де­рәм». «Ха-ха! – тип көлә бүре. – Бүренең эт булғанын ҡай­ҙа күргәнең бар? Был дыуамаллығың өсөн мин һи­не ашайым». Ул шулай тип әйтеүе булған, малайҙы йо­топ та ебәргән. Йотҡан да онотҡан. Ләкин шул көн­дән алып ул үҙенең бүре тормошонан мәхрүм булған. Бүре һарыҡ­тар­ға яҡынлай башлай икән, Шапалаҡ уның ҡарынынан: «Әй, көтөүселә-әр, йоҡламағыҙ! Был – мин, күк бүре, һарыҡтарығыҙҙы алырға, ки­ләм!» – тип ҡысҡыра ла ебәрә, ти. Бүре ни эшләргә бел­мәй: үҙ ҡабыр­ғаларын үҙе талап, ерҙә аунай баш­лай. Ә Шапалаҡ һаман тыйылмай, ҡысҡыра би­рә: «Әй, көтөүселәр, бында йүгерегеҙ, туҡмағыҙ, дөм­бәҫләгеҙ мине!» Көтөүселәр суҡмар тотоп бүрегә таш­лан­маһындармы! Ә бүре уларҙан ҡаса. Көтөү­се­ләр уның артынан ҡыуалар ҙа аптырайҙар. Аҡылдан яҙ­ғандыр был бүре — үҙе ҡаса, үҙе: «Ҡыуып етегеҙ!» – тип ҡысҡыра. Шул арала бүре күҙҙән дә юғала. Лә­кин уға еңеллек килмәй. Ҡайҙа ғына тығылмаһын, Ша­палаҡ уны гел һемәйтә. Һәр ҡайҙа ла уны баҫ­ты­ралар, үҙенән көләләр. Аслыҡтан бүре ябығып бөтә, ҡоро һөйәккә тороп ҡала. Тештәрен шаҡылдата, шың­шый: «Был ниндәй яза миңә?! Ниңә мин үҙемә үҙем бәлә саҡырам? Ҡартлыҡтан тилерҙем, аҡылдан яҙ­ҙым, ахрыһы!» Ә Шапалаҡ уның ҡолағына шыбыр­лай: «Ташматҡа йү­гер, уның һарыҡтары һимеҙ! Бай­мат­ҡа йүгер, уның эт­тәре һаңрау! Ирмәткә йүгер, уның көтөүселәре йоҡлай». Ә бүре ыңһарлап тик ул­ты­ра бирә: «Мин бер ҡайҙа ла бармайым, иң яҡшы­һы, берәй эткә ялланып эшләйем…»
Ысынлап та көлкө әкиәт бит, атай, шулаймы? Ола­та­йымдың бүтән әкиәттәре лә бошонҡо, ҡурҡыныс һәм ҡайғылылары ла бар. Ләкин минең иң ярат­ҡан әкиә­тем – ул Мөгөҙлө Болан-Әсә тураһындағы әкиәт. Ола­тайым, Ысыҡкүлдә йәшәгән һәр кем был әкиәтте бе­лергә тейеш, ти. Ә уны белмәү – гонаһ. Бәлки, һин, атай, уны белмәйһеңдер ҙә әле? Олата­йым әйтә, бының бөтәһе лә дөрөҫ. Был ҡасандыр бул­ған хәл. Беҙ­ҙең бөтәбеҙ ҙә – Мөгөҙлө Болан-әсәнең бала­лары, имеш. Мин дә, һин дә һәм бүтәндәр ҙә...
Бына шулай йәшәйбеҙ беҙ ҡыш көндәрендә. Ҡыш оҙаҡ­ҡа һуҙыла. Әгәр ҙә шул олатайымдың әкиәттәре бул­маһа, ҡыш миңә бик күңелһеҙ булыр ине.
Ә яҙ көнө беҙҙә һәйбәт. Көндәр бөтөнләй йылын­ғас, көтөүселәр тағы ла тауға киләләр. Ул саҡта беҙ тауҙа яңғыҙ түгел инде. Тик йылға аръяғында, – беҙ­ҙән артабан берәү ҙә юҡ. Унда бары тик урман ғына ла урмандағы йәнлектәр. Беҙ, урманға бер кем дә аяҡ баҫмаһын, берәү ҙә бер ботаҡҡа ла теймәһен өсөн, шул урманда торабыҙ ҙа инде. Беҙгә хатта ға­лим кешеләр ҙә килгеләй. Былтыр салбар кейгән ике ҡатын-ҡыҙ, бер ҡарт, йәнә бер йәш егет килде. Был егет уларҙа уҡый икән. Ай буйы ошонда йәшәнеләр. Төр­лө үләндәр, япраҡтар һәм ботаҡтар йыйҙылар. Улар беҙҙең Сан-Таштағы кеүек бындай урмандар ер йөҙөндә бик аҙ ҡалған тиҙәр. Бөтөнләй юҡ, тип әй­тергә ярай, ти. Шуға күрә лә урмандағы һәр бер ағас­ты һаҡларға кәрәк.
Ә мин, олатайым һәр бер ағасты былай ғына йәл­ләй икән, тип уйлағайным. Уразғол аға ҡарағайҙарҙы бү­рәнәгә бүләк иткәнде үлеп яратмай ул…

Автор:
Читайте нас: