Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Января 2023, 15:59

АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (3)

Аҡ пароход алыҫлашты. Биноклдә инде уның торбаларын күреп булмай ине. Оҙаҡламай ул күҙҙән дә юғаласаҡ. Малайға инде атаһының пароходында йөҙөүҙең аҙағын уйлап сығарырға кәрәк ине.

АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (3)АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (3)
АҠ ПАРОХОД Повесть Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ (3)

3

Аҡ пароход алыҫлашты. Биноклдә инде уның торбаларын күреп булмай ине. Оҙаҡламай ул күҙҙән дә юғаласаҡ. Малайға инде атаһының пароходында йөҙөүҙең аҙағын уйлап сығарырға кәрәк ине. Бөтәһе лә һәйбәт ине, ә бына аҙағы барып сыҡманы. Үҙенең балыҡҡа нисек әүерелеүен, йылға буйлап күлгә табан ҡайһылай йөҙөүен, уға аҡ пароход нисек тап бу­лыуын, атаһы менән осрашыуын һәм атаһына һөй­ләгәндәренең бөтәһен дә ул еңел күҙ алдына килтерә ала ине. Ләкин артабан эш бешмәне. Ни өсөн тиһәң, әй­тәйек, бына инде яр күренә. Пароход прис­тангә та­бан йүнәлде. Матростар яр башына сығырға әҙер­ләнә. Улар өйҙәренә ҡайтып китәсәктәр. Атаһына ла ҡа­тырға кәрәк. Уны пристандә ике балаһы менән ҡа­тыны көтә. Ни эшләргә инде бында? Атаһы менән китер­гәме? Ул уны үҙе менән бергә алырмы икән? Ә инде ала икән, ҡатыны унан: «Был кем, ҡайҙан ул, ни өсөн?» – тип һораша башлаясаҡ. Юҡ, бармаған яҡ­шыраҡ булыр...
Ә аҡ пароход, күренер-күренмәҫ кенә нөктәгә әй­ләнеп, һаман ары китте. Ҡояш инде һыуға ауышты. Би­ноклдән күлдең ут-ҡыҙғылт өҫтө күҙҙе ҡамаштырып ялты­рауы күренде.
Пароход китте, күҙҙән юғалды. Бына аҡ пароход ту­раһындағы әкиәт тә бөттө.
Малай ерҙән портфелен күтәрҙе лә биноклен ҡул­тығы аҫтына ҡыҫтырҙы. Тау башынан йылдам төштө, бит­ләүҙән йылан кеүек йүгерҙе. Өйгә яҡынлап килгән һа­йын, күңеле нығыраҡ борсола барҙы. Быҙау сәйнә­гән керҙәр өсөн яуап бирергә кәрәк ине шул. Инде яза­ланыуҙан башҡа бер ни ҙә уйлай алманы ул. Күңе­лен бөтөнләй төшөрмәҫ өсөн, малай портфе­ленә былай тине: «Һин ҡурҡма. Беҙҙе әрләйәсәктәр, әлбиттә. Ләкин бит мин юрамал эшләмәнем. Бы­ҙау­ҙың ҡасып китерен белмәнем шул. Минең елкәгә бер­ҙе бирәләр икән, ни эшләмәк кәрәк, сыҙармын. Ә ин­де һине иҙәнгә ырғыталар икән, ҡурҡма, һин бит порт­фель – ватылмаясаҡһың. Ә бына инде ҡарсыҡтың ҡу­лына бинокль эләгә ҡалһа, эш харап! Шу­н­лыҡ­тан беҙ биноклде тәүҙә һарайға йәшерербеҙ ҙә шу­нан һуң ғына өйгә инербеҙ...»
Шулай эшләне лә ул. Тупһаны ашатлап үтеүе ҡур­ҡы­ныс ине.
Өйҙә хәүефле тынлыҡ. Ишек алдында ла шундай тып-тын һәм буп-буш ине, әйтерһең дә, кешеләр был урынды бөтөнләй ташлап киткәйне. Баҡһаң, Бикәй апай­ҙы тағы ла ире туҡмаған икән. Йәнә Момун ола­та­һына ҡоторонған кейәүен тыйырға тура килгән, ҡарт­ҡа тағы ла ялынып-ялбарырға, Уразғолдоң йоҙ­ро­ғо аҫтына инергә һәм бөтә был хурлыҡты – туҡ­мал­ған, сәстәре туҙған, үкһеп илаған ҡыҙын күрергә тура килгән. Үҙенең күҙе алдында иң яман һүҙҙәр менән ҡы­ҙын һаҡаратлауын ишеткән. Уразғол уны, ҡыҫыр кән­тәй, ҡәһәр һуҡҡан тыу ишәк, тип, шундай яман һүҙ­ҙәр менән атаған. Ҡыҙының ҡырағай тауыш менән үҙ яҙмышын ҡарғаған ошондай һүҙҙәрен дә ишетергә тура килгән олатаһына: «Алла ғоманлы булыуҙан мәх­рүм иткәнгә мин ғәйеплеме ни?! Бисәләрҙең кү­бе­һе, һарыҡ кеүек, күп бала табалар, ә мине тәңре ҡә­һәр­ләгән. Ни өсөн? Бындай ҡәһәрле тормош ниңә кә­рәк миңә? Былай яфаланғансы, үлтер мине, ҡәбәхәт! Мә, туҡма, һуҡ!..»
Момун ҡарт, һаман булһа ауыр һулап, күҙ ҡабаҡ­тарын түбән төшөрөп, мөйөштә бойоғоп ҡына тик ул­ты­ра, ә тубығы өҫтөндә ятҡан ҡулдары ҡалтырана ине. Ул бик ағарынғайны.
Момун ейәненә ҡарап алды ла бер ни ҙә өн­дәш­мәне, хәлһеҙ генә күҙҙәрен ҡайтанан йомдо. Өләсә­һе өйҙә юҡ ине. Ул Бикәй апайҙы ире менән яраш­ты­рырға, уларҙа тәртип урынлаштырырға, ватыл­ған һауыт-һабаларын йыйышырға киткәйне. Ана шундай ул өләсәһе: Уразғол бисәһен туҡмаған саҡта, ул ҡы­ҫыл­май һәм ҡартын да тыя. Ә һуғыштан һуң йы­уа­тыр­ға, тынысландырырға бара. Бының өсөн дә рәхмәт инде үҙенә.
Бөтәһенән бигерәк олатаһы йәл ине малайға. Бын­дай көндәрҙә һәр тапҡыр ҡарт үлә яҙа торған булды. Бер кемдең дә күҙенә күренмәй, ҡолағы тонғандай, бер мөйөштә тик ултырыуын белде. Нимә уйлаһа, шул хаҡта бер кемгә лә ләм-мим, бер һүҙ ҙә әйтмәҫ бул­ды. Ә бындай минуттарҙы Момун үҙенең инде ҡарт­лығы, яңғыҙ улы булғанлығы, уның да һуғышта һә­ләк булыуы хаҡында уйланы. Улын инде бер кем дә бел­мәй, берәү ҙә хәтерләмәй. Улы тере булһа, бәл­ки, ҡарттың яҙмышы ла икенсе төрлөрәк килеп сығыр ине. Момун ғүмер буйы бергә йәшәгән үҙенең мәр­хүм ҡатыны хаҡында ла ҡайғырҙы. Ләкин иң ҙур бәлә шунда: ҡыҙҙары бәхетһеҙ булды уның. Кесе ҡыҙы, уға ейәнен ҡалдырып, ҡалаға китте лә хәҙер унда ҙур ғаиләһе менән тар ғына бер бүлмәлә интегә. Икен­сеһе бында Уразғол менән яфалана. Ҡарт уның янында булып, ҡыҙы хаҡына бөтәһенә лә сыҙаһа ла, Бикәй апайға әсә бәхете һаман юҡ та юҡ... Ул инде Ураз­ғол менән нисәмә йылдар бергә йәшәй. Был тор­мош­тан ек күреп тә бөттө инде, тик ҡайҙа барһын?.. Ә шунан ни булыр — атаһының үлеп ҡуйыуы ла бар, ҡар­тайған бит инде, ул ваҡытта бәхет­һеҙ ҡыҙы менән ниндәй хәл булыр?
Малай ашыҡ-бошоҡ ҡына бер сеүәтә ҡатыҡ һе­мереп, бер киҫәк өшә ашаны ла тәҙрә төбөндә тынып ҡал­ды. Лампаны яндырып торманы, олатаһын борсо­ғо­һо килмәне уның, үҙ алдына уйланып ултыра бир­һен әйҙә.
Малай ҙа үҙенсә уйланы. Ул тик шуны аңламай ине: Бикәй апай ирен ниңә араҡы менән һыйлай икән? Уразғол уны йоҙроҡ менән туҡмай, ә ул һуңы­нан уға йәнә ярты литр сығарып ҡуя...
Эх, Бикәй апай, Бикәй апай! Ире нисәмә тапҡыр уны үлемесле итеп туҡмағаны бар, ә ул һаман уны ғә­фү итә. Момун олатаһы ла шулай уҡ уны гел кисерә. Ә ниңә ғәфү итергә ти уны? Ундай бәндәне ғәфү итер­гә ярамай. Ул – йүнһеҙ, яман кеше. Кәрәге юҡ уның. Бында унһыҙ ҙа йәшәй алырбыҙ.
Балаларса аяуһыҙ хыял итеүенсә, ул язалау кар­тинаһын йылдам күҙ алдына килтерҙе. Бына улар кү­мәк­ләп Уразғолға ташланалар ҙа оҙон буйлы, йы­уан, бысраҡ бәндәне йылғаға табан һөйрәкләй­ҙәр. Шу­нан уны, һауала бәүелдереп, нәҡ өйрөлтмәккә ырғы­та­лар. Ә ул Бикәй апай менән Момун олатай­ҙан ғә­фү итеүҙәрен үтенә. Ул бит балыҡ була алмай...
Малайға еңел булып ҡалды. Үҙенең хыялында Ураз­ғолдоң йылғала ҡалай сапсыныуын һәм үҙе ме­нән йәнәшә генә вельвет эшләпәһенең ағып барыуын күр­гәс, хатта уға көлкө булып китте.
Ләкин өлкәндәр, үкенескә ҡаршы, малайҙың ғәҙел иҫәп­ләүенсә түгел, бөтәһен дә киреһенсә эшләнеләр. Ураз­ғол инде өйөнә иҫереп ҡайта икән, уны, бер ни ҙә булмағандай, ҡаршы алдылар. Ҡайнатаһы атын ҡа­бул итә, ҡатыны самауыр ҡуйырға йүгерә. Бөтәһе лә уны һағынып көтөп торғандармы ни! Ә ул пыр ту­ҙыр­ға тотона. Тәүҙә бошона, илай. Нисек инде, йә­нәһе, һәр бер кешенең, хатта үҙенә ҡул бирмәҫлек иң йүнһеҙ бәндәнең дә, йәне күпме теләй, шул хәтлем ба­лаһы бар. Биш, хатта ун бала атаһы. Ә ул, Ураз­ғол, кемдән кәм? Ҡайһы яғы менән уңмаған? Әллә дә­рә­жәһе түбәнме? Юҡ, Аллаға шөкөр, ул – тейелмәй тор­ған урмандың өлкән объезчигы! Әллә ул берәй бе­рәҙәкме? Сегәндең дә бит итәк тулы балаһы бар. Әл­лә ул бөтөнләй бер билдәһеҙ кешеме, әллә уны ихти­рам итмәйҙәрме? Бөтәһе лә бар. Һәммәһе менән дә алдыра. Аты ла эйәрле, ҡамсыһы ла ҡулында, һый-хөрмәт менән дә ҡаршылайҙар үҙен. Шулай булғас, ни етмәй тиер инең, уның ҡорҙаштары үҙ балала­ры­ның туйын үткәрәләр, ә ул – юҡ. Улһыҙ, вариҫһыҙ кем ул?
Бикәй апай ҙа шулай уҡ илай, өҙгөләнә, нисектер иренең күңелен күтәргеһе килә. Ҡайғы-хәсрәтенән үҙе лә эскеләй... Шунан һуң Уразғол ҡапыл ҡоторона ла аҙаҡтан бөтә үсен ҡатынынан ала. Ә Бикәй апай уға бөтәһен дә ғәфү итә. Шулай уҡ олатаһы ла кисе­рә. Уразғолдо бер кем дә бәйләмәй; Ул инде айный икән, иртәнсәк ҡатыны, баш-күҙе күгәренеп бөтһә лә, самауыр ҡуйып та өлгөргән. Ҡарт иһә инде атына һоло ашатып, эйәрләп тә ҡуйған. Уразғол туйғансы сәй эсеп, атына атлана ла, йәнә ул – начальник, Сан-Таштағы бөтә урмандың төп хужаһы. Ә Уразғол кеүек бындай бәндәне йылғаға ташларға күптән ваҡыт икәнде бер кем дә башына килтермәй.

Ҡараңғы ине инде. Тышта төн.
Малайға тәүге мәктәп портфеле һатып алынған көн шулай бөттө.
Йоҡларға йыйынған саҡта, ул портфелен ҡуйыр урын тапманы. Ахырҙа, уны үҙе менән баш осона һал­ды. Нәҡ ошондай уҡ портфель бер класта уҡыясаҡ ба­лаларҙың яртыһында тип әйтерлек буласағын ма­лай белмәй ине әле, һуңынан белер. Ләкин быға ла уның иҫе китмәйәсәк, уның портфеле барыбер иң ғәҙ­­әт­тән тыш, үҙенә генә бер төрлө портфель булып ҡа­ласаҡ. Шулай уҡ ул бәләкәй генә ғүмерендә уны яңы ваҡиға көтөүен – бөтә яҡты донъяла бары тик порт­феле менән генә япа-яңғыҙ тороп ҡалған көндөң ки­лерен дә белмәй ине. Быларҙың бөтәһенә лә уның Мө­гөҙлө Болан-Әсә тураһындағы әкиәте сәбәпсе булды...
Ошо кистә был әкиәтте йәнә бер тапкыр бик тыңла­ғыһы килде уның. Момун ҡарт был тарихты үҙе лә ярата һәм, бөтәһен дә үҙе күргәндәй, тәрән һулап, илай-илай, берсә тынып ҡалып, берсә үҙ ҡайғыһы ха­ҡында уйлап һөйләй торған булды.
Ләкин малай олатаһын борсорға баҙнат итмәне. Уның әкиәттә ҡайғыһы юҡ икәнен аңлай ине ул. «Беҙ унан икенсе ваҡытта һорарбыҙ, – тине малай порт­фе­ле­нә. – Ә хәҙер Мөгөҙлө Болан-Әсә хаҡында, ола­тайым кеүек үк, һүҙмә-һүҙ итеп, үҙем һөйләп би­рәм һиңә. Бер кем дә ишетмәҫлек итеп, аҡрын ғына һөйләрмен, ә һин тыңла. Мин бөтәһен дә кинолағы кеүек күреп һөйләргә яратам. Олатайым, был бөтәһе лә дөрөҫ, булған хәл, ти...»

4

Был күптән булған хәл. Борон-борон заманда, ер йө­ҙөндә урмандар үләндәргә ҡарағанда ла күберәк, ә беҙҙең яҡтарҙа һыу ҡоро ергә ҡарағанда йәнә кү­берәк булған саҡта, ҙур һәм һалҡын һыулы йылға бу­йында бер ҡырғыҙ ҡәбиләһе йәшәгән, ти. Был йыл­ғаны Инәсәй тип йөрөткәндәр. Бынан ул алыҫҡа – Се­бергә табан аға. Ат менән унда тиклем өс йыл, өс ай буйы сабырға кәрәк. Хәҙер был йылға Енәсәй тип ата­ла. Элек ул Инәсәй тип йөрөтөлгәнлектән, за­ма­нында бер йыр ҙа сығарғандар:

Һинән дә киң йылға бармы, Инәсәй,
Һиндәй яҡын ерҙәр бармы, Инәсәй?
Һинән тәрән ҡайғы бармы, Инәсәй,
Һинән иркен ирек бармы, Инәсәй?

Һиндәй үк киң йылға юҡ ул, Инәсәй,
Һиндәй яҡын ерҙәр юҡ ул, Инәсәй,
Һинән тәрән ҡайғы юҡ ул, Инәсәй,
Һинән иркен ирек юҡ ул, Инәсәй.

Бына шундай булған ул Инәсәй йылғаһы.
Төрлө халыҡтар йәшәгән ул саҡта Инәсәйҙә. Бик ҡы­йынлыҡ менән тормош көткәндәр, ни өсөн тиһәң, улар Һәр ваҡыт үҙ-ара дошманлашып торғандар. Ҡыр­ғыҙ ҡәбиләһен бик күп дошман уратып алған. Әле береһе, әле икенсеһе килеп һөжүм иткән, йә ҡыр­ғыҙҙар үҙҙәре бүтәндәргә барымтаға барғандар, мал-тыуарын әйҙәп киткәндәр, ятаҡтарын үртә­гән­дәр, кешеләрен үлтергәндәр. Кем ҡул аҫтында ҡалһа, шу­ларҙың бөтәһен дә дөмөктөргәндәр – шундай за­ман булған. Кеше кешене аямаған, бер-береһен ҡыр­ған. Шуға ҡәҙәр барып еткән, иген сәсергә лә, мал үр­сетергә лә, һунарға йөрөргә лә кеше ҡалмай баш­лаған. Талап-тартып йәшәүе еңел кәсеп булып киткән: килдең, үлтерҙең, алдың, киттең. Ә кеше үл­тергән өсөн тағы ла күберәк ҡан менән яуап бирергә һәм үскә тағы ла ҙурыраҡ үс алырға тура килгән. Ары бар­ған һайын ҡан күберәк түгелгән. Бән­дә­ләрҙең аҡ­ылы томаланып ҡалған. Дош­мандарҙы яра­штырыр ке­ше табылмаған. Кем дошманды иҫкәрмәҫтән килеп баҫ­ҡан, ят ҡәбиләне аҙаҡҡы йән эйәһенә ҡәҙәр ҡы­рып бөтөргән, мал-тыуарын, мөлкәтен тартып алған, шул кеше иң аҡыллы һәм яҡшы булып һаналған.
Тайгала бер сәйер ҡош күренгән, һайраған да ул кеше тауышы менән таңға ҡәҙәр илаған, ботаҡтан бо­таҡҡа ҡунып: «Ҙур бәлә киләсәк! Ҙур бәлә ки­ләсәк!» тип таҡылдаған. Тап шулай булған да: был ҡот осҡос көн килеп тә еткән.
Был көндә Инәсәйҙәге ҡырғыҙ ҡәбиләһе үҙенең ҡарт юлбашсыһын ерләгән. Күлсә батыр оҙаҡ йылдар халҡы менән етәкселек иткән, күп яуҙарға йөрөгән, күп сапҡындарҙа ҡыйышҡан. Һуғыштарҙа имен ҡал­ған. Әммә уның үлем сәғәте килеп еткән. Күлсәнең ырыуҙаштары ике көн, ике тән буйына һуҙылған тә­рән ҡайғыға сумғандар, ә өсөнсө көндө батырҙы ер­ләргә йыйылғандар. Боронғо йола буйынса, юл­баш­сының мәйетен һуңғы юлға Инәсәй йылғаһының текә, ҡабырый ярҙары буйлатып алып барғандар – мәр­хүм­дең йәне юғарынан йылға-әсә Инәсәй менән хуш­лашһын өсөн шулай эшләгәндәр улар. Ә бит «инә» – әсә, «сәй» – йылға үҙәне тигән һүҙ. Юлбашсы йә­не­нең һуңғы тапкыр Инәсәй тураһындағы ошо йыр­ҙы йыр­лауын теләгәндәр ырыу­ҙаштары:

Һинән дә киң йылға бармы, Инәсәй,
Һиндәй яҡын ерҙәр бармы, Инәсәй?
Һинән тәрән ҡайғы бармы, Инәсәй?
Һинән иркен ирек бармы, Инәсәй?

Һиндәй үк киң йылға юҡ ул, Инәсәй,
Һиндәй яҡын ерҙәр юҡ ул, Инәсәй,
Һинән тәрән ҡайғы юҡ ул, Инәсәй,
Һинән иркен ирек юҡ ул, Инәсәй.

Зыярат суҡыһындағы асыҡ ҡәбер янында батырҙы баш осона күтәреп, уға донъяның дүрт яғын күрһә­тергә тейеш булғандар: «Бына һинең йылғаң. Бына һинең күгең. Бына һинең ерең. Бына һинең менән бер та­мырҙан тыуған беҙ. Бөтәбеҙ ҙә һине оҙатырға кил­дек. Тыныс йоҡла». Киләсәк быуындарға иҫтәлек итеп, батырҙың ҡәберенә тораташ ҡуйғандар.
Ерләү көндәрендә бөтә ҡәбилә кешеләренең тир­мәләрен яр буйына теҙеп ҡорғандар: батырҙың кәүҙәһен ерләргә алып барған саҡта, һәр бер ғаилә үҙ тирмәһенең тупһаһында, ҡайғылы аҡ әләмен ергә эйеп, шул уҡ ваҡытта сеңләй-сеңләй илап, бөтәһе ме­нән бергә киләһе тирмәгә тиклем ары барһын, был тирмәлә лә йәнә таҡмаҡлай-таҡмаҡлай илаһындар, ҡайғылы аҡ әләмдәрен ергә эйһендәр, шул килеш юл­дың аҙағына саҡлым, тап зыярат суҡыһына тиклем бар­һындар өсөн шулай эшләгәндәр.
Шул көндә иртәнсәк, бөтә әҙерлектәр бөткәс, ҡояш инде көндөҙгө юлына сыҡҡан. Таяҡ башына ат ҡой­роғо тағылған бунчуктар, батырҙың яу ҡорал­да­ры – һөңгө менән ҡалҡандары тышҡа сығарыл­ған. Уның аты өҫтөнә ерләү япмаһы ҡапланған, һорнай­сы­лар һу­ғышсан һорнай уйнарға, барабансылар бара­бан ҡа­ғырға әҙерләнгәндәр – урмандар сайҡалыр­лыҡ, һа­уаға күтәрелеп осҡан ҡоштар шау-гөр килеп өйө­рө­лөрлөк, шырлыҡтарҙа ырылдап ҡырағай йырт­ҡыс­­тар йүгерерлек, үләндәр ергә һыйынырлыҡ, ҡая­лар­ҙа ша­ңдауҙар гөрләп торорлоҡ, тауҙар ҡал-ты­ра­нырлыҡ итеп уйнарға йыйынған улар. Сең­ләү­селәр, Күл­сә батырҙы юҡһынып күҙ йәштәре менән йыр­лар өс­өн, сәстәрен туҙҙырғандар. Батырҙың үлек, кәүҙә­һен ба­­­­ҙыҡ иңбаштарына күтәрер өсөн, егет­тәр һы­ңар ту­быҡ­лана төшкәндәр. Батырҙы сы­ға­рырға бө­тәһе әҙер тор­­ғандар. Урман ситендә, иҫкә алыу мәж­ле­сенә ҡо­р­бан итеп салыр өсөн, туғыҙ бе­йә, туғыҙ үгеҙ, туғыҙ ҡуй бәйле торған.
Тап шул ваҡыт көтөлмәгән хәл килеп тыумаһынмы! Инә­сәй кешеләре элек үҙ-ара нисек кенә дош­ман­лаш­маһын, әммә юлбашсыларҙы ерләгән көндәрҙә күр­шеләренә яу менән барыу ғәҙәте булмаған. Ә был юлы ҡайғыға сумған ҡырғыҙҙарҙың йәйләүен таң атыр алдынан һиҙҙермәй генә ҡамап алған дош­ман­дар өйөрө үҙҙәре йәшеренгән һәр тарафтан шундай ҡапыл килеп сыҡҡандар, бер кем дә эйәренә атла­ныр­ға, берәү ҙә ҡоралға тотонорға өлгөрә алмаған. Шул ваҡыт бығаса күрелмәгән ҡот осҡос ҡырылыш баш­ланып китмәһенме! Бөтәһен дә бер юлы үлтер­гәндәр. Ҡыйыу ҡырғыҙҙар ҡәбиләһен бер һуғыуҙа юҡ итер өсөн, дошмандар шулай уйлап сығар­ғандар. Был йыртҡыслыҡ тураһында бер кем дә хәтер­лә­мәһен, үс алырлыҡ берәү ҙә ҡалмаһын, үткәндең эҙен ва­ҡыт һары ҡом менән күмһен өсөн, һәммәһен дә бер рәттән үлтергәндәр. Бар ине – юҡ инде...
Кешене тыуҙырып үҫтереү генә оҙаҡ, ә үлтереүе – һә тигәнсе. Күптәре инде тураҡланып, ергә ауған, бай­тағы, һөңгө, ҡылыстарҙан ҡасып, Инәсәй тул­ҡы­ны­­на ташланып һәләк булған. Ялҡын ялмап алған ҡыр­ғыҙ тирмәләре текә яр һәм ҡабрыйҙар буйлап оҙ­аҡ йөҙгәндәр. Бер кем дә ҡасырға өлгөрә ал­маған, берәү ҙә тере ҡалмаған. Бөтә нәмә ҡыйратыл­ған, үр­тәлгән, һәләк булған кешеләрҙең тәндәрен текә яр­ҙан Инәсәйгә ырғытҡандар. Баҫҡынсылар: «Инде был ер беҙҙеке! Хәҙер был урмандар ҙа, мал-тыуарҙар ҙа беҙҙеке!» – тип тантана иткәндәр.
Дошмандар бай табыш менән киткән, тик урман­дан ике баланың – бер малай менән бер ҡыҙҙың ки­ре ҡайтыуҙарын ғына күрмәгәндәр улар. Тың­лау­һыҙ, шаян был балалар әле иртәнсәк үк, ата-әсәһенән йә­ше­ренеп, моҙғаға туҙ һыҙырырға тип, урманға кит­кән­дәр икән. Улар унда уйынға мауығып йөрөй тор­ғас, урман төпкөлөнә барып инеүҙәрен үҙҙәре лә һиҙ­­мәгәндәр. Ә ҡырылыш ваҡытында ҡупҡан шау-шыу­­ҙы, ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишетеп, кире әй­лә­неп ҡайтһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: ата­ла­рын да, әсәләрен дә, ағай-эне, апай-һеңлеләрен дә тере килеш таба алмағандар. Балалар туған-тыу­ма­саһыҙ, ҡәрҙәш-ырыуһыҙ тороп ҡалған. Улар кәлгә әй­ләндерелгән өйҙән өйгә илай-илай йүгергәндәр, лә­кин бер ҡайҙа ла бер йән эйәһен дә күрә алма­ғандар. Ана шулай был донъяла япа-яңғыҙ, етем то­роп ҡалғандар. Ә алыҫта туҙан болото күтәрелгән – дош­мандар ҡанлы яуҙа баҫып алған мал-тыуар өйөр­ҙәрен үҙ төйәктәренә табан әйҙәгәндәр.
Балалар ат, дөйә тояҡтары аҫтынан күтәрелгән ту­ҙанды күреп ҡалғандар ҙа шунда табан ташлан­ғандар. Илай-илай ҡысҡырып, яуыз дошмандар ар­тынан йүгергән улар. Бары тик балаларҙың ғына шу­лай эшләүе мөмкин. Үлтереүселәрҙән ҡасыу урынына уларҙы ҡыуып етмәксе булғандар. Бары тик япа-яңғыҙ тороп ҡалмаҫ өсөн, ҡәһәрле ҡыйралыш урынынан арыраҡ китер өсөн генә шулай эшләгән улар. Малай ме­нән ҡыҙ етәкләшеп ҡыуғын артынан абына-һөрөнә йүгергән, уларҙың көтөп тороуҙарын, үҙҙәре менән алып китеүҙәрен үтенгәндәр. Әммә быларҙың хәлһеҙ та­уыштарын шау-гөр, аттар кешнәүе, тояҡтар тупыл­дауы аша кем генә ишетһен инде!
Өмөтһөҙләнгән малай менән ҡыҙ оҙаҡ йүгергән. Лә­кин барыбер ҡыуып етә алмағандар. Ә шунан хәл­һеҙләнеп ергә ауғандар ҙа тирә-яҡтарына ҡарар­ға ла, ҡуҙғалырға ла ҡурҡҡандар. Бер-береһенә һы­йын­ған­дар ҙа йоҡлап китеүҙәрен дә һиҙмәгәндәр.
«Етем тиреһе ете ҡат» тңп юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Төндө имен-аман үткәргәндәр. Йыртҡыстар уларға тей­мәгән, урман албаҫтылары ла алып китмәгән үҙҙә­рен. Улар уянған саҡта, инде таң атҡан, ҡояш ҡалҡ­ҡан, ҡоштар һайраған. Балалар урындарынан тор­ғандар ҙа йәнә ҡыуғын артынан эйәргәндәр. Юл­да еләк, тамыр аҙыҡтар йыйып ашағандар. Улар шу­лай, өсөнсө тәүлек тигәндә, бер тау башында туҡ­та­ғандар. Ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: тү­бәндә, иркен йәшел туғайлыҡта, ҙур туй бара. Ни­сәмә тирмә ҡоролған – бихисап, нисәмә усаҡ яна – би­хисап, усаҡтарҙы уратып ултырған ни саҡлы ха­лыҡ – бихисап! Ҡыҙҙар сәңгелдәктә бәүеләләр ҙә йыр­лайҙар. Бәһлеүәндәр, халыҡтың күңелен күтәреп, бөр­көттәр кеүек өйрәләп йөрөйҙәр ҙә бер-береһен ергә быраҡтыралар. Баҡтиһәң, баяғы дошмандар еңеү туйын байрам итәләр икән.
Малай менән ҡыҙ, яҡын барырға баҙнат итмәй, тау ба­шын­да баҫып торғандар. Әммә шундай тәмле ҡур­лаҡ ит, икмәк, йыуаса еҫе аңҡыған усаҡтар янына бик тә барғыһы килгән шул уларҙың.
Түҙемлектәре етмәгән балалар тауҙан төшә баш­лағандар. Хужалар, килмешәктәрҙе күреүгә ғә­жәп­ләнеп, уларҙы шунда уҡ уратып алғандар ҙа шау-гөр килеп һорашырға тотонғандар:
– Һеҙ кемдәр?
– Ҡайҙан?
– Беҙ бик асыҡҡанбыҙ, – тип яуап ҡайтара малай менән ҡыҙ, – беҙгә ашарға бирегеҙсе.
Тегеләр һөйләшеүҙәренән быларҙың кемдәр икә­нен шунда уҡ аңлап алғандар. Ығы-зығы ҡупҡан, шау-гөр килә башлағандар. Был дошман тоҡомон хәҙер үк үлтерергәме әллә ханға илтергәме, тип бәхәс­лә­шер­гә тотонғандар. Улар ошолай һүҙ көрәштергән арала ниндәйҙер йомшаҡ күңелле бер ҡатын бала­лар­­ға берәр киҫәк бешкән ит биреп тә өлгөргән. Улар­ҙы ханға илтергә һөйрәкләй башлағандар ҙа, ба­лалар ашауҙан айырыла алмайҙар икән. Ишек ал­дында көмөш айбалта тотоп һаҡсылар торған бе­йек ҡыҙыл тирмәгә илткәндәр уларҙы.
Ә шул ваҡыт бында ҡайҙандыр билдәһеҙ ҡырғыҙ ба­лалары килеп сыҡты тигән хәбәр таралып та өл­гөргән. Был ни тигән һүҙ? Бөтәһе лә үҙҙәренең уйын-көл­кө, туйҙарын ҡалдырып, ҙур төркөм булып, хан тир­мә­һен һәр тарафтан һырып алғандар. Ә хан был сә­ғәттә үҙенең атаҡлы һуғышсылары менән ҡар төҫлө ап-аҡ кейеҙ өҫтөндә ҡупрайып ултырған. Бал менән шәрбәтләнгән ҡымыҙ эсеп, маҡтау йырын тыңлап кү­ңел асҡан. Инде хан, уға ни йомош менән кил­гән­дәрен белгәс, пыр туҙып китмәһенме: «Мине бор­сор­ға ҡалай баҙнат иттегеҙ?! Беҙ әшәке ҡырғыҙҙар то­ҡомон ҡырып бөтөрмәнекме ни әле? Мин һеҙҙе Инәсәйҙең мәңгелек хужалары яһаманыммы ни? Ни­ңә йыйылдығыҙ һеҙ, ҡурҡаҡ йәндәр? Күрегеҙ, кем һеҙ­ҙең алда! Эй, Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ! – тип ҡыс­ҡырып ебәргән хан. Ә ҡарсыҡ халыҡ араһынан килеп сыҡҡас, уға ҡарап: «Бынауҙарҙы тайгаға алып бар ҙа ҡырғыҙ тоҡомон бөтөнләй юҡ итеү сараһын күр: улар­ҙы хәтерләүсе лә булмаһын, исемдәре лә мәңгегә онотолһон! Бар, Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ, мин нисек бо­йорһам, шулай эшлә!..»
Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ өндәшмәй генә буйһоноп, ма­лай менән ҡыҙҙы етәкләп, ары алып киткән. Урман эсенән оҙаҡ барған улар, ә шунан Инәсәй йыл­ға­һы­ның текә ярына барып сыҡҡандар. Ошонда Быжыр Аҡ­һаҡ Ҡарсыҡ туҡтап ҡалған да малай менән ҡыҙҙы текә яр ситенә баҫтырған, һәм уларҙы түбәнгә этеп тө­шөрөрҙән алда:
– О бөйөк йылға Инәсәй! – тигән ул. – Әгәр ҙә тау­ҙы һинең төбөңә ырғытһаң, тау таш кеүек юҡҡа сы­ғыр. Әгәр ҙә йөҙйәшәр ҡарағайҙы ташлаһаң, юныс­ҡы һымаҡ ағып китер ине. Ике бәләкәс кенә сабыйҙы — ике кеше балаһын үҙ ҡуйыныңа алсы! Уларға ерҙә урын юҡ. Миңә һөйләп торорғамы ни һиңә, Инәсәй? Әгәр ҙә йондоҙҙар кешегә әүерелә торған булһа, уларға күк тә етмәҫ ине. Ә балыҡтар кешегә әйләнә икән, уларға йылғалар ҙа, диңгеҙ ҙә етмәйәсәк. Һиңә ни­мәһен һөйләп торорға инде, Инәсәй! Ҡабул ит тә алып кит был тәнәйҙәрҙе. Улар, кешеләрҙең инте­геү­ҙә­рен белмәһендәр, аҙаҡтан үҙҙәре лә кешеләрҙе яфаламаһындар өсөн, уҫал уй һәм яман эштәр менән йөҙ­ҙәренә ҡара яҡмаҫ борон, аҡ күңел, сабыйҙарса саф выждан менән бала саҡта уҡ беҙҙең был фани донъяны ташлап китә бирһендәр әйҙә. Алсы үҙҙәрен! Ал, бөйөк Инәсәй!..
Малай менән ҡыҙ үкһеп-үкһеп илай башлай. Текә ярҙан түбәнгә ҡарауы ла ҡот осҡос саҡта, ҡарсыҡтың һүҙ­ҙәрен тыңлай буламы һуң улар! Тәрәнлектә ярһыу тулҡындар тәгәрәй.
– Ҡосаҡлашығыҙ, балаҡайҙар, һуңғы тапҡыр хуш­ла­шығыҙ, – ти Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ. Ә уларҙы һыуға таш­лар өсөн уңайлыраҡ булһын өсөн, үҙе еңдәрен һыҙ­ғана ла былай тип өҫтәй: – Йә, ғәфү итегеҙ инде ми­не, балаҡайҙар. Тимәк, яҙмышығыҙ шулайҙыр.
Уның шулай тип әйтеүе булған, яҡында ғына бер тауыш яңғыраған:
– Сабыр итсе, оло, аҡыллы ҡатын, ғәйепһеҙ бала­ларҙы харап итмәсе!
Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ боролоп ҡараған да хайран ҡал­ған, ни күҙе менән күрһен: алдында бер инә бо­лан баҫып тора. Күҙҙәре уның шундай ҙур битәрләү менән бойоҡ ҡарайҙар. Ә болан үҙе аҡ ҡуян ке­үек ап-аҡ, ҡорһағы, бәләкәс дөйә балаһыныҡы төҫлө, бу­рыл йөн менән ейәкләнгән. Мөгөҙҙәре иҫ киткес ма­тур – көҙгө ағастың ботаҡтары һымаҡ тарбаҡай. Ә еле­не бала имеҙгән ҡатындың күкрәге кеүек саф һәм шып-шыма.
– Кем һин? — тип һораған Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ унан. – Ниңә һин кеше теле менән һөйләшәһең?
– Мин Болан-Әсә булам, – тип яуап ҡайтарған бо­лан. – Миңе аңламаҫһың, тыңламаҫһың тип шулай һөй­ләшәм.
– Ни теләйһең, Болан-Әсә?


Н. Иҙелбай тәржемәһе.

Дауамы бар.

– Балаларҙы ебәр, оло, аҡыллы ҡатын. Үтенеп һо­ра­йым һинән, миңә бир үҙҙәрен.
– Һиңә нимәгә кәрәк улар?
– Кешеләр минең игеҙәк ике баламды үлтерҙе. Мин үҙемә балалар эҙләйем.
– Һин уларҙы аҫрамаҡ булаһыңмы?
– Эйе, оло, аҡыллы ҡатын.
– Ә һин тәүҙә яҡшылап уйланыңмы? – тип көлгән Бы­жыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ. – Улар бит кеше балалары. Улар үҫкәс, һинең болан балаларыңды үлтерәсәк.
– Улар үҫкәс, минең балаларымды үлтермәйә­сәк, – тип яуап ҡайтарған инә болан. – Мин уларға әсә булам, ә улар минең балаларым булыр. Үҙ ағай-эне һәм апа-һеңлеләрен үлтерерҙәрме ни улар?
– Оһ, юҡты һөйләмә, Болан-Әсә, һин әле кешеләр­ҙе белмәйһең! – тигән Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ. – Улар ур­ман кейектәрен генә түгел, бер-береһен дә аямай­ҙар. Минең был һүҙҙәремдең хаҡлығын һуңынан үҙең бел­һен өсөн, был етемдәрҙе мин һиңә бирер инем дә, ләкин бит һиндәге был балалар­ҙы ла кешеләр, үл­те­рәсәк. Ниңә һиңә үҙ башыңа шул хәтле ҡайғы алырға?
– Мин ул балаларҙы бик алыҫҡа алып китәсәкмен, унда уларҙы бер кем дә таба алмаясаҡ. Ҡыҙғансы был тәнәйҙәрҙе, оло, аҡыллы ҡатын, ебәрсе үҙҙәрен. Мин уларға тоғро әсә буласаҡмын... Минең еленем тирткән, һөтөм илай-илай балалар һорай.
Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡ йәнә бер аҙ уйлап алған да:
– Әләйһә, ярар инде, ал, – тигән, – тик бынан йә­һә­терәк алып кит үҙҙәрен. Етемдәрҙе үҙеңдең алыҫ тө­й­әгеңә илт. Ә улар юлда һәләк булалар икән, ос­ра­ған юлбаҫарҙар үлтерә икән үҙҙәрен, был кеше ба­лалары һуңынан һинең изгелегең өсөн яуызлыҡ менән яуап ҡайтаралар икән, үҙеңә үпкәлә.
Быжыр Аҡһаҡ Ҡарсыҡҡа рәхмәт әйткән дә Болан-Әсә, малай менән ҡыҙға ҡарап:
– Хәҙер инде мин һеҙҙең әсәгеҙ, ә һеҙ минең ба­ла­ла­рым, – тигән. – Мин һеҙҙе алыҫ-алыҫҡа алып ки­тәм, һырттарында ҡар ятҡан урманлы тауҙар ара­һын­да эҫе диңгеҙ – Ысыҡкүл булыр.
Малай менән ҡыҙ бик ҡыуанған да Мөгөҙлө Бо­лан-Әсә артынан йүгерә-атлай эйәреп киткән. Лә­кин, бара торғас, улар арып, хәлдән тайғандар. Ә юл – донъяның бер осонан икенсе осона ҡәҙәр – бик алыҫ булған. Әгәр ҙә Мөгөҙлө Болан-Әсә улар­ҙы үҙ һө­тө менән туйындырып, төндәрен үҙ тәне, ме­нән йы­лыт­маһа, балалар йыраҡ китә алмаҫ ине. Бик оҙаҡ бар­ғандар улар. Иҫке тыуған ерҙәре – Инәсәй һа­ман алыҫлашып артта ҡалған, әммә яңы тыуған ил­дәре – Ысыҡкүл дә әле бик алыҫ булған. Ҡара урмандар аша, томра далалар, ишелеп ятҡан ҡомлоҡтар буй­лап, бейек тауҙар һәм ағын йылғалар аша йәй һәм ҡыш, яҙ һәм көҙ, йәнә йәй һәм ҡыш, тағы ла яҙ һәм көҙ буйы үткән улар. Арттарынан бүре өйөрҙәре ҡыуған, тик Мөгөҙлө Болан-Әсә, балалар­ҙы һыртына ултыртып, яуыз йыртҡыстарҙан ары алып киткән.
Улар артынан: «Инә болан кеше балаларын урла­ған! Тотоғоҙ! Эләктерегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, ук-һаҙаҡлы һунарсылар ҙа ҡыуған һәм ҡыуалатып уҡ ат­ҡандар; был көтөлмәгән «ҡотҡарыу­сыларҙан» да ба­лаларҙы алып ҡасҡан Мөгөҙлө Болан-Әсә. Ул уҡ­тан да йылдам елгән: «Ныҡ тотоноп ултырығыҙ, ба­ла­ҡайҙарым. Ҡыуғын килә!» – тип шыбырлаған.
Ахыр сиктә, Мөгөҙлө Болан-Әсә шулай ҙа үҙ ба­ла­ла­рын Ысыҡкүлгә килтереп еткергән. Улар инде тау ба­шында баҫып торғандар ҙа, хайран ҡалып, тирә-яҡҡа күҙ һалғандар. Ҡайҙа ҡарама, унда – ҡар­лы тау һырт­тары, ә йәшел урманға күмелгән тауҙар ара­һын­да икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ сайпылып ята. Зәңгәр һыу өҫтөндә тулҡындар йүгерә, ел уларҙы алыҫтан ҡыуып кил­терә лә йәнә алыҫҡа ҡыуа. Ысыҡкүлдең ҡайҙан баш­ланып, ҡайҙа бөткәнен дә белмәҫһең. Бер яҡ си­тен­дә ҡояш ҡалҡҡанда, икенсе яғында әле төн. Ысыҡ­күл тирә-яғында нисәмә тауҙар һерәйеп тора – бихи­сап, ә ул тауҙар артында – шундай уҡ ҡарлы бе­йек тауҙар, уларҙың да иҫәп-хисабы юҡ.
– Һеҙҙең яңы тыуған илегеҙ бына ошо булыр, – тигән Мөгөҙлө Болан-Әсә. – Ер һөрөп, балыҡ тотоп, мал үрсетеп, ошонда ғүмер итегеҙ. Үҙ-ара татыу ғына мең йылдарса йәшәй бирегеҙ, һеҙҙең нәҫелегеҙ да­уам итһен дә ишәйһен. Нәҫел-нәсәптәрегеҙ һеҙҙең бын­да килтергән телегеҙҙе онотмаҫ, уларға үҙ телдә­рен­дә һөйләшеү һәм йырлау рәхәт булһын әйҙә. Ке­ше­ләр ҡалай йәшәргә тейеш булһа, шулай йәшәгеҙ. Ә мин һеҙҙең менән һәм балаларығыҙҙың балалары менән мәңге бергә булырмын...
Бына шулай итеп, малай менән ҡыҙыҡай, ҡыр­ғыҙ­ҙар ҡәбиләһенең иң һуңғы балалары, хәйер-фа­тихалы мәңгелек Ысыҡкүлдә үҙҙәренә яңы тыуған ил тапҡандар.
Ваҡыт тиҙ үткән. Малай — баҙыҡ ир-егет, ә ҡыҙ өл­гө­рөп, һомғолланып, буй еткәндәр. Шул ваҡыт ул­ар өй­ләнешкәндәр ҙә ирле-ҡатынлы булғандар. Ә Мө­гөҙлө Болан-Әсә, Ысыҡкүлде ташламай, ошонда­ғы урмандарҙа йәшәгән, ти.
Берҙән-бер ваҡыт Ысыҡкүл ҡапыл шау-гөр килеп ҡо­торонорға тотонмаһынмы! Ауырлы йәш ҡатын бала та­ба башлаған да бик яфалана икән. Ә ҡото алынған ире ҡая таш башына менгән дә ҡысҡыра башлаған:
— Ҡайҙа һин, Мөгөҙлө Болан-Әсә?! Ысыҡкүлдең ҡа­лай шаулауын ишетәһеңме? Һинең ҡыҙың бала та­ба. Тиҙерәк килеп етсе, Мөгөҙлө Болан-Әсәкәй, бу­лышсы беҙгә!..
Шул ваҡыт алыҫтан яңғырауыҡлы тауыш ише­тел­гән, әйтерһең дә, каруандар ҡыңғырауы сыңғыр­лай­мы ни? Һаман яҡынлай килгән был сыңлау. Оҙаҡ­ла­май Мөгөҙлө Болан-Әсә үҙе лә килеп еткән. Бау ме­нән мөгөҙҙәренә элеп, сабыйҙар сәңгелдәге килтер­гән ул. Сәңгелдәк аҡ ҡайындан яһалған, ә бауында бә­ләкәс кенә көмөш ҡыңғырау сыңғырлай икән. Ысыҡ­күл сәңгелдәктәрендә ошо көнгә ҡәҙәр сыңлап то­ра ул ҡыңғырау, әйтерһең дә, алыҫтан Мөгөҙлө Бо­лан-Әсә елеп килә, ашыға, мөгөҙҙәрендә ҡайын сәң­гелдәк бәүелә...
Мөгөҙлө Болан-Әсәнең килеп етеүе булған, ҡатын шунда уҡ бушанған.
– Был сәңгелдәк һеҙҙең баш балағыҙ өсөн, – тигән Мө­гөҙ­лө Болан-Әсә. – Һәм һеҙҙең балаларығыҙ күп: ете улығыҙ, ете ҡыҙығыҙ буласаҡ!
Ата менән әсә бик ҡыуанған. Был баш балаһына улар Мөгөҙлө Болан-Әсә хөрмәтенә Бүгүбай тип исем биргән. Бүгүбай, үҫеп буйға еткәс, Ҡыпсаҡ ҡә­би­ләһенән һылыу кәләш алған. Шулай итеп, Бүгү ыры­уы – Мөгөҙлө Болан-Әсә ырыуы һаман ишәйә бар­ған. Ысыккүлдәге был Бүгү ырыуы ҙур һәм көслө ырыу булып киткән. Бүгүҙәр Мөгөҙлө Болан-Әсәне иң изге әсә итеп хөрмәтләгәндәр. Бүгүҙәрҙең тир­мә­ләрендә ишек башына болан мөгөҙө сигеп ҡуйыр бул­ғандар: был тирмә Бүгү ырыуыныҡы икәне алыҫтан ук күренеп торһон өсөн шулай эшләгәндәр. Бүгүҙәр дош­ман яуын ҡайтарған саҡта йәки бәйгелә ат са­быштырғанда «Бүгү!» тип оран һалыр булғандар, һәм һәр ваҡытта бүгүҙәр еңеүсе булып сыҡҡан. Ә Ысыҡ­күл урмандарында ул саҡта мөгөҙлө боландар гиҙеп йө­рөгән, уларҙың матурлығына күктәге йондоҙҙар көн­ләшкән. Улар Мөгөҙлө Болан-Әсәнең балалары бул­ған. Уларға бер кем дә теймәгән, берәү ҙә рән­йет­мәгән. Боланды күреүгә, бүгүнле, уға юл биреп, эйә­ренән төшөр булған, һөйгән ҡыҙҙарының һы­лыу­лы­ғын аҡ болан һылыулығы менән сағыштыр­ғандар...
Бер бик бай, бик атаҡлы бүгүнле үлгәнсе, гел шу­лай булған. Был байҙың ҡуй-һарыҡтары йөҙәрләгән мең баш, йылҡылары ла, шул хәтлем күп булған, ә тирә-яҡтағы бөтә кешеләр унда көтөүсе булып тор­ғандар. Бик ҙур иҫкә алыу мәжлесе ойошторғандар уның уландары. Был мәжлескә улар ер йөҙөнөң һәр тарафынан иң атаҡлы кешеләрҙе саҡырғандар. Ысыҡ­күл яры буйында ҡунаҡтар өсөн бер мең бер йөҙ тирмә ҡорғандар. Бында күпме мал һуйылған, күп­ме ҡымыҙ эселгән, күпме Ҡашғар ашы ашалған — һанап бөткөһөҙ. Байҙың уландары, үҙҙәрен әллә кем­гә ҡуйып, эре генә йөрөгәндәр: йәнәһе, мәр­хүм­дең ниндәй бай һәм йомарт вариҫтары ҡалыуын, ата­һының иҫтәлеген ихтирам менән ниндәй ҡәҙер-хөр­мәт итеүҙәрен кешеләр күрһендәр әйҙә... («Э-э улым, кешеләр аҡылы менән түгел, байлыҡтары менән маҡтана икән, был бик яман»).
Ә мәрхүмдең уландары бүләк иткән арғымаҡтарға атланып, ары-бире елеп йөрөгән йырсылар, шулай ук бүләк ителгән ҡама бүректәр, ебәк сапандар менән ҡупшыланып, мәрхүмде лә, вариҫтарын да кем уҙарҙан маҡтарға тотонғандар.
– Ҡояш аҫтында бындай бәхетле тормошто, бындай мул һый-хөрмәтле иҫкә алыуҙы тағы ла ҡайҙа күрергә мөмкин һуң? – тип йырлай береһе.
– Донъя яралғаны бирле, бындайҙы кем күргәне бар?! – тип йырлай икенсеһе.
– Бер ҡайҙа ла түгел, тик беҙҙә генә ата-әсәләрен шулай хөрмәт итәләр. Уларҙың изге исемдәрен, иҫтәлектәрен һәм данын мәңгеләштерәләр! — тип йырлай өсөнсөһө.
– Эй, йырсы-сәсәндәр, ниңә бында шау-гөр килә­һе­геҙ?! Был йомартлыҡҡа тиң булырлыҡ, мәрхүмдең да­нына лайыҡ һүҙҙәр бармы икән һуң был донъя­ла?! – тип йырлай дүртенсеһе.
Шулай, көнө-төнө әйтешеп, ярышҡандар улар. («Э-э улым, йырсылар ҡоро һүҙ менән ярышалар икән, бик яман, йырсынан улар йырсының дошма­ны­на әйләнәләр».)
Был атаҡлы иҫкә алыу мәжлесен бер нисә көндәр бу­йы байрам иткәндәр. Үҙҙәренең даны бөтә ер йө­ҙө­нә таралһын өсөн, байҙың маҡтансыҡ уландары, бө­тәһенең дә күҙҙәрен томалап, был донъяла һәм­мә­һенән дә бик өҫтөн булғылары килгән. Шул ваҡыт улар, был мазар Мөгөҙлө Болан-Әсә ырыуының ола­та­һыныҡы икәнлекте бөтәһе лә белһен өсөн, ата­һы­ның ҡәбере өҫтөнә болан мөгөҙө ҡуйыуҙы уйлап сы­ғармаһындармы! («Э-э улым, боронғо ҡарттар, бай­лыҡ маҡтансыҡтар тыуҙыра, тигәндәр. Эре­лә­неү – аҡылһыҙлыҡ билдәһе ул».)
Байҙың уландары атаһының иҫтәлегенә бығаса ише­телмәгән ошо хөрмәтте күрһәтергә теләгәндәр һәм уларҙы бер ни ҙә туҡтата алмаған. Әйтелгән – эш­ләнгән. Урманға һунарсылар ебәргәндәр, ҙә, улар бо­ланды үлтереп, мөгөҙөн киҫеп алып ҡайтҡандар. Ә мөгөҙ, осоп йөрөгән бөркөт ҡанатындай, бик оҙон бул­ған. Уландарға болан мөгөҙө бик оҡшаған. Һәр бе­реһе ун һигеҙәр тармаҡлы булған, – тимәк, болан ун һигеҙ йыл йәшәгән. Бик һәйбәт! Уландары, оҫта­лар саҡырып, мөгөҙҙө мазар өҫтөнә ҡуйырға ҡуш­ҡан­дар.
Ҡарттарҙың быға бик эсе бошҡан:
– Кем рөхсәте менән боланды үлтерҙегеҙ? Мө­гөҙ­лө Болан-Әсә нәҫеленә ҡул күтәрергә кем баҙнат ит­те?
Ә байҙың вариҫтары:
– Болан беҙҙең ерҙә үлтерелде, – тип яуап ҡай­тар­­ғандар. –Беҙ биләгән ерҙә себендән алып дөйәгә ҡә­ҙәр йөрөгән, шыуышҡан, осҡан терек­лек­тәр­ҙең бө­тә­һе лә беҙҙеке ул. Улар менән ни эшләргә икән­лек­те беҙ үҙебеҙ беләбеҙ. Үксәгеҙҙе күтәрегеҙ бы­нан!
Бай ялсылары, ҡарттарҙы ҡамсылап, артҡа ҡа­ра­тып аттарға атландырғандар ҙа хурлап ҡыуып ебәр­гәндәр.
Бөтәһе лә ошонан башланып киткән дә инде... Мө­гөҙ­лө Болан-Әсә тоҡомоноң өҫтөнә оло бәлә төш­кән, һәр кем тип әйтерлек урмандарҙа аҡ болан­дар­ҙы аулай башлаған. Бүгү ырыуының һәр береһе ола­таһының ҡәбере өҫтөнә болан мөгөҙө ҡуйҙырыу­ҙы үҙе­нең бурысы итеп алған. Был эш инде мәрхүмдең иҫтә­леген ихтирам итеү тип иҫәпләнгән. Ә болан мө­гө­ҙө таба алмаусыны инде кешегә лә һанамағандар. Бо­лан мөгөҙө менән һатыу итә башлағандар. Мө­гөҙ­лө Болан-Әсә ырыуынан болан мөгөҙө табып, уны аҡ­саға һатыуҙы кәсеп итеп алған бәндәләр ҙә күренә баш­лаған. («Э-э, улым, аҡса булған ерҙә яҡшы һүҙгә лә, матурлыҡҡа ла урын юҡ».)
Ысыҡкүл урмандарында боландар әсән һәләкәтле за­ман башланған. Уларҙы аяусы булмаған. Болан­дар кеше аяғы баҫмаған ҡаялар араһына ҡасҡандар, тик унан да табып алыр булғандар. Боландарҙы аң­дып ултырған уҡсылар алдына өркөтөп сығарһындар өсөн, улар өҫтөнә һунар эттәре тубын ебәргәндәр. Бо­ландарҙы өйөрө-өйөрө менән бер юлы ҡыр­ған­дар. Кем күп тармаҡлы мөгөҙ таба ала, тип бәхәс­ләш­кәндәр.
Инде боландар юҡҡа сыҡҡан. Тау-урмандар буп-буш ҡалған. Төн уртаһында ла, таң алдында ла бо­ландар тауышы бөтөнләй ишетелмәй башлаған. Ин­де уның мөгөҙҙәрен һыртына йығып сабыуын да, уп­ҡындар аша осҡан ҡош кеүек һикереүен дә, үлән ут­лауын да бер ҡайҙа ла – урманда ла, яланда ла күрә ал­маҫһың. Үҙ ғүмерендә бер тапкыр ҙа болан күрмә­гән кешеләр күбәйгән. Улар бары тик уның хаҡында әкиәттәрҙән генә ишеткәндәр ҙә ҡәберҙәр өҫтөндәге мөгөҙҙәрен генә күргәндәр.
Мөгөҙлө Болан-Әсәгә ни булған һуң?
Рәнйегән ул, кешеләргә бик ныҡ үпкәләгән. Уҡтар ме­нән һунар эттәре боландарға бөтөнләй көн күр­һәтмәй башлағас, улар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡы­на, тороп ҡалғас, Мөгөҙлө Болан-Әсә иң бейек тау башыңа күтәрелгән дә үҙенең аҡтыҡҡы балаларын бейек-бейек артылыштар аша башҡа яҡтарға, бүтән тауҙарға алып киткән.
Бына ниндәй эштәр була ул ер йөҙөндә. Бына әк­иәт тә бөттө. Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юк.
Ә Мөгөҙлө Болан-Әсә, киткән саҡта, башҡаса бын­да бер ваҡытта ла килмәйәсәкмен, тип әйткән...

 

Автор:
Читайте нас