Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Ғинуар 2023, 07:55

Ил ҡото бул, Таңсулпан!

Бөгөн йәш шағирә Таңсулпан Рәсүлдең ғүмер байрамы! Ҡәләмдәшебеҙҙе тыуған көнө менән ҡотлап, барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

Ил ҡото бул, Таңсулпан!
Ил ҡото бул, Таңсулпан!

Таңсулпан... Исеме лә шиғыр, йыр кеүек яңғырай бит уның! Иң тәүҙә ул нәзәкәтле, илаһи, бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәр менән уратып алынған гүзәл зат булып күҙ алдына баҫты. Ә инде ижады менән ныҡлап танышҡас, Таңсулпан Рәсүлде көслө рухлы, төплө фекерле, һоҡланғыс шағирә тип танып белдем. Шиғриәтенең халыҡсанлығы менән дә арбаны ул мине! “Халҡым, илем, телем” тип яҙған ижадсылар былай ҙа һирәк. Ә инде күңелгә үтерлек итеп, ғәфләт йоҡоһонан уятырлыҡ итеп әйтә белгәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Йәш булһа ла, Таңсулпандың өндәшкәне йөрәккә үтеп инә:
Әй, кешеләр! Мин бер тел беләм!
Әлмисаҡтан килә ҡанлы эҙе...
Милләтемдең намыҫында үҙе –
Әй, Бөйөк тел, әй, ғәзиз тел –
Башҡорт теле!
Хәйер, Таңсулпанда батырҙар ҡаны урғы­ғанын ишетә-белә йөрөгәс, уның саялығына, ғорур тәбиғәтенә һис ғәжәпһенмәйем. Үҙ-үҙен алиһә һынында килтереп баҫтырмай ул уҡыусыларына. Көтөлмәгән асыштары менән берсә һоҡландыра, берсә шаңҡыта:
Ә шайтандар мине урланы ла
Изгеләрҙән-изге ожмахтан,
Ебәрҙеләр ергә һынау өсөн,
Шуға ла мин сәйер тыумыштан...
Ҡаҙаҡ далаларында йәшәп, “Уралына Ғилмияза рухын йөкмәп ҡайтҡан” шағирәнең тормош юлы ла, шиғриәте лә үҙенсәлекле. Абына икән, бер кемгә лә бәлә һалмай, тиҙ генә тороп баҫа, кемделер рәнйетте икән, ихласлап ғәфү үтенә. Урты тулы ҡан булһа ла, ситкә төкөрмәй, үҙенән көсһөҙөрәктәргә иңдәрен терәй, юл күрһәтә. Бөрйәндәргә генә хас һутлы теле, яғымлы шиғриәте, матур образдары менән дә ҡыуандыра Таңсулпан.
Яҙмыш йөгөн күрәм иңегеҙҙә,
Ауылыбыҙ һеҙгә таянған.
Олпат һынлы сабыр ағайҙарым
Ныҡлыраҡтыр хатта ҡаянан,
– тип һоҡланыу ҡатыш яҙа ул иңдәрендә күтәреп берсә йөҙйәшәгән бабайҙарҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берсә йәп-йәш сабый­ҙар­ҙы һуңғы юлға оҙатҡан ауылының мыҡты ағайҙары тураһында. “Бит ҡасандыр мин дә һуңғы юлдарымдан барасаҡмын ятып иңегеҙгә”, – тип шомландырып та ҡуя. Һуңғы юлға ағайҙар түгел, ә ваҡыты еткәс, ҡәҙерләп кенә, әйҙә, ҡустыларыбыҙ оҙатһын. Хоҙай Тәғәлә һиңә тулы ижадлы оҙон ғүмер насип итһен, туғаным, сөнки һинең кеүек егеттәргә алыштырғыһыҙ ҡыҙҙар бик-бик кәрәк әле бөгөн илебеҙгә. Үҙең әйтмешләй:
Әсәм дә һин, атам да һин, Башҡортостан,
Ә мин һинең – ил ҡотайтыр сая ҡыҙың...
Илебеҙҙе ҡотайтыр өсөн һинең кеүек ҡыҙ­ҙар иңенә һалынасаҡ йөктәр киләсәктә лә би­хи­сап буласаҡ. Фекерең һәр саҡ шулай тос, күңелең – яҡты, рухың ныҡлы булһын!

Зөлфиә ХАННАНОВА. 


* * *
Мин бит яралғанмын, Башҡортостан,
Һинең мамыҡ ҡара тупрағыңда.
Туйынғанмын ҡайнар ҡояшыңдың
Ялҡындарын эсеп ҡосағыңда.

Мин бит ләйсән ямғыр менән яуҙым
Ыуыҙ ғына сабый йәйҙәреңдә.
Күктәреңде ярып, бөркөттәрҙәй,
Ғорурлыҡты яҙҙым йөҙҙәреңдә.

Һин бит үҙең мине тыуҙырғайның,
Шаңдау һалып оҫҡоп ҡаяларҙа.
Елдәрҙе лә уҙып, айбарланып,
Етеҙлегем елде ҡоралайҙа.
Йондоҙ булып күктә ҡабынғанда
Һағыштарын йыйҙым да Саҡ-Суҡтың,
Иманылай күреп ҡуша яндым
Йөрәгемдә янған ҡуҙ-усаҡтың.

Һин бит мине намыҫылай күрҙең,
Күҙ йәшеләй керһеҙ, таҙа тыуҙың.
Әсәм дә һин,
Атам да һин, Башҡортостан,
Ә мин һинең –
Ил ҡотайтыр сая ҡыҙың.
* *.*
Хәҙер... барыһын да онотам да,
Йөрәк һағыштарын юғалтам да,
Күңелдәге ташты бырғатам да,
Китәм!
Йәшәү көтә юл сатында.

Юҡ... Мин ҡайғымдан үлә алмайым,
Заман өсөн әле мин кәрәк тә...
Тормош даръяһының ярһыуҙары
Дауылдарҙай тулай был йөрәктә.

Юлға сығам, яҡты көрәш менән
Камиллыҡтың үҙен, тип, яуларға,
Офоҡтағы ҡайнар шәфәҡтәрҙе
Үҙ һулышым итеп бер һуларға.

Хәҙер... барын онотайым ғына...
Эт типкеһендә йөрөр мин түгел.
Бөйөктәрҙең арттарынан ҡыумам,
Бөйөкләшер ләкин был нур-күңел...

* * *
Ә шайтандар мине урланы ла
Изгеләрҙән-изге ожмахтан,
Ебәрҙеләр ергә һынау өсөн,
Шуға ла мин сәйер тыумыштан...

Шуға ла бит миңә олуғ тормош
Ғәҙәттән тыш ауыр бирелде.
Аңламайса, күтәргәнгә барын,
Саманан тыш күпте күрелде.

Әй, был Донъя, яҡты фани Донъя,
Кемдәр генә һиңә килмәгән,
Бөйөклөгөң танып ғазап сигеп,
Бармы һиңә башын эймәгән?!

Ә мин һиңә күптән башым һалдым,
Ситен күреп ерҙе, һағыштан...
Һынамағыҙ ҡабат, мине бит һуң
Урланылар ғына ожмахтан!
Егеткә

Был донъяла яҡшы аттар ҙа абына,
Ә һин, егет, абындым тип һис ҡайғырма.
Таҙа күлдәк тә бер көн килеп керләнә,
Хаталарың ғибрәт булыр үҙеңә.

Маҡсатыңдан ҡалма тик һин, аҫыл егет,
Биле нығый йөрөгәндең донъя күреп.
Баш осоңда булһын ул үҙ сығарағың,
Рәхмәт әйтер һиңә аҙаҡ балаларың.

Был донъялар ғәҙел түгел барыһына,
Тик һин ышан дөрөҫлөктөң баһаһына.
Һин – тотҡаһы ғәзиз Тыуған еребеҙҙең,
Бүрек булһын башҡайыңда, яулыҡ түгел.

* * *
Ни булһа ла ҡалһын, әйҙә, шулай,
Хаталанмаҫ кеше түгелмен.
Бөгөндәрем мине бер үлтерһә,
Үткәндәрем өсөн мең үлдем.

Ни булһа ла минән екһенмәгеҙ:
Заман өсөн мин бит – йәш бала.
Яң(ы)лышмаһам үҙем был тормошта,
Дөрөҫлөктө миңә кем таба?

Ни булһа ла яң(ы)лыштарым өсөн
Кисерегеҙ, әй һеҙ, Кешеләр!
Тәүге тапҡыр йәшәйем бит ерҙә,
Һәр хаталар минең – тәүгеләр.

Ғилмияза менән Уралыма

(Үткән быуаттарҙа ҡаҙаҡтар тарафынан ҡаҙаҡ далаһында ас бүреләргә ҡалдырып кителгән Башҡорт ҡыҙы Ғилмияза тарихына бәйләп)

Һинһеҙлектән өшөп, Уралҡайым,
Усаҡ яҡтым сығып далаға.
Усағы ла һалҡын тойолғандай
Сит ерҙәге яңғыҙ балаға.

Ҡом-буранлы ажғыр елдәр аша
Сәләм әйттем Тыуған Уралға.
Сәләмдәрем инеп юғалдылар
Бөйөклөгө сикһеҙ далаға.

Үкһеү генә ишетелде миңә,
Таныш үкһеү!..
Дала еленән.
Әйтерһең дә, бөгөн йөрөп ятам,
Ғилмияза, һинең эҙеңдән.

Йөҙәр йылдар элек һин дә шулай
Уралыңды һағынып һыҙландың.
Ҡайтыр ғына көнөң ғәйеп булып,
Ас далала һыҙылып юғалдың.

Йырлай инең өмөтөңдө өҙмәй
Йәш тулғанда һинең күҙҙәргә.
Дала бүреләре аяманы,
Башҡайыңды һалды гүрҙәргә.

Бөгөн мин дә юлға сыҡтым әле,
Күҙҙәремде төбәп Уралға.
Елдәр һөйләй һинең һыҙланыуҙы
Шөбһә һалып ҡайтыр юлдарға:

“...Алыҫ ерҙән балҡып, ай, күренгән
Урал микән, әллә көн микән?..”
“... Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп…”

…Инде миңә үлем-нитем көҫәп,
Оломағыҙ, яуыз бүреләр.
Өшөтмәйҙәр һалҡын усаҡтар ҙа,
Яңғыҙ түгелемде күрәләр.
Яңғыҙ түгел, мин был далаларҙа
Таныш үкһеүҙәрҙе табалдым.
Һиңә ҡайтам, алып ҡайтам һиңә
Ғилмияза Рухын,
Уралым!

* * *
Мин бер тел беләм:
Ер тыуғандан алып
Урал ҡаялары күкрәгенән
Дәһшәтләнеп-сорғоп сыҡҡан тел –
Һәм тыуған тел халҡым йөрәгенән...

Мин бер тел беләм:
Күк булғандан алып
Һабантурғай һауаларға атып,
Сәсрәп сығып һайраған тел –
Һәм оҫҡоған тел ҡарағайҙар үрә ҡатып...

Мин бер тел беләм:
Ил торғандан алып,
Иҙел даръялары ғәйрәтләнеп,
Башҡорт еркәйенә уйып үткән –
Һәм ҡояшҡай офоҡтарын
Һөйгән бер тел шәмәҡләнеп...

Әй, кешеләр, мин бер тел беләм!
Әлмисаҡтан килә ҡанлы эҙе...
Милләтемдең намыҫында үҙе –
Әй, бөйөк тел, әй, ғәзиз тел –
Башҡорт теле!

Ауылдаш ағайҙарға

Яҙмыш йөгөн күрәм иңегеҙҙә,
Ауылыбыҙ һеҙгә таянған.
Олпат һынлы сабыр ағайҙарым
Ныҡлыраҡтыр хатта ҡаянан.

Аҡыллыға ҡушар, кәңәш төйөр
Иҫән булһын сал сәс бабайҙар.
Улар кеүек ауыл төҫө булыр
Үҫеп килә ут күҙ малайҙар.

Нисә быуын килеп-китте инде
Беҙ йәшәгән изге ауылға.
Нисәмәһе беҙҙе һалып китте
Күтәралмаҫ ауыр ҡайғыға.

Ауыр булды, эйе, ҡайғылары:
Китте йәштәр, китте ололар.
Һәр береһен һалып иңдәренә
Оҙаттылар беҙҙең ағайҙар.

Ауыр булды йөкмәп барыуҙары
Йөҙйәшәгән ҡартлас бабайҙы.
Икеләтә ауыр төштө иңгә
Йөкмәп барыу йәп-йәш сабыйҙы.

Шул саҡта ла һынманылар беҙҙең
Ауыл көсө – мыҡты ағайҙар.
Бирешмәйсә яҙмыш һалған йөккә
Ныҡлы баҫып алға атлайҙар.

Бер саҡ минән: “Кемгә генә, тиеп, –
Һораһалар, – әгәр ихтирамың?”
Ғорурлығым менән һөйләр инем
Ауылымдың барлыҡ ағайҙарын.

Мин рәхмәтле һеҙгә
һәм дә буласаҡмын,
Ошо һүҙем ҡалһын иҫегеҙҙә.
Бит ҡасандыр мин дә
һуңғы юлдарымдан
Барасаҡмын ятып иңегеҙгә...

Фото: Бәйләнештә. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: