

Бөжәктәр. Субъект СТ 393
Раушан Ғәлимов Силәбе өлкәһе, Златоуст ҡалаһы
"Был донъяла барыбыҙ ҙа тик бер бөжәк кенә". (авторы билдәһеҙ)
***
– Ринат! Ҡасимов! …Ринат!
– Эйе, эйе, Алик, тыңлайым.
– Сәйетте дрезина бәрҙереп китте!
– Нимә?! Ул нисек?.. Тереме?
– Әллә, белмәйем.
– Пульсын ҡара. Пульсын…
Мастер Ринат менән эшсе Алик Ҡорамшиндың ғәҙәти булмаған, улай ғына түгел, үҙәк өҙгөс һөйләшеүе бар яҡын-тирәләге радиостанцияларҙа яңғыраны. Көн дә ишетмәҫһең бындай хәбәрҙе. Әлбиттә, хәлдең ары-бире генә түгеллеге аңлашыла. Шулай ҙа барыһының да башына барып етмәне, шикелле. Был тетрәндергес хәбәрҙе төрлө әҙәм төрлөсә, һәр бер кеше үҙенсә ҡабул итте. Берәүҙәр: ”Төш булдымы был, әллә өнмө”, – тип аптырап ҡалһа, ҡайһылары, нисек тә ярҙамға йүгерергә кәрәк ине лә, ләкин ҡайһы яҡҡа сабырға, тигән һымағыраҡ, ары-бире ҡаранды. Бәғзеләре: ”Урыҫтың – байрамы, Сәйеттең һуғылыуы бөтмәҫ”, – тип, ҡулдарын ғына һелтәне лә, артабан эшкә тотондо. Был кешеләрҙе аңларға ла була ине, сөнки йылдан ашыу элек бик юғарыла, моғайын, икенсе параллель донъяла, ниндәйҙер штаттан тыш мәсьәләләр килеп тыуғанын кем уйлаған. Һәм ниндәйҙер юғары көстәр төркөмө көн дә ошо проблеманы хәл итеү өҫтөндә баштан аяҡ эшкә инеп сумған ине.
***
Ожмахтың Евразия бүлеге начальнигы үҙенең кадрҙар буйынса урынбаҫарын саҡыртып алды.
– Иртәгә отчет менән барам, – тип башланы ул һүҙен. – Кисә лә идаралыҡта булғайным. Тағы ла бер балыҡ башы. Комплектация мәсьәләһе киҫкен тора. Бына һиңә яңы разнарядка, бик ашығыс. Бында бөтәһе лә яҙылған. Ҡыҫҡаһы шул. Йыл аҙағына тиклем йән башы тултырмаһаң, үҙеңә үпкәлә. Икебеҙҙе лә карьера баҫҡысынан елтерәтеп осорасаҡтар. Тыңла. Беҙгә артиллерист кәрәк. Тимер юлсы юҡ. Бер балыҡсы. Тағы ла президент Борғо Мәхмүтте хөрмәт иткән кеше кәрәк. Эстрада йырсыһы Елена Галкинаның йырҙарын күрә алмаған берәй йән булһа...
– Шул да булдымы проблема. Был аҙнала ғына өс мең тимер юлсыны, ике йөҙ артиллеристы ҡапҡа төбөнә килтереп ҡуйҙылар. Балыҡсылар миллион, – урынбаҫар йылмая-йылмая ултырған еренән һикереп торҙо.
– Туҡта, туҡта. Ожмах резинанан эшләнгән, тип уйлайһыңмы? Быларҙың бөтәһе бер кеше булырға тейеш: тимер юлсы ла, балыҡсы ла. Аңланыңмы? Бер кеше.
– Ә быныһы инде ҡатмарлы мәсьәлә. Эҙләрбеҙ. Ҡапҡа төбөндә булмаһа, күпер аҫтын ҡарарға тура килер. Инде унда ла булмаһа…
– Дөрөҫ йүнәлештә фекер йөрөтәһең. Бар, эшлә. Туҡтап тор. Ҡағыҙыңды оноттоң, – тине начальник уға теге заявканы һуҙып.
– Иҫемдә ҡалдырҙым инде былай ҙа, – тип мығырҙаны урынбаҫар, формат битенә бер аҙ күҙен йүгерткәс.
Начальник кабинетынан сыҡҡас ”замполит” уйға батты. Онотоп киткән икән. Ҡитғала һуғыштар тамамланғанға ҡырҡ йыл тулғайны бит әле. Эйе, халыҡтың күпләп ҡырылыуы ҡырҡа кәмегәненә теүәл ҡырҡ йыл. Ә ожмахта шунан да артыҡ тотоу тыйыла. Тимәк, быйылдан башлап һуғыш ҡорбандары ҡалмаясаҡ, тип иҫәпләргә була. Ауыр яранан һуң аҙаҡ вафат булғандар бар барлыҡҡа. Күрәһең, яңы башлана ғына икән эш тигәндәре. Ярар, оҙаҡ уйланып ултырырға ваҡыт юҡ. Бүлекте йыйып, эш планын төшөндөрөргә кәрәк.
***
…Өс көн, өс төн кадровиктар Ожмахҡа кандидатура эҙләне. Бүлектең програмисы хатта махсус ҡушымта ла уйлап тапты. Тик эҙләнеүҙәр бушҡа ғына булған икән.
– Ергә төшөргә тура килә инде былай булғас, – тип уйлап ҡуйҙы урынбаҫар, ҡолаҡ артын тырнап алғандан һуң. – Юҡмы икән шунда берәй вафат була алмай интеккән пенсионер.
Канцелярия йәнә муйындан эшкә сумды. Тәүҙә йөҙҙө тултырғандарҙың досьеһын тикшереп сыҡтылар. Ләкин, бәхетһеҙлеккә күрә, улар араһында ҡыҙыҡһындырған субъект табылманы. Аҙаҡ туҡһандағыларҙы ҡарап үттеләр. Һикһәнгә күстеләр. Етмеш. Алтмыш… Икенсе көн урынбаҫар өҫтәленә ҡырҡ алты йәшлек, типһә тимер өҙөрлөк булмаһа ла, йоҡараҡ берәй таҡтаны һындырырлыҡ ирҙең документтары килеп ятты.
– Сәйет Тереғолов. Тимер юлсы, балыҡсылыҡ менән мауыға, артиллерия ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Президент Борғо Мәхмүтте маҡтап телгә ала, эстрада йырсыһы Елена Галкинаның репертуарын үҙ итмәй… – ошоларҙы уҡып үтте лә. – О-о, бына беҙгә кем кәрәк икән. Тап үҙе… Тимәк, Сәйет булаһың. Йәшерәкһең, әлбиттә. Ни эшләйһең, һин беҙгә нығыраҡ кәрәкһең.
Шәхси эш менән яҡшыраҡ танышҡандан һуң, ул канцелярия хеҙмәткәрҙәрен бермә-бер күҙҙән үткәрҙе лә:
– Һары, Турғай ҡасабаһына һиңә юлланырға тура килер, – тине ул, бер һары кадровикка өндәшеп.
– Ауырыуы бармы? – тегенеһе уның өҫтәле янына килеп баҫты.
– Юҡ. Үҙең берәй фажиғә уйлап табырһың. Тимер юл – юғары хәүеф зонаһы. Балыҡсылар ҙа тәүәккәл халыҡ. Тик, ҡара уны, донъянан донъяға күсеүҙең бар параметрҙары ла Ожмах талаптарына яуап бирергә тейеш. Быныһын ғына беләһеңдер инде?
– Ни тиһәң дә егерме өс йыл эшләй бер урында. Маңҡа малай түгел, бик еңелдән булмаҫ.
– Оҙаҡ эшләгәндәр, киреһенсә, уяулыҡты һанламай. Телепатиянан имтиханды һин генә бишкә бирҙең бит. Етмәһә, ер кешеләренең күҙенә күренмәйһең. Ябай кеше булһаң да, бер кем һине һиҙмәҫ ине. Ундай буйың менән. Онотмағанһыңдыр, беҙҙең бер көн Ерҙәге бер айға тиң.
– Эште бик сифатлы итеп башҡарырға тырышырмын. Шулай ҙа, урынбаҫар әфәнде, ни өсөн кәрәк булды һуң ул беҙҙең бүлеккә балыҡсы, Галкина йырҙарын яратмаусы, тағы әллә ниндәй кеше сифаттары. Нисек тә аңлата алмаҫлыҡ нәмә килеп сыға түгелме?
– Үҙәк идаралыҡта ахмаҡлыҡтарынан ни эшләргә белмәйҙәр. Уларға отчет өсөн матурлыҡ кәрәк. Ожмахта урын аҙ, ә һәр бер һөнәр кешеһе лә, һәр бер фекер эйәһе лә булырға тейеш инде уларса. Ярар, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, юлға әҙерлән. Иртәгә көн үҙәгендә һин Көньяҡ Уралда булырға тейешһең.
***
Был ваҡытта Сәйет Тереғолов исемле Алла бәндәһе ҡара таңдан килеп, производство базаһында санэпидемстанция хеҙмәткәрҙәрен көтөп ултыра ине. Бөжәктәргә ҡаршы химик эшкәртеүселәр ниңәлер һуңлай. Уның урынына тараҡандар, ниндәйҙер бәлә сығырын һиҙенеп, кистән үк йәшеренделәр, буғай. Бөгөн береһе лә күренмәй, тип әйтер инең дә, тик бер йән эйәһе генә өҫтәл өҫтөндә, икмәк валсығы йәки шәкәр бөртөгө эләктереп булмаҫмы тигәндәй, ары-бире өйөрөлөүен белде. Сәйет алыҫ түгел, бер-ике метр самаһы ерҙә, кәнәфиҙә ултырған килеш уны күҙәтә. Ниндәйҙер уртаҡлыҡ та бар был икәүҙең араһында: ерәнерәк мыйыҡтар, тәүәккәллек сифаты. Меҫкен бөжәктең яҙмышы Тереғоловтың ҡулында хәҙер, нисек булһа ла, тараҡан шулай тип уйлай. Ләкин Сәйеттең был бисараны таҙалыҡ йәки ҡыҙыҡ өсөн генә һәләк итергә иҫәбе юҡ. Һунар бөгөн уның үҙенә асылған. Әлбиттә, кеше был турала бер ни белмәй. Шулай ҙа тараҡанға ҡарағанда уның хәле бер аҙ еңелерәк. Сөнки Тереғолов бер үҙе генә түгел. Бик алыҫта, юғарыла, ябай бөжәк кенә түгел, хатта хәтәр ҡоштар ҙа осоп етә алмаҫлыҡ бейеклектәрҙә уның дуҫтары бар.
***
Донъя-ара ҡотҡарыусылар контораһының агенттары һигеҙенсе ноябрҙең иртәһендә ғәҙәттән тыш ултырышҡа йыйылды.
– Сәйет Тереғоловты алып китергә Ожмах канцелярияһынан бөгөн Ергә кадровик ебәрелгән, – тип башланы оператив кәңәшмәне Баш профилактор. – Эйе, бынан теүәл ун ике йыл элек осраҡлы рәүештә генә минең тарафтан ҡотҡарылып ҡалынған Тереғолов.
Шеф тағы ла донъя-ара ҡотҡарыусыларының һәр береһе белгән тарихты иҫтәренә төшөрөп китте. Ул көндө, ысынлап та, кадровик эшен еренә еткереп етмәгән ине, дөрөҫөрәге, уныңса, бөтә килеп сығырға тейеш ине. Аҙағынаса эште контролгә алманы һәм кире Ожмахҡа ашыҡты. Артыҡ ышанды үҙенең көсөнә. Ҡайҙан ғына белһен инде, осраҡлы килеп сыҡҡан профилактор эште боҙор тип.
– Иҫән булыуына ҡарамаҫтан, Сәйет шул көндән башлап Ожмахта ла иҫәптә торҙо, яңылыш картотекаға индергәйнеләр. Бөгөн килеп компьютер системаһы ошо арҡала хаталана башланы, сөнки ундағы күрһәткестәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Евразия бүлегендә әле был проблеманың асылы тураһында белмәйҙәр, шуның өсөн ябай иҫәп буйынса эш итәләр. Әгәр Тереғоловты алып китһәләр, уны яңынан картотекаға индерәсәктәр, шул саҡта инде бик күләмле фажиғә сығыуы ихтимал. Ул — янғын. Янғын ғына түгел. Шартлау. Аңлайһығыҙҙыр. Ожмах... тамуҡ. Бөтәһе буталасаҡ. Аварияның масштабы донъя-ара ғына түгел.
Субъект СТ 393 тип аталған ҡотҡарыу операцияһын башлайбыҙ. Агент 36, һин хәҙер үк Тереғолов янына осаһың. Кадровикка ҡамасаула, ҡотҡар кешене, һаҡла. Төрлөсә ваҡытты һуҙ, тик тере ҡалһын. Был бик ауыр булмаҫ, сөнки кадровиктар еңел эшләп өйрәнгән. Улар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә, ҡайһыһы юғары бейеклектә ҡорбандарын һағалай. Агент 8, ә һинең эшең картотекала соҡоноу. Берәй әмәлен табып үҙгәреш индер. Программаһын боҙ. Күсер урынынан. Нисек тә тегеләр субъектты алып китеүҙән баш тартһын.
***
Турғай ҡасабаһынан алыҫ түгел, ылыҫлы урман эсендә ҙур ғына бер быуа урынлашҡан. Бер яғына – тимер, икенсеһенә автомобиль юлы терәлеп ятһа ла, бында тәбиғәт шул көйөнсә һаҡланған, тип әйтһәң, ғәжәберәк булыр ине. Сөнки быуа үҙе лә ҡасандыр кеше ҡулдары ярҙамында төҙөлгән. Көҙҙөң алтын сағы күптән артта. Шуның өсөн быуаның, шиғырҙарҙа һүрәтләнгәнсә, аҫылташтар араһында ятҡан көҙгө менән бер уртаҡлығы ла юҡ, ә йәшелле-ҡаралы ярҙарҙы бер береһенә тоташтырған, ҡаяларҙан ҡомлоҡтарға күпер һалған боҙлоҡтар хасил булды. Туңып өлгөрмәгәнлектән, бейегерәк урындан хәҙер был һыу өҫтө гигант ҡырғаяҡты хәтерләтә.
Профилактор агент 36 байтаҡ ваҡыт күҙен алмай ошо күренеште байҡап тора. Ул һоҡланырға килмәгән, әлбиттә, уның башында икенсерәк, бөйөгөрәк уйҙар ҡайнай. Кадровиктар кеүек, донъя-ара агенттар ҙа кешеләрҙең уй һәм аңына ғына йоғонто яһай ала. Әгәр әйберҙәрҙе күсерә йә тауыш-фәлән сығара алһа, әллә нимәләр ҡырыр ине лә. Юҡ шул.
Бер аҙ торғандан һуң эште мөгөҙөнән алырға булды.
Балыҡҡа бармаҡсыһыңмы? Барырһың бармай. Әжәлеңде тапҡың килһә. Уйыңдан кире ҡайтара алмам. Кадровик ентекле эшкәрткән мейеңде. Мәшәҡәт етмәйҙер инде һиңә. Әгәр яуаплылыҡ өҫтәһәм. Бригадирҙы алыштырырһың, бәлки, тигән уйҙар үтте башынан.
Ун минут үтеүгә агент 36 – начальниктың, тағы ла биш минуттан урынбаҫарының аңына кереп, Сәйет эшләгән бүлексәнең бригадирын уҡырға ебәреү тураһында әмер биреп тә сыҡты. Бер-бер артлы Тереғоловты бригадир вазифаһында ҡалдырыу һәм был ял көндәренә дежурлыҡ бурысын да йәбештереп ҡуйҙылар.
– Берәй аҙна-ун көн бер ҡайҙа ла бармаҫһың. Инде уға тиклем боҙ ҙа нығыныр, – шулай итеп, көҙгө боҙ ҡурҡынысын алдан хәстәрләп ҡуйҙы профилактор.
Турғай тимер юл станцияһынан Сәйеттең бөгөн эшләйәсәк урынына тиклем бик яҡын ара түгел. Эйе, был шпалдарға баҫып атлаһаң ғына. Әгәр тура сыҡҡанда, ташландыҡ казарма соҡорона ике аҙым. Сөнки Урал һыртының һәр бер уйһыу һәм ҡалҡыу урындарын урап үткән рельстар буйлап, ялҡау йыландай, тик поездар ғына шыуыша. Башҡа транспорт һәм йәйәүлеләр, бигерәк тә тимер юлсылар, кәрәк ерҙәренә урман аша киҫеп йәки автомобиль юлы буйлап тура сығып өйрәнгән. Ҡышын быуа өҫтөнән ярылған һуҡмаҡ бер ниндәй көнәркәшлеккә лә бирешмәй. Һары кадровик субъекттың ҡолағына ла мотлаҡ шулай икәнлеген киртеп ҡуйҙы. Ләкин тышта әлегә көҙ. Боҙҙоң йоҡалығы уға мәғлүм ине.
Сәйеттең будкаға инеп эш ҡоралдары алырға ла, шунан яҡын-тирәлә бер аҙ ”соҡонорға” ине иҫәбе. Бөгөн кеше лә аҙ, бер Васяны ғына бирҙеләр.
Быйыл ҡыш иртә килмәксе. Ерек олондары буйлап һыҙылып киткән ҡыҙғылт-көрән эҙҙәр көҙгө ҡояштың көрсөклө нурҙарында ялтырап әллә нисәмә йөҙ метрға күренә. Таҡта ҡарышлауыҡтары, һалҡындар яҡынлашыу менән, хәүеф һиҙеп, ошолай дәррәү быуа батҡағына йәшеренгәндә һуҡмаҡ ҡалдырған. Бөжәктәр белә: оҙаҡламай ҡырыҫ көндәр етәсәк. Кешеләр генә ул йыл әйләнәһе гел аяҡ өҫтө. Йәшәгеһе килгән әҙәм балаһы тәбиғәткә яраҡлаша белә, шуның өсөн йылыны ғына түгел, һыуыҡты ла үҙ файҙаһына оҫта файҙаланырға өйрәнгән.
Сәйет быуаға ҡарап оҙаҡ торҙо. Уның ашығырға яратмауын Вася яҡшы белә, шуға ул көрәге менән ҡапсыҡты ергә ырғытты ла, эшһеҙлектән, балта алып ерек олонон ҡарышлауыҡтар эҙенән таҙартырға тотондо. Бригадир күҙен боҙ өҫтөнән алмай уйға батҡан…
Турғай быуаһын боҙ ҡаплаған. Эх, беренсе боҙға балыҡҡа барырға ине лә, дежурство таҡтылар. Былай ҙа эш күп. Ял бирмәҫтәр. Эшләргә кеше юҡ. Хәҙер үк китер ине, бар эште ташлап берәй балыҡ ояһына. Көн һәйбәт бөгөн. Ҡырғаҙы күлендә лә кеше миллиондыр инде хәҙер. Көҙгө боҙ ныҡ була ул, барыһын да күтәрер. Кеше ”Урал” машинаһы түгел.
Бөгөн Сәйеттең машинаһы юҡ, булһа ла, ҡаты юлдан ғына барыр ине. Ул әлеге мәлдә йәйәүле, шуның өсөн ул тура барасаҡ. Боҙ аша. Ошо уйҙар менән ул быйылғы миҙгелдә беренсе тапҡыр яңы боҙға аяҡ баҫты. Вася ҡоралын һәм йөктәрен барлағансы, тегенеһе быуа өҫтөнән байтаҡ аҙым атлағайны ла инде.
Ҡапыл Васяның аяҡ аҫтында боҙ, һыу эсендә шартлаған тимер мискә шикелле, сәйер тауыштар сығып ҡуйҙы.
”Юҡҡа бынан киттек әле” тигән үкенес телеп үтте уның мейеһен. Боролорға уйлағайны, өлкән эшсе менән бәхәсләшеп булмай. Етмәһә, Сәйет быуаның уртаһына еткән һәм, бер ниндәй хәүеф һиҙмәгәндәй, үҙ юлынан һыпырта. Ләкин оҙаҡламай боҙ яңынан ”үкереп” ебәрҙе, Вася был юлы ҡурҡырға ла өлгөрмәй ҡалды, Сәйеттең оҙон кәүҙәһе боҙ аҫтында инеп юғалды.
”Нисек тә һөйрәп сығарырға кәрәк. Үлһәм үлермен...” тигән уй йүгерҙе Васяның башында. Барыһы ла иҫәпле секундтарҙа башҡарылды. Вася хеҙмәттәшен хәүефһеҙ урынға һөйрәп сығарғанда бик оҫта эш итте. Күрәһең, бындай хәлгә беренсе ҡабат юлыҡмағандыр. Оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, үҙе лә артыҡ зыян күрмәне. Бер нисә эш ҡоралы менән приборҙың һыу эсенә төшөп киткәнен иҫәпләмәһәң, барыһы ла имен ҡотолдо.
– Әйттем бит, бынан сыҡмайыҡ тип, тыңламаның. Сәйет, һинән бер ярты. Күрәһеңме, һыуландым, йылынырға кәрәк. Юҡһа ауырып китермен, – тине Вася бәхетле һәм ғорур йылмайып.
– Бик дөрөҫ һөйләйһең. Тик һин миңә ҡарағанда ҡорораҡһың, магазинға үҙеңә барырға тура килә инде, – бер меңлекте сығарып уға һондо. – Ҡайҙа шулай юғары оҫталыҡ менән ҡотҡарырға өйрәндең?
– Белмәйем. Былай беренсе тапҡыр. Кемдер өйрәтеп торғандай булды.
– Була ҡайһы саҡта. Миңә лә һуңғы ваҡытта кемдер сәйер командалар биргән һымаҡ тойола башланы. Ярар, киттек кире, – улар станцияға, йылы вагондарға йүнәлделәр.
***
Көҙ шулай үтеп тә китте. Артынан ҡыш килде, һуңынан яҙ үтте. Сәйетте ниндәйҙер сәйер ваҡиғалар эҙәрлекләне. Бер көн шулай, үҙе лә һиҙмәйенсә, светофорҙың ҡыҙыл утына иң хәүефле участкала юл аша сығып китте, ләкин водителдәр алдан һөйләшеп ҡуйғанмы ни, туҡтап быға юл бирҙе. Яҙ уйламаған ерҙә наркомандар бандаһына юлыҡты. Тик ҡайҙандыр полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етте.
Йәйҙең бер көнөндә Сәйеттең иғтибарын тимер юлдан ситтә ағас араһында торған ят автомобиль йәлеп итте.
– Кем йөрөй икән? Таныш һымаҡ та машина, – тине үҙ алдына. Ҡыуаҡтар араһында йөрөһә, ике минут йөрөгәндер. Машина кемдеке икәнен белмәһә белмәне, талпан эләктергән булып сыҡты. Кис кейемен алыштырғанда уныһын күреп ҡалды. Бергә эшләгән егеттәр һә тигәнсе соҡоп сығарҙы. Кемдер тегене полиэтиленға төрөп, анализға алып барырһың тип, кеҫәһенә лә һалып маташа ине. Тик Сәйет ундай ваҡ-төйәк менән маташыуҙы хуп күрмәне. Шуға ла егеттәр талпанды яндырырға өҫтәл өҫтөнә сығарып һалдылар ҙа, шырпы утында тота башланылар. Ҡон ҡайтарыу тамашаһы оҙаҡ көттөрмәне. Талпан шартлап ярылды ла, башы бер яҡҡа, кәүҙәһе икенсе яҡҡа осто.
…Өс дүрт көн дә үтмәне, Сәйет үҙен бик насар тоя башлағас, дауаханаға барғайны. Ауырыу таптылар. Теге бөжәкте анализға алып китмәгәненә үкенде лә, тик һуң шул. Боррелеозмы шунда, лайммы тигән диагноз ҡуйҙылар. Етмәһә, страховкаһы ла булмай сыҡты. Мөғжизә булһа, була икән был донъяла. Оҙаҡламай ундай документты ла эшләп килтерҙеләр. Дауаланып сыҡҡас, субъект СТ 393 тағы ла муйындан эшкә сумды.
***
Эш һөҙөмтәһе булмау сәбәпле, Һары кадровик канцелярияға кире саҡыртып алынды. Уға ҡаты шелтә бирелеп, урынына тәжрибәлерәген, Оҙон кадровикты йүнәлттеләр. Тегенеһе махсус тимер юлдар буйынса белгес булараҡ танылған икән һәм эште тик шул юҫыҡта алып барасағын киҫәтеп, бөтә түрәләренә ант итеп, сығып китте.
Был турала 36-сы профилактор шунда уҡ иҫкәртелде, әлбиттә. Үткән аҙнала ғына уға, тырыш хеҙмәтен ғәҙел баһалап, бүләк биргәйнеләр. Ләкин тантана итергә иртәрәк икәне тилегә лә яҡшы аңлашыла. Сөнки профилактор 12-нең эше бер ҙә алға барманы, Ожмах картотекаһын емереп керергә хәленән килмәне. Компьютер базаһында хәрәкәт туҡталып торҙо. Уға ярҙамға 17-се агентты беркеттеләр.
***
Сәйет көҙгө ҡарҙар яуа башлауға яңы килгән мастер менән яҡшы ғына дуҫлашып алырға өлгөргәйне. Ваҡытында ярҙам да иткәс, һүҙе лә үтә ине уның. Шуның өсөн был миҙгелгә төнгө дежурстволарға үҙе даими графикка ҡуйыуын һорап мөрәжәғәт итә башланы. Әлбиттә, Ринатҡа белемле монтер көндөҙ нығыраҡ кәрәк булһа ла, яңы дуҫының теләген һанға һуҡмай булмай. Төндә эшләгән кешенең буш ваҡыты ла күберәк. Тотороҡло режим, ике төн эшләй, ике тәүлек ял итә. Батырға ла ял кәрәк.
Ял тип ни, башҡа кеше һымаҡ сәй эсеп тә ултырманы, йоҡлап та ятманы Сәйет. Эшен еренә еткереп башҡарыу менән булды. Көндөҙ пассив йөрөгән кешенең шундай энергиялы булып китеүенә халыҡ аптыраны хатта. Стрелка күсерештәрен ҡарҙан таҙартыу төп эше төнгөләрҙең. Ғәҙәттә, шланг менән юғары баҫымлы һауа өрҙөрәләр, шуның ярҙамында ҡар осоп китә. Көслө һыҙғырыу тауышы хасил була ошондай осраҡта. Хәүефһеҙлек өсөн, бер кеше өрҙөргәндә икенсеһе кранды асып-яба һәм килгән поездарҙы күҙәтә, станция буйынса дежурныйҙың командаһын тыңлай.
Оҙон кадровиктың йондоҙло төнө бөгөн. Дебют сменаһы. Ул мотлаҡ үҙен күрһәтергә, исемен аҡларға тейеш. Бер ҡабат һәм мәңгегә. Бөгөн был теманы ябырға кәрәк. Әлеге һорауға бер ваҡытта ла, бер кем дә кире әйләнеп ҡайтмаясағына ул төплө ышана. Ул һары малай ише түгел. Оҙон кадровик бөтәһен дә алдан хәстәрләгән. Был төндә хатта станция буйынса дежурныйҙың үҙе лә мотлаҡ уны ғына тыңлаясаҡ, Сәйеттең үҙе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ә Илдар? Илдар ваҡ мәсьәлә. Ул төркөм башлығының аҡылы менән генә эш итәсәк.
Турғайҙың өсөнсө стрелкаһынан поездарҙың килгәне өҫтөңә менгәнсе күренмәй. Әгәр дүртенсе юлда вагондар торһа, бигерәк тә яҡшы. Дежурный радионан ҡысҡырһа ғына быларҙың ҡотолоуына өмөт бар. Ләкин уның менән бөтәһе хәл ителгән. Вагондар тейешле урында, дежурный бер поезды хәбәр итмәйәсәк. Илдарҙың күҙе хөртөрәк күрә, тиҙ генә кранды һүндерә алмаясаҡ. Сәйет поезд аҫтында ҡала, тимәк. Пассажир поезы булһа – иң яҡшыһы. Тауышы юҡ, тиҙлеге юғары.
Әсе Һыу – Тимерсе поезы ун биш минутҡа һуңлап килә ине. Аҡланырлыҡ сәбәп юҡ. Баштан һыйпамаясаҡтар. Ҡапыл машинистың башына шундай уй килде. Станцияны юғарыраҡ тиҙлек менән үтһәм… Сигнал бирмәһәм... Килеп тыуған проблемалар үҙенән-үҙе сиселер һымаҡ булды.
Поезд килергә ике минут ҡалғас һаҡта торған Илдар ҡапыл ғына кранды һүндерҙе лә:
– Начальник килә, шылтыраттылар. Минең документтар юҡ. Урынды алышайык, – тип әйтә һалды.
Алмашҡансы ваҡыт уҙҙы. Илдар шлангыны тотоп сығыуға поезд килеп тә етте. Сәйеттең йылдар дауамында тупланған һиҙгерлеге лә, кадровиктың, ҡапыл ғына эштең кире йүнәлеш алыу ҡурҡынысын аңлап, отбой ”ҡысҡырыуы” ла, машинистың тапҡырлығы ла мәсьәләне ыңғай хәл итте. Поезд туҡтаны. Һуңлаған ваҡытты хәбәр итмәгән дежурныйҙың өҫтөнә ябып, шелтә бирҙеләр. Айлыҡ премиянан да ҡолаҡ ҡаҡты. Эшселәр менән әңгәмә үткәрҙеләр. Машинисҡа, уларҙы тапамаған өсөн, рәхмәт белдерҙеләр. Оҙон кадровиктың был беренсе уңышһыҙлығы ине.
Ҡар аҙ булыу сәбәпле, Тереғоловты төнгө сменаларҙан кире алдылар. Хәҙер айҙан ашыу инде көндөҙ эшләй. Был, әлбиттә, Сәйетте ҡыуандырманы. Физик һәм психик әүҙемлеге шаҡтай кәмеһә лә, Тереғолов яуаплы эштәр башҡарып йөрөй бирҙе.
Бөгөн төшкө аштан һуң Алик менән икәүһенә айырым эш тәғәйенләнгән. Ике станция араһындағы аралыҡ, төҙөкләндереү һәм хеҙмәтләндереү процестары үткәрелеү сәбәпле, йөк һәм пассажир поездары өсөн ике сәғәткә ябыласаҡ. Тик эшселәр техникаһы ғына ары-бире түбән тиҙлектә хәрәкәт итә аласаҡ. Эшләгән кешеләр өсөн бының ҡурҡынысы юҡ кимәлендә. Тимәк, күрше һыҙатта поезд гөрһөлдәгәне лә тыныс ҡына эшләү өсөн хәүеф тыуҙырмаясаҡ. Был көндө Оҙон кадровик оҙаҡ көттө. Бөгөн ул теге эштең осона барыбер сыҡмаҫ, тимә. Был юлы оло эшсенең дә, кесе монтерҙың да мейеһен эшкәртмәй ҡалмаясаҡ. Барыһының да уй-фекере тулыһынса уның йоғонтоһона биреләсәген күптән һәм бик ентекле хәстәрләгән. Бер профилактор ғына түгел, өсәүһе килһә лә, Тереғоловты ҡотҡарырға өмөттәре юҡ бөгөн. Оҙон кадровик һәр секундты, һәр сантиметрҙы тиерлек иҫәпләп ҡуйҙы быныһында.
Электриктарҙың контакт линияларын хеҙмәтләндереүсе машина станцияла ебәрелеүен көтә. Ябай тимер юл хеҙмәткәрҙәре телендә ул дрезина тип йөрөтөлә. Бөгөн бирелгән заявка буйынса, ул яҡын-тирәлә генә эшләйәсәк. Ләкин участка начальнигы башына ҡапыл ғына эш урынын үҙгәртеү кәрәклеге тураһында уй килде. Тимәк, бөтә сюрприз – был турала бер ни белмәгән юл эшселәре янынан юғары тиҙлектә үтергә тейешлегендә. Кадровик һәр ваҡ мәсьәләне еренә еткереп уйлаған бөгөн.
***
Бөгөн иртән 36-сы профилакторҙы контораға саҡырып ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙеләр. Агент 12-нең базала эше барып сыҡҡан. Картотеканан досьелар алынып ташланған. Компьютерҙан Тереғоловтың сифаттарын һәм күрһәткестәрен талап итеүсе программа юйылған. Тик бер аҙ ваҡыт ҡына түҙергә кәрәк. Оҙон кадровикка отбой командаһы килеп еткәнсе генә бер аҙ Сәйетте һаҡламайса булмай. Шуның өсөн ул Ергә ашыҡты. Субъект янына килеп тәү сиратта хәлен белеп китте.
***
Тегеләренең бригадаһы менән төшкө ашҡа туҡтаған ваҡыты. Тышта һыуыҡ, будканың күптән яғылмаған мейесен тоҡандырып ебәргәндәр. Шул ваҡыт ҡайҙандыр мейес эсенән бер себен осоп сығып тауышһыҙ ғына тәҙрәгә барып ҡунды.
– Янып үлергә яҙмаған, күрәһең, был бөжәккә, әжәле туңыуҙан булмаһа ярай ҙа, – ярыҡ-ватыҡ стена тишегенә ҡаплап ҡуйылған быяла киҫәгенә ҡарап тыныслыҡты боҙҙо Алик.
– Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, – тип үҙ һүҙ ҡыҫтырҙы Вася ла.
– Ә мин яҙмышҡа ышанмайым. Ул нәмә һәр кемдең үҙ ҡулындалыр, белгән булһаң, яҙмышты үҙгәртеп була, минеңсә, – тип ҡушылды Сәйет.
– Ни тиһәң дә, беҙгә буйһонмаған ваҡиғалар күп бит беҙҙең тормошта. Нимәлер барыбер бер нисек тә үҙгәртмәҫлек итеп яҙылған, – ойоп ултырған еренән Николай Иванович исемле ҡарт та һүҙһеҙ ҡалманы.
– Ул – ризыҡ.
– Уныһы нимә була? – Вася аңламаны.
– Әгәр бөгөн поезд тапап үлтерә тип әйтһәләр, мин рельстарға яҡын килмәйем һәм яҙмышты үҙемсә борам да ебәрәм, – Сәйет аңлатырға булды. – Ә бына был термостағы сәйҙең нисә өлөшөн ҡайҙа эсергә тейешмен, уны бер нисек тә үҙгәртә алмаясаҡмын. Донъяның ниндәй генә мөйөшөндә булмаһын, миңә тейешле ризыҡ көтә. Был сәйҙе бөгөн Турғайҙа йоторға тейеш булғанмындыр …Өстән ике өлөшөн… Тулы термосты тип әйтә алмайым, хәҙергә, – ул яртыһынан күберәк бушаған термосының ҡапҡасын борҙо ла, сумкаһын асты.
– Әллә инде, ай-һай. Ул поезды берәй көслө ҡойон күтәреп тимер юлдан йөҙ саҡрым алыҫ ятҡан ереңә килтереп бәрә алмаҫ, тип уйлайһыңмы? Мин бик шикләнәм, – Николай Иванович уның менән килешмәне. – Беҙҙе ниндәйҙер юғары көстәр йөрөтә һәм гел уларса була. Улар өсөн беҙ бынау себендән бәләкәсерәк бер бөрсә, хатта бөрсә лә түгел, буш урын. Беҙҙең аңыбыҙға команда бирә улар. Яҙмышты яҙалар.
Профилактор 36 бәлә сығырын һиҙенгәйне инде. Оҙон кадровик был юлы ҡайһылай ентекле итеп мәкерле планын төҙөгән. Теге ваҡыттағы Илдарҙы һанға һуҡмайынса эшләгән хатаһын аңлаған. Хәҙер бар тимер юлсылар кадровикты ғына тыңлаясаҡ. Әллә бөтәһе лә бөттөмө, тырышлыҡтар бушҡа ғына булдымы икән?.. Агент 12 базала эшен бөткән тигәйнеләр ҙә. Кадровикты саҡырып алмаҫтармы тиҙ арала? Әгәр өлгөрмәһәләр? Ниҙер эшләргә кәрәк. Оҙон кадровиктың көсө етмәгән берәйһен табып булмаҫмы? Профилактор 36 бирешә торғандарҙан түгел. Донъя-ара ҡотҡарыу контораһының агенттары бер ваҡытта ла бирешмәй. Ул станцияға табан осто.
Сәйет яртыһынан күберәк сәйе эселгән термосты сумкаһына тыҡты ла, Алик менән эшкә йүнәлделәр.
– Нисә йәш әле һиңә, Алик?
– Егерме өс тула бер айҙан.
– Д-ә-ә… Ҡайҙа минең шул саҡтарым. Мин егерме өс йәштә өйләндем. Ғаилә ҡарайым тип институтты ташланым да, тимер юлға ябай эшсе булып урынлаштым. Бына уға ла теүәл егерме өс йыл үтеп киткән. Туй ҙа егерме өсөнсө февралдә булды.
– Әле буйҙаҡһың түгелме әле?
– Ярты йыл йәшәп ҡалдыҡ. Холҡобоҙ тура килмәне, тип әйтәләрме әле? Дөрөҫөрәге, бәхәс сыҡты ла…. Поп-йондоҙ Елена Галкина килгәйне беҙҙең ҡалаға. Концертҡа барайыҡ, ти. Мин, юҡ, тим. Шунан һүҙҙән-һүҙ. Талаш. Изгегә килтермәне. Айырылыштыҡ. Ярар, иҫкә төшөрөп һөйләп тормайым инде артабан. Шунан башлап шул албаҫтыны күрге лә килмәй. Өйләнмәнем һуңынан. Малай ҙа үҫкән. Егерме икелә.
– Албаҫты тип кемде әйтәһең? – уның һорауын Сәйет ишетмәне…
***
…Турғай ҡасабаһының иң ситтәге өйөндә донъя көткән Солтан ҡарт бер ваҡыт ҡапыл ғына иң ҙур матрасын төрөп алды ла тышҡа ашыҡты. Быға ҡарсығы аптырап һорап ҡуйҙы:
– Нимә эшләйһең унда?
– Ҡандалаһы бар, тышҡа сығарып туңдырып керетәм, – ти ҡарт.
– Өр-яңы матрас... Ҡандала башыңда һинең, – ҡарсыҡ яңы түшәкте сығартҡыһы килмәй ине.
– Сығарып поезд аҫтына ырғытам, пенсияң күп, алырһың әле, – үҙ һүҙле, арҡыры бабай менән һүҙ көрәштереү үҙе бер мәғәнәһеҙлек булып сыҡты.
Солтан ҡарт матрасын күтәреп урман эсенә инеп китте. Бер аҙҙан тауға күтәрелеп, бейек ҡаянан аҫҡа орҙо. Тегенеһе ел ағымына эләгеп тимер юлы яғына табан осто. Оҙаҡламай ошо урында теге дрезина ла күренде.
***
Алик бер аҙ барғас Сәйеткә:
– Радиостанциянан хәбәр итте Ринат, был урында электриктарҙың техникаһы эшләйәсәк, ҡараныбыраҡ йөрөгөҙ тип.
– Ярар, улар үҙ эштәре менән, беҙҙең үҙебеҙҙеке. Ҡамасауламаҫбыҙ. Әкрен йөрөрҙәр.
– Ана, ҡаршы яҡтан товарняк килә, көрткә кереп тормайбыҙмы?
– Арауыҡ ябылған. Беҙҙең һыҙатта поезд йөрөмәй. Китмәһәк тә була. Хәүефһеҙлек инструкцияһы шулай ҡуша.
– Мин шулай ҙа поезды үткәреп торам…
Аликтың бер аҙым ситкә китеүе булды, арттан юғары тиҙлектәге теге ғәләмәт осоп тиерлек килеп тә сыҡты. Ул ни ҡысҡырып, ни һыҙғырып өлгөрә алманы. Үлемесле техника ярты секунд эсендә арыу ғына алыҫлашып өлгөргән Сәйетте ҡыуып тотоп, һуғып йығып та китте. Алик уның янына барып еткәнсе тегенеһе хәрәкәтһеҙ ята бирҙе.
Ни эшләргә… Бер кем юҡ…Бәлки, тере? Беренсе ярҙам!...Хәҙер, хәҙер. Рациянан мотлаҡ мастерға хәбәр итергә кәрәк…
– Ринат! Ҡасимов!.. Ринат!
– Эйе, эйе, Алик, тыңлайым.
– Сәйетте дрезина бәрҙереп китте!
– Нимә?! Ул нисек?.. Тереме?
– Әллә, белмәйем!
– Пульсын ҡара. Пульсын.
Пульсын тотоп ҡарағансы, тын алышын тикшергәнсе, бер аҙ ваҡыт үтте. Барыһы ла урынында, нормаль кеүек. Оҙаҡламай Сәйет күҙҙәрен асты, бер аҙ ҡыбырлап та ҡуйҙы, шикелле.
– Нимә булды ул? – ул бышылдап ҡына һораны.
– Тик кенә ят. Мейең һелкенгәндер. Хәҙер... Ашығыс ярҙам саҡырҙыҡ, – шул арала мастер ҙа килеп етте.
– Тереһеңме? Бөтә ерең урынындамы? Врачтар ҡараһын. Нимә булмаҫҡа мөмкин, – мастер уның йөҙөнә ҡурҡа-ҡурҡа ҡарағандан һуң тирә-яғына күҙ һалды. Фажиғә сыҡмауына инанғас ҡына еңел һулап ҡуйҙы. – Дрезина туҡтаманымы? Һуҡырҙармы икән? Хайуандар. Быныһы тағы нимә? – Ринат киң һәм ҡалын матрасты ике рельс араһынан һөйрәп сығарҙы.
– Поездан төшкәндер... Шул ҡотҡарып ҡалған да инде. Бәхетең.
– Ҡайҙан килеп эләкте икән ул?
Быға тик матраста туңып йәбешкән ҡандалалар ғына:
– Ҡайҙан беләйек уны, беҙ бит был донъяла тик бөжәк кенә, – тигәндәй, ҡатып ҡалғайнылар.
Зөлхизә Ярмуллина һүрәте.