Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Февраль 2023, 03:05

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл

Шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ялыбыҙҙы йәмләһен. 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йылБашҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл

Назар Нәжми – Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡырға инә. Өсөнсө курстан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

Башҡорт Википедияһынан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас