

Фәиз Харрасов
Нисек өҙөлә дуҫлыҡ?
Хикәйә-уйланыу
Йәй башы. Йәшел миҙгелдең иң гүзәл, һуш китерлек һоҡланғыс мәле. Оҙон ҡыштан һуң ирәйеп киткән күңел ошо наҙға тартыла һәм, бер ҡушылып алһамы, һис унан айырылғыһы килмәй. Иң ҡорошҡан бәғер ҙә хатта, әрһеҙ бала саҡтағылай, һағындырған еңел хистәргә тулышып, оло тормоштоң йомоштарынан, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренән, елкәгә ауҙарылған яуаплылығынан бер аҙға арынып, ялға биерелеп, көлгөһө, шаярғыһы килә. Ә тик барыбер ҙә һағыраҡ ҡылана, сөнки белә: уйнап-көлөп тыуып булмай. Әммә уйын менән генә тормош алға бармай.
Шундай кистәрҙең береһендә ҡыҙым менән парктан ҡайтып киләбеҙ. Сабып арымаҫ ваҡыт, гүйә, туҡталған. Бер болотһоҙ күктә тау артына тәгәрәп төшөп барған ҡояш, бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырырға теләмәгәндәй, урынында ҡатып ҡалған да үрмәксе ауылай оҙон ебәк нурҙарын алыҫ-алыҫҡа ташлап ебәргән. Тыны менән үҙе һауалағы барлыҡ ауыр тулҡындарҙы һурып алған әллә: ел әҫәре һиҙелмәй. Яңы япраҡ ярған ағастар хуш еҫ таратып ҡымшанмай ҙа ғорур баҫып торалар. Их, уларҙың да бәләкәй саҡтары бар ине…
Ә хәҙер үҙемдең эргәмдә һис тәтелдәүҙән туҡтамаҫ бәләкәсем бар. Теленең яңы асылған мәле. Һәр нәмә ҡыҙыҡ уға, һәр нәмәнең йомаҡ-серен асҡыһы килә. Аптырап та ҡуям: нисек шулай бер әйбер ҙә уның күҙ уңынан ситтә ҡалмай? Һорауҙарына яуап табып ҡына өлгөр. “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны алыҫ торһон.
– Атай, ә ниңә машиналар бер ҡасан да туҡтамай ул? – тип һорай ҡыҙым, ҡыҙыл күҙен балҡытҡан светофор янына килеп баҫҡас.
Нисә тапҡырҙар үҙемә үҙем ошо һорауҙы биргәнем бар. Ысынлап та, был урамдарҙың бер минутҡа булһа ла буш ҡалғаны бармы икән? Ҡайҙа ашыға был машиналар? Кемдәр ниндәй йомоштарын теүәлләргә китеп баралар икән? Әлеге минуттарҙа уларҙың уйҙарында ниҙәр бар? Шатланалармы, бойоғалармы? Табыш көтәме уларҙы, юғалтыумы? Осрашыумы, айырылышыумы? Ә ҡайһы сағында был машиналар менән бөтөнләй әҙәм заты идара итмәгәндәй тойолоп ҡуя. Әйтерһең, бына сираттағы үтеп барған машинаның эсендә йөрәкле кеше ултырмай, ти, ни бары тимер механизм да баҙлап торған фаралар. Хәйер, ажғырып йөрөһөндәр әйҙә.
– Туҡтамайҙар инде, эштәре шул булғас, – тигән яуап менән сикләнәм.
– Ниндәй эш, ти, ул тағы? – ҡыҙым төпсөнә.
– Һинең машина-автобустарҙа йөрөгәнең бар бит. Нимә эшләй улар? Кешеләрҙе бер урындан икенсеһенә алып барып ҡуя, – тип аңлатам уға. – Берәү ҙә ел ҡыуып йөрөмәҫ бит. Ә, бәлки, кем белә? – үҙ алдыма өҫтәп ҡуям.
– Ә ниңә елде ҡыуырға? Уны тотоп булмай ҙа инде, – тип һорауҙарын яуҙыра бирә һаҡҡолағым. Үҙе, яуабымды ла көтмәй, буш тротуар буйлап алға йүгереп китә.
Өйөбөҙ янындағы туҡталыш тапҡырына килеп еттек. Ҡыҙым сыбыҡ менән эргәләге ағастар араһында күбәләкте ҡыуып уйнай. Ситкә баҫып, йылмайып күҙәтәм үҙен. Нәҡ уйнар сағы, әйҙә, уйнаһын.
Әле генә үҙем дә шулай бер уйһыҙ уйнап йөрөгәнмен кеүек. Инде атаймын. Өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән атай булыуыма! Ә барыбер күңел төпкөлөнән быға ышанып етеп булмай. Аң ҙурайырға атлыҡмай, йылдарға өҫтәлгән һандарҙы ҡабул итергә теләмәйме, инҡар итәме?..
Иң мөһиме, мин – бәхетле.
Бәғзе саҡтарҙа үткәндәрҙе хәтерләп, ностальгияға бирелеп киткәндә, икеләнеүҙәр ҙә ялмап алғанда, һағыш ҡосаҡлап алып, ебәрергә теләмәгәнендә, ошо һуңғы уйым, ныҡлы дөрөҫ һығымтам менән ысынбарлыҡҡа ҡайтырға көс табам һәм бөгөнгөм менән тулыһынса йыуанам.
Туҡталыштағы кешеләрә күҙ йүгертәм. Ғәжәп: был ҡалала көн дә әллә күпме яңы кешеләр, яңы йөҙҙәр күрәм. Күпме йөҙҙәр, күпме уй-хистәр, күпме яҙмыштар!..
Бәй… Ҡапыл терт итеп ҡалдым. Бер секундҡа албырғап ҡалдым: ҡыуанырғамы, бошонорғамы? Ул да минең ҡарашымды тойҙо, ахыры, был яҡҡа боролоп ҡараны. Танынымы? Һис шикһеҙ. Ҡара, ныҡ тота үҙен: йөҙөндәге бер мускул да тартышып ҡуйманы. Улай тиһәң, мин дә хәрәкәтһеҙ тора бирәм бит.
Йылдар уға ла үҙ эҙен һалған шулай ҙа. Ысын ир булған. Әйтеп ҡуям мин дә, әй. Шул йәштәргә еткәнбеҙ бит, ғөмүмән. Теләһәң-теләмәһәң дә, һаман ун һигеҙ йәшлек егет булып йөрөп булмаҫ. Әммә был тормошта күпме һыуҙар аҡмаһын, күпме миҙгелдәр алмашмаһын, күҙ ҡараштары шул көйө ҡала. Беҙ әлеге минуттарҙа ауыҙ асып бер-беребеҙгә бер һүҙ өндәшмәнек. Улай тиһең әле, араларҙы яҡынайтыр өсөн аҙым да эшләмәнек, ҡул бирешеп күрешмәнек. Ҡараштар һөйләште беҙҙең. Ауаз-тауыштарға бәйле булмаған серҙәрҙең береһе шунда лаһа: күҙҙәр һүҙҙәргә ҡарағанда ла күберәк хис-тойғоларҙы аңлата, еткерә ала. Күргәнегеҙ барҙыр: яңы тап булышҡан кешеләр тәүҙә ҡараштары менән таныша. Бер-береһенә яҡын йәндәр һүҙҙәр менән булмаһа ла, күҙҙәр менән һөйләшә, аңлаша. Күҙ ҡараштарының бөйөклөгө шунда.
Ҡыҙымдың еңдән тартыуынан һиҫкәнеп китеп, ҡарашымды унан алдым.
– Ни эшләй, матурым?
– Әйтәм-әйтәм һиңә, ишетмәйһең, – ти ҡошсоҡ, ирендәрен бүлтәйтеп, – әйҙә, ҡайттыҡ. Өшөттөрә башланы-ы.
– Хәҙер, – тим, үҙем бая ул торған яҡҡа ҡарайым. Тик унан елдәр иҫкәйне. Кешеләр араһынан эҙләп ҡарайым. Юҡ. Әллә шул арала автобусҡа ултырып китеп өлгөрҙө, әллә йәшенергә теләп берәй йорт артына ышыҡланды, әммә беләм: көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә, тапмаҫһың үҙен хәҙер.
– Остоҡ өйгә! – тип күтәреп алам ҡыҙымды. – Әсәйең дә көтәлер беҙҙе.
Эстән генә һорауҙар биреп киләм үҙемә. Нимә булды был: тап килеүме, яҙмышмы? Нисәмә йылдар үткәс, ниндәй эштәр алып килгән уны был ҡалаға? Беләм бит: ул бында йәшәмәй ине. Ниндәй уйҙар уйлап, ниндәй һығымталар яһап өлгөрҙө ул беҙҙең ошо ҡыҫҡа ғына осрашыу мәлендә?
Ә минең күңел, минең хистәр аҫты-өҫкә килде. Быны Ғәйшәм шундуҡ һиҙҙе:
– Әллә Гөлүзә менән бер ни булдымы?
– Юҡсы. Күрмәйһеңме, ауыҙы – ҡолағында. Эш бөтөнләй икенсе нәмәлә.
– Ярай, төпсөнөп тормайым. – Бер-беребеҙҙең холҡон белеп бөткәнбеҙ, ҡатыным мине тыныс ҡалдырҙы. – Тик өндәшмәҫ булып ултырма. Балаға иғтибар кәрәк, – тип киҫәтеп ҡуйырға онотманы шулай ҙа.
Йоҡларға ятҡас, күңелдәге тулҡындар ярҙарынан ташты. Шулай бит ул: көндөҙгө бәйҙән ысҡынып, уй-хистәр кис-төндәрен үҙ аллы йәшәй башлай. Һин улар менән түгел, улар һинең менән идара итә. Буйһоноуҙан башҡа сара ҡалмай.
Әлеге мәлдә мин дә – әсир.
Был тойғоно болоҡһоу, йә әрнеү, йә үпкәләү тип тә атап булмайҙыр. Биҙ һымаҡ ул: быға тиклем тоймаған урында ҡалҡып сығып, өйкәргә тотона. Алдан үҙен артыҡ һиҙҙермәй. Ваҡыт үтеү менән нығыраҡ-нығыраҡ ҙурая… Үҙен бер ни эшләтмәһәң, яман шешкә әйләнеүен көт тә тор.
Аҙнаға яҡын ваҡыт ошо халәттә йөрөй бирҙем. Шулай ҙа бар асылым менән был тойғоно йә, ашаҡтанып уҙып, артта ҡалдырырға йә ситкә быраҡтырып, бөтөнләйгә оноторға тырышырға, йә күңел иләге аша үткәреп, үҙем менән киләсәккә алып китергә кәрәклеген аңлайым. Тик үҙемде бер ни эшләтә алмайым. Донъялағы иң ауыр алыш – үҙең менән көрәшеү.
Шулай оҙаҡ уйланып, икеләнеп йөрөгәндән һуң Динискә ҡағылышлы хәтер ебен һүтергә булдым. Теге, илаһаң, еңел булып ҡалыр, тигәндәй, күпме йылдар үҙемде тыйып килдем мин. Тик һуңғы осрашыуҙан һуң хистәр хаттин ашты. Был йөк көндән-көн ауырая килә.
Беҙҙең дуҫлыҡ алтынсы кластан башланды. Ни өсөн бишенсенән түгелдер? Күп балалар башланғыс мәктәпте тамамлағас, интернатҡа уҡырға килә бит. Һис һүҙһеҙ, иң ауыры – тәүге йыл, тәүге ай, тәүге аҙна. Хәтеремдә, беренсе аҙна минең өсөн бер йылдай һуҙылды. Интернатта – ағайымдар, класымда ике ауылдаш малай уҡыуы ла миңә ныҡ ярҙам иткәйне. Беренсе кластан бында белем алған Таһир менән Фирғәт бар нәмәне күрһәтеп, өйрәтеп бирҙе. Шулай ҙа улар менән ысын дуҫтар булып китмәнек ниңәлер. Дуҫты һайлап алмайҙар, ул яҙмыш менән үҙе бирелә.
Алтынсы класҡа килеүгә байтаҡ үҙгәрештәр көтә ине: класташтарымдың күбеһе “Б” класына, ә унан күптәр беҙгә күскәйне. “А” класында яҡшы өлгәшеүселәр, ә “Б”-ла юғары билдәләр менән артыҡ маҡтана алмаусылар уҡыуын аңлатып үтергә кәрәктер. Етмәһә, ике параллель кластың малайҙарын бер бүлмәгә урынлаштырғайнылар. Уҡырға тип килгәс тә, бүлмәгә ингәс тә баҙап ҡалдым, сөнки мин яңы урынға, яңы мөхиткә оҙаҡ өйрәнә торған баламын. Нисек шунсама малайҙар тығыҙ бер бүлмәлә һыйышып йәшәй алырбыҙ, тигән уй йәшен тиҙлегендә мейемде ярып үтте.
Бойоғоп, өндәшмәй бер мөйөштә ултырыуымды күрептер, иғтибарлы Динис беренсе булып һүҙ ҡушты:
– Филде һыуытҡысҡа тығыр өсөн нисә хәрәкәт эшләргә кәрәклеген әйтә алаһыңмы? – Ошо һорауҙы бирҙе ул, яныма карауатҡа ултырып.
– Беләм. Тәүҙә һыуытҡысты асырға, унан һуң филде ҡуйырға, шунан инде ишекте ябырға кәрәк, – тип йылмайҙым яуапҡа. Математика фәненә мөкиббән киткән ағайым был мәсьәләне күптән сисергә биргәйне миңә.
– Ташбулат ауылынан Динис, – тип ҡулын һуҙҙы яңы танышым.
Яңы танышым, тип ни, бер йыл буйы бер мәктәптә уҡығанбыҙ ҙаһа. Күп мәртәбә үҙен күргәнем дә булғандыр. Бары тик бер класта уҡыманыҡ, бер бүлмәлә йәшәмәнек. Аралашмауыбыҙҙың сәбәбе тик шунда. Әммә ҡул бирешеп, күҙ ҡыҫышыуыбыҙҙан уҡ дуҫтар булырыбыҙҙы икебеҙ ҙә аңланыҡ.
Быны аңлатып булмай, ләкин берәүҙе осратыу менән уның үҙ кеше икәнлеген бар йөрәгең менән аңлайһың. Ул да шуны уҡ тоя. Үҙ кешең түгел икән, юҡ, тимәк, Хоҙайҙан бирелмәгән. Нисек кенә тырышма, ҡасандыр барыбер юлдарығыҙ айырылып, икегеҙ ике яҡҡа айырылышаһығыҙ.
Дуҫлыҡ йылдар менән һынала. Ниңә шулайҙыр: мотлаҡ рәүештә һәр нәмәне иҫбат итергә кәрәк. Ә иҫбат итер өсөн яҙмыш һынауҙар ебәрә. Бер ни ҙә еңел генә, бушлай бирелмәй. Ерҙә йәшәүҙең рәхимһеҙ бер ҡануны был.
Тәүге һынау ошо кис үк булды. Беҙҙең араға Альберт исемле яңы малай килеп инде. Оҙаҡ та көттөрмәй шул шау-шыу ҡуптарҙы. Низағтың сәбәпсеһе мин икән. Йәнәһе, Альберттың карауатын мин һалдырып алғанмын. Хәҙер ул үҙ урынын ҡайтарып алырға ниәтләй.
– Аҙна элек килгәнемдә минеке тип билдәләп киткәйнем, – ти ул, алдыма баҫып.
– Һинеке тип кем әйтте уны? – тим ҡапылғара уны-быны уйламай мин.
– Яҙыу ҡалдырғайным. Ышанмаһаң, мендәр аҫтын ҡара!
Мендәрҙе күтәрәм. Бер ниндәй ҡағыҙ киҫәге күренмәй.
– Үҙең алып ырғытҡанһыңдыр әле, – Альберттың йөҙөн ҡара болот ҡапланы. – Новичок тип ҡойроғомдо бот араһына ҡыҫтырыр тип уйлайһыңмы мине? Бындағы тәртипте белмәй тиһеңме? Дедовщинаға бирешмәм!
Ул, ысынлап һуғышырға әҙерләнеп, өҫтөндәге толстовкаһын сисеп бәрҙе. Әммә мин дә алдашып тормайым даһа: карауатта яҙыу-фәлән күренмәне.
– Арт һөртөп йөрөмәм! Һуғыш икән –һуғыш! – тип ул арала Альберт өҫтөмә менеп килә.
Арабыҙға Динис ҡыҫылмаһа, йоҙроҡ уйнатырға тура килер ине. Ул, йылмайып, тыныс ҡиәфәттә Альбертҡа өндәште:
– Көтөп тор, ауылдаш, әтәсләнмә. Әтәс икәнеңде бар ауыл белә. Шуны әйт әле: һине ҡайһы класҡа яҙҙылар, “А”-ғамы, “Б”-ғамы?
Альберт уның һүҙен ишетмәнеме, үҙ һүҙен һөйләй бирҙе.
– Һинең эшең түгел, етем! – тине ул мыҫҡыллы тауыш менән. – Нимә, ауылда һыйҙырмағастар, бында килеп ышыҡ таптыңмы?
Динистең йөҙөндәге мускул тартышып ҡуйғанын абайланым. Тик ул үҙен ҡулға алып өлгөрҙө. Баяғыса, тауышын күтәрмәйсә, һорауын ҡабатланы.
– Алтынсы “Б”! Шунан ни?! – Альберт осҡон сәсрәткән күҙҙәрен ҡабат миңә төбәне.
– Һуң был яҡ рәттә “А” класы малайҙары ята. Һеҙҙең карауаттар, ана, ҡаршы яҡта, – тине Динис, бәхәстең тамам икәнлеген аңлатып.
Ҡапылда ни әйтергә белмәгән Альберт:
– Нисек инде… улай? – тип кенә өндәшә алды.
– Шулай. Үҙең буталғанһың. Белешмәйенсә, ғәйепһеҙ кешене дөмбәҫләргә тораһың, – тип яурынынан ҡаҡты Динис.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тигәндәй, Альберт бүтән бер ни өндәшмәй, әйберҙәрен карауатымдан алды.
– Көтөп тор, – тип туҡтатты уны Динис. Ҡулымды ҡулына алып, Альбертҡа һондо. – Мир?
– Мир, – тине теге тештәрен ҡыҫып. Боролғаны ыңғайына эстән генә ҡабаттан: – Етем, – тип өҫтәп ҡуйғаны ишетелде.
Был һүҙҙең нимә аңлатҡанын белһәм дә, ни өсөн Альберттың уны Динискә ҡарата мыҫҡыллап әйтеүен төшөнөп етмәнем. Етем булыу ғәйепме ни?! Киреһенсә, уларға терәк булыу кәрәк түгелме һуң?
Шулай ҙа Альберттың һүҙҙәренән Динистең күңеле кителде. Йөҙөнә яҙылғайны. Һүҙ ҡатмай, башын эйеп үҙ урынына ултырҙы ла, рюкзагын алдына алып, әйберҙәрен барларға кереште. Күренеп тора бит: үҙе бер ни юғалтмаған да, бер ни эҙләмәй ҙә.
Ә мин уға ярҙамы өсөн рәхмәт тә әйтмәй ҡалдым.
Тәүге уҡыу көнөндә үк, алдан һөйләшеп ҡуйғандай, икебеҙ ҙә бер парта артына килеп ултырҙыҡ. Әммә көнө буйы Альберттың дуҫымды кәмһетеүе уйымдан сыҡманы. Минең шулай ул: берәй һорау, ҡорт булып тишеп инеп, борсоуға тиклем үҫеп, мейемде быраулап бара. Яуап тапмайынса тынысланмам. Әллә үҙемә генә күренде, әллә ысынлап шулай булды: көнө буйы класташтарҙың беҙҙең яҡҡа ҡырын ҡарашын тойоп йөрөнөм. Динистең үҙенән һорарға ҡыймайым. Етемдәрҙең йәмғиәттә ситләтелеүе мөмкинме ни?!
Кисте саҡ еткереп алдым. Өйгә эштәрҙең осона сығып, киске ашты ашағас та Вәсил ағайыма йүгерҙем. Ул аңлатып бирер. Уның һәр нәмәгә ҡарата яуабы, үҙ фекере бар. Һәм шуны кесе аңыма төшөнөрлөк итеп аңлата белә. Әйтерһең, донъяны белеп тыуған ул.
Кисәге хәлде ағайыма һөйләп бирҙем. Ул бер аҙға бер нөктәгә текәлеп, фекер төйнәп алды.
– Бер кешенең һүҙенән сығып бар донъяға ҡарата ҡарашыңды үҙгәртмә. Әҙәм балаһы нимә генә уйлап сығармаҫ, нимә генә һөйләмәҫ, – Вәсил ағайым, ғәҙәтенсә, ололарса һүҙ башланы.
– Ә ниңә Динис кеүектәрҙе “етем” тип үсекләйҙәр? Уларға былай ҙа ҡыйын бит. Өҫтәүенә, йәштәштәре ҡыйырһыта… – тип тура һорайым ағайымдан.
– Беләһеңме, балаларға нимәгә булһа ла бармаҡ төртөп күрһәтергә генә кәрәк. Тыш-ҡиәфәт, әйберең, исем-есемең булһынмы ул – мыҫҡыллар нәмә һәр кемдә табылыр. Эҙләгән яуыз өсөн.
– Һуң, улай булғас… – тиеп әйтеп өлгөрмәйем, Вәсил ағайым һүҙемде бүлдерҙе.
– Берәүҙәр мыҫҡыл итә тип, һин дә Динисте үсекләй башлама. Күпселеккә эйәрмә. Һин Динисте дуҫ итһәң, ул ысын мәғәнәһендә һинең дуҫың булыр.
Ағайҙың һүҙҙәренән һуң күңелем урынына ултырҙы. Ысынлап та, ниңә, кемдер исем таҡты тип, мин йәнем яҡын күргән кешемә ҡырын ҡарай башлайым, ти? Был яралып килгән сағында уҡ дуҫлыҡҡа хыянат итеү була лаһа! Бына мин йүләр!
– Альберттың һүҙҙәренән һуң арабыҙҙан ҡара бесәй йүгереп үтеүен һиҙгәйнем, – ти бер кис Динис, стадион янындағы эскәмйәгә сығып ултырғас. – Төпсөнмәйһең, быныһы һәйбәт. Етеммен шул. Мин ғәйеплеме һуң быға? Үҙем теләп алған язамы, ғазапмы? Бары был йөктө күтәреп барырға тейешмен. Етемлегемә күнергә тейешмен. Шуға күрә “етем” тип үсекләүҙәренә өйрәнеп бөткәнмен, иҫем китеп бармай.
Ауыҙымды асып өлгөрмәнем, дуҫым урынынан ҡуҙғалды.
– Ана, беҙҙекеләр сыҡты. Әйҙә, футбол уйнарға.
…Эйе, яҙмышты һайлап алмайҙар. Һәр кемгә үҙ юлы бирелгән. Ҡояш бөтәһенә уртаҡ нур һибә, тиҙәр. Хәҙер бының буш һүҙ икәнлеген аңлайым. Юғиһә был хаҡта диңгеҙ уртаһындағы утрауҙа һәм Себерҙең иң һыуыҡ ҡалаһында тыуған ике төрлө балаға әйтегеҙ. Мин әле социаль статус, ата-әсәһенең кеҫә ҡалынлығы, бәйләнештәр тығыҙлығы тураһында һүҙ йөрөтмәйем. Йөрөткөм дә килмәй…
Динисте үҙ ғаиләһе булған бер туған Азат ағаһы тәрбиәгә алған ине. Ата-әсәһе хаҡында дуҫым бер ҡасан да һөйләмәне. Ул өндәшмәгәс, мин дә һорашҡаным булманы.
Бынан ары беҙ гел бергә булдыҡ, ҡайҙа барһаҡ та, бергә барҙыҡ, нимә эшләһәк тә, бергә эшләнек, тип ҡупшы һүҙ йөрөтһәм, байтаҡ ҡына күпертеү булыр. Беп-бер иш ике кеше булмай фанилыҡта. Беҙҙең дә Динис менән оҡшашлыҡтар ҙа, айырмалыҡтар ҙа бар ине. Әҙәби түңәрәктә шөғөлләнә инем; ул да минең ыңғайыма бер нисә дәрескә барып ҡараны. Тик шиғыр-миғыр яҙыу уныҡы түгел ине. Бер мәл интернатта егеттәр араһында гитарала өйрәнеү таралып китте. Кистәрен сиратлап Динис менән өйрәнәбеҙ. Уға еңел бирелде, ә бына мин, күпме маташмайым, килтереп сығара алманым. Уның ҡарауы, Руслан класташ менән шәхматта бәрешергә әүәҫләнеп алдым. Ә Динис бына тигән һүрәттәр төшөрә. Был сағыштырыуҙы тағы әллә күпме дауам итергә булыр ине, тик һүҙ ул хаҡта түгел. Дуҫтар мотлаҡ рәүештә бер-береһенә оҡшарға тейеш түгел; бер-береһен тулыландырыуҙары күпкә мөһимерәк. Тиң булһындар. Нимәлер өсөн, ҡайһылыр бер һыҙаты өсөн дуҫ итмәйҙәр, ә ниндәй булғаны өсөн күңелгә яҡын була ул кеше.
Ҡай сағында ҡалаға сығырға кәрәк була. Йомошо әллә ни ҙур ҙа түгел: ручка-ҡәләм, дәфтәр-альбом, линейка-фәлән алыр өсөн. Гелән интернатта ғына булыу ҙа ялҡытып ебәрә. Сығып йөрөп алғы килә. Тик шуныһы бар: ҡала малайҙары беҙҙе – интернатта тәрбиәләнеүселәрҙе – һыйҙырмай бер була. “Инкубатор”ҙар тигән ҡушамат тағып алғандар. Юлда осраһалар, бәйләнеп, аҡса таптыра башлайҙар. Шуға күрә яңғыҙ көйө урам ҡыҙырмайбыҙ, мотлаҡ рәүештә иптәш менән сығабыҙ, йә өлкәндәргә эйәрәбеҙ.
Бер көн шулай Динис менән ҡаланың үҙәк яғына китеп барабыҙ. Ниндәй йомош менән сыҡҡаныбыҙ хәтерҙә ҡалмаған. Ярты юл да үтмәнек, артыбыҙҙан беҙҙән өлкәнерәк өс ҡала малайы ҡыуып етеп килә бит, әй. Әлбиттә, арҡанан һалҡын ҡалтырау йүгереп үтте.
– Ә-һәй, инкубаторҙар, ну-ка көтөп тороғоҙ! – берәүһе тамаҡ төбө менән ҡысҡырып та ебәрҙе.
Ни эшләргә? Бер ни ишетмәгәндәй, нисек барғанбыҙ, юлды шулай дауам итергәме? Әллә йүгереп ҡасып китергәме? Юҡ, ҡыуып етәсәктәр. Туҡтарғамы? Улайһа, аяу белмәҫ ҡулдарына үҙебеҙ теләп тотоласаҡбыҙ ҙаһа. Мин күҙ ҡырыйым менән Динискә ҡарайым.
– Ярай, туҡтайыҡ, – ти ул, аҙымдарын яйлатып. Үҙе ҡолағыма эйелеп өҫтәп ҡуя. – Нимә тип мыҫҡыл итһәләр ҙә, ҡолаҡтарың аша үткәр, түҙ. Улар ни бары беҙҙе енләндерергә уйлай. Һуғыш сығарырға сәбәп кенә кәрәк уларға.
Туҡтаныҡ та, артҡа боролмай, ни булырын көтөп торабыҙ. Килеп етеү менән тегеләрҙең береһе мине төртөп ебәрҙе.
– Нимә ҡарап йөрөйһөгөҙ бында?! Был беҙҙең территория! – тип дәғүә белдерә былар.
Беҙ – ләм-мим.
– Телегеҙҙе йоттоғоҙмо ҡурҡыштан, инкубаторҙар?! Бында йөрөр өсөн налог түләргә кәрәк! Йә, тиҙ генә булған аҡсаларығыҙҙы беҙҙең кеҫәгә күсерегеҙ! – ти һары сәслеһе, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтеп.
Өндәшмәй тора бирәбеҙ. Аҡлана башларыбыҙҙы көткән шпаналар кеҫәләребеҙҙе ҡапшарға тотондо. Ләкин унда бер ни юҡ. Мотлаҡ бәйләнерҙәрен, аҡса таптырыуҙарын белә тороп байлығыбыҙҙы күрәләтә кеҫәгә һалып йөрөргә иҫәрме ни беҙ? Ул төпкә, ойоҡ араһына йәшерелгән.
Бер ни тапмағас, тегеләр ҙә үҙ юлынан киттеләр.
– Һәй, бындай ҡыҙҙарға ҡул бысратып ни?! Моғайын, аҫтарына ебәреп, ауыҙ аса, ҡыбырлай алмай тораларҙыр! – тағы әллә нимә тип үсекләй-мыҫҡыллай мөйөштән боролдолар.
Бер ни булмағандай, Динис, өҫ-башын ҡағып, ары атланы.
– Бындайҙарға яуап биреүҙән өндәшмәй ҡалыуың хәйрлерәк. Һүҙ көрәштереп еңеп булмай, эш йоҙроҡҡа күсә. Беҙ бирешмәһәк тә, икенсе юлы үс алырға киләсәктәр.
Динискә бүтән ҡараш менән ҡарап ҡуйҙым. Өндәшмәй ҡалыу ҙа ҙур яуап шул. Аңламаған берәүҙәргә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, аңлағандар өсөн – бигерәк тә. Быны тормош ошо йәшемә тиклем ҡат-ҡат иҫбатланы.
Танау аҫты кибеп, ҡара төктәр һыҙылыуға беҙ, малайҙар, ҡыҙҙарға хисләнеп, үҙенә күрә бер төрлө һоҡланыу менән ҡарай башланыҡ. Был тойғо беҙҙе берсә һалҡын һыуға һала, берсә утта яндыра. Төн йоҡоларын алып, йә быға тиклем белмәгән уйҙар тауы үрҙәренә мендерә, йә төпһөҙ упҡынға осора. Күпме йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа данланған һөйөү тигәндәре шулдыр, моғайын.
Үҙем дә һиҙмәҫтән, туғыҙынсы кластың яҙында ошо хәлгә ҡалдым. Ике класҡа түбән Лилиә исемле һылыу күңелемде әсир итте бит, әй. Дәфтәремдә һөйөү шиғырҙары урын ала башланы.
Эй матур саҡтар!.. Былай ҙа наҙлы яҙ тағы ла яҡтыраҡ булып күренә. Әйтерһең, күктә тағы бер ҡош өҫтәлде. Тик нисек асырға серемде һылыуҡайға? Беҙҙең заманда телефон, интернет, ватсап юҡ. Шунда булған да инде уның гүзәллеге! Ҡыҫҡа ғына ҡағыҙ хаттар яҙышабыҙ. Тәнәфес араһында йә дәрес мәлендә алышабыҙ. Ә бына йөрәгең яҡын иткән ҡыҙға ҡарата тәүге аҙымды эшләүе еңелдән түгел икән. Кемдән кәңәш, ярҙам һорарға? Дуҫымдан башҡа кемдән булһын?
Сампадта* ентекләп хатты әҙерләнем, ике куплет шиғыр ҙа өҫтәнем. Инде Динискә әйтергә ҡалды. Хатты ул тапшырһын.
– Әйтәм, илһамланып, онотолоп мөхәббәт шиғырҙары яҙаһың. Әллә ҡайҙарҙа осоп йөрөйһөң, – дуҫымдың күҙҙәрендә мут йылмайыу балҡыны. – Йә, әйтә һал ҡыҙҙың исемен.
– Һин хатты үҙенә түгел, әхирәтенә тотторорһоң, ул тапшырыр. Шулай ҡулайыраҡ булыр, ахыры, – тип үҙемдең “стратегия”м менән бүлешәм.
– Исемен әйтмәһәң, кемгә тапшырырға белмәҫмен, – Динис һырыш себендәй күҙемә инеп килә.
Йөҙөмә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгергәнен тоям. Ҡарашымды аҫҡа йәшереп:
– Лилиә. Етенсе “А”-нан, – тип саҡ әйтә алдым. – Хатты Эльмираға бирерһең, йәме?
Күрәм: Динистең йөҙөн ҡара күләгә ҡапланы. Бының сәбәбен уйлау халәтендә түгел инем. Унан бигерәк хатты ҡыҙҙың нисек ҡабул итерен уйлап хафаландым. Ғүмерҙең һәр мәленең үҙ хистәре, үҙ уйланыуҙары, үҙ шатлыҡтары, үҙ ҡайғырыуҙары…
Әңгәмәбеҙҙе бер нисә тапҡыр күҙ алдынан уҙғарып, дуҫым менән туранан-тура һөйләшергә ҡарар ҡылдым.
– Лилиә исемен ишетеү менән йөҙөң үҙгәрҙе. Ни өсөн? – тип һораным, саф һауаға сыҡҡас.
– Бер ни ҙә булманы. Хатыңды тапшырҙым. Эльмира шундуҡ уны Лилиәгә тотторорға инеп китте, – Динис үҙенекен һөйләне.
– Дуҫтарҙың бер-береһенән сере булмай.
– Һеҙҙең осрашыр мәлегеҙ етеп киләлер…
– Яуап бир әле. Ҡолаҡ итеңде сәйнәп бөтөрәсәкмен бит юғиһә.
Динис, ситкә ҡарап, бер аҙ өндәшмәй торҙо. Башын кире бормай ғына ярты тауыштан:
– Беҙҙең икебеҙгә лә бер үк ҡыҙ оҡшай, – тип әйтте. Барлыҡ һын-килбәте ғәйепле килеш директор алдында тороуға бәрәбәр ине.
Быны һиҙемләй биреп ҡуйғайным да. Шуға күрә яуабым да әҙер ине. Әммә ауыҙымды асып та өлгөрмәнем, Динистең һүҙенән ултыра төшә яҙҙым.
– Беҙ артабан дуҫ була алмабыҙ.
“Нимә һөйләйһең һин, дуҫ?! Шул да булдымы ғауғалашыр, айырылышыр өсөн сәбәп???” Ләкин быларҙың береһен дә Динискә әйтмәнем.
– Хәҙер Лилиә бында килер. Үҙенән һорарбыҙ: кемебеҙҙе һайлар? Кемгә өҫтөнлөк бирер?
Бер-беребеҙгә ҡараш күтәрмәй, бер һүҙ ҡатмай ҡыҙҙы көтәбеҙ. Йөрәк күкрәк ситлегенән һикереп килеп сығыр төҫлө, дарҫлап тибеүе бөтә тирә-йүнгә ишетелә һымаҡ. Тын ҡыҫыла. Ниңә оҙаҡлай был һылыу? Ниңә бик аҡрын аға минуттар?
Осрашыр урында дуҫым менән икебеҙҙе күреп, Лилиә һағайып китте, буғай, аҙымдарын аҡрынайтты. Ниһайәт, алдыбыҙға килеп баҫырға баҙнат итте. Ҡурҡынған күҙҙәре бер миңә, бер Динискә ҡарай.
Бутала-тотлоға өс-дүрт һүҙ менән хәлде төшөндөрөп бирҙем дә:
– Һуңғы һүҙ һинең арттан ҡала. Кемебеҙ менән йөрөгөң килә, Лилиә? Яҙмышыбыҙҙы һин хәл итәһең, – тинем ҡырт киҫеп.
Күренеп тора: ҡыҙыҡай бындайҙы көтмәгәйне. Әммә албырғап ҡалыр урынға ул, бер секунд та уйлап тормайса:
– Нимә һөйләйһегеҙ һеҙ, һөмһөҙҙәр?! Алйоттар һүҙен һөйләр алдынан кеше күңелен уйлағыҙ аҙыраҡ! Икегеҙҙән мин берегеҙҙе лә һайламайым, үәт! Һайларға һеҙ әйбер түгелһегеҙ ҙәһә. Бына һиңә кәрәкһә! Тапҡандар кәмит! Көлөр нәмә тапмаһағыҙ, көҙгөгә ҡарағыҙ ҙа ауыҙ ыржайтығыҙ. Эсегеҙ ҡатҡансы көлөрһөгөҙ!.. – тип беҙҙе баштан-аяҡ әрләп китеп барҙы.
Динис тә, мин дә бер аҙ ҡыбырламай тора бирҙек. Шунан бер-беребеҙгә ҡараныҡ та пырхылдап көлөп ебәрҙек. Ысынлап эс ҡатҡансы көлдөк. Әммә һуңынан ҡыҙҙан барып ғәфү үтенергә онотманыҡ.
Һуңынан да ауыр саҡтарҙа ошо мәлде иҫләп, көлөп ала торғайныҡ. Бер ниндәй ҙа ғишыҡ уты дуҫлыҡты яндырырға тейеш түгел – иң мөһиме, икебеҙ ҙә ошоно аңланыҡ. Дуҫлыҡты яндыра икән, тимәк, ысын мөхәббәт түгел ул, йә дуҫлыҡ ысын түгел. Ике варианттың да аҙағы хәйерле бөтмәҫ. Тормош шулай көтмәгән ерҙә көтмәгән ваҡытта көлдөрөп тә, илатып та һабаҡ бирә шул.
…Динис менән дуҫлығыбыҙ күп һынауҙар аша үтте. Һәр береһен һанап-һөйләп бөтөп булмаҫ. Юҡ, беҙ китаптарҙа яҙылғанса, киноларҙа күрһәтелгәнсә, анттар бирешмәнек, бер-беребеҙҙе һынаманыҡ. Беҙ ни бары бергә булдыҡ. Шуның менән ҡәнәғәт инек. Динис өсөн мин иншалар яҙҙым, ул минең урынға һыҙмалар һыҙҙы, ярышып-сәмләнеп физика-математиканан мәсьәләләр систек, олимпиадаларҙа ҡатнаштыҡ. Мин шиғырҙар сығарҙым, ул гитарала уйнап кистәребеҙҙе биҙәне. Беҙ бер сәбәпһеҙ, бер шартһыҙ дуҫтар булдыҡ. Ә бергәләп тәүге мөхәббәт тойғоларын татыу, бергә беренсе тапҡыр тәмәке һурып, һыра тәмләп ҡарау, ғауғаларҙа йоҙроҡ уйнатыу, уҡыуҙа бер-беребеҙҙең уңыштарын уртаҡлашыу, серҙәр бүлешеү дуҫлыҡ ептәрен тик нығыта ғына бит ул. Быны бер кем инҡар итмәҫ.
Мәктәп йылдарының иң иҫтә ҡалғаны, әлбиттә, һуңғы уҡыу йылы. Берҙән, тиҙҙән, ниһайәт, мәктәптең тығыҙ коридорҙарынан оло тормоштоң иркен һуҡмаҡтарына атлап сығырбыҙ. Икенсенән, күҙ нурҙарыбыҙ һеңеп бөткән стеналар, аяҡ эҙҙәребеҙ уйылған иҙәндәр менән хушлашҡы килмәй. Ниҙәр көтә беҙҙе алда – билдәһеҙ. Бер туғанға әйләнеп бөткән класташтар менән бүтән бергә йыйылмабыҙ, төрлөбөҙ төрлө яҡтарға таралыр. Шуға күрә һуңғы көндәрҙең һәр минутының ҡәҙерен белеп өлгөргө, һәр мәлен хәтерҙә уйып ҡалдырғы килә.
Ә ваҡыт үҙ белдеге менән туҡтамай йүгерә бирә. Апрелдең ҡояшлы бер көнөндә класыбыҙ менән дәрестәрҙән һуң ятаҡ артындағы ҡайынлыҡҡа сығып ултырҙыҡ.
– Һуңғы ҡыңғырауҙы уҡытыусы-тәрбиәселәребеҙҙең телдәренән оҙаҡ йылдар төшмәҫлек бына тигән итеп уҙғарғы ине! – тигән тәҡдим индерә старостабыҙ Альбина. Уның һәр саҡ ялҡынлы идеяһы була. Унан бигерәк был идеяны башҡаларҙа яндыра белә.
– Эйе шул. Ана бит, Шыршы байрамы менән дә барыһының һушын алдыҡ, – тип уның һүҙен башҡалар хуплап ҡуйҙы.
Бөтәһенең ҡарашы миңә төбәлгәнен тойоп, күҙҙәремде күтәрҙем. Эйе, Шыршы байрамына минең инсценировканы класташтарым сәхнәләштергәйне. Маҡтанып әйтмәйем: интернат тарихында уҡыусы-авторҙың әҫәре тәүгә ҡуйылғайны. Ниҙер яҙҙырмаҡ булалармы әллә былар минән?
– Ниңә бөтәгеҙ ҙә миңә ҡарайһығыҙ? – тим бер аҙ шөрләп.
– Һиңә бынамын тигән шиғыр яҙырға кәрәк! – ти Регина класташыбыҙ.
– Банально, – тип ҡулындағы үләнде ситкә ырғыта Алмаз.
– Поэма! – тип ебәрә Айнур.
– Уныһын нисек күҙ алдына килтерәһең? Оҙон-оҙаҡ бөтәһе алдында рифмалап торайыҡмы? Поэманы яҙыр өсөн ваҡыт кәрәк бит әле, ә алда – имтихандарға әҙерлек, – тип үҙ һүҙен еткерә Динар.
Шымып ҡалдыҡ. Нимә уйлап табырға һуң? Ә күктән ҡояш йылы нурҙары менән биттән иркәләй, ҡоштарҙың һайрауы күңел төпкөлөндәге хистәрҙе ҡытыҡлай.
– Һин йыр яҙ, – тигән тәҡдим индерә Динис.
Башҡалар шунда уҡ уның һүҙен эләктереп алды.
– Эйе шул! Нисек минең башыма был уй килмәгән? Чтоб иртәгәгә йыр әҙер булһын!
– Туҡтағыҙ әле, – тим, – әйҙәгеҙ, етдиерәк. Тәҡдим шәп. Шиғыр әҙер, тиеп уйлаһағыҙ ҙа була. Ә көйөн кем яҙыр, арағыҙҙа композиторҙар бармы?
Ҡабат күмәкләшеп уйға ҡалдыҡ.
– Ике йыл элек уҡып сыҡҡан Надир менән әле лә аралашабыҙ ҙаһа. Ул йырҙар яҙа, йырлай. Моғайын, һораһаҡ, ярҙам итмәй ҡалмаҫ, – тағы Динис ҡотҡара.
Май байрамдарынан һуң йырҙың тексын яҙып килтергәйнем, тик бер нюанс: текст рэпҡа ярашлы яҙылған. Әйтер һүҙҙәремде ябай шиғырға һыйҙыра алманым. Икенсенән, был мәлгә күптәребеҙ хип-хоп менән мауыға ине. Өҫтәүенә, Надир үҙе лә рэп башҡара ине.
Дүшәмбе үк үҙе менән осраштыҡ. Йырҙың тексы яҙылған ҡағыҙ битен уға һонам.
– Булдыра алырһыңмы икән? – тим ҡурҡып ҡына.
Надир шиғырҙы ашыҡмай ғына уҡып сыҡты ла баш бармағын сөйҙө.
– Текст – во! Бына тигән көй ҙә кәрәк, тимәк. Аҙна аҙағына көтөгөҙ!
Аҙна бер айҙай һуҙылды. Тулҡынланыуымдан тыным өҙөлөп китер ине. Төштәремдә һаташып сығам йыш ҡына. Ысынлап шиғырыма йыр яҙылырмы? Надир үҙ һүҙендә тора – быныһы шикһеҙ. Әммә көй табылмаһа, йә илһамы ташлап китһә? Йә шиғырым көйгә яраҡһыҙҙыр?!
Ә Надир бер түгел, өс көйгә һалған ине шиғырҙы! Гитарала уйнап, йырлап күрһәтеүе булды, Динис өс вариантты ла отоп та алды. Ә минең түбәм күккә тейгәйне.
– Класташтар менән кәңәшләшеп, иң яҡшыһын һайлап алырбыҙ, – тип хушлаштыҡ Надир менән, ҡат-ҡат рәхмәттәр уҡып үҙенә.
Яңғыраны йырыбыҙ Һуңғы ҡыңғырауҙа. Уҡытыусы-тәрбиәселәребеҙ аяғүрә баҫып, оҙаҡ ҡына алҡышланылар.
– Иң ҙур бүләк – яҡшы белемегеҙ, әлбиттә. Шулай ҙа унан ҡала – йырығыҙ! Мәңге йөрәк түрендә һаҡланыр ул! – тип һөйөп туя алманы класс етәксебеҙ.
Динискә рәхмәт. Уның идеяһы, гитарала ул аккомпонементлаштырҙы. Ижадты ул һис ҡасан ят итмәне, уға-быға мине гелән илһамландырҙы. Беҙ йыр яҙҙыҡ! Был хазинабыҙ беҙҙе йәһәннәмдән дә алып сығыр.
Ҡулға өлгөргәнлек аттестаты алдыҡ. Алда бихисап юлдар һәр ҡайһыһы үҙенә әйҙәп йәйелеп ята. Киләһе аҙым алдағы бөтөн яҙмышты хәл итә. “Ҡайһыһынан атларға?” тигән һорау борсомай ине беҙҙе. Динис тә, мин дә ҡайһы ҡалаға, ҡайһы уҡыу йортона барып, ниндәй өлкә менән яҙмышты бәйләребеҙҙе күптән уйлап ҡуйғайныҡ. Йәл, бер вузда уҡымабыҙ.
Ошо ниәт беҙҙе баш ҡалаға алып килде. Документтарҙы тапшырҙыҡ, инде имтихан һынауҙарын үтергә кәрәк.
…Минең имтихандар һөҙөмтәһен алдараҡ белдек. Ошо көндән алып мин – студент. Әммә ауылға ҡайтырға ашыҡманым. Дуҫымдың ҡабул ителеүен үҙ күҙебеҙ менән күргәс, бергәләп ҡайтырбыҙ. Уңыш йөкмәп ҡайтырбыҙ.
Салауат Юлаев майҙанындағы бер эскәмйәлә ниҙер яҙырға маташтырып ултыра инем. Килеп ултырғанда көн салт аяҙ. Эргә-тирәләге ағастарҙа күңелле итеп кем уҙарҙан ҡоштар сутылдаша ине. Күмәкләшеп тә, парлашып та, яңғыҙ ғына ла майҙанда кешеләр йөрөштөрә ине. Уйҙарым менән яҙыу эсенә инеп киткәнмен, баҡтиһәң. Ҡапыл һалҡын ел иҫеп, ямғыр күҙҙәре бит-ҡулыма тамыуға һиҫкәнеп, ҡарашымды ҡағыҙҙан алам. Ҡайһы арала ҡара болоттар ҡаплап алған күк йөҙөн? Ҡайҙа йәшеренгән йырсы ҡоштар? Ана, халыҡ та ямғырға эләкмәҫ борон туҡталышҡа ағыла.
Хәйер, миңә лә ятаҡҡа ҡайтырға ваҡыттыр. Тороп баҫҡас, сәғәткә күҙ һалырға тип, кеҫәмдән телефонды сығарҙым. Яҙышыуға шул тиклем әүрәгәнмендер, смс-хәбәр килеүен дә ишетмәгәнмен. Динистән! Тиҙерәк асып уҡый һалам.
“Хуш, дуҫ! Бәлки, башҡаса күрешмәбеҙ”.
Ҡат-ҡат уҡыһам да, хәбәрҙең айышына төшөнә алмайым. Нимә был? Берәй төрлө шаяртыумы? Янаумы? Шулай ҙа хәбәргә артыҡ әһәмиәт биреп торманым, буғай.
Ятаҡ алдында ағайым осраны. Уға һаулыҡ та ҡушмайынса, йәһәтерәк смс-ты күрһәтә һалдым. Ул уфтанып ҡуйҙы.
– Ишетмәнеңме әле: Динис бит конкурстан үтмәгән.
Их, бына нимәлә эш!!! Смс килгән ваҡытты ҡарайым. Эйе шул: ауылға ҡайтҡан поезд ҡуҙғалған мәлдә ебәргән дуҫым хәбәрҙе. Еңелеүен танығас, өндәшмәй-нитмәй ҡайтып киткән булһа кәрәк. Телефон номерын йыйып ҡарайым – абонент бәйләнеш тотмаған урында.
Башҡаса беҙ Динис менән күрешмәнек. Унан бигерәк хәҙер үҙемә аптырайым. Ниңә ауылына барып эҙләп тапманым үҙен?! Ниңә дуҫлығыбыҙҙы ҡайтарыр өсөн бер аҙым да яһаманым? Ниңә бер һүҙенә ҡарап, араны ҡырт киҫеп өҙҙөм? Ниңә? Ниңә?! Ниңә???
– Ҡалай көнсөл булған, баҡһаң, – тигән һүҙен дә тыңлағайным әсәйемдең. – Һин уҡырға индең, ул инә алманы. Шуны ла күтәрә алмай, үпкәләп ҡайтып китеп, күрешмәҫ булды, моғайын да.
Әсәйҙең әйткәндәренән сығып мин үҙем дә дуҫыма ҡарата үпкә хистәре кисерҙем. Ләкин оҙаҡҡа түгел. Күп йылдар ҙа үтеп өлгөрмәне, был ауыр таштар йыуылып төштө. Сөнки ысын булманылар. Бөгөн мин Динисте тамсы ла ғәйепләмәйем. Ул да үпкә һаҡламайҙыр миңә. Һаҡламаған да; быны мин бер икеләнеүһеҙ әйтә алам. Сөнки кисергән тойғоһо төшөнкөлөк ине. Төшөнкөлөктә әҙәм заты ниндәй генә йүләрлек ҡылмай. Ул сағында Динискә таянырлыҡ дуҫ кәрәк ине, ә мин уны япа-яңғыҙын ҡалдырҙым. Мине кисермәҫлек… Дуҫымдың артабанғы яҙмышы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынманым да ҡырт киҫелеп өҙөлдө дуҫлыҡ.
Ә ул үҙендә кире тороп баҫырлыҡ көс тапҡан бит. Баш ҡалала булмаһа ла, бүтән ҡалала уҡып сыҡҡандыр, эшләп йөрөйҙөр. Мөхәббәтен осратып, ғаилә ҡорғандыр. Ҡыҙыҡ, нисә балаһы бар икән? Кем тип исем ҡушҡан уларға? Ғаиләһенә һоҡланып туя алмайҙарҙыр.
Ошо уйҙар менән юрғанды тибеп осороп, карауаттан һикереп килеп торҙом. Ҡатынды, балаларҙы уятмаҫҡа тырышып, бесәйҙәй һаҡ ҡына баҫып, эш өҫтәле янына киләм. Ноутбукты тоҡандырырға тип төймәгә баҫам. Ниәтем – “Бәйләнештә” социаль селтәренән Динисте эҙләп табырға. Кеше тураһында белешмәне интернет яҡшыраҡ бирә торған заманда йәшәйбеҙ ҙәһә. Ноутбук тоҡанған арала бөгөнгө осрашыуыбыҙ тағы ла күҙ алдымдан йүгереп үтә.
Осрашты ҡараштарыбыҙ. Таныныҡ бер-беребеҙҙе. Хәйер, ҡарт бабайҙар булһаҡ та танырбыҙ. Күҙҙәр менән һөйләштек. Ҡул ҡыҫышманыҡ, арҡанан һөйөшмәнек. Уйҙа ни барын бер-беребеҙгә ауыҙ асып өндәшмәнек. Беҙҙең күҙҙәр һөйләште.
Тоҡаныуы булды, ирен сите менән йылмайып, ноутбукты кире һүндереп, ябып ҡуйҙым. Кәрәкмәй. Инде бер нәмәне лә үҙгәртергә кәрәкмәй.