

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Ҡошҡа әйләнермен мин...
Повесть
(аҙағы)
Мин – әсәй
Баланы тапмайынса кире Өфөгә ҡайтаһым юҡ! Көнөм полиция бүлегендә үтте. Белорет ҡалаһын аҫтын-өҫкә әйләндерҙек: полиция ла сабауылдай, йәштәр ҙә эҙләргә ярҙам итә. Һәр бағана һайын тиерлек Ласындың фотоһы тора. Күрше ауылдарға, ҡалаларға фотоһы менән хәбәр таралды.
Йә Раббым! Улым иҫән-һау ғына булһын. Тәүҙә өйҙән ҡасҡанына шул тиклем асыуым килһә лә, хәҙер барыһын да ғәфү иттем. Табылһын ғына! Үҙем дә ҡыҙыу шул... Балам атаһын яман ярата бит ул! Йә, мин иҫәр баш! Анау көндә шул тиклем ҡиммәтле телефонын тот та яр! Атаһын һағынып һөйләгәнен һиҙмәнем түгел, һиҙҙем. Тик үҙемдең ғорурлығым аша уҙып, аралашыуға юл ҡуя алманым. Иремә, ҡәйнәмә булған бөтә нәфрәтемде, үсемде Ласыныма төшөрҙөм. Айырылғандан һуң аҡсаһыҙлыҡ әллә мине шулай ҡаты бәғерле итте?! Айырылам тип әйтеүе генә анһат! Һине ят ҡалала кем көтөп торһон? Аҡсаң булмаһа, туғандарыңа ла кәрәк түгелһең. Шул кеше фатирына түләп йәшәгәнгә бөтә һаулығым ҡаҡшаны...
Дөрөҫ эшләмәгәнмендер, бәлки. Ҡай саҡ үҙемде-үҙем аңламайым. Ниңә шулай ярһыумын икән?! Ҡыҙыу саҡта бөтә нәмәне пыран-зыран туҙҙырып ташлайым да, аҙаҡ ҡына уйлана башлайым. Бар бит шундай ике йөҙлө әртис ҡатындар: эстән ағыуы сәсрәп торһа ла, шуны йәшереп, нәҙек ирендәрен ҡабартып, йылмайған булып, йәшәй бирәләр. Хәйләкәрлеге арҡаһында яйлап ҡына үҙенекен һүҙ итәләр. Ирен ҡәйнәһенә ҡаршы ҡоторталар. Аҙаҡ күберәк бала таба ла, иренең елкәһенә менеп ултыралар. Өйҙә ханбикә була ла ҡуялар! Ниңә мин дә шулай түгел икән?..
Күп уйланым... Малайҙың да атаһы тип ынтылып тороуы юҡтан түгелдер бит. Бер яҡтан ҡараһаң, Варис та насар ир түгел. Йәшәгәндә, матур мәлдәребеҙ ҙә булды. Эшләй, аҡсаһын таба. Эсеп-туҙып йөрөмәй. Тик шул әсәһенең һүҙенән сыға алмауына йәнем көйә. Шул ҡарсыҡ булмаһа, бәлки, һин дә мин йәшәп ятыр инек! Әллә, бөтә мин-минлегемде ташлап, бала хаҡына ҡабат бергә булырға микән? Тик бер шарт менән генә: ҡәйнәм өйөндә түгел!
Мин – бала
Беҙ кафеға килеп ингәндә, теге апай алъяпҡысын тағып, эшләп йөрөй ине. Баҡтиһәң, ул ошо ҡала эргәһендәге бер ауылда йәшәй икән. Шунан килеп эшләп йөрөй. Уның төп бурысы – һауыт-һаба йыуыу, аш әҙерләү, кеше ашағандан һуң өҫтәлде һөртөү. Уның холҡо шулай икән: кешеләр менән аралашып бармай, үҙе беренсе булып һүҙ башламай, берәй һорау бирһәң, “эйе”, “юҡ” тип кенә яуаплай. Кеше башын асып ҡарап булмай бит инде, бәлки, был апай берәй тетрәнеү кисергәндер. Кем белһен... Ә Роберт – хужаның уң ҡулы. Аҡса иҫәпләүҙе, ашарға килгән кешеләр менән аралашыуҙы, заказ ҡабул итеүҙе һәм башҡа ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алған. Теге йыуан хужа юҡ саҡта – был егет батша! Бына бөгөн дә, кисәге ҡалған аштан әҙ-мәҙ ҡапҡылап алғас та, Роберт алдыма бер биҙрә картуф ултыртты.
– Төшкә тиклем өлгөрт! Хужа шул ваҡытта килә. Һинең менән иҫәпләшер ҙә эҙең булмаһын! – тине ул.
Мин ҡаршылашмай эшкә тотондом. Бөгөн картуф таҙартыу яҡшыраҡ килеп сыға. Робертты асыуландырмайым тип, ҡабығын йоҡараҡ итеп әрсергә тырышам. Кисә минут һайын минән мыҫҡыл иткән егеттең бөгөн хәле хөртөрәк күренә. Күрәһең, кисен һыра эсеүе үҙенекен итә. Артыҡ шашырға ла көсө юҡ һымаҡ, бер туҡтауһыҙ һыу эсә лә, башын тотоп, ял итергә ултыра.
Ә кешеләр кафеға инә лә инә. Кисәгенән ҡарағандан күберәк хатта. Быға Роберттың асыуы килә:
– Юрамал итәләр әллә ней?! Минең хәл юҡ саҡты көткәндәр тиерһең! – тип һуҡрана-һуҡрана залға сығып китә. Шунан ярһып килеп инә лә апайға ҡысҡырып ебәрә:
– Бар, шешәләрҙе йыйып ал! Уларға әйтә-әйтә тауышым бөттө. Күрәһең бит шуларҙың үҙ шешәләре менән ингәнен, бер һүҙ ҙә әйтмәйһең. Эске ояһына әйләндерҙеләр кафены. Һәр кеме үҙе менән араҡы тота ла килә. Бардак! – Теге апай шым ғына залға сыға ла шешәләрҙе йыя башлай. Шунан тағы үҙ эшенә тотона. Роберт тегеләй-былай йөрөй ҙә тағы апайға екеренә башлай:
– Мин һиңә стакандарҙы матурлап йыуырға ҡуштым. Ә һинеке майлы! Кешеләр әрләшә. Тағы берҙе шундай хәл ҡабатланһа, хужаға еткерәм, штраф сәпәй һиңә!.. – ти, аҡырып. Теге апай аҫтыртын ғына йылмая ла үҙ эше менән була.
– Апай, ә ниңә ул һеҙгә ҡысҡыра? Һеҙ бит унан олораҡ! – тинем уға, икебеҙ генә ҡалғанда.
– Әллә... – Апайҙың бар һүҙе шул булды.
– Хужағыҙ бөгөн килер ул? Миңә нисек тә булһа ҡайтыр кәрәк.
– М-м-м.
– Атайым көтә. Юғалтҡан инде, моғайын...
– Ә-ә-ә...
Әле генә шуға иғтибар иттем – был ҡатын саҡ ҡына иҫәрерәк, шикелле. Бигерәк сәйер күренә. Әгәр үҙ аҡылында булһа, бындай кәмһенеүҙәргә түҙеп, башын да күтәрмәй, эшләп йөрөмәҫ ине.
Төш ваҡыты ла үтеп китте. Картуфымды ла әрсеп бөттөм. Ә теге хужа тигәндәре һаман юҡ та юҡ.
Зал менән аш әҙерләгән бүлмә араһында йүгерә торғас, Роберттың хәле бөттө, шикелле. Уфылдап килеп инде лә, өс ултырғысты йәнәш ҡуйып, һуҙылып ятты.
– Бар, подсобник, өҫтәлдәрҙе һөртөп сыҡ. Мин ял итеп алайым...
Еүеш сепрәк алдым да, залға сыҡтым. Кешеләр кәмегәйне. Бер өҫтәл артында ике ир нимәлер хаҡында бәхәсләшә-бәхәсләшә байрам итә. Сәкәштерәләр ҙә шарҡылдап эсеп ебәрәләр. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең кафела әсе-сөсө һатмайҙар. Шулай ҙа һәр сыҡҡан кешенән һуң буш шешә тороп ҡала. Күрәһең, эсер өсөн генә бында ирҙәр инәләрҙер. Кисәге бындай күренешкә Роберттың бер ҙә асыуы килмәй ине, бөгөн ана ҡалай туҙына. Был турала уйланып, шым ғына өҫтәлдәрҙе йыйыштырырға тотондом.
Кинәт бер өҫтәл уртаһында ҡап-ҡара кошелекты күреп ҡалдым! Кемдер онотоп ҡалдырған. Эсен асып ҡараһам – ҡағыҙ аҡсалар. Ҡалтыранып, табышымды ҡайҙа итергә белә алмай ҡаушап ҡалдым. Башыма мең төрлө уй йүгерҙе. Әллә ошо кошелекты алып ҡасырға инде?! Сибайға ғына түгел, әллә ниндәй ҡалаға барып етергә була! Берәү ҙә күрмәҫ, берәү ҙә тапмаҫ... Күптән эҙләгән аҡсалар үҙе килеп инде түгелме? Ҡасырға! Тиҙерәк ҡасырға кәрәк!..
Юҡ, былай ярамай. Былай ҙа алдашыуҙарым арҡаһында әллә ниндәй бәләләргә тарыным. Ә хәҙер көпә-көндөҙ урлашып йөрөһәм?! Ят кешенекен һорамай алыу – урлашыу бит! Өләсәйем дә, атайым да, мәктәптә лә урлашырға ярамай тип өйрәттеләр. Кешенекен тейеү – оятһыҙҙар эше. Икенсенән, яман эш барыбер беленәсәк. Аҙаҡ атайым был турала белеп ҡалһа, ныҡ асыуы килер. Яратҡан улым уғры булып сыҡты тип, минең өсөн ҡыҙарып йөрөһөнмө?!
– Нимә мыштырҙайһың унда?! Шәберәк бул! – бойорған тауышҡа боролоп ҡараһам, Роберт тора. Ҡулымдан сепрәкте тартып алды ла шуның менән һуғырға тип киҙәнде. Шул саҡ ҡулымдағы кошелекты күреп, туҡтап ҡалды. – Ҡайҙа күрһәт әле, нимә ул?! Кемдекен сәлдерҙең?
– Өҫтәлдә ята ине, – тинем ҡалтыранып.
– Бир бында! – Йән көсөнә ҡулымдан кошелекты тартып алды ла аш бүлмәһенә йүгереп инеп китте. Мин уның артынан ашыҡтым.
Роберт кошелекты асып, эсен тикшерергә тотондо:
– О-о-о, байлыҡ! Хәтәр ҙә ул! Яңы кейем алам! – ти, ауыҙы йырылып.
– Ул һинеке түгел – кире ҡайтарыр кәрәк!
– Нимә-ә-ә?! Аҡыл өйрәтергә булдыңмы, маңҡа?! – Йоҙроҡтарын төйнәп, Роберт эргәмә килеп баҫты. Һуғып осорор икән тип ҡурҡһам да, белдермәҫкә тырышам. – Тамағың туйғас, кеше булдыңмы, ә ?! Был кошелек – минеке! Әйттем – бөттө!
– Шулай ҙа кешенең әйберенә тейеү – оят.
– Ауыҙыңды яп, хәстрүш! Һин бер нәмә лә күрмәнең. Өнөң сыҡмаһын! Әгәр берәй кемгә һөйләһәң – муйыныңды өҙәм! Юҡ менән булғансы, ана, иҙәнде йыу!..
Исмаһам, хужаһы ла килеп етмәй. Тиҙерәк эшләгән аҡсамды алыр ҙа һыпыртыр инем. Аҡсаһыҙ ҙа китер инем бынан, тик Роберт ебәрмәй. Бына хәҙер залда иҙән йыуҙырта. Үҙе нисек йыуғанымды эре генә ҡарап тора. Хәлемдән килһә, был йылан ояһында бер минут та тормаҫ инем.
Күп тә үтмәне, кафеға урта йәштәрҙәге ағай атылып килеп инде. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Залдағы өҫтәлдең аҫтын, тирә-яғын ҡарап сыҡты. Эҙләгәнен тапмағас, Робертҡа өндәште. Үҙем өҫтәлдәр араһында сүкәйеп иҙән йыуып йөрөгәс, бәлки, мине аңғармағандыр ҙа.
– Баяғы һеҙҙә ултырып алғайныҡ. Өҫтәлдә кошелегым ятып ҡалған, – тине ир Робертҡа. – Шуның артынан килдем.
– Әллә. Бында бер нәмә лә күренмәне.
– Нисек инде күренмәне?! – Ир асыуланып китте. – Ошонда ғына ҡалдырҙым. Мин иҫәр түгел бит! Күп тә эсмәнем.
Роберттың күрәләтә алдашыуына иҫем китте. Ҡаушамай ҙа, ҡыҙармай ҙа үҙенекен һөйләй:
– Башҡа ерҙә эҙләп ҡарағыҙ. Беҙ эскән кешенең әйбере өсөн яуап бирмәйбеҙ...
Ир туҙынып китте:
– Унда минең бер айлыҡ аҡсам! Балаларым өйҙә дүрт күҙ менән көтөп ултыра... Әгәр кешесә ҡайтармаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!
Ағай йәл булып китте. Уның ошондай хәлгә тарыуына үҙемде ғәйепле итеп тойҙом. Әгәр шунда өҫтәлдән кошелекты алмаһам, бәлки, берәү ҙә күрмәҫ ине. Кире боролоп инһә, табыр ине. Ә бит Роберт кошелекты минең ҡулдан алды. Ғәйеп миндә булғас, шымып ҡалырға тейеш түгелмен. Аҙаҡ нимә булһа ла булһын!
– Ағай, һеҙҙең кошелек ҡара төҫтә ине бит? – тип сепрәгемде иҫәнгә ташланым да уның янына килдем. Бындай ҡыланышымды күреп, Роберттың йөҙө йәмрәйҙе, йоҙроҡтары төйнәлде.
– Эйе, ҡара ине! – Ағайҙың, әйберен тапҡандай, йөҙө яҡтырып китте.
– Һин нимә буталып йөрөйһөң?! Бар аш бүлмәһенә! – Роберт йоҙроғон киҫәтеп, уҫал итеп миңә ҡарап ҡуйҙы.
– Туҡта, ниңә ҡурҡытаһың һин малайҙы?! Йә, әйтеп бөтөрһөн... – тине ағай.
– Ул бер нәмә лә белмәй! Алдаша! Бар, тай бынан!
Мин ике ут араһында тороп ҡалдым. Берсә Роберт мине “күҙемдән юғал” тип терһәге менән төртә, берсә теге ир яҡлашып, үҙе менән ышыҡлай. Мин ике ҡапҡа араһында тибелгән туп һымаҡ тоям үҙемде.
– Һеҙҙең кошелекты ул алды! – тинем яҡлаусым барлығын тойоп.
– Алдашма, онҡот!
– Етәр, мин һеҙгә бала-саға түгел! – Ир ҡалын тауышы менән ҡысҡырып ебәрҙе. – Үҙең ҡайтараһыңмы аҡсаны, әллә полиция саҡыртырғамы?!
Робертҡа, нисек кенә ауыр булмаһын, кошелекты сығарып биреүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Ну, шестерка! Үҙеңә үпкәлә! – тип теш араһынан ыҫылданы миңә Роберт.
Ағай кошелегын алғас, эсендәге аҡсаларын һанарға тотондо. Бөтәһе лә теүәл икәнен күргәс, ҡыуанып китте. Шатлығынан биш йөҙ һумлыҡты сығарҙы ла миңә һуҙҙы:
– Ысын ир икәнһең! Мә, быныһы һиңә!.. – Ағай ҡулымды ҡыҫты ла, ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп, сығыу яғына ыңғайланы.
– Ағай, көтөп тороғоҙ әле, – тип туҡтаттым уны. Беләм, бында хәҙер миңә ҡалырға ярамай. Роберттан әллә нимәне көтөргә була. Кеҫәмдә аҡса ятҡас, хужаны көтөүҙең дә кәрәге юҡ.
– Эйе, тыңлайым. Әйтер һүҙең бармы?
– Мин һеҙҙең менән эйәреп сығайым әле.
– Әйҙә һуң!
Ярай әле аҡсаға ҡыуанып, ауыҙ асып тороп ҡалманым. Әгәр кафела ҡалһам, бөттө баш. Яҡлаған кешем бар саҡта ҡасып ҡотолоу хәйерлерәк. Хәлдең нимәлә икәнен һөйләп тормайынса, ҡотҡарыусымдың кейеменә талпан шикелле йәбешеп алдым. Башҡаса мөмкин дә түгел ине. Роберт сығырға ирек бирмәй. “Ҡал тинем! Ҡайҙа ҡастың? Хужанан эләгәсәк!” – тип оло кеше алдында йоҙроғо менән һелтәнеп маташа. Көскә сығып ҡотолдом. Уф-ф-ф... Хоҙай бар икән!
Мин – атай
Таңһылыу шылтыратты! Тағы аҡыра башлар икән тип теләр-теләмәҫ кенә телефонды алдым. Ҡатын һаулыҡ һорашып та торманы, үкһеп илап ебәрҙе. Бер һүҙ ҙә әйтә алмай, һығылып илай ғына. Минең дә йөрәк жыу итеп ҡалды. Берәй ҡурҡыныс хәбәр әйтергә уйлайҙыр тип, күңелгә шом төштө.
– Нимә булды һуң? Йә, әйтә һал?! – тип ҡат–ҡат һораным. Таңһылыу тыныслана алмай өҙә-йолҡа, һулҡылдап бер нисә һүҙҙе көскә әйтә алды:
– Минең башҡа хәлем ҡалманы!
– Тыныслан! Миңә еңел тип уйлайһыңмы?! Бөтәһе лә эҙләй, мин дә тик ятмайым...
– Балаға берәй нәмә булһа, мин йәшәмәйәсәкмен!
– Етәр! Насарға юрама! Табылыр, ҡайҙа барһын. Һинең ҡотороноуың бына нимәгә килтерҙе! Гелән юҡ-барҙан ғауға сығарҙың, Таңһылыу. Хәҙер икебеҙ ҙә утта янабыҙ! Әсәйем бит әллә күпме тылҡып килде. Һин айырылам тигән көндә лә нимә тип әйтте, иҫләйһеңме?! “Ир менән ҡатын айырылышҡанда, иң бәхетһеҙ кеше – бала!” Дөрөҫ әйткән бит!
– Ярай, етәр Варис. Миңә былай ҙа еңел түгел. Һиндә лә, миндә лә ғәйеп бар. Был турала һуңыраҡ һөйләшербеҙ. Әйтәһе һүҙем бар. Мин әле Белоретта. Көнө буйына баланы эҙләйбеҙ. Тапманыҡ. Кисә Магнитогорск вокзалы эргәһендә Ласынға оҡшаған малайҙы күргәндәр. Әйҙә Магнитогорскиҙа күрешәйек, – тине һулҡылдай-һулҡылдай.
– Ярай! Хәҙер юлға сығам...
Мин – бала
Теге этлекле, мыҫҡыл итергә яратҡан Роберттан шулай еңел ҡотолғаныма ҡыуанып бөтә алманым. Артымдан эйәреп килмәһен тип, теге кошелек юғалтҡан ағайҙан ҡалмаҫҡа тырыштым. Мине ҡотҡарыусы ағай менән шулай танышып киттек. Исеме Юрий икән, заводта эшләйем ти. Тик уға ошо көндәрҙә минең менән нимәләр булып бөткәнен һөйләп торманым, теге кафеға нисек барып эләгеүем тураһында ла әйтмәнем. Бары вокзал мөйөшөндәге кассанан Сибайға тиклем автобусҡа билет алып биреүен үтендем.
– Шундай шәп малайға нисек ярҙам итмәйһең инде?! Гел шулай ғәҙел бул! – тип йылмайҙы ла Юрий ағай, тағы үҙенең аҡсаһына билет алды.
Шундай шәп кешеләр була икән донъяла! Бындай изге күңелле ағайға рәхмәттәремде әйтеп бөтөрә алманым. Ул осрамаһа, хәҙер мин һаман ҡоллоҡта булыр инем! Күптән күңелемде өйкәп йөрөгән һорауым бар ине. Тап ошо ағай уға яуап бирер төҫлө тойолдо. Шуға ла хушлашыр алдынан һорап ҡалырға ашыҡтым:
– Ағай, ә төшөңдә осһаң, нимә була ул?
Ағай миңә йылмайып ҡараны ла:
– Бәй, ниңә улай тиһең? – тип аптырап һорап ҡуйҙы.
– Ә мин һуңғы ваҡытта гел бер төрлөрәк төш күрәм. Имеш, мин ҡош булып осам икән.
– Осоу яҡшыға инде, – тине Юрий ағай. – Төшөңдә осһаң, тимәк, тиҙерәк ҙураяһың, үҫәһең!
Күптән таныш яҡын кешеләр кеүек оҙаҡ хушлаша алмай торҙоҡ. Эх, Юра ағай һымаҡ яҡшы кешеләр күберәк булһын ине донъяла! Уларҙың йөҙөнән йылылыҡ бөркөп тора, һәр әйткән һүҙе – йөрәккә дауа һымаҡ!
...Бына мин вокзал эсендә ултырам. Ярты сәғәттән Сибайға ҡуҙғалам. Түҙемһеҙләнеп, стеналағы сәғәткә ҡат-ҡат ҡарап алам. Бер сәғәтлек юлды үтһәм, атайымды барып ҡосаҡлайым. Бөтә күргән бәләләрем шуның менән бөтәсәк! Уйға бирелеп ултырғанда, вокзалдың ишеге шар асылып китте лә Роберттың башы күренде! Мин унан тайшанып, эргәләге апайҙың артына боҫҡайным да, Роберт барыбер елкәмдән елтерәтеп тотоп алды. Ҡысҡырыр инем, исмаһам, ярҙам итергә полиция күренмәй.
– Алыҫ ҡасырмын тип уйланыңмы, һатлыҡйән! Әйҙә, сыҡтыҡ әле тышҡа. Һөйләшеп алабыҙ!
– Ебәрегеҙ баланы! Нимә эшләйһегеҙ ул?! – тип бер апай яҡлашып ҡарағайны, Роберт бөтә залға ишетерлек итеп ҡысҡырҙы:
– Ул минең аҡсаны урланы! Кеҫә ҡарағы! – Был һүҙҙәрҙән һуң мине яҡлашыусы булманы. Уның менән сыҡмайым тип, тыпырсынып маташтым. Тик ул ныҡ итеп елкә төбөмә тондорҙо ла ҡулымдан һөйрәп алып сығып китте.
Роберт яман ныҡ итеп ярһыған ине, күҙҙәре аларған. Уға бындай мәлдә буйһоноу хәйерлерәк, ҡаршылашыуы тағы ҡурҡынысыраҡ. Үҙе ҡолағымды ярырҙай итеп ҡысҡыра, әллә ниндәй әшәке һүҙҙәр менән һүгә. Етмәһә, бер туҡтауһыҙ мине елтерәтә. Вокзалдан ситтәрәк теҙелеп торған гараждар араһына һөйрәп тигәндәй алып барҙы. Бында ышыҡ урын, бер кем дә үтеп йөрөмәй, ҡысҡырһам да ишетеүсе булмаҫ. Күрәһең, юрамал ошонда алып килгән.
– Шунан, минән ҡотолдом тип ҡыуанып өлгөрҙөңмө, маймыл?! – Роберт йән көсөнә эсемә тибеп ебәрҙе. Ауыртыуҙан түҙә алмай, бөгөлөп төштөм. Ыңғырашыуҙан башҡа өнөм сыҡманы. – Мин һиңә әйттем бит: аҙаҡ үҙеңә үпкәлә тип! Ә һин үҙеңде бөтәһенән дә аҡыллы тип уйланыңмы? Хәҙер, күрһәтәм!
– Ебәр мине. Башҡа улайтмайым.. – тип ялбарып ҡараным.
– Ха-ха-ха! Алдан уйлар кәрәк ине! – Мыҫҡыл итеп йылмайҙы ла битемә йоҙроғо менән тондорҙо. Уға ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмағанымды күреп, ләззәтләнеп һелтәнеүен дауам итте. Шунан ерҙә ятҡан бер таяҡты алды ла ҡулыма-аяғыма һуҡҡылай башланы. Ҙур енәйәт ҡылған кешенең иманын уҡытҡандай, ярһып тороп һуҡҡылай, шул уҡ ваҡытта үҙен аҡлағандай, төрлө ғәйептәремде һанай:
– Күпме этлек күрҙем һинән! Тыңлашмаҫҡа булдыңмы? Мә, улайһа! – тип ҡулыма таяҡ менән һуғып ебәрҙе. – Аҡсаһыҙ ҡалдырҙың! Герой булдым, тиһең инде! Мә, шуның өсөн! Минән шулай еңел ҡасырмын тип уйланыңмы?! Тағы берҙе ал...
Бығаса уға ҡаршылыҡ күрһәтмәй, “әлеү”, ”ауырта”, “теймә”, “ебәр” тип кенә яуаплай инем. Бер аҙ һелтәнер ҙә ебәрер тип уйланым. Тик ул шашҡандан-шашты, тағы нығыраҡ итеп һуҡҡылай башланы. Бер-ике тапҡыр башыма ла тондорҙо. Ахырҙа, түҙерлек хәл ҡалмағас, йән көсөмә үҙем Робертҡа ташландым!
– Мин һинән ҡурҡмайым! – тип үҙенә барып йәбештем дә ҡулын ныҡ итеп тешләнем! Егеттәргә тешләшеү килешмәй, уныһын беләм, тик бындай хәлдә үҙемде яҡларлыҡ башҡа әмәл юҡ ине. Ни тиһәң дә, ул минән күпкә көслөрәк. Роберт ауыртыуынан айыу һымаҡ үкереп ебәрҙе. Ҡурҡышымдан, үҙем ситкә ырғып киттем.
– Ах, һин шулаймы?! Эт балаһы! Хәҙер тештәреңде онтай һуғам!.. – Бындай хәлде көтмәгән Роберт тағы ҡотороноп китте. Уны хәҙер туҡтатып та алырлыҡ түгел. Ҡулына нимә эләктерәйем икән тип, тегеләй-былай тайпылды. Шул саҡ ҙур ғына тимер киҫәген күтәреп алды ла миңә һелтәне:
– Үлтерәм, ташбаш! Башыңды иҙәм!.. – тигәс, мин янтайып та өлгөрмәнем, сикәмә дынҡ итеп ҡалды. Ер түңкәрелгәндәй булды, күҙҙәремдә осҡондар сәсрәне. Сайҡала бирҙем дә, ергә тәгәрәнем. Күҙ алды ҡараңғыланды, ҡолаҡ зыңҡылдай. Мин хәҙер бер нәмә лә күрмәйем дә, бер нәмә лә аңламайым.
– Һи-и-ин... ми-не... үл-тер-ҙең... – тип бышылдап ҡына әйтә алдым. Роберт быны ишеттеме-юҡмы, белмәйем.
Бары уның мине торғоҙорға тырышып, ялбарып ҡолағыма ҡысҡырғанын өҙөк-һурыҡ ҡына ҡайтауаз һымаҡ ишетеп ҡалам:
– То-о-ор!.. Ша-яр-ма-а-а!.. Кү-ҙең-де а-а-ас!..
Тик яуап бирерлек тә, күҙҙе асырлыҡ та хәлем юҡ. Ҡолаҡта – зың, зың, зың... Ер минең тирәләй әйләнә...
Мин – әсәй
Магнитогорск вокзалы гөжләп тора. Кемдер туғанын ҡаршы ала, кемдер хушлаша. Ана, бер ҡатын йүгереп барып балаһын ҡосаҡланы. “Золотце мое! Как отдохнули с папулей?” – тип битенән супылдатып үбеп алды. Ҡалай бәхетлеләр! Шатлыҡтары йөҙөнә яҙылған. Уларҙың ихлас ҡосаҡлашҡандарын күреп, йөрәгем өҙөлә яҙҙы. Нишләп шундай бәхеттән мин мәхрүм икән? Кешеләр ана йәшәй белә бит! Ә мин шулай итеп балама татлы һүҙемде әйткәнем булдымы икән?! Мин дә баламды өҙөлөп яратам бит! Тик ниңә шул яратыуымды, эске хистәремде белдергәнем булманы. Ҡырыҫлыҡмы, тупаҫлыҡмы, әллә беҙҙең халыҡҡа хас ҡатылыҡмы?! Шулайҙыр, бәләкәй саҡта ла әсәйем мине иркәләп барманы. Беҙҙең өйҙә сөсөләнеүҙе, наҙланыуҙы ниндәйҙер кәмселек итеп күреп барҙылар. Имеш, йомшаҡлыҡ күрһәтеү баланы боҙа, шаштыра! Ә бала үҙенең ҡәҙерле булыуын тойоп үҫергә тейеш түгелме?! Элек был хаҡта уйланғаным юҡ ине. Ысынлап та, мин йөрәк йылымды иремә лә, балама ла биреп етмәнем, шикелле. Шул ғына минең бәхетемә аяҡ салғандыр. Телефон шылтыратыуы уйҙарымды бүлде. Варис икән.
– Таңһылыу, мин Магниткаға етеп киләм. Һин ҡайҙа әле?
– Мин килеп еттем инде. Вокзалда ултырам.
– Ә-ә-ә, ярай улайһа. Саҡ ҡына көт. Хәҙер булам...
– Ярай, көтәм.
Варистың тыныс тауышы күңелдәге барлыҡ бушлыҡты кәметкәндәй булды. Барыбер уның тауышы, һәр әйткән һүҙе ниндәйҙер көскә эйә һымаҡ. Ғорурлығымды өҫтөн ҡуйып, “барыбер бирешмәйем, иргә ҡалған көнөм юҡ әле” тип һыр бирмәй йәшәһәм дә, ошондай ауыр мәлдә үҙемде ни тиклем яңғыҙ, көсһөҙ һәм бәхетһеҙ икәнемде аңланым. Мин әле яман ныҡ көсһөҙмөн. Варистың киң яурынына башымды һалып, түгелеп илағы килә. Йәлләһен, йыуатһын мине. Еңел булып китер шул саҡта...
Варис килеп еткәнсе, Ласындың фотоһын тотоп, вокзал тирәләй йөрөп сығырға булдым. Бәлки, берәйһе күргәндер баламды...
– Ошо малай һеҙгә осраманымы? – тип кешеләрҙән һораштырғыланым. Тик яуап шул уҡ:
– Юҡ, күрмәнем.
Ахырҙа, пассажирҙар ултырған көтөү залына инеп белешергә булдым.
– Ә-ә-ә, йөҙө таныш һымаҡ, – тине иҙән йыуып йөрөгән ҡатын. Шунан фотоға тағы берҙе текләп ҡарап ҡуйҙы. – Шул, шикелле, эйе, яңылышмайым! Ярты сәғәт элек уға оҡшаған бер бала күҙгә салынды. Тик ул малайҙы аҡса урлауҙа ғәйепләп, бер үҫмер үҙе менән һөйрәкләп ҡайҙалыр алып сығып китте...
Мин – бала
Тирә-яҡта ҡараңғылыҡ, бер нәмә лә күренмәй... Ҡапыл эргәмдә генә ниндәйҙер түңәрәк ялтланы ла, унан сағыу нурҙар һибелде. Миңә бөрккән яҡтылыҡ шул тиклем йылы, үҙенә ымһындырып тора. Бысраҡ ерҙә аунап ятҡансы, шул яҡтылыҡҡа барыуым хәйерлерәк тип уйланым да тороп, алға ҡарай йүгерҙем.
Йүгерәм... йүгерәм... йүгерәм... Тик теге яҡтылыҡҡа һаман барып етеп булмай. Тәнемде лә һиҙмәйем. Үҙем дә аңламайым: әллә осам, әллә атлайым. Эйе, мин яңылышмайым, бына бит аяҡтарым ерҙән айырылды! Ҡулдарым ҡанатҡа әйләнде лә, мин оса башланым.
Бигерәк сәйер күренеш... Үҙем һауаға күтәрелдем, ә ерҙә кәүҙәм ята. Эргәһендә кешеләр йүгерешә. Ҡысҡырышалар, илашалар. Гараж эргәһендә “Ашығыс ярҙам” машинаһы тора. Роберттың ҡулын шаҡарып бәйләгәндәр ҙә ике яғынан полиция тотҡан...
Ә мин ары остом. Ана, теге вокзал алдында атайым менән әсәйем тора түгелме? Эйе, улар! Ҡосаҡлашҡандар! Уларҙың икеһен бергә күреүгә шатланып бөтә алмайым.
Шул мәлдә ергә төшөп, иң яҡын кешеләремде ҡосаҡлағым, нисек яратыуымды белдергем килде. Тик ҡанаттарым ғына тыңлашмай, ниңәлер улар мине өҫкә-өҫкә алып менә. Бә-ә-ә-й, мин бит ысын ҡошҡа әйләнгәнмен!.. Күккә күтәреләм, рәхәтләнеп осам да осам...
“Атай, әсәй! Мин һеҙҙе ныҡ итеп яратам!” тип бар көсөмә ҡысҡырҙым! Тик тауышым ғына сыҡманы. Эй, онотоп торам, ҡоштар бит кеше һымаҡ һөйләшә белмәй! Йә, инде! Исмаһам, үҙегеҙ күккә ҡарағыҙ. Унда осҡан бер ҡошто күрһәгеҙ, белегеҙ: был һеҙҙең улығыҙ – Ласын! Әгәр һеҙ ҙә мине яратһағыҙ, йылмайып, ҡул болғағыҙ! Мин аңлармын һеҙҙең әйтер һүҙегеҙҙе....
Әсәй менән атай тағы бергә! Ниндәй ҡыуаныс! Мин генә ҡабат ергә төшә алмайым. Ҡанаттарымды йәйеп осам, осам, осам...
Кинәт ҡолағыма ниндәйҙер сихри тауыш ишетелде. Кеше теле менән әйтелмәгәндер ул. Әллә күктән килә инде был ауаз. Ҡайтауаз һымаҡ ҡолағыма ҡат-ҡат килеп бәрелә:
– Бала күңелен онотҡандарҙың киләсәге юҡ! Киләсәге ю-ю-юҡ! Ю-ю-юҡ!
Яҙманы күсереп алыу өсөн авторҙан рөхсәт һорау мотлаҡ.
Альбина Таҡалова һүрәте.