

Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?
Күҙ аса ла бары күҙ йома!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме кәртә ятҡан юлына:
Әле аслыҡ, әле һуғыштары,
Әле бола, әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары –
Сылбыр төҫлө киткән ялғанып!..
Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен,
Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?..
Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..
***
Көтмәгәндә мин дошманың булдым:
Дөрөҫлөктө әйттем һиңә…
Бына инде, юлда осраның да
Ҡул да бирмәй киттең миңә.
Ләкин мин һаман да сәләм бирҙем,
Сәләмемде алмаһаң да.
Күҙҙәреңә тура ҡараным мин,
Тура ҡарай алмаһаң да…
Йәнәһе һис мине күрмәйһең дә:
Ситкә ҡарап күҙ аттың һин.
Меҫкен кеше, меҫкен. Бының менән
Тик үҙеңде юғалттың һин!
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдә лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..
Фото: kulturarb.ru