

Ауыл ерендәге фельдшерҙың эше ҡалала эшләүселәргә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ. Көн-төн, ял тип тормай ауыл фельдшеры ауырыуҙарға ярҙамға ашыға. Профилактик эшкә лә күп ваҡыт бүленә. Фельдшер урындағы халыҡ менән нисек дөрөҫ туҡланыу, яман ғәҙәттәрҙән баш тартыу һәм физик күнекмәләр өсөн ваҡыт бүлеү тураһында әңгәмәләр уҙғара. Тәслимә Ғәбделмөрит ҡыҙы утыҙ йыл дауамында ауылдаштарының һаулығы һағында. Әбүбәкер ауылына килен булып төшөп, 1991 йылдан фельдшер-акушерлыҡ пунктын етәкләй. Уның ҡарамағында - 600 ашыу кеше. Заманса ФАп-та ең һыҙғанып эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған.
Ниндәй генә заман булмаһын, фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылда йәшәгәндәр өсөн медицина ярҙамы күрһәткән төп ойошмаларҙың береһе булып ҡала. Фельдшерҙың эше еңелдән түгел: сабыйҙарҙы, ауыр сирлеләрҙе өй беренсә ҡарау, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн тикшереүҙәр, медицина процедуралары уҙғарыу – барыһы ла тырышлыҡ, сабырлыҡ, мәрхәмәтлелек, оло яуаплылыҡ сифаттарын талап итә. Тәслимә Ғәбделмөрит ҡыҙы үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте менән ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған. Бихисап маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүе лә эшенең һөҙөмтәләре хаҡында һөйләй. Тәслимә Ғәбделмөрит ҡыҙы бәхетле ҡатын да - яратҡан ире, өс балаһы, өс ейәне өсөн ул тормош нуры. Әйткәндәй, ҡыҙы Айгөл уның юлын һайлап, медицина колледжын тамамлаған, килене лә медицина хеҙмәткәре.
Ауылдаштарының шундай мәртәбәле “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуына һәм сәләмәт тормош рәүеше һайлауына ауыл фельдшеры шат ҡына. Сөнки айыҡ ауыл – ул сәләмәт территория.
https://vk.com/club207714147?z=photo-207714147_457242674%2Fwall-207714147_7396