Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Февраль 2023, 04:49

Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның бөгөн тыуған көнө!

Лира Миңләхмәт ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, таҙалыҡ, ғаилә именлеге, аяҙ көндәр, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның бөгөн тыуған көнө!Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның бөгөн тыуған көнө!
Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның бөгөн тыуған көнө!

Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылдың 15 февралендә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1992 йылдан Сибай ҡалаһының мәктәп-интернатында, 1997-2002 йылдарҙа 13-сө башҡорт урта мәктәбендә эшләй..2004 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты.

Автор:
Читайте нас