Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Февраль 2023, 15:25

“Юҡ” тип әйтергә өйрән!

Төркөмдәштәр, ә һеҙҙең юҡ тип әйтә алмаған осраҡтар булғаны бармы?

“Юҡ” тип әйтергә өйрән!“Юҡ” тип әйтергә өйрән!
“Юҡ” тип әйтергә өйрән!

Көндәрҙең береһендә Маратҡа Алина шылтыратты. Ауылдашы булһа ла, әллә ни аралашҡандары юҡ. Ул ҡайҙалыр торлаҡ буйынса белгес булып эшләй.
– Сәләм! Хәлдәрең нисек? – тип һүҙ башланы ҡыҙ.
– Һәйбәт кенә. – Марат үҙенең вахтанан ҡайтыуын, әле Өфөлә ял мәлендә өҫтәмә эш эҙләүен әйтте.
– Бигерәк шәпһең дә үҙең. Бер ҙә тик тора белмәйһең!
– Өфөлә фатир алғайным, ипотеканы түләргә кәрәк бит.
– Эй, йәлләйем һине! Ул тиклем эшләп аяҡ һуҙырға уйлайһыңмы? Әйҙә һиңә интернетта өйҙән генә аҡса эшләргә өйрәтәм! – Алдан планлаштырған темаға һөйләшеү өсөн уңайлы форсат сығыуға Алина ҡыуанып бөтә алманы.
– Мин ундай нәмәләргә ышанып бармайым.
– Юҡ, был һин уйлағанса пирамида түгел, бында көнө-төнө кеше йыйып, тауар һатып ултырырға кәрәкмәй. Был яңы асылған проект! – тип теҙеп алып китте Алина. – Бында шәхси эшҡыуарҙар менән генә эшләйһең, һуңынан уларҙың магазинына килгән клиенттарҙан һиңә яйлап аҡса килә башлай! Шәп бит?! – тип дәртле тауыш менән Маратты йәнләндереп ебәрмәксе булды.
Марат бер аҙ шымып торҙо, танышына, юҡ, мин ул эш менән булышмайым, тип әйтергә уйлағайны ла, ҡыйынһынып:
– Әллә инде, – тип кенә яуапланы. Ауылдашы ла ныҡыш булып сыҡты.
– Һин ғүмерең буйы Себерҙә шул ғына аҡсаға һаулығыңды бөтөрөп йөрөмәксе була­һыңмы? Ипотекаңды 25 йыл буйы ни­сек түләргә уйлайһың? – Алина ҡыҙып-ҡы­ҙып аҡса эшләү юлын өйрәтә башланы. – Уның бер нәмәһе лә юҡ. Аҡса юҡ, тиһеңме? Шулайтып мәмәйләнеп ултырһаң, мәңге өс тингә бил бөгәсәкһең. Бына Дүртөйлөнән 60 йәшлек Хәлит ағай, инвалид булһа ла, беҙҙә аҡса эшләй. Уның кеүек кенә булдыра алмаҫмын тиһеңме?
– Әллә инде, белмәйем шул. Мин ундай нәмәгә ышанмайым, аңлап та етмәйем. Ҡуй, кәрәкмәй. Етмәһә, кредитым бар, өҫтөнә тағы кредит алған инем!
– Марат, тәүәккәл булырға кәрәк, беҙҙең менән эшләһәң, ипотекаңды ярты йылда ябаһың, кредитыңды ла. Һин бит яңғыҙ түгел, беҙ – команда! Ә команда бер-береһен ташлап китмәй! Кәләшеңә алтын биҙәүестәр алып биреп, сит илдә ял итәһең килмәйме ни? – тип ныҡышыуын дауам итте ҡыҙ. Ул Мараттың ҡаты итеп “юҡ” тип әйтә алмауынан файҙаланып, тиҙҙән уның сереп байырына, затлы машинала елдерәсәгенә ышандырҙы.
– Ярай, ағайым, яҡындарым менән кәңәш­ләшәйем дә, әйтермен. Әлегә кеҫәмдә аҡсам да юҡ.
– Юҡ, әле бер кемгә лә һөйләмәй тор, – тип ныҡышты ҡыҙ. – Аҡса эшләй башлағас, әйтерһең! Аҡса юҡ, тиһең. Хәҙерге заманда уны табыуы ҡыйын түгел. Мин 400 мең һум түләп индем, бер ҙә үкенмәйем. Һин 200 мең менән башлаһаң да була... Фәлән ана күптән түгел фатир һатып алды, төгән миллион һумлыҡ машинала елдерә. Эшкә тотонғанда уларҙың да аҡсалары юҡ ине, әлеге лә баяғы кредиттан башланылар.
Ҡыҙҙың ымһындырғыс һүҙенә ышанып, 200 мең һум кредит алып уға күсергәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды Марат. Һөҙөмтәлә аҡса эшләйем, бурысымды түләйем тип тағы ла бурысҡа батты. Ә һуңынан был эштең маҡсатын аңлап ҡалғас, аҡсамды кире бирегеҙ, тигәйне:
– Һине берәү ҙә көсләп саҡырманы, ба­шыңа балта терәп торманыҡ, – тип кенә яуап­­ланылар. Теге ауылдашы ла үҙенең юғал­тҡан аҡсаһын ҡайтарыр өсөн уны ошо һаҙ­лыҡҡа килтереп сумырған. Ул көндө Али­наға ҡаты итеп “юҡ” тип әйтә белмәүенә бөгөн ныҡ үкенһә лә, терһәкте тешләп булмай...
Беҙҙе бәләкәйҙән изгелекле, ярҙамсыл булырға өйрәтәләр. Эйе, өлкәндәргә, мохтаждарға ярҙам итеү – матур сифат. Әммә һәр нәмәнең дә үҙ самаһы бар. Ғөмүмән, ярҙамсыллыҡ тигән төшөнсәне һәр кемдең үтенесен үтәргә әҙер тороу менән бутарға ярамай. Үкенескә ҡаршы, тап шундайҙар, Марат кеүек “юҡ” тип әйтергә тартынып, күңелһеҙ хәлдәргә тарый. Сөнки бүтәндәр һеҙҙең ошо сифатығыҙҙы файҙаланып, анһат ҡына мәкерле эшен башҡара, аҡса эшләй, үҙ проблемаларын хәл итә.
Бөгөнгө заманда кешеләрҙе төп башына ултыртып ҡына аҡса эшләү төрҙәре байтаҡ. Мәҫәлән, шул уҡ селтәрле маркетингтар... Витаминдар, тауарҙар һатыу менән кемдәр генә шөғөлләнмәй! Һәр береһе мул аҡса вәғәҙә итә. Таныштарын, дуҫтарын ошо “рәхәт аҡса эшләүгә” өгөтләйҙәр. Әммә былар барыһы ла пирамида рәүешендә яһалған. Күптәр “юҡ” тип әйтә алмау арҡаһында күңелһеҙ хәлдәргә тарый, аҡсаларын юғалта. Уларҙы саҡырғандар – был эшкә махсус өйрәтелгән тәжрибәле психологтар.
Күптәр тирә-яғындағы кешеләрҙең ихтирамын юғалтыуҙан ҡурҡып, ул минең хаҡта насар уйлаясаҡ тип, бөтә нәмәгә ризалашып, кәрәкмәгән, оҡшамаған эште башҡарып ҡуя. Был бөтөнләй хата ҡараш. Тап шуға ла ышаныслы һәм ҡаты итеп “юҡ” тип әйтергә өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлау кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, үтенестәрҙән баш тартып өйрәнмәгән кешеләр, үҙҙәре ярҙам һорап өндәшә алмайҙар. Сөнки һеҙ башҡаларҙы мәшәҡәтләйһегеҙ килмәй, шуға ла үҙегеҙ эшләп өйрәнгәнһегеҙ.
Психологтар әйтеүенсә, “юҡ” тип әйтә белмәүҙең сәбәптәре:
– мин ул кешенең йомошон үтәмәһәм, үсегер, кәйефе төшөр;
– улар миңә яҡшы мөнәсәбәттә булмаясаҡ, мине яратмаҫтар;
– баш тартыу әҙәпһеҙлек, тупаҫлыҡ;
– мин баш тартһам, уға ярҙам һорап барырға хоҡуғым булмай;
– уларҙың йомошо минекенә ҡарағанда мөһимерәк.

Нисек “юҡ” тип әйтергә?

1.“Юҡ” тигән һүҙҙе үҙ алдығыҙға тыныс ҡына, тулҡынланмайынса әйтеп өйрәнегеҙ.
2. Туранан-тура баш тартып булмай икән, үҙегеҙҙең һанап бөткөһөҙ эшегеҙ хаҡында белдерегеҙ. Үтенес белдергән кеше һинең эшеңдең бер өлөшөн үҙенә алһа ғына ризалашығыҙ.
3. Беренсе урында – ғаилә татыулығы, тыныслыҡ. Икенсе урында – карьера. Өсөнсө урында – ҡыҙыҡһыныуҙар. Дүртенсе урында – дуҫ, туғандар менән аралашыу. “Эйе” һәм “юҡ” тип әйткәндә һәр ваҡыт шуны иҫләгеҙ. Әлбиттә, донъяла төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, дуҫың аварияға осрап, ярҙам һораһа, был осраҡта пландарығыҙҙы үҙгәртергә кәрәк. Был намыҫлы булыуҙы аңлата, ә “юҡ” тип әйтә алмауҙы түгел.
4. Ҡәтғи баш тартығыҙ.

Ошо фразаларҙы хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: “Миңә бының өсөн түлә­мәй­ҙәр”, “Һин үҙең быларҙы эш­ләй алаһың”, “Икенсе берәүҙән ярҙам һора”, “Мин быға ышанмайым”.
Теләһә кемгә аҡса биреп йә үтенесен башҡарып йөрөгән өсөн һеҙҙе берәү ҙә хөрмәт итмәйәсәк. Һеҙҙе ябай, баҙнатһыҙ кеше тип һанаясаҡтар. Һеҙгә бындай дан кәрәкме? Шуға үҙегеҙгә зыян килтереп, бөтә үтенесте башҡарырға ризалашмағыҙ. Ҡәҙерегеҙҙе белегеҙ һәм ваҡытығыҙҙы дөрөҫ баһалағыҙ!

***
Ошо көндәрҙә Мараттың телефоны тағы тауыш бирҙе. Был юлы уға класташы Арсен шылтырата ине. Бер ауылда үҫеп, бер класта уҡыһалар ҙа, әллә ни дуҫ булманылар. Шулай ҙа, ғәҙәттә, берәй йомошо төшһә, иҫенә төшөрә торғайны уны Арсен. Үҙе эшләп йөрөһә лә, ни эшләптер гел аҡсаһы булмай. "Аҡса биреп тор әле, эш хаҡы алғас та түләйем", – ти. Әллә нисә тапҡыр алып торһа ла, береһен дә ҡайтарғаны юҡ.
Был юлы ла класташы хәл һорашыр-һорашмаҫтан:
– Дуҫ, былай ҙа һиңә аҡса бирәсәгемде беләм. Был юлы бөтәһен дә биреп ҡуйырға уйлайым. Бының өсөн, әйҙә, миңә үҙеңдең исемеңә кредит алып бир әле, шунан һиңә бурысымды ла ҡайтарырмын, – тип үтенесен белдерҙе.
– Юҡ, класташ, булдырып булмаҫ ул, – тине Марат.
– Һин нимә, мине белмәйһеңме әллә? – Арсен көр тауыш менән эре генә ҡысҡырып ебәрҙе.
– Беләм, бик яҡшы беләм!
Оят тигән сифатты юғалтҡан класташы нисек кенә шыма һөйләргә тырышмаһын, өгөтләмәһен, Марат ҡаты ғына “юҡ” тине. Юҡ! Бер генә һүҙ. Кәрәк ваҡытта ошо һүҙҙе әйтеү өсөн күпме ҡыйыулыҡ кәрәк. Был юлы әйтте уны Марат...

Айнур АҠЫЛОВ.

 

Миниә Вәлие­ва, педагогия фәндәре кандидаты, психолог:

– Арабыҙҙа кеше үтенесенә баш тартырға ҡыймағандар аҙ түгел. Уларға теләгән ваҡытта ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәң дә, үҙенең барлыҡ мәшәҡәтен, шәхси тормошон ситкә ҡуйып, йомо­шоңдо үтәргә ашы­ғасаҡ. Үкенескә ҡаршы, һинең ошо матур сифатыңды мәкерле ниәттә файҙаланырға теләгәндәр бихисап. Ауылыбыҙҙа уңған, эшсән егет бар ине. Бер кемгә лә баш тарта белмәгән егетте ауылда теләгән кеше йә эске, йә тамаҡ хаҡына эшкә йөрөттө. Эске бер ваҡытта ла яҡшыға алып килмәй: ғаилә тарҡалды. Көндәрҙең береһендә ир өйөндә тәмәке тартҡан килеш йоҡлап китеп, янып үлде.
Әлбиттә, икенсе берәүҙең үтенесенә матур ғына итеп баш тартыуҙың бер нисә ысулы бар. Беренсенән, асыҡтан-асыҡ баш тартыу. Мәҫәлән, уның йомошон үтәй алмауығыҙ хаҡында тура әйтегеҙ. Ҡайһы берәүҙәр баш тартыуҙың мотлаҡ сәбәбен аңлатырға кәрәк тип уйлай. Был хата фекер. Беренсенән, аңлатма биреү аҡланыу һымаҡ килеп сыға һәм ул кешелә, бәлки, ҡарашын, үҙгәртер, тигән фекер уята. Йәнә сәбәбен алдашып әйтһәң, икегеҙ ҙә уңайһыҙ хәлдә ҡалыуығыҙ ихтимал. Шуға ла уратып-суратып тормай тураһын “юҡ”, тип әйтегеҙ. Бәлки, йомшағыраҡ итеп әйтергә теләйһегеҙҙер? Ул саҡта: “Юҡ, мин быны эшләй алмайым”, “Мин бының менән шөғөлләнергә теләмәйем”, “Бының өсөн ваҡытым юҡ” тип яуап бирергә мөмкин. Әгәр ҙә һеҙҙең яуабығыҙҙы ишетергә теләмәй һаман үҙ һүҙен һөйләй икән, ябай ғына “юҡ” тип әйтегеҙ. Был ныҡыш, бары үҙен уйлағандар өсөн иң ҡулайлы яуап. Шулай уҡ үҙен йәлләтеп, ҡыҙғандырып маҡсатына ирешергә теләгәндәр өсөн дә ошо алым бара. Тағы уның хәлен аңлаһағыҙ ҙа бер нәмә лә эшләй алмауығыҙ хаҡында белдерегеҙ. “Мин һеҙҙе йәлләһәм дә, ярҙам итә алмайым” йә “Һеҙҙең мәсьәләне хәл итә алмайым” тип яуапларға мөмкин.

Автор:
Читайте нас