Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Февраль 2023, 09:05

“Һин бит үлгәнһең!”

Дуҫлашып йөрөгән мәлдәрендә уларға һоҡланмаған кеше булмағандыр. Икеһе лә һомғол буйлы, матурҙар.

“Һин бит үлгәнһең!”“Һин бит үлгәнһең!”
“Һин бит үлгәнһең!”

Дуҫлашып йөрөгән мәлдәрендә уларға һоҡланмаған кеше булмағандыр. Икеһе лә һомғол буйлы, матурҙар. Хатта ҡалала ете ят кешеләр ҙә был икәүгә ҡарап-ҡарап үтә ине.
Бер-береһен аҙға ғына күрмәй торһа ла һағынышып өлгөргән йәштәр, икеһе лә ҡулына институт дипломы алғас, өйләнешергә булды. Ә туй мәжлесе нисек үтте һуң?! Ҡаланың иң шәп ресторанын һайланылар! Атай-әсәйҙәре, таныш-тоноштары, дуҫтары уларҙың бәхетле, өлгөлө ғаилә буласағына, итәғәтле балалар үҫтерәсәгенә тамсы ла шикләнмәне.
Ул заманда күптәр эш таба алмай яфаланһа, Хәмдиә менән Заһир алдында был мәшәҡәт торманы. Кәләш дауаханаға – табип, ә кейәү яуаплы ойошмаға белгес булып урынлашты. Тиҙҙән йәш ғаиләгә тағы ла нур, ҡыуаныс өҫтәп, ҡыҙҙары донъяға килде. Бер ҡараһаң, йәштәргә бәхетле булыу, татыу йәшәү өсөн артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәгән кеүек ине.
Заһирҙың эше Рәсәй ҡалалары буйлап оҙайлы командировкалар менән бәйле. Йыш ҡына тәғәйен ваҡытҡа ҡайтып етә алмай. Сәбәбе лә бар – йә берәй тикшереү менән тотҡарланырға тура килә, йә кәрәкле документтар әҙер түгел. Иренең һуңлап ҡайтыуы, ситтә йөрөүе оҡшаманы йәш кәләшкә. Ғаиләлә йыш ҡына тауыш сыға башланы, эс бошоуын араҡы менән баҫырға ғәҙәтләнеп алды ир.
Артабан былай йәшәп булмаясағын аңлаған Заһир, эшенән китеп, бүтән ергә урынлашты. Ҡыҙғаныс, көндәрҙең береһендә ойошмала ҡыҫҡартыу башланды. Эш стажы иң аҙы һаналған Заһир ошо бәхетһеҙ исемлеккә эләкте. Унан һуң ул тағы бер ойошмаға урынлашып ҡараны. Тап ошо мәлдә студент сағында шайтан һыуын ауыҙына ла алып ҡарамаған йәш ир был ағыуға тиҙ биреште. Йөрәк яныуын баҫыр өсөн эскән “дарыу” уны әкренләп үҙенә матҡып алды. Эскән кеше кемгә кәрәк инде, тиҙҙән был эшендә лә унан ҡотолоу яғын ҡаранылар.
Элекке татлы һүҙле Хәмдиә лә хәҙер бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Фатирҙа әрләшеү, илаш-һыҡташ ғәҙәти күренешкә әүерелде. Бәлки, шул ваҡытта йәш ҡатын нисек тә иренең күңелен аңларға тырышһа, ғаилә тормошо был тиклем үк киҫкенләшеп китмәҫ ине...
Көндәрҙең береһендә Заһир барлы-юҡлы әй­берҙәрен алды ла сығып китте. Хәмдиә “ҡай­ҙа барыр тиһең, йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр” тип уйлаһа ла, ире ҡайтманы.
Бер ай үтте, ике ай, ярты йыл... Аптыраған ҡатын полиция бүлегенә барҙы, ирҙе эҙләй башланылар, әммә уны бер ҡайҙан да тапманылар. Күрәһең, үлгәндер тигән фекергә килделәр. Иҫән булһа, бер күренер ине.
Бер йылдан Хәмдиәгә ир мәйете табыуҙары, килеп, уны танырға кәрәклеге хаҡында хәбәр иттеләр. Килде ҡатын мәйетханаға. Инде тарҡала башлаған ирҙе ул үҙенең Заһиры тип танып, туғандарына хәбәр итеп, ерләргә тыуған ауылына оҙаттылар. Был арала ҡатыны уны иҫәндәр исемлегенән төшөртөп, үлеме хаҡында танытма ла алды.
 Ниндәйҙер ҡатын менән баҡсала йәшәп, документтары кәрәк булған Заһир көндәрҙең береһендә фатирына ҡайтып ишек шаҡый.
– Кем ул? – тип һорай ҡатыны.
– Заһир!
– Юҡты һөйләмә! Заһир күптән үлде.
– Нисек инде үлһен! Бына мин баҫып торам. Хәмдиә, ас инде, мин паспортымды алырға ҡайттым.
 – Тағы ла шулай тора бирһәң, хәҙер милиция саҡыртам!
 Ни эшләргә белмәгән Заһир баҡсала йәшәгән өйҙәше янына кире ҡайта. Ул әле лә иҫән килеш үлгәндәр исемлегендә йөрөй. Хәмдиәһендә был хаҡта танытмаһы ла бар.
 Их, донъя! Бер-береңдең ҡәҙерен белеп, тиң йәшәүгә ни етә лә һуң! Заһир артабан үҙенең иҫәнлеге хаҡында танытма алырға көс табырмы?!

Илгиз ХАҠОВ.

Автор:
Читайте нас