

Поезд тәгәрмәстәре ыңғырашып һуңғы әйләнешен яһауға, халыҡ, ҡырым сиреүеләй, вокзалға ынтылды.
“Вокзал” тип аталған ҙур булмаған һары йорт алды күҙ менән ҡаш араһында төрлө яҡҡа йүгерешкән, ҡысҡырышҡан халыҡ менән тулды:
– Беҙҙең яҡҡа ҡайтыусы юҡмы?!
– Еңгә! Ҡәйнешеңде онотма, эргәңдән урын алырға онотма, тим!
Вокзал эргәһендә торған ике ҡыҙыл автобус та, аллы-артлы теҙелгән еңел машиналар ҙа, коляскалы мотоциклдар ҙа әллә ҡайһы арала тулды ла, әллә ҡайһы арала күҙҙән юғалды. Ҡапыл бушап ҡалған тирә-яғыма аптырап күҙ йүгерттем: “Бына һиңә, мә! Теге автобустар кире урап килә торғандарҙан булмаһа, йәйҙең эҫеһендә ҡаҡланып тороу ошо инде...”
Шул саҡ вокзал мөйөшөндә, күләгәлә, ниҙер ҡыбырлағандай булды. Яҡыныраҡ барып, абайлабыраҡ ҡарағас, мин уның нигеҙ ташына бөршәйеп ултырып алған ҡарсыҡ икәнен төҫмөрләнем. Йәй көнө булыуға ҡарамаҫтан, әбей йылы көпө кейгән, билен сүс арҡан менән ҡымтып быуған, башында – суҡлы шәл, ялан аяғына кейгән резина ҡаталары юл йөрөүҙән, туҙан ултырыуҙан төҫөн юйған.
Һағынғанда ауылыңдың эте лә яҡын, тигәндәй, япа-яңғыҙ ҡалдым, тип торғанда, эргәмдә йән эйәһе барлығын күргәс, эсемә йылы ингәндәй булды.
– Һаумы, әбекәй! Ҡайһы яҡҡа юл тотош?
Төҫһөҙ ирендәр, бихисап йыйырсыҡтар телгесләгән көлһыу йөҙ ерлегендә самаһыҙ оло күренгән күҙҙәр миңә текәлде. Был ҡараш ҡөҙрәтенән йөрәк өшөп, ирекһеҙҙән ҡалтыранып ҡуйҙым. Алға ла, артҡа ла китеп булмай, күҙҙәр мине урыныма һеңдерә һуҡҡандай.
– Һеҙ... бер ҡайҙа ла... бармайһығыҙмы әллә? – тип мығырлаған булдым, телемде көскә әйләндереп. – Бәлки... һеҙгә... ярҙам кәрәктер?
“Ярҙам” һүҙен ишетеү менән, ҡарсыҡ инә йыртҡыс сослоғо менән эргәһендә ятҡан төйөнсөккә йәбеште. Күҙ асып йомғансы, нигеҙ ташынан әбейҙең көпө эсенә – ҡуйынға – күскән әйберҙе “төйөнсөк” тип атау шартлы булған кеүек, уның эсендә ни ятыуын юрау ҙа мөмкин хәл түгел. Керләнгән, ҡайышланған, көнгә, ел-ямғырға ашалған “төйөнсөк” хәүефһеҙ урынға һыйынғас, әлеге өтөп алып бара торған ҡараштар йәнә миңә төбәлде...
Шулай был ҡарсыҡ менән, Туҡай әйтмешләй, “күҙгә күҙҙе ныҡ терәп” күпме торор инек, бәхеттән, вокзал артына “УАЗ”ик туҡтағаны ишетелде. Уңарса шофер үҙе лә күренде:
– Өфөнән килеүселәр юҡмы? Ағай, һеҙ “Яйыҡ” колхозына түгелме?
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмаҫтан, “ҡотҡарыусыма” ынтылдым:
– Мин! Мин барам «Яйыҡ»ҡа! Художник мин...
Йомшаҡ келәм түшәлгән “УАЗ”ик креслоһына арҡаны ныҡ терәп ултырып алғас, күләгәлә ҡалған ҡарсыҡҡа ымланым:
– Унда... бер әбей ултыра. Ҡайһы яҡҡа ҡайта икән?
– Әбей, тиһегеҙме? Шунда-а-ай... сәйерме? Мәстүрә ҡарсыҡ түгелме икән?
Шофер егет һикереп төштө лә, мин килеп сыҡҡан мөйөшкә табан атланы. Күп тә үтмәне, әбейем егет артынан тәнтерәкләп килеп сыҡты. Шофер артҡы ишекте асып:
– Әйҙә, ултыр! Фәрхәнә апай унда юғалтҡан үҙеңде, – тине.
“Фәрхәнә” тигәнде ишеткәс, ҡарсыҡтың эскә батҡан урттары ҡыймылдап ҡуйҙы, әммә ныҡ ҡымтылған ауыҙынан өн-ауаз сыҡманы...
* * *
Мәстүрә ҡарсыҡты ауыл осондараҡ төшөрөп ҡалдырғас, машина тау битләүендә төҙөлгән кирбес йорт алдына туҡтаны.
– Ауыл советы идараһы. Һеҙҙе ошонда килтерергә ҡуштылар.
– Рәхмәт, ҡустым. Осортоп ҡына алып килдең.
– Һи-и... Уныһы беҙҙән ҡалма-ай!
Артынан саң өйөрмәһе ҡалдырып, “УАЗ”ик китеп барҙы. Урынымдан ҡуҙғалмайынса ауылды байҡаштырып тора бирҙем дә эскә үттем.
– Скульптормы? – Түңәрәк йөҙлө, йәтешерәк буйлы кеше миңә ҡаршы атланы. – Көтә инек, көтә инек.
Икенсе бер өҫтәл артындағы ир, счет төймәләре менән шаҡылдауҙан туҡтамайынса, иҫәнләшеү ғәләмәте булдымы, танауына сөйөлгән күҙлеге өҫтөнән һауалы ҡараш ташланы.
– Әйҙә, ултырығыҙ... – Рәйес ҡаршыһындағы ултырғысҡа ишара яһаны. – Мин һеҙҙе, ниңәлер, олораҡ итеп күҙ алдына килтерә инем.
– Йәш тә түгел инде.
– Шула-а-ай, йәш бара инде ул, ҡустым. – Әмир Әминевич быяла аҫтында ятҡан исемлеккә ымланы. – Бына улар ғына ҡартаймай.
Бер аҙға шымып ҡалдыҡ. Уҡыусы яҙыуылай тигеҙ хәрефтәр менән теҙелгән исемлектә мин һынландыраһы һалдаттың тойғо-кисерештәре, күҙҙәре һәм ҡулдары.
Ниндәй улар? Ул һалдатта бит һәр кем үҙ кешеһен, ҡырҡ беренсе йылда үҙ тупһаһын аша атлап сығып, утлы өйөрмәгә сумған үҙ яҡынын танырға тейеш.
Рәйес тәҙрәнән ус төбөндәгеләй күренеп ятҡан ауылға ҡарап уйланып ултыра бирҙе лә тағы исемлеккә эйелде:
– Мин инде, ҡустым, һуғыштан ҡайтмаған ике ағайымдың йәшен берсә йәшәнем. Шунан ни... ваҡыт үтмәй, тиң. Кисә генә оҙатҡан кеүекмен үҙҙәрен – һанай китһәң – ҡырҡ йыл, үҙе бер ғүмер...
Тынлыҡты әлегәсә тауыш-тынһыҙ ултырған бухгалтер боҙҙо:
– Эскиз-маҙар килтермәнегеҙме?
– Юҡ. Бөтәһен дә килгәс, ҡарағас, урында хәл итергә булдым. Миңә бит һәйкәл һалынаһы урынды ла, шунан сығып уның ҙурлығын да билдәләргә кәрәк.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, ҡустым. – Әмир Әминевич, йәнләнеп, тәҙрә эргәһенә килеп баҫты. – Халыҡ та шулай тиеберәк тора ине. Түләүен инде уның, хатта яҙылғанса...
Шул саҡ бухгалтер өҫтәлендәге счет төймәләрен шарт-шорт килтерә башланы:
– Шитай, ауылдан йөҙ ҙә алтмыш кеше киткән. Шитай, шуның йөҙ ҙә егерме өсө ҡайтмаған. Хәҙерге көндә, шитай, ауылда йөҙ ҙә егерме двор иҫәпләнә. Ҡайтмағандарҙы бүлеп һалғанда, шитай, ноль бөтөн туҡһан ете...
– Ислам Шәйхисламович, ҡуйығыҙсы әле! – Төймәләр буйлап йүрмәләгән бармаҡтар шып туҡтаны:
– Ни булды, Әмир Әминевич? Мин ни... Беҙҙең эш шундай инде: аҡса иҫәп ярата. Һин попробуй иҫәпһеҙ...
– Ярай, Ислам Шәйхисламович, икенсе ваҡыт. Ниндәй телең барып... – Рәйес, һүҙен әйтеп бөтөрмәй, ҡул ғына һелтәне. – Әйткәндәй, Ислам Шәйхисламович, төш етте, һеҙҙең режим...
– Әбит икән – әбит. Режим боҙоу ул кемгә лә килешмәй, ни түлке миңә...
* * *
Идараның болдорона сығыуыбыҙ ике ҡатындың ҡапҡа төбөндә ҡыҙыу бәхәсләшеп торған сағына тура килде.
– Һин, Фәрхәнә, баштан шуны уйлап эш ит: кеше апҡайтҡаныңды ирең яратырға торамы әллә?
– Ҡыҙыҡ кешеһең дә инде, Әсмәбикә, ундай эштәр ир менән кәңәшһеҙ эшләнә тиһеңме? Унан һуң шуныһын да уйлар кәрәк: ҡалайтып кешене япа-яңғыҙын колхоздың постоялый дворына һалып ҡуймаҡ кәрәк?
– Постоялый двор түгелсе ул, Фәрхәнә. Гастинса. Ҡунаҡхана. Әлләсе, кемдәр генә килеп ятманы унда – земләмир ҙә, ревизор ҙа – береһе-бер хурлап китмәне.
– Был бит ревизор түгел, Әсмәбикә. Художник. Беҙҙекеләрҙең иҫтәлеген яһарға тип, ер аяғы – ер башы ерҙән килгән.
– Ҡуйсы, ҡуйсы... һүҙен дә әллә ҡайҙан табып тораһың. “Телсәр Фәрхәнә” тиеүҙәре бер ҙә юҡҡа түгел, ахыры, үҙеңде.
Әмир Әминевич, эштең ҙурға олғаша барыуын һиҙептерме, тамаҡ ҡырҙы:
– Ы-һым... Кәңәштәр берекһен, еңгәләр!
– Кәңәш, тип ни... – Фәрхәнә тигәне, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һөйкөмлө матурлығын юймаған ҡатын, уңайһыҙланып, күлдәк итәген һыпырыштырғыланы. – Әллә, тим, Әмир ҡәйнеш, художникты үҙемә апҡайтайыммы тигәйнем. Ней... яландай йорт, ҡарт та үҙем генә.
– Ниңә? Ниәтең изге, Фәрхәнә еңгә. Аш-һыу тәрбиәһенә лә шәпһең. Үҙем дә шулай уйлабыраҡ тора инем. Бына иптәш ни тиер?
– Мин ни... Тик шуныһы: бында өс көнгә килгән ҡунаҡ түгелмен. Ауырһынмаһағыҙ...
– Ауырһынырға... – Йөҙө яҡтырып киткән Фәрхәнә апай ҡапҡа тотҡаһына үрелде. – Иншалла, барҙы тәрбиә ҡылырға йыбанған юҡ. Борон ғына ул кеше килһә, бармағыңды ҡырҡып һалырҙай була инең.
* * *
Фатирҙың еллеһе тура килде миңә! Йорт иркен, йәйҙең эҫе көндәре тороуға ҡарамаҫтан (өй тирәләй үҫкән һомғол миләштәргә рәхмәт төшһөн), һалҡынса. Фәрхәнә апай әлегә бик асылып һөйләшеп бармай, тартына, күрәһең. Уныһы ла ҡайғы түгел, өйрәнер. Идара урамында һөйләшеп тороуына ҡарағанда, тел асҡысы һорап күршегә йүгерә торғандарға оҡшамаған. Ҡарты инде... әлегәсә мин уның йәшен самалай алмайым: бер ҡараһаң, ул тәненә ит ҡунырға өлгөрмәгән тыртыҡ үҫмерҙе хәтерләтә, икенсе ҡараһаң, ҡарайып кипкән ағасҡа оҡшап ҡартайған туҡһан йәшлек бабай, тип торорһоң. Һылтыҡлай-һылтыҡлай (Фәтхелислам ағай бер аяҡҡа зәғиф) Фәрхәнә апай менән ҡушлап сығып китһә, ҡатынының бил тиңенән генә булып туйтанлай. Үҙе бик яҙылып һөйләшеп тә бармай: иртәнән ҡара кискә саҡлы лапаҫ аҫтында талдан әллә нимәләр үрә. Фәтхелислам ағай менән минең аралағы «дипломатик мөнәсәбәт» әлегә минең «үрәбеҙме» менән, уның, йәшкелт һоро күҙҙәрен балалар йылмайыуы менән баҙлатып, «үрәбеҙ» тиеүенән үтмәй.
Уның ҡарауы, мин йәшәгән йорттан ике йөҙ метрҙар алыҫлығында аҡҡан Яйыҡ (урындағы халыҡ уны боронғо исеме менән атай), уның йәшеллек менән ҡапланған текә ярҙары килә-килгәндән үҙенә ғашиҡ итте. Йылғаның ауыл яҡ яры буйлап үҫкән өйәңкеләре генә ни тора! Иртәнге сәғәттәрҙә тирәктәрҙә ҡабынған утлы ярсыҡтарға ҡарап тороуҙары үҙе бер ғүмер...
Мәгәр ваҡытты тәбиғәт менән хозурланып ҡына үткәргән юҡ. Хәйер, матурлыҡ менән һоҡланыу өсөн айырым бер ваҡыт кәрәкмәй торғандыр ул. Тәбиғәт ул һине бер күреүҙә арбай ҙа, булмышыңдың бер өлөшөнә әйләнеп, үҙеңдә үк йәшәй башлай. Шуғалыр ҙа иртән торһаммы, ауылдың борма-борма тыҡрыҡтары буйлап, «йондоҙло өйҙәр»гә йүнәлһәмме – үҙемдә ғәжәйеп күңел күтәренкелеге, мейе һәм ҡулдарыма тулышҡан илһамлы ижад көсө тоям. Ошоғаса эшләгән бөтә әйберҙәрем дә әлеге дәрт менән тыуған булһалар... Ә бит ауылға һәйкәл ҡуйырға китеремде ишеткәс, Өфөләге дуҫтарҙың күбеһе:
– Юҡ менән булаһың! Ҡырҡ йыллыҡҡа ҡалала ла заказ уйма. Ауылға һәйкәлде уны любой шабашник ҡуя ала, – тип ҡайырырға маташтылар.
“Ауылға ярамағанмы”, тигән ҡарашты мин элек тә күрә алманым. Хәҙер, эш үҙемә килеп терәлгәс, бигерәк тә.
Өҫтөңә ишелерҙәй булып күккә олғашҡан бетон, аяҡ аҫтында шыҡрайып ҡатҡан асфальт ерлегендә балта менән сапҡандай, орҙо-бәрҙе яһалған һын-йәдкәрҙәр, бәлки, тирә-яҡ мөхит менән ярашалыр ҙа... Ә бында – юҡ. Кеше рухы, кеше аҡылы менән тыуҙырылған сәнғәт есеме ошондағы тәбиғилектең, гүзәллек гармония-һының бер өлөшө, уның серле бер дауамы итеп ҡабул ителергә тейеш кеүек. Ә шабашник – ауыл затынанмы ул, ҡаланыҡымы – быны бер ҡасан да аңламаясаҡ.
* * *
“Йондоҙло өйҙәр” буйынса йөрөп сығыу идеяһын миңә Әмир Әминевич бирҙе.
– Йөрөп сыҡ, кешеләрҙең кәйефен байҡа, теләктәренә ҡолаҡ һал. Анау йылды шундай ҙа хәл булды. Күрше колхоздың рәйесе тотҡан да художниктан үҙен эшләткән. Постаментҡа ҡуйғас: “Ғүмерендә дары еҫе еҫкәмәгән кешенең үҙен яһатырға ни хаҡы бар ине?!” – тип, яман шауланы халыҡ. Бетондан ҡатырып ҡуйғас, йолҡоп ырғытып булмай ул. Бөтәһен дә алдан самалар кәрәк.
Дөрөҫ әйтә Әмир Әминевич: бөтәһен дә алдан уйларға кәрәк. Кем ул ауыл халҡының, ябай бер убаға баҫып, ошо ерҙе изгеләрҙән-изге урынға әйләндерәһе идеалы? Күҙ йәштәренән, ваҡытһыҙ ағарған сәстәрҙән, һағыштарҙан, өмөттәрҙән, рәхмәттәрҙән туҡылған идеал...
Хәстәрлекле рәйес Әмир Әминевич фигураны әүәләргә махсус балсығын да алдырып ҡуйҙы, оҫтахана урынына файҙаланыуға йорто ла табылды. Минең иғтибар әлегә «йондоҙло өйҙәр»гә – күҙ төптәренә ҡуныҡтай ултырған һағыш-ғәмдәргә, стеналарға доғалыҡ урынына эленгән портреттарға, һандыҡ төптәрендә бетеүҙәй һаҡланған өсмөйөшлө һалдат хаттарына – төбәлгән. Бына тағы бер йорттоң ҡапҡаһын асырға үреләм. Йәшелгә буялған ҡапҡаға сағыу ҡыҙыл йондоҙ төшөрөлгән.
Өй эсе миңә, нисектер, боронғораҡ ҡыҙҙар гурнисаһын хәтерләтте. Бейек итеп ҡаралды өйөлгән ялтыр башлы карауаттар селтәрле ябыуҙар менән йыйыштырылған, күпереп торған мендәрҙәргә кейҙерелгән тышлыҡтар ҙа сигеүле; өҫтәл ябыуы тотош селтәрҙән генә; көҙгө, фотоһүрәт рамдары ла ҡайыулы һөлгөләр менән биҙәлгән. Бында һәр нәмә сафлыҡ, ҡыҙҙар бөхтәлеге хаҡында һөйләп торғандай.
Йорт хужаларын – бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған оло йәштәге апайҙарҙы – урамда осратҡылағайным инде: аяҡтарына кейгән туфлиҙарынан алып баштарына ябынған яулыҡтарына тиклем бер иштән.
Шуғалыр ҙа өй эсендә уларҙы бергә күреү мине ғәжәпләндермәне.
Үҙемә тәҡдим ителгән ултырғысҡа ултырыр-ултырмаҫтан ике тәҙрә аралығына эленгән фотоһүрәткә күҙ төштө: толомдарына таҫма бәйләнгән бер-береһенә айырып алғыһыҙ оҡшаған ике ҡыҙ артына киң яурынлы йәш егет баҫҡан. Алсаҡ сырайлы, бөркөт ҡанатылай ҡыйылған ҡаштары аҫтында аҡыллы ҡараш балҡыған был егеттән эске мөләйемлек, ихтыяр көсө бөркөлә.
Фотонан күҙемде алмай тороуымды күреп, апайҙарҙың береһе эргәмә килеп баҫты:
– Ағайыбыҙ... Ҡырҡынсы йылды беҙҙе район үҙәгенә комсомолға инергә алып барғайны, шунда төштөк.
Һүҙгә икенсеһе лә ҡушылды:
– Сәйет ағайыбыҙ уҡытыусы ине.
– Һеҙ... игеҙәктәрме?
– Эйе. – Эргәмдә торғаны туғанына ҡараны. – Мин – Сәлимә, ул – Әлимә. Ағайыбыҙ исемебеҙҙе бер әйтмәне, тик «күгәрсендәрем» тип йөрөттө.
– Яурынына ултыртып алыр ҙа йөрөр ине беҙҙе, – тип һүҙгә эйәрҙе Әлимә апай. – Ҡыҙыҡ, төшкә ул гел генә ошондағы кеүек йәш булып инә...
Сәлимә апай, саң ҡунманымы икән тигәндәй, портретты усы менән һыпырҙы:
– Уны төштә күргәндә беҙ үҙебеҙ ҙә сабыйға әйләнәбеҙ. Әлимәгә лә ул шулай күренә, миңә лә... Хатта ҡайһы саҡ икебеҙ берсә уны күреп уянабыҙ.
Оҙаҡҡа һуҙылырға оҡшаған тынлыҡтан тумбочкаға сигеүле салфетка ябып ултыртып ҡуйылған тальян гармун ҡотҡарҙы.
– Гармунда...
«Гармун» тигәнде ишетеү менән апайҙарҙың йөҙө ҡапыл яҡтыра төштө:
– Ағайыбыҙҙың гармуны ул. Ауылда хәҙер тальян гармун тартҡан кеше юҡ. Әллә һеҙ...
– Йәш саҡта самалай торғайным былай...
Белгән эш онотолмай, тиҙәр бит. Күптән гармун тотҡан булмаһа ла, бармаҡтар таныш моң юлынан тирбәлде:
Ал таң ата, Сулпан ҡалҡа,
Сулпан таңды уята;
Һыҙылып таңдар атҡан саҡта
Илата ла йырлата...
– Ҡайтманы. – Әлимә апай, тальянканы ҡулына алып, телдәрен иркәләп һыпырҙы. – Бына шулай икәүҙән-икәү йәшәп тик ятыш.
– Хаттары бармы ағайығыҙҙың?
– Ба-ар. Анау һуңғыһын алып бир әле, Сәлимә. – Шунда, ҡумтаның өҫтөндә генә ята.
Ауылға килгәс ҡулыма алған нисәнсе хатымдыр инде был минең... Әммә уларға ҡағылған һайын тәнем семерләп, йөрәк тибешем йышая. Әйтерһең, ҡулдарымда һарғайып бөткән ябай ҡағыҙ киҫәге түгел, бәлки, йондоҙ атылыуылай ҡыҫҡа, ләкин һоҡландырғыс яҡты ғүмер балҡышын тоям.
“Күгәрсендәрем минең! Был хатты һеҙгә, киләсәккә төбәп яҙам.
Алдан әйтәм: хат барып еткәндә, мин булмам. Үтенеп һорайым: иламағыҙ, һыҡтамағыҙ, әсәйҙе ҡурҡытмағыҙ.
Әлбиттә, яҙмышты юрап булмай. Үлергә китеп, тере ҡалған саҡтар аҙ булманы, шулай ҙа был юлы ғүмер юрау урынһыҙ. Быны мин дә, минең менән китәһе иптәштәрем дә яҡшы белә. Тыуған тупраҡ, Ватан өсөн үлеү ҡурҡыныс түгел, һеҙ, ҡалғандар, беҙҙең өсөн дә йәшәгеҙ, изге ергә бер ниндәй дошман аяғы баҫырға баҙнат итмәҫлек итеп эшләгеҙ. Ышанығыҙ, күгәрсендәрем, совет һалдатының бөйөк рухы фашизм һөрөмөнөң артабан таралыуына юл ҡуймаясаҡ.
Ҡайнар сәләм менән, һеҙгә ныҡ ышанып, ағайығыҙ Сәйет. 16 декабрь, 1943 йыл”.
Хат уҡылып бөткәс, кире урынына, түрҙәге ҡумтаға барып ятты. Әлимә һәм Сәлимә апайҙар, тауыш-тынһыҙ ғына йөрөп, сәй әҙерләй башланылар. Хат тәьҫире аҫтында мин һаман әлеге портретҡа ҡарайым. Оҙаҡ текләүҙән ул берсә ҙурайып яҡыная, берсә, томан эсенә инеп киткәндәй, алыҫая. “Үлем миңә ҡурҡыныс түгел”, ти һымаҡ уның уйсан күҙҙәре. “Фашизм һөрөмөнөң артабан таралыуына совет һалдаты юл ҡуймаясаҡ», ти кеүек уның ышаныс менән ҡымтылған ирендәре.
Рәсем аҫтына йомшаҡ туҡымаға эленгән наградаларға ҡарағас, Сәлимә апай тағы эргәмә килде:
– Бынауһы — Әлимә менән минең миҙалдар. Анауы ордендарҙы етмеш бишенсе йыл алдыҡ. Ҡоролоҡ йылды район буйынса иң күп һөттө беҙ һауған булып сыҡтыҡ.
Сәй янында һүҙ һәүетемсә китте. Апайҙарҙың тартыныуҙары баҫылғас, мин дә яҙыла төштөм.
– Икәүҙән-икәү йәшәп тик ятабыҙ, тиң...
– Шулай килеп сыҡты инде. – Сәлимә апай туғанына ҡарап алды. – Әлимәне һоратыусы килгәйне бер... Элек инде ул, ҡырҡ етенсе йылды.
Әлимә апай, үсеккән кеүек иренен бүлтәйтеп, Сәлимә апайға ҡараны:
– Һи, Әлимәгә, тисе?! Ул бит, икегеҙҙең береһен, тине.
Сәлимә апай, уңайһыҙланып, түңәрәк йөҙөнә ябынған яулығын ҡымтыштырҙы:
– Әллә инде... Сыҡманыҡ тормошҡа. Миңә табылһа, Әлимәгә юҡ. Әлимәгә булһа, миңә юҡ. Икәүебеҙҙе айырманылар ҙа. Шулай булғас, ҡайһылай итеп бер-береңдең бәхете аша атлайһың?
– Уның ҡарауы – эшләнек. – Әлимә апай стеналағы рәсемгә ҡарап алды. – Берәү алдында ла йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Ил алдында ла, Сәйет ағайыбыҙ алдында ла...
Игеҙәк апайҙар йортонан сығып, урам буйлап атлағанда ауыл советы бухгалтеры Ислам Шәйхисламовичтың һүҙҙәре иҫкә төштө: “Ҡайтмағандарҙы йөҙ егерме дворға бүлеп һалғанда, шитай, ноль бөтөн туҡһан ете фронтовик тура килә...” Ут эсенән киләсәккә төбәп яҙылған хат-васыяттарҙы ниндәй һандарҙа, ниндәй кәсерҙәр аша күрһәтер инең, иптәш бухгалтер?! Улар бит ҡырҡ беренсе йылда киткәндәр, бер иманлы булғандар – ул да булһа, минең, һинең, тыуған һәм әле тыумағандар хаҡына ғүмерҙәрен фиҙа ҡылыу...
* * *
Миңә хәҙер был ауылдың һәр йорто, һәр тыҡрығы тиерлек таныш. Ҡалай, шифер, таҡта ҡыйыҡлы, семәрләп эшләнгән ҡапҡалы йорттарҙа игенселәр, һауынсылар, көтөүселәр, уҡытыусылар йәшәй. Был элек тә, һуғышҡа тиклем дә, шулай ине, хәҙер ҙә шулай. Тәү ҡарашҡа барыһы ла ал да гөл кеүек, һуғыш һалған матди яраларҙың эҙе күренмәй хәҙер.
Әммә һалдат-йәдкәремде күңелдә әүәләй-әүәләй ауыл урамдары буйлап ары-бире йөрөгәндә ҡарамаҡтан күпкә сәйерерәк нәмәләр күҙгә ташлана башланы. Мәҫәлән, “Механизаторҙар урамы»ндағы бынауы йорт. Үҙе ни етте клубыңа биргеһеҙ, ҙур тәҙрә ҡапҡастары иһә иртәнсәк тә, кис тә ябыулы. Ҡапҡанан инер юлды үлән, әрем-ҡарағура баҫҡан. Өй алды баҡсаһы ҡасандыр арыу ғына булғанға оҡшай, хатта унда алмағас япраҡтары күренеп ҡала, хәҙер ундағы һәр йәшеллек ҡомалаҡтың сырмауында ҡалған. Был йортта кеше йәшәмәй, ахыры, тиер инең, кистәрен уның урам эсенә ҡараған бер генә тәҙрәһендә тоноҡ ут яҡтыһы емелдәй.
Бер көн, иртәнге сәй ваҡытында, Фәрхәнә апайҙан һорай ҡуйҙым:
– Йылға үрендәге ҙур йортта кем йәшәй ул?
– Ҡарағас ҡапҡалы йортто әйтәһеңме?
– Шул, шул! Ҡапҡаһын, яҡын барып, тотоп та ҡараным әле мин уның. Ырып яһалған биҙәүле ҡапҡалар хәҙер юҡҡа хисап. Ҡапҡа бик боронғоға оҡшаған...
– Хужаһы ла йәш түгел инде уның. Хажиәхмәт ҡартҡа инмәнеңме ни? Инеп сығыу мишәйт итмәҫ ине. Ике улын оҙатҡайны ул фронтҡа, ҡайтманылар. Үҙе трудармияла йөрөп ҡайтты. Улдарынан бишәр бала ҡалды. Әмәлгә ҡалғандай, килендәре ғүмерле булманы. Ҡайғыны бирһә, бирә бит бер кешегә... Оло килене элеватор юлында әрәм булып ҡуйҙымы әле?
Фәтхелислам ағай, тотҡан сынаяғынан күҙен алмайынса, ҡатынының һүҙен йөпләне:
– Шунда ла... ылауға быуаҙ бейә егеп киткән. Бейәһе ярты юлда ҡолон һалырға булған да киткән. Ни хәл итһен, ашлыҡ тейәлгән арбаны ташлап китеп булмай. Төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуған...
– Күп тә ятманы шунан һуң... – Фәрхәнә апай яулыҡ осон күҙҙәренә алмаш-тилмәш тейҙереп алды. – Ҡан ҡоҫоп барып донъя ҡуйҙы. Хажиәхмәт ҡарттың әбейе балаларҙы үҙенә күсереп алып ҡайтты. Бәләкәстәр ине, олоһона күп булһа ун-ун ике йәш булғандыр. Яҙға кесе килене лә китеп барҙы...
– Нисек?
– Нисек тип, һуғыш мәлендә, ризыҡ етешмәгәс, халыҡ башаҡ йыйырға сыға торғайны. Ауылда үҫкәс, башаҡ йыйыуҙың ни икәнен беләһеңдер инде. Шунда бер ярамаған нәҫтә ашағанмы, мәгәр эсенән сыҙай алмай ятҡаны хәтеремдә.
– Эстән бөгөлдө, эстән... – Фәтхелислам ағай, иламһыраған ҡатынын йыуатҡандай, йыуаш ҡына тамаҡ ҡырҙы: – Эһе... ни... ҡарт менән ҡарсыҡ балаларҙы етем итмәнеләр былай. Быларын да үҙҙәренә күсереп алдылар.
Фәрхәнә апайҙың шәмәргән йөҙө асыла төштө:
– Эйе лә. Аҙаҡ колхоз үҙҙәренә колоптай йорт һалып бирҙе. Э-эй, тере йәнгә ризыҡ табылмай торғаны бармы? Үҫтеләр. Араларында ҙур-ҙур уҡыу бөткәндәре лә бар. Элек әҙәм туған-тыумасаһы балаһын ситкә ҡаҡманы ла ул, хәҙер генә, ашарына-кейеренә бар көйө, детдомға апара ла быраҡтыралар.
– Ике улы ла ҡайтмаған, тиң... Ҡапҡаларында йондоҙ күренмәне лә?!
– Ә-ә... Күрмәҫһең шул... Хажиәхмәт ҡартта ла... – Фәрхәнә апайҙың тауышы шунда һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә дерелдәп ҡуйҙы. Фәтхелислам ағай иһә былай ҙа һыуынған сәйен ниңәлер тырышып-тырышып өргөсләргә тотондо.— Мәстүрә ҡарсыҡта ла күрмәҫһең.
Артабан был хаҡта һөйләшеү ауырлашты. Йорт хужаһы, унда-һанда тырпайған ҡаштарын йәмрәйтеп, бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Сәйер юлдашым Мәстүрә ҡарсыҡ хаҡында ҡыҙыҡһыныуым көслө булһа ла, ир менән ҡатын араһында был тәңгәлдә ниндәйҙер сетереклелек һиҙеп, өндәшмәнем.
Сәйҙән һуң йылға башына, ҡарағас ҡапҡалы йортҡа, атланым.
* * *
– Әссәләмәғәләйкүм?
Яуап ҡайтарыусы булманы. Һикеләге ҡолаҡсын мендәрҙә ойоған йөнтәҫ ерән бесәй бер күҙен ҡыҫа биреп ҡараны ла, икенсе күҙҙе асмағандан әллә ни юғалтманым ахыры, тигәндәй, моронон эскәрәк сумырҙы.
Ярым ҡараңғы бүлмәләрҙе ҡараштыра-ҡараштыра, төпкә атланым. Ишектәрҙең барыһы ла асыҡ, стена буйҙарында – эреле-ваҡлы карауаттар.
Төпкө бүлмәлә хәрәкәт ишетелгәндәй булғас, туҡтап ҡалдым. Сыйылдап ишек асылыуға ап-аҡ сәсле, аҡ һаҡаллы, теҙҙәренә төшөрөп аҡ буҙ күлдәк кейгән ҡарт күренде. Ул, саңғы кейгән кеүек, аяҡ быуындарын бөкмәйенсә, әкрен генә миңә ҡаршы атланы.
– Ҡапҡа асылғандай булғайны. Мин үҙем... йомош-юлға арттан ғына йөрөйөм.
Миңә яҡынлағас, ҡарт керпекһеҙ күҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы.
– Һин... ҡайһыһы? Уландар ҡайттымы, тип торам...
– Мин, бабай, художник. Өфөнән килгәнмен.
– Ә-ә... Шулаймы? Әләйһәң, ҡапҡа ҡарап йөрөйһөңмө? Уҙған йыл бер улан ҡапҡамды кәртинкәгә төшөрөп алып киткәйне... Эйе.
– Мин, бабай, һүрәт төшөрмәйем, һәйкәл яһарға килдем. Һеҙҙең дә ике улығыҙ һуғышта...
«Һуғыш» һүҙен ишетеү менән бабай, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй, сыҡҡан бүлмәһенә йүнәлде. Ҡалтырап торған бармаҡтар һарғайып бөткән фотоға төртөлдө:
– Бикмөхәммәт. Быныһы – Хаҡмөхәммәт.
Ҡырҙа, бесән мәлендә, коллектив төшкән фото ине был. Тәбиғәттең үҙе кеүек эскерһеҙ йөҙҙәрҙән нурлы, алсаҡ ҡараштар баҡты миңә. Ҡарттың улдары, Бикмөхәммәт менән Хаҡмөхәммәт, башты-башҡа терәп, иң алға, ергә һуҙылып ятҡандар...
– Мыйыҡлы ирҙе күрәһеңме? Уныһы – мин. Бригадир булып йөрөгән саҡ... Ана, уландарҙың баш тәңгәлендә, уртала ғына ултырам.
Бригадир эргәһендә торған үҫмер ҡапыл иғтибарҙы үҙенә тартты: асыҡ иҙеүенән, һыҙғанған беләктәренән йәшлек, дәрт урғыла, ҡараштары уйсан да, бер үк ваҡытта шаян да, йылмая ла кеүек.
Ҡартты һорауҙарым менән талсыҡтырып ташлармын тип, өндәшмәй генә фотоны ҡарауымды беләм. Бына улар – ҡырҡ беренсе йылда тыуған төйәгенән киткәндәр, көс-ғәйрәт, дәрт ташып торған айбарлы ир-егеттәр. Һеҙ бит:
Ал итербеҙ, гөл итербеҙ
Тормоштоң киләсәген! –
тип йырлай-йырлай эшкә тотонғайнығыҙ. Һеҙҙең ҡулдар социализм тип аталған яңы ҡоролошҡа нигеҙ һалды. Алда һеҙҙе яңы үрҙәр, тыныс хеҙмәт таңдары көтә ине...
– Ошо арыҫландай улдарҙың һәммәһен һуғыш йотто, киҫелгән сәскәләй ауҙы ыласындар. – Ҡарттың осҡондары һүрелгән ҡуҙҙарҙы хәтерләткән күҙҙәре рәшәләй леберләне, ҡан әҫәре ҡалмаған үтә күренмәле бармаҡтары йоҙроҡҡа төйөрөлдө.
– Ейәндәрегеҙ һуң...
– Һи-и! Ҡанат еткергән ҡоштар ояла ултырамы? Киттеләр. Берен-бере тарттылар. Остолар ян-яҡҡа. Әбей ҙә, ятҡан тупрағы йомшаҡ булһын, иртәрәк донъя ҡуйҙы, эйе. Мин дә китер инем ҡашына – ваҡыт. Бына нигеҙҙе ҡалдырырға кеше юҡ. Уландарҙың рухы алдында оят, кисен шәм яндырмай ултырырға ла шуларҙан оялам. Тыуған тупраҡ онотто беҙҙе, көтмәйҙәр, тип әйтерҙәр, тием, эйе.
Бабай, ҡаҡса яурындарын ҡороштороп, күп һөйләүҙән тыны ҡыҫылып, шымып ҡалды. Хәл алғас, урам эсенә ҡараған тәҙрәгә күҙ һалды:
– Төштәр генә ҡыҫҡа, улым. Төнө лә, көнө лә йылдай оҙон...
– Арыттым, ахыры, бабай, һине.
– Һи-и... – Бабай ҡулын һелтәп кенә ҡуйҙы. – Мин ни... Кисә уландарға йәдкәр һалдыралар тип ишеткәс, йыйған йыйынсағымды силсәүиткә апарып бирҙем. Шуны баҫтырып ҡуйһалар, әллә уландарым ҡайтҡан һымаҡ булып ҡалыр ине, тием.
Быны ишеткәс, арҡа буйым эҫеле-һыуыҡлы булып семерләне: һәйкәл көтөүҙәре, мөхәббәттәре иманға әүерелгән ошо кешеләр болона һалына. Ниәтемде ғәмәлгә ашырыр өсөн ауылға килгәне бирле беренсе тапҡыр икеләнеп ҡуйҙым: өмөт-ышаныстарын аҡлармынмы уларҙың, көткәндәре бушҡа сыға торған булһа, ҡәһәрләмәҫтәрме мине?
Ҡарт мине ҡапҡаға саҡлы оҙата сыҡты. Ҡуш усын таяғына ҡуйып уйланып тора биргәс, былай тип һорап ҡуйҙы:
– Уландарың бармы үҙеңдең?
– Бар, бабай. Икәү.
– Ярай, ярай. Бала ҡайғыһын күрергә яҙмаһын – минән һиңә теләк шул, эйе.
* * *
Фәрхәнә апайҙарҙың ҡапҡаһын асыр-асмаҫтан эстә ишетелгән тауыштар һағайта төштө:
– Эй Хоҙа-ай, сәпсим ҡырағайға әйләндең дә ҡуйҙың да һуң. Йә, тағы ҡайҙа йөрөп килдең? Һис юғы, шул һәләмә көпөңдө сисер инең. Ҡуйсы, ҡуйсы! Кеше булыр-булыр ҙа – һинең ише булмаҫ!
Эске бер тойоу менән Фәрхәнә апай ҡаршыһындағы кешенең Мәстүрә ҡарсыҡ икәнен һиҙендем дә, эскә үтмәйерәк торорға булдым, шунда, баҡса буйындағы эскәмйәгә ултырҙым.
Фәрхәнә апайҙың инәлгәне бынан да асыҡ ишетелеп тора:
– Йә, сисен инде. Һал өҫтөңдө. Әҙәм рәүешле йыуынып сыҡһаң, ҡыйын булып китер тиһеңме? Туҡта, сәсеңде үҙем тағатайым. Эй Ал-ла-а. Ниндәйен кеше ошолай булып йөрөһөнсәле. Иртәгә тағы башың һуҡҡан яҡҡа сығып китмә! Ете ят ерҙә үлеп ятырмын тип тә ҡурҡмай бит... Ни хәлдәр итәйем, өйөңә тыштан бығау йоҙаҡтар ғына һалайым да ҡуяйым микән?!
Әҙме-күпме ваҡыт үтте, ҡарсыҡты «өркөтөүҙән» ҡурҡып, һаман урынымдан ҡымшанмайым. Ярай әле вокзалда уны «онотоп» китеп барылмаған, бына ҡайҙа осрашты юлдар. Ул арала ихата эсендә йәнә Фәрхәнә апай тауышы ишетелде:
– Сәй эсеп сыҡ инде! Кеше булһа ни? Һине ашайҙыр шул! Ашыҡты инде, ашыҡты. Шул, йәнем дә көймәһә, тауыҡ кетәгенә инеп йығылмаһа, исеме Мәстүрә буламы уның?..
Ҡапҡанан елтәң-һәлтәң килеп сыҡҡан ҡарсыҡты күргәс, үҙем дә һиҙмәҫтән, һикереп торҙом. Йөҙөмә уҡ-ҡараш сәнселде. Ғәжәп күҙҙәр! Ул биттә танау ҙа, ауыҙ ҙа юҡҡа хисап. Әйтерһең дә, улар, булған ғәйрәттәрен күҙгә биреп, эскәрәк, ышыҡҡараҡ сигенгәндәр, был йөҙгә үҙҙәренең ниңә кәрәк икәнен шулай әкренләп онотҡандар...
Әбей, миңә тексәйгән хәлдә урттарын өнһөҙ ҡыбырлатты ла, шәл остарын күкрәгенә ҡаушырып, Фәрхәнә апайҙарҙың ҡаралтыһына һыйынған өйөнә атлыҡты.
– Был әбей... һеҙҙең туғанығыҙмы әллә?
– Ке-ем... Мәстүрә әбейме? – Фәрхәнә буш күнәктәрен ергә ҡуйҙы ла эскәмйәгә ултырҙы. – Былай уның ауылда зат-зәүере юҡ. Ирҙән дә йәшләй тороп ҡалған. Берҙән-бер улы бар ине уның... – Фәрхәнә апай ниҙер әйтергә була уҡталғайны, ҡапҡала Фәтхелислам ағай күренде.
– Ана, ағайың да ҡайтты. Төнгөлөккә көтөүгә китәм ти ине, тамағына йүнәтәйем. Ул да, пенсияға сыҡҡас-ниткәс, кәсеп тапты. Күләгәлә ситәүкә үреп ултырғаны етмәгәйнеме? Шишмә һыуым да ҡороған әле минең...
Фәрхәнә апайҙың ире алдында Мәстүрә ҡарсыҡ тураһында һүҙ ҡуйыртырға яратмағанлығын электән белгәс, йомош табып, улар янынан китеү яғын ҡараным.
* * *
Һәйкәлде тау итәгенә, ҡалҡыу ергә һалырға булдыҡ. Әлбиттә, убаны тигеҙләргә, һәйкәлдең эргә-тирәһен асфальтларға, баҫҡыс-һикәлтәләр яһауға был урын тотонаһы сығымдарҙы арттыра ғына. Ләкин шуныһы бәхәсһеҙ: ҡалҡыулыҡтан бөтә ауыл ус төбөндәгеләй күренеп тора. Уның икенсе яғы ла уйланылған: байрамдарҙа ауылдың йәше-ҡарты тауға ағыла. Менеп-төшөүе ауырға тура килһә лә, байрамды бейек, күтәренке ерҙә хөрмәтләү быуаттар буйына халыҡтың аңына һеңгән. Ошо рәүешле «Ҡыҙҙар тау»ҙары, «Бәйге тау»ҙары барлыҡҡа килгән, һәйкәл дә бит ауылдың изге еренә әүереләсәк, ә изге ер аяҡ талдырмай. Заманында Мәккәнең Мәккәһенә йәйәүләп киткән халыҡ...
Ауыл советы рәйесе Әмир Әминевич ир арыҫланы булып сыҡты. Аҙна эсендә ҡеүәтле экскаваторын да, архитекторын да тапты. Хәҙер улар иртәнән кискә саҡлы тау башында мәж киләләр. Ниһайәт... минең дә эш сәғәтем һуҡты. Иртән таңдан ҡалмай, фигураны әүәләй башларға ҡарар итеп, ҡояш байыу менән үк йоҡларға яттым.
* * *
– Художник! Илдар Айҙарович!
Тауышты ишетәм, мәгәр таңғы йоҡо баҫҡан күҙҙәрҙе асырһыңмы?
– Ғәфү ит, туғаным, йоҡоңдо бүлдем. Күптән әйтергә йыйынам... һеҙ... килмәҫ элек үк.
Фәрхәнә апай көн менән төн алышынған хәйерһеҙ мәлдә ни эшләп йөрөй икән?
– Торҙом, Фәрхәнә апай, инегеҙ. Ни булды?
Хужабикә инде лә ишек яңағына һөйәлде:
– Ни тип башлаһам да... килешмәҫ төҫлө.
– Мин... аңларға тырышырмын. Зинһар, тынысланығыҙ.
Фәрхәнә апай, һуҡыр кеше кеүек һәрмәнеп, ултырғысҡа ултырҙы:
– Һеҙ кистән Мәстүрә әбей хаҡында һорашҡайнығыҙ...
– Беҙ... мин... уның менән вокзалдан бергә килдек... Иҫке таныштар, тимәксемен инде.
– Булыр-булыр. Унан һуң тағы юғалып торҙо әле ул.
– Шулай бик йыш сыҡҡылап йөрөймө инде ул? Уның йәшендә...
– Йәшен онотҡан ул... Ҡырҡ йыл инде шулай йөрөгәненә. – Фәрхәнә апай таң һыҙылып килгән офоҡҡа ҡарап тәрән көрһөндө. – Ҡырҡ йыл әрнетә ул минең... яраларымды.
Арала уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Фәрхәнә апай артабан ниҙер әйтергә итә лә, ҡыймағандай. Мин иһә аңһыҙ һорауым менән асылып килгән сер ҡабығын шиңдереүҙән ҡурҡам.
– Художник! – Ул кинәт урынынан ҡупты. – Һеҙ яһайһы һалдат... саҡ ҡына булһа ла уның улына оҡшаһасы?! Ҡурҡмағыҙ, үлемен дан менән күмгән ул. Ниместәрҙе үҙ артынан алдаштырып юл яҙлыҡтырған арала, беҙҙекеләр тегеләрҙең тылына үтеп ингән. Анттыр бына! Силсәүиткә килгән хатты үҙ күҙҙәрем менән уҡыным, бына ошо ҡулдарымда... тотоп торҙом.
– Тынысланығыҙ, Фәрхәнә апай, ауыл советында һөйләгәндәр ине ул хаҡта. Ул... Һөйөндөк...
– Эйе, эйе! Һөйөндөк Аманов.
– Һөйөндөк... Һуғышҡа тиклем комсорг булған.
– Шул үҙе! Ул!
Иртәнге ҡояштың ҡыҙылы һирпелеүгә, Фәрхәнә апайҙың бит остары алланып, ҡапыл йәшәреп киткәндәй булды.
– Хоҙайым! Күпме ялҡын ине уның күҙҙәрендә! Ул ялҡындар мәңге һүнмәҫ төҫлө ине. Әйткәндәй... – Фәрхәнә апай ярһып-ҡыҙып сәсен һүтә башланы. Тағатып бөткәс, сәс үрмесенең урта бер еренә тегелгән... бетеү килтереп сығарҙы. Мин аптырап ҡалдым: бындай бетеүҙәрҙе һуңғы бер тиҫтә йыл эсендә ҡарсыҡ-ҡорсоҡта ла күргән юҡ ине.
Ул арала Фәрхәнә апай сепрәктең ептәрен теше менән сәйнәп өҙҙө лә һаҡ ҡына хәрәкәттәр менән ҡағыҙ киҫәген тағата башланы. Ҡағыҙ эсенән түңәрәкләп ҡырҡылған... фото килеп сыҡты.
– Бына ул!
– Бәй! Был йөҙҙө мин бит...
– Күргәнһеңдер... Хажиәхмәт ҡарттарҙа бар ундай кәртишкә.
– Эйе, эйе... ул. Был ҡарашты бер күрһәң, онотоп булмай торғандыр.
Бына ул быуындары ҡатырға өлгөрмәгән, яланғас күкрәктәре менән фашизм дәһшәтенә ҡаршы торғандарҙың бер вәкиле. Һеҙҙең аҫыл һөйәктәр аша Бөйөк Еңеүгә күпер һалынды. Беҙ, һуғыштан һуң тыуғандар, үҙебеҙҙе йәш тибеҙ. Ә һин, Һөйөндөк Аманов, миңә улға ярайһың. Ун һигеҙҙә фронтҡа киткәнһең, егермелә батыр үлеме менән янғанһың...
Эйе, егерменсе быуат варварҙары, артынан яңы ҡорбандар өҫтөрәр һүҙҙе һинән әйттерә алмағас, ҡырағайҙар төҫлө ҡыланып, һине утта ҡурғандар...
– Беҙ бер йылғы инек, бергә уҡыныҡ... мин... ул...
– Тыныслан, Фәрхәнә апай!
– Кейәүгә мәңге сыҡмам, тигәйнем. Әле-ге... еҙнәң ете бала менән тол ҡалды. Үҙе тыумыштан зәғиф. Йәлләнем. Бер өйөр бала өҫтөнә кем килергә ынтылып торһон? Утыҙ биш йәшемдә бына шул аҙымды яһап ҡуйҙым... Әлегәсә таңдарҙа йөрәгем һыҙлап уянам: дөрөҫ эшләнемме?
– Уныһын, Фәрхәнә апай, үҫтергән сабыйҙарығыҙ әйтер.
– И-и, улар ни «әсәй» тип өҙөлөп торҙолар. Хәҙер ҙә байрамдарҙа иң элек беҙҙең йортҡа телеграмма килә. Ауылдағылары ла бешергән-төшөргәненән ҡалдырмай...
– Шулай булғас...
– Аһ, туғанҡайым, барыһын бер самаға, бер үлсәмгә һалыуҙары ҡыйын шул... Ана, Мәстүрә әбей. Ул заманда ҡара ҡағыҙҙы кемдәр генә алманы? Беҙҙең бухгалтер әйтмешләй, шитай, һәр йортҡа килде ул. Берәүҙәр күнде. Күнмәй ни ҡылһын? Башты ташҡа бәрәһеңме?.. Ә бына Мәстүрә әбей... күнмәне, аҡылдан яҙҙы. Хәҙер, ана, донъя бөтөрөп улын эҙләй... Тапмайынса гүргә инмәйәсәк ул... Ялҡҡандан әйтмәйем, туғаным, үҙе яман ыҙалана бит.
– Аңлайым, Фәрхәнә апай, минең ҡөҙрәттә булһа...
– Килә ул һинең хәлеңдән, туғаным. Силсәүит үҙе әйтте, ҙур скульптор килә, тине. Мин бит... бөтөнләй үҙе булһын тимәйем. Тере кешене таш алыштырамы? Шулай ҙа, үҙен төҫмөрләтеп булһа ла, баҫып торһа... Эргә-тирәһен гөлдән өҙмәҫ инем. Уның бит ҡәбере лә юҡ...
Дөрөҫөн әйткәндә, Хажиәхмәт ҡартта рәсемен күргәс тә ул йөҙ әсир иткәйне мине. Һөйөндөк Аманов, Сәлимә һәм Әлимә апайҙарҙың ағаһы Сәйет, Хажиәхмәт ҡарттың бөркөттәй уландары, тағы, тағы бик күп йөҙҙәр, барыһы бер кешегә әйләнеп, зиһенемдә ҡайнай башланы... Эшкә... Тиҙерәк эшкә тотонорға!..
* * *
Һәйкәл яһау өсөн иҫке тимерлекте бушаттылар. Тимерлеккә тиклем был бейек ҡарағас бина нимә өсөн файҙаланылғандыр – уныһын әйтеүе ҡыйын. Көн дә, ҡояш менән бергә тороп, ысыҡ түшәлгән баҫыу юлы буйлап шунда юлланам.
Эскиз-маҙар әҙерләмәнем. Әлбиттә, художество фонды һәйкәлдең макетын алдан әҙерләп, уны советҡа ҡуйыуҙы талап итә. Был юлы күңелемдә яралған образды макетҡа ваҡламайынса, бер ынтылышта, бер тоҡанған ижад ялҡынында тыуҙырырға булдым.
Миңә ярҙамға ебәрелгән егеттәр, йәш булһалар ҙа, егәрле, сыҙамлы булып сыҡтылар. Береһе иретеп йәбештереү эштәрен башҡара, икенсеһе балсыҡ иҙә. Ара-тирә беҙҙең янға, теге йәки был нәмә кәрәкмәйме тип, Әмир Әминевичтың хәл белеп китеүен, йә булмаһа, айран-фәлән тотоп, Фәрхәнә апайҙың инеп сығыуын иҫәпкә алмағанда, иғтибарҙы тупларға, уйларға, эшләргә ҡамасаулаған кеше юҡ.
Көндәр үтә тора, йомарлам-йомарлам балсыҡтар мускулдар, күҙ-ҡолаҡ булып йәбешә. Әммә улар, кешеләге теге йәки был функцияны үтәүсе ағза булыуҙан бигерәк, мөхәббәт һәм нәфрәт, аҡыл һәм үлемһеҙлек идеяларын кәүҙәләндерергә тейеш. Тәүгеһен форманы һәм материалды тоя белгән теләгән бер кеше яһап килештерә алһа, икенсеһе уның ҡатмарлыраҡ. Бына шул яғы мине бер утҡа, бер һыуға һала. Әммә ваҡыт көтөп тормай, тир һәм балсыҡҡа уҡмашып сәғәттәр, көндәр үтә. Юҡҡамы ни боронғо Грецияла, әсе тир менән барлыҡҡа килгәне өсөн, скульптураларҙы сәнғәт төрөнә индермәй йөрөткәндәр.
* * *
Фәрхәнә апайҙың өйөндә әүәлгесә тыныс. Тәлгәштәре көндән-көн ауырая барған миләштәр йәй башындағы осҡалаҡ саялығын сабыр олпатлыҡҡа алмаштырҙы. Был хәлендә мин уларҙы буйға уҙған йәш килендәргә оҡшатам.
Фәрхәнә апай хәҙер тау башына, тыуып килгән һалдат янына, килеүен йышайтты. Килеп бер мөйөшкә шым ғына ултыра ла, балаһын уятыуҙан ҡурҡҡан әсәләй, ишекте шым ғына ябып сығып китә.
Фәтхелислам ағай шул тотоноуҙан көтөүен ташламаны, аҙнаһына бер, еңел арбаһына ултырып, мунса төшөргә генә ҡайтып китә. Йорт тирәһендә уралғанға ҡарағанда ҡарт ҡырҙа үҙен күпкә яҡшыраҡ һиҙәлер: аяҡ йөрөштәре еңеләйеп, теле лә шөйлә асыла төштө уның.
Бер көндө, мунсанан һуң сәй эсергә ултырғас, Фәтхелислам ағай көлөмһөрәп миңә ҡараны:
– Илдар Айҙарович, төнгә саҡлы бер үҙең бер утарҙа эшләргә ҡурҡмайһыңмы?
– Ниңә, Фәтхелислам ағай? Утарға ен эйәләшкәнме әллә? – тип мин дә көлөп яуапланым ағайға.
– Күргән кеше юҡ, иллә-мәгәр унда Мәстүрә ҡарсыҡтың ҡарсығы аяҡ баҫмай.
– Шулаймы ни?!
– Ну!.. Улын эҙләп тишек-ҡыуышты ҡалдырмай ҙа ул, ну бына шәһиттәр утарына бармай. Әллә ҡурҡа, әллә ни...
– Шәһиттәр утары? Унда элек тимерлек булған түгелме?
– Тимерлек ул яңы ғына бит, Граждандар һуғышы мәлендә унда тотҡондарҙы япҡандар. Тирә-яҡтан йыйып килтерелгән ҡыуғындарҙы шунда язалағандар. Бына шунан ҡалған уның исеме. Боҙоп һүтергә лә баҙнат иткән кеше юҡ, бер файҙаһыҙға ултырып серей башлағайны инде... Түбәһенән ямғыр ҙа үтәлер әле?
Һыйыр һауып килеп ингән Фәрхәнә апай ҙа беҙҙең һүҙгә ҡушылды:
– Балсыҡты шунда бушатҡас, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып киткәйне китеүен – өндәшмәнем. Күңелеңә ауыр булыр, тинем.
– Ну-у... Улайға китһә, Фәрхәнә апай, бөтә Ер шары ҡорбан һәм шәһиттәр табуты.
– Уныһы шулай инде... беҙ ни... күҙ алдында торғас... Анау йылды, ҡатын-ҡыҙ еләк йыйған ҡалҡыуҙы һыҙырып, эсенән әллә күпме әҙәм һөйәге, көршәк, һауыт-һаба, суҡмар-ҡылыс алып киттеләр. Музейға ҡуйғандар, тинеләр.
– Улар киткәс, Мәстүрә ҡарсыҡ күпме соҡондо әле унда...
Иренең һүҙен Фәрхәнә апай хуп күрмәне:
– Ней, Мәстүрә ҡарсыҡ тинең дә ҡаныҡтың? Берҙән-бер сабыйың зым-зыя юҡ булһа, тырнаҡтарың менән ер тырнамаҫ инеңме икән? Тырнар инең, нибус.
– Уныһын һүҙ эйәрә генә әйттем дә мин, Фәрхәнә. Көймә. Әле нисәмә көн күҙәтеп йөрөйөм, Мәстүрә ҡарсыҡ “Шәһиттәр утары” тирәһендә урала. Яҡын барыуға бармай, ну инде ике күҙе шунда. Ишеген асыҡ ҡалдырып, ҡустының эшен боҙоп ҡуймаһын, тиеүем...
Ҡарты һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән, Фәрхәнә апай ҡарһаланып ишеккә йүнәлде:
– Туҡта... Ҡарап киләйем әле ҡарсыҡты. Өйөнә инеп яттымы, юҡмы...
Фәрхәнә апай артынан ҡапҡа ябылғас, өйҙә тынлыҡ урынлашты. Миләш тәлгәштәре генә ел өргән ыңғайға тәҙрә быялаһына ҡағылып, ишетелер-ишетелмәҫ туптырлай...
* * *
Бөгөн көн айырыуса томра. Эскән һыу шунда уҡ тиргә сыға ла, ҡаш, керпек араһын екләп, күҙгә эркелә.
– Яйыҡ буйында әлһерәп ята торған көн, – тип егеттәрҙең һәр икеһе әленән-әле йылғаға ҡарап уфтана. Балсыҡ кибеүҙән ҡурҡып ашыҡмаһам, үҙем дә һыу буйындағы ҡарт өйәңке төбөндә ятып тороуҙан баш тартмаҫ инем.
Ярҙамсыларымдың кәйефе эшкә ҡамасаулағандай булғас, артабан тотмаҫҡа булдым:
– Барығыҙ, егеттәр, тик иртәгә иртәрәк килерһегеҙ.
– Беҙҙең арттан оҙаҡламай һин дә ҡайт, ағай!
– Ниңә?
– Томра бит, ямғыр яуасаҡ. Ана, Ирәмәл түбәһе лә күркәләй ҡабарынған.
– Ярай. Прогнозығыҙҙы һынап ҡарайыҡ.
Егеттәр китеп аҙмы-күпме торғас, үҙемә кемдер текләп ҡарағандағы шикелле, сабырһыҙланып яҡ-яғыма ҡарана башланым. Юҡ. Тирә-яҡ тып-тын. Алыҫта бесәнселәр техникаһы геүләй. Ауыл яғында хатта эт өргән тауыш та ишетелмәй. Ҡот осҡос томраның тынды ҡыҫыуын иҫәпкә алмағанда, бындай тынлыҡта онотолоп эшләргә була.
Бер аҙҙан төньяҡтан һалҡынса ел иҫә башланы. Тын алыу еңеләйеп ҡалды. Эш тә тамамланыуға бара – һалдатҡа ҡорал тотторһам, бөткәнгә хисап. Бер яҡ мөйөштәрәк, автомат яһаған ыңғайға, әленән-әле һалдатыма күҙ һалам: киң маңлайына шәлкем-шәлкем сәс уҡмашҡан, ҡараштары нурлы ла, ҡырыҫ та кеүек: асыҡ иҙеүле һалдат гимнастеркаһынан йәш, сәләмәт тән күренә... Бөтәһе лә үҙ урынында, йәнем теләгәнде ҡулым үтәп сыҡҡан төҫлө... Ләкин...
Юҡ! Был “ләкин”де әлегә бер кем дә әйткәне юҡ. Әмир Әминевич та, райондан килгән комиссия ла. Әммә был «ләкин» күңелде өйкәп тик тора... Ошоғаса һалдат образын мәңгеләштергән һәйкәлдәргә ни өҫтәнем, ниндәй яңылыҡ астым? Улай тиһәң, һуғыш театр түгел. Миллиондарса совет һалдаты бөтә Европаны һалдат итектәре менән иңләп, ҡоралын күкрәгенә ҡыҫып тотоп үтмәгәнме ни?! Һуғыш темаһына мөрәжәғәт иткән ҡайһы рәссамдың ҡоралдан баш тартҡаны бар? Күп тә үтмәҫ, балсыҡ һынға йоҡа металл пластинкалар ҡаҙалыр, форма алынғас, бетон һын булып, үҙ урынына, Яйыҡ ярындағы түбәгә баҫыр...
Шар асылған киң ишектәр, ауыр шығырлап, ҡапыл ҡупҡан өйөрмәнән шапылдап ябылды. Тимерлек эсе ҡараңғыланып китте лә, йәшен ялтлаған ыңғайға салт яҡтырҙы.
Дауыл тимерлек башына ябылған иҫке ҡалайҙарҙы йолҡҡослай, ҡеүәтле күк күкрәүҙән тәҙрә быялалары зыңғырлай. Миндә егеттәр менән ҡайтыу яғын ҡарамағанға үкенеү ҙә, бер яңғыҙым йәшен уты ҡамаған ҡалҡыуҙа ҡалыуыма ҡурҡыу ҙа юҡ. Мөйөштә ултырғанмын да һалдатҡа төбәлгәнмен. Әйтерһең дә, уның әллә ниндәй ҡөҙрәт менән терелеп, автоматҡа ҡул һоноуын, атакаға ташланыр мәлен көтәм... Терелеүен... Тимәк, ошоғаса күңелде өйкәгән хис уның терелеүенә бәйләнгән! Эх, скульптор!
Шаҡшы ярһыу менән ябырылған дауылдың түбә ҡалайын осорта һуғыуы булды, ышыҡһыҙ түбәнән ҡойма ямғыр һалдаттың йөҙөнә килтереп тә бәрҙе. Донъяны берсә ҡараңғыға, берсә салт-аяҙ яҡтыға күмгән йәшен һалдаттың дымлы йөҙөн ҡапыл ҡырҡыуландырып, йәнләндереп ебәрҙе. Бер талпыныр ҙа, тубығына тиклем батҡан ерҙән ҡубып, тиңһеҙ алышҡа ташланыр кеүек... Бына ҡасан уға ҡорал тоторға ваҡыт етте! Ямғыр, йәшенле дауыл терелтте һалдатты! Тәбиғәт стихияһы менән терелгән һалдаттағы һыҙаттарҙы иҫемдә ҡалдырырға тырышып, күҙҙәремде йомам...
Ишекте күгәне менән һурып алырҙай итеп ел астымы икән тип һиҫкәнһәм...
– Улым?! Һөйөндөгөм!..
Тутыҡҡан тимер тауышы сығарып үҙемә яҡынлашып килгән утлы ҡараштар артҡа сигендерә, йәнде ҡурыштыра.
– Һин... Ниңә уны утарға бикләп ҡуйҙың? Аҫырғамы уйың? Киҫергәме? Әллә... яндырырғамы?!
– Әбей! Мәстүрә әбей!..
– Әбей түгел мин! Һин бикләгән егеттең әсәһе мин! Күпме эҙләнем баламды. Ер өҫтөндә кәүҙәңде тапмағас, һыуҙарға төштөм. Ә һин... – Мәстүрә ҡарсыҡ шашынған күҙҙәрен һалдатҡа төбәгән килеш хәлһеҙләнеп ергә сүгәләне лә, тырышып-тырышып тайғаҡ балсыҡтан түше менән шыуыша башланы. Бер ҡулы менән көсәнеп үҙенә юл яра, икенсеһен әлеге мин күргән төйөнсөктән ысҡындырмай.
– Күпме эҙләнем, тапҡас, ике аҙым яһарға хәлем ҡалманы... Улым... Тирләгәнһең, ябыҡҡанһың... Ҡулыңа алған икмәкте лә ашап бөтә алмай сығып йүгерҙең бит... «Иптәштәрҙән ҡалам, әсәй!» – тигән булдың. Тешләмең ҡалғас, ризыҡ һөйрәп ҡайтарыр, тинем. Көттөм, тешләмеңде һаҡланым... Йә Хоҙай! Үҙ ризығың үҙеңә яҙған икән дә... Ниңә үрелмәйһең икмәккә? Аллаға шөкөр: хәҙер икмәк му-ул илдә, ҡояш та ге-ел аяҙға байый...
Мәстүрә әбей тая-шыуа йөгәнәкләне лә, төйөнсөктө өҫкә күтәрҙе һәм... ҡапыл ҡырыҫланған ҡарашы менән мине өтөрҙәй булып, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Мылтыҡ? Һин бирҙеңме уға мылтыҡты? Кемгә ҡаршы һуғышҡа әпкитмәксе булдың баламды?! Ебәрмәйем! Ебәрмәйем баламды! Гитлерҙы бит, дөмөккән, тиҙәр!
– Мәстүрә әбей!
Ҡойма ямғыр эсенән шыбыр һыу булып Фәрхәнә апай атылып килеп ингәндә, һалдаттың аяҡтарын шауҡал ҡулдары менән ҡосҡан әсә, шыйғаҡ балсыҡ буйлап аҫҡа, ергә шыуыша башлағайны инде...
Әсә ҡолата һуҡҡан мылтыҡты мин ҡабат күтәртеп торманым... Ҡан һәм тир уҡмашҡан ерҙе йыртып, ҡояшҡа табан үрелә башаҡтар. Һалдаттың алыш көсөргәнеше китеп бөтмәгән йөҙө яҡты, изгеләрҙән-изге йылмайыу менән яҡтыра. Усында бар тереклектең сығанағы, имен атҡан таңдар кәүҙәләнеше – бойҙай башаҡтары...
Был ҡырҡ йыл буйы илдән илгә, ҡырҙан ҡырға икмәк тотоп улын эҙләгән әсә наказы...
Һалдатты мин постаментҡа баҫтырманым. Ул үҫмерҙекеләй осло тубыҡтары менән үҙе ҡурсып алып ҡалған тупраҡҡа теҙләнгән.
...Үҙемде бәүелтә-бәүелтә, һәйкәл ҡуяһы ауылға яҡынайтҡан поезға ултырып, күптән инде баш ҡалаға ҡайттым. Әммә йөрәк остарыма ҡан һауҙырып яралған һалдатым һаман да күҙ алдында. Унда – көнбайыштан ҡара һөрөм булып урғылған заман фажиғәһе; унда – тереләр менән ҡорбандар араһындағы үлемһеҙ бәйләнеш; унда – һуғыштың ялҡынлы тыны менән тоҡандырылған яҙмыштар усағы; унда – мәңгелеккә киткәндәрҙең киләһе быуынға бөйөк васыяты: ергә, ҡояшҡа, тупраҡҡа иман килтереү.
Тау башында ҡалған һалдатыма Бүгәс-тау итәгендә һалҡын да, күңелһеҙ ҙә түгел, тиҙәр.
Йәштәр ғаилә ҡорһа, парлашып һәйкәлгә киләләр икән. Киләләр ҙә, һалдат-йәдкәргә баш эйеп, алдына тере сәскәләр һалалар, ти. Ил һаҡларға киткән егеттәр ҙә, бурыстарын үтәп ҡайтҡан һалдаттар ҙа килә, ти, унда. Улар, аҡ буран йәки ҡойма ямғыр тип ҡарап тормай, баш кейемдәрен һалып, бер минутлыҡ тынлыҡта йәштәш-һалдат ҡаршыһында баҫып торалар, ти.
Иңдәрендәге алтмышты артҡа ташлап, мөмкин тиклем йәш күренергә тырышып, биҙәнеп-ҡупшыланып, тол ҡатындар килә, ти, бында байрамдарҙа. Тоғролоҡҡа үҙҙәре һәйкәл булырлыҡ был ҡатындар алдында һалдат үҙе баш эйгәндәй була, тиҙәр.
Һалдат ҡаршыһына тағы ла Әлимә һәм Сәлимә апайҙар яурынына таянып, Хажиәхмәт ҡарт килә икән. Килә лә, һалдаттың уң яғына сығып:
– Хәс тә минең Хаҡмөхәммәтем, йылмайыуына тиклем оҡшаған. Ул шулай бәғереңә үтеп инерлек итеп йылмайыр ине, – тип баш сайҡай, ти. Шунан,һалдаттың һул яғына сығып: –Бикмөхәммәт инде. Самай үҙе генә – һуйған да ҡаплаған. Олатаһына оҡшап, бер аҙ ҡырыҫыраҡ ине малай, – тип биленә төшкән аҡ һаҡалын һыпыра, ти.
Быны ишетеп ҡалған Әлимә менән Сәлимә апайҙар, ҡарттың ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булыуынан файҙаланып:
– Әйттең дә ҡуйҙың инде, тас үҙе, тип. Ағайыбыҙ ул. Маңлайының яҫылығына, сәсенә тиклем оҡшаған. Художник эше иреккәндән уның кәртишкәһенән ике сәғәт буйы күҙен ала алмай ултырған, тиһеңме? – тип сәмләнәләр икән.
Яйыҡ ҡуйынынан иҫкән йылы елдәр миңә тағы шуны сер итеп кенә әйтеп киттеләр. Кистәрен, кеше аяғы һил булғас, һалдат янына берәү килә, тиҙәр. Алтмышты ҡыуғанда ла йәшлектәге сая матурлығын ташламаған был ҡатын килеп киткәндән һуң, һәйкәл тирәһендәге ҡара тупраҡта берәр яран гөлө пәйҙә була, имеш. Был гөлдәр, иртән ҡояш ҡалҡҡанда янар сәскәләй баҙрай икән...