Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Февраль 2023, 12:52

Йоҡосо

Башҡалар нисектер, әммә талапсан военрук ағай, мал ҡыуалаған көтөүсе кеүек, буласаҡ һалдаттарҙың береһен дә ситкә яҙлыҡ­тырмай, военкоматҡа ҡыуалап тигәндәй алып барҙы.

ЙоҡосоЙоҡосо
Йоҡосо

“Йоҡосо”

Ял көнө булғас, казармала офицерҙар юҡ тиерлек. Ни эшләргә белмәй йөрөгән һалдаттар бер аҙ шаярып алырға булды. Берәүҙең формаһына ҡул аҫтындағы әйберҙәр һәм сепрәк-сапраҡ тыҡҡылап, кеше буйлыҡ ҡарасҡы эшләп ҡуйҙылар. Башы урынына ябай туп беркетеп, пилотка кейҙергәйнеләр, ҡарасҡы ысын һалдатҡа оҡшаны ла ҡуйҙы. Шунан, уның эргәһендә улай ҙа былай тороп, рәхәтләнеп фотоға төштөләр. Уйнап туйғас, һалдаттар ҡарасҡыны дневальный торған тумбочка янына, йөҙө менән стенаға ҡаратып һалып киттеләр. Йәнәһе, ул йоҡлап ята. Шул саҡ көтмәгәндә казармаға часть командиры килеп инмәһенме! Килеп тә инде, шунда уҡ йоҡлап ятыусы “дневальный”ҙы күреп тә ҡалды. Командир ҡыҙарып-бүртенеп, урыҫ теленең “иң матур” һүҙҙәрен ҡулланып, тегене яр һалып әрләргә кереште. Ҡарасҡының ҡолаҡтары ла һелкенмәй, нисек ята шулай ята бирә. Һалдаттар бер яҡ ситтә шым ғына көлөшөп ҡарап тик торалар.
Командир, ахыры сиктә түҙмәй, “йоҡосо”ноң башына берҙе ҡундырғайны, тегенән туп тәгәрәп китте. Бөтә казарманы һалдаттарҙың хахылдашып көлөүе яңғыратты. Тик көлкө бик ҡиммәткә төштө: командир уларҙың барыһын да пласта киске ашҡа хәтлем йүгертте генә.

“Ни эшләп мин дә ауырыу түгел?”

Көндәрҙең береһендә юғары класс малайҙарын, дәрестәренән азат итеп, хәрби комиссариатҡа беренсел иҫәпкә ҡуйырға алып киттеләр. Күптәре әрмегә барыуҙы етди бурысы һанаһа, араларында ҡасып ҡалырға теләүселәр ҙә юҡ түгел ине, әлбиттә. Айырыуса Роберт тигәне үтә йылғыр булып сыҡты. Ул иптәштәренә законлы рәүештә хеҙмәткә бармай ҡаласағы тураһында иҫбат итеп маташты. Быны ул ниндәйҙер бер танышы аша эшләйәсәк, имеш. Башҡалар нисектер, әммә талапсан военрук ағай, мал ҡыуалаған көтөүсе кеүек, буласаҡ һалдаттарҙың береһен дә ситкә яҙлыҡ­тырмай, военкоматҡа ҡыуалап тигәндәй алып барҙы. Роберт бер аҙға “ҡойроғон артына ҡыҫырға” мәжбүр булды.
Комиссариатта малайҙарҙы трусиктан ғына ҡалғансы сисендереп, медицина тикшереүе үткәрә башланылар. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, берәүҙең кәүҙә ауырлығы етмәүе, икенсеһенең тыумыштан хроник сирле булыуы, өсөнсөһөнөң яҫы табанлылығы асыҡланды. Үҙендә лә ниндәйҙер тайпылыш буласағына өмөтләнеп йөрөгән Роберт, киреһенсә, һау булып сыҡты. Малайҙың кәйефе ҡырылды, йөҙө йәмерәйҙе. Ул, бәҙрәфкә инеп, теге танышына шылтыратты һәм бер аҙҙан йөҙө ҡояштай балҡып килеп тә сыҡты.
Алда малайҙарҙы профотбор тикшереүе көтә ине. Уныһы буласаҡ ил һаҡсыларын психологик яҡтан махсус тестар ярҙамында һынауҙан ғибәрәт. Барыһын да атҡарып бөткәс, малайҙарҙың ҡулдарына хәрби иҫәпкә ҡуйылыу тураһында танытма тоттороп, ҡайтарып ебәрҙеләр. Биология дәресе барған саҡта кабинетҡа табип кейемендә хәрби комиссариаттың баш белгесе менән шундай уҡ кейемдәге әзмәүерҙәй кәүҙәле ике ят ир килеп инделәр. Баш белгес Роберттың фамилияһын атаны ла, уға ҡарап «имбецил с крайне неуравновешенной психикой, склонен к суициду, нуждается в срочной госпитализации и лечении» тип өҫтәп ҡуйҙы. Был әйтелгәндәрҙән шаҡ ҡатҡан Роберт һикереп тороп “мин бит шаярттым ғына” тип яуапланы. Тик табип, вайымһыҙ ғына баш сайҡаны ла, “кейендерегеҙ үҙен” тип теге әзмәүерҙәргә ымланы. Күҙ асып йомған арала малайға тынысландырыусы күлдәк кейҙереп, ай-вайына ҡарамай мәктәптән алып сығып та киттеләр. Аҙаҡтан шуныһы асыҡланды. Баҡтиһәң, Роберт профотбор мәлендә үҙе тураһында шундай мәғлүмәттәр биргән икән. Һөҙөмтәлә психиатр уны психдиспансерға мәжбүри дауалауға яҙған булған. Малай, табиптар уның сирле түгеллегенә тамам ышанғансы, диспансерҙа бер аҙналай ятып сыҡты.
Роберт иң тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткә алынды.

Ишдәүләт САФИУЛЛИН.

 

Автор:
Читайте нас