Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Февраль 2023, 15:00

Андтарҙағы мөғжизә

Был аяныслы ваҡиға тураһында бихисап китаптар яҙылған, фильмдар төшөрөлгән.

Андтарҙағы мөғжизәАндтарҙағы мөғжизә
Андтарҙағы мөғжизә
Был аяныслы ваҡиға тураһында бихисап китаптар яҙылған, фильмдар төшөрөлгән.
 
 
Мәңге ҡарлы, боҙ ҡаялы Анд тауҙарында була был хәл. 1972 йылдың һыуыҡ октябрь айы. Регби буйынса Уругвай командаһы Чилила үткән ярышҡа юллана, бортта ҡайһы бер уйынсыларҙың ата-әсәләре лә бар. 571-се һанлы самолет бейек тауҙар тәңгәленә еткәс, ҡапыл буран сыға. Күҙгә төртһәң дә күренмәй. Пилоттар саҡ ҡына түбәнерәк төшөргә ҡарар итә. Циклон артта ҡала, әммә иң ҡурҡынысы алда була. 45 кеше тейәгән самолет бейек ҡаяға барып бәрелә. "Тимер ҡош" имен ҡала, әммә 12 кешенең ғүмере шунда уҡ өҙөлә. Самолет шыуып барып, ҡар өйөмөнә ҡаҙала. 3600 метр бейеклек. Ҡар тауҙарынан башҡа бер нимә юҡ. Һыуыҡлыҡ -30-ға тиклем түбәнәйә. Самолет пассажирҙарын тағы бер фажиғә алда көтә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә ҡуҙғалған ҡар өйөлмәһе ҡаянан ишелеп төшә һәм тағы биш кешенең ғүмере ҡыйыла. Бортта медицина колледжынан ике студент була, йән көстәренә улар кешеләрҙе ҡотҡарырға тырыша, әммә йәрәхәттәр уңалырлыҡ булмай. Тағы бер ҡурҡыныс афәт килә - аслыҡ. Был яуыз кешеләрҙе аямай, хатта йыртҡыс хәленә төшөргә мәжбүр итә. Борттағылар үҙҙәре менән алған печенье, шоколадты ашап бөткәс, уларға мәйеттәрҙең итен ашауҙан сара ҡалмай.
 
 
Шулай, 50 көн дә үтеп китә, аслыҡта, һыуыҡта, йыртҡыслыҡта... Фажиғәнең 60-сы көнөнә хәллерәк ике спортсы, Паррадо һәм Канесса ҡотҡарыу алып килергә юлға сыға. Бортта бер тегенсе ҡатын була, ул үлгәндәрҙең кейеменән йоҡо тоғо тегеп бирә. Бер аҙыраҡ төндәрен улар шунда алмашлап йоҡлап ала. Сәфәр оҙаҡҡа һуҙыла, кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙе үтеп, ябығып, кибеп бөтә был мәхлүктәр. Унынсы көнгә генә икәүһе аяҡтары һыуыҡтан туңып, шешеп, тау итәгендә һарыҡ көтөүе көткән Чили көтөүсеһенең алдына барып ҡолай. Ниһайәт!.. Бәхеттәренең сиге булмай был бахырҙарҙың. Көтөүсе тиҙ арала ярҙам саҡыра. Иртәгәһенә 571-се һанлы самолет фажиғәһенән иҫән ҡалған 16 кешене яҡындағы дауаханаға вертолет менән илтәләр.
 
 
Күңел яралары уңалмаҫлыҡ, әлбиттә... Әммә тормош дауам итә. Бер нисә йылдан Канесса Уругвайҙың Президентлыҡҡа үҙ кандидатураһын тәҡдим итә, Паррадо уңышлы эшҡыуар булып китә, ҡалған спортсылар ҙа ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәй.
Автор:
Читайте нас