Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Февраля 2023, 16:05

Мин — һалдат!

– Һеҙ утыҙ ике һалдат — бөгөн курсант, ә иртәгә бөтә Союзға һәм Кубаға отделение командирҙары булып китәсәк кесе сержанттар.

Мин — һалдат!Мин — һалдат!
Мин — һалдат!

Тәүге алыш

Техникумда уҡып йөрөгән Ғәлим, Ҡазан хәрби танк команда училищеһының спорт ротаһына юлланма алғас, иптәштәре менән бер көн Өфөнөң йыйылыу пунктында төн үткәрҙе лә, һалдаттарҙы “һатып алыусылар” килмәгәс, иртәгеһен “Гастелло” спорт клубындағы егеттәр менән оҙатыу кисәһен үткәрергә булды. Байрам иткән егеттәр иртәгеһенә сборный пунктҡа килгәндә, спорт ротаһына тәғәйенләнгән призывниктарҙан елдәр иҫкән ине. Уларҙы төнөн поезд менән Ҡазанға оҙатҡандар. Инде нисәнсе ҡат уға тәҡдир һайлау ҡуя. Бына әле лә йә инәлеп Ҡазанға ебәреүҙәрен һорарға, йә, ғорур атлап, беренсе “һатып алыусы” “купец”ҡа ҡулыңдағы бөтә документтарыңды тотторорға ла “әрме”гә ҡалас ашарға юл тоторға.
Әмәлгә ҡаршы Ғәлимгә олпат кәүҙәле сержант тап булды:
– Ни эшләп һинең ҡулыңда “Личное дело”? Ҡайһы команданан? – Ғәлимдең документтарын ҡулынан тартып тигәндәй алды: – Әһә, техникумда уҡыйһың икән, етмәһә, спортсмен... Әйҙә әле минең менән! – тип сборный пункттың етәксеһе подполковникка алып китте.
Икәүһе быш-быш килеп алғас, ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡтай булған был призывникты олаҡтырыу мөмкинлеге тыуғанға һөйөнгән офицер:
– Ҡара әле был сержантҡа — торғаны бер орел! Һинең дә шулай булғың киләме? Етмәһә, был часта уҡырға һәм спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр бар! – тине.
Ғәлимгә шул ғына кәрәк. Уҡырға һәм спорт менән шөғөлләнергә булғас, был часть – уныҡы.
– Иптәш сержант! Мин бокс менән шөғөлләнәм, ярайһы ғына уңыштар бар. Хатта ололар араһында Башҡортостан чемпионатында икенсе урын яуланым. Юниорҙар араһында спорт мастерлығына кандидатмын, тиҙҙән ололар категорияһы буйынса документтар ҙа киләсәк! – тине Ғәлим, ыҫпай сержантҡа ҡарап.
– Миңә осрағаныңа шатлан, беҙҙең округта — иң көслө спортсылар! Әйҙә, документтарыңды ал да, киттек команданы тултырырға. Ә беҙҙең часть үҙе уҡыу өсөн тәғәйенләнгән. Әлегә бөтәһе лә сер, барғас белерһең, – тине сержант.
Бер сәғәттән Ғәлим төрлө яҡтан йыйылған призывниктарға барып ҡушылды. Киске аш алдынан теҙелгән сафта сержант Ғәлимдең рәсми булмаған взвод командиры урынбаҫары булып тәғәйенләнеүен иғлан итте.
Поезд ҡуҙғалып киткәс, ауыл һәм ҡала егеттәре, кем нимә алған, шуны өҫтәлгә ҡуйҙылар. Хатта бер-ике урында инде араҡы ла бар. Төн уртаһында эсеп шашынған әзмәүерҙәй Стәрле баскетболсылары ауыл малайҙарын берәмләп вагондың тышҡы коридорына сығарып туҡмай башланылар.
Быны күргән Ғәлим был иҫәүән спортсыларҙы тыйырға тырышты. Улары ҡоторошоп, Ғәлимгә вагондың коридорына сығырға ҡуштылар.
Бөгөн генә был командаға эләккән Ғәлимдең бер дуҫы ла, яҡлаусыларға мохтажлығы ла булмағас, еңелсә кейемдә коридорға сыҡты. Ә унда урын ярайһы уҡ тар, тик ике кеше генә бер юлы һөжүм итә ала. Рингыға өйрәнгән Ғәлимгә был бик йәтеш ине. Оҙон ҡолға, киң һелтәнеп бер һуғыуы булды, йәш боксер, уның бауыр тапҡырына эләктереп, икегә бөкләп тә ҡуйҙы. Икенсеһе һелтәнгеләп өлгөргәнсе, Ғәлим был егетте нокаутҡа оҙатты. Өсөнсө ҡолға, килеп етмәҫ элек, яңағына тос йоҙроҡ алып, арттағы икәүҙең өҫтөнә йығылды. Ғәлим быларҙы иғтибар менән күҙәтә: өсәүһе ята, өсәү тора... Кинәт бер айыуҙай кәүҙәлеһе, иҙәндә ятҡан иптәштәрен тапап, алға уҡталған ине, Ғәлим уны, асыҡ торған ишек менән бәреп, иҙәнгә һалды. Ҡалған икәүһе ҡалтыранышып вагонға йүнәлделәр. Ғәлим уларға ҡарап:
– Вагонға алдан мин инәм, ә һеҙ был мөртәттәрҙе һөйрәтеп индерегеҙ! Һеҙҙе бит киҫәттем, миңә бәйләнһәгеҙ, үҙегеҙгә насар буласаҡ тип, тыңламанығыҙ, – тине вайымһыҙ ғына.
Ғәлим артынан күҙ-баштары күм-күк дүрт-биш баскетболсы саҡ атлап килеп ингәс, вагон шып-шым булып тынып ҡалды. Тегендә-бында баҫҡан ауыл малайҙары, башкиҫәрҙәр булып ҡыланған Стәрле егеттәрен күшеккән тауыҡҡа әйләндергән кәүҙәгә артыҡ ныҡ ҙур булмаған башҡорт егетенә ихтирам менән ҡарайҙар ине. Ғәлим, бер ни булмаған кеүек, үҙенең кинәт киңәйеп киткән вагон һикеһенә ултырҙы ла кефир менән икмәк ашарға кереште.
Часҡа килеп етеп мунса ингәс, йоҡларға яттылар. Иртәгеһенә үҙенең ракета часына “учебка”ға эләккәнен күрҙе.
Сержант, ысынлап та, дөрөҫ әйткән булып сыҡты: бында уҡыталар ине. Ә көслө спортсылар хеҙмәт итә тигәне бөтөнләй дөрөҫ булманы.

“Герой”

Ғәлим инде ике ай курсант булып хеҙмәт итә. Әле уның ракета дивизионы яланда йәйге лагерҙа. Был лагерь Блиновка ауылы эргәһендәге йомро аҡланда. Ғәлим бөгөн ошо лагерҙағы үҙйөрөшлө ракета установкаһын һаҡлау посында ҡарауылда тора. Ҡулда автомат. Тик ул атмай, сөнки көбәге ҡырҡып ҡуйылған, патрондары юҡ. Ракета установкаһы хәрәкәт итә алһа ла, ул ракетаны һауаға осора алмай – был тик ракета макеты ғына.
Шулай булһа ла ҡарауылда тороу мөһим эш, посты ташлаһаң – судҡа тарттырылаһың, тип взвод командиры бушты һөйләмәй. “Дошман йоҡламай – һаҡ бул”, – тинеләр посҡа ҡуйғанда ҡарауыл начальнигы һәм разводящий.
Пенза өлкәһендә июль башы Ғәлимдең тыуған яғын хәтерләтә. Әле, кис төшөп, ысыҡ үләнгә ятҡас, бал ҡорттары осоуҙан туҡтап, уларҙың бызылдауын серәкәйҙәр безләүе алмаштырҙы. Бындағы серәкәйҙәр хас Ғәлимдең ауылындағы кеүектәр, үҙҙәре ҙур һәм хәйләкәрҙәр. Берәүһе ҡолаҡ артында юрый бызлап торһа, икенсеһе маңлайында инде ҡан һура. Ләпәктәр бында мыжыҡтар, улар, тауыштарын ялҡау ғына сығарып, ҡолаҡҡа тулырға, йә танауға керергә маташалар. Үҙҙәре һис аяуһыҙҙар. Был ләпәк тешләһә, иртәгә күҙ ҡабаҡтары ҙур “фонарь” булып шешәләр ҙә китәләр.
Ғәлим ҡараңғыла инде өсөнсө тапҡыр оҙон “МАЗ” маркалы һигеҙ күсәрле автомашинаға ҡуйылған ракета установкаһын урай. Ул инде үҙенә һуҡмаҡ та тапаған, һуҡмаҡ ысыҡһыҙ, кирза итек әлегә һыуланмай – һыу тамсыларын ул беренсе урағанда, япраҡлы ағас ботағы менән елпетеп, ергә ҡойғайны.
Кинәт Ғәлим ракета корпусының баш яғында геүләү ишетте. Был геүләү уға таныш – ракета эсенә ҡуя торған гирокомпас тауышы. Уның электр моторы күсәрендә секундына мең тапҡырҙан да ашыу әйләнә, һәм күсәре һәр ваҡыт Себергә ҡарап тора. Ошоға гиромоторға бәйләнгәс, ракета һауала һис үҙенең барыр юлынан тайпылмай. Был турала әле яңыраҡ дәрестә оҙон бокс эсендә урынлашҡан ҡырҡылған ракета макеты буйынса взвод командиры лейтенант Куркин һөйләгәндән белделәр.
Ғәлим аптырап ракеталы машинаны тағы бер урап сыҡты ла теге геүләгән тауышҡа ҡолаҡ һалды. Ысынлап та, ракетаны ҡаплаған тимер чехол эсендә геүләү бар. Уны Ғәлим асыҡ ишетә башланы. Аптыраған һалдат, ерҙән ағас күҫәк алып, ай яҡтыһында ялтырап торған ракета чехолына һуҡты. Бынан һуң инде ракета эсе ныҡлы геүләүгә күсте.
Ғәлим ағасҡа ҡуйылған йәшерен телефондан ҡарауыл начальнигы – үҙенең взвод командиры Куркинға шылтыратты:
– Иптәш лейтенант, ракета корпусының баш яғындағы гирокомпасы эшләй, хәс тә ҡорт күсе. Һуҡһаң, тағы ла көсәйә.
Тиҙҙән брезенты алынған хәрби “УАЗ” машинаһында, автоматлы ике һалдат ултыртып, посҡа ҡарауыл начальнигы килеп тә етте.
Лейтенант Ғәлим биргән күҫәк менән үрелеп ракета установкаһының гөжләгән моронона һуҡты. Эстә гөжләү икеләтә көсәйҙе. Тамам аптыраған лейтенант, ике һалдатты ракета ҡуйылған машинаға мендереп, тимер чехолды асып, ни булғанын ҡарарға бойорҙо. Ә ҡарауылда торған Ғәлим, постан китә алмай, йыраҡтараҡ постың бәшмәк кеүек эшләнгән ҡыуышы аҫтында тора.
Кинәт теге ике һалдат, ай ҙа вай килеп ҡысҡырышып, ҡулдарын эҫе һыуҙа бешкән кеүек ыуа-ыуа бейек машина башынан килеп сыҡты. Кеҫә фонары яҡтыһында улар тирәләй бал ҡорто күсе өйөрөлә башланы. Лейтенант Куркин һәм һалдаттар, ҡарауылда торған Ғәлимде алып, урманға ҡараңғыға ташландылар. Бер сәғәттән, ҡарауыл алышынырға ваҡыт еткәс, офицер менән шешенеп бөткән ике һалдат, кире ракета уставновкаһына шым ғына килеп тыңлап торҙолар ҙа эстәрен тотоп көлөшә башланылар. Ракета һалына торған тимер корпус эсенә бал ҡорто күс булып ҡунып, балауыҙға бал йыя башлаған икән. Ҡарауыл төндә генә ҡуйылғанлыҡтан, быны берәү ҙә күрмәгән. Иртәгеһенә, һаҡлай торған махсус кейем кейеп, ҡорттар янына күтәрелгән Ғәлим был турала ҡарауыл начальнигына хәбәр итте.
Командирын, ракета установкаһы осоп китергә итә, тип шаяртҡан караульный Ғәлим ай буйына лагерҙың беренсе геройы булды.

Сәйер курсант

Ғәлимдәрҙе йәйге хәрби лагерҙан ҡайтҡандың иртәгеһе көнө иртүк ғәжәп хәл көтә ине. Плацта Пенза һалдаты Крымов мөһим төҫ менән, иҫке балалар коляскаһындағы аҡ простыняға уралған ҡурсаҡты әүрәтеп, бишек йыры мөңрәп йөрөй ине. Построениеға сыҡҡан меңләгән курсанттың был һалдат кейемендәге “бала бағыусыға” иҫтәре китеп ҡарауын белеп, штаб начальнигы подполковник Кулик Пенза курсантын санчастҡа оҙатырға, колясканы ҡурсағы менән бергә сүплеккә быраҡтырырға ҡушты.
Аҙна үтеүгә, Крымов шул коляска һәм ҡурсаҡ менән частың плацында иртәнсәк йыр мөңрәп тағы йөрөп ята ине.
Был юлы подполковник Кулик сәйер курсантты лазаретҡа тыҡты, ә ҡурсаҡлы колясканы тураҡлап ҡала сүплегенә оҙаттырҙы.
Тағы ун көндән Кулик уны, частың ашығыс ярҙам машинаһына ултыртып, әллә ҡайҙан тапҡан иҫке ҡурсағы менән коляскаһын бергә тейәп, Пензаға, округ госпиталенә, оҙатты.
– Егеттәр, – тине Ғәлим взводтағы иптәштәренә, – был Крымов теге ваҡыт лагерҙа, тиҙҙән комиссоваться итәм, килеп сыҡһа, һеҙҙән бер йәшник шампан виноһы, килеп сыҡмаһа – минән һеҙгә, тип бәхәсләшеп ҡул айырышты бит. Ә ни эшләрен әйтмәне, суҡынған. Ә хәҙер, ана, бушлай спектакль күрһәтә.
Крымов өсөн инде рота командиры өсөнсө выговор алып өлгөргән ине. Штаб начальнигы Кулик, был һалдат ҡайтып тағы кәмит күрһәтһә, инде майор Захаркинға, дивизия командиры урынбаҫарына шелтә сәпәйем, тип вәғәҙә бирҙе. Һалдат оҙайлы дауаланыуҙан һуң ҡайтып, бер көн үткәс, хәл тағы ҡабатланды. Майор Захаркин был сәйер һалдатты бөтә “байлығы” менән гауптвахтаға тыҡты ла, частың лазарет начальнигы менән Пензанан килгән ҡағыҙҙарҙы ҡутарып, комиссовать итеү өсөн бөтә документ­тарҙы әҙерләне. Кесе сержант Ғәлимдең отделениеһын алып, частан йыраҡ булмаған тимер юл станцияһына Куликты оҙата сыҡты.
Алда, коляскалағы ҡурсаҡҡа йыр йырлап, Крымов бара, уның артынан санчасть фельдшеры сержант Григорьев менән йәнәш майор Захаркин, ҡойроҡта Крымовтын сумаҙанын, шинелен тотҡан биш-алты һалдат атлай. Был ғәжәйеп процессияны күргән гражданский кешеләр, боролоп оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, бер ни аңламай, баш ҡағып тороп ҡалалар.
Ниһайәт, станцияға килеп еттеләр. Поезд ҡуҙғалырға әҙерләнә. Проводник майорҙың ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйҙы ла:
– Пензала был һалдатты военкоматтан көтәләр. Хәүефләнмәгеҙ, алып барып еткерермен, иптәш майор, – тине тыныс ҡына. Бөтә тапшырыу процедураһы бөткәс, Крымов вагон баҫҡысына күтәрелде һәм сумаҙаны менән шинелен курсанттарҙан үрелеп алды. Майор Захаркин Крымовка иҫке коляска менән сепрәккә төрөлгән ҡурсаҡты алып бирергә иткән ине, Крымов иптәш һалдаттарына күҙ ҡыҫып:
– Иптәш майор, был иҫке коляскалағы ҡурсаҡты мин ярты йыл әүрәтеп йөрөнөм, файҙаһы ҙур булды. Инде һеҙ әүрәтегеҙ, һеҙгә лә файҙайһы тейер. Юғиһә, һеҙ инде һигеҙ йыл майор ғына булып йөрөйһөгөҙ, ҡартайып бөткәнһегеҙ, – тине.
Аптыраған майор иҫенә килгәнсе, поезд ҡуҙғалды. Перронда биш-алты һалдат һәм шарҡылдап хәле бөткән фельдшер баҫып ҡалды.
Майор Захаркин тәмәкенән һәм араҡынан ҡарлығып бөткән тауышы менән:
– Если узнаю, кто в части об этом кому расскажет, сгною в сопках Маньчжурии! – тине лә, ҡыҫҡа йылдам аяҡтары менән иҫке колясканы тибеп осороп, йүгерә-атлай часҡа ҡайтып китте.
Ике айҙан Ғәлимде иптәштәре менән үҙәк КП-ға саҡырҙылар. Алты курсанттың береһе лә бөгөн туғандарын көтмәй ине, шулай ҙа улар ял сәғәтендә КП-ға килделәр ҙә шаҡ ҡаттылар.
Өҫтөнә “Ну, погоди!” йәнһүрәтендәге бүре һәм ҡуян төшөрөлгән аҡ футболка, Советтар Союзында ғына сыға торған сәйер күк джинсы кейгән ялбыр сәсле хиппи, теге курсант Крымов, тора ине. Эргәһендә – ҡатырға ҡумта. Унда ни барын дежурҙа торған сержант белә ахырыһы, – сәйер йылмая.
– Бына шампан виноһы. Һеҙҙән алып булмаясағын беләм, килешеүҙе боҙоп, үҙем килтерҙем. Яртыһы сержанттарға, улар белә. Яртыһы һеҙҙеке. Кис көнө һыйланырһығыҙ, дуҫтар. Майор Захаркинға ҙур рәхмәтемде еткерегеҙ! – тине лә ишек төбөндә торған “Жигули”ға ултырып ҡайтып та китте.
Был кисте 2-се батарея казармаһында, Яңы йыл кисен хәтерләтеп, шампан виноһы еҫе таралды. Тик, ҡаты араҡы ғына эсеп, танауы еҫ тоймаған майор Захаркин ғына бер ни һиҙмәне. Дивизия буйынса дежур майор казарманы тегеләй-былай сыҡты ла, шәп-шәп атлап, дивизион штабына инде. Иҫке сейфты асып, стаканға тултырып һалҡын араҡы ҡойҙо ла ҡомһоҙланып һемерҙе. Ә “коптерка”ла ун ике сержант, элекке курсант Крымовты маҡтап, шым ғына йәй уртаһында “яңы йыл ҡаршыланылар”. Ә өлкән сержант Шмурыгин курсанттарҙың өлөшөнә тейгән шампан виноһын ҡайыш тимерҙәрен ялтырата торған пастаға алышты. Йәш һалдаттар быға бик тә риза булды, сөнки иртәгә батареяны строевой смотр көтә ине.

Йөҙ һумлыҡ сержант

Ғәлим, кесе сержант званиеһы алғас, үҙе хеҙмәт иткән взводта отделение командиры булып ҡалды. Ул, Венгрияға китергә теләп, часть командирына өс тапҡыр рапорт яҙып ҡараһа ла, ебәрмәнеләр. Ғәлим, армиянан ҡайтып, утыҙ йыл үткәс кенә, ниңә Венгрияны үҙ итеүен аңлағандай булды: унда йәшәгән ата-бабалар ҡаны тартҡандыр, ахыры.
Тәжрибәле спортсы ла, техникумда уҡыған белгес тә булған Ғәлимгә командир урынбаҫары, өлкән сержант Фарафонтов, взводтың бөтә эшен йөкмәтте лә ҡуйҙы. Оренбург өлкәһе егете Фарафонтов һиҙҙермәй генә Ғәлимде үҙенә алмашҡа әҙерләй ине.
Әрме тормошон бигерәк тә үзбәктәр үҙ итмәй ине. Йәй булһа – кросс, ҡыш булһа, саңғыла йөрөү – улар өсөн ғазап. Хатта ҡайһылары иртәнсәк кросс алдынан:
– Сержант иптәш! Йоз сом бирәм! Кросс кәрәкмәй! Үләм! – тип ергә лып яталар ине. Күптәре, үҙе белгән ысул менән табандарына һәм үксәләренә кирза итектән сөйәл сығартып, айҙар буйы лазаретта яталар.
Бер көндө, саңғыларҙың алдын артҡа кейгән үзбәктәргә иш итеп, күрәһең, яҙмыш төрлө милләтле взводҡа Саратовтан Алексей Самаринды юлыҡтырҙы. Буйы метр ярымдан саҡ ҡына артығыраҡ 120 килограмлы йәш һалдат саҡ ҡуҙғалып йөрөй. Уның ҡорһағынан май киҫәге салбар ҡайышы аша бүлтәйеп төшкән, ә яңаҡтары, муйынын ҡаплап, яурындарына терәлгән.
Взвод командиры лейтенант Куркин, Ғәлимгә ҡарап:
– Гена, был һинең кеше! Фарафонтов – дед, ул дембелгә йыйына, “физа”нан Самаринды өслөгә бирҙертһәң – һин молодец, ә взвод “отличный” була. Быны эшләмәһәң, бер нәмә лә булмаясаҡ, мин дә өлкән лейтенант була алмайым. Ә был, һинең отпускың булмаясаҡ, тигән һүҙ. Ни эшләргә икәнен уйла! – тине ауыр көрһөнөп. – Был беҙҙең начштабаның этлеге, сөнки ул мине хәрби академияға ебәргеһе килмәй, старлейҙы ла һуңлата.
Самаринды турникка өс һалдат күтәреп “элгәс”, бәүелеп торған был май киҫәген күргән взвод һалдаттарына үзбәктәрҙән дә яҡшы спортсмен тойолмағандыр. Беренсе кростың тәүге йөҙ метрында хәлһеҙ ауған Самаринды күтәреп тиерлек алға барған йәш һалдаттар хәҙер инде шәп булмаһа ла үҙҙәре йүгергән үзбәктәрҙе ҡосаҡлап алырҙай булдылар.
Самарин взводты артҡа һөйрәү генә түгел, бөтөнләй батырғанын күргән кесе сержант Ғәлим һалдаттарҙы яланда стройға теҙҙе лә:
– Һеҙ утыҙ ике һалдат — бөгөн курсант, ә иртәгә бөтә Союзға һәм Кубаға отделение командирҙары булып китәсәк кесе сержанттар. Әгәр ошо май киҫәге Самариндан һалдат яһамаһаҡ, был һеҙгә тик хыял булып ҡына ҡаласаҡ. Һеҙ күп, мин берәү. Самарин дә берәү. Тимәк, мин генә унан һалдат эшләй алмайым. Беҙгә күмәкләп тотонорға кәрәк. Ике һалдат Самаринды ял сәғәттәрендә часть киоскыһына ебәрмәй, йомшаҡ булкалар ашаттырмай! Дүртәүегеҙ, ул ашаған өҫтәлдең дүрт яғына ултырып, уға өҫтәмә аш һалдырмайһығыҙ. Тағы дүрт курсант уның төнөн йәшерен икмәк ашауын ҡарауыллай. Һигеҙ һалдат кросс өсөн яуаплы, дүртәү уны көнөнә илле-алтмыш мәртәбә турникта күтәрелергә өйрәтә. Бөгөн ауырлығы йөҙ егерме кило булһа, өс айҙан етмеш килонан ауыр булмаған ябай һалдат булырға тейеш беҙҙең буласаҡ кесе сержант Алексей Самарин. Бөтәгеҙ ҙә аңланығыҙмы? Йә беҙ отличниктар һәм буласаҡ сержанттар, йә торғаны мәмәйҙәр! Ҡурҡмағыҙ, Самарин ауырыу түгел. Ауырыһа, уны армияға алмаҫтар ине. Ул – әсәһенең берҙән-бер иркә малайы. Ә беҙҙең бурыс – ошо иркә малайҙан һалдат ҡына түгел, командир эшләү! Быны мин беләм дә һеҙ беләһегеҙ!
— Әйҙә, Аллаға тапшырҙыҡ, – тип геүләшеп, Самаринды һөйрәтеп тигәндәй часҡа алып ҡайтып киттеләр.
Ике аҙна үткәс, часҡа Самариндың әсәһе килеп янъял ҡуптарҙы. Сәбәбе – уның яратҡан улы үтә ябыҡҡан, теүәл ун кило юғалтҡан икән. Тимәк, бында уны ашатмайҙар.
Үҙе төҫкә сибәр генә оло йәштәге ҡатын кесе сержант Ғәлим менән күрешеүҙе талап итә ине.
Ғәлим КП-ға килеп кергәс, Самариндың әсәһе уға ташланды ла:
– Ниңә, һин, азиат тоҡомо, минең улымды астан үлтерергә булдың? Ниңә минең улымды харап итәһең? – тип илай ҙа башланы.
– Уны бер мин генә тәрбиәләмәйем. Уны беҙҙең күп милләтле взвод тәрбиәләй. Әгәр ул беҙҙең физкультуранан экзаменын “өслө”гә генә бирһә лә, беҙ отличный взвод булабыҙ. Әгәр ул ошолай тормош алып барһа, беҙгә уңыш булмаясаҡ. Үҙе лә тиҙҙән асматик һәм йөрәк ауырыулы буласаҡ. Һеҙ, әсәй кеше, бер ҡасан да өләсәй була алмаясаҡһығыҙ! Мин, бөтә взвод исеменән һеҙгә Алексейҙан һәйбәт һалдат ҡына түгел, яҡшы командир ҙа әҙерләп бирәбеҙ, тип һүҙ бирә алам, – тине Ғәлим, тыныс ҡына.
Өләсәй була алмаясаҡһығыҙ, тигән һүҙҙән һуң, ҡатын терт итеп ҡалды ла һораша башланы.
– Ул кәрәгенсә йоҡлаймы, ашаймы, кейеме нисек? – тип һорауҙар яуҙырҙы.
– Ана, улығыҙ ике размерға кесе форма кейҙе. Ул бөтәһе кеүек йоҡлай, шулай ашай һәм физик яҡтан шөғөлләнә. Тағы ике айҙан килерһегеҙ, улығыҙҙы таный алмаҫһығыҙ! – тип хушлашты Ғәлим аптырауҙа ҡалған әсә менән.
График менән шөғөлләнгәс, ике айҙан һуң Алексей һикһән килограмға ҡалып, илле икенсе размерлы форма кейҙе, ниһайәт, итектең ҡунысын ҡырҡмай ғына, салбар балаҡтары ла һыйҙы. Майланып ҡайышланған өҫ кейемен йыуып һәм үтекләп кейгәс, Самарин оҙонса кәүҙәле егеткә әүерелде лә китте. Хатта сәстәре лә бөҙрәләнеп китеп, һалдатҡа етдилек һәм олпатлыҡ өҫтәне.
Промежуточный смотрҙа Ғәлимдең взводы батареяла беренсе урынды алды. Быға бик тә шатланған взводный уға ҡарап:
– Гена, миңә оҙаҡламай старший лейтенант погоны киләсәк, әгәр экзамен “отлично”ға бирһәк, мин академияға әҙерләнә башлаясаҡмын, – тип хәбәр ҙә һалды.
Сығарылыш имтихандарын уңышлы биреп курсанттарға кесе сержант званиеһы бирелгәс, уларҙы хәрби частарға оҙатыу башланды.
КП-ла шау-шыу күтәреп, биш ай эсендә кейәүгә сығып, донъя мәшәҡәттәрен инде апаруҡ күргән ханым, Алексей Самариндың әсәһе, Ғәлимде таптыра ине. Инде сержант званиеһы алып өлгөргән Ғәлим, өлкән лейтенант Куркинға был турала хәбәр итте лә, бергәләп КП-ға киттеләр.
Ҙур ғына бүлмәлә ҡупшы ҡатын кесе сержант званиеһы алған Алексей Самаринды, төрлө урынға баҫтырып, фотоға төшөрә ине. Осрашыуҙар бүлмәһенә өлкән лейтенант Куркин менән килеп ингән сержант Ғәлим Байһаринды күргән әсәй кеше, офицерға иҫе лә китмәй, Ғәлимгә ташланды, ҡосаҡлай башланы:
– Сынок, ты из моего сынка-неженки сделал орла-командира! Я его не узнала! Он у меня такой красавец! Я его такого никогда не видела и не знала! Ой, спасибо, тебе!
Ғәлимде яҡларға килгән өлкән лейтенант, телһеҙ ҡалып, ҡатындың ҡыланышын күҙәтте лә, тиҙ генә сығып китте.
Улына тип алып киленгән ике тоҡсай булкалар Алексей тарафынан шунда уҡ КП-лағы һалдаттарға таратылды. Бәхетле әсәнән бигерәк тә нығыраҡ шатланған үгәй атай, ҡулынан “Слава” сәғәтен алып:
– Этот малый рожден дважды! Второй отец – это твой взвод, родной! Спасибо от всех нас! – тип Ғәлимдең ҡулына таҡты.

Ғәзим БАЙРАМОВ.

Автор:
Читайте нас