Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Февраль 2023, 07:10

НИ КӨТӘЛЕР?.. Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Бушамамыш, өлгөрмәмеш – Замандың әҙер яуап.

НИ КӨТӘЛЕР?..  Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНАНИ КӨТӘЛЕР?..  Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
НИ КӨТӘЛЕР?.. Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Бушамамыш, өлгөрмәмеш –
Замандың әҙер яуап.
Һылтанабыҙ, аҡланабыҙ —
Кәрәкмәй инде сауап.
Эш эшләргә бушамайбыҙ –
Хәл белергә юҡ ваҡыт.
Ер шәберәк әйләнәме –
Булмай уны туҡтатып.
Күрше хаҡы – төштән кире,
Интернет һөйләй барын.
Туған хәле лә – шул сама,
Йонсоп тормайбыҙ барып.
Әллә ниндәйерәк заман,
Беҙ ҙә түгел элекке.
Өлгөрмәмеш, бушамамыш –
Бары текә, белемле!
Һағындыра элекке саҡ –
Ябайҙың да ябайы.
Ана, телефон киҫәтә:
“ Абайҙан да абай бул!”

Фото: Бәйләнештә.

Автор:
Читайте нас