Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Март 2023, 16:25

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (2)

– Эйе, аңлаған, һин уға бик яҡшы аңлатҡанһың. Сөмбөл ике аҙна реанимацияла үлем хәлендә ята, ә һин өйләнергә йөрөйһөң...

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (2)ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (2)
ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (2)

Зифа ҠАДИРОВА

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ

ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА

(2)

– Бәрәкалла, әллә һин дә беҙҙең ауылға ҡайтаһыңмы? Билетҡа яҡын барырлыҡ түгел, ҡырмыҫҡа ояһы ҡуҙғалған тиерһең. Туҡта, Байрас, нишләп тораһың бында, кемде эҙләйһең? Әллә һин дә беҙҙең ауыл ҡыҙын эләктерҙеңме?
– Мансур, мин Сөмбөлгә билет алғайным, ни эшләптер күренмәй. Бел мәйһеңме, ҡайтамы икән?
– Слушай, брат, ике аҙна инде юҡҡа сыҡҡанына. Бүлмәләш ҡыҙҙары ла бер ни белмәй. Ағайыңдан һора. Асыуым да килмәгәйе, ни үҙенә, ни кешегә... Мин бит уға ҡайҙан хат килгәнен, ҡайҙа сапҡанын беләм, ә был йүләр сабый уға ышана.
Белмәйем, теге аҙнала ҡайтманы шикелле, клубҡа сыҡманы.
Байрас өндәшмәй генә билетын Мансурға һуҙҙы:
– Мә, улайһа. Һин белеш әле, бер бер хәл булмаһын тағы.
– Ярай, клубҡа сыҡһа, һорашырмын. Билет өсөн рәхмәт.
Байрас өйгә ҡайтып инеүгә, атаһы ҡаршы сыҡты.
– Ә ағайың ҡайҙа?
– Китте.
– Ҡайҙа китте?
– Златоусҡа. Байрамға ҡайтмайым, еңгәң янына барам, тине.
– Ярай, улайһа, өйләнә башлаһағыҙ ҙа ярай. Оҙаҡламай һуғым һуябыҙ, береһен һатырбыҙ, береһенә туй яһарға булыр.
– Яһарһығыҙ, яһарһығыҙ, – тиһә лә: «Бына еңгәнең береһе ҡайҙа юғалды икән? Әллә берәй хәл булдымы?» – тигән уйҙар Байрастың башынан сыҡманы.
Улар киске ашҡа ултырыуға, Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе – Әлфис ҡайтып инде.
Бит тәре ҡыҙарған, танау аҫты ялтырап тора, күҙҙәре ут сәсә. Урамда ҡар яуа, ахырыһы, беренсе ҡар.
– Был ваҡытҡа тиклем ни эшләп йөрөйһөң, маңҡа ҡапсығы? Төн бит, әллә ҡыҙ ҙар оҙата башланың инде? – тип ағаһы үртәй башлағайны, Әлфис ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ағай, ағай, Рәмилдәргә теге һин оҙатҡан ҡунаҡ ҡыҙы тағы ҡайтҡан. – Әл
фис, өҫтөн һала һала, үҙенекен һөйләй башланы. – Рәмил әйтә, теге аҙнала һинең Байрас ағайың беҙгә ҡайтҡан ҡунаҡ ҡыҙын оҙатҡан булған, төндә апайым менән шырыҡ шырыҡ һөйләштеләр, тыңлап яттым, ти. Теге апай әйтә, ти, Байрас ҡапҡаға килтереп терәне, үләм тип торам, ул шундай шәп үбешә, миңә оҡшаны, киләһе аҙнаға тағы ҡайтам, тип әйтте, ти. Ана, ҡайтып та еткән, һине көтөп йөрөй.
Байрас бер генә һикерҙе, тағы әллә ниҙәр ысҡындырмаһын тип, энеһен күҙ асып йомғансы эләктереп, оло яҡҡа кереп юғалды.
– Һин ни һөйләйһең әсәйҙәр алдында, бытбылдыҡ? Иманыңды уҡытам бит.
– Рәмил бит шулай ти.
– Тиһә һуң, һин бит егет кеше. Ундай һүҙҙәрҙе әсәй менән атай алдында һөйләмәйҙәр инде. Алып ҡайтырмын мин һиңә икенсе юлы һағыҙ. Һин дә үҫеп етерһең әле, мин дә һине шулай әсәйҙәр алдында хур итермен.
– Йөрөнөм, ти, кеше ҡапҡаһы төбөндә ҡыҙҙар ауыҙы ялап, – тине лә ағаһы эләк тергәнсе Әлфис сығып та йүгерҙе.
– Ну, малай, эләктерһәмме?!
Байрас әсәләре янына башҡа сығып торманы, тиҙ тиҙ генә кейенде лә клубҡа сығып тайҙы. Юл буйы «сыбыҡһыҙ радио» тип энеһенә асыуланып барҙы.
Әсәһе менән атаһы тауышһыҙ ғына, күҙ йәштәре сыҡҡансы көлдөләр. Атаһы төпсөк улына ипләп кенә:
– Улым, улай ярамай, ундай әйберҙәрҙе ҡолаҡҡа ғына әйтәләр, һин бит ир кеше, башҡа улай итмә, йәме, – тип аңлатты.
– Ярар, әйтмәм, былай ҙа муйынды һындыра яҙҙы, – тип Әлфис тағы көлөргә
то тондо, уға атаһы менән әсәһе лә ҡушылды.
– Нимәнән көләһең, улым?
– Иртәгә Рәмил тағы һөйләр әле, классно, – тине лә, һүҙен әйтеп бөтөрмәй,
ауы ҙын япты. – Башҡа бер ни әйтмәйем, ашайым да ятам, иртәгә ҡар күп итеп
яуһа, тау шыуырға барабыҙ.
Атаһы төпсөгөнә ҡарап йылмайҙы, бына кемгә рәхәт ул донъяла: Әлфис менән Мыраубикәгә.
Байрас клубҡа килеп ингәндә, йәштәр йыйылған, клуб шығырым тулы ине.
«Бөгөн дә ҡыҙҙар оҙата барһам, иртәгә тағы ниндәй һүҙҙәр ишетермен икән», –
тип башҡа егеттәр янына мөйөшкә баҫып, ҡунаҡ ҡыҙҙарын күҙләй башланы.
Егеттәр менән күрешкән арала янына класташы Римма килеп баҫты. Ул йыраҡ ҡына туған да.
– Һаумы, Байрас, ҡунаҡ ҡыҙҙарын күҙләйһеңме?
– Миңә кем дә ярай, күңелем киң, – тип көлдө Байрас.
Римма уға һоҡланып ҡараны, был аҫыл егет күптәрҙең башын әйләндерә, нишләптер яратып йөрөгән кешеһе генә юҡ.
– Ағайың нишләптер бер ҙә күренмәй, уның менән ныҡлап һөйләшәһе һүҙем бар. Клубҡа ла сыҡмай, әллә ҡайтмаймы?
– Өйләнергә йыйына, бик кәрәкле һүҙ булһа, үҙемә генә һөйлә.
– Кемгә өйләнә, теге Байрамғол ҡыҙынамы? Ул бит шуның менән йөрөй.
– Юҡ, ул түгел. Златоуста уның ҡыҙы. Әле лә уның янына китте.
Был яуапты ишеткәс, Римма ғәжәпләнеп Байрасҡа ҡараны.
– Ниңә миңә улай ҡарайһың? Ҡурҡма, мин өйләнмәйем әле.
– Ә Сөмбөл нисек?
– Белмәйем, уныһы әллә ҡайҙа китеп юғалған, ти, ағайым үҙе лә белмәй.
Римма бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Әйҙә, урамға сығайыҡ әле, бында кеше күп, һөйләшеп булмаҫ, – тип Байрасты урамға тартты.

– Беләһеңме, Байрас, мин бөгөн клубҡа ағайың менән һөйләшер өсөн генә сыҡтым, эштәр былай булғас, һиңә һөйләйем инде. Һин бит минең ҡайҙа эшләгәнде беләһең, өҫтәүенә, реанимация бүлегендә лә эшләйем; унан, беҙ бит, йыраҡ булһа ла, туғандар. Булат ағай үҙ кеше тигәндәй... Ҡыҫҡаһы шул: ағайыңа әйт, Сөмбөл беҙҙә ике аҙна инде ауыр хәлдә ята, тәүге өс көндә бөтөн ләй аңһыҙ булды. Команан сыға алмаҫ, үлер, тигән инек, команан сыҡты, ләкин бер кем менән һөйләшмәй, бер нөктәгә ҡарап тик ята. Ике аҙна бер яҡҡа ла үҙгәреш юҡ.
– Туҡта, ни һөйләйһең һин, ни булған уға? Бер ни ҙә аңламайым. Ҡайҙа?
Нишләгән?
– Белмәйем, беҙгә уны аңһыҙ, температураһы ҡырҡ килеш килтерҙеләр. Әллә урам да бик оҙаҡ йөрөгән, әллә йығылып ятҡан, уныһын белмәйем, бик ҡаты һал ҡын тейгән. Врачтар, нимәнәндер бик ҡаты тетрәнеү кисергән, организмы көрәшә алмай, ти. Хәҙер ул төшөнкөлөккә бирелгән.
Римма, башҡаһын әйтергәме юҡмы, тип бер аҙ уйланып торҙо, ни булһа шул булыр, үҙ ҡылғандары өсөн үҙҙәре яуап бирһендәр тигәндәй, һүҙен дауам итте:
– Иң насары шул: ул ауырлы, әгәр үлә ҡалһа, бер юлы ике ғүмер киҫеләсәк.
Ағайың өйләнгәнсе уйлаһын. Был гонаһ менән нисек йәшәр, ул бит уны бер йыл ҡурсаҡ урынына етәкләп йөрөнө, ана хәҙер барып ҡараһын, танырмы икән?..
Өй ләнә икән, өйләнһен, ер йотар үҙен, ҡәбәхәт йән. Бына шул... – Римма ҡырт ҡына боролдо ла, клубҡа инеп тормайынса, ҡайтып китте.
Байрастың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, ишеткәндәрен рәткә һалып аңларға тырышты. Башҡа һыймаҫ хәл был: ағаһы Сөмбөлдө харап иткән!
Ул, үҙ уйҙарына сумып, урам уртаһында бер аҙ баҫып торғас, әкрен генә ҡайтыу яғына атланы.
Урамда ҡар яуа, ҡыш етә. Ҡар бөртөктәре йәш егеттең битенә ҡуна ла иреп ағып төшә, әллә ҡар, әллә күҙ йәштәре... Һыҡрап һыҡрап йөрәге ауыртты. Уның әле быға тиклем ҡыҙҙар өсөн йөрәге әрнегәне юҡ ине: үпте, ҡосто – елгә осто.
Бына хәҙер әллә ни булды.
Өйҙәренә ҡайтты. Әкрен генә инеп ятты, күҙҙәренә йоҡо инмәне. Таң алдынан ғына серем итеп алды. Ул уянғанда, яҡты ине инде. Байрам көн булғас, айырым эш тә юҡ. Ул, тороп сәй эскәс, ауылдың икенсе осона, Риммаларға, китте. Римманы урамға саҡырып сығарҙы:
– Сөмбөл янына нисек инергә була? Мин уның фамилияһын да белмәйем. Уға ни мәләр алып барырға мөмкин?
Римма уға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.
– Ә һинең ни ҡатнашың бар? Ағайың килһен, уның йөрөгән ҡыҙы бит.
– Ағайым бер нәмә лә белмәй. Уның ҡасан ҡайтаһы ла билдәһеҙ. Мин бөгөн китәм, янына кереп сығырмын.
– Унда сит кешеләрҙе индермәйҙәр. Мин бөгөн ун икеләге автобус менән китәм, теләһәң, бергә инербеҙ.
– Ярай, улайһа. Нимәләр алайым, нимә ашай?
– Ул бер нәмә лә ашамай, үҙең ҡара.
Байрас ашығып өйҙәренә ҡайтты ла:
– Әсәй, ҡаймаҡ, бал, ҡайын еләге вареньеһы әҙерлә әле. Мин ун икеләге автобус менән китәм, – тине.
– Бәй, балам, иртәгә ял бит.
– Эштәрем бар, бәлки, кис әйләнеп ҡайтырмын да.
...Римма Байрасҡа халат, башмаҡ кейҙереп, уны үҙе менән больницаға алып
инде, постҡа еткәс, дежур шәфҡәт туташына өндәште:
– Һаумыһығыҙ, Валя апай? Хәлдәрегеҙ нисек? Беҙ туғыҙынсы палатаға инеп
сыҡмаҡсы инек.
– Ә, теге ҡыҙ янынамы? – тине шәфҡәт туташы, Байрасты баштан аяҡ күҙҙән кисереп. – Инегеҙ, бәлки, әле йоҡламайҙыр.
Улар ингән палатала ниндәйҙер ҡурҡыныс бер тынлыҡ хөкөм һөрә, бер генә карауатта кеше ята ине.
– Ана, – тине Римма, ымлап.
Байрас әкрен генә ауырыу ятҡан койка янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Ише теү – бер, үҙ күҙҙәрең менән күреү – икенсе...
Сөмбөл әле йоҡламаған, тын ғына ҡарап ята. Уның ҡараштары бер ни аңлатмай, элек ут сәсеп торған күҙҙәрендә бушлыҡ, гүйә, улар – һүнгән ике ҡара күмер. Ирендәре сатнап ярылған, йөҙө көл төҫөнә ингән, үҙе иҫ киткес ябыҡ, ҡулдары уколдан тишелеп, күгәреп бөткән. Байрастың күҙҙәренә йәш тулды, әйтер һүҙ тапманы, телһеҙ ҡалды.
– Сөмбөл, Сөмбөл, ни булды һиңә? Ни эшләп был хәлгә ҡалдың? Әй, Хоҙайым, үҙең ҡотҡар, уның ни ғәйебе бар? – Байрастың йөрәге әрнене, тик ҡысҡырып
бер һүҙ әйтә алманы.
Сөмбөл әкрен генә күҙҙәрен йомдо, бер һүҙ өндәшмәне. Үҙенең моңһоу күҙҙәрен оҙон ҡара керпектәре аҫтына йәшерҙе. Ҡара ҡыйғас ҡаштары һиҙелер һиҙелмәҫ кенә тибрәлеп ҡуйҙы. Ике аҙнаға беренсе тапҡыр бер тамсы күҙ йәше бәреп сыҡты.
Байрас күпме ултырһа ла, ҡыҙ күҙен башҡа асманы. Дарыу үҙенекен итте – ул йоҡоға китте. Римма, эйелеп, уның ирененә ниндәйҙер дарыуҙы һөрттө, күҙендәге йәш тамсыһын күреп:
– Һине таныған бит, ә, бәлки, Булат тип уйлағандыр, ана, беренсе тапҡыр күҙ йәше сыҡты. Әгәр илаһа, йөрәге бушар, был халәтенән сығыр ине. Илай алмай, йөрәге ҡатҡан, ә уға иларға, эсен бушатырға кәрәк, шунһыҙ еңеллек килмәйәсәк, – тине.
Байрас ҡыйыр ҡыймаҫ ҡына Сөмбөлдөң ҡулын һыйпаны:

– Мин иртәгә тағы киләм. Беҙ һөйләшербеҙ. Һин терелерһең, теләһәң, мин һәр ваҡыт яныңда булырмын, тик терел генә. Римма, мин иртәгә иртән килһәм яраймы?
– Кил, иртәгә мин дежурҙа.
Байрас үҙ бүлмәһенә ҡайтып ятты. Бөгөн күргән хәлдәр уны тетрәндерҙе.

Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтһа ла, егеттәр менән һуғышҡаны булһа ла, ул йән тетрәткес ысынбарлыҡ менән беренсе тапҡыр осрашты. Тормоштоң бындай мәрхәмәтһеҙ яҡтары ла бар икән шул.
Икенсе көндө Байрас сәғәт унда больницала ине инде. Римма уны ҡаршы сығып алды.
– Әйҙә, унда Сөмбөлдө ҡараусы әбей ҙә килде. Һин уның менән таныш, ул Сөмбөлдө, терелеп сыҡһа, үҙенә алып ҡайтмаҡсы.
Егет, палатаға ингәс, бер мәлгә юғалып ҡалды. Унан, үҙен ҡулға алып:
– Һаумыһығыҙ, мин Байрас – Сөмбөлдөң дуҫы, – тине.
– Бик яҡшы, мин бик шатмын. Уҙығыҙ, бына бында ултырығыҙ. Минең сығып инәһем бар, – тип юҡты бар итеп, Вера коридорға сығып китте. Кисә Римма
Бай растың килеүен һөйләгәс, ҡарсыҡ быға бик һөйөнгәйне.
– Сөмбөл, – тине Байрас, ҡыҙ янына сүгәләп. Йомшаҡ ҡына итеп ябыҡ бармаҡ тарына ҡағылды. – Урамда матур итеп ҡар яуа, күргең киләме? Әйҙә, күтәреп тәҙрә янына алып барам. Капельницалағы дарыу тамып бөтһөн дә, мин һиңә урамды күрһәтермен. Һин асыуланма, Сөмбөл, беҙ бит һинең больницала икәнеңде белмәнек. «Үпкәләп сығып китте, бүлмәһенә лә ҡайтмай», – ти һине ағайым. Һинең бында икәнеңде ул белмәй. Бөгөн үк һинең янға килеп етер. Һин терел генә, һин терелгәс, барыһын да хәл итербеҙ, баш бөтөрлөк бер нәмә лә юҡ.
Сөмбөлдөң күҙҙәренә йәш тулды, ҡуйы ике ҡаш бергә килеп ҡушылды, оҙон керпектәр йәш тамсыларын күтәреп тора алманы, йәштәре йылға булып аға башланы.
Байрас Сөмбөлдөң һалҡын ҡулдарын устарына алып ҡыҫты:
– Ила, ила, эсең бушағансы ила, үҙеңә еңел булып ҡалыр, – тине, шунан Сөмбөлдө одеялы менән төрөп күтәреп, тәҙрә янына алып килде. – Ана, ҡара, тыш
та ҡар яуа, оҙаҡламай ҡыш етер, унан һуң – Яңы йыл.
Сөмбөл, йәш балалай үкһей үкһей, тәҙрәгә ҡараны, тышта күҙ яуын алырлыҡ аҡлыҡ. Ул бик оҙаҡ иланы. Байрас уны туҡтатманы, уның битенән, сәстәренән үпте, ирендәре менән уның күҙ йәштәрен сүпләне. Ул ҡыҙҙы әкрен генә урынына килтереп һалды.
– Барыһы ла яҡшы буласаҡ, ышан миңә.
Сөмбөл үкһей үкһей йоҡоға китте.
Байрас, больницанан сыҡҡас та, инде килгәндер тип, туп тура ағаһы торған дөйөм ятаҡҡа китте. Улар ишектән икеһе бер ваҡытта килеп инде.
– О, Байрас, сәләм! Байрам менән! Һин ни эшләп иртә килдең әле, әллә ҡунаҡ ҡыҙҙары ҡайтманымы?
Ағаһының кәйефе бик шәп күренә, ҡыҙғаныс, боҙорға тура киләсәк.
– Нисек унда, еңгә урынындамы? Эштәр бештеме?
– Барыһы ла шәп. Ағайыңды ҡотлай алаһың. Яңы йылға өйләнәм, шулай һөйләштек, ул риза. Ҡайтып, атайҙар менән һөйләшергә лә киләһе аҙнаға яусы ебәрергә иҫәп.
– Ашыҡма әле, ағай. Аңлайым, һин бөгөн бик бәхетле, тик мин һине ҡотлай алмайым. Миңә шуны аңлат: һин Сөмбөлдөң ауырлы икәнен белдеңме?
– Һуң, белдеңме, тип, беләм, шул турала һөйләшкәс сығып юғалды бит инде.
– Ә һин уға нимә тинең?
– Нимә тим, башҡаны яратам, ул бала миңә кәрәкмәй, мин һиңә өйләнмәйем, тинем. Аңлағандыр.
– Эйе, аңлаған, һин уға бик яҡшы аңлатҡанһың. Сөмбөл ике аҙна реанимацияла үлем хәлендә ята, ә һин өйләнергә йөрөйһөң... Һин бит, ағай, һәр ваҡыт аҡыл менән уйлай инең, шундай проблемаларың була тороп, уның ҡайҙа юғалғанын да белмәйенсә, нисек өйләнергә йыйындың? Һин уның менән аҙна буйы айы рылмай инең, бер кемде яҡын ебәрмәнең, ҡоҙғон кеүек, янынан китмәнең.
Йә нәшәңдә шундай матур ҡурсаҡ кеүек ҡыҙ булғанға бик ғорурлана инең. Ана хәҙер барып ҡара: тыуасаҡ балаң менән икәүләп үлем хәлендә ята. Кәрәкмәгәс, яратмағас, ниңә ҡағылдың уға? Ул бит үҙе лә сабый ғына.
Байрас, барыһын әйтеп бөтөрҙөм, тигәндәй, башын тотоп урындыҡҡа килеп ултырҙы. Ағаһы, йәшен һуҡҡан кеүек, ҡатып тик торҙо, аҙаҡтан, көскә телгә килеп:
– Ни булған уға, кешесә аңлат, мин бер ни аңламайым, – тип ҡыҙғаныс тауыш менән һорап ҡуйҙы.
– Аңларһың, ана, больницаға барып ҡара, унан уға ни булғанын мин һинән һорармын. Римма янына бар, бөгөн дежурҙа ул, һиңә барыһын аңлатыр.
...Булат, уңайһыҙланып ҡына, нимәләр яҙып ултырған Римма янына килеп баҫты.
– Һаумы, Римма. Байрас мине һинең яныңа ебәрҙе...
Римма, таныш тауыш ишетеп, башын күтәрҙе. Уның ҡаршыһында ҡаушаған, аптыраған ҡиәфәттә Булат баҫып тора ине.
– Һаумы, Булат ағай. Байрас ебәрмәһә, килмәҫ инеңме? Һине бит, өйләнергә киткән, тинеләр.
– Эйе, Яңы йыл тирәһенә тигән инек тә, – тине Булат, тотлоға яҙып. – Ҡайҙа ята ул, уны күрергә буламы?
– Әйҙә, алып инәм, тик уята күрмә, йоҡлаһын.
Булат карауат янына килеп баҫты. Ул Сөмбөлдө бындай хәлдә күрермен тип уйына ла килтермәгәйне. Римма уның хәлен аңланы, ахырыһы, янына ултырғыс ҡуйҙы:
– Ултыр, йығылып китмә тағы, – тине әкрен генә. – Бигерәк ебегән инде был ир заты. Күр, таныйһыңмы? Ә бит улар икәү, икеһе лә шундай хәлдә.
Сөмбөл былай һыныр тип кем уйлаған? Булат уны ҡара ҡарлуғасҡа тиңләй ине. Сөнки Сөмбөл һәр ваҡыт сыр сыр килеп, юҡтан да ҡыҙыҡ табып көлөргә тора. Ул һәр ерҙә үҙенең сая, йор теле менән юҡ бар һөйләп, кешеләрҙең кәйефен күтәрә, ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнай, уның янында һәр кемгә рәхәт, күңелле. Уның кеүек шылтыратып көлә белгән кеше осратҡаны булманы, ул бөтә кешене үҙ ауыҙына ҡаратып тота ине. Булат ҡайһы саҡта иҫе китеп, онотолоп уны күҙәтә: Сөмбөл үҙенең баҡса балаларынан әллә ни айырылмай ҙа кеүек.
Ләкин ни өсөн тап уның янына йөрөүен Булат үҙе лә аңлата алмаҫ ине. Эштән ҡайтыуға, аяҡтары үҙенән үҙе ҡыҙ торған бүлмәгә илтте. Кистәрен уны бишенсе ҡатҡа тиклем күтәреп алып менә лә, баҫҡыста таңға тиклем донъяларын онотоп үбешәләр. Ҡыҙҙың ирендәре шундай татлы, уларҙан айырылғыһы килмәй.
Иртәнге яҡта ғына ҡыҙҙы бүлмәһенә оҙатып төшөп китә. Былар барыһы ла ваҡытлыса, ваҡыт уҙҙырыр өсөн, тип үҙ үҙен тынысландырырға тырыша. Уның
Фәриҙәһе бар, уға шундай ҡатын ғына кәрәк. Бына, исмаһам, ул тиң дә, пар ҙа...
Быға тиклем шулай уйланы, былай булыр тип башына ла килтермәне.
Сөмбөлдөң алһыу йөҙө, ҡара ҡаштары, оҙон керпектәре, ул яратҡан сейә ирендәр хәҙер башҡа... Көл төҫөнә ингән йөҙ, моңһоу күҙҙәре, ирендәре әҙ генә ҡыймылдаһа, ярғыланған яраларҙан ҡан һарҡыр кеүек. Күмәс кеүек йомшаҡ булмам ҡулдар тире менән һөйәккә ҡалған, энә ҡаҙаған ерҙәр күгәргән. Булаттың башы әйләнә, күңеле болғана башланы. Ул әкрен генә тороп коридорға сыҡты, һалҡын диуарға һөйәлде. Йөҙө ағарҙы, ҡулдары ҡалтыранды, боғаҙына ниҙер ултырҙы, һауа етмәй башланы, күлдәк иҙеүен ысҡындырҙы. Уның хәлен күреп, Римма урынынан һикереп торҙо:
– Булат ағай, ни булды һиңә? Кил, ултыр бында, – тип уны кушеткаға ултыртты.
– Һауа етмәй, әллә ни булды, – тине Булат, ике ҡулы менән башын ҡыҫып тотоп.
Римма стакан менән һыу һондо.
– Мә, эс, тыныслан. Ҡан баҫымың күтәрелгәндер, хәҙер дарыу бирәм.
– Римма, әйт әле, ул тереләсәкме? Ул үлмәйәсәк бит, дөрөҫөн әйт, – тип егет ял барыулы күҙҙәре менән Риммаға текәлде.
– Белмәйем, ике аҙна инде бер ниндәй үҙгәреш юҡ. Үҙең күрәһең, хәле шәптән түгел, ул һинең ярҙамыңа мохтаж. Яңғыҙы ғына еңә алмаясаҡ, һин өйләнергә ашыҡмаһаң ине...
Улар өндәшмәй оҙаҡ ултырҙы.
– Бар, ҡайт инде, Булат ағай. Иртәгә килерһең, уянғас, һөйләшеп ҡарарһың, йыуатырһың. Уның бер кем менән һөйләшкәне юҡ, телһеҙ кеше кеүек, бер нөктәгә ҡарап тик ята, бәлки, һиңә берәй һүҙ әйтер. Һин уны хәҙер ташлама инде, был мәрхәмәтһеҙлек бит.
Икенсе көндө эшкә икенсе сменаға булғанға, Булат иртәнге яҡта, бар көсөн ус төбөнә ҡыҫып, Сөмбөл янына килде. Ҡыҙ тыныс ҡына бер нөктәгә ҡарап ята ине.
– Һаумы, Сөмбөл, хәлең нисек? – тине. Тауышы ҡалтырап, әллә нисек килеп сыҡты. – Мин кисә лә килгәйнем, һин йоҡлай инең, бөгөн бына, эшкә икенсе сменаға булғас, иртән килдем. Һиңә нимә алып киләйем? Нимә ашағың килә?
Әйт, ситенһенмә. Сөмбөл, мин бит бер ни ҙә белмәнем, белһәм, әллә ҡасан килер инем. Һин миңә үпкәләмә, йәме. Һин терелгәс, һәйбәтләп ултырып һөй лә шербеҙ, һин бит аҡыллы ҡыҙ, барыһын да аңлашырбыҙ, тиҙерәк терел генә. Сөмбөл, бер ни өндәшмәй, бер нөктәгә текәлеп ятыуын белде. Йәнһеҙ бер кешегә оҡшаһа ла, ул үҙ уйҙары, үҙ донъяһы эсендә ҡайнаны. «Ниңә килгән, уның йәмһеҙ, теткеләнгән күлдәк кеүек таушалған йөҙөн, йәнен күрергәме? Һау, сибәр сағында ла яратмағанды, хәҙер бөтөнләй яратмайҙыр. Ике йөҙлө, ярат
майым, башҡаны яратам, тине. Ә үҙе уны кистәр буйы иркәләй, наҙлай торғайны. Ҡарлуғасым, ирендәрең бигерәк татлы, тип һурып үбә үбә, аҡылдан шаш
тыраһың һин мине, айырылып булмай һинән, тиер ине. Булат, етер инде, ирен
дәрем шешеп, бәлештәй ҡабарҙы, иртәгә эшкә нисек барырмын, тигәс кенә туҡтай. Ул бит уны бар егеттәрҙән өҫтөн ҡуйҙы: эсмәй, тартмай, аҡыллы, уның бер генә етешмәгән яғы ла юҡ кеүек. Үҙ атаһы эскенән үлгәнлектән, Сөмбөл эсмәгән кешеләрҙе Алла урынына күрә ине. Ул Булатҡа иң ышаныслы, иң яҡын кешеһенә ҡарағандай ҡараны, ул уға шул тиклем ышанды, яратты. Ул ҡағылыуға, тәндәре семерҙәп китә, баштары әйләнә башлай. Шундай егеттең уның менән йөрөүенә ғорурланды. Уның янында үҙен бәләкәй бала кеүек хис итә, күбәләктәй оса, бәхетенән башы әйләнә, гел көлгөһө, йырлағыһы килә ине. Ошо бәхет бер кистә селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Сөмбөлдөң:
– Кит, башҡа килмә, ҡарама миңә. Һинең өсөн мин юҡ инде. Һин башҡаныҡы, яҡын килмә! – тип ҡысҡырғыһы килде. Ирендәре, шытырҙап, бер береһенә йә беште, күңеле өҙгөләнде, йәне әрнене, тик тауышы ғына сыҡманы. Ата һының иҫән саҡта яратып йырлай торған йыры бар ине: «Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә, тапай
тапай үҙем күмермен». Шул йыр ҡолағында яңғыраны ла яң ғы раны. Сөмбөл күҙҙәрен йомдо. Әллә йоҡоға китеүе булды, әллә ауыр уйҙар уйлап аҡылдан
яҙмаһын тип, уны был ғазаптарҙан ҡотҡарғыһы килеп, Хоҙай ярҙамға килде:
әллә ниндәй өйөрмә уны үҙе менән өйрөлтөп алып китте. Ҡыҙ күңелендә ниндәй ҙер еңеллек тойҙо, болотҡа ултырып, тирбәлә тирбәлә ҡайҙалыр осто ла осто. Әллә ниндәй көстәр уны матур яланға, шишмә буйына алып килде. Сылтырап аҡҡан шишмәнән ҡомһоҙланып һыу эсте. Шишмә һыуы уның янған йөрәген, йән әрнеүен баҫты. Һыуҙың икенсе ярынан, уға ҡарап, ап аҡтан кейенгән аҡ һаҡаллы бер бабай йылмая ине. Ул йыраҡтан килгән тауыш менән Сөмбөлгә өндәште:
– Эс, ҡыҙым, эс. Һин оҙаҡламай терелерһең. Һинең бәхетең алда әле. Оҙаҡламай улың тыуыр, мөхәббәтең яныңда. Һин бирешмә, сабыр бул. Ә хәҙер бар, өйөңә ҡайт, һине унда көтәләр.
Сөмбөл уянғанда, бөтә ер ҡараңғылыҡҡа сумған, янында бер кем дә юҡ ине.
Ул үҙендә ниндәйҙер көс барлыҡҡа килеүен тойҙо, ҡуҙғалып ҡараны. Кинәт уның бик ныҡ ашағыһы килде. Күргән төшөн иҫенә төшөрҙө. Ниндәй матур ялан, ниндәй тәмле һыу... Ә бабай, бабай нимә тине? Йә, Хоҙай, ул бит, улың тыуа саҡ, тине. Сөмбөл әкрен генә эсен һыйпап ҡараны. Эсе бер аҙ беленә башлаған. Уның ашағыһы киләлер, эйе, беҙ асыҡтыҡ, ахыры, улым.
Сөмбөлдөң күҙенә йоҡо инмәне, төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Иртән иртүк Верочка килеп етте. Ғәҙәттәгесә, керә керешләй йылмайып:
– Ҡояшым, хәлең нисек, нисек йоҡланың? – тип һораны. – Тышта һалҡын, тиҙҙән ҡыш килә, һин сығыуға, ысын ҡыш буласаҡ.
– Верочка, минең бик ашағым килә, икмәк булһа ла бир әле.
Ике аҙна буйы телһеҙ ятҡан Сөмбөлдөң телгә килеүе, ашарға һорауы Верочканы һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Мөғжизә, мөғжизә бит: үҙе һөйләшә, үҙе ашарға һорай! – тип бот сапты. –
Хәҙер, ҡояшым, хәҙер, – тип ишеккә йүгерҙе, унан ҡырт боролоп кире килде. –
Һөйөнө стән башым эшләмәй. Мин бит һиңә һурпа алып килдем, әйҙә, икмәкләп аша.
Верочка уны мендәргә һөйәп ултыртып, һурпа бирҙе. Сөмбөл, тырыша тырыша, бер телем икмәк менән бер кәсә һурпа эсте.
Иртәнге сәғәт унда палатаға Булат килеп инде, улар бөгөн күҙгә күҙ осрашты.
Ве рочка, ҡамасауларға теләмәйенсә, коридорға сығып китте. Сөмбөл бөгөн күҙҙәрен ҡуйы керпектәре аҫтына йәшермәне. Булаттың «Һаумы» тигәненә керпек ҡаҡты.
– Хәлең нисек? Мин һиңә алмалар алып килдем, тағы нимә алып киләйем, һин әйт кенә. Сөмбөл, бөтә көсөн йыйып, үҙенең ҡарарын әйтергә уйланы. Ул үҙе өсөн һөҙөмтә сығарғайны.
– Булат, башҡа минең яныма килеп йөрөмә, кәрәкмәй. Йәлләмә мине. Нисек тә үҙем йырып сығырмын. Бар кит, минең барлығымды онот.
Булат ҡыҙҙан бындай һүҙҙәр көтмәгәйне, ни әйтергә лә белмәне. Сөмбөл илар, асыуланыр, үпкәләр, шулай нисек тә яйланыр әле, тип уйлағайны. Ә ул бит әрләмәне, әрләһә, Булатҡа еңелерәк тә булыр ине. Сөмбөлдөң көйҙөргөс ҡарашы күҙ алдынан китмәне. Ҡыҙ, кинәт балалығын юғалтып, олоғайғайны. Булат һалҡын урамға сыҡты, әкрен генә дөйөм ятаҡҡа табан атланы, ҡайҙалыр йыраҡта йыр яңғыраны:

Саналар ҡуҙғалып киттеләр,
Йөрәкте өҙҙөрөп үттеләр.
Тағы бер текәлеп ҡарайымсы,
Рәсемеңде күңелемә һалайымсы.


* * *

Сөмбөл әкренләп булһа ла терелә башланы. Әсәһе килеп йөрөнө, Верочка көн дә янында булды. Аҙна башында, сумка күтәреп, Байрас килеп инде. Үҙен шаян, көр күңелле итеп тоторға тырышты. Ул, Сөмбөл янына ағайым йөрөйҙөр, икәүләп йөрөһәк, килешмәҫ, тип быға тиклем килмәгәйне. Был ялда, ауылға ҡайтҡас, ағаһы менән һөйләште. Ағаһының больницаға башҡа барып йөрөмәүен ишеткәс:
– Улайһа, Сөмбөл янына үҙем барам, миңә ярайҙыр бит? Минең уның алдында бер ғәйебем дә юҡ, – тине. Сөмбөл сабыр ғына йылмая, Байрас менән һөйләшә башланы. Булат тураһында бер һүҙ ҙә ҡуҙғатманылар. Байрас Верочка менән дә уртаҡ тел тапты, кис менән икеһе бергә ҡайтып киттеләр.
– Әйҙә, сәй эсеп сығырһың, һин эштән ҡайтып ашамағанһыңдыр, – тип бер көндө Верочка Байрасты өйөнә саҡырҙы.
Верочка бер бүлмәле бәләкәй генә фатирҙа йәшәй икән. Бүлмәһе бик бөхтә йыйыштырылған, һәр әйбер зауыҡ менән эшләнгән, һәр нәмә үҙ урынында. Хужа бикә егетте бик тәмле аш, сәй менән һыйланы. Көтмәгәндә һорап ҡуйҙы:
– Әйт әле, үҫкәнем, ағайың менән Сөмбөл тураһында һин ни уйлайһың?
– Ни әйтергә лә белмәйем, үҙем дә аптырайым. Ағай Яңы йылда өйләнергә йыйына ине. Сөмбөлгә түгел, башҡаға. Хәҙер ул да нишләргә белмәй. Сөмбөл бит уға килеп йөрөмәҫкә ҡушҡан.
– Эйе шул, мин ғәрип түгел, миңә уның йәлләүе кәрәкмәй, ти. Беләһеңме, ул бит әсәһенән ҡурҡа, бала тураһында ла белһә, өйҙән ҡыуып сығарыр, бала менән ҡайҙа барырмын, тип бик ҡайғыра. Больницанан сыҡҡас, балаһын алдырмағайы, уға хәҙер аборт яһатырға ла һуң. Әсәһе, берәй әбейгә алып барып,берәй нәмә яһатһа, унан башҡа балаһы булмаһа? Бына шуларҙы уйлайымда ҡурҡам. Минең дә балам булманы, берҙе юғалттым, башҡаны Хоҙай насип итмәне. Хәҙер, бына, япа яңғыҙмын. Бала тапмай торған ҡатын бер иргә лә кә
рәкмәй. Мин Сөмбөл өсөн бик ҡайғырам, әле уның ауыр көндәре алда, ауылда бит ирһеҙ бала тапҡан ҡатынға бөтөнләй икенсе ҡараш.
Былар тураһында Байрас үҙе лә уйлай. Ағаһы ла уйлайҙыр, уға ла хәҙер бик ауырҙыр. Был аҙнала Фәриҙәгә яусы ебәрергә тейеш ине, ул хаҡта һүҙ ҙә ҡуҙғатманы, яусы ла ебәрмәне.
Сөмбөлдөң больницаға ингәненә бер ай булды. Ял көндө әсәһе килгәс:
– Әсәй, өйгә ҡайтҡым, мунса ингем килә. Һин мине алып сыҡ бынан, – тип үтенде.
Әсәһе лә:
– Ярай, балам, табип сығарһа, иртәгә күрше ағайың менән һөйләшәм дә, машина менән килеп алырбыҙ. Бик оҙаҡ яттың шул, балам, бәлки, өйҙә тиҙерәкте релерһең. Битеңдә ҡан әҫәре юҡ, өйҙә яҡшыраҡ булыр, – тип шатланып, ҡыҙыменән ризалашты. Бер аҙҙан табип менән һөйләшеп тә килде:
– Сығарам, ләкин бер аҙнанан ҡабат күренергә килергә тейеш, тине табибың.
Ярай, ҡыҙым, һин әҙерләнә тор, иртәгә килеп алам, – тип әсәһе ҡайтып китте.
Киске яҡҡа Вера әбей килде.
– Верочка, иртәгә мин өйгә ҡайтам, әсәйем килеп ала. Шундай туйҙым бында ятыуҙан! Верочка, әйҙә, һин дә беҙгә ҡайт, мунса инеп, ҡунаҡ булып китерһең.
Һин хәҙер миңә апайым кеүек яҡын. Һин бит мине ташламаҫһың, эйеме, – тип Сөмбөл уны ҡосаҡлап үпте. – Мин һиңә шул тиклем күнектем, һинән башҡа ниш ләрмен инде?

Верочка ла Сөмбөлгә бик эйәләште, уны үҙ балаһылай яратты. Уның бит башҡа бер кеме юҡ. Ҡыҙҙың алдағы яҙмышы билдәһеҙ шул, әсәһе, туғандары бала тураһында белһә, ни тиерҙәр?
– Юҡ, ҡояшым, мин һине үлгәнсе ташламайым. Терелгәс, эшкә сығаһың бар. Бына һиңә адресымды бирәм, тура үҙемә кил. Бала тураһында әсәйеңә әйттеңме әллә?
– Юҡ. Әгәр әсәйем белһә, мине үлтерәсәк. Верочка, был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ҡурҡам.

Дауамы бармы.

Автор:
Читайте нас