

* * *
Сөмбөл менән Әлфис ҡалаға барып кейенеп ҡайттылар. Сөмбөл үҙенә бик матур, оҙон итәкле, сейә төҫөндәге бер костюм, өйҙә кейергә килешле генә күл дәк
алды. Әлфискә лә күлдәк менән салбар, ботинка алдылар, бөҙрәханаға инеп, матур итеп сәсен киҫтерҙеләр.
Өйгә ҡайтҡас, Байрас үҙҙәрен:
– Сөмбөл, ҡоҙағый иртәгә кискә һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Унда кисә бик йыраҡ тан ҡунаҡтар ҡайтты, улар янына ҡунаҡ йыя, – тип шатландырҙы.
– Байрас, әйҙә, мин һиңә аш бүлеп бирәм, – тип Сөмбөл аш йылытырға баҡсаға сығып китте. – Ниндәй ҡунаҡтар ҡайтты, һөйлә әле. Һин ашығаһыңмы? Ҡу
лың төҙәләме?
Байрас, ашауын онотоп, Сөмбөлдө күҙәтте. Уның шулай балаларса һөйөнөүен, һандуғас кеүек һайрауын ярата ине ул.
– Нисек төҙәлмәһен, һин ҡағылған ерҙә гөлдәр үҫә бит.
– Әллә тағы бер бармаҡ үҫтеме? – тип шаяртты Сөмбөл. – Шулай ҙа, ҡайҙа, ҡарайым әле, – тип уның ҡулына үрелде. – Ярай, ысынлап та, төҙәлеп килә, тик әҙ
генә асыҡ ере бар, ялҡынһынып та тора. Иртәрәк һалғанһың бәйләүесеңде, яраңа бысраҡ ингән, тағы шешәсәк бит. Хәҙер таҙартып бәйләйем,– тип өйгә инеп
китте.
Дарыулы тартмаһын күтәреп сыҡты, яраны таҙартып, яңынан таҙа бинт менән бәйләп ҡуйҙы.
– Һиңә шәфҡәт туташына уҡырға кәрәк, Сөмбөл. Һиңә был эш бик килешер ине.
– Уҡырға инермен тигән инем дә, бына бит нисек килеп сыҡты. Хәҙер инде бала менән бер ҡайҙа ла уҡый алмаясаҡмын. Барыһы ла хыялда ғына ҡалды.
Уҡыу ҙа, аҡ туй күлдәге лә, аҡ атҡа атланған принц егет тә... Булатты күрҙем дә барыһын оноттом... Йә, ярай, булған – бөткән, уйлағым килмәй, уйлаһам, йәшәгем килмәй.
– Сөмбөл, юҡҡа ҡайғырма әле, бер яйы сығыр. Мин китәйем, иртәгә әсәйеңдә осрашырбыҙ.
Сөмбөл дә, осрашырбыҙ, тип йылмайып оҙатып ҡалды.
Икенсе көндө, кейенеп яһанып, күстәнәстәр алып, Сөмбөлдәр ауылына – Байрамғолға ҡунаҡҡа киттеләр. Улар килгәндә, ҡунаҡтар йыйылышҡан, өй эсе шау гөр килеп тора ине.
Сания апай, уларҙың килгәнен күреп, йүгерә атлай ҡаршы алырға сыҡты.
– Эй, ҡыҙым, эй, ейәнем, – тип ҡайһыһын беренсе ҡосаҡларға белмәне.
Өйҙәге ҡу наҡтар ҙа уларҙы ҡаршы алырға сыҡты. Араларында бик сибәр, сәсенә аҡ ҡырау төшкән, шулай ҙа егеттәр кеүек төп төҙ кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, Сөмбөлгә таныш түгел бер ир күренде. Ул, башын ҡырын һалып, яңы килгән ҡунаҡтар ҙы күҙәтә ине.
Әсәһе:
– Ҡыҙым, таныш бул, был – Әнүәр ағайың, беҙ уның менән ике туған булабыҙ.
Бик йыраҡтан ҡайтты, – тип әсәһе Сөмбөлдө таныштырҙы.
– Һаумы, Сөмбөл һеңлем. Ҡайҙа үҫкән бындай сибәр ҡара ҡарлуғас?
– Һаумыһығыҙ, – тине Сөмбөл оялып ҡына, – ошонда үҫтем.
– Һин беҙҙең яҡ, Урта Азия ҡыҙҙарына оҡшағанһың.
– Әйҙә, ҡыҙым, әбейеңдең ағаһы – Ибраһим бабайың да ҡайтҡан, инеп күреш, – тип әсәһе өйгә алып инеп китте.
Барыһы йыйылышып, табын артына ултырҙылар, таныштылар. Өҫтәл яны гөр килеп торҙо, бер аҙ ҡыҙып алғас, ағаһы һыҙҙырып гармун уйнап ебәрҙе.
Сөмбөл уға ҡушылып йырланы:
Һағынғанда аҡ болотҡа ҡара,
Аҡ болоттар булып мин ағам.
Шыбыр+шыбыр ямғыр яуа, тимә,
Күҙ йәштәре булып мин тамам...
Эштән яңы ғына ҡайтып ингән Байрас, кем шулай матур йырлай икән тип, түр яҡҡа үрелеп ҡараны. Ҡара сәстәрен матур итеп өйөп ҡуйған, сейә төҫөндәге матур костюмын кейгән Сөмбөлдөң йырлағанын күргәс, таң ҡалды. Йәш ҡатындың тауышы йөрәккә үтеп инә, күңелдәрҙе айҡап сыға ине. Уны ҡабат ҡабат йырлаттылар. Шәфҡәт ағай менән Гөлфиә апай Сөмбөлдөң йырлауын беренсе тапҡыр ишетә. Бына ниндәй һандуғас йәшәй икән уларҙың өйөндә!
Ә Сөмбөл йырланы ла йырланы. Байтаҡ йырлағас, ярай, етер, тип, аш өйөнә сығышлай, Байрасҡа килеп төртөлдө.
– Бәй, ни эшләп тораһың? Ин, ултыр, аша эс, ҡунаҡ бул, – тип йылмайҙы.
– Йырлауыңды тыңланым, – тине Байрас, уның күҙҙәренә ҡараны. – Иҫ киткес!
...Ҡунаҡтар таң алдында ғына таралышты. Шәфҡәт ағайҙар ҙа ҡайтырға йыйынды.
– Килен, һинән, ейәнемдән башҡа өйҙөң йәме булмаҫ, һин бик оҙаҡламаҫһың инде. Берәй аҙнанан үҙем килеп алырмын.
Сөмбөлгә бында эш күп, шулай ҙа әсәһе янында иркен һуланы. Әнүәр ағаһы менән бик тиҙ уртаҡ тел таптылар, кистәрен һыу буйына төшөп ул тыр ғы ла
нылар, йәш айырмалары байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, һөйләшер һүҙҙәре лә табылды.
Инде аҙна үтеп бара, Сөмбөл әле һаман үҙ хәлен бер яҡҡа ла яйлай алмай йөрөй. Аптырағас, ҡунаҡ ағаһы менән һөйләшеп ҡарарға уйланы. Китергә ике көн
ҡалғас, Сөмбөл, бер үтенесем бар, тип, Әнүәр ағаһын һыу буйына саҡырҙы. Баланы алып, һыу буйына төшөп ултырҙылар.
– Әнүәр ағай, мин бик сетерекле хәлдә ҡалдым бит, һеҙҙән башҡа бер кемгә һөйләй алмайым, бәлки, аңларһығыҙ. Миңә һеҙҙең кәңәшегеҙ, ярҙамығыҙ кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бөтөнләйгә ҡайттым, ләкин әлегә был хаҡта берәү ҙә: әсәйем дә, ҡайнымдар ҙа белмәй.
– Сөмбөл, үҫкәнем, бик һәйбәт йәшәйҙәр, бик яҡшы ғаиләгә тура килде, тигәйне бит әсәйең.
– Булаттың ата әсәһе лә, туғандары ла бик яҡшы кешеләр, мин уларҙы бик
хөр мәт итәм. Әнүәр ағай, мин һиңә дөрөҫөн һөйләйем. – Сөмбөл башынан уҙғандарҙы теҙеп бирҙе. – Мин китмәйенсә, Булат үҙенең яратҡан ҡыҙына өй
ләнә алмай, ә мин уның юлында кәртә булырға теләмәйем. Беҙҙе бала ла бәйләй алманы. Үҙ ара һөйләшмәйбеҙ, бергә йоҡламайбыҙ. Миңә бик ауыр, мин үҙемде уның муйынына көсләп тағылған таш кеүек хис итәм, уның да минән тиҙерәк ҡотолғоһо килә шикелле. Яратмаған кеше менән бер түбә аҫтында ғына түгел, бер ҡалала йәшәү ҙә ҡыйын, тиҙәр. Бына шундай хәлдәр, ағай... Әгәр мөмкин булһа, улым менән мине бынан алып кит. Айырылып ҡайтһам, мине әсәйем аңлмаясаҡ...
– Бына нисек икән. Һин балаңдың атаһынан башҡа йәшәй алырһыңмы һуң?
Үҙ үҙеңдән ҡасып булмай бит, әллә ҡайҙарға китһәң дә, хистәрҙе ҡалдырып булмай, – тип Әнүәр ағай Сөмбөлдө ҡосаҡлап алды.
– Ағай, нишләргә һуң миңә, ғүмер буйы шулай йәшәргәме?
– Юҡ, улай тимәйем. Мин риза, теләһәң, беҙҙең менән китә алаһың, ләкин ҡасып түгел, барыһы менән аңлашып, хушлашып китергә кәрәк.
– «Бала бәләкәй» тигән һылтау менән ҡайным ебәрмәҫ тип ҡурҡам. Ағай, ҡатының ҡаршы килмәҫме, беҙҙе ҡабул итерме?
– Беҙ еңгәң менән икәү генә йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ булманы. Икебеҙ ҙә хирург булып эшләйбеҙ. Һеҙҙе генә ҡарарға мөмкинлегебеҙ бар. Улайһа, йыйын,
әсә йеңә үҙең аңлат. Кәрәк урында үҙем булышырмын. Ҡайғырма, Сөмбөл үҫкәнем, һине бына тигән кешегә кейәүгә бирермен. Әйҙә, үкенһендәр һине һөймәгәндәр, – тип йылмайҙы ағаһы. – Документтарыңды әҙерлә. Беҙ йылы яҡта йәшәйбеҙ, күп әйбер алырға түгел. Беҙгә килгәс, кәрәк әйберҙәреңде алырбыҙ. Ике көндән китәбеҙ, әҙер булып тор.
– Рәхмәт, ағай, һин мине был ғазаптан ҡотҡараһың. Мин ғүмергә һинең алда бурыслы.
– Рәхмәт әйтергә ашыҡма, һағынып иламаһаң әле.
– Нисек тә түҙермен. Эшләрмен, мин бер эштән дә ҡурҡмайым.
– Һөнәрең бармы һуң һинең?
– Юҡ шул, ағай. Медицина училищеһына инергә уйлағайным, тормош былайға әйләнгәс, оноторға тура килде.
– Ҡайғырма, уҡытырбыҙ.
Сөмбөлдөң күҙҙәре ялтыраны, һөйөнөсө эсенә һыйманы: «Бөгөн кис әсәйемә барыһын аңлатам, унан Байрас менән һөйләшермен».
Киске яҡта, көтмәгәндә, бик борсоулы йөҙ менән ҡайныһы килеп инде.
– Килен, һине алырға килдем, ҡәйнәң, йығылып, аяғын һындырҙы, өйҙә кеше юҡ. Асыуланма инде, ҡыҙым, ул һауыҡҡас, тағы килтереп ҡуйырмын.
Сөмбөлдөң башына күҫәк менән һуҡҡандай булды. Әсәһе лә:
– Йыйын, балам, ҡоҙағыйым харап булған бит. Бар, ҡыҙым, йыйын, – тип ашыҡтырҙы.
Иларҙай булып, Сөмбөл ағаһына ҡараны. Ағаһы, уның юғалып ҡалғанын
күреп:
– Әйҙә, әйберҙәреңде йыйырға булышам, – тип Сөмбөлдө үҙе менән икенсе бүлмәгә алып инде. – Һеңлем, мин һиңә адресымды ҡалдырам. Ҡасан киләһеңде әйтеп хат яҙырһың. Оло кешеләрҙе ауыр саҡта ташлап китеү килешмәй, берәй айҙан шәбәйер, килерһең. Мин һиңә беҙгә нисек килергә икәнде яҙып ҡалдырырмын. Сәмәрҡәндҡә ҡайтҡас, хат яҙырмын, аҡса һалырмын.
– Ағай, хатыңды бында яҙма. Әсәйем белһә, ебәрмәйәсәк. Бына ошо адресҡа яҙырһың, – тип Сөмбөл тиҙ генә Верочканың адресын бирҙе.
Тағы китә алманы ул. Яҙмыш уны, нишләптер, Арыҫлановтар ғаиләһенән сығарып ебәрергә ашыҡманы. Инде өсөнсө ҡат яҙмыш уны яңынан был ғаиләгә ҡайтарҙы. Был юлы Сөмбөл иламаны, бәргеләнмәне, ул үҙен бында ярҙамға килгән итеп кенә тойҙо. Ҡәйнәһен ауыр хәлендә ташлап китеү намыҫһыҙлыҡ булыр ине, улар бит үҙҙәре Сөмбөлдө ауыр саҡта ташламанылар.
Көҙ ҙә етте, ә көҙҙөң – үҙ мәшәҡәттәре. Бер ай үтһә лә, Гөлфиә апай әле ҡултыҡ таяҡтары менән генә йөрөй. Бындай хәлдә ауыл ерендә бер ниндәй эш эшләп булмай.
Булат менән Байрас ҡайтып, картуфты ҡаҙып алды, баҙға төшөрҙө. Сөмбөл менән Әлфис көҙгө сәскәләрҙең һуғандарын киптереп, картуф янына урынлаштырҙы. «Яҙға быларҙы кире ултыртырһың»,– тип Сөмбөл Әлфискә яҡшылап аңлатты. Көҙгө алмаларҙы, Әлфис күрмәгәндә ҡағыҙға төрөп, баҙға төшөрөп
ҡуйҙы. Сөмбөл киткәс, уға күстәнәс булыр. Алма тултырған оло бер тартманы айырым бер мөйөшкә йәшерҙе. Алма өҫтөнә бик матур күлдәк ҡуйҙы. Ул уны
ҡалаға һуңғы барыуында Әлфискә тип алғайны. «Был йылы күлдәк, солтаным, һине мин киткәс йылытыр. Һин беҙҙе бик юҡһынырһың инде», – тип уйланы.
Әлфистең Яңы йыл байрамынан һуң тыуған көнө, тартма өҫтөнә ҡотлау ҡағыҙы ҡуйҙы.
Ул һәр көнөн был йорт менән хушлашыуға бағышланы, һәр әйбер матур, иҫкә алырлыҡ булһын, тип тырышты. Ҡәйнәһен ололап хөрмәтләп ҡараны, өҫ
кейемен һәр ваҡыт алыштырып, йыуып торҙо, мунса индерҙе. Әлфисте дәрес әҙерләргә, яуаплылыҡҡа өйрәтте.
– Бына Азамат мәктәпкә барғас, һинең ағайың «икеле» ҡапсығы, тип көлөрҙәр. Ул ҡайтып, миңә булыш әле, тиһә, «белмәйем» тиерһеңме? Үҙеңә лә оят бу
лыр. Тырышып, «бишле»гә генә уҡы! Ҡыҙҙар күп белеүсе егеттәрҙе ярата, – тип өгөтләне.
Һүҙҙәренең файҙаһы теймәй ҡалманы. Әлфис, мәктәптән ҡайтҡас, Азаматҡа ҡысҡырып китап уҡыны. Азамат үҫте, ул инде ултыра башланы. Әлфистең күлдәген тартҡылай, ҡысҡырып көлә. Ялға ҡайтҡан сағында Булат Азаматты ҡулынан да төшөрмәне. Бала уны үҙ итеп, биттәрен, танауын тешләп, еүешләп бө төрә.
Сөмбөл һуңғы ваҡытта барыһы менән уйнап көлөп һөйләште. Булат менән үҙен тыныс тотто, нимә булһа ла һораһа, күҙенә ҡарап асыҡтан асыҡ яуап бирҙе.
Байрас уны аҫтан ғына күҙәтте. Сөмбөлдөң кинәт үҙгәреүен нисек аңларға: ул
үҙ хәле менән ризалашты, тиер ине, ағаһы менән аралары шул килеш ҡалды. Байрас Сөмбөлдөң ниҙер уйлап йөрөүен һиҙҙе, ләкин аңлап ҡына бөтөрә ал ма ны.
«Ҡалаға барып ҡайтайым әле»,– тип Сөмбөл бер көндө үҙе генә ҡалаға китте.
Верочка өйөндә уны ағаһынан хат көтә ине. Сөмбөл һөйөнөсөнән әбейҙе ҡосаҡлап үпте. Верочка аптырап ҡалды.
– Ниндәй шатлығың бар? Кемдән хат килде?
– Верочка йәнем, мин йыраҡҡа китәм. Һиңә хат яҙып торормон, тик, адресыңды бер кемгә бирмәйем, ҡайҙалығыңды берәүгә лә әйтмәйем, тип һүҙ бир.
– Ярай, ҡояшым, ярай. Ләкин һин хат яҙ, яңғыҙ ҡарт әбейеңде онотма. Минең бит бер яҡын кешем дә юҡ!
Сөмбөл баҙарҙан улына комбинезон, салбар, күлдәктәр алды. Шатлығын эсенә йотоп, ауылға ҡайтты. Бөгөн ул өйҙәгеләрҙе тәмле алма бәлеше менән һыйларға уйланы. Ауыҙ эсенән көйләй көйләй, аш һыу әҙерләне. Өҫтәл ур та һындағы астраларҙы ла ситкә алманы, шуның тирә яғына барыһына ла ҙур ҙур бәлеш киҫәктәре ҡуйҙы. Табын шундай мул, матур, күңелле һәм барыһы ла бәхетле
кеүек ине.
Ҡәйнәһе тиҙерәк терелһен тип, хәленән килгәндең барыһын да эшләне: кисен дарыуҙар менән уның аяҡтарын ыуҙы, йылы һыуҙа тотто. Был өйҙән нисек тә көҙгө һыуыҡтар башланғансы китергә ашыҡты.
Гөлфиә апай ике ай тигәндә ныҡлап йөрөп китте. Сөмбөлдөң дә был йортҡа аяҡ баҫыуына бер йыл тулды, ауыр булһа ла, көндәр, йылдар уҙа икән.
– Әсәй, ноябрь байрамына Азамат менән әсәйем янына ҡайтып киләйем әле?
– Ярар, ҡыҙым, баҡса эштәре бөттө, инде өй эштәрен үҙем дә ҡарармын.
Ҡунаҡ булып кил, Байрас илтеп ҡуйыр, – тип ҡәйнәһе ҡаршы килмәне.
Байрамға Байрас ҡайтты, Булат ҡайтманы. Сөмбөл, тағы Фәриҙәһе янына киткәндер. Һуңғы тапҡыр күрә лә алманым үҙен, тип кәйефһеҙләнһә лә, һис кемгә белгертмәне.
Сөмбөл барлыҡ әйберҙәрен алдан йыйып әҙерләгәйне. Өйҙәгеләргә һиҙҙермәй генә, кеше күрмәҫ элек тип, машинаға бер сумка әйберен сығарып ҡуй ҙы.
Бер ни булмағандай, барыһы менән хушлашып, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, Азамат менән машинаға инеп ултырҙы.
– Бер аҙнанан да оҙағыраҡ тормағыҙ, ҡыҙым. Һеҙһеҙ өйҙә күңелһеҙ, ейәнемдең тауышынан башҡа өй буш. Ярай, иҫән һау барып етегеҙ, ҡоҙағыйға күп итеп сәләм әйтегеҙ, – тип ҡайныһы менән ҡәйнәһе ҡул болғап оҙатып ҡалды.
Сөмбөл йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөрттө, Байрас көҙгөнән күрмәһен тип, улын алдына баҫтырып, битен уның артына йәшерҙе.
Байрас ашыҡманы, елдермәне, ошо мәлдән рәхәт табып, Сөмбөлдө үҙ ҡатыны, Азаматты үҙ балаһы итеп күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы. Әгәр шулай булһа, улар, аҙна һайын тейәлешеп, ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа барырҙар ине... Уға ошо бәләкәй генә Сөмбөл кәрәк. Уның наҙлы ҡарашы, шылтыратып көлөүе, һу рып үбер өсөн яратылған матур ирендәре кәрәк, ул шуларҙың барыһын аҙна буйы һағынып йәшәй, аҙна аҙағында һөйөнә һөйөнә ауылына ҡайта...
– Шундай матур башҡайыңды ниндәй уйҙар баҫты, Сөмбөл? – тип йылмайҙы Байрас.
– Ул баш ҡасан да булһа бер уйлар өсөн бирелгән бит инде, – тине Сөмбөл, йылмайып. – Һин бөгөн бик матур күлдәк кейгәнһең, үҙең дә бик сибәр. Һин ба
ры һынан да сибәр. Ҡара әле, һин киткәс, беҙҙең ауыл ҡыҙҙары нисек йәшәрҙәр инде, меҫкенкәйҙәр.
– Улай мине бик сибәргә һанағас, ни эшләп һин ғашиҡ түгел миңә? – тине
Байрас һаҡ ҡына.
– Алла һаҡлаһын, Байрас, мин бер янып үлгәндән ҡалдым, икенсеһен күтәрә алмам. Минең башҡа бер ҡасан да ғашиҡ булғым килмәй, ул йән әрнеүҙәремде һис онота алмам, мин быны дошманыма ла теләмәйем. Мин бына был бәләкәй егетте генә яратырмын, уны бер кем менән бүлешәһем юҡ, ул минеке генә, ә мин уныҡы.
«Яраһына ҡағылмайым, тағы бер аҙ көтәйем. Хәҙер һүҙ башлаһам, ҡурҡытырмын ғына. Был юлы ағай менән асыҡтан асыҡ һөйләшергә кәрәк», – тип уйланы Байрас.
Уларҙы күреп, Сөмбөлдөң әсәһе һөйөнөп туя алманы:
– Кейәү ни эшләп килмәне? – тип былай ҙа яралы йөрәккә тоҙ һалды.
Байрас кис һуңлап ҡына ҡайтырға йыйынды, Сөмбөл уны оҙата сыҡты.
– Ҡасан килеп алайым, Сөмбөл?
– Кәрәкмәй, килмә, ваҡыты еткәс, мин үҙем ҡайтырмын. Барыһы өсөн рәхмәт, әлдә һин бар беҙҙе ҡайғыртырға. – Сөмбөл моңһоу ғына йылмайҙы.
Байрас, машинаһына инеп ултырғас, кире ишеген асты. Сөмбөл уны күреп:
– Нимә булды, Байрас? – тип һораны.
– Һиңә бер һүҙ әйткем килгән ине, – тине егет, матур күҙҙәре менән тултырып ҡарап.
Булат тураһында берәй нәмә әйтергә теләйҙер, тип Сөмбөл ҡурҡып ҡалды.
– Кәрәкмәй, әйтмә, мин бер нәмә лә белергә теләмәйем.
Ул, Байрастың күҙҙәренә ҡарап, эстән генә һаубуллашты, эйелеп, ирене менән әкрен генә уның битенә ҡағылды.
– Һау бул, Байрас, иҫән һау ҡайтып ет, – тип бышылданы ла ишекте япты, унан, артына ла боролоп ҡарамайынса, өйгә инеп китте.
Байрас байтаҡ ваҡыт ҡуҙғалып китә алмайынса ултырҙы. Сөмбөл ирене менән ҡағылған битен һыйпаны, уның йөҙөн күҙ алдына килтерҙе.
– Их, Сөмбөл, нимә эшләгәнеңде үҙең дә белмәйһең! Ағай ҡаршы килмәһә, мин һине бер кемгә лә бирмәйәсәкмен.
Байрамдар үткәс, Булат менән Байрас бергә ҡайтты. Ғүмере булмағанды, үҙ ара һөйләшер һүҙ тапманылар. Байрас бер нисә тапҡыр Сөмбөл тураһында һүҙ
баш ларға талпынһа ла, ҡыйыулығы етмәне. Уның ағаһына ҡаршы сыҡҡаны, уның менән телләшкәне булманы.
Улар өйгә ҡайтып ингәндә, атаһы менән әсәһе, Әлфис өсәүләп кино ҡарайҙар ине. Өйҙәге тынлыҡ сәйер тойолдо. Байрас әсәһенә һораулы ҡараш ташланы:
– Әсәй, Сөмбөл ҡайтманымы әллә? Ул бит, үҙем ҡайтырмын, килеп йөрөмә, тине.
– Ире килеп алғанды көтәлер, – тине атаһы, Булатҡа ҡарамайынса ғына.
– Мин уның әсәһенә киткәнен белмәнем бит, – тип ағаһы Байрасҡа ҡараны.
– Киләһе аҙнала ҡайтыр, ҡайтмаһа, барып алырһығыҙ. Бала менән был һыуыҡ та юлда йөрөмәҫ, ҡоҙағый ҙа ебәрмәгәндер, килеп алырҙар, тигәндер. Әҙерәк ял итһен, мин аяҡһыҙ ултырғанда, эш бик күп булды. Йәш кенә булһа ла, бөтә эштең яйын белә, еренә еткереп эшләй. Һин, улым, ул бер эш рәте белмәй, тигәс, ҡурҡып ҡалған инем, белә, улым, барыһын да белә. Һин уны яратмағанға ғына юҡтан ғәйеп эҙләйһең, ул бик уңған, бик сабыр бала. Һинең һирәк ҡайтыуыңдың сәбәбен дә һиҙенә, ахыры. Башҡа берәү булһа, тауыш ҡуптарыр, илар ине, ә ул бер күҙ йәше күрһәтмәне. Уға ҡарап минең илағым килә, ирле килеш ир һеҙ бит ул.
– Сөмбөл өйҙә юҡта әйтеп ҡалайым, – тип Шәфҡәт ағай ҙа һүҙгә ҡушылды. – Һин, улым, баланы йәтим итеп, шул йәш ҡатынды илатып, үҙең бәхетле йә шәрмен тимә, кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөмәйҙәр. Юҡ артынан сапмайһыңмы икән, ай һай, үкенерһең, һуң булыр.
Булат өндәшмәй генә, башын аҫҡа эйеп тик ултырҙы.
– Улым, ҡайһы ерен яратмайһың һуң? Нишләргә уйлайһың? Аңлатып бир әле, Сөмбөл өҫтөнә икенсе килен алып ҡайта алмайһың, нисек итеп беҙ һиңә туй яһайыҡ, ти?!
– Белмәйем. Мин Фәриҙәне яратам. Беҙ инде икенсе тапҡыр, Яңы йылға, тип һөйләшәбеҙ, тағы күпме кисектергә була? Мин уның ата әсәһе менән таныштым, Яңы йылға өйләнешәбеҙ, тип Фәриҙәгә һүҙ бирҙем.
– Шуны онотма, улым: Азамат – минең беренсе ейәнем. Һеҙҙең тағы әллә нисә балағыҙ тыуһа ла, ул һәр ваҡыт минең баш ейәнем булып ҡаласаҡ.
– Мин Яңы йылға өйләнәм, – тине Булат ҡабат, атаһының һүҙен бүлеп. – Киләһе ҡайтыуында Сөмбөл менән һөйләшермен, әсәләренә ҡайтып торор, балаға ярҙам итермен, ташламам.
Икенсе аҙна уртаһы ла етте, Сөмбөл ҡайтманы. Гөлфиә апай, ҡайтыуҙарын күрмәй ҡалмайым тип, тәҙрә янынан китмәне. Шәфҡәт ағай, кәрәкһә кәрәкмәһә лә, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып ултырғылай башланы, мәсет янынан да ураштырҙы, оло урамды күҙәтте. Ни тиклем көтһәләр ҙә, Сөмбөл менән ейәне күренмәне. Бер көндө эскәмйәлә ултырған Шәфҡәт ағайға почтальон хат тоттороп китте. «Беҙгә хат яҙыр кеше лә юҡ бит, бар туғандар ҙа бында йәшәй, кемдән булыр икән?» – тип аптырап, өйгә инде.
– Әсәһе, ҡара әле, кемдәндер хат килгән, кире адресы юҡ.
– Малайҙарғалыр инде, беҙгә кем яҙһын?
– Миңә тиелгән бит бына.
– Асып уҡы, улайһа. Әле Байрасҡа ғына ҡыҙҙар яҙа ине, хәҙер һиңә лә яҙа башлағандармы? – тип шаяртты Гөлфиә апай.
Шәфҡәт ағайҙың, ниҙер тойоп, йөрәге жыу итте, ҡурҡып Гөлфиәһенә ҡараны, ул да тынһыҙ ҡалған ине.
«Хөрмәтле атай+әсәй!
Һеҙ был хатты алғанда, мин инде бик йыраҡта булырмын. Һуңғы китеүемдә мин һеҙҙе ысын күңелемдән ҡосаҡлап үптем һәм һаубуллаштым. Китәм, тиһәм, ебәрмәҫ инегеҙ. Әйтмәй киткән өсөн рәнйемәгеҙ, башҡа һеҙҙә ҡалыуҙың мәғәнәһе юҡ, тип уйланым. Атай, «көт!» тинең, көттөм, тағы алты ай көттөм, күреүегеҙсә, беҙҙе бала ла бәйләй алманы. Булат өйләнһен, мин уға бәхет кенә теләйем, киләсәктә үкенмәҫ, тип ышанғы килә.
Байрас, һиңә рәхмәтем бик ҙур. Һин һәр ваҡыт ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙың, нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙың. Мин һиңә тормошоңда мөхәббәттең олоһон, юлдаштың иң яҡшыһын теләйем.
Әлфис, солтаным минең, һинһеҙ нисек йәшәгән булыр инем, белмәйем. Һиңә бер үтенесем бар: беҙҙең серле мөйөштө бер кемгә лә бирмә, ул һәр ваҡыт беҙҙеке
булып ҡалһын. Минең киткәнемде белгәс, иларһың, үпкәләрһең. Үҫеп еткәс, барыһын да аңларһың. Бәлки, һиңә беҙҙең батшалыҡта үҙ бәхетеңде ҡорорға насип булыр.
Атай, үҙемдең ҡасан ҡайтырымды әлегә белмәйем. Күпме йылдар үтһә лә, тыуған яҡтарға ҡайтҡас, һеҙгә һис шикһеҙ килермен. Минең өсөн борсолмағыҙ,
мин юғалмам, ейәнегеҙҙе лә юғалтмам. Ул үҙенең Арыҫлановтар нәҫеленән икәнен белеп үҫер.
Әсәй, хөрмәтем ҙур һиңә. Әгәр тормош былай булмаһа, түремдән дә төшөрмәҫ инем. Килендәрең һине минән дә нығыраҡ яратһын, хөрмәт күрһәтһен.
Ултыртҡан сәскәләрем һеҙгә минән яҡты иҫтәлек булһын.
Атай-әсәй, беҙҙе көтмәгеҙ, эҙләмәгеҙ, беҙ бик йыраҡтарға киттек. Һеҙгә килтергән ғазап+борсоуҙарыбыҙ өсөн кисерегеҙ. Беҙҙе хәйер-фатихағыҙҙан ташламағыҙ. Үтер йылдар, онотолор үпкәләр, төҙәлер яралар, яҡын туғандар кеүек бер осрашырбыҙ. Барлыҡ яҡшылыҡтарығыҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә.
Шәфҡәт ағайҙың ҡулдары ҡалтыраны, тамағына төйөр ултырҙы, һуңғы һүҙҙәрҙе уҡып бөтөрөргә тауышы етмәне. Гөлфиә апай, кинәт башына һуҡҡандай, телһеҙ ҡалды, алъяпҡысы менән ауыҙын ҡаплап, ҡысҡырып илап ебәреүҙән үҙен көскә тыйып ҡалды, күҙ йәштәре үҙҙәренән үҙҙәре яңаҡ буйлап ағып төштө. Ҡатыны менән төпсөк улы алдында күҙ йәшен күрһәтеүҙән оялып, ир ке шеурамға уҡ сығып китте, йөрәген әрнетеп нимәлер ҡыҫты, тыны етмәне, көс хәл менән тамағына ултырған төйөрҙө йотто, күҙҙәренән йәш тамды – илле йәшлек ирҙең үҙенең көсһөҙлөгөнән илауы ине. Ул бит ҡасан булһа был көндөң етеүен белде, тик шулай тиҙ килер тип кенә көтмәгәйне.
Тышта һалҡын. Беренсе ҡар яуа. Күңелдә – йән өшөткөс бушлыҡ.
Гөлфиә апай буш бишеккә килеп ҡапланды ла үкһеп илап ебәрҙе, баянан бирле тыйып торған күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
– Балаҡайҙарым, күҙ нурҙарым, ҡайҙарға киттегеҙ икән? – тип баланың бәләкәй генә мендәренә башын һалып, бик оҙаҡ иланы.
Ун йәшлек Әлфис, ни булғанын аңларға тырышып, өҫтәлдәге хатты ҡат ҡат уҡыны. Кем киткән, ҡайҙан киткән? Ниңә әсәһе шулай өҙгөләнеп илай? Апаһы әсәһенә ҡунаҡҡа ғына китте бит. Әлфис хатты ҡабат уҡыны, ундағы һүҙҙәргә ышан ғыһы килмәне. Нисек инде апаһы уны ташлап китһен? Азаматты кем ҡарар? Әлфис, аптырап, үҙ бүлмәһенә инде. Апаһының элгестә эленеп торған аҡ яғалы халатын үҙ янына һуҙып һалды. Ҡайтыр апаһы, әсәһендә тағы бер аҙ ҡунаҡ булыр ҙа ҡайтыр, ҡайтмаһа, ялда Байрас ағайым менән барып алырбыҙ,
тип уйланы бала. Тынысланып, янындағы халатты ҡосаҡлап йоҡлап китте.
* * *
Сөмбөл әсәһендә ике төн ҡунды ла, илай илай, ике хат яҙҙы. Хаттың береһе – әсәһенә, икенсеһе Арыҫлановтарға ине:
«Ҡәҙерле әсәйем!
Мин йыраҡ юлға йыйындым. Һиңә әйтер һүҙҙәрем бик күп. Өндәшһәм, хәҙер тороп ултырыр инең, тыңлар инең, ләкин мине аңламаҫһың, тип уйлайым. Мин
һинең асыуланыуыңдан, илауыңдан, күҙ йәштәреңдән ҡурҡам. Мин һәр ваҡыт һине ҡайғы-борсоуға һалыуҙан ҡурҡтым, шуға һин күп нәмәне белмәнең, ми нең
ғазаптарымды күрмәнең. Мин яңылыштым, әсәйем. Мөхәббәттең ниндәй ғазаптарға һалыуын белмәнем. Ҡыҙ бала мөхәббәт тураһында хыяллана, үҫеп
еткәс, шуны эҙләп китә. Ҡыҙҙар ғүмерен юҡҡа ғына сәскә менән тиңләмәйҙәр.
Әгәр мөхәббәттең шундай мәрхәмәтһеҙ, ҡанһыҙ икәнен белгән булһам, уны ситләтеп уҙыр инем. Әсәйем, йәнемде йолҡоп алдылар, ҡанатымды ҡайырып һындырҙылар, яраларым бик ауырта. Һиңә һөйләргә, күҙ йәштәреңде күрергә көсөм ҡалманы, әсәйем. Көндөҙ көләм, төндә илайым, бала хаҡына йәшәргә көс бир, тип Хоҙайға ялбарам.
Әсәйем, кисер мине, ышанысыңды аҡлай алманым. Бәлки, әле хаталарҙы төҙәтергә һуң түгелдер, өмөтөңдө генә өҙмә. Һин мине эҙләмә, Булаттарға ла барма, уның ата-әсәһенең бер ғәйебе юҡ. Улар бик яҡшы кешеләр, һин уларға рәнйемә.
Мине башҡа берәү ҙә яндыра, рәнйетә, мөхәббәт тип алдай алмаҫ. Мин дөр ләп янып бөттөм, йәшлек мөхәббәтемдең көлө генә ҡалды, ахырыһы. Һау бул, әсә +
йем, зинһар, рәнйеп ҡалма.
Ташлама, әсәй, ташлама
Мине изге доғаңдан.
Ташлаһаң изге доғаңдан,
Мин бәхетле була алмам.
Һине яратып, ҡыҙың Сөмбөл. Сөмбөл икенсе көндө иртән, ҡалаға барып ҡайтам тип, өйҙән сығып китте. Ул күңеленән әсәһе менән һаубуллашты, илағыһы килһә лә түҙҙе, күҙ йәшен күрһәтмәне. Сумкаһына бала кейемдәрен генә һалды ла йыраҡ юлға ҡуҙғалды.
* * *
Булат менән Байрас аҙна аҙағына ялға ҡайтты. Юлда уны быны һөйләштеләр.
Ҡайтып еткәндә Булат:
– Байрас, мин бөгөн Сөмбөл менән һөйләшәм, әгәр китәм тиһә, әсәһенә илтеп ҡуйырһың инде, – тине, ауыр һулап.
– Ә минең уны ебәргем килмәһә, мин уға өйләнергә теләйем, тиһәм, ни әйтерһең?
– Ҡуй инде, энем, һиңә ҡыҙҙар бөткәнме? Икебеҙгә бер ҡатын булмай бит инде.
– Булмаһа – булыр. Ул бит һинең ҡатының булманы. Сөмбөл әгәр миңә кейәүгә сығырға риза булһа, уны бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен.
– Риза булмаясаҡ, ул мине ярата. Был уйыңды башыңдан алып ташла.
– Ҡарарбыҙ, ағай, унан «белмәйем» тимә, юлыма арҡыры төшмә.
Өйгә улар икеһе лә бик етди ҡиәфәттә ҡайтып инде. Ингәндә үк әллә ниндәй ауыр тынлыҡ һиҙелде. Әсәләре бик борсоулы йөрөй, аталары ҡаршы алырға ла сыҡманы.
– Әсәй, ни булды? Әллә илағанһың инде? – тине Байрас, әсәһен ҡосаҡлап.
Әсәһе, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, илап ебәрҙе.
– Сөмбөл, ейәнем... – тине ул, үкһеп.
– Сөмбөлгә ни булған? Атай, нимә булды, аңлатығыҙ, – тине Булат та, телгә килеп.
– Теләгең ҡабул булды, улым, киткән беҙҙән Сөмбөл.
– Нисек киткән? Бер ни әйтмәйенсәме?
– Әйткән, һине, бәхетле булһын, тигән, – тине лә Шәфҡәт ағай әйләнеп ултырҙы.
Гөлфиә апай алъяпҡыс кеҫәһенән хат сығарҙы, Байрас уны әсәһе ҡулынан йолҡоп тигәндәй алды. Уҡыған һайын, йөҙө ағарҙы. Бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Атай, машинаның асҡысын бир әле. Мин барыбер табып алып ҡайтам Сөмбөлдө, – тип сығып китте.
– Туҡта, улым, хат бер аҙна элек яҙылған бит, ҡайҙан табырһың икән,– тип һөйләнә һөйләнә, Шәфҡәт ағай уның артынан эйәрҙе.
Байрас ҡар бурандары уйнатып ҡуҙғалып китте. Иң элек Верочкаға барып, өйҙөң бөтә мөйөшөн айҡап сыҡты. Сөмбөл бында юҡлыҡҡа ышанғас:
– Верочка, Сөмбөл ҡайҙа? – тип ялбарып һораны.
– Белмәйем, Байрас, уның миңә күптән килгәне юҡ.
Һуңғы өмөт булып Сөмбөлдөң әсәһе ҡалды. Ҡыуып сығарһа сығарһын, тик Сөмбөлдөң адресын ғына әйтһен. Байрас, аҡ ҡара күрмәй, машинаны ҡыуҙы, боролоштарҙа бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡаплана яҙҙы. Сөмбөлдәрҙең ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағанда, аш өйөндә генә ут яна ине. Ҡапҡа эстән терәтеп ҡуйылғанға, ҡапҡа башынан һикереп төштө, тәҙрәгә килде. Өҫтәл артында Сөмбөл күренмәне, әсәһе илай илай хат уҡый ине. Байрас тәҙрә шаҡыны, ул инде өйгә ингәнсе үк бында ла шул уҡ хәл икәнен аңланы.
Сөмбөлдөң әсәһе Байрасҡа асыуланманы ла, уны ҡыуманы ла, хәйер, ул инде илап арыған ине, ахыры.
– Уҙ, ултыр, сәй ҡуям, – тине. – Был буранлы төндә кемде эҙләйһең, энем?
– Миңә Сөмбөл кәрәк ине.
– Ә ниңә һиңә кәрәк? Ул бит ағайыңдың ҡатыны ине. Ниңә ул килмәне? Ҡайҙа минең балам? Ҡайҙан эҙләйем ҡыҙымды? Аслы туҡлы килеш кемдең ишек төптәрендә йөрөйҙөр?
– Һеҙгә әйткәндер, зинһар, йәшермәгеҙ. Әйтегеҙ генә, мин уларҙы алып ҡайтам, – тине Байрас, өмөтләнеп.
– Бына хаты, үҙең уҡы. Миңә бит, ҡалаға ғына барып ҡайтам, тигән ине, ҡайтмаҫ, тип уйламаным да.
Хаттағы һүҙҙәрҙе уҡыған һайын, Байрастың йөрәге ҡыҫылды, ҡулдары ҡалтыраны. Һуңғы өмөтө лә өҙөлдө.
– Борсолмағыҙ, хат килгәс, мин уларҙы табырмын. Мин уны табырға, көтөргә тейеш.
– Кем ғәйепле? Сөмбөл бер кемде лә ғәйепләргә ҡушмаған. Шулай алма кеүек балаһынан баш тартҡан икән, ағайың ғүмере буйы бала йөҙө күрмәһен, ташлағанын һағынып йәшәһен, мин уға бик рәнйейем. Быға тиклем ауылдан йыраҡ китмәгән, донъя күрмәгән балам ниндәй кешеләргә юлығыр? Бөтөнләй юғалһа, нисек йәшәрмен һуң мин? Һеҙ күмәк, мин бер яңғыҙым, ҡайғымды уртаҡлашыр кешем дә юҡ.
– Мин һеҙҙе ташламам, рөхсәт итһәгеҙ, килеп йөрөрмөн, – тип Байрас башын эйеп сығып китте.
Машинаға ултырғас, Сөмбөл менән һуңғы тапҡыр хушлашыуы иҫенә төштө.
Уның бөтөнләйгә һаубуллашыуын нисек һиҙмәне һуң ул?
«Ҡайҙа һин, Сөмбөл? Ҡайҙарҙан эҙләйем? Һинһеҙ нисек йәшәрмен?»
Байрас ҡапҡа төптәренә ярты төн уҙғас ҡына ҡайтып туҡтаны. Руленә башын һалып, уйға сумды, өйгә ингеһе килмәне.
Атаһы сығып ҡапҡа асты, ул да йоҡламай ине. Улы ҡуҙғалмағас, янына инеп ултырҙы.
– Тапманым, атай. Әсәһе белмәй, уға ла хат ҡына ҡалдырған. Ул да: «Юлға аҡса бирҙегеҙме? Нисек йәшәр? Ҡайҙа китте? Нишләттегеҙ баламды? Ағайың бала йөҙө күрмәһен», – тип илай.
– Ай һай, улым, әсә ҡарғышы төшһә, ҡаты төшә, ағайың үкенмәгәйе. Ана, бишек янынан китә алмай, улын юҡһына. Бик ҡотолғоһы килгән ине, бына хәҙер кәртәләр юҡ, юлдар асыҡ, ә шулай ҙа күңеле үҙенә урын тапмай.
– Атай, бер нәмә әйтһәм, аңларһыңмы икән мине?
– Әйтмәһәң дә беләм, улым.
– Кем әйтте, ҡайҙан беләһең?
– Мин, улым, атай ғына түгел, әле һинең кеүек ир кеше лә. Мин барыһын күреп һиҙеп йөрөнөм, һин әйтмәһәң, үҙем әйтәһе инем. Мин риза, улым, тик һуңға ҡалдың, ахырыһы.
– Мин көтөрмөн, ҡасан да булһа бер ҡайтыр ул. Мин уны барыбер үҙемә ҡаратасаҡмын, – тине Байрас, тәҙрәгә ҡарап. – Ҡыш килде, ҡыш китте. Атай, хәтерләйһеңме, теге ваҡытта нисек йырлаған ине:
Һағынғанда аҡ буранға ҡара,
Аҡ бурандар булып мин яуам.
Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә,
Аҙаштырған һине мин булам.
Икебеҙ ике ерҙә аҙаштыҡ.
(Дауамы бар.)