Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Март 2023, 09:46

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (9)

– Сөмбөл, тыңла әле. Мин балаһыҙ йәшәй алырмын, һинһеҙ йәшәй алмам.

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (9)ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (9)
ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (9)

Зифа ҠАДИРОВА

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ

ПОВЕСТЬ (9) 


Уның был асыулы һүҙҙәренән Сөмбөл диванға нығыраҡ һеңә төштө. Беләм, тигәндәй, аптырап баш ҡаҡты.
– Юҡ, белмәйһең, йән ҡорто һин! Теге ваҡытта ҡасып китеп, күпме кешене илатҡаныңды, ҡайғыға һалғаныңды беләһеңме? Юҡ, белмәйһең. Атай-әсәй, һинең өсөн борсолоп, бер йылда ун йыллыҡ ҡартайҙы. Һалҡын ҡыш көнөндә, ас килеш, бала менән ҡайҙа йөрөй икән, тип борсолдолар. Һәр көн ҡайтыуыңды көттөләр. Ә Әлфис сабый ғына ине. – Байрас ҡайҙандыр Сөмбөлгә таныш бер халат тартып сығарҙы. – Бына быны таныйһыңмы? Ул сабый ошо күлдәкте өс йыл ҡосаҡлап йоҡланы. Әсәйем йыуһа, еҫе бөтә тип, йәшереп һаҡланы. Аҡылдан яҙмаһын тип ҡурҡып, өс йыл ошо халатты үҙемдә һаҡланым. Мин дә һине көтә-көтә аҡылдан яҙыр дәрәжәгә еттем, – тине лә халатты Сөмбөлгә атты. Сөмбөлдөң ғәжәпләнеүҙән күҙҙәре түңәрәкләнде.
– Һин киттең, барыһын оноттоң. Әсәйеңдең күпме күҙ йәштәре түгеүен дә күр мәнең. Мин алты йыл буйы уның янында һине көттөм. Һин уҡый тигәс, һиңә
тиң булайым тип, мин дә уҡыным, эшләнем. Һин ҡайтыуға тип, бәләкәй генә булһа ла, ошо ояны әҙерләнем. Ә һин минең бөтә хыялдарымды тапап, тағы ҡасырға йыйындыңмы? Һин минең бөтә йәнемде ашап бөтөрҙөң...
Ул асыу менән бүлмә ишегенә килтереп һуҡты, ишектә тишек ҡалды. Үҙе кухняға сығып китте, унан сәйнүк шылтыраған, һауыт-һаба ватылған тауыш ишетелде. Кинәт фатирҙа тынлыҡ урынлашты. Өйөрмә нисек башланды, шулайтынды. Байрас ишек янына килеп баҫты. Башы ишек башына етә яҙып тора, елкә ләре ишек киңлеге. «Йәнәшә баҫһаҡ, айыу менән сысҡанға оҡшайбыҙ икән»,– тип уйланы Сөмбөл. Үҙе бер Байрасҡа, бер ишектәге тишеккә ҡараны. Байрас уның күҙҙәрендә ҡурҡыу күреп, аяҡ осона, иҙәнгә, килеп ултырҙы, туфлиҙарын һал дырҙы. Ҡыл кеүек тартылған Сөмбөл иҫке халатын күкрәгенә ҡыҫты. Байрас моңһоу ғына йылмайҙы.
– Кис ҡайтҡас, мин дә уны шулай күкрәгемә ҡыҫам. Мин бит һауRсәләмәт ирегет, миңә һин үҙең кәрәк. Ҡурҡыттым, ғәфү ит. Башҡа улай эшләмәм, шулай ҙа, әгәр киткән булһаң, мин һине табып, йомшаҡ ереңде ҡайын менән ярған булыр инем. Зинһар, ҡасма, минең һине лә, үҙемде лә бәхетле иткем килә. – Ул Сөмбөлдөң бәләкәй генә ҡулдарын үҙенең көрәк кеүек ҡулдарына алды, күҙҙәренә ҡарап, уның бармаҡтарын үпте. – Һин бер ҡасан да минең ҡатыным булғанға
үкен мәҫһең. Ысын күңелеңдән мине ирең, балаңдың атаһы тип ҡабул ит. Әгәр аңлаған булһаң, беҙ ЗАГС-та яҙылышып сыҡтыҡ. Паспортыңда аҡҡа ҡара менән «Арыҫ ланов Байрастың ҡатыны» тип яҙылған. Һин – минең законлы ҡатыным.
Ми нең бик матур туй яһағым, һиңә аҡ күлдәк кейҙергем килгән ине. Һинең ҡарышыуыңдан, һине юғалтыуҙан ҡурҡтым. Сөмбөл, йәшәйек бергә. Әйт берәй нәмә. Ниңә өндәшмәйһең? – Кеҫәһенән бәләкәй генә алтын балдаҡ сығарып,
Сөмбөлдөң бармағына кейҙерҙе. – Мин һине бик яратам, ғүмерлек юлдашым бул. Әгәр ярата алмаһаң, балдаҡты ошо өҫтәлгә ҡуйып китерһең. Мин барыһын
да шу нан аңлармын.
Ул кеҫәһенән икенсе алтын балдаҡ сығарып, Сөмбөлгә һуҙҙы. Сөмбөл, уйланып, уға ҡарап торҙо ла балдаҡты ҡулына алды.
– Әгәр мине үткәндәр менән битәрләмәһәң, бындай тишектәр яһамаһаң, мин һиңә яҡшы ҡатын булырмын, – тине. Байрастың бармағына ул биргән балдаҡты кейҙерҙе. – Һин тоғролоҡло ир булһаң, балдағыңды бармағымда үлгәнсе һаҡлармын, – тип үҙе лә еңел һулап ҡуйҙы.
Байрас бер мәлгә аптырап ҡалды, ул Сөмбөлдән тиҙ генә бындай һүҙҙәр ишетермен тип уйламаған ине, уның күҙҙәре ялтыраны, аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайып ебәрҙе, шатлығы эсенә һыйманы. Ул ҡатынын ҡосағына алып, яратып үпте, наҙға һыуһаған ике йөрәк ләззәт донъяһына сумды. Көслө ирҙең ҡайнар һулышы Сөмбөлдө яндырҙы, тылсымлы ҡулдар уны йондоҙҙарға алып менеп китте, башы әйләнде. Ул үҙен мәңгегә ошо ҡулдарға тапшырҙы. Икәүләшеп ләззәт шишмәһенән йотлоғоп һыу эстеләр...

Көн үтеп, төн етте. Төн уҙып, тағы яңы көн тыуҙы. Байрас уянды. Аҡ мендәрҙә ҡара оҙон сәс көлтәһенә уралып йоҡлаған ҡатынына һоҡланды. Уны уятыуҙан ҡурҡып, тыныс ҡына уйланып ятты. Бына ниндәй татлы була икән ул оҙаҡлап көтөп алынған мөхәббәт! Сөмбөлдө ҡосағына алыу тураһында күпме йылдар, күпме көндәр хыялланды. Хыялда бер, ә тормошта бөтөнләй икенсе төрлө...
Дөрөҫ, ул, егерме ете йәшенә етеп, суфый булып ултырманы, ҡатын-ҡыҙҙың төрлөһөн күрҙе, ләкин ул бөгөн бер нәмәне аңланы: был донъяла һәр кешенең үҙ пары бар икән, шул парҙы табырға кәрәк. Ул яңылышманы, юҡҡа ғына Сөмбөлдө алты йыл буйы көтмәне, үҙенең хистәрендә аҙашманы, ул быны бөтә йәне-тәне менән тойҙо. Иртәме-һуңмы, Сөмбөл үткәндәрен онотор, ул да, бәлки, уны яратыр.
Байрастың ҡатынына баштан аяҡ ҡарап һоҡланғыһы килеп, әкрен генә өҫтөн дәге юрғанын тартты. Ҡатынының матур тәне асылған һайын, уның күҙҙәре янды, һулышы йышайҙы, йөрәген шатлыҡ хисе биләп алды. Бына ул көтөп алған мөхәббәт!
Иренең күҙ ҡарашын тойоп, Сөмбөл дә уянды, үҙенең шәрә ятыуын абайлап, тиҙерәк юрған аҫтына сумырға ашыҡты. Байрастың йылмайып ятыуын күреп, оя лыуҙан бите ҡыпRҡыҙыл булды. КөнмөRтөнмө икәнен аңларға тырышты.
Юрған аҫтынан ике күҙен генә ялтыратып:
– Байрас, ваҡыт күпме? Ниңә уятманың? – тине.
Байрас ҡатынына ҡарап көлдө.
– Тағы дүрт көн ятһаҡ, минең ялым бөтә, йәнем.
– Ни һөйләйһең һин? Атайҙар беҙҙең бында ни менән шөғөлләнеп ятҡанды белһә, ни уйлар? Ояты ни тора. Нисек күҙҙәренә күренербеҙ?
– Бәләкәй түгелдәр, ни эшләп ятҡанды аңлайҙарҙыр, улар ҙа бер-береһен ярата.
– Ни һөйләйһең һин? Атайҙар белһә...
– Һуң, шул атайҙар белгәнгә беҙ тыуған бит инде. Үҙең ҡатынRҡыҙҙар табибы түгелме һуң? – тип хәйләкәр йылмайып, Байрас уның юрғанын тартты. – Бөгөн беҙҙең ғаилә тормошона аяҡ баҫҡан беренсе көнөбөҙ. Миңә һинең йәнәшәңдә булыу, йоҡлау бик оҡшаны. Ҡартайып бабай булғас та һинең менән шулай йоҡлармын. Һин әле ир менән ҡатын араһында ниндәй матур мәлдәр булыуын белеп бөтөрмәйһең, был институтты мин һиңә үҙем уҡытырмын, Сөмбөл ханым, алда ғүмер оҙон әле, – тип һөйләй-һөйләй, уның сәстәрен таратты. – Һин бөгөн тағы ла матурыраҡ күренәһең, – тип күкрәгенә ҡыҫты.
Улар ауылға икенсе көндө кисен ҡайттылар. Сөмбөл ҡайны-ҡәйнәһе алдында үҙен нисек тоторға белмәне, ғәйепле бала кеүек, уларҙың күҙҙәренә күтәрелеп ҡарарға оялды. Гөлфиә апай, ниҙер һиҙенеп, уны үҙ бүлмәләренә алып инде.
– Ни булды, балам, йөҙөң ҡасҡан? – тип текәлеп ҡараны.
Сөмбөл башын аҫҡа эйеп ултыра бирҙе.
– Нимә тип әйтәйем, ул мине бесәй балаһы урынына, бер ни ҙә әйтмәйенсә, ундаRбында болғап йөрөттө лә, беҙ яҙылыштыҡ, һин минең законлы ҡатыным, тип фатирына алып ҡайтты, – тине Сөмбөл, башын күтәрмәйенсә бышылдап. – Мин бер ни ҙә эшләй алманым, әсәй. Кешенән оят, бер йортҡа ике тапҡыр килен булып килгән, тиерҙәр. Булат ни тиер, ҡатыны ни тиер, ул бит мине күрә алмаясаҡ. Гөлфиә апай көлөп ҡуйҙы.
– Эй, килен, Байрас атаһына оҡшаған шул, әйтһә, эшләмәй ҡалмай инде. Аталары мине лә шулай алып ҡайтҡан ине. Байрас менән юғалмаҫһың. Ә кешелә эшең булмаһын, һин беҙҙеке, бала беҙҙеке, беҙ шат ҡына. Беҙ быны атайың менән күптән көттөк, шулай булғас, төклө аяҡтарың менән, килен, – тип арҡаһынан һөйҙө.
Шәфҡәт ағай Байрасҡа:
– Нисек? – тип ымланы.
– Яҡшы, – тине шатлыҡтан ауыҙы ҡолағына еткән улы.
– Маладис, падлис, – тип йылмайҙы атаһы, улар берRбереһен тиҙ аңланылар.
Иртән Сөмбөл уянғанда, Байрас эшкә киткән ине. Ул аптырап тирә-яғына күҙ һалды. Барыһы шул тиклем тиҙ булды, дүрт көн эсендә кейәү табып, тормошҡа сыҡты. Нисек булһа ла, ғаилә тормошон башлап ебәрергә кәрәк.
Сөмбөл, беренсе эше итеп, хәленән килгәнсә фатирға ремонт яһаны, яңы матур шаршауҙар элде, матур гөлдәр ултыртты, иҙәнгә келәмдәр йәйҙе. Аш бүлмәһен тәртипкә килтерҙе. Сәмәрҡәндтән алып ҡайтҡан йәймәләр һәр ергә матурлыҡ өҫтәне. Ире ҡайтҡан ваҡытҡа һәр ваҡыт тәмле ашы әҙер, сәй янына ҡой мағыRбәрәмәсе бешкән була. Байрас уның шул тиклем эште бер үҙе башҡара алыуына ғәжәпләнде. Сөмбөл фатирҙы гөл баҡсаһы яһаны. Байрас, хәҙер буш
ва ҡыты булған һайын, өйөнә ҡайтырға атлығып тора. Элек ашханала ашап ҡайта, диванға ятып телевизор ҡарай ҙа йоҡлай ине. Яңғыҙ йәшәгән көндәрен иҫкә
төшөрөп: «Нисек йәшәгәнмен икән?»– тип уйлай.
Сөмбөл беренсе ике аҙнаны фатир менән генә шөғөлләнеп үткәрҙе. Азамат иһә ауылда олатаһы янында булды.
Булат Сөмбөлдө күргәндән һуң үҙенә урын тапманы, эштән ҡайтышлай энеһе янына инеп сығырға булды. Ул уларҙы ҡайҙан тапҡан, улы ни өсөн уға атай тип өндәшә – барыһын да ентекләп һорашырға уйланы. Шундай уйҙар менән ишек төймәһенә баҫты, танауына әллә ниндәй тәмле еҫтәр килеп бәрелде. Ишек асылып китте.
– Ҡайттыңмы? – тип йылмайып Сөмбөл ҡаршы сыҡты.
Улар, бер-береһен күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙылар.
Ярай әле, эштән ҡайтып килеүсе Байрас уларҙы был ауыр хәлдән ҡотҡарҙы:
– Нимә, ағай, аптырап тораһың, ин, – тигәнгә, улар икеһе лә ҡараҡлыҡта тотол ғандай ҡурҡып киттеләр. – Әйҙә, ин. Ай, ниндәй тәмле еҫтәр сыҡҡан, үлеп аша ғым килә. Ағай, өҫтөңдө һал, түргә уҙ, сит кеше кеүек торма инде, – тигәс, Булат ҡыйырRҡыймаҫ эскә уҙҙы. Энеһенең фатиры танырлыҡ түгел ине. Өйҙә әкрен генә ниндәйҙер көй уйнай, бүлмә яҡты ла, ҡараңғы ла түгел, киске ут ян R дырылған, ысынRысынлап мөхәббәт ояһы. Булаттың йөрәген әллә үкенес, әллә көнләшеү киҫтереп үтте.
Байрас ағаһын:
– Әйҙә, ағай, киске аш ашап алайыҡ, унан иркенләп һөйләшербеҙ, – тип аш бүл мәһенә алып инде.
Сөмбөл мул итеп табын әҙерләгән, өҫтәлдә ҡыҙҙырылғаны ла, бешкәне лә, йәшел сәһе лә бар. Улар һөйләшмәйенсә ашанылар, тәмле бәрәмәстәр менән сәй
эстеләр. Табынды йыйыштырғас, Сөмбөл ҙур бүлмәгә сыҡты, Байрас уның артынан ишекте япты.
– Ағай, күрәм, һин Сөмбөлдө бында осратып аптырап ҡалдың. Беҙ яҙы лыш тыҡ, үҙең күргәнсә, хәҙер бергә йәшәйбеҙ. Теге ваҡытта өйгә алып ҡайтып ултыртһам да, һин уға өйләнергә теләмәнең, хәҙер миңә үпкәләмә. Минең һеҙҙең арала йәрәштереүсе булып йөрөгөм килмәй. Ул китеп бармаған булһа, теге ваҡытта уҡ өйләнә инем. Белмәнем тимә, мин һиңә уны яратыуымды күптән әйтә килдем. Хәҙер минең үткәндәргә кире ҡайтҡым килмәй, һин дә үткәндәрҙе онот. Сөмбөл – минең ҡатыным, мин уны бик яратам.
– Ә ул һине?
– Белмәйем, бәлки, ҡасан да булһа яратыр, һинән һуң янып бөтмәгән булһа...
– Ә Азамат һиңә ни өсөн атай ти?
– «Һин минең атайыммы?» тине, эйе, тинем. Алты йәшлек сабыйға һинең йәшлек хаталарыңды нисек аңлатайым инде. Ағай, нисек бар – шулай ҡалһын,
Сөм бөлдөң башҡа балаһы әллә була, әллә юҡ. Хәтерләһәң, теге ваҡытта ҡарт доктор, уға бала табырға ярамаясаҡ, тине. Бына хәҙер икебеҙгәме, дүртебеҙгәме бер бала. Ә һин улың менән аралаш, ҡурҡма, Сөмбөл ҡаршы килмәҫ. Фәриҙәң үт кәндәрең тураһында беләме?
– Юҡ, белмәй.
– Беҙ ҡапсыҡта ятмай, бер тишеп сығыр, һин уға дөрөҫөн һөйлә, оҙаҡҡа һуҙма. Кешенән ишетһә, яҡшы булмаҫ.
Булат уларҙан һуң ғына ҡайтып китте, күңел мөйөшөндә ҡабынған бәләкәй өмөт сатҡыһы бик тиҙ һүнде, ул һуңға ҡалды... Сөмбөлдөң өйө таҙа, йылы, үҙе яғымлы, бешергән аштары тәмле. Ә улар икәү генә йәшәгәс, Фәриҙә ҡайнар аштарҙы һирәк бешерә, күберәк ҡоро-һары менән туҡланалар, һөйләшер һүҙҙәре лә юҡ, әкренләп бер-береһенән ситләшә баралар. Сөмбөлдөң йылы өйөнән һуң үҙенең өйө шыҡһыҙ, йәнде һалҡын өшөткәндәй тойолдо. Ул Алла урынына табынған, тыйнаҡ, йомшаҡ, күп һөйләшмәй, ҡысҡырып көлмәй торған Фәриҙә менән йәшәй башлағас, унда ниндәйҙер эрелек, һалҡынлыҡ һиҙҙе. Барыһы ла ул көткәнсә булманы, күңеле ниҙер эҙләне, кемделер көттө. Сөмбөлгә килеп ҡағылыуға, ул ҡабынып китә, башын юғалта, Сөмбөл уға бөтә йәне-тәне менән яуап бирә, улар һүҙһеҙ аңлашалар ине. Теге ваҡытта, мунсала, хатаны төҙәтергә ике һүҙ етә ине. Булаттың йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Сөмбөл менән йөрөгәндә, ҡайҙа барып инәһең, шунда байрам, уйынRкөлкө, шаян һүҙҙәр ине, бер ҡасан юҡ-барға үпкәләмәне. Фәриҙә, юҡ өсөн үпкәләп, уны айҙар буйы янына ебәрмәй, һөйләшмәй интектерҙе, шуға ла Булат ярамаған һүҙ һөйләп ҡатынын үпкәләтеүҙән ҡурҡып йәшәне. Бала булһа, һөйләшерRуртаҡлашыр һүҙҙәре булыр,
уларҙы үҙRара бәйләр ине. Ә былай? Бөгөн ул энеһенән ҡайтҡанда, тормошоноң ни тиклем йәнһеҙ һәм буш икәнлеген аңланы. Фәриҙә янына йылы юрған аҫтына инеп ятты – йылына алманы. «Ҡайҙа яңылыштым һуң?» тигән уй башынан сыҡ маны. «Үкенерһең, улым, Сөмбөл яҡшы ҡатын буласаҡ, юҡҡа рәнйетәһең» тип атаһы нисә тапҡыр киҫәткән ине. Бына хәҙер шуның әжәрен йыя.
Аталары Фәриҙәне Сөмбөлдө яратҡан кеүек ярата алманылар. Уларға һалҡын ғына «Һеҙ» тип өндәшеүе, эшкә артыҡ иҫе китмәй торған Фәриҙә менән «атай-әсәй» тип өҙөлөп торған, көсөнән килгән барлыҡ эште емертеп эшләүсе Сөмбөл араһында ер менән күк айырмаһы ине шул. Аталарының Фәриҙәне асыҡтанR асыҡ өнәмәүҙәрен күреп, Булаттың йөрәге әрнене. Йортта Сөмбөлдөң урынын берәү ҙә алыштыра алмай ине, ул хаҡта ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, һәр ваҡыт һиҙелеп торҙо. Сөмбөл менән йыш осрашырға тура киләсәк, бер түбә аҫ тында нисек йәшәргә? Эх, теге ваҡытта атаһын тыңлаған булһа... Ҡасандыр Сөм бөлдө илатһа, хәҙер үҙе илай. Әсе йәштәр ирҙең мендәрен сылатты.
Ағаһы киткәс, Байрас Сөмбөл янына инде, ул тәҙрәнән киске урамға ҡарап тора ине. Байрас, һиҙҙермәйенсә, ҡатынын күҙәтте. Беләһе ине: Сөмбөл ниҙәр уйлай икән? Бәлки, ул әле һаман Булатты яраталыр. Түҙергә кәрәк, уны оноттороу өсөн ул барыһын да эшләйәсәк. Сөмбөл илайҙыр тип, үҙенә табан борҙо, улар һүҙһеҙ генә бер-береһенә ҡарашып торҙо. Сөмбөлдөң ҡараштары бер ни аңлатмай, унда бушлыҡ.

– Үткәндәргә кире ҡайтыу юҡ, Байрас. Һин мине ашыҡтырма, ваҡыт бир.
Сөмбөл икеRөс аҙнанан эшкә сығырға йыйынды.
– Байрас, мин эшкә урынлашырға уйлайым. Теге ваҡытта үҙем ятҡан больницаға барып ҡарайым әле, урын булһа, шунда эшләр инем.
– Үҙем илтермен. Һине аҡ халаттан, аҡ башлыҡтан күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
– Миңә бөгөн үк эш бирмәйҙәр бит, әле күреп туйырһың. Төндәрен ҡуйыныңдан алып сығып китә башлаһалар, ниңә өйләндем, тиерһең.
– Мин һинән туймам, һин генә минән туйма, – тип Байрас ҡатынын алдына ултыртты. – Мин әле һине күреп тә туйманым, кисен кем мине йылмайып ҡаршы алыр? Төшкө ашты өйҙә ашарға өйрәнеп бөткән инем, ашхананыҡын күргем дә килмәй. Ашау бер сәбәп кенә, һине көндөҙ ҡайтып бер яратып китһәм, эш сәғәте тиҙерәк үткәндәй була. Мин бит һине өйҙән сығыуға һағына башлайым.
– Ярай, ул тиклем арттырма, төн етмәгән һиңә...
– Юҡ, етмәй, һөйөклөм, етмәй, – тине ир, ҡатынының ҡолаҡ япраҡтарын үбә-үбә, – мин юғалған алты йылдың һәр көнө өсөн һинән үс аласаҡмын. Эшкә бара һы булмаһа, өйҙән бөтөнләй сыҡмаҫ инем, шулай һинең менән генә ятыр инем.
Уның күҙҙәре ялтыраны, тыны ҡайнарланды, үҙе халат бауын тартҡыланы.
– Байрас, сабырһыҙ, ялтыратма күҙеңде, май урлап ашаған бесәйгә оҡ шайһың, – тип көлдө Сөмбөл, уның үҙенә лә был тормош оҡшай башлаған ине.
Икенсе көндө Сөмбөл бик матур итеп тегелгән йөн костюм, аҡ кофта, бейек үк сәле туфлиҙарын кейеп, көҙгө ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ул биҙәнеү әйберҙәрен һирәк ҡуллана, ҡайһы саҡ, биҙәнгеһе килеп, көҙгө ҡаршыһына килә. Көҙгөнән үҙенең һүрәтенә ҡарай: тән тиреһе ҡара, ҡашы ҡалын, керпеге ҡуйы оҙон, ирендәре әле ҡыҙыллығын юғалтмаған. Ни һөртөргә белмәй, шулай ҙа ярар, тип көҙгө ҡаршыһынан китә. Бөгөн дә көҙгө ҡаршыһында оҙаҡ ултырҙы, ире янына сығып.
– Шулай барһам яраймы? – тип һораны.
– Минең янға бындай сибәр ҡатын килһә, бер һүҙһеҙ эшкә алыр инем.
Байрасҡа ҡатынының кейенеүе, ҡыланышы бик оҡшай. Ул уны больница ишеге төбөнә тиклем килтерҙе. Сөмбөлдөң тулҡынланыуын һиҙеп, ҡулынан тотто, уның күҙҙәренә ҡарап:
– Тыныслан, барыһын да онот. Мин һине ошонда көтөрмөн, – тип ишек төбөндә баҫып ҡалды.
Сөмбөл баш табип бүлмәһен эҙләп китте. Теге ваҡытта кемдең ҡайҙа ултырғаны иҫендә ҡалмаған, хәйер, уның ҡайғыһы түгел ине. Бөгөн ул больницаға икенсе кеше күҙлегенән ҡараны: таҙа, яңы ғына төҙәтеү эштәре бөткән, ахыры, тип уйланаRуйлана, «Баш табип Власов Юрий Петрович» тигән яҙыулы ишек янына килеп туҡтаны. Ишек шаҡып, инергә рөхсәт һораны, өҫтәл артындағы ултырған сәркәтип уның кем булыуы менән ҡыҙыҡһынды.
– Миңә Юрий Петровичты күрергә кәрәк, эш буйынса. Мин уның күптәнге танышы, – тине Сөмбөл.
Сәркәтип баш табип янына инеп китте, бер аҙ торғандан һуң сығып:
– Инегеҙ, – тине.
Бүлмәлә йәше алтмыштан уҙған, сәсе ҡойолоп бөткән, шулай ҙа әле ныҡ кәүҙәле, бик етди Юрий Петрович ултыра ине.
– Һаумыһығыҙ, Юрий Петрович, – тине Сөмбөл, йылмайып. – Мине таны майһығыҙҙыр инде. Һеҙ мине ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарып ҡалдығыҙ, – тине, тулҡынланып.
Власов уға текәлде, күҙлеген дә һалып ҡараны.

– Хәтерләмәйем шул, бәлки, иҫкә төшөрөрһөгөҙ. Күптәрҙе үлемдән ҡотҡарырға тура килә.
– Мин алты йыл элек бик ауырлыҡ менән бала таптым. Уға тиклем дә бер ай был больницала ятып сығырға тура килгән ине. Берәй ваҡыт мин һеҙгә кар точкамды күрһәтермен. Һеҙ мине һис шикһеҙ иҫегеҙгә төшөрәсәкһегеҙ. Һеҙ минең янымда бик күп ваҡыт уҙғарҙығыҙ. Үткәндәрҙе иҫкә төшөргөм килмәй. Уның ни тик лем ҡурҡыныс булғанлығын мин хәҙер генә аңланым. – Сөмбөлдөң күҙенә йәш тулды.
Ҡарт табип, ниҙер иҫенә төшөрөргә тырышып, маңлайын йыйырҙы.
– Һеҙ хаҡлы, карточкағыҙҙы ҡараһам, иҫемә төшөр ине. Ҡурҡыныс булғанлығын нисек аңланығыҙ?
Сөмбөл, бит остарын соҡорайтып, бик матур итеп йылмайҙы.
– Мин хәҙер һеҙҙең коллега.
Ишектә аҡ халатлы бер ханым күренде.
– Юрий Петрович, ҡул ғына ҡуйығыҙ әле, – тине.
Доктор «инегеҙ» тигәнде аңлатып, янындағы урындыҡҡа күрһәтте. Ҡаршыға ул тырған ханым Сөмбөлгә ҡарап ҡуйҙы. Сөмбөл уны танып, йылмайып ебәрҙе.
– Һаумы, Римма, әллә һин дә танымайһың инде, Юрий Петрович та онотҡан.
– Туҡта, туҡта, хәҙер әйтәм, Булаттың ҡатыны бит һин, иҫемә төштө: Сөмбөл.
– Мин Булаттың ҡатыны түгел, шулай ҙа таныуың өсөн рәхмәт.
– Риммочка, миңә уның карточкаһын табып килтер әле, һис хәтерләй алмайым.
– Хәтерләр инегеҙ ҙә, ул бик үҙгәргән. Сәстәре ҡыҫҡа, үҙе ябыҡ, бәләкәй генә ине. Һеҙ уны бер ай депрессиянан сығара алманығыҙ, башта өс көн комала ятты. Бала табырға ла беҙгә килтерҙеләр. Һуңға ҡалып килтергәнгә, бик ауыр операция яһарға тура килде. Ул тағы үлем менән көрәште, бер апай уның янынан да китмәне.
– Бына хәҙер иҫемә төштө, һеҙҙе Верочка һаҡланы. Беҙ бит уның менән бер йортта йәшәйбеҙ, күрешкән һайын һеҙҙе иҫкә ала инек. Һуңғы ваҡытта ғына һирәк осрашабыҙ, сирләй ул. Уның янына барҙығыҙмы әле?
– Юҡ шул. Бына бөгөн барырға йыйынам. Минең ҡайтҡаныма әле ике генә аҙна, шул арала ла бик күп ваҡиға булды, һис ваҡытым етмәне. Борсолмағыҙ, мин уны ташламам.
– Беҙгә ниндәй йомош менән килдегеҙ?
– Юрий Петрович, миңә эш кәрәк. Һеҙ миңә теге ваҡытта бик оҡшанығыҙ, шуға күрә мин дә һеҙҙең юлды һайланым, – тип ул уның алдына үҙенең ҡыҙыл тышлы дипломы менән характеристикаһын сығарып һалды.
Юрий Петрович, дипломды асып ҡарағас, һыҙғырып ебәрҙе. Дипломды ҡатҡат ҡараны, характеристиканы ентекләп уҡып сыҡты.
– Риммочка, был элекке Сөмбөл түгел, ул хәҙер – юғары белемле ҡатын-ҡыҙ табибы, минең коллегам Сөмбөл Харисовна. Бындай йүнәлеш буйынса яҡшы
хирургты күптән эҙләй инек, ҡатмарлы операция яһарҙай ҡатынRҡыҙ хирургыбыҙ юҡ. Беҙгә килеүегеҙгә бик шатмын. Бөгөн үк кадрҙар бүлегенә инеп, документ тарығыҙҙы тапшырығыҙ. Әгәр яҙылғандар ысынлап та хаҡ икән, һеҙ минең уң ҡулым булырһығыҙ. Бына бит, ауырлыҡтар кешене ниндәй һайлау алдына ҡуя, кемдер һынып юҡҡа сыға, ә көслөләр уҫаллашып, тормошта кәмһеткән дәргә үс итеп, сыбыҡ осона йәбешеп булһа ла, юғарыға үрмәләй. Мин һинең менән ысын күңелдән ғорурланам. Кем уйлаған һине, шундай сибәр ханымға әйләнерһең, тип, ышаныуы ла ҡыйын, һин ҡабат сәскә атҡанһың. Аҡ юлдар һиңә, коллега! – тип баҫым яһап әйтте доктор.
Римма Сөмбөлдө больница ишек алдына тиклем оҙатып сыҡты.

– Сөмбөл, һине, юғалған, тип тә, ҡайтып киткән, тип тә һөйләнеләр. Ҡайҙарҙа булдың һуң һин?
– Уҡырға киттем, алты йыл уҡыным. Бына хәҙер ҡайттым, – тип һүҙен теүәлләргә өлгөрмәне, яндарына Байрас килеп баҫты.
– Бәй, Байрас, ни эшләп йөрөйһөң бында?
– Ҡатынды алып килдем. Эшкә алаһығыҙмы үҙен? – тип Сөмбөлдөң биленән ҡосаҡлап алды.
Римма телһеҙ ҡалды, дөрөҫ ишеттеме, тигән һымаҡ уларға ҡарап ҡуйҙы.
«Аға һының ҡатынына өйләндеме икән ни?»
Байрас, уның уйын уҡығандай:
– Ул теге ваҡытта ла минең ҡатын ине, мин уны уҡырға ғына ебәргән инем бит. Әйҙә, матурым, эшең бөткән булһа, өйгә ҡайтабыҙ, – тип ҡатынын етәкләп алды.
Сөмбөл эшкә сыҡты. Беренсе көндәрҙә Юрий Петрович уның һәр эшен һынап-күҙәтеп торҙо. Коллектив Сөмбөлдө яратып ҡабул итһә лә, көнләшеүселәр аҙ булманы. Юрий Петрович уны үҙ янынан йыраҡ ебәрмәҫкә тырышты. Операция көндәре графигы алдан төҙөлә, Сөмбөл өсөн ҡайһы бер еңел операцияларға айырым график төҙөнөләр. Тәжрибәле табип йәш коллегаһының беренсе операцияһын үҙе ҡарап тороп яһатты. Яңы уҡыу бөтөрөп ҡайтҡан тимәҫһең, Сөмбөл операцияны тапRтаҙа һәм үҙRүҙенә ышанып эшләне. Сөмбөл Ғәлимә апаһының ҡул аҫтында бындай операцияларҙы аҙ үткәрмәне, шуға күрә уның тәжрибәһе башҡаларға ҡарағанда күпкә юғары ине. Юрий Петрович аҙна буйы бөтә операцияларҙы Сөмбөлдән яһатты, үҙе уның күҙәтеүсеһе генә булды. «Ҡыйыу тотона, – тип уйланы ул Сөмбөл тураһында, – былай дауам итһә, оҙаҡламай миңә алмаш буласаҡ».
– Һеҙ бик ҡыйыу башланығыҙ, Сөмбөл Харисовна, хуплайым. Былай оҫта эшләргә кем өйрәтте?
– Минең уҡытыусыларым бик һәйбәт, тәжрибәле табиптар ине. Унан мин өсөн сө курстан апайым янына больницаға йөрөй башланым, төнгө сменала ул
ми не операция яһау серҙәренә өйрәтте. Йәйге каникулда уның янында эшләнем. Һуңғы курста бигерәк тә яман шештәр өҫтөндә эшләргә тура килде.
– Бик яҡшы. Сөмбөл Харисовна, мин һеҙҙең эшегеҙҙән ҡәнәғәт.
Улар ауыр операцияларға бергә әҙерләнә башланылар.
Бер көндө Сөмбөлдө ҡабул итеү бүлмәһенә саҡырттылар. Ул ашығып беренсе ҡатҡа төштө. Байрасты күреп, ниҙер булған, тип ҡурҡып ҡуйҙы.
– Байрас, ни булды?
– Ҡурҡма, бер ни булманы. Һине аҡ халатта күргем килде, – тип ул ҡатынын бер ситкә тартты. – Һағындым.
– Ни һөйләйһең, әле ун ике генә бит.
– Ә мин һигеҙҙә үк һағынған инем. – Сөмбөлдө ҡосаҡлап үпте лә көлә-көлә сығып китте. Сығышлай:
– Ә һин иң сибәр табип, – тине.
Байрастың ҡыланыштарына Сөмбөл әкренләп эйәләшеп килә. Ире уны бер күреү өсөн йә бер үбер өсөн көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында килеп китергә мөмкин.
Сөмбөл менән Байрас Верочканың хәлен белергә бергә барҙы. Ҡарсыҡ, уларҙың өйләнешкәндәрен ишеткәс, аптыраманы.
– Мин шулай булырын белә инем, – тине.
Сөмбөлдөң ҡайтыуына ул шатланып туя алманы. Ул бик ҡартайған, һуғыш йылдарындағы һалҡын тейҙереүҙәре лә эҙһеҙ ҡалмаған. Аяҡтары ауыртҡанға,
урамға һирәк сыға икән. Сөмбөл эштән ҡайтышлай уға укол яһай, ашарға ризыҡтар алып инә башланы. «Мин һинең алда ғүмерем буйы бурыслы, Верочка.
Мин һине үлгәнсе ташламам», – тине күңелләнеп.

Азамат мәктәпкә уҡырға инде. Байрас:
– Бәләкәй бит әле, тағы бер йылдан бирербеҙ, – тип ҡараған ине.
– Азамат уҡыйRяҙа белә. Әнүәр ағаһы уны уҡырғаRяҙырға, шахмат уйнарға өйрәтте. Буйы еткән, башы бар, әйҙә, уҡыһын, – тип Сөмбөл ризалашманы.
Тормош шулай дауам итте. Кем уҡыны, кем эшләне.
Сөмбөлдөң эше ни тиклем ҡатмарлы икәнде Байрас та аңлай ине. Сөмбөл эшләй башлау менән, уларға телефон индерҙеләр. Төндөң теләһә ҡайһы ваҡытында саҡыртып йә килеп үк алдылар. Ул төндәрҙә Байрастың күҙенә йоҡо инмәне. Операцияларҙың төрлөһө булды: уңышлыһы, уңышһыҙы. Ҡайһы бер көндәрҙә борсолоуҙан Сөмбөлдөң тамағына бер ҡабым ризыҡ үтмәне.
Баштараҡ йәш табипты күреп, ҡайһы бер ауырыуҙар:
– Бигерәк йәш, нисек яһар? – тип ҡурҡып, операциянан баш тартты, барыһы ла Власовтан яһатырға сират торҙо.
Эйе, Юрий Петрович – районда билдәле кеше, танылған табип.
– Һин уларға үпкәләмә, килер бер ваҡыт – һиңә лә сират торорҙар. Һин үҙ эшең дең оҫтаһы. Оҙаҡламай мин лайыҡлы ялға китермен. Сәләмәтлек артығын эш ләргә ҡушмай: бил, теҙ ауырта, арҡа һыҙлай. Хәйер, был – һөнәри сиребеҙ.
Кешене дауалайбыҙ, ә үҙебеҙгә сират етмәй. Шулай итеп, был хужалыҡ минән һуң һиңә ҡаласаҡ, – тип ҡарт табип йәш коллегаһын тынысландырҙы.
Сөмбөлгә больницала ауылдаштарын, класташтарын осратырға тура килде.
Уны күреп, барыһы аптырашта ҡалды. Власов менән эшләүенә ышанманылар ҙа шикелле.
Сөмбөл һәр көндө ҡайтыр алдынан үҙенең ауырыуҙары янына инеп, хәлдәрен белешеп сығыуҙы ғәҙәткә алды. Бөгөн дә, ҡайтып киткәнсе, операция яһатҡан ха ным янына инергә уйланы. Кисен ауырыуҙар янына хәл белергә туғандары, дуҫ тары йыйыла. Ҡатындың үҙен яҡшы хис иткәнен күреп һөйөндө, шәфҡәт туташына кәрәкле күрһәтмәләрҙе биргәс, иртәгә операция буласаҡ ауырыу янына инде. Палатала Фәриҙәне күреп, икеһе лә ҡаушап ҡалды. Сөмбөл тиҙ генә үҙен ҡул ға алды.
– Һаумы, Фәриҙә. Нимә булды?
– Бына, һеңлемде операцияға һалдылар.
Сөмбөлдө күреп, ауырыуҙар йәнләнеп китте.
– Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек? – тине Сөмбөл, барыһын күҙҙән кисереп.
Фә риҙәнең илапRшешенеп бөткән һеңлеһен күреп, уны тынысландырырға ашыҡты.
– Ни булды? Ниңә илайбыҙ? Кем рәнйетте? – тип сәсенән һыйпаны, пульсын һананы.
– Миңә операцияны яңы уҡып ҡайтҡан йәш бер хирург яһаясаҡ икән. Минең ике балам бар, үлтереп ҡуйһа, балаларымды кем ҡарар? – тип үкһене йәш ха ным.
Сөмбөл һүҙҙең үҙе тураһында икәнен бик тиҙ аңлап алды.
– Туҡтағыҙ әле, ул йәш хирург берәйһен үлтергәнме әллә? Ниңә улай ҡур ҡаһығыҙ?
– Уныһын белмәйем, ләкин мин унан операция яһатырға теләмәйем.
Сөмбөл сабыр ғына уның тынысланғанын көттө.
– Бөттөгөҙмө инде, илап туйҙығыҙмы? Хәҙер мине тыңлағыҙ: мин Юрий
Петрович менән һөйләшермен, операцияны ул үҙе яһар һеҙгә, тынысланығыҙ.
Борсолорға яра м ай. Операцияның уңышлы сығыуының һикһән проценты ауырыуҙың үҙенән тора. Һеҙ үҙегеҙгә үҙегеҙ ярҙам итергә тейеш. һеҙҙең төп бурысығыҙ – тыныс булыу, ҡалғаны инде – беҙҙең эш. Ҡурҡһағыҙ, сирегеҙ әллә ҡай ҙа ҡасып ҡалырға мөм кин, ә тыныс булһағыҙ, беҙ уны еңел табып, юҡҡа сығарырбыҙ. Һеҙ тиҙерәк тере лер һегеҙ.
– Һеҙгә әйтергә еңел, үҙегеҙ бысаҡ аҫтына ятып ҡараһағыҙ, улай тимәҫ инегеҙ әле.

Сөмбөл уйсан ғына:
– Мин күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын. Мин табип, ләкин мин дә кеше, һеҙҙең кеүек ҡатынRҡыҙ. Сиргә бөтә кеше бер: табип та, министр ҙа. Мине урап уҙыр, тип бер кем дә әйтә алмай. Шуға күрә тынысланығыҙ, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Бына был дарыуҙы эсегеҙ ҙә тынысланып йоҡлағыҙ, – тип кеҫәһенән бер дарыу алып бирҙе. – Һөйләштекме? Иртәгә һеҙҙе Власов үҙе ҡаршы алыр. Барығыҙға ла тыныс йоҡо! – тип сығып китте.
Ул сығып киткәс, шәфҡәт туташына берRбер артлы һорауҙар яуҙы.
– Кем булды был? Үҙе йәш кенә, шундай йомшаҡ һөйләшә, күңелгә рәхәт булып китте.
– Һеҙ операция яһатырға ҡурҡҡан йәш хирург Арыҫланова ошо була инде, – тип йылмайҙы шәфҡәт туташы. – Күрҙегеҙме, ниндәй тыныс, эшен дә еренә еткереп башҡара. Эш йәшлектәме ни...
Икенсе көндө Фәриҙәнең һеңлеһен алып ингәндә, операция өҫтәле янында Власов баҫып тора ине. Сөмбөл йәш ханымға, тынысланығыҙ, теләгегеҙҙе үтәнем, тигәндәй, йылмайып ҡараны. Ауырыу:
– Ниндәй матур күҙҙәр, – тип уйлап, әкрен генә йоҡоға китте.
Ханымдың ҡурҡыуы урынлы булған: инәлектең ярты яғын бик ҙур шеш биләп алған. Юрий Петрович менән йәш табип берRбереһенә ҡарашып алдылар, үҙ-ара кә ңәшләшеп, уртаҡ бер фекергә килделәр: инәлектең яртыһын киҫеп алырға, иҫән ҡалған яҡтың каналдарын ябырға. Бындай хәлдә башҡа бала табырға ярамай. Операция бишRалты сәғәткә һуҙылды. Сөмбөл арыны, аяҡтары ҡалтырай баш ланы. Операцияны теүәлләп, арыпRталып, коридорға сығып ултырҙылар. Сөмбөлдөң сәстәре тирләп, тағы ла бөҙрәләнеп маңлайына йәбешкән.
– Маладис, Сөмбөл Харисовна, һеҙ иҫ киткес яҡшы эшләнегеҙ. Мин бик ҡәнәғәт, – тип коллегаһын маҡтап алды Юрий Петрович. – Хәҙер һөҙөмтәһен генә көтәһе ҡалды.
– Унда ауырыуҙың туғандары операция бөткәнен көттө. Ни тиергә? – тине йәш шәфҡәт туташы.
– Әйҙәгеҙ, тынысландырайыҡ үҙҙәрен. Көтөү – ауыр нәмә.
Сығыуға уларҙы ауырыуҙың туғандары уратып алды. Улар араһында Фәриҙә лә бар ине.
– Юрий Петрович, һеҙ үҙегеҙ генә аңлатығыҙ инде, – тип Сөмбөл улар менән иҫәнләшеп, сисенеү бүлмәһенә инеп китте.
Сөмбөл иртә-кис ауырыуҙары янына инеп йөрөгәнгә күрә, уға Фәриҙә менән йыш осрашырға тура килде. Фәриҙәнең һеңлеһе Фәймә Сөмбөлдө шатланып ҡаршы ала торған булды.
– Беҙ бит һеҙҙең менән туғандар икән, терелеп сыҡҡас, Алла теләһә, апайымдар менән бергә ҡунаҡҡа саҡырам әле. Килерһегеҙ бит?
– Һин башта терел, унан күҙ күрер. Һиңә бик ныҡ һаҡланырға кәрәк, ҡунаҡтар әле алда күп булыр.
Бына шулай һалмаҡ ҡына көндәр үтә торҙо. Кемделер йыуатты, кемделер терелтте, күп рәхмәттәр ишетте. Үҙе тураһында ғына уйларға ваҡыты ҡалманы.
Бер көндө операцияға инер алдынан башы әйләнеп, күңеле болғанып китте.
Был ҡарт табиптың ҡарашынан ситтә ҡалманы.
– Ни булды, ағарып киттең, күптәнме был хәл, сибәрем?
– Белмәйем, әллә ни булды, башым әйләнә.
– Ни булғаны аңлашыла инде, Сөмбөл Харисовна: һеҙ бит – ир ҡатыны.
Сөмбөлдөң башына һуҡҡандай булды, күңеленән көндәрҙе һанай башланы.
Һанай торғас, осона сыҡты: беренсе көндө үк ауырға уҙған булһа кәрәк, эш менән мауығып һиҙмәгән. Дүртенсе ай киткән. Бына һиңә ҡатынRҡыҙ табибы.
Баш ҡаларҙы бының өсөн тәнҡитләр ине, ә үҙе? Эшләргә ине бит әле. Байрас ни тиер? Ярар, хәҙергә әйтмәй торорға кәрәк, Яңы йылға бүләк булыр.

Яңы йыл етте. Азаматтың ҡышҡы каникулы башланды. Ул да, Әлфис кеүек, мәктәпте өнәп бөтөрмәне. Уны ауылға өләсәйRолатаһы янына ҡайтарып ҡуйҙылар. Азамат олатаһы менән атта йөрөнө, урам малайҙары менән тау шыуҙы.
Ата һы кеүек таҙа, матур, әсәһе кеүек һөйкөмлө һөйәкле Азамат бөтә кешене үҙенә тартып торҙо. Ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан балҡып торған зәңгәр күҙҙәре, бит соҡорҙары кешене ҡабат боролоп ҡарарға мәжбүр итә. КүршеRтирә уның матурлығына, асыҡ йөҙлө, йомшаҡ телле булыуына һоҡлана.
– ОлатайRолатай, – тип бер нәмә һөйләй башлаһа, әсәһе шикелле сылтыратып көлөп ебәрә, уға ҡушылып олатаһы көлә.
– ӨләсәйRөләсәйем, миңә ни бешерәһең? Үлеп ашағым килә, – тиһә, өләсәһе юҡ әйберҙе табып, ейәнен һыйлай.
Азаматты ҡышҡы каникулға ҡайтарып ҡуйғас, Байрас менән Сөмбөл өйҙә икәү генә ҡалдылар. Байрастың эшендә Яңы йыл кисәһен бик ҙурлап уҙҙырырға уй лайҙар ине. Директоры бер көндө Байрасты саҡырып алып:
– Ҡатыныңды алып килеп күрһәт инде, улайһа барыбыҙҙан йәшереп тотаһың, туй ҙа яһатманың. Иртәгә киске алтыла кафеға йыйылабыҙ, һуңламағыҙ, – тине.
Байрас менән Сөмбөлгә быға тиклем бергәләп кеше араһына сығырға тура килмәне. Бөгөн беренсе сығыуҙары. Сөмбөл быға бик етди ҡараны, оҙон буйлы, сибәр иренә нисек тә тиң күренергә теләне. Ире менән эшләүселәрҙең уны энә күҙенән үткәрәһеләре билдәле, шуға күрә ул барлыҡ кейемдәрен яңынан ҡарап сыҡты. Аҙаҡтан сығарылыш кисәһенә тектергән күлдәгенә туҡталды. Был күлдәге тегелеше менән Яңы йыл кисәһенә тура килә, яңы беленә башлаған эсен дә ҡаплай ине. Төҫөнә тура килтереп, бейек үксәле туфли алды. Күҙенә һөрмә тартты, ирененә әҙRмәҙ иннек һөрттө, сәсен байрамса матур итеп яһатты, алтындарын таҡты. Ире ҡайтып ингәндә, ул кафеға барырға әҙер ине.
Байрас уны күреп телһеҙ ҡалды. Хәйер, ҡатынын һәр көн күрһә лә, уға беренсе тапҡыр күргәндәй һоҡланып ҡарай. Ул көн һайын яңы яғы менән асыла
барҙы. Сөмбөл – серле һандыҡ. Байрас уны һәр көн үҙе өсөн әҙләп-әҙләп аса.
– Шулай барһам яраймы? Һиңә оҡшаймы? – тине Сөмбөл, әкрен генә әйләнеп.
– Һинең менән булыуыма мин әле һаман ышанып бөтә алмайым. Матур төштә йәшәгән кеүек. Һиңә нимә кейһәң дә килешә, – тип ҡатынын ҡосаҡлап алды.
Сөмбөл иренә, Яңы йыл бүләгем тип, ҡуйы зәңгәр төҫтәге күлдәк кейҙерҙе һәм, серле йылмайып:
– Тағы бер бүләгем ҡайтҡас булыр, – тине.
Байрас менән Сөмбөл кафеға килгәндә, халыҡ йыйылған, музыка уйнай ине.
Бөтә халыҡ уларға боролоп ҡарап, үҙRара бышылдаша башланы. Береһе оҙон буй лы баһадир, икенсеһе бәләкәй генә ҡурсаҡ кеүек күренһәләр ҙә, матур пар ине улар. Кисә буйына Сөмбөлдө әле береһе, әле икенсеһе бейергә саҡырҙы. Директорҙа:
– Байрас Шәфҡәтович, тормош иптәшегеҙ менән бер әйләнәйем, рөхсәт итегеҙ, – тип Сөмбөлдө бейеүгә саҡырҙы.
– Беҙҙең батырҙы кем йүгәнләгәнен бик күргем килгәйне. Күптәр тырышып ҡараны, булдыра алманылар. Һеҙ бик матур пар.
Шулай итеп, кеше күреп, кешегә күренеп ҡайттылар. Ҡайтҡас, ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эстеләр. Байрас ҡатынына текәлеп ҡарап ултырҙы.
– Ә мин көнләшәм икән. Һин башҡалар менән бейегәндә, билеңә һалған ҡулдарҙы өҙөп алырҙай булдым. Эшегеҙҙә ирҙәр күпме?
– Күп, – тип йылмайҙы Сөмбөл. – Әгәр мин көнләшә башлаһам? Эшеңдә ана ни тиклем ҡатын-ҡыҙ, кис буйы һинән күҙҙәрен алманылар. Минән ниңә көнләшергә, үҙем бәләкәй генә, һинең шикелле сибәр түгелмен...

Башлаған һүҙен әйтеп бөтөрөргә лә мөмкинлек бирмәйенсә, Байрас уны күтәреп алды.
– Бәләкәй булғас, күтәрергә яйлы, ҡосағыма инеп бөтәһең, – тип һөйләнә-һөйләнә, Сөмбөлдө ҙур бүлмәгә алып сыҡты. – Ҡайтҡас, тағы бер бүләк вәғәҙә иткән инең түгелме?
– Ашыҡма, сабыр ит.
Сөмбөл Байрастың алдынан төшөп, кейемдәрен алмаштырырға инеп китте.
Ул сәстәрен таратып, йоҡо кейемен кейеп, ире янына сыҡты.
– Байрас, оҙаҡламай беҙгә тағы бер карауат кәрәк буласаҡ.
– Ниңә? Әллә минән айырым йоҡламаҡсы булаһыңмы? Үлһәм дә риза түгелмен. Әрәм уҙған алты йылдың үсен алам, тип күптән әйткән инем шикелле.
– Етте, алдың үсеңде. Шуға күрә бына хәҙер бер йыл айырым йоҡлатам үҙеңде.
– Ниңә, Сөмбөл? Әллә минән туйҙыңмы? Оҡшамайыммы?
Сөмбөл уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәйенсә, усы менән ауыҙын ҡапланы, уның ҡулын үҙенең эсенә ҡуйҙы.
– Һин минән башҡа бер нәмә лә күрмәйһең, ә бында тағы бер кеше бар. Уға инде йән инде, – тип бышылданы.
Байрастың күҙендә әллә ҡурҡыу, әллә аптырау сағылды, ятҡан урынынан тороп ултырыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Сөмбөл уның юғалып ҡалыуын күреп аптыраны:
– Байрас, ни булды? Һиңә лә бала кәрәк түгелме? – тине, ҡурҡып. – Мин шатланырһың тип уйлағайным.
Байрас, бер һүҙ әйтмәй, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫты ла шашып үбә башланы.
– Кәрәк, кәрәк. Ләкин мин һинең өсөн ҡурҡам. Азаматты тапҡан ваҡытта доктор, мине һинең ирең тип белеп, башҡа бала табырға ярамай, тигән ине.
Шуға күрә бала тураһында хыялланманым. Ә һин таба алырһыңмы һуң? Теге ваҡыттағы кеүек булмаҫмы?
– Һинең кеүек иргә үлһәм дә бер бәпес табып бирәм инде, ләкин кем булыр, белмәйем.
– Сөмбөл, тыңла әле. Мин балаһыҙ йәшәй алырмын, һинһеҙ йәшәй алмам.
Миңә ундай ҡорбан кәрәкмәй, беҙҙең улыбыҙ бар. Һинең теге ваҡытта интегеүҙәреңде мәңге онотаһым юҡ. Сөмбөл, мин һине юғалтыуҙан ҡурҡам. Бәлки...
– Т-сс, – тип бармағын Байрастың ирененә ҡуйҙы ҡатын. – Уға йән ингән, ул барыһын ишетә, аңлай, атай минән баш тарта тиер, рәнйер. Улай әйтеү түгел,
уйлай ҙа күр мә. – Уның биттәрен усына алып, күҙенә ҡараны. – Ҡурҡма, һин минең та бип икәнемде онотма, барыһы яҡшы булыр. Һинең артыҡ дәртеңде
генә ҡайҙа ҡу йырбыҙ, – тип яратып, Байрастың ирендәренән үбеп алды. –
Ситтәргә ҡарай баш лаһаң, ни эшләрмен?
Ошо көндән Байрас өсөн яңы тормош башланды, ул тыныслығын юғалтты, ҡатынының һәр һулышын аңларға тырышты. Сөмбөл иренән көлдө.
– Кем ауырлы: һинме, минме? Бөтөнләй сиргә һабыштың, ябыҡтың.
– Һин иҫәнRһау булып, бәпес алып ҡайтҡансы мин тыныслана алмам.
– Байрас, йәнем, мин сирле түгел, мин – ауырлы. Ваҡыты еткәс тә ҡайғырырға өлгөрөрһөң әле...

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас