

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ
ПОВЕСТЬ
Зифа ҠАДИРОВА
(11)
– Битеңә яҙылған, ауыр һулап ятыуыңдан һиҙәм...
– Эйе, мин теләгеңә ҡаршы өйләндем, һиңә яҡшы ир булырмын, наҙлармын, иркәләрмен, йөрәгеңде яулармын, тип уйланым. Ә бөгөн шикләнеп ҡалдым.
Һин ағайға шундай итеп ҡарап ултырҙың, һин уны һаман яратаһың, ғазап уттарында янаһың, ахырыһы. Мин бөгөн көсһөҙлөгөмдө аңланым. Ағай сит кеше түгел, уның менән ҡараҡаршы көрәшеп, һуғышып булмай. Һеҙ осрашҡан һайын, йәнемде ниндәйҙер ҡорт кимерә, көнләшеүме был, үҙем дә аңламайым, аңым томалана, туғандар икәнлегебеҙҙе лә онотам. Һин мине ярата алмаһаң, ни эш ләрмен? Мин һине көндән-көн нығыраҡ яратам, үҙеңә әллә ниндәй тылсымлы көстәр менән тартаһың. Һин миңә һауа, ҡояш кеүек кәрәк. Элекке йылдарҙағы хистәр ул яратыу булмаған икән. Мин һине бер яратып үпһәм, иркәләһәм, шул етер кеүек тойола ине, ә хәҙер һинең бөтә йөрәгеңә хужа булғым килә, һине бер кем менән бүлешкем килмәй. Аңлайһыңмы мине? Һин бит мине аҡылдан яҙҙыраһың, Сөмбөл,– тип ауыр һулап, башын ҡатынының ҡуйы сәстәре араһына йәшерҙе. – Мин элек бер ни аңламағанмын икән шул: йөрәгеңде яулай алмаһам, ҡалғаны бер ни тормай икән.
Сөмбөл Байрастың битен устарына алып, күҙҙәренә ҡараны:
– Булатҡа ҡараһам да, мин һинең хаҡта уйлайым.
– Ниҙәр уйланың? Минең бик белгем килә.
– Юлыңда Фәриҙә кеүек сибәр ҡатын осрап, һине минән тартып алһа, нисек йәшәрмен? Һинең кеүек оҙон буйлы баһадирға шундай сибәрҙәр пар бит.
– Ни һөйләйһең һин, Сөмбөл? Шуға күрә мине яратырға ҡурҡаһыңмы? Ҡайҙан килә башыңа ундай уйҙар? Эй, Сөмбөл, Сөмбөл. – Ул ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡланы, еңел һулап ҡуйҙы. – Мин һине бер ҡасан бер кемгә алмаштырмаясаҡмын.
Ҡурҡ ма, ас йөрәгеңде, аҙ булһа ла урын алайым.
Ташҡын һыуын асҡандай, ҡатынын йәне туйғансы үпте, иркәләне.
– Юҡ, мин һине бер ниндәй сибәр ҡыҙҙарға алмаштырмайым. Йә Хоҙай, бынан да артығыраҡ яратып буламы икән? Яндырып үлтерәһең бит, – тип бышылдап, ҡайнар тыны менән Сөмбөлдө яндырҙы. Сөмбөл ҡаршы килмәне, бөтә йәне-тәне менән яуап бирҙе, иренең ҡайнар ҡосағында ирене. Шул миҙгелдә аңын йәшен кеүек бер уй киҫеп үтте: «Хоҙайым, үҙең һаҡла ошо мөхәббәтте!»
* * *
Тәбиғи юл менән бала таба алыу мөмкин булмағанға, Юрий Петрович менән кәңәшләшеп, бала тыуҙырыу көнөн Сөмбөл үҙе билдәләне. Һәр көндө һанап, ҡурҡып йәшәгән Байрасҡа:
– Тағы ике аҙна ваҡыт бар, – тип ялғанларға мәжбүр булды.
Сөмбөл кистән больницаға инеп, операцияға әҙерләнде. Икенсе көндө иртән яһаһалар, ире килеүгә барыһы үткән булыр. Әйтһәң, ул меҫкен ҡурҡып, кеше генә борсоп йөрөр.
Байрас, кис менән Сөмбөлдө эштән алырға килгәс, ҡабул итеү бүлмәһендәге шәфҡәт туташынан:
– Сөмбөл Харисовна сыға алмай, – тигән яуапты ишетеп аптыраны.
– Ни эшләп сыға алмай?
– Иртән генә операция яһағас, нисек сыға алһын?
– Ниндәй операция? – тине Байрас, ҡото алынып.
– Үҙе таба алмағас, операция яһанылар.
– Ҡайҙа ул? Нисәнсе палата?
– Икенсе ҡатта, унынсы палата.
Байрас баҫҡыстарҙы ике генә һикерҙе, артынан: «Унда инергә ярамай!» – тип ҡысҡырып ҡалған шәфҡәт туташының һүҙҙәрен ишетмәне. Ул палата ишеген асҡанда, Юрий Петрович менән шәфҡәт туташы Сөмбөлдөң беләгенә энәләр
ҡаҙай ине. Сөмбөл үҙе әллә аңһыҙ, әллә йоҡлай, уныһын аңлап бөтөрә алманы.
Байрас аҡ ҡағыҙ төҫөнә инде, көс-хәл менән карауат башына килеп тотондо, ҡатынының беләгенә ҡаҙалған энәнән күҙен ала алманы.
– Ни булды? Ни өсөн? Әле ике аҙна бар ине бит, – тип тотлоғатотлоға һораны, үҙе ҡурҡыуынан йығылыр дәрәжәгә етте.
Юрий Петрович, Байрастың хәлен аңлап:
– Әйҙәгеҙ, сығайыҡ, бында инергә ярамай, – тине.
Байрас урынынан теләһә лә ҡуҙғала алманы, Сөмбөлгә ҡарап тик торҙо.
– Уға хәҙер йоҡларға кәрәк. Барыһы ла яҡшы. Әйҙәгеҙ, сығайыҡ, иртәгә килер һегеҙ.
Сөмбөлдө әллә һөйләшкән тауыштар, әллә иренең тетрәнеүе уятты, ул йоҡо аралаш:
– Байрас, ебәр карауат башын, йолҡоп алһаң, мин карауат менән бергә таралам, – тип мығырҙаны. – Һеҙ уға тынысландыра торған укол яһағыҙ, шунһыҙ китә алмаҫ.
Байрастың артына энә менән төрттөләрме ни:
– Юҡ, кәрәкмәй, мин ҡурҡам, мин шунда ғына торам, – тине.
– Ярамай, микроб индереүегеҙ бар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә балағыҙҙы күрһәтәм, – тип доктор уны үҙе менән алып сығып китте.
Ул, иҫерек кеше кеүек сайҡаласайҡала, Юрий Петрович артынан эйәрҙе, ҡур ҡыу ҡатыш һораулы күҙҙәре менән докторға ҡараны. Доктор көлөп ебәрҙе:
– Сөмбөл Харисовна хаҡлы, һеҙ бик ҡурҡаҡ икән. Ул һеҙҙе йәлләп, операцияға керәһен әйтмәне. Кемегеҙ бар икәнен белдегеҙме әле?
Байрас, «юҡ» тигәнде аңлатып, баш сайҡаны.
– Ай, егетем, ҡурҡаҡ айыу икәнһең, үҙең тирә-яҡта иң көслө кеше һаналаһың. Кил әле бында, – тип Юрий Петрович уны быяла менән бүленгән бүлмә яны на саҡырҙы.
– Был яҡтан икенсе бала – һеҙҙең ҡыҙ.
– Сөмбөл иҫән ҡалырмы?
– Ҡалыр, ҡалыр, борсолма. Нисек инде һинең кеүек ҡурҡаҡ ирҙе ҡалдырып китһен ул. Ана, үҙеңә ниндәй матур ҡыҙ бүләк итте. Ҡыҙҙар аталарын малайҙарға ҡарағанда нығыраҡ яраталар. Һин хәҙер бар, ҡайт, ял ит, өйҙә балағыҙ яңғыҙҙыр. Иртәгә иртән килерһең, борсолма, барыһы ла яҡшы булыр.
Байрас төнө буйы йоҡламаны, арлыбирле йөрөп таң аттырҙы. Азаматты мәктәпкә оҙатыуға, больницаға йүгерҙе. Сөмбөл иренең киләһен күңеле менән һиҙҙе. Байрас, ҡурҡып, палата ишеген асты, әкрен генә ҡатыны ятҡан карауат янына сүгәләне, йоҡлай, тип тын алырға ла ҡурҡып, уға ҡарап ултырҙы.
Сөмбөл:
– Мин бик йәмһеҙме? – тине лә боролоп йылмайҙы.
Байрас күҙ йәштәрен йәшерә алманы, уның мендәренә башын һалды.
– Тағы бер бала табам тиһәң, мин аҡылдан яҙасаҡмын.
Сөмбөл иренең сәсенән һыйпаны.
– Ҡара инде, аҡ сәстәрең барлыҡҡа килгән.
Байрас:
– Башта сәс күп, ә һин берәү генә, – тип уның бармаҡтарынан үпте. – Мин кисә баланы күрҙем, уйымда гел һин булғанлыҡтан, бер ни аңламаным.
Сөмбөл уның битен, күҙҙәрен һыйпаны.
– Ҡыҙың тыуҙы, ә һин һөйөнмәйһең дә.
– Мин һинән башҡа бер кем тураһында уйлай алмайым. Һин йылмаяһың, ә мин һаман һинең өсөн ҡурҡам.
Палатаға Юрий Петровичтың ингәнен һиҙмәнеләр.
Ул арала шәфҡәт туташы баланы палатаға индерҙе.
– Ҡап-ҡара бәләкәй йомғаҡ, әсәһенә оҡшаған...
Сөмбөл, Байрасҡа ҡарап:
– Мә, атаһы, үпкәләмә инде, малай бүләк итә алманым, – тип баланы уның ҡулына һалды.
– Улай тимә, кемгә кәрәк ул өй тулы малайҙар. Уларҙы матур итеп кейендереп тә булмай бит, – тип йылмайҙы ире. – Ҡыҙыбыҙ өсөн рәхмәт. – Байрастың йөҙө яҡтырып китте, ул үҙенең атай булыуын аңлай башланы. – Мин һиңә ни бүләк итәйем икән?
– Һин беҙгә өй һал, атаһы, ҙур, яҡты өй. Һәр яҡлап ҡояш төшһөн, тәҙрәнән ағастар, сәскәләр күренеп торһон. Балаларыбыҙҙың тыуған йорто, аяҡ баҫыр үҙ ер ҙәре булһын.
– Һин мине ғәжәпләндереүҙән туҡтамайһың. Бөтә ҡатынҡыҙ ҡала фатиры тураһында хыяллана, ә һиңә ауыл өйө кәрәк.
– Ҡала фатиры аяҡ аҫтындағы тыуған ерҙе алмаштыра алмай, үҙ баҡсаңда ялан аяҡ йөрөүгә ни етә. Беҙ ҡыҙым менән гөлдәр үҫтерербеҙ. Һин беҙгә матур йорт һал, мин һиңә булышырмын, бына шунда беҙҙең ысын тормошобоҙ башланыр.
Сөмбөл больницанан ике аҙнанан һуң ғына сыҡты, шул сәбәпле һабантуйға бара алманы, бала менән өйҙә ҡалды. Байрас менән Азамат икәү китте.
– Байрас, көрәшә күрмә, йә имгәнерһең, – тип оҙатып ҡалды уларҙы Сөмбөл.
– Һин ҡурҡмайынса бала таптың, мин дә батыр, улыма көрәшеп күрһәтәм әле...
Көрәш майҙанына халыҡ йыйылды. Булат менән Әлфис көрәшсе туғандары янында ҡайнашты. Алғы рәткә, ҡарттар араһына, Шәфҡәт ағай ҙа ғорур ғына инеп урынлашты. Азаматтың әле көрәш күргәне юҡ, шуға ул ҡыҙыҡ итеп кенә күҙәтте. Ахун халҡы таҙа, көрәшсе халыҡ, ҡараусыһы ла, көрәшсеһе лә етерлек, хатта ҡатынҡыҙ ҙа ситтә ҡалмай. Ахун көрәш майҙанының уртаһында күҙ һалып һоҡланырҙай ир бәһлеүәндәре етерлек әлегә. Шәфҡәт ағай үҙ малайы өсөн тыныс ине. Бил бирмәйәсәк, күренеп тора...
Ысынлап та, көрәштә Байрас еңеп сыҡты, елкәһенә тәкә килтереп һалғас:
«Сөмбөлөм, был еңеүем һиңә!» – тине эсенән генә. Азамат:
– Атайым еңде, атай еңде! – тип Булат янында һикергеләне.
Һөйөнөшөп өйгә ҡайтып инеүгә, Азамат ашығаашыға әсәһенә һабантуй яңылыҡтарын һөйләргә тотондо.
– Минең атайым иң көслөһө, – тигәс, Сөмбөл эштең ниҙә икәнен аңланы.
– Ҡотлайбыҙ, атаһы! Мине тыңламаҫыңды белдем бит, еңелеп хур ҡалмаһын, тип кенә әйткән инем. Улайһа, өйләнеү килешмәгән, тиерҙәр ине, минең менән бергә бәпесләп ябығып бөттөң бит.
– Сөмбөл, әйҙә, йыйынығыҙ, мин һеҙҙе бер ергә алып барам, тик һорама, барғас күрерһең.
Байрас Сөмбөл менән балаларын ауыл ситендәге ҡарағай урманы буйына алып килде.
– Оҡшаймы һеҙгә был ерҙәр?
– Бик матур урындар. Ҡарағай урманының саф һауаһы ни тора...
– Мин һине хәҙер үҙемдең класташтарым, дуҫтарым менән таныштырам. Бөгөн беҙ ҡыҙымдың тәпәйен йыуабыҙ. Һин больницанан терелеп сыҡмайынса, бай рам итергә күңелем тартманы. Ә бөгөн ике байрамды рәхәтләнеп бергә үткәрәбеҙ.
Ул машинаһын йыйылған халыҡ янына килтереп туҡтатты. Дуҫтары уны шатланып ҡаршы алды. Байрас машинанан сыҡты, унан ипләп кенә Сөмбөл менән ҡыҙын төшөрҙө.
– Ҡәҙерле дуҫтарым, мин һеҙҙе ғаиләм менән таныштырырға теләйем. Бына был бәләкәй матур ҡатын – бөтә тормошомдоң йәме, шатлығы. Барлыҡ еңеүҙәрем Сөмбөлөмә бағышланған. Бына быныһы – улым Азамат, киләсәктә майҙандарҙа мине алыштырасаҡ. Ә быныһы – ҡатынымдың миңә һабантуй бүләге, бәләкәй ҡыҙым Айһылыу. Беҙ баҫып торған ерҙә, Алла теләһә, балаларымдың тыуған ере буласаҡ.
Сөмбөл, ризалығын белдереп, йылмайып керпек ҡаҡты, ҡысҡырып әйтмәһә лә, ул бөгөн бик бәхетле ине. Ире уның күҙҙәренә ҡараны, Сөмбөлдөң күҙҙәре ул ярат ҡанса йылмаялар, барыһынан бигерәк Байрас үҙе бәхетле, бер йыл элек ул был хаҡта хыяллана ғына ала ине. Ул Сөмбөлгә йылмайып:
– Хоҙайҙан бик ялбарып һораһаң, буй етмәҫ хыялдар ҙа тормошҡа аша икән, – тип бышылданы. Үҙе: «Һин дә берәй ваҡыт яратырһың мине, Сөмбөл. Һин «яратам» тигән көндө бөтә донъяла минән бәхетле кеше булмаҫ», – тип уйланы.
* * *
Шул йәйҙә үк Байрас, атаһы менән бергәләп, буласаҡ йортҡа нигеҙ һалды. Учалы ҡалаһының ситендә Бурансы ауылының пар ҡарағай үҫеп ултырған ерен ҡамап алдылар. Байрас шатланып: «Пар ҡарағайы ни тора, киҫеү юҡ, үҫһендәр,
шу лаймы, атай?» – тине шатланып. Ирҙәр көнтөн шунда эшләне. Ваҡыт уҙа торҙо, ҡапҡара сәсле Айһылыуға ла бер йәш тулды. Азамат һеңлеһен нисек кенә итеп яратырға белмәне. Әсәһе уға:
– Улым, һин Айһылыуға ҙур ағай. Һеҙ ике бөртөк бер туған, бер ҡасан был хаҡта онотма, – тигәс, ағай булыу менән ғорурланып йылмайҙы.
– Әсәй, беҙҙең Айһылыу ҡапҡа башындағы сыйырсыҡҡа оҡшаған, эйеме, һис тик тормай, үҙе гел ниҙер бытылдай.
Байрас балаларын бик ярата, эштән уларҙы бик һағынып ҡайта, балалар, аталары ишектән күренеүгә, муйынына һарылалар.
Айһылыу тыуғас, өс бүлмәле фатир биргәндәр ине, үҙ йорттарын иркенләп өлгөртөргә уйланылар.
Балаға бер йәш тулыуға, Юрий Петрович ауырып китеү сәбәпле, Сөмбөлдө эше нә саҡыртып алдылар. Сөмбөлдө күреүгә, ҡарт табип, ғәфү үтенгәндәй:
– Сөмбөл Харисовна, һеҙҙе борсоном инде. Һөйләшәһе һүҙҙәрем бик күп. Мин үҙем дең сиремде беләм, миңә ял кәрәк, бәлки, донъяла йәшәргә лә күп ҡалмағандыр, шуға күрә һеҙгә ашығыс рәүештә эшкә сығырға кәрәк. Бына был дәфтәрҙә минең ҡырҡ йыл буйына яҙып барған күҙәтеүҙәрем, ҡайһы бер асыштарым. Уҡығыҙ, өйрәнегеҙ, бәлки, кәрәге тейер. Беҙҙең эштә бит әллә ниндәй көтөлмәгән хәлдәр килеп сығырға мөмкин, һеҙ барыһына әҙер булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ бүлеген һеҙгә тапшырырға теләйем. Мин һеҙгә ышанам.
Шулай итеп, Сөмбөлгә һис уйламағанда эшкә сығырға тура килде. Ҡара сыйырсыҡ балаһын Гөлфиә апай ауылға алып ҡайтып китте.
– Ғүмер буйы ҡыҙ бала үҫтерергә хыялландым, Алла насип итте, – тип ул бик һөйөндө.
Баштараҡ йәш белгескә тәжрибәле табиптан башҡа эшләүе ҡыйыныраҡ булды. Ҡатмарлы операциялар яһағанда, янында күҙәтеп тороусы, кәңәш биреүсе Юрий Петровичтың булмауы Сөмбөлдө бер аҙ ҡурҡыта ине. Ул операция өҫтәле янына килеп баҫҡас, Ғәлимә апайҙың етди йөҙөн күҙ алдына килтерҙе һәм эшкә тотондо. Үҙүҙенә ышанмағандарҙы Өфөгә ебәрҙе. Ҡатынҡыҙ араһында уның хаҡта «яҡшы белгес» тигән хәбәр тиҙ таралды.
Бер көндө уның янына Фәриҙә килеп инде.
– Килдем әле, һине бит, бик күп белә, яҡшы дауалай, тиҙәр, бәлки, миңә лә ярҙам итерһең?
– Әгәр минән генә торһа, ҡулымдан килгәндең барыһын эшләргә тырышырмын, Фәриҙә.
Ул Фәриҙәне бөтә яҡлап тикшерҙе, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның инәлеге етәрлек дәрәжәлә үҫмәгән булып сыҡты. Был осраҡта бала табыу мөмкин түгел икәнен Сөмбөл бик тиҙ аңланы, ләкин Фәриҙәгә нисек әйтергә белмәй аптыра ны, еңелерәк һүҙҙәр эҙләне. Күптәр был хаҡта ишеткәс, табипҡа ышанмайҙар, йә иһә уны ғәйепләйҙәр.
– Фәриҙә, был осраҡта медицина көсһөҙ, мин һиңә бер нисек ярҙам итә алмайым. Һине Хоҙай шулай яратҡан, бында бер кем дә ғәйепле түгел. Һинең балаң булмаясаҡ...
Сөмбөл ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, үҙен ауырыу ҡаршыһында ғәйепле кеүек тоя ине. Килендәше янында үҙен нисек тоторға белмәне. Фәриҙә бер мәлгә телһеҙ ҡалды, йөҙө ағарҙы, унан уҫал итеп Сөмбөлгә ҡараны:
– Шатланаһыңмы? Эйе, шатланаһың, ҡарғышым төштө, тиһеңме? Булмаһын, мин уны һинән башҡа ла яҡшы беләм. Улай бик яҡшы табип булғас, дауала, булырлыҡ яһа. Һин бит үҙеңә ниндәй кәрәк, ҡайһыһынан кәрәк, шулай табаһың: береһенән малай, икенсеһенән ҡыҙ. Һин бит Арыҫлановтарҙың уртаҡ ҡатыны.
Килендәшенең зәһәр сәсеүен Сөмбөл бар көсөн йыйып, сабырлыҡ менән тыңланы, башҡа ерҙә булһа, урынына бик тиҙ ултыртыр ине, тик эштә ҡысҡырышырға яҡшы түгел. Ул әкрен генә тороп, тәҙрә ҡаршыһына килеп баҫты.
– Әйтәһе һүҙҙәреңде уйлап һөйлә, Фәриҙә, аҙаҡтан оялырға тура килмәһен.
Унан, урыны ул түгел, – тине Сөмбөл, үҙен тыныс тоторға тырышып.
– Оятмы, миңә оятмы?
Фәриҙә зәһәрләнеп тағы ниҙер әйтмәксе булған ине, Сөмбөлдөң асыулы ҡарашын күреп, туҡтап ҡалды.
– Әйтәһе һүҙең булһа, өйгә кил, бында килеп тауыш сығарып йөрөмә, хәҙер үк сығып кит. Мине рәнйетеп кенә бала тыумай, донъяла йәтимдәр бөтмәгән, алығыҙ ҙа үҫтерегеҙ.
Фәриҙә яуап ҡайтарғансы, һүҙ бөттө тигәндәй, Сөмбөл ишекте асты:
– Һау булығыҙ, мин һеҙгә ярҙам итә алмайым, башҡа табипҡа барып ҡарағыҙ. Ауылға ҡайтҡас, улар тағы осрашты.
Сөмбөл, тирәяҡҡа тәмле еҫ сығарып, баҡсала ҡоймаҡ бешерергә тотондо.
– Сөмбөл ҡайтҡаны әллә ҡайҙан һиҙелә, – тип күләнкүрше инеп сыҡты. Ҡара бөҙрә сәсле Айһылыу – бөтәһенең шатлығы, йыуанысы – атаһының алдынан
төшмәне. Сөмбөл Фәриҙәгә ҡарап-ҡарап алды, ул Азаматтың уйнағанын күҙәтә ине. Теге һөйләшеү тураһында ирҙәренә һиҙҙермәнеләр. Баҡсала икәү генә ҡалғас, Фәриҙә Сөмбөлдөң ҡаршыһына килеп баҫты, уға өҫтән генә ҡарап:
– Һинең менән һөйләшәһем бар, – тине.
– Нимә тураһында?
– Азаматты беҙгә бир. Булат «миңә кеше балаһы кәрәкмәй, минең үҙ балам бар» – ти, шулай булғас, Азаматты беҙгә бир.
Сөмбөл, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йығылып китмәҫ өсөн, ҡайҙа тотонорға белмәне, башына һуҡҡандай булды, һауа етмәне, үҙен тиҙерәк ҡулға алырға тырышты. «Был ниндәй оятһыҙлыҡ, хәйерсегә яҡты сырай күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай, ти, бала менән аралашыуға ғына риза түгел, инде тартып алырға уйлайҙар». Сөмбөлдөң асыуҙан ҡаны ҡайнаны, йөрәге ярһыны, ә Фәриҙә, бер ни һиҙмәгәндәй, һаман ауыртҡан ергә баҫты:
– Ул Булаттың малайы, уның быға хаҡы бар.
Был һүҙҙәр Сөмбөлдө тамам сығырынан сығарҙы.
– Юғал күҙ алдымдан! – тип ҡысҡырып ебәреүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Мин һиңә, йөрәгемдән өҙөп, атаһын бирҙем, бала теләһәң, унды тап. Булатҡа бит мин тапҡан бала кәрәкмәне, уға һинеке кәрәк ине, ә бала таба алмайһың икән, бында минең ғәйебем юҡ.
Улар Фәриҙә артына килеп баҫҡан Булатты күрмәнеләр. Сөмбөлдөң бөтә тәне ҡалтыраны, хәле китте. Булатты күреп алды, ул, ниҙер һиҙенеп, Сөмбөлгә ҡарап тора ине. Сөмбөл асыу менән:
– Минең балаларым янына яҡын киләһе булмағыҙ! Уның балаға бер ниндәй хаҡы юҡ, ул малайын һиңә алмаштырҙы! – тип ҡысҡырҙы.
– Ә мин балаға атаһының кем булыуын әйтһәм, ул ваҡытта ни тиерһең?
– Дөрөҫөн әйтермен, атайың һине йәнһеҙ бер таш ҡурсаҡҡа алыштырҙы, тиермен. Унан ҡарарбыҙ, яратҡан Булат ағаһы кемгә әйләнер? – Сөмбөл Булатҡа бармаҡ менән төрттө. – Ҡарында саҡта уҡ һин ул баланан баш тартҡаныңды оноттоңмо? Байрас ҡайтмаған булһа, беҙ икебеҙ ҙә гүр эйәһе инек, ә хәҙер һеҙгә бала кәрәкме?
Уның тауышын ишетеп, баҡсаға Байрас менән ҡайныһы килеп инде.
– Сөмбөл, ни булды?
Байрастың ҡатынын бындай хәлдә беренсе тапҡыр күреүе ине: ул уҫал, асыуы йөҙөнә сыҡҡан, ҡара күҙҙәрендә ут уйнай.
– Мине ҡан илатып, тапап уҙҙың, алма кеүек балаңдан баш тарттың, теләгеңә ирештең: бәхетең, мөхәббәтең үҙ ҡулыңда. Мин һинән бер ни ҙә һораманым, үҙ яраларымды үҙем бәйләнем. Нисек ғазапланыуымды күреп тә йәлләмәнең, ул тип барыһын аяҡ аҫтынан һалып тапаның. Ә һин, Фәриҙә, минең менән ауыҙ сайҡама, мин уны йыртыла-йыртыла һинең өсөн тапманым. Булат, балаға яҡын киләһе булма, бала яратаһың килә икән, урам малайҙарын ярат, беҙҙекенә теймә! Бик кәрәк икән, донъя тулы йәтим бала – ал да тәрбиәләп үҫтер!.. Әйҙә, Байрас, балаларҙы машинаға ултырт, тиҙерәк китәйек бынан, береһен дә күргем килмәй.
Байрас, аптырап, ҡатынын ҡосаҡлап алды:
– Башта тыныслан, унан китербеҙ.
– Юҡ, хәҙер үк! Азамат, ҡайҙа һин? Машинаға ултыра тор, – тип Сөмбөл Айһылыуҙы алырға ашыға-ашыға өйгә инеп китте.
Шәфҡәт ағай Байрасҡа:
– Бар, улым, ҡатыныңа ярҙам ит, ағайың менән үҙем һөйләшермен, – тип баҡсанан сығарып ебәрҙе. Булатҡа боролоп:
– Ҡатыныңды ал да кит бынан, ә һин, килен, телеңде тыймаһаң, Булатҡа бала табырлыҡ ҡатын алып бирергә лә күп һорамам. Сөмбөл, һеҙ бәхетле булһын тип, барыһынан баш тартты, әгәр шулар менән дә иҫәпләшмәйһең икән, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Сөмбөлдө рәнйетәһең икән, был йорттоң ҡапҡаһы ябыҡ һиңә, – тине, Фәриҙәнең күҙенә ҡарап. – Улым, әгәр элеккесә йәшәйһең килһә, ҡатыныңды тәртипкә килтер. Ә хәҙергә ана китер юлығыҙ, ҡапҡа асыҡ. Улым, теләп алған яҙмышың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хоҙайҙан ни һораһаң, шуны бирҙе.
Байрас ҡатыны менән балаларын ауылдан ситтә урынлашҡан күл буйына алып килеп туҡтатты. Сөмбөл бер нөктәгә текәлеп, һелкенмәйенсә ултыра бирҙе. Байрас:
– Әйҙәгеҙ, әсәйегеҙгә сәскәләр йыйып бүләк итәйек, – тип балаларын машинанан төшөрҙө. Азаматҡа:
– Улым, миңә әсәйең менән һөйләшергә кәрәк, һин ҙур егет бит, һеңлеңде ҡарап тор, – тигәс, тегеһе үҙен оло кеше итеп хис итте, баш һелкте.
Байрас Сөмбөл янына инеп ултырҙы, һүҙһеҙ генә уны ҡосаҡлап алды. Әллә йәлләүсе, әллә яҡлаусы булғанға, Сөмбөл әкрен генә илап ебәрҙе. Ул һирәк илай, илаһын, эсен бушатһын, тип, Байрас туҡтатманы, балаларының уйнауҙарын күҙәтеп тыныс ҡына ултырҙы. Ҡатыны тыныслана төшкәс, уның эйәгенән күтәреп, күҙҙәренә ҡараны.
– Сөмбөл, беҙ бергә, һин шуны онотма. Борсоу-ҡайғыларыңды минән йәшереп, үҙең генә күтәреп маташма, беҙ бөтөн бер алма кеүек йәшәргә тейешбеҙ.
Кил әле үҙемә, һин яралы ҡошҡа оҡшағанһың, – тип иркәләй-иркәләй, ҡатынын үпте. Улар балаларының килгәнен күрмәй ҙә ҡалдылар. Азамат, атаһы менән әсәһенең үбешкәнен күреп:
– Ҡарама, ҡарама, – тип һеңлеһенең күҙен ҡапларға тырышты.
Байрас, уларҙы күреп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Аһ, һине, кил әле, ҡыҙым, улым, кил һин дә, – тип икеһен ике яғына ул тыртты. – Эх, рәхәт тә һуң, ниндәй матур был донъя, әсәһе! Мин бөгөн ағайымдарҙың ҡайғыһын бөтә йөрәгем менән тойҙом, Хоҙай үҙе ярҙам итһен. Беҙҙе генә ошо бәхеттән айырмаһын, – тине, ҡыҙын алдында һикертеп.
Улар яланда ҡыуышлы уйнап, матур сәскәләр йыйып бик оҙаҡ йөрөнөләр, Сөмбөл тынысланды:
– Әйҙә, ҡайтайыҡ, атайҙар борсола торғандыр. Сөмбөл, һин ағай менән Фәриҙәгә рәнйемә, Хоҙай уларҙы былай ҙа ныҡ рәнйеткән. Беҙҙекен генә күпһенеп күҙ тейҙермәһендәр, ә ҡалғанын бергә еңербеҙ. Сөмбөл, әле мин һине белеп бөтөрмәйем, ахырыһы, һин бик көслө кеше. Асыуланған ваҡытта һин үҙ бәпкәләрен һаҡлап ҡалырға тырышҡан инә ҡаҙға оҡшаған инең. Һине яҡыныраҡ белгән һайын, үҙемде бәләкәйерәк тоям.
– Улай тимә, Байрас, миңә үҙемдән көслөрәк рухлы кеше кәрәк. Бөтә йәнем-тәнем менән һөйөлөрлөк, бөтә эс серҙәрем һыйырлыҡ, уларҙы аңларлыҡ, ир генә түгел, иң яҡын дуҫ та булырлыҡ кеше кәрәк. – Сөмбөл, үрелеп, Байрастың күҙ ҙәренә ҡараны. – Һин хаҡлы, араға елдауыл кермәһен. Мин һинең менән бик бәхетле, һин шуны беләһеңме, һиҙәһеңме икән, Байрас, ишетәһеңме, мин бик бәхетле!
Ҡатынының һәр бер әйткән һүҙе Байрастың йөрәгенә һайрар ҡош булып ҡунды, уның был бәхеттән башы әйләнде, күҙҙәре, иртәнге һыу өҫтөн хәтерләтеп, мең төрлө төҫтә ялтыраны, ирендәре йылмайҙы.
– Сөмбөл, мин һинән был һүҙҙәрҙе бик оҙаҡ көттөм, уларҙың минең өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнен һин үҙең дә белмәйһең, – тип Байрас күҙҙәрен йомдо,
Сөм бөлдө яратып күкрәгенә ҡыҫты, балалар ҡыҙыҡһынып уларҙы күҙәтте.
Тормош юлдары ҡатмарлы, бигерәк тә ғаилә тормошоноҡо, уның борол малары бик күп, һәр кеше лә ул боролмаларҙы еңел генә үтеп сыға алмай: кемдеңдер сабырлығы етмәй, кемдеңдер аҡылы томалана. Бөгөн Байрас менән Сөмбөл шул тормош тигән оҙон юлдың бер боролмаһын юғалтыуҙарһыҙ атлап уҙҙы.
Улар ғүмерендә бындай боролмалар күп булыр әле, бөгөн ошо яланда бер-береһенә йөрәк серҙәрен астылар, алда яңы көн кеүек, ҡояштай оло, яҡты мөхәббәт тыуасағы, тигеҙ юлдар буласағы билдәле ине.
Булаттарҙың ғына тормошо, болот ҡаплаған ҡояштай, һүнгәндәнһүнә барҙы.
Булаттың аталары ҡаршыһында тауыш сығараһы килмәне, үҙ өйҙәренә ҡайтып еткәнсе түҙҙе, өйгә инеү менән:
– Һөйлә, – тине Фәриҙәгә ҡоро ғына, – нимә кәрәк һиңә Сөмбөлдән?
– Барыһына ла һин ғәйепле, бала-бала, тиһең, булмай беҙҙең балабыҙ, булмаясаҡ та, Сөмбөл үҙе шулай тине. Азаматты беҙгә бир, тинем. Һин бит, кеше балаһы кәрәкмәй, тинең, ҡайҙан алайым мин, булмағас, – тип илап ебәрҙе.
– Мин бит күреп торам: шул баланан айырыла алмайһың, уның янында донъяңды онотаһың. Һинең дә бит ул балаға хаҡың бар, һөйләш Байрас менән, Сөмбөлдө күндерһен, – тип иренең ҡаршыһына килеп теҙләнде. Кәнәфиҙә башын эйеп ултырған Булат Фәриҙәгә тишерҙәй итеп ҡараны:
– Мин һиңә, бала тап, тинем, Сөмбөлдөкөн тартып ал, тимәнем. Мин улымды күпме теләйем – шул тиклем яратам, уның янында булам, мин шуға риза инем, ә һин бөгөн мине барыһынан мәхрүм иттең. Ниндәй ҡанһыҙ кеше һин, ул бит бесәй балаһы түгел, һеҙҙә икәү, береһен беҙгә бир, тиергә нисек телең әйләнде?
Минең бер ниндәй хаҡым юҡ ул балаға, Сөмбөл дөрөҫ әйтә, мин уны һиңә алыштырҙым!
Булат ҡатынын бер ҡырыйға этте лә өйҙән сығып уҡ китте.
Фәриҙә:
– Мине ташлап ҡайҙа китәһең, китмә өйҙән, ҡасма минән, – тип үкһеп иланы, күҙ йәштәре аша Сөмбөлдө ҡарғаны. Ул ҡайтҡансы, улар бик һәйбәт йәшәйҙәр ине, бөткән инеме уға башҡа ғаилә, башҡа ир, ниңә был донъя шулай тығыҙ һуң? Фәриҙә үкһей-үкһей бик оҙаҡ иланы.
Булат ошо көндән һуң тамам юғалып ҡалды, үҙ эсенә бикләнде, күҙҙәре моңһоу ланды. Ул донъяла йәшәүҙең йәмен тапманы, ҡысҡырып көлгән кешеләргә ҡарап аптыраны. Элек эсе бошһа, энеһе менән һөйләшә, атаһы янына ҡайта
ине, ата һы уны һәр ваҡыт аңланы, ә иң мөһиме – уның донъялағы бар нәмәнән ҡәҙерлерәк улы бар ине. Хәҙер япаяңғыҙ, ни энеһе, ни атаһы, ни улы янына бара алмай. Сөмбөл уны бөтөнләй күрә алмаҫ булды, теге көндө: «Балаға яҡын
килмә!» – тип нисек асынып ҡысҡырҙы. Ул барыһын да юғалтты, ул бер кемгә кәрәк түгел. Көнтөн йөрәкте ошо уйҙар тапаны, тирәяғындағыларҙы күрмәне, үҙен яңғыҙ утрауҙа ҡалғандай хис итте. Әкренләп, эштән ҡайтҡанда, эсеп ҡайта
башланы. Арыҫлановтар ғаиләһендә эскән кешеләр булмағанға, бер кемдең башында «Булат эсә башлар» тигән уй тыуманы, әһәмиәт итеүсе лә булманы. Һалҡын көҙ килде. Ҡарлы ямғырҙар ҙа Булаттың йөрәк яныуын баҫа алманы. Ауылына күптәнән ҡайтҡаны юҡ, элек, исмаһам, улын шунда күрә ине. Бер тәүлек эшләп ҡайтҡас, икенсе көндө ялында ҡайҙа барырға белмәй йөрөнө, йөрәк ярһыуҙарын баҫыр өсөн, ике йөҙ грамм араҡы эсеп алғандан һуң, энеһе йәшәй торған йорт алдына килде. Ни өсөн килгәнен үҙе лә аңламаны. Нимәгә өмөтләнеп килде? Уҡыусылар мәктәптән ҡайта торған ваҡыт булғанға, ишек алды бала-саға тауышы менән тулды. Шул саҡ кемдер:
– Булат ағай! – тип ҡысҡырҙы.
Булат бер көтөү бала араһынан таныш тауыш эйәһен эҙләне, йөрәге йыш-йыш типте, үҙе «улым, улым» тип бышылданы. Арттан берәү килеп ҡосаҡлап алды, үҙе сылтыратып көлөп ебәрҙе.
– Булат ағай, ни эшләп тораһың бында?
Булат:
– Азамат улым, – тип малайын күтәреп алды. – Бына һине күрергә килдем, һағынып бөттөм үҙеңде. – Йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн күҙен йәшерҙе.
– Әйҙә, беҙгә инәбеҙ, сәй эсербеҙ, минең ашағым килә, әйҙә, Булат ағай, – тип Азамат уның ҡулынан тартты.
– Юҡ, улым, инмәйем, әсәйең асыуланыр.
– Кем? Әсәйемме? Һин ингәнгә әсәйем ниңә асыуланһын? Улай ҡурҡһаң, әсәйемә әйтмәҫбеҙ. Әйҙә инде.
Булаттың улы менән аралашҡыһы, янында оҙағыраҡ торғоһо килгәнгә, ярай, ни булһа, шул булыр, тип ризалашты. Белһәләр, үлтермәҫтәр әле, үлтерһәләр, кемгә кәрәк бындай тормош.
Дауамы бар.