Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Март 2023, 04:14

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (12)

«Һинең ирең үҙ сәркәтибе менән йөрөй, ул оҙаҡламай һиңә үҙенең һөйәркәһен бәпесләргә алып киләсәк. Байрас минеке генә тип йәшәмә, был ҡалала уның ваҡытлы ҡатындары күп, һин генә бер ни һиҙмәйһең...»

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (12)ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (12)
ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (12)

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ
ПОВЕСТЬ
Зифа ҠАДИРОВА
(12)



– Әсәйеңә әйтмәһәң генә инәм.
– Эй, ҡурҡаҡ, әйтмәйем, әйҙә, – тип ҡысҡырып көлдө Азамат. – Шахмат уйнарбыҙ, яңы алымдар өйрәндем, һиңә лә өйрәтермен.
Баланың күҙҙәре ут янды, ярата ине ул Булат ағаһын, ул бит уның иң яҡын дуҫы.
Булат энеһенең яңы фатирында әйберҙәр күсергәндә бер булған ине, башҡа килергә тура килмәне. Сөмбөл фатирҙы һәр ваҡыттағыса зауыҡ менән биҙәгән,
бүлмәләрҙәге гөлдәр өйҙө гөл баҡсаһы иткән.
Азамат хужаларса аш йылытырға ҡуйҙы, сәй әҙерләне.
– Булат ағай, әйҙә, хәҙер ашап алайыҡ, унан уйнарбыҙ.
Ашап-эскәс, бергәләп өҫтәл өҫтөн йыйыштырҙылар ҙа донъяларын онотоп шахмат уйнарға керештеләр. Булаттың уйнай белмәгәнен күреп, Азамат эсе ҡатып көлдө. Улы янынан киткеһе килмәһә лә, Булат сәғәткә ҡарарға онотманы: ваҡыт бишкә яҡынлаша ине.
– Ярай, Азамат, мин китәйем инде.
– Һин тағы ҡасан киләһең?
– Киләйемме һуң? – тип иҙәнгә улы ҡаршыһына сүгәләне.
– Кил. Миңә һинең менән бик күңелле, – тип Азамат Булаттың муйынынан ҡосаҡланы.
– Әсәйең белһә, асыуланыр бит.
– Ә беҙ әсәйемә әйтмәйбеҙ.
– Улайһа иртәгә килермен, – тип улын ҡосоп һөйҙө лә, һаубуллашып, үҙ алдына йылмайып ҡайтып китте. Ошо көндән башлап уларҙың уртаҡ серҙәре барлыҡҡа килде. Азамат мәктәптә булған хәлдәрҙе, атаәсәһенә һөйләмәгән серҙәрен дә Булат ағаһына һөйләне.
Булат уның янына бараһы көндө ауыҙына бер грамм араҡы ҡапманы, ә ҡайтышлай ике йөҙ грамм һала торған ғәҙәте барлыҡҡа килде. Өйҙә араҡы еҫе һиҙелә башланы. Булат йоҡлағанда, һаташып, Азамат менән һөйләшә. «Сөмбөл, асыуланма инде» тигән һүҙҙәр ҙә ишеткәс, Фәриҙә бөтөнләй тыныслығын юғалтты. Бер көндө эштән һорап ҡалып, ирен күҙәтергә уйланы. Ире инде күптәнән
уның янына килмәй, сит кешеләр кеүек, һәр ҡайһыһы үҙ алдына йәшәй. Күңелендә, «бәлки, Сөмбөл менән сыуалалыр» тигән шик тыуҙы. Эйе, күҙәтә торғас, ысынлап та Булаттың шунда йөрөүе асыҡланды. Фәриҙә түҙмәне, Байрастың эшенә шылтыратты, үҙен танытмаҫ өсөн тауышын үҙгәртеп һөйләште.
– Һин эштә ваҡытта ҡатының янына Булат килеп йөрөй, биш тулыр алдынан сығып китә. Мин көн дә тәҙрәнән күреп ҡалам.
Бына хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ, ирең ҡайтып тотһа, нисек йырларһың икән, тип, үҙ ҡылығына үҙе шатланып ҡуйҙы Фәриҙә.
Байрастың башына килтереп һуҡҡандай булды, был һүҙҙәргә ышанырға ышанмаҫҡа белмәне. Кем булды был? Нисек инде ағаһы ундай эшкә бара алһын? Шулай ҙа ул тиҙ генә йыйынып, ҡайтырға уйланы, сығып китер алдынан
Сөм бөлгә шылтыратаһы итте.
– Сөмбөл Харисовна операцияла, тиҙ генә бушамаҫ, – тинеләр.
Байрас ҡайтып ингәндә, Булат менән Азамат сәй эсеп ултыралар ине.
– Бына нисек икән хәлдәр? – тине Байрас, ағаһына ҡарап.
Бала бер атаһына, бер ағаһына ҡараны, Булат ағаһының ҡурҡып ҡалыуын күреп:
– Беҙ Булат ағай менән шахмат ҡына уйнайбыҙ, ә ул әсәйемдән ҡурҡа. Атай, һин әсәйемә әйтмәҫһеңме? – тине ялбарыулы тауыш менән.
Байрас:
– Ярай, уйнағыҙ, әйтмәм. Ҡайҙа, мин дә сәй эсәйем, үтешләй генә ингән инем,
– тип тиҙерәк китергә ашыҡты. Сығасығышлай үҙенә асыуланырға тотондо. Яла яҡҡан кешенең теле ҡороһон, ә мин, йүләр, шуға ышанып, күҙемде тондороп сабам. Сөмбөл белһә, битемә төкөрөр.
Ағаһын да йәлләп ҡуйҙы, ябыҡҡан, ҡартайып киткән. Байрасты күргәс, әллә нисек ҡурҡып ҡалды. Эйе, йән тартмаһа, ҡан тарталыр, ана бит Азамат атаһына нисек тартыла, нисек яҡларға белмәй. Сөмбөл ҡайтып күрһә, ни булыр, әйтеүе лә ҡыйын. Меҫкен ағаһы, үҙ улы менән ҡасабоҫа күрешергә килә. Ни эшләһен,
башҡа сараһы юҡтыр, күрәһең. Әйҙә, килһен, һағыналыр, ул да эштән Айһылыуын бик һағынып ҡайта бит. Ағайға «килмә» тип әйтеп булмай, тиҙерәк йортоноң эшен бөтөрөп күсергә кәрәк. Бында кем кергәнен, кем сыҡҡанын йөҙ күҙ күҙәтеп тора.
Йәй буйы улар бергәләшеп өйҙөң эсентышын эшләне. Булат килде, Азамат улар янында йөрөнө. Байрас, ағаһының араҡы менән мауығыуын һиҙеп:
– Ағай, эсмә, ауырлыҡтарҙы улай еңеп булмай. Улыңа ниндәй үрнәк күрһәтәһең, ҙур бит инде ул, араҡы еҫе кәнфит еҫе түгел, уны кем дә яҡшы айыра. Бер кереп батһаң, сыға алмаҫһың, атайымдарға ҡара ҡайғы булырһың. Сөмбөл белһә, Азамат янына яҡын ебәрмәҫ, – тине.
– Белһә, былай ҙа ебәрмәҫ.
– Ниңә белмәһен, белә, тик эскәнеңде генә белмәй.
– Ярай, энем, тырышып ҡарармын. Һеҙҙең менән рәхәт, ә өйгә ҡайтып инге килмәй, эскәс, еңелерәк булып китә, ҡайтып йоҡлайым. Айыҡ башты ауыр уйҙар баҫа, донъяның бер йәме, бер тәме ҡалмай.
Байрас ағаһы өсөн ҡурҡып ҡуйҙы:
– Донъянан туйырға ашыҡма әле, ағай. Беҙ бергә бит, йәшермә сиреңде, ни борсой һине, нимә етмәй? Ниңә, нимәлер юғалтҡан кеше шикелле, һәр ваҡыт
башыңды аҫылындырып йөрөйһөң?
– Юғалттым, энем, юғалттым. Хәҙер шуның ғазабын кисерәм. Яңыһын башлап булмай, иҫкеһен ташлап булмай. Ҡалғанын һорама, үҙең дә беләһең.
Өс йыл тигәндә, өй әҙер булды. Көҙөн, япраҡтар һарғайғансы тип, Байрас ғаиләһен күсерергә уйланы. Иң беренсе Сөмбөлдөң үҙен генә алып килеп күрһәтергә теләне.
– Әйҙә, әсәһе, минең эшкә баһа бир әле, – тип ҡатынын етәкләп өйгә алып инде.
Өй эсендәге ҡарағай еҫе, буялмаған иҙәнтүшәмдәрҙең һары таҡталары, икенсе ҡатҡа күтәрелә торған һырлап, матурлап эшләнгән баҫҡыс, иркен бүлмәләр, гөлдәр ҡуйырға тип уйланылған киң тәҙрә төптәре һәр кемде һоҡландырырлыҡ ине.
– Әйҙә әле, мин һиңә үҙебеҙҙең йоҡо бүлмәһен күрһәтәм.
Байрас ҡатынын икенсе ҡатҡа алып менде. Йәнәшә урынлашҡан өс йоҡо бүлмәләренең береһенең ишеген асты:
– Рәхим итегеҙ, Сөмбөл ханым, был беҙҙең мөхәббәт оябыҙ. – Ҡатынын бик матур бүлмәгә алып инде, үҙе уны ҡосаҡлап: – Оҡшаймы? Тәҙрә урманға ҡарап тора, ишек алды ла күренә. Йә, нисек? – тип үҙенә табан борҙо, эйелеп Сөмбөлдөң күҙҙәренә ҡараны. – Теләһәң, өсөнсө ҡат та төҙөйөм, унан айға юл һалам, һине шунда алып менеп яратырмын, – тип күҙҙәрен ялтыратты. – Тик һин әйт кенә.
Сөмбөл был бышылдауҙарҙың, күҙ ялтыратыуҙарҙың ни менән бөтәсәген белә ине.
– Сабырһыҙланма, ҡарттар йыйып, Ҡөрьән уҡытайыҡ, күҙеңде унан ялтыратырһың.
– Шулай ҙа һине бер генә үпһәм, гонаһ булмаҫ бит. Әгәр ҙә һиңә мин һалған өй оҡшаһа, миңә бер наҙ бүләк ит, – тип ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡланы.
Сөмбөл ҡаршы килмәне, үрелеп иренең ирененән үпте, бышылдап:
– Миңә бик оҡшай, бында бар нәмә һинең кеүек матур. Мин был өйҙө һәр ваҡыт бында ҡайтаһың килеп торорлоҡ итеп биҙәрмен, уның һәр мөйөшө йылмайып торор, – тип иренең күкрәгенә башын ҡуйҙы. – Миңә шундай рәхәт. Байрас, иртәгә, беләһеңме, ниндәй көн?
– Юҡ, белмәйем.
– Беҙ ҡушылғанға биш йыл була. Шул биш йылда балабыҙ тыуҙы, өй һалдыҡ, кеше араһында дәрәжәгә ирештек.
– Эйе, ғүмер биш көн кеүек кенә үткән дә киткән, барыһы ла бар, күҙ генә теймәһен, мин тормошомдан бик ҡәнәғәт.
Улар бер аҙнанан яңы өйгә күсеп сыҡтылар, хәҙер үҙ донъялары менән йәшәйҙәр. Баҡсаларына Силәбе питомнигынан төрлө емеш ағастары ҡайтарҙылар, ағас тарҙы һәр кемгә атап ултырттылар.
Азамат:
– Булат ағайға ла ултыртайыҡ, – тип бер алмағас алып килде.
Сөмбөл менән Байрас бербереһенә ҡарашып алды.
– Ярай, килтер, улым, бына бында, һинеке янына ултыртайыҡ. Унан Әлфис ағайыңа ултыртырбыҙ.
Шулай итеп, әкренләп Учалы янында Бурансы ауылы үҫеп сыҡты. Үҙ өйҙәре менән йәшәргә теләүселәр Сөмбөл менән Байрас ҡына булмаған икән, ауыл күҙгә күренеп ҙурайҙы.
Яңы йылда өй туйы уҙғарҙылар, йорт уртаһында ҡалған ҡарағайҙарҙы биҙәнеләр. Яҙын Сөмбөл баҡсаһына бөтә тирәяҡтың күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр ултыртты. Барыһы һәйбәт кенә барһа ла, Сөмбөлдөң йәненә Булат тынғылыҡ бирмәне. Ул йә эшкә киткәнсе, йә эштән һуң энеләренә килә торған булды. Азамат менән икәү әллә нәмә эшләйҙәр, үҙара ниҙер һөйләшәләр. Сөмбөл уны күрмәмешкә һалынды, улы янына килгән кешене ҡыуып сығарып булмай бит инде.
Һуңғы ваҡытта Булат әллә нисек ҡыҙғаныс күренә ине, ул Сөмбөлдөң күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Ул көн дә тиерлек килде, һуң ғына ҡайтып китте, Аза мат
уны боролошҡа тиклем оҙата бара торған булды.
Бер көндө Сөмбөл тәҙрәнән шаршау аша уларҙы күҙәтеп торҙо. Булаттың ҡулдарын болғайболғай һөйләүен күреп, аптырап китте. Иренең килеп баҫыуын
һиҙ мәгән икән:
– Эйе, ҡыҙғаныс, – тигән һүҙҙәренән һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Бәй, ҡайтҡаныңды ишетмәнем.
– Ҡайттым. Ҡамасауламайым тип, тиҙерәк инеп киттем, йәлләйем мин ағайымды, ярҙам ғына итә алмайым. Бәлки, һин һөйләшеп ҡарарһың?
– Нимә тип? Булат бөгөн әллә ниндәй сәйер күренә.
– Ул яҡшы ғына эсә башланы, хәйер, күптән инде. Һөйләшеп тә ҡараным... Ул Азаматтан йыраҡ йәшәй алмай, өйөнә ҡайтып йәм тапмай, мин уға нисек ярҙам итергә белмәйем. Бөтә өмөт һиндә генә, Сөмбөл, бәлки, һине тыңлар, тик ҡыума ғына, унан бөтөнләй юҡҡа сығыр, әле әҙерәк булһа ла бала тотоп тора.
– Ҡара әле, Байрас, уға тип атап ултыртҡан алмағас та үҫеп китә алмай интегеп ултыра, әйтерһең дә, Булаттың хәлен аңлай. Азамат бер көндө: «Әсәй, был алмағас ниңә үҫмәй икән, үләм-үләм тип ултыра», – ти. Хикмәт, быларҙың өсөһөн дә нимә бәйләй? Ниндәй һүҙҙәр табайым һуң мин уға?
– Тап, Сөмбөл, тап, һин бит табип, һин һәр ваҡыт кәрәкле һүҙҙәрҙе таба беләһең, йығылғанды ҡыйнамайҙар, ярҙам ит, – тип Байрас Сөмбөлдөң күҙҙәренә ялбарып ҡараны. – Атай менән әсәй хаҡына. Улар быны белһә, күтәрә алмаясаҡтар, беҙҙең нәҫелдә эскеселәр юҡ бит, үҙең беләһең.
Сөмбөл, уйланып, ишек алдына сыҡты:
– Азамат, кер әле, улым, атайың саҡыра, – тип улын өйгә индереп ебәрҙе.
Булат, Сөмбөлдөң тауышын ишеткәс, тиҙ генә баҡсаға инеп китте, өй ышығына барып баҫты. Сөмбөл әкрен генә килеп, уның беләгенән тотто.
– Ҡасма, барыбер сысҡан кергән тишеккә һыймаҫһың.
Булат баҫҡан урынында таш кеүек ҡатып ҡалды. Сөмбөл уның ҡаршыһына килеп баҫты. Булаттың әллә күп эсеүҙән, әллә кеше төҫлө йоҡламауҙан күҙ ҡабаҡтары шешенгән, ҡасандыр матур зәңгәр күҙҙәре хәҙер болғансыҡ һыу төҫөн хәтерләтә, сәстәренә сал төшкән. Сөмбөлдөң йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. «Ни булды һиңә, Булат, ниңә былай таушалдың?» – тиәһе килде.
Сөмбөлдөң ҡайнар күҙ ҡараштары Булатты яндыра-көйҙөрә ине, ул уларға тура ҡарарға ҡурҡты. «Эләктем, хәҙер мине ҡыуасаҡ», – тип уйланы.
– Әйҙә, Булат, асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек әле, ун йылдан артыҡ ваҡыт үтте, ҡасан да булһа бер һөйләшергә кәрәктер бит беҙгә, кил, ултыр ҡаршыма, – тип баҡсалағы өҫтәл янына саҡырҙы, улар ҡапма-ҡаршы ултырҙы. Булат ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға, күҙҙәрен ҡайҙа йәшерергә белмәне.
– Булат, ниңә былай уғры кеүек ҡасып йөрөйһөң? Киләһең, өйгә инмәйһең, был бит минеке генә түгел, энеңдең дә өйө, һинең өсөн беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ. Ниңә былай йөрөйһөң? Әллә эсә лә башлағанһың, йөҙөң талсыҡҡан, ҡанаттары һынған ҡош кеүек, иңбаштарың аҫылынып төшкән. Ни етмәй һиңә, нимә юғалттың, бәхетле булырға нимә ҡамасаулай? Һөйлә, аңлармын.
Булат Сөмбөлгә ҡараны:
– Бәхетте бер юғалтһаң, табып булмай икән, ул һинең менән бергә китте. Теге ваҡытта һин иланың, хәҙер мин илайым. Һинең ҡарғыштарың йөҙө менән төштө. Һин беҙҙең өйҙә йәшәгән саҡта булған икән ул бәхетле миҙгелдәр... һин китеп юғалғас, юҡһына башланым, өйләнгәс, онотормон, тип уйланым. Ҡарт алмағас төбөндә, бала менән һине һағынып, мин бик күп иланым. Атай аңлай ине мине: «Яңылышаһың, улым, үкенерһең – һуң булыр, баланы йәллә», – тине.
Эх, йәшлек, үкенестән үлеп булмай, Сөмбөл, бына аяҡтар үҙҙәре алып килә һеҙгә. Үҙем киләм, «Балаға яҡын килмә!» тиерһең тип, үҙем ҡурҡам. Азамат – минең был донъяла берҙән-бер йыуанысым. Йәллә, тимәйем, хаҡым юҡ, рәнйеттем һине, хәҙер шуның уңышын йыям. Кисер мине, Сөмбөл, кисерә ал һаң. Энем булһа ла, Байрасҡа көнләшеп ҡарайым мин, ул күпкә аҡыллыраҡ булып сыҡты, мин генә һуҡыр булғанмын. Мин хәҙер һинең менән үткән йыл дар хәтирәһендә йәшәйем, Азаматты бер көн күрмәһәм дә, ауыр. Тормоштағы ҡайһы бер хаталарҙы төҙәтеп була, тик минекен түгел, – тип ауыр һуланы, бармаҡтарын ағара башлаған ҡуйы сәсе араһына батырҙы. – Яратҡанмын икән мин һине, Сөмбөл, тик һуңлап аңланым. Булдыра алһаң, килтергән ғазаптарым өсөн кисер мине...
Икеһенең дә тамаҡ төбөнә төйөр ултырҙы, күҙҙәренә йәш тулды, бер-бере һенә текәлеп ҡаранылар. Сөмбөл күкрәк тултырып тын алды:
– Булат, тыңла әле, мин һине бер ҡасан ҡарғаманым. Рәнйенем, иланым, тик ҡарғаманым. Мин барыһына үҙемде ғәйепләнем. Һин миңә өйләнгән булһаң, беҙ икебеҙ ҙә бәхетһеҙ булыр инек. Һин үҙеңдең тормошҡа ашмаған хыялыңды һағынып, ә мин көсләп тағылған ҡатын булып кәмһенеп йәшәр инек, уҡымаған, бер наҙан булыр инем. Мин һине ҡарғаманым, Булат, һин яратмағас, үҙем де, яратырлыҡ кеше түгел, тип уйланым. Мин һине шашып яраттым, яраттым да, яндым да. Бына инде нисә йыл Байрас менән йәшәйем, ләкин мин уны һине
яратҡан кеүек яратырға ҡурҡам. Ул барыһын да һиҙә, әммә сабыр ғына көтә бирә... Һинең былай йөрөүең йәнемде талай, йөрәгемә тынғылыҡ бирмәй, үҙемде ғәйепле кеше шикелле хис итәм.
– Килмә, тиһеңме?
– Юҡ, юҡ, улай тимәйем, кил, өйгә ин, ҡасҡын кеүек йөрөмә һәм эсеүеңде ташла. Балабыҙ хаҡына үтенеп һорайым, эсеп юҡҡа сыҡма. Бала алығыҙ, көн һайын күпме бала йәтим ҡала, бер йәтимде бәхетле итһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ. Оҙаҡламай Азамат үҫеп, сығып китер. Ул ваҡытта ҡайҙа барырһың? Алығыҙ бала, үҙем ярҙам итермен, ә Фәриҙәне бала таба алмағанға ғәйепләмә, Хоҙай шулай яратҡас, ни эшләһен. Һин бит уны яратаһың, ә яратҡан кешеләрҙе бөтә кәмселектәре менән яратырға кәрәк. Һин уны аңларға, ярҙам
итергә тырыш. Мин бала тапһам да ярата алманың, ул таба алмай тип ташлама, хата бер була. Эсеүеңде ташла, Арыҫлановтар нәҫелендә эскән кеше юҡ, һин эсһәң, һинән күреп, улың эсә башлар. Ана теге бәләкәй генә алмағасты Азамат һиңә атап ултыртҡан ине, күрәһеңме, ул да сирләй, бала ағастың насар үҫеүенә
бик борсола. Һин терелһәң, ул нығып үҫеп китәсәк. Килтергән ҡорбандарың юҡҡа булмаһын, һин бәхетле булһаң, мин дә бәхетле булырмын. Байрасҡа, ҡурҡ майынса, йөрәгемде аса алырмын. Булат, үткәндә ҡалған мөхәббәтебеҙ хаҡына бәхетле булырға тырыш! Мине, бер ни күрмәй, тимә, мин һинең һәр аҙымыңды күҙәтеп торам, онотма. Мин һинең берҙән-бер балаңдың әсәһе, улың үҙеңә оҡ шаған, мин уның киләсәген ҡайғыртам, насарлыҡҡа өйрәтһәң, мәңге кисермәм.
Улар баҡсала бик оҙаҡ ултырҙылар, Байрас та сығып, улар араһына ҡатышманы. Был эскерһеҙ һөйләшеү, бәлки, Сөмбөл менән Булатҡа күптән кәрәк
бул ғандыр, икеһе лә еңеләйеп ҡалдылар, уртала торған кәртә юҡҡа сыҡты.
Бер көндө Сөмбөл, ниҙер уйланып, тәҙрәнән ҡарап торҙо ла:
– Ҡара әле, атаһы, ана ҡаршыла ниндәй буш урын. Әйт Булатҡа, һалһын
шунда бер йорт, йөрөмәһен ике арала тилмереп, – тип үҙ янына ирен саҡырҙы.
– Эйе шул, бик һәйбәт урын, үҙе менән һөйләшергә кәрәк.
Булатҡа әйткәс, ул бик ентекләп әлеге урынды килеп ҡараны, оҙаҡ ҡына әйләнеп йөрөгәндән һуң:
– Нимә, улым, мин дә шунда өй һалайымы? – тип йылмайҙы.
Азамат:
– Нисек шәп булыр, һиңә төндә өйөңә ҡайтырға кәрәк булмаясаҡ, – тип һөйөндө.
Булат, Сөмбөл менән Байрасҡа ҡарап:
– Һеҙ ҡаршы килмәһәгеҙ, мин риза, – тип йылмайҙы. Уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрҙеме, күңелендә өмөт уяндымы, нисек кенә булмаһын, Булаттың күҙ ҡарашы хәҙер асыҡ һәм тыныс ине.
– Улайһа, килештек, ағай, урынды барып һөйләшәбеҙ ҙә быйыл уҡ өйҙөң нигеҙен һалып ҡалдырабыҙ.
– Ай, шәп була, – тине Азамат, шатланып Булат ағайын ҡосаҡлап алды, – мин дә һеҙгә булышам.
Азаматҡа тиҙҙән ун ике йәш тула, Арыҫлановтарға оҡшап эре кәүҙәле булмаҡсы, Сөмбөлдөң, миңә оҡшап бәләкәй булып ҡалмаһын, тип ҡурҡыуҙары
бушҡа булды. Айһылыу иһә кәтүк, үҙе тик тормаҫ, сиған балаһы кеүек ҡап-ҡара, ә күҙҙәре зәңгәр ут сәсеп тора. Сания апай уны Сөмбөлгә оҡшата. Ай һы лыуҙы
йыш ҡына ауылға Сания апай янына ҡайтаралар, ике яҡ та үпкәләмәһен өсөн, алмаш-тилмәш ҡайтарырға тырышалар.
Сөмбөлдөң эше үҙ яйы менән барҙы. Хәҙер инде ул кисәге йәш өйрәнсек белгес түгел, ә дәрәжәле, эшен яҡшы белә торған табип. Урамда күптәр уны танып
иҫәнләшә, рәхмәт әйтеп китәләр. Уның ҡул аҫтында күпме бала донъяға килде, күпме ҡатынҡыҙҙы ауыр сирҙән ҡотҡарҙы. Ярата ине ул эшен, һәр ваҡыт
кешеләргә мөләйем һәм яғымлы булды.
Сөмбөл менән Байрас нисек кенә матур, татыу йәшәмәһендәр, ғаилә тормошо һы нау ҙары уларҙы ла урап уҙманы. Дуҫ бар, дошман бар, тигәндәй, кемдер
уларҙың тормошон бик тә боҙорға тырыша ине.
Сөмбөл «Байрас үҙенең эшендә йәш ҡыҙ менән йөрөй» тип яҙылған әллә нисә хат алды. Был хаттарҙы уҡығас, йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Бик оҙаҡ һушына килә
алмай торҙо, көсхәл менән үҙен ҡулға алып, хатты йыртып, мейескә ташланы.
Иренә бер ни һиҙҙермәне. Үҙ йорттарына күскәс килмәҫ, тип уйлаһа ла, хаттар дауамлы килә торҙо.
Бер көндө Байрас, эштән ҡайтҡанда, почтаны үҙе алып керҙе. Гәзиттәр араһы нан килеп сыҡҡан хатты әйләндереп ҡараны, «Арыҫланова Сөмбөлгә» тип
яҙыл ғанын күреп, ҡатынына һуҙҙы. Конвертта, ғәҙәттәгесә, кире адрес күрһәтелмәгән ине. Сөмбөлдөң йөҙө ағарып китте, хатты ҡарап та тормаҫтан мейескә
таш ланы, үҙе икенсе бүлмәгә үк сығып китте. Байрас аптырап ҡалды, ҡатынының хатты күреп ҡаушап ҡалыуын, уның ниҙер йәшерергә тырышыуын аң лап
алды. Тиҙерәк мейестән хатты тартып сығарҙы ла асып уҡый башланы. Үҙенең дә йөҙөнән ҡаны ҡасты, унда яҙылған һүҙҙәр башына һыйманы. «Һинең ирең үҙ
сәркәтибе менән йөрөй, ул оҙаҡламай һиңә үҙенең һөйәркәһен бәпесләргә алып киләсәк. Байрас минеке генә тип йәшәмә, был ҡалала уның ваҡытлы ҡатындары күп, һин генә бер ни һиҙмәйһең...»
Байрас хатты ҡат-ҡат уҡыны, ниҙер аңларға тырышты. Хатты Сөмбөл уҡыманы, тимәк, уға бындай хаттарҙың беренсе тапҡыр ғына килеүе түгел. Ул хатты тотоп Сөмбөл янына сыҡты, ҡулдары ҡалтыраны, асыуҙан тешен ҡыҫты. Үҙен-үҙе ҡосаҡлап тәҙрә янында баҫып торған ҡатынының артына килеп баҫты.
– Ҡасандан килә бындай хаттар?
Сөмбөл өндәшмәне.
– Ниңә өндәшмәйһең, ҡасандан?
– Ике йыл, бәлки, күберәктер.
– Ике йыл? Ниңә мин бер ни белмәйем?
Ул Сөмбөлдө үҙенә борҙо, күҙенә ҡарарға тырышты.
– Сөмбөл, минең һиңә бер ҡасан да хыянат иткәнем юҡ, был ялған, ышан миңә.
– Ул Сөмбөлдөң эйәген күтәреп, күҙҙәренә ҡараны. Сөмбөлдөң күҙ ҡарашында тәрән әрнеү сағыла ине. – Сөмбөл, яфалама үҙеңде, Хоҙай шаһит, донъяла бөтә йәнем-тәнем менән ярат ҡан кешем – ул һин! Ни өсөн һин бөтә ауырлыҡты үҙең генә күтәрергә ты рышаһың? Ниңә әйтмәйһең? Ниңә үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең?
Һинең алда минең намыҫым таҙа, ышан миңә. Һин минең иң ҡәҙерле кешем.
Сөмбөл Байрастың ҡулынан хатты тартып алды, бер һүҙһеҙ бер нисә киҫәккә йыртҡылап, кире иренең усына һалды.
– Гонаһың булмаһа, аҡланып маташма, ә хатты ҡайҙан алдың, шунда ташла.
Үҙең әйтмешләй, барыһына ла Хоҙай шаһит, оло мөхәббәт ваҡланмай ул.
Ҡасандыр Ғәлимә апаһы уға бер нәмәне бик яҡшы аңлатты. Әнүәр ағаһы бик сибәр кеше, шуға Сөмбөл:
– Ғәлимә апай, һин көнләшмәйһеңме? – тип һораған ине.
– Сибәр ир менән йәшәү бик ауыр ул, үҫкәнем, ниңә көнләшмәҫкә, көнләшәм,
тик һиҙҙермәйем. Беҙҙең араны боҙорға теләүселәр бик күп булды, ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың таҙа, сибәр ир ҡуйынында йоҡлағыһы килмәһен? Бик ҡыйыу ханым дар бар, үҙ теләктәренә ирешеү өсөн ниндәй генә юлдар тапмайҙар, ҡайһы бер ирҙәр шул тоҙаҡҡа эләгеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар. Унан, ирҙәр – ирҙәр инде, ҡырын ҡараған һайын, ирҙән айырылып булмай бит. Ул икенсе ҡатынға китһә, һин үҙең шул ҡатын хәлендә ҡалаһың. Кеше яңғыҙ йәшәй алмай, ул ваҡыт уҙыу менән үҙенә пар эҙләй башлай, сөнки тәбиғәт кешене шулай яратҡан.
– Нисек йәшәргә һуң, апай? Барыһын да кисерергәме?
– Кисерә алһаң, кисерергә. Кеше ғашиҡ булған ваҡытта башын юғалта, кеше үҙ ғүмерендә мең тапҡыр ғашиҡ булырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләле
кешеләргә лә ҡағыла ғашиҡ уты, бына шунда һынала инде мөхәббәт, сөнки әкренләп теге ут һүнә, ә мөхәббәт ҡала бирә. Бындай ғашиҡ дауылдарынан иҫән сыҡҡандар үҙ мөхәббәттәренә икеләтә көс менән кире ҡайта. Икенсеһенең береһе, кисергәне, сабыр ғына көткәне өсөн, ғүмере буйы мең рәхмәтле булып
йәшәй. Һәр кемдең бәхетле булғыһы килә, кем ниндәй юлдар менән ирешә инде, уныһын үҙе һайлай. Ә ирең ситкә ҡарамаһын тиһәң, наҙыңды, татлы телеңде йәлләмә, ҡайҙа барһа ла, үҙемдекенә етмәй, тип һағынып ҡайтырлыҡ булһын. Кешеләр, бигерәк тә ирҙәр, өйҙә күрмәгән наҙҙы ситтән эҙләйҙәр. Улар өйгә ял
итергә ҡайталар, ә өйҙә тауыш, уныбыны талап итәләр, үҙүҙен ҡарамай торған ҡатын да булһа... Ә һөйәркә юҡты бар итеп өҫтәл әҙерләй, матур эске кейемдәрен кейә, сәстәрен яһап, биҙәнеп, йылмайып ҡаршы ала, иркәләй, наҙлай, күгәрсен кеүек гөрләй, күккә күтәреп маҡтай, ул ир, ысынлап та, үҙен донъялағы иң яҡшы егет солтаны итеп хис итә. Өйҙә үҙен ҡатыны һанламай, тип уйлай, һырт ҡабартып сығып киткән була, ә уртаҡ тормош тауышһыҙ ғына булмай, бергә йәшәй башлағас, унда ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Тормоштоң ҡырҙары бик күп, уларҙы шыма ғына үтеп булмай, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға аҡыллы, сабыр булырға кәрәк.
Сөмбөл Ғәлимә апаһының был кәңәштәрен хәтеренән сығармаҫҡа тырышты, беренсе ике хатты алғас та апаһынан кәңәш һорап яҙҙы. Ғәлимә апаһынан:
«Дошмандарға һөйөнөргә ризыҡ бирмә, йөрәгеңде тыңла, тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә тырыш», – тигән яуап килде. Эйе, Байрас һәр ваҡыт иғтибарлы һәм яҡшы
ир, балалар өсөн үлеп тора. Буш ваҡытында, эштән һуң өй эштәре менән шөғөлләнә. Төшкө аш ваҡытында, биш минутҡа булһа ла, Сөмбөл янына килеп, юҡ-бар һөйләп, кеше күрмәгәндә бер ҡосаҡлап китә. Был инде ғәҙәткә инеп китте, хәҙер сәғәт уҡтары ун икегә яҡынлашһа, Сөмбөл үҙе лә, бөгөн килерме, тип көтә башлай. Шуға күрә уның әллә ни шиге юҡ. Ғәлимә апаһы әйткәндәй, дошмандарға сәйнәргә аҙыҡ бирмәйем, тип, Байрастан бер ни һораманы, аңлатыу
талап ит мәне. Бөгөн хат, һис уйламағанда, Байрас ҡулына эләккән.
Урамдан ингән Айһылыу, йүгереп килеп, атаһының аяғына һарылды.
– Атайым ҡайтҡан, атайым, – тип һикергеләне.
Байрас ҡыҙын күтәреп алды, ҡара бөҙрә баш атаһының муйынынан ҡо саҡлап, «супсуп» битенән үпте. Ни эшләптер атаһы бөгөн көлмәне, бала ап ты рап
әсәһенә ҡараны.
– Әсәй, атайымды асыуландырҙыңмы әллә? Ниңә ул көлмәй?
– Юҡ, ҡыҙым, атайыңдың ашағыһы килә, бар, ағайыңды саҡыр, киске ашҡа ултырабыҙ.
Атаһы ла:
– Бар, ҡыҙым, – тип ҡыҙын алдынан төшөрҙө.
Сөмбөлдөң башында бер генә уй: ул кеше һүҙенә ҡарап, балаларын ата наҙынан мәхрүм итмәйәсәк. Байрас атаһына – Шәфҡәт ағайға оҡшаған, бала йәнле кеше. Сөмбөл иренә ышана.
– Ярай, мин аш әҙерләйем әле, – тип аш бүлмәһенә атланы.
– Туҡта, Сөмбөл. – Байрас, эйелеп, ҡатынының күҙенә ҡараны.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас