Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Март 2023, 02:30

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (13)

«Түҙ инде, балам, мин һинең хәлдәреңде бик яҡшы аңлайым. Мин аңламай, кем аңлаһын һине, улым. Сит илдең сәскәләре матур булһа ла, тыуған яҡтың әреме лә тәмле».

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (13)ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (13)
ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (13)

– Кәрәкмәҫ, һуңынан һөйләшербеҙ.
Улар, һәр ваҡыттағыса йыйылышып, киске аш ашанылар. Байрас тәрән уйға сумды. Ниңә Сөмбөл хаттар тураһында алдан әйтмәгән? Берәү булһа, илар, аңлатыу талап итер ине, ә ул өндәшмәгән. Нисек аңларға, Сөмбөл уға бита раф мы, әллә, хаталар ҡабатлана, тип йәшәйме? Булат менән яңылышҡан кеүек яңылыштым, был юлы ла алданылар, тип йәшәйме? Былай булһа, Сөмбөл мине бер ҡасан да яратмаясаҡ. Кем генә булмаһын, хатты яҙған кешене ҡәһәр һуҡһын, үҙ яуыз лығы үҙенә ҡайтһын! Был донъяла ул һис нәмәнән ҡурҡмай. Уның бөтә ҡурҡҡаны – Сөмбөлдө, балаларын юғалтыу. Күпме йылдар ул Сөмбөлдөң мөхәббәтен яуларға хыялланды, хәҙер инде өмөтөн бөтөнләй өҙҙө. Ҡулы өҫтөндәге бәләкәй ҡул уны уйҙарынан арындырып ебәрҙе.
– Атаһы, ашың һыуына.
Байрас башта ҡатынының ҡулына, унан күҙҙәренә ҡараны. Ике пар күҙ бер-бере һен аңларға тырышты.
Сөмбөл, эшен бөтөрөп, йоҡо бүлмәһенә ингәндә, Байрас, өҫтөн һалмаған килеш, һаман уйға сумып ултыра ине. Сөмбөл уның янына килеп ултырҙы, улар күпмелер ваҡыт икеһе лә һүҙһеҙ ҡалды.
– Сөмбөл, ниңә әйтмәнең?
– Һине борсоғом килмәне.
– Ә үҙең борсолманыңмы?
– Борсолдом, иланым, урамға сығырға оялдым, һине берәйһе менән күрһәм, йығылып китермен шикелле тойола ине. Бәлки, һин ысынлап та ғашиҡ булғанһың дыр, һинең кеүек көслө кеше йәшермәҫ, дөрөҫөн үҙең әйтерһең, тип уйланым. – Сөмбөл, Байрастың күҙҙәренә күтәрелеп ҡарап: – Һин ышанырға ҡуштың, мин ышандым, – тип бышылданы. – Әгәр һин башҡаны яратһаң, минең күҙ йәштәрем генә һине тотоп ҡала алмаясаҡ. Мин үткәнемде яҡшы хәтерләйем, ул саҡта күҙ йәштәрем йылға булып аҡты, ә уны туҡтата алманым, һине лә шулай...
– Сөмбөл, эй, Сөмбөл, һин һаман миңә ышанмайһың. Йә бөгөн, йә иртәгә бары бер ташлап китер, тип уйлайһың, шуға күрә йөрәгеңде асырға, яратырға ҡурҡаһың, һаман артҡа әйләнеп ҡарайһың, хәтирәләреңде онота алмайһың, миңә ышанмайһың.
– Мин һиңә ышанам.
– Ышанаһың, ләкин һин мине яратмайһың.
Сөмбөл өндәшмәне. «Минең һине юғалтаһым килмәй» тип уйлаһа ла, ҡысҡырып әйтмәне, эш һүҙҙәме ни.
Байрас ҡатынын бик ярата, уның һәр аҙымын, һәр эшләгән эшен, ҡуҙғалып китеүҙәренә тиклем аҫтан ғына күҙәтеп һоҡлана ине. Теге көндән һуң бер аҙна үҙ-ара һөйләшмәнеләр. Байрас ғәҙәттәгесә ҡатынын һәр көндө эшенән инеп алды, юл буйы һүҙһеҙ генә ҡайттылар, былай үҙҙәрен ғазаплауҙары беренсе тапҡыр ине. Сөмбөлдөң эшендә көтөлмәгән хәл килеп сыҡмаһа, был ғазапланыу ҙар ҡасанға тиклем дауам иткән булыр ине, билдәһеҙ. Больницаға йәш бер ҡыҙ баланы алып килделәр. Ҡулдан бала төшөртмәксе булған, шуның һөҙөмтәһендә күп ҡан юғалтҡан был ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн Сөмбөл хәленән килгәндең барыһын да эшләне: ҡан да һалып ҡаранылар, тик һуң ине шул, ярҙам итә алманылар. Йәш ҡыҙҙың ғүмере шулай өҙөлөүе бик тә аяныс ине. Теге ваҡытта уның ғүмере өсөн Юрий Петрович күпме көрәште, барыбер еңде, Сөмбөлдө аяҡҡа баҫтырҙы. Ул иһә ҡара тиргә батты, ә ҡотҡара алманы. Сөмбөл эшләй башлағандан һуң булған беренсе үлем... Был хәл уны тетрәндерҙе, үҙ бүлмәһенә бикләнеп, туйғансы иланы. Бындай ваҡиға уның башынан да үтте, әммә уны ниндәйҙер мөғжизә ҡотҡарып ҡалды бит. Ҡыҙҙың әсәһенә ни тиергә, нисек күҙенә ҡарарға? Йә, Хоҙайым, үҙең ярҙам ит, үлем менән күпме генә осрашырға тура килһә лә, уға күнегеп булмай, еңел генә үткәреп булмай. Табип иҫән ҡалған дар менән бергә ҡайғыра, улар алдында үҙен ғәйепле хис итә.
Һыҙылып таң ата, яңы көн тыуа, кемдәргәлер шатлыҡ, кемдәргәлер ҡайғы-хәсрәт алып килә. Был ҡыҙ өсөн инде башҡа бер ҡасан да таң атмаясаҡ, ул
мәңгелек төн иленә китте, урыны ожмахта булһын. Шулай, ҡыҙҙар ғүмере – сәскә ғүмере, кистән өҙәләр, иртән һулый, ә һулығас, еңел генә сығарып ташлайҙар. Кемде ғәйепләргә? Өҙөүсенеме, өҙҙөрөүсенеме? Әгәр ҡыҙ иҫән ҡалған булһа, Сөмбөл уға үҙенең үткәндәре хаҡында һөйләр, ғаиләһе, балалары менән таныш тырыр, был тормоштоң матур яҡтары ла барлығын, мөхәббәттең татлы көндәрен, төндәрен аңлатыр ине. Бер ни аңларға өлгөрмәйенсә донъянан китеп бар ған ҡыҙ бала өсөн йөрәге әрнене. Сөмбөл утты ҡабыҙмайынса ғына тәҙрә янында оҙаҡ баҫып торҙо. Һыҙылып атҡан таң яҡтыһында тәҙрәнән таныш машинаны күреп, күңеле күтәрелеп китте. Йә, Хоҙайым, әлдә һин бар был донъяла.
Сөмбөл кейенеп урамға сыҡты, Байрасы йоҡлайҙыр, тип уйлап, әкрен генә машинаға яҡынлашты. Юҡ, Байрас йоҡламаған, Сөмбөлдөң ҡаршыһына сығып
баҫты, уның талсыҡҡан йөҙөндә арыу, борсолоу сағылды. Ауыр саҡта ире уға һәр ваҡыт ярҙамға килә, бына бөгөн дә Сөмбөл өсөн борсолған, көткән, матур зәңгәр күҙҙәрҙән уның эске донъяһын уҡырға була, унда күпме наҙ, яратыу...
Сөмбөл ҡаршыһында баҫып торған иренә йәшле күҙҙәре менән ҡараны:
– Байрас, әлдә һин бар был донъяла. Мин бит һинән башҡа бер көн дә йәшәй алмайым. Донъялағы иң матур күҙҙәр, иң татлы ирендәр һиндә генә, ҡә ҙерлем.
Мин һине үлеп яратам, бик күптән яратам, мин һине бер кемгә бир мә йәсәкмен.
Ғүмер менән үлем – ҡаш араһы, уның һәр миҙгелен матур итеп, ҡә ҙерләп йәшәргә кәрәк.
Был һүҙҙәрҙе ишетер өсөн Байрас һәр төндө ошо тәҙрә ҡаршыһында ҡунырға әҙер ине. Әллә таң кинәт атты, әллә йөрәге күптән көткән шифаһын алды – донъя яҡтырып киткәндәй тойолдо. Байрас, тын алырға ҡурҡып, ҡатынынан күҙен ала алманы, уның күҙҙәре күктә ҡабынған ике йондоҙ булып ялтыраны.
– Тағы бер генә ҡабатласы, Сөмбөл.
– Һинһеҙ был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ. Һин миңә ошо яңы атҡан таң кеүек кәрәк. Мин һине бер ҡасан бер кемгә алыштырмайым, һин минең иң ҡәҙерле кешем.
Байрастың күҙенә йәш тулды, ул ҡатынын ҡайнар ҡосағына алып, һөйәктәрен шығырҙатып, күкрәгенә ҡыҫты. Улар шулай һүҙһеҙ генә ҡосаҡлашып бик оҙаҡ баҫып торҙолар. Ике йөрәк бергә ҡушылып типкән саҡта һүҙҙәр урынһыҙ.
– Сөмбөл, Сөмбөлөм минең, күктәге буй етмәҫ йондоҙом.
Ул уның ирендәрен эҙләп тапты. Йылдар менән матурлығын да, тәмен дә юғалтмаған сейә кеүек ирендәр был иртәлә тағы уныҡы, ул уларҙы үлгәнсе яратып туймаясаҡ.
* * *
Ике йыл тигәндә, күмәкләп тырыша торғас, Булаттың өйө әҙер булды. Улар хәҙер Байрастарҙың күршеләрендә йәшәйҙәр. Фәриҙә башта:
– Сөмбөлгә күрше булып бармайым, – тип киреләнһә лә, Булат:
– Бармаһаң, ҡал, – тип үҙе генә күсеп сыҡты.
Фәриҙә яңғыҙы нишләһен, йәшәй торғас, Булат кеүек ирҙәрҙең урамда аунап ятмағанын яҡшы аңланы. Яңы өйгә яңы хужабикә табылмағайы, тип йыйынып үҙе килде.

Фәриҙәнең күсеп килеүен белгәс, Сөмбөл Айһылыуға ағаһы менән апаһын үҙҙәренә киске ашҡа саҡырып сығырға ҡушты. Фәриҙә инергә теләмәһә лә, Булат йыйынғас, ҡаршы төшмәне. Уның ире бында күптән үҙ кеше икән. Сөмбөл менән күптәнге дуҫтар кеүек һөйләшәләр. Фәриҙә, ни әйтергә, үҙен нисек тоторға белмәйенсә, бер ситтә тыныс ҡына ултырҙы. Азамат, һәр ваҡыттағыса ҡыҫылаҡы ҫы ла,
Булат ағаһы янына инеп ултырҙы. Фәриҙә аҫтан ғына өҫтәл артындағыларҙы күҙәтте. Азамат үҫкән һайын Булатҡа оҡшай бара, тик сәстәре генә оҙон.
– Атай, иртәгә Ахунға олатай янына ҡайтып киләм әле, бына Булат ағай ҙа ҡайта, – тип Азамат иңбашы менән Булатҡа төрттө. Булатҡа ризалашырға ғына ҡалды. Иртәгә шәмбе, Азамат киске уйынға ҡайтырға ашыға.
– Ниңә ҡайтаһығыҙ? – тип һораған булды Байрас, сәбәбен бик яҡшы белһә лә.
– Эй, олатай ҡайтырға ҡушҡан, эш күп, ти.
Азамат, ярҙам һорағандай, Булатҡа ҡараны.
– Эйе, – тине Булат, ҡыҙарып.
– Һин бит, иртәгә бер ҡайҙа бармайым, әйберҙәр ташыйбыҙ, тигән инең түгелме? – тип һүҙгә Фәриҙә ҡушылды.
– Ҡайғырма, Фәриҙә апай, ташырбыҙ, беҙ кискә генә ҡайтабыҙ, унда олатай көтә.
Байрас тыңлап торҙо ла:
– Киске уйынға Булат ағайыңды ғына йөрөткәнең етмәгән, хәҙер инде олатайың да һеҙгә эйәрә башланымы? Эй меҫкен атай, уның кеүек ҡарттар йоҡлағанда, ул киске уйында йөрөй, күрәһең, – тип көлөп ебәрҙе.
Сөмбөл дә йылмайып ҡуйҙы, ул Булаттың улын ауылға алып ҡайтып, йоҡламайынса, төн буйы Азаматты көтөп ултырыуын бик яҡшы белә.
– Улым, имтиханға әҙерләнер инең.
Сөмбөлдөң улы менән ҡапмаҡаршы ултырып, ныҡлап һөйләшәһе бар, тик ни мәнән башларға белмәй. Ун йыл ваҡыт үтеп китте, улы үҫеп еткән егет булды, йөҙө Булатҡа оҡшаһа ла, йылғырлығы менән Байрасҡа тарта, ҡыҙҙар башын бик иртә әйләндерә башланы. Ауылға ашҡыныуы шуның өсөн генә. Ахун – ҙур ауыл, йәштәр күп, ҡыҙҙар сибәр. Улының китер көндәре яҡынлашыуын уйлаһа, Сөмбөлдөң күҙенә йәштәре тула. Ярай, ауылдан килгәс һөйләшермен, бөгөн Фәриҙә менән асыҡтанасыҡ аралашырға кәрәк, тип күңеленә һалып ҡуйҙы. Барыһы ла ашап-эсеп, өҫтәл янынан таралышҡас, Сөмбөл Фәриҙәгә өндәште:
– Фәриҙә, һин уңайһыҙланып торма, беҙ бит һинең менән туғандар ғына түгел, ут күршеләр ҙә. Беҙ Байрас менән төрлө ваҡытта ҡайтабыҙ, шуға күрә Айһылыуға күҙ-ҡолаҡ булып торорһоң инде. Беҙҙең ишектәр һеҙгә һәр ваҡыт асыҡ, миңә асыу, үпкә һаҡлама, татыу йәшәйек, ҡасан теләһәң, шунда рәхим ит.
Фәриҙә Сөмбөлдөң һүҙҙәренән һикереп төшмәһә лә, уға бында бар нәмә оҡшаны, өйҙә яңғыҙ ултырыу түгел, әкренләп күнекте.
     Сөмбөл генә үҙ-үҙенә урын таба алмай йөрөй, оҙаҡламай уның улы, күҙ ҡраһы, төп йортто ташлап, сит ерҙәргә китәсәк. Июлдә Әнүәр ағаһы менән Ғәлимә апаһы Азаматты алып китергә ҡайтасаҡтар. Сөмбөл кис менән улының бүлмәһенә инде:

– Әйҙә, улым, ҙурҙарса бер һөйләшәйек әле, – тип һүҙ башланы. – Ҙур атайыңдан хат килде, улар һине алып китергә ҡайтасаҡтар. Һинең киләсәгең улар ҡулында, ә уларҙың киләсәге һинең ҡулыңда. Үткәндәребеҙ менән беҙ уларға бурыслы, шуға күрә, улым, һин оло юлға йыйын, һин уҡырға тейеш.
– Әсәй, мин барыһын хәтерләйем, тик минең һеҙҙән айырылаһым килмәй.
Мин бер нәмәне аңламайым: ни өсөн беҙ унда йәшәнек, атайым нисек ебәрҙе?
Ниңә һин уларға һүҙ бирҙең?

Сөмбөл улын ҡосаҡлап алды.
– Минең бик уҡығым килде, атайыңдан ҡасып киттем, шулай килеп сыҡты инде, улым.
Сөмбөл улын ни тиклем яратһа ла, бөтә дөрөҫлөктө уның ҡаршыһына асып һала алмай, һуңыраҡ, бәлки, үҙе аңлар, хәҙер белһә, Булатты кисермәйәсәге күренеп тора.
– Улым, миңә рәнйемә, йәш саҡта барыһын да уйлап бөтөрөп булмай, ул ваҡытта минең өсөн берҙән-бер юл шул ине. Биргән һүҙ – ул алған бурыс шикелле – ғүмер буйы өҫтөңдә аҫылынып тора. Мин алған бурысты һиңә түләргә тура килә. Ныҡ бул, ир бул, ләкин үтенесемде кире ҡаҡма, балам. Миңә лә еңел түгел, күҙ алдымдан юғалһаң, нисек йәшәрмен?
Улар, ҡосаҡлашып, уйға батып бик оҙаҡ ултырҙы, күп нәмәләр тураһында һөйләштеләр, илаштылар. Азамат, әсәһенә күҙ йәштәрен күрһәтеүҙән оялып, гаражға, тимер-томор араһына сығып китте. Уға еңел түгел, уның бында һөйгән ҡыҙы, дуҫтары ҡала. Булат ағаһы бер үҙе ни эшләр, тағы эсә башлаһа, кем ҡотҡарыр? Теге ваҡытта Азамат уны гел һаҡлап йөрөнө, әсәһе күрмәһен тип, йә бесәнлектә, йә соландың ҡараңғы мөйөшөндә йәшереп йоҡлатты. Ни эшләптер, Булат ағаһы уның әсәһенән ҡурҡа ине. Береһендә, Булат ағаһын бесәнлеккә
алып ингәндә, атаһына эләктеләр. Атаһының күҙ ҡарашынан уның ни әйтәһен аңларға өйрәнгән Азамат үҙен ғәйепле итеп хис итте. Атаһы күп һөйләшмәй, әйткән һүҙе алтын баһаһына тора.
– Әсәйемә әйтмә инде, атай, – тип бик оҙаҡ ялбарҙы.
– Ағайҙы эсеүенән әсәйең генә туҡтата ала, – тине ни эшләптер атаһы.
Кем ташлатһа ла, эсеүенән туҡтаны Булат ағаһы. Шулай ҙа, яңынан эсә башлаһа, тигән уй һис тыныслыҡта ҡалдырманы Азаматты. Мин киткәс, кем ҡарар уны?
– Ниндәй уйҙар баҫты башыңды? Өндәшәм, ишетмәйһең.
– Булат ағай, ике аҙнанан мин китәм.
– Ҡайҙа, оҙаҡҡамы?
– Белмәйем, әсәйем, бөтөнләйгә, ти.
– Нисек бөтөнләйгә? Ҡайҙа китәһең? – тине Булат, көтөлмәгән яуаптан аптырап.
– Шулай, әсәйем һүҙ биргән. Мин ҙур олатайҙарҙа уҡырға, йәшәргә, уларҙы үлгәнсе ҡарарға тейеш. Белмәйем, ниңә атайым беҙҙе унда ебәргән, ниңә мине өләсәйем алып ҡалмаған? Бына хәҙер ғүмер буйы йәшә инде ситтә, минең киткем килмәй, ә әсәйем, барырға кәрәк, ти.
Булат ни әйтергә белмәй ҡатып ҡалды, баланың һүҙҙәре аяҙ көндә йәшен һуғыу менән бер ине.
– Мин әсәйең менән һөйләшәйемме, бәлки, ебәрмәҫ, кире уйлар.
– Юҡ, әсәйем биргән һүҙендә тора торған кеше, әйткән һүҙ – алған бурыс, ти, үтәргә кәрәк. Бына бер үҙең ҡалаһың, Булат ағай.
Булат, ауыр һулап:
– Улай әйтмә, улым, былай ҙа ауыр, – тине, Азаматты йыуатырлыҡ һүҙ таба алмайынса.
Булат барыбер Сөмбөл менән һөйләшеп ҡарарға уйланы. Баҡсала эшләп йөрөгән Сөмбөл янына инде, һүҙен ниҙән башларға белмәй:
– Сөмбөл, – тип туҡтап ҡалды, ялбарып күҙҙәренә ҡараны.
Сөмбөл уның нимә әйтергә теләгәнен шунда уҡ аңлап алды.
– Кәрәкмәй, Булат, миңә лә еңел түгел. Икенсе яҡтан ҡара: башҡалар армияға китәсәк, ә ул – уҡырға, ни айырмаһы бар? Бик һағынһаң, янына барырға була, – тигән булды, үҙенең иһә тауышы ҡалтыраны, күҙҙәре йәшләнде.

– Теге ваҡытта минең дә киткем килмәне, ул саҡта һин мине туҡтатманың, хәҙер һуң инде, мин биргән һүҙемдән кире ҡайтмаясаҡмын.
Сөмбөл үҙе өсөн күптән инде барыһын да хәл итте. Азамат киткәс, бүлмәһе бушап ҡаласаҡ, уны һағынып аҡылдан яҙырға мөмкин. Ул бит балаҡайының
ары үтһә лә, бире килһә лә башынан һыйпап ҡалырға ғәҙәтләнде. Улы еткән егет булыу ға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп иркәләнә, үҙе лә әсәһен ҡосаҡлап үбә. Былар
барыһы һағынып иҫкә алырға ғына ҡаласаҡ. Шуға күрә был ҙур өй бушамаһын тип, үҙ теләге менән ауырға уҙҙы, ләкин бер кемгә белгерткеһе килмәне. Дөрөҫөрәге, улынан уңайһыҙланды. Байрас белһә, тағы ҡайғыра башлар, тип ҡурҡты.
Көткән көн килеп етте, Әнүәр ағаһы менән Ғәлимә апаһы ҡайтты. Уларҙың ҡайтыуы оло бер байрам булды. Ғәлимә апаһы Сөмбөлдәрҙең мул тормошона һоҡланып туя алманы, кис икәү генә ҡалғас, һеңлеһенән:
– Йә, үҫкәнем, нисек һуң тормоштар, сибәр ир менән йәшәүҙәре ауыр түгелме? – тип көлдө.
– Үҙең күрәһең, Ғәлимә апай, ышанып йәшәгәс, әллә ни ауырлығы юҡ.
– Күрәм, мин һинең өсөн бик шат, донъяңды бик матур ҡорғанһың, ожмах ояһы. Эш яғы нисек?
– Еңел түгел, апай, бөтәһе миңә ҡарап тора. Ҡарт уҡытыусым гүр эйәһе булғас, әллә ни таяныр кешем ҡалманы, һеҙҙең өйрәткәндәрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотоп, һеҙгә рәхмәт уҡып эшләйем. Шулай ҙа миңә остаз бик кәрәк шул, һеҙ киткәнсе, күп мәсьәләләрҙе хәл иткем килә.
– Яҡшы, үҫкәнем, һорауҙарыңды бергә хәл итербеҙ. Барыһын да үҙем беләм, тиһәң, ышанмаҫ инем, ысын күңелдән тырышып эшләгән кешенең һорауы күп була. Тимәк, эшеңде яратып башҡараһың, беҙҙең тырышлыҡтар юҡҡа китмәгән.
– Юҡ, апай, бушҡа түгел, мин ғүмерем буйы һеҙгә рәхмәтлемен.
– Ә был өсөнсөһөн ҡасаныраҡ алып ҡайтырға йыйынаһың?
– Ғәлимә апай, һинән бер нәмә йәшереп булмай...
– Юҡҡа ғына ҡырҡ йыл ҡатынҡыҙ табибы булып эшләйемме мин?
– Мин һине көттөм, апай, тик, зинһар, бер кемгә һиҙҙерә күрмә.
Икенсе көндө улар Сөмбөл эшләгән больницаға килделәр. Бәләкәй генә Учалы ҡалаһы өсөн йыйнаҡ, мөһабәт бина урман янында урынлашҡан. Быларҙың береһе лә Ғәлимә апай күҙенән ситтә ҡалманы.
– Бигерәк матур ерҙә эшләйһең, ниндәй таҙалыҡ, тыныслыҡ, урманы ғына ни тора. Ҙур ҡалаларҙа бындай тынлыҡ юҡ шул.
Сөмбөл уның үҙ бүлмәһенә алып инде, бер нисә ауырыу тарихы менән таныштырҙы, һөйләшәһе, кәңәш һорайһы мәсьәләләре бик күп ине. Ғәлимә апай иң беренсе эш итеп Сөмбөлдө ҡараны.
– Мин һине китер алдынан ҡабат ҡарармын, – тип теүәл бер һүҙ әйтмәне.
Ҡабат ҡарағас, Ғәлимә апай:
– Сөмбөл, бәлки, үҙең дә һиҙәһеңдер, бында ике йөрәк тибә – игеҙәктәр буласаҡ. Аҙаҡҡа тиклем күтәрә алырһыңмы икән? Яраларың иҫке булһа ла, ҙурҙар, ваҡытынан алда асылыу ҡурҡынысы бар. Ауыр операцияларға алынма, үҙеңде һаҡларға тырыш. Әгәр ҡаршы килмәһәң, бәпесләтергә үҙем киләм, иреңә Яңы йыл ға бүләк булыр, – тип һеңлеһен шатландырҙы.
Сөмбөл бик ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. «Ире белмәй шул әле, белһә, хәҙер сирләй башлаясаҡ. Ул һәр ваҡыт мине үлер тип ҡурҡа, әле икәү икәнен белһә, ҡарауыл ҡысҡырыр». Ул, Байрастың йөҙөн күҙ алдына килтереп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Һөйөнөр тимә, апай, ҡото алынасаҡ, бер үк әйтмәй тор, һеҙ киткәс, үҙем әйтермен. Минең бит еткән улым бар, унан оят.
– Әйт әле, Сөмбөл, һин бәхетлеме?
– Бик бәхетле, апай. Байрас кеүек ирҙәр күберәк булһа, күпме ҡатын–ҡыҙ бәхетле булыр ине. Минең уға бер малай бүләк иткем килә. Азаматтың да бүлмәһе буш тормаһын.
– Яҡшы эшләгәнһең, ундай һау-сәләмәт ирҙәрҙән күберәк тыуһын ине әле үҙҙәре кеүек таҙа, ныҡ балалар, был донъя күпкә йәмлерәк булыр ине.
Сөмбөл ваҡытты күпме генә һуҙырға тырышмаһын, улы китер көн килеп тә етте. Өй эсе иртәнән ығызығы килде, Булат бер инде, бер сыҡты, үҙ-үҙенә урын тапманы. Силәбегә тиклем оҙатырға булғас, ул да юлға йыйынды. Байрас:
– Һин, әсәһе, өйҙә ҡал инде, ағай барһын, – тигәс, Сөмбөл улы менән өйҙәгенә хушлашты.
– Улым, яҡшы кеше бул, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермә, уҡы, ҙур кеше бул, ямандан йыраҡ тор, беҙҙе онотма, – тип улының күкрәгенә башын һалды. – Хәйерле юл, улым, китер сәғәтең етте.
Сөмбөлдөң йөрәге һыҡраны, ул бит улы менән ниҙәр генә күрмәне, ләкин улар ҙың бер ҡасан айырылышҡандары булманы. Баш бала ғына шулай ҡәҙерлеме икән, әллә ҡайһыһы китһә лә шулаймы? Баҫҡыстан төшкәндә, уның йөҙө ап-аҡ ине, Ғәлимә апаһы, хәлен аңлап, тиҙерәк дарыу ҡаптырҙы.
– Тыныслан, ярамай былай, ҡарыныңдағыларҙы уйла, әйҙә, инеп ят, – тип индереп яҡтырҙы. Сөмбөл илап ятҡан еренән йоҡоға китте.
Азаматты оҙатып ҡайтҡан Байрасты ҡаршы алыусы булмағас, ул бүлмәләр буйлап ҡатынын эҙләп китте. Азамат бүлмәһендә йомарланып ятҡан Сөмбөлдө уятмаҫҡа тырышып, әкрен генә беренсе ҡатҡа, аш бүлмәһенә, төшөп ултырҙы, сәй ҡуйҙы. Ул бөгөн үҙе лә бик арыны, Учалы – Силәбе араһы яҡын юл түгел.
Аза маттың өйҙән сығып китеүе ауыр тәьҫир ҡалдырҙы, көн дә күҙ алдында йөрөгән ба лаңдан айырылыу бик ҡыйын икән. Шундай уйҙарға батып ултырып, ҡаты нының икенсе ҡаттан төшөүен ишетмәне, Сөмбөл уның янына килеп ултырҙы, улар һүҙһеҙ генә бер-береһенә ҡарашып торҙо. Байрас, ҡулын һуҙып:
– Кил әле үҙемә, әллә һине күрмәгәнгә ай булды инде, һағынып бөттөм, – тип, ҡатынын алдына алып ултыртты, сәстәренән һыйпап, күҙҙәренән үпте. – Өҫтәл артында ултырғанда әллә нисек серле итеп йылмаяһың, күҙҙәрең менән мине әллә ҡайҙарға саҡыраһың, өй тулы кеше булмаған булһа, мин һине шунда уҡ яратҡан, йә йоҡо бүлмәһенә алып менеп киткән булыр инем.
– Ә хәҙер нимә ҡамасаулай?
– Ысынлап та, беҙ икәү генә бит, – тине лә Байрас, ҡатынын шашып-шашып үпте, яратып туя алманы. – Сөмбөл, бер ваҡыт ошо иркен өйҙә икәү генә ултырып ҡалырбыҙмы икән? Ғүмер нисек тиҙ уҙа, тағы алты йылдан Айһылыу сығып китер. Беҙ был ҙур өйҙә ни эшләрбеҙ?
Сөмбөл, серле итеп йылмайып, иренә ҡараны:
– Береһе китһә, икенсеһе килер.
– Ҡасан була бит әле ул?
– Яңы йылға, атаһы. Алла теләһә, Азаматтың бүлмәһе буш булмаҫ.
– Ниңә улай тинең, кем килә?
Сөмбөл, йылмайып, Байрастың ҡулын үҙенең эсенә ҡуйҙы.
– Кем икәнен белмәйем, әммә мин һиңә оҡшаған малай алып ҡайтырға теләйем. Кәрәкмәй, тимә. – Сөмбөл иренең күҙҙәренә ҡараны. – Һиҙмәйһеңме ни, күрмәйһеңме ни, атаһы?

Байрас, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тораташ кеүек ҡатып ҡалды, ҙур итеп асылған күҙҙәре менән ҡатынына текәлде, бер аҙҙан көскә телен әйләндереп:
– Сөмбөл, ни һөйләйһең? Кәрәкмәй, бер иҫән ерең юҡ бит, – тип кенә әйтә алды.
Сөмбөл Байрастың ҡурҡынған ҡиәфәтенән көлөп ебәрҙе.
– Тағы сирләй башланыңмы, ҡурҡаҡ ҡуяным? Ҡурҡма, минең әле киҫер урыным бар, бер бала алып ҡайтып һөйөндөрәм үҙеңде. Һинең өсөн тәнем дә, йәнем дә йәл түгел, – тип иренең муйынынан ҡосаҡлап алды.
Байрас, ҡатыны тағы бер бала табыр, тип уйына килтермәгән ине, шуға был хәбәрҙе нисек ҡабул итергә белмәй аптырап ҡалды, әйтер һүҙ тапманы, күңеле тулды.
– Сөмбөл, ни өсөн шундай ауыр ғазапҡа бараһың?
– Мин һине бик яратам, ә яратҡан кешеңдән бала табыу – үҙе бәхет, яратҡан йәреңде һөйөндөрөү – тағы бер бәхет.
– Мин һинең өсөн ҡурҡам. Үҙең күрәһең, һөйөнә лә алмайым. Шул ҡурҡыуым арҡаһында ысын йүләргә әйләнәм, һин бәпесләп өйгә ҡайтҡансы ҡотом алынып йәшәйем. Сөмбөл, ҡәҙерлем, һин шундай бәләкәй генә, һин минең йондоҙом...

Байрас ҡатынын, ҡәҙерләп кенә күтәреп, үҙҙәренең йоҡо бүлмәһенә алып менеп китте. Бик ҡәҙерле ине уға ҡатыны, Хоҙайҙан ялбарып, һорап, көтөп алған мөхәббәте. Эйе, ул бик бәхетле ир! Бына хәҙер улар өйөнә тағы шатлыҡ килергә тора, килһен, бәхете менән килһен, тик һөйөклө ҡатыны ғына иҫән булһын.
Байрас шул көндән башлап ҡатынын нисек һаҡларға белмәне, өрмәгән ергә ултыртманы. Уның зәңгәр күҙҙәре һәр ваҡыт етди, йөҙөндә Сөмбөл өсөн борсолоулы һыҙаттар күренә ине.
– Атаһы, йылмай әҙерәк, ҡурҡма, һүтелмәм, – тип ҡатыны уны тынысландырырға тырышты.
– Алла һаҡлаһын, әсәһе, һүтелә күрмә. Былай ҙа ул яраларға нисек түҙәһеңдер?
– Һинең кеүек яҡлаусы, һаҡлаусы булғанда ниңә түҙмәҫкә, түҙәм, атаһы, түҙәм.
Барыһына түҙҙе Сөмбөл, ҡарындағы балалар көн менән түгел, сәғәтләп үҫтеләр.
Бер ай тигәндә, Азаматтан хат килде.
«Әсәй, минең өсөн борсолма, миңә был ҡала бик оҡшаны. Бындағы тәбиғәт иҫ китмәле матур, йылы, бик күп төрлө еләкемеш ағастары үҫә. Ләкин шулай ҙа, әсәй, һин бешергән икмәк менән туҡмаслы ашты һағынам. Һеҙҙә көҙҙөр инде, ә был яҡтарҙа һаман йәй, белмәйем, ҡышһыҙ нисек йәшәрмен? Янымда булған саҡта бер ни һиҙмәгәнмен, әсәйем, ниндәй ҡәҙерле һин миңә. Ашайбыҙ, уйнайбыҙ, йүгерәбеҙ, башта төрлө уйҙар, тормош гел шулай барыр кеүек тойола...
Ә хәҙер мин һәр ваҡыт һеҙҙе уйлайым. Яныңда булһам, үҙеңде йөҙ тапҡыр үбер, әсәй, һин минең донъялағы иң ҡәҙерле кешем, тиер инем. Бында тәмле ашайым, йомшаҡта йоҡлайым, тик башымдан һыйпарға һинең ҡулдарың етмәй, әсәй».
Сөмбөл улының хатын илай-илай уҡыны, күңеленән уның менән һөйләште:
«Түҙ инде, балам, мин һинең хәлдәреңде бик яҡшы аңлайым. Мин аңламай, кем аңлаһын һине, улым. Сит илдең сәскәләре матур булһа ла, тыуған яҡтың әреме лә тәмле».
Ашығып Булат килеп инде.
– Айһылыу, Азамат ағайымдан хат бар, тигән ине.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас