Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Март 2023, 05:06

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (14) Аҙағы

– Мин баланы алмайым. Мин әле йәш, ҡайҙа ҡуяйым ул баланы? Әсәй, бала күтәреп ҡайтма, тине.

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (14) АҙағыҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (14) Аҙағы
ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ ПОВЕСТЬ Зифа ҠАДИРОВА (14) Аҙағы

ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ

ПОВЕСТЬ

Зифа ҠАДИРОВА (14)

Аҙағы

 

Сөмбөл күҙ йәштәре аша йылмайырға тырышты.
– Эйе, бар, бына быныһы һиңә тип яҙылған, – тип Булатҡа айырым бер конверт һуҙҙы.
– Алып сығып уҡыйым әле, ә һин ниңә илап ултыраһың?
– Бала тыуған яғын һағына, миңә бик таныш был хәлдәр, түҙергә кәрәк, – тине лә ауыр ғына урынынан тороп китте. Уға ҡарап торған Булат, үҙ күҙҙәренә
ышан майынса, ҡабат Сөмбөлгә текәлде.
– Сөмбөл, – тине ул, күҙен унан айыра алмайынса.
Сөмбөл Булаттың ни әйтергә теләгәнен бик яҡшы аңланы, уңайһыҙланып, бит тәре ҡыҙарып сыҡты, ҡулы менән эсен ҡапланы, елкәһен йыйырҙы.
– Ниңә аптырайһың, шулайыраҡ хәлдәр, был ҙур өйҙә икәү ҡалһаҡ, ни эш ләрбеҙ...
Булат, ни әйтергә белмәйенсә:
– Эйе шул, – тигән булды.
Тиҙҙән Азаматҡа ун ете тула, ә Сөмбөл бала табырға йыйына, ярамай тиһәләр ҙә, таба бирә. Был минуттарҙа ул әллә үҙен йәлләне, әллә энеһенән көнләште.
Шу лай бер аҙ тапанып торҙо ла урамға сығып китте, сыҡҡас та зиһенен йыя алмай торҙо. Башында һаман бер уй ҡайнаны. Сөмбөл тағы бала алып ҡайта, ә уларға Сөмбөл тапҡан балалар менән йыуанырға ғына ҡала. Булат нисә йылдар ин де ҡасандыр юғалтҡан мөхәббәтенең бәләкәй генә осҡононда йылынып йәшәй. Сөмбөл – сабыр, аҡыллы ҡатын, килгән һәр кешене яҡты йөҙ, һый-хөрмәт
ме нән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Улар бөтәһе лә шул бәләкәй генә Сөмбөл йылыһына һыйынып йәшәйҙәр. Булат уны йыраҡтан күҙәтеп, уға һоҡланып
йәшәй, йылдар үткән һайын Сөмбөлдөң һөйкөмлө яҡтары асыла ғына бара. Булат көн дә энеләренә юҡты бар итеп инеп сыға. Сөмбөл уны кисерҙе, сөнки уның мөхәббәте хәҙер – Байрас. Ул уға яратып: «Эйеме, атаһы», – тип күҙҙәренә генә
ҡарап тора. Булат быларҙың барыһын аҫтан ғына күҙәтә. «Атаһы» тигән һүҙҙе уға һис ҡасан бер кем әйтмәйәсәк. Булат, үҙ уйҙарына сумып, утын һарайында
бик оҙаҡ ултырҙы, өйгә инһә, Фәриҙә барыһын аңлар шикелле тойолдо. Ул кинәт кеҫәһендәге хатты иҫенә төшөрҙө, ашығып, улының хатын уҡып сыҡты. «Булат ағай, барығыҙҙы ла шундай һағындым, нисек түҙергә инде? Һин минең мотоциклды майлап, ҡараштырып тор... Их, Булат ағай, Ахунға тағы бер генә киске уйынға ҡайтыр инем»,– тигән. Ике бит тултырып яҙған хатты уҡығанда Булаттың, улын йәлләп, йөрәге әрнене.
«Эй, улым, һинән башҡа миңә лә был донъя йәмһеҙ шул. Әсәйең, түҙергә кәрәк, ти, түҙәйем, улым, ул түҙә, беҙ ҙә түҙәйек...»
* * *
Сөмбөл беренсе ҡар менән ялға сыҡты. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, ти, Байрасҡа ҡатыны айлап түгел, көнләп йыуаная барған шикелле тойолдо, иҫке яралары һүте лә күрмәһен, тип ҡурҡты. Декабрь башында түҙмәне, Ғәлимә апайға шылтыратты.
– Апай, ҡыйын булһа ла килеп ет, Сөмбөл тау хәтлем булды, зинһар, ярҙам ит, – тигәс, Ғәлимә апалары оҙаҡ көттөрмәне, ҡайтып та етте.
Сөмбөлдө ике аҙна урынынан торғоҙманы, үҙе ҡараны. Ысынлап та ҡурҡырлыҡ сәбәптәр бар ине: иҫке яралар тартылған, йоҡарған.
Декабрь урталары еткәс, урындағы табиптар менән кәңәшләшеп, ваҡытынан ал дараҡ булһа ла бәпесләтергә уйланылар. Сөмбөл Байрасҡа операция көнөн
әйт мәүҙәрен үтенде. Ире былай ҙа больница юлын көнөнә әллә нисә тапай, опе рация икәнен белһә, китмәҫ тә. Иртән Байрас килеп киткәндән һуң, Сөмбөлдө операцияға алып инделәр. Ғәлимә апаһы:

– Ирең килгәнсе өлгөрәбеҙ, – тип йылмайҙы.
Эйе, өлгөрҙөләр, донъяға һау-сәләмәт ике малай ауаз һалды. Сөмбөлдөң теләге ҡабул булды – иренә Яңы йыл бүләге әҙер ине.
Эштән һуң килгән Байрасты Ғәлимә апаһы, аҡ халаттарға урапсорнап, Сөмбөл ятҡан палатаға алып инде. Яңы ғына наркоздан айнып күҙен асҡан Сөмбөл ауыҙына маска, башына аҡ башлыҡ, өҫтөнә аҡ халат кейгән иренә ҡарап:
– Һин ниндәй матур доктор булыр инең, – тип йылмайҙы.
– Юҡ, бында миңә ярай торған халат юҡ, унан, үҙең дә беләһең – энәнән ҡурҡам бит мин. Хәлең нисек? – тип ҡулын Сөмбөлдөң эсенә ҡуйҙы, нисек ҡуйҙы
шулай тартып алды. – Сөмбөл, – тине хәле бөтөп, – таптың дамы ни?
Уларҙы ситтән күҙәтеп торған Ғәлимә апай, йылмайып, Байрасты ҡулынан етәк ләп, ике бәләкәй генә карауат янына алып килде.
– Бына күр, ҡатыныңдың Яңы йыл бүләген.
– Ә ҡайһыһы беҙҙеке?
– Икеһе лә һеҙҙеке.
– Нисек икеһе лә?
Байрастың ғәжәпләнеүҙән түңәрәкләнгән күҙҙәрен күреп, Ғәлимә апай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ниңә аптырайһың? Бындай хәлдәр йыш була.
Байрас бер балаларға, бер Сөмбөлгә ҡараны.
– Икәү булғандармы? Йә, Хоҙайым, Сөмбөл, нисек түҙҙең? – тип карауат янына килеп теҙләнде. – Әсәһе, нисек түҙҙең, яраларың ауырталыр.
– Ниңә, атаһы, кемдәр тип һорамайһың?
– Кемдәр булһа ла ярай, иң мөһиме – үҙең иҫән ҡалғанһың. Икәү тиһең, ә, башҡа һыймай!
Ул, тороп, яңынан балалары янына килде, уларға оҙаҡлап ҡарап торҙо.
– Ысынлап та, кемдәр һуң былар?
– Малайҙар, атаһы, икеһе лә малайҙар.
– Береһе ҡыҙ булһа ла яҡшы булған булыр ине. Ҡыҙҙар аталарын күберәк яраталар бит. Ярай инде, рәхим итегеҙ беҙҙең донъяға, балалар, – тип йылмайып,
Сөм бөл янына килде.
– Әсәһе, күпме рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр төҫлө. Хоҙай һине миңә үҙе бүләк итте, мин һинең яныңда бик бәхетле. Һинән башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, һин минең иң ҡәҙерле кешем. Әсәһе, мин ҡайтып, Айһылыу ҙы, атайымдарҙы, ағайымдарҙы һөйөндөрәйем әле. Бөгөн бит донъяға Арыҫланов нәҫеленең дауамсылары тыуҙы. Ниндәй шатлыҡлы көн! Сөмбөл, һин минең батырым, мөхәббәтем минең, ҡара ҡарлуғасым минең!
Байрастың шатлығы эсенә һыйманы, Сөмбөлдөң уға ниндәй ҙур бүләк яһа ғанын бөтә барлығы менән аңланы, һөйөнөсөнән күҙҙәре ялтыраны.
Сөмбөл иренә ҡарап һоҡланды. Байрастың егеттәрсә төҙ баҫып, матур башҡа йын ғорур тотоп йөрөүе, һәр һүҙен өҙҙөрөп һөйләшеүе, зәңгәр күҙҙәре, наҙлы йылмайыуы, теҙелеп торған апаҡ тештәре, эйәк осондағы бәләкәй генә соҡоро
– барыһы, барыһы ла Сөмбөл өсөн ҡәҙерле, яҡын ине.
Йәштән етәксе урындарҙа эшләгәнгәме, ҡайһы берәүҙәргә ул ҡырыҫ кеүек тойола, сөнки үҙенең бер ҡарашы менән теләһә кемде бик тиҙ урынына ул тырта.
Әйт кән һүҙендә тора белгәне, кешене рәнйетмәгәне өсөн, директорҙары ла йыҡлы ялға киткәндә үҙ урынына Байрасты тәҡдим итте. Хеҙмәттәштәре ҡаршы килмәне, бер тауыштан уны етәксе итеп һайланылар. Байрас:
– Әсәһе, директор ҡатыны булғың киләме? – тигәс:
– Юҡ, Байрас ҡатыны ғына булғым килә, – тип көлдө.

Башҡаларға ҡырыҫ кеүек күренһә лә, Байрас – нескә күңелле, ғаилә йәнле кеше. Сөмбөл өсөн ул – диңгеҙ уртаһындағы маяҡ.
Бала табып, бер аҙна үткәс, Сөмбөл янына уның урынына ҡалған бүлек мөдире килде.
– Бер йәш ҡатын балаһынан баш тарта, хатта имеҙергә теләмәй. Ни эшләйбеҙ? Ташлап сығып ҡасмағайны...
– Ире бармы?
– Юҡ, ирһеҙ тапҡан.
– Әсәһен саҡыртып һөйләшегеҙ.
– Әсәй алырға ҡушмай, ти.
– Ярай, иртәгә үҙем инеп һөйләшеп ҡарармын. Ни эшләйһең, донъяла кә күктәр бөтмәгән шул.
Икенсе көндө Сөмбөл ҡыҙ ятҡан палатаға инде. Шәфҡәт туташы ымлап ҡына ҡыҙ ятҡан урынға күрһәтте.
– Һаумы, үҫкәнем, һинең менән һөйләшкем килә.
– Бәйләнмәгеҙ миңә, минең бер кем менән һөйләшкем килмәй.
– Әгәр башҡалар алдында һөйләшһең килмәһә, әйҙә минең менән.
Ҡыҙ теләртеләмәҫ тороп баҫты. Оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, муйыл ҡара күҙле был ҡыҙ бик сибәр ине. Ул Сөмбөл артынан эйәрҙе, улар икенсе палатаға инделәр.
– Ултыр, әйҙә, һөйләшәйек әле. Һеңлем, ниңә һин балаңды имеҙергә те лә мәй 
һең?
– Һеҙҙең минең баламда ни эшегеҙ бар?
– Үҫкәнем, мин ошо больницала ун йыл эшләйем, шул ваҡыт эсендә әле бер кемдең дә бала ҡалдырып сыҡҡанын күргәнем булманы. Һин минең оло улым менән бер йәштә генә бит, кем һине ололар менән былай тупаҫ һөйләшергә өйрәтте? Үҙең, ҡотҡарығыҙ, тип килгәнһең, ә хәҙер, ҡотолғас, яҡшылап һөйләшкең дә килмәйме?
– Мин баланы алмайым. Мин әле йәш, ҡайҙа ҡуяйым ул баланы? Әсәй, бала күтәреп ҡайтма, тине.
– Ә атаһы?
– Уның үҙенең ғаиләһе бар, ул барыбер миңә өйләнмәйәсәк. Уға кәрәкмәгәс,
миңә лә кәрәкмәй.
– Ниңә улайһа ике айлыҡ сағында ҡотолманың?
– Аборттан һуң башҡа бала булмаҫҡа мөмкин, тинеләр. Һуңыраҡ кейәүгә сыҡҡас, бәлки, бала кәрәк булыр, әлегә кәрәкмәй.
– Балаңдың атаһын яратаһыңмы?
– Яратам кеүек инде.
– Яратҡан кешенән тапҡан баланы ла яраталар бит. Баланың атаһы һиңә нисек ҡарар? Мөхәббәтегеҙ ни эшләр? Бала кем ҡулдарына эләгер? Һин был хаҡ та уйлайһыңмы?
– Китапта ғына ул мөхәббәт. Яратһа, ҡатынынан айырылыр ине, ул, ҡатыным, бала ларым, ти. Йәшәһен шунда үҙенең ҡарт шайтаны менән.
– Ниңә һуң ғаиләле кеше менән сыуалдың? Ғаиләһе, балалары бар икәнен белмәнеңме?
– Белдем, уның аҡсаһы күп, машинаһы шәп. Туйҙырҙы был хәйерселек. Бала тапһам, өйләнер, тип уйланым, ә ул миңә, аборт яһат, тип аҡса бирҙе лә ғаиләһе менән ялға китеп барҙы. Аҡсаһын туҙҙырҙым, балаһын ҡалдырҙым.
– Тыңла әле мине, һеңлем, бала ул бесәй балаһы түгел, һин тапҡан баланы кем ҡарарға тейеш тип уйлайһың? Кем имеҙергә тейеш? Ул бит ас, бына һин үҙең ҡасан теләйһең, шунда ашайһың, уның ни ғәйебе бар? Бөтә кеше Яңы
йылға өйҙәренә ҡайтып китәсәк, ә ул яңғыҙы бында ҡалырмы? Уның теле булмаһала, ул үҙенең йөрәге менән һинең ошо ҡыланмышыңды һиҙә, рәнйер, тип тә
уйламайһыңмы, бала ҡарғышынан да ҡурҡмайһыңмы? Киләсәктә оло мөхәббәт килер, юлыңда яҡшы кеше осратырһың, ул һине лә, балаңды ла яратыр, ҡалдырма балаңды. Һин үҙең дә әсәйеңдең күкрәк һөтөн имеп үҫкән кеше, үкенерһең
бер ваҡыт, һуң булыр. Яратҡан кешең быны белһә, үҙеңде ташлап китер. Ваҡыт уҙыр, олоғайырһың, аҡыл йыйырһың, бына шул саҡ балаңды эҙләй башларһың.
Ми неке түгелме икән, тип урамдағы һәр баланың күҙенә ҡарарһың, таба алмаҫһың, сәсеңде йолҡоп иларһың. Кейәүгә сығып, башҡа балаларың булһа ла, беренсе балаң йәнеңә тынғылыҡ бирмәҫ, төштәреңә инеп йөҙәтер. Балаҡайым, аҡылыңа кил, үкенерһең.
– Апай, йәнемде талҡыма, балаһыҙ ҡатындар бөтмәгән, берәйһе алыр ҙа үҫ терер, бик йәлләһәң, үҙеңә ал. Мин ун ете йәшемдән бала ҡарап өйҙә ултырырға
йыйын майым. Кемгә кәрәк – шул алһын.
– Эҙләрһең, нисек кенә эҙләрһең, бына шунда илап минең яныма килерһең, баламды бер генә күрәйемсе, тиерһең, һуң булыр. Эйе, алыусылар булыр, алырҙар ҙа үҙ ҡыҙҙарылай ҡәҙерләп үҫтерерҙәр. Бәлки, ул киләсәктә ҙур кеше булыр, ата-әсәһе уның менән ғорурланыр. Йәшлектәге хаталарың йөҙө менән ғазап булып ҡайтыр, мин ул саҡта бер ни менән ярҙам итә алмам. Яҡшылап уйла, һин хәҙер бала түгел, һин хәҙер әсә кеше, оялма ла, ҡурҡма ла, булаһы булған.
Балаңды таш лау тормошоңдағы иң ҙур хатаң булыр, уйла, әле һуң түгел.
– Уйланым инде, күп уйлаһаң, тиҙ ҡартаяһың. Мин был хаҡта башҡа һөйләшергә теләмәйем, – тине лә ҡыҙ ишекте шапылдатып ябып сығып китте.
– Эх, йүләр йәшлек, бик һөйләшкең килер, һуң булыр...
Ғәлимә апаһы был һөйләшеүгә ҡатнашманы, Сөмбөл хаҡлы, һуңынан күптәр үҙ балаларын эҙләйҙәр, үкенәләр, илайҙар. Хоҙай ундайҙарға язаһын ҡаты бирә, уларҙа әсәлек хисен уятып, йән тыныслыҡтарын ала, бына шул ваҡытта кәкүк әсә ләр өсөн «ҡиәмәт көнө» башлана.
– Ғәлимә апай, шәфҡәт туташына әйтегеҙ, ул баланы бында алып килһен,
ҡарайым әле.
– Нимә уйланың, Сөмбөл?
– Мин ул баланы Булаттарға алам.
– Уларға кәрәкмәһә?
– Үҙемә булыр, ике янына берәү һыйыр әле.
Бәләкәй генә төргәкте алып килделәр. Баланы ҡулына алыу менән Сөмбөл күҙ йәшен тыя алманы.
– Эй, сабыйым, кил әле үҙемә.
Ул, баланы таратып, бар ерен ҡарап сыҡты, һаусәләмәт бала. Еүеш сепрәктәрен алыштырҙы, өйҙән алып килгән иң матур йылы сепрәктәргә төрҙө, күк рә 
генә яҡын килтерҙе, бала, шуны ғына көткәндәй, бик тәмләп, тағы ҡасан эләгә, тип ашығаашыға имергә тотондо.
– Ҡалһын бында, алып китмәгеҙ, – тине баланы алырға ингән шәфҡәт туташына.
Баланың әсәһе менән дә, өләсәһе менән дә һөйләшеү ыңғай һөҙөмтә бирмәне, кем гә кәрәк, шул алһын, тинеләр.
Сөмбөл Байрасын көсхәл менән көтөп алды, ир башынан һикерергә ярамай, уртаҡ һалып һөйләшергә өйрәнгән Сөмбөл.
– Атаһы, ошо баланы Булат менән Фәриҙәгә алайыҡ. Улар риза булмаһа, үҙебеҙгә алырбыҙ. Бигерәк йәл, әсәһе ташлап китте, – тигәс, Байрас баланы ҡабат-ҡабат килеп ҡараны, шул сабыйҙы нисек йәлләмәйенсә ташлап киттеләр икән,
тип аптыраны.
Һәр балаһы өсөн йәнен бирергә әҙер торған Байрас:
– Ярай, әсәһе, алып ҡайтайыҡ, аҙаҡтан күҙ күрер. Миңә лә ағайҙар алдында ситен, кешене үртәгән кеүек, беҙҙә икәү, уларҙа берәү ҙә юҡ. Азамат киткәс,
ағай бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелде, бәлки, уға ла йән инер.
Яңы йыл алдынан Байрас Сөмбөлдө бер ҡосаҡ бала менән больницанан алып сыҡты. Айһылыу, был тиклем баланы күреп:
– Әсәкәйем, был кем балалары, кеше бер бала алып ҡайта, ә һин өстө алып ҡайтҡанһың, – тип шаҡ ҡатты.
Бына башланды тамаша: береһе илаһа, икенсеһе ҡушылды, уныһына – өсөнсөһө. Азаматтың бүлмәһе дарыу, сепрәктәр менән тулды. Бер көн эсендә өс
балаға апай булған Айһылыу:
– Мин береһен генә ҡарайым, – тип бер баланы үҙ бүлмәһенә алып сығып киткән ине, илағас, кире индерҙе.
Быға тиклем атаһы менән әсәһенең бер бөртөк иркә ҡыҙы булып йәшәгән Айһылыу, бөтә иғтибар балаларға күскәс, үҙен кәрәкһеҙ кеүек хис итте. Ҡыҙының  үпкәләгәнен иң беренсе атаһы һиҙеп алды.
– Ҡара әле, әсәһе, беҙҙең Айһылыу нисек ҙур үҫеп китте, һиңә ярҙамсы, энеләренә апай булды.
Сөмбөл, эштең ниҙә икәнен аңлап:
– Кил әле, ҡыҙым, һин беҙҙең иң матур, иң ҙур, иң аҡыллы ҡыҙыбыҙ бит. Бына энеләрең бер аҙ үҫһендәр, улар һине беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ яратасаҡ,
«апай, апай» тип яныңдан китмәйәсәк, ҡыҙым, – тип Айһылыуҙы ҡосаҡланы.
Ата-әсәһе һүҙҙәренән Айһылыуҙың кәйефе күтәрелеп китте.
Кисен, хәл белергә тип, Булат менән Фәриҙә инде. Башта йыйылышып сәй эстеләр, Байрас, нисек һүҙ башларға белмәй, ҡатынына ҡарап алды. Сөмбөл бер аҙ уйланып торғас, ҡунаҡтарҙы, балалар ҡарарға тип, өҫкө бүлмәгә саҡырҙы.
Улар ин гәндә, карауатта ике бәләкәй генә малай йоҡлап ята ине.
– Бәй, өсөнсөһө ҡайҙа?
Бәләкәй ҡыҙҙы Айһылыу үҙ бүлмәһен алып сыҡҡан булған икән.
– Ҡыҙым, ул ҡурсаҡ түгел, улай уйнама. Әйҙә, ҡыҙым, был бәпесте Фәриҙә апа йыңа бирәйек, уларға ла кәрәк бит, – тигәс, Айһылыу йылмайып:
– Әйҙә, быныһы күберәк тә илай, – тип бәләкәй ҡыҙҙы әсәһенә бирҙе.
Сөмбөл баланы күтәреп Фәриҙә ҡаршыһына килеп баҫҡас, аптырап ҡалдылар: ике малай тигәндәр ине бит.
– Алығыҙ ошо баланы, уның бер кеме лә юҡ. Бала ла, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ. Үҫтерегеҙ, исем бирегеҙ, өйөгөҙгә йәм инер.
Булат менән Фәриҙә, көтөлмәгән хәлдән аптырап, бербереһенә ҡарашып алдылар.
– Алығыҙ, ағай, йәтим бала ул, әсәһе ташлап киткән. Һеҙ алмаһағыҙ, үҙебеҙ алабыҙ.
Сөмбөл әкрен генә баланы Фәриҙәнең ҡулына һалды.
– Ал, ҡыҙың булһын, ҡурҡма, үҙем булышырмын, икәү ҡарарбыҙ.
Ал биләүгә күҙ йәштәре тамды, Фәриҙә ҡулындағы биләүҙе күкрәгенә ҡыҫты, үҙе ялбарып Булатҡа ҡараны.
– Алайыҡ, – тине, күҙ йәштәренә быуылып, – миңә бала кәрәк, – тип бышылданы, – минең дә әсәй булғым килә, алайыҡ, Булат, – тип ялбарҙы.
Һәр ваҡыт ғорур, үлһә лә күҙ йәшен күрһәтмәй торған Фәриҙәне бындай хәлдә әле берәүҙең дә күргәне юҡ ине. Ҡатынын йәлләп, Булаттың йөрәге әрене, үҙенең дә күңеле тулды, тамағына ултырған төйөндө ауырлыҡ менән йотоп:

– Алайыҡ, – тине.
Фәриҙә күҙ йәштәре аша йылмайҙы.
– Һин дә атай булырһың.
Улар һораулы ҡараш менән Сөмбөлгә текәлде, икеһе бер тауыштан:
– Беҙгә хәҙер ни эшләргә кәрәк? – тине.
Сөмбөл менән Байрас, өҫтәренән ҙур йөк төшкәндәй, еңел һулап ҡуйҙы.
– Һеҙгә бик күп ҡағыҙ йыйырға тура киләсәк. Фәриҙә бала менән өйҙә ултырыр, әлегә мин имеҙермен, үҫә төшкәс, үҙегеҙ ашата башларһығыҙ. Аза маттың
бүлмәһе буш, шунда йәшәп тора алаһығыҙ, барыбер имеҙергә беҙгә киләсәкһең
бит. Бәхетле ата-әсә булығыҙ, аҡыллы ҡыҙ итеп үҫтерегеҙ, һеҙҙең өйө гөҙ бала тауышынан гөрләп торһон, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
Бына шулай уйламағандакөтмәгәндә Булаттар өйөнә лә йән инде, улар бер аҙна буйы кәрәкле ҡағыҙҙар артынан сапты. Кисен, барлыҡ арыуталыуҙарын
оно топ, бала тирәһендә бөтөрөлдөләр. Фәриҙә көнгә бер нисә тапҡыр ҡыҙын
Сөмбөлдәргә имеҙергә алып инде. Бала имгән әсәһен һағынып инә, бәләкәй ҡулдары менән сәбәкәләй-сәбәкәләй имә. Баланың шул тиклем яратып, тәмләп күкрәк һөтөн имеүен күреп, Фәриҙәнең күкрәктәре һыҙлап ҡуя ине. Эх, шул
бала имеҙеү тойғоларын бер татыһаң ине! Бер ваҡыт өйҙә, кеше күрмәгәндә, ҡыҙына күкрәген ҡаптырып ҡарарға булды. Ләкин сабый һурып ҡына ҡараны
ла, һөт булмағас, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Фәриҙә, баланы алдауына оялып, Сөмбөлдәргә йүгерҙе...
Кистәрен барыһы бергә Байрастарҙа йыйылалар. Өс баланы уртаға ултыртып, уларға ҡарап ултыралар. Ике тамсы һыу кеүек оҡшаш Азат менән Саматты әсәләре генә айыра. Бәләкәс Гүзәл малайҙарға ҡарағанда теремек булып сыҡты,
әле береһен, әле икенсеһен тартып йыға, Сөмбөл янына килеп, имсәк һорай.
Ма лайҙар ҡайҙа нимә йәшерелгәнен яҡшы белә, улар ҙа ҡыҙҙан ҡалышмай.
Балаларға йәш тулды, тормош шулай әкрен генә үҙ эҙенән барыуын дауам итте.
Ял көнө иртән, йүгереүҙән тыны бөтөп, Булат килеп инде.
– Сөмбөл, әйҙә әле тиҙерәк, Фәриҙәгә әллә нимә булды, кисәнән бирле күңеле болғана, тора ла, ашай ҙа алмай, – тип, Сөмбөлдө ашыҡтыра-ашыҡтыра, үҙҙәренә алып инде.
Сөмбөл Фәриҙәне ентекләп ҡараны, ҡурҡыныс бер нәмә тапманы, күңеленә килгән шиген һиҙҙермәне, күңел болғаныуҙы баҫа торған дарыу бирҙе.
– Әйҙә инде, Фәриҙә тағы сирләне бит, – тип берике көндән Булат ҡабат инеп етте.
Сөмбөл Фәриҙәне ҡарағас, йылмайып ҡуйҙы:
– Сөмбөл, ниңә көләһең? Үләм бит, – тип ыңғырашты Фәриҙә.
– Үлмәйһең, әле йәшәй генә башлайһың. Йәтимде бәхетле итһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ, тип әйттем бит мин һеҙгә. Ҡурҡма, теге ваҡытта шик лән 
гән инем, хәҙер шигем ҡалманы. Һин балаға уҙғанһың, Алла теләһә, йәйгә тағы атай-әсәй булырһығыҙ.
Булат лып итеп урындыҡҡа ултырҙы.
– Сөмбөл, ни һөйләйһең? Яңылышмайһыңмы?
– Булат, был һеҙгә, йәтимде һыйындырғанығыҙ өсөн, Хоҙайҙың рәхмәте. Һуңлап булһа ла әсәй булыу, бала имеҙеү теләге организмға көс биргән. Ҡотлайым һеҙҙе, мин һеҙҙең өсөн бик шат. Йәйгә эшкә сығам, үҙем бәпесләтермен.
Иҫән кешегә ғүмер бик тиҙ уҙа, йәйҙә Булаттың улы тыуҙы. Сөмбөл Булаттың ҡулына баланы һалғанда:
– Мин хәҙер һинең өсөн тыныс, үткәндәрҙе онот, киләсәк менән йәшә, Булат, – тине.

ЭПИЛОГ
Шәфҡәт ағайҙың ҡапҡа төбөнә бербер артлы машиналар ҡайтып теҙелде, ишек алды баласаға менән тулды. Ҡатынҡыҙ ҡасандыр Сөмбөл үҫтергән баҡсаға матур итеп табын әҙерләне, Байрас менән Булат яңы урындыҡтар урын лаштырҙы.
Бөгөн Шәфҡәт ағайға етмеш йәш, балалары уның тыуған көнөнә йыйылды, ләкин, ни эшләптер, төпсөк улы Әлфис кенә күренмәй, аптырағас, ҡапҡа төбөнә сығып ултырҙы, уға ейәндәре эйәрҙе.
– Балалар, йүгермәгеҙ, йығылырһығыҙ.
Тиктормаҫ малайҙар, уның һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәйенсә, арлыбирле йүгереште, Гүзәл дә уларҙан ҡалышырға теләмәне. Был малайҙарҙы нисек айыралар икән– икеһе лә бер тамсы һыу кеүек аталарына оҡшағандар, ә был бөҙрә
сәсле ҡурсаҡ – нәҡ Фәриҙә инде, үҙенән тыуған тиерһең.
– Эй, башкиҫәрҙәр, бына кеҫәмә бер тәмле нәмә йәшерҙем, тапһағыҙ, үҙегеҙгә
була.
Балаларҙы янында тотоуҙың бер хәйләһе ине был. Балалар бабайҙың кеҫәләренә тығылды.
– Эҙләгеҙ, яҡшылап эҙләгеҙ, үҙе бәләкәй генә, үҙе шундай тәмле.
Балалар менән ҡайнаша ла, үҙе юлдан күҙен алмай. Төпсөгө утыҙға етте, әле һаман өйләнергә уйламай, кемде эҙләйҙер?
Әлфис, юғары уҡыу йортон тамамлағас, сауҙа менән шөғөлләнә башланы, хәҙер үҙенең бәләкәй генә бер фирмаһы, Өфөлә фатиры, яҡшы машинаһы бар. Бар
әйбере етешле, ә бына өйләнмәй йөрөй бирә. Шәфҡәт ағай, улы ҡайтҡан һайын, артынан берәйһе эйәреп кермәҫме икән, тип өмөтләнеп, ишеккә ҡарай.
– Олатай, юҡ бит, һин алдайһың, – тип Гүзәл бабаһын тартҡылай башланы.
– Бар, бар, һәйбәтләп эҙләгеҙ, кеҫәне генә тишмәгеҙ.
Урам буйлап туҙан туҙҙырып килеүсе бер машина күренде, сиҙәм сүпләп йөрөгән ҡаҙҙар тирәяҡҡа сәселде.
– Ҡайһы йүнһеҙе шулай саба, бөтә кешене туҙанға батырып, баласаға йөрөп тора, – тип Шәфҡәт ағай уйлап та өлгөрмәне, теге хәтәр машина уларҙың ҡапҡа төбө нә килеп туҡтаны.
Ҡапҡанан балалары янына сығып килеүсе Сөмбөл:
– Абау, кем былай туҙан туҙҙырып йөрөй, – тип ҡайныһы янына килеп ултырҙы.
Ҙур матур машинанан аҡ костюмсалбар кейгән бик сибәр, оҙон буйлы егет төштө.
– Көтәһегеҙме? Һаумыһығыҙ!
– Бәй, Солтанай бит. Атай, Әлфис тағы машинаһын алыштырған, ә беҙ танымай торабыҙ.
– Нимә күҙеңде тондороп сабаһың? Бөтә кешене туҙанға батырҙың бит, – тигән булды Шәфҡәт ағай, малайын шелтәләп.
– Ашыҡтым, атай, ана, ҡунаҡтар ашыҡтыра бит. Сөмбөл апай, ҡара әле, кемде алып ҡайттым.
– Һаумы, әсәй, – тигән тауышҡа Сөмбөл һиҫкәнеп китте һәм:
– Улым, Азамат, – тип урынынан тормаҡсы булды.
– Әсәйем, – тип егет әсәһе ҡаршыһына килеп теҙләнде. – Әсәйем, бәғерем.
– Улым, ҡайттыңмы, балам, күҙ нурым, – тип әсәһе уның башын күкрәгенә ҡыҫты, күҙенән йәштәре тамды.

Азамат әсәһенең күҙҙәренән үпте, үҙенең дә күҙҙәре йәшләнде. Сөмбөл улының битен ҡулдары менән тотто:
– Балам, – тип күҙҙәренә ҡараны. – Ниндәй сибәр егет булғанһың, ҡайҙа, туйғансы бер ҡарайым әле үҙеңә.
Улын күрмәгәнгә дүрт йыл булған. Азаматҡа ысын ирҙәр төҫө ингән, биттәре
ҡо яшта ҡарайған, ҡуйы ҡара сәсе матур итеп киҫтерелгән, зәңгәр күҙҙәре янып тора. Ул Булаттың йәшлеген ҡабатлаған, атаһының сибәрлегенә әсәһенең һөйкөмлөлөгө ҡушылған.
Сөмбөлдөң күҙ йәштәрен күреп, игеҙәктәр, тиҙ генә олаталары алдынан
төшөп, икеһе ике яҡтан әсәләренең беләгенә йәбеште. Гүзәл, апаһын илатҡан
ағайға уҫал итеп ҡарап:
– Теймә! – тип уның еңенән тартты.
Сөмбөл уңайһыҙланып ҡына оло улына ҡараны.
– Улым, үпкәләй күрмә, улар бәләкәй бит әле. Бына быныһы Азат, быныһы
Самат энең, ә был матур ҡыҙ – Гүзәл. Балалар, таныш булығыҙ, был – оло ағайығыҙ Азамат. Мин уны бик яратам, һеҙ ҙә яратығыҙ.
– Ну, байығанһығыҙ, әсәй, – тип башын һелкене Азамат, олатаһы янына килеп. – Һаумы, олатай, мине онотманыңмы, ейәндәрең күбәйгән бит?
– Улай тимә, улым, һин иң ҡәҙерлеһе, балам, һин бит беренсе, баш ейән, һинең урыныңды берәү ҙә ала алмай. Уҙ түргә, улым.
– Атай, бында тағы бер ҡунаҡ бар әле, – тип машинаның арт ишеген асты Әлфис. Машинанан уртаса буйлы, ҡапҡара бик һөйкөмлө ҡыҙ сыҡты, ул ҡайһылыр яғы менән Сөмбөлдөң йәшлеген хәтерләтә.
– Атай, таныш бул, буласаҡ киленең Әлиә.
– Хуш киләһең, ҡыҙым, түргә уҙ.
Бына кемгә оҡшаған ҡыҙҙы эҙләгән улы. Күпме оҡшаған икәнен йылдар күрһәтер, Сөмбөл – Сөмбөл инде ул...
– Әйҙәгеҙ, әйҙә, йортҡа инегеҙ, башҡа килер кеше ҡалманы, – тип Шәфҡәт ағай ҡапҡаны асты.
Арыҫлановтар ғаиләһендә бөгөн байрам. Шәфҡәт ағай хәҙер инде бабай, өҫтәл тирәһендә йыйылып ултырған балаларын күҙҙән кисерҙе. Бик бәхетле ине ул бөгөн.
Шәфҡәт ағайҙар баҡсаһында йырмоң ағылды. Ахундың алыштырғыһыҙ гармунсыһы, һүҙ оҫтаһы Сәлимйән ағай ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе.
– Сәлимйән дуҫ, әйҙә, тарт үҙебеҙҙекен, Ахун көйөн!

Урам көйө, урам көйө,
Урам көйө беҙҙеке.
Сыҡмаһын да дошман һүҙе өҫкә,
Сыҡһа сыҡһын беҙҙеке.
Эх, Ахундың урамдары,
Беҙ киткәс тыныр әле
Ахундың урамдары...

Автор:
Читайте нас