Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Март 2023, 16:55

ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!

- Бала күңеле—аҡ ҡағыҙ. Уға башта ни яҙаһың, шул ҡала.

ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!
ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!

Иман барҙа—әҙәп бар, тиҙәр. Динен һөйгән илен дә һөйә. Шуға күрә киләсәк быуынды әхлаҡле итеп үҫтереү һәм тәрбиәләү маҡсатында "Ихлас" мәсетендә ауылыбыҙ имамы балалар менән даими рәүештә осрашыуҙар ойоштора.
Балаларға Аллаһтың барлығын һәм берлеген аңлатыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя имамыбыҙ Булат хәҙрәт.
- Бала күңеле—аҡ ҡағыҙ. Уға башта ни яҙаһың, шул ҡала. Олатай- өләсәйҙәребеҙ биргән дин дәрестәре йөрәктә ташҡа яҙылған һымаҡ ныҡ уйылып ҡалған. Шуға күрә балаларға бәләкәй саҡтан иман, әхлаҡ төшөнсәләрен аңлатып үҫтерергә кәрәк. Улар пәйғәмбәрҙәрҙең кемлеген, уларҙың тарихын да белеп үҫергә тейеш»,—ти ул. Балалар—беҙҙең киләсәгебеҙ. Шуға күрә уларҙың күңелдәренә тик изгелек орлоҡтарын ғына сәсеү зарур. Кескәйҙәр мәсеттә өйрәнгән доғаларҙы ғүмерлеккә иҫтәрендә ҡалдырыр, аҙаҡ беҙҙең өсөн доға ҡылыр. Балалар ошо дәрестәр арҡылы динде дөрөҫ итеп дауам итеүсе изге вариҫтарыбыҙ булыр тип ышанабыҙ.

#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022

https://vk.com/im?sel=140912972&w=wall-207714147_7669%2F68fb2bb7490d85e2d9

Автор:
Читайте нас