+5 °С
Болотло
Был донъяла бөтәһе лә матур,
Ҡабатланмаҫ иртә, кистәре;
Кешеләрҙе ҡалай матур итә
Матурлыҡты тойоу хистәре.
Йәм өҫтәнә йәмдәр өҫтәр өсөн,
Ҡанат ҡаға моңсол ҡоштары;
Тик матурлыҡ өсөн килә төҫлө
Яҙы,
Йәйе,
Көҙө,
Ҡыштары.
Сафуан Әлибай.