Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Март 2023, 13:55

Халыҡ яҙыусыһы тыуған яғына ҡайтты

Һеҙ "Таня-Таңһылыу" романын уҡынығыҙмы? 

Халыҡ яҙыусыһы тыуған яғына ҡайттыХалыҡ яҙыусыһы тыуған яғына ҡайтты
Халыҡ яҙыусыһы тыуған яғына ҡайтты

ИЖАДЫНДА - ХАЛЫҠ ЯҘМЫШЫ
2022 йылдың декабрь айында билдәле прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәби премия лауреаты, бик күп романдар, повестар һәм хикәйәләр авторы Ринат Камал «Башҡортостан Республикаһының Халыҡ яҙыусыһы " исеменә лайыҡ булды.
 Ринат Әлтәф улы ошо юғары исемгә лайыҡ булыу шатлығы менән уртаҡлашырға тыуған яҡтарына ҡайтты. Дыуан-Мәсетле мәҙәниәт йортонда “Ижадында - халыҡ яҙмышы” тип исемләнгән тематик осрашыу үтте. Осрашыуға Дыуан-Мәсетле, Ғүмәр ауылы ағинәйҙәре һәм
ауыл биләмәһенең барлыҡ ауылдарынан да Ринат Камалдың ижадын яратыусылар һәм күҙәтеп барыусылар йыйылды. Һәр кемдең сығышында яҡташыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо сағылды!

Сығанаҡ: Мәсетле башҡортары.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас