Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Март 2023, 19:24

Матурлыҡ Сафуан Әлибай

Был донъяның бар йәмдәрен тойопЙәшәй белеү – үҙе матурлыҡ;Китеп барһаң теге донъяларға,Әмәлдәр юҡ кире ҡайтырлыҡ...

Матурлыҡ  Сафуан Әлибай
Матурлыҡ Сафуан Әлибай

Матурлыҡ

Был донъяның бар йәмдәрен тойоп
Йәшәй белеү – үҙе матурлыҡ;
Ил-көнөңдә аҙмы моң-ауаз бар
Йырҙар юлдарына ятырлыҡ.
Киңлектәре ерҙең иҫ китмәле
Һауалары һулап туйғыһыҙ.
Алда күпме ғүмер булғанда ла,
Һүнмәҫтер ул йәшәү тойғоһо!
Сылтыр-сылтыр шишмә йыр башланы,
Ағастарҙа бөрө тулышҡан.
Донъя ҡапыл шаңдап китер һымаҡ
“Әс-сәй!” тигән тәүге тауышҡа.
Был донъяла бөтәһе лә матур,
Ҡабатланмаҫ иртә, кистәре;
Кешеләрҙе ҡалай матур итә
Матурлыҡты тойоу хистәре.
Йәм өҫтөнә йәмдәр өҫтәр өсөн,
Ҡанат ҡаға моңсол ҡоштары;
Тик матурлыҡ өсөн килә төҫлө
Яҙы, йәйе, көҙө, ҡыштары.
Был донъяның бар йәмдәрен тойоп
Йәшәй белеү – үҙе матурлыҡ;
Китеп барһаң теге донъяларға,
Әмәлдәр юҡ кире ҡайтырлыҡ...
Йәшәй белеү –шиңмәҫ матурлыҡ!

Автор:
Читайте нас: