Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Март 2023, 02:45

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (2) Рәсүл БАЙГИЛДИН

– Шикләнәһе түгел: Германия йәй башынан да ҡалмай тағы әүҙем хәрби хәрәкәткә күсәсәк.

Миҙалһыҙ һалдат  Повесть  (2)  Рәсүл БАЙГИЛДИНМиҙалһыҙ һалдат  Повесть  (2)  Рәсүл БАЙГИЛДИН
Миҙалһыҙ һалдат Повесть (2) Рәсүл БАЙГИЛДИН

3.

Мәскәүгә янаған немец-фашистарын бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә ҡырҡ беренсе йылдың декабрында баш ҡаланан алып ташлағас, Юғары Баш командование Ставкаһында көсөргәнеш күҙгә күренеп кәмене, һүрәнләнде. Маршалдар һәм генералдар иркенерәк тотто үҙҙәрен был ҙур кабинетта, ҡыйыуыраҡ уй-фекер йөрөттөләр, дөрөҫ тип һанаған позицияны яҡлап, бәхәскә керергә лә тартынманылар. Шулай булмай һуң, Мәскәү һәм Тула өлкәләре тулыһынса фашист илбаҫарҙарынан таҙартылды, Калинин һәм Смоленск өлкәләренең күп кенә райондары азат ителде, фронт һыҙығы баш ҡаланан көнбайышҡа күсте – Бөйөк Ватан һуғышындағы тәүге был ҙур еңеү уларҙың күрһәткән хеҙмәте лә баһа!

– Минең фекеремсә, йәйге кампанияны Гитлер командованиеһы ике стратегик йәнәлештә алып барасаҡ: Мәскәү һәм көньяҡ тарафтарында. Разведка донесениеларына таянып, шулай фекерләйем. Борис Михайлович, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? – Төрөпкәһен онотҡанда бер һурып, уйсан ҡиәфәттә кабинет буйлап йөрөгән Сталин генераль штаб начальнигына өндәште.

– Шикләнәһе түгел: Германия йәй башынан да ҡалмай тағы әүҙем хәрби хәрәкәткә күсәсәк. Маҡсаттары – инициативаны ҡулдан ысҡындырмау һәм Ҡыҙыл Армияны ҡыйратып ташлау. Генераль штаб алдында дошмандың йәйге кампанияға планын һәм һөжүмдең стратегик йәнәлешен мөмкин тиклем тулыраҡ асыҡлау бурысы тора. Ә беҙҙең план иһә шуға ҡайтып ҡалырға тейеш: фронтта әүҙем хәрәкәттәрҙең тәүге этабында оборонаны ныҡ тотоу менән генә сикләнеү, дошмандың бөтә атакаларын да кире ҡағыу, уны хәлһеҙләндереү һәм киң форонтта контр һөжүмгә күсеү, – маршал был фекерен беренсе тапҡыр ғына әйтеп ишеттермәй инде.

– Дошман планлаштырған төп һөжүмдең йүнәлешен нисек белергә уйлайһығыҙ, Борис Михайлович? – Дәүләт Оборона Комитеты рәйесе маршалға һынамсыл текләп торҙо.

– Разведка хеҙмәтенең барлыҡ структураларына ла фәҡәт ошо задание еткерелгән, Иосиф Виссарионович, – теләһә кемдең өрәйен алырлыҡ ҡараш аҫтында теүәл яуап бирҙе Генераль штаб етәксеһе.

Маршал Шапошниковҡа Сталин фәҡәт исем-шәрифе менән өндәшә. Был бик һирәктәрҙең өлөшөнә төшкән көмөш. Юғары командирҙар составын һыпырып репрессияға дусар иткәндә лә батша армияһында полковник дәрәжәһенә еткән Шапошниковҡа ел-ямғыр теймәне. Сикһеҙ властҡа эйә халыҡтар атаһының ышанысын маршал тыныс холҡо, сәйәсәткә ҡыҫылмауы, башкөллө хәрби мәсьәләләр менән генә ҡыҙыҡһыныуы аша яуланы, тип аңлатырға булалыр.

– Йәйге кампанияның һөҙөмтәләренә, ғөмүмән, икенсе Бөтә донъя һуғышының артабан нисек үҫеш алыуы, Япония менән Төркиәнең Германия яғында һуғышҡа инеү-инмәүенә бәйле. Ә, бәлки, һуғыштың ни рәүешле тамамланып ҡуйыуы ла… – Юлбашсы әллә үҙ алдына һөйләнде, әллә аяҡ өҫтө тыңлаған маршал һәм генералдарға төбәп әйтте быны. – Иптәш Василевский, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Генерал-майор Александр Михайлович Василевский Генераль штаб начальнигы урынбаҫары вазифаһына фронтта иң ауыр көндәрҙә тәғәйенләнде. Ҡыҙыл Армия Смоленск һәм Киев йүнәлештәрендә ауыр оборона һуғыштары алып барған осор ине. Сталин бер нимә менән дә иҫәпләшмәй тик һөжүм итергә, инициативаны немецтан тартып алырға бойорҙо. Армияға яңы алынған запастағы һалдаттар иҫәбенә ойошторолған ғәскәр частары әҙерлекһеҙ, ҡоралға һәм кәрәк-яраҡҡа ҡытлыҡ кисергән хәлдә һуғышҡа инде. Разведка дошмандың көсө, урынлашыуы тураһында мәғлүмәт тә туплап өлгөрмәй ине. Юғары Баш командующий үҙен тиңе булмаған хәрби эшмәкәр, стратег тип белде һәм башҡаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалманы. Сталин менән килешмәү, ниндәйҙер башҡа төрлө тәҡдим индереү үтә лә хәтәр аҙым булыр ине ундай мәлдә. Хәйер, был аҙымға йөрьәт итеүсе лә, асылда, табылманы – хәрбиҙәрҙең төпкө аңына меңәрләп атылған, Себер һәм Колыма лагерҙарында тереләй серетелгән, төрмәләрҙә урта быуат инквизицияһы алымдары менән язаланған маршал-генералдарҙың, полковниктан алып лейтенатҡа тиклем офицерҙарҙың фәжиғәле яҙмышы юйылмаҫ һабаҡ һәм фәһем булып ғүмерлеккә һеңгәйне, ҡан хәтеренә код, ген рәүешендә ултырғайны. Ул ген буласаҡ нәҫелдәренә күсәсәк һәм совет, ә аҙаҡтан Рәсәй халҡының милли һыҙатына әүреләсәк.

Эйе, бер кемдең дә башы икәү түгел.

Фронттағы уңышһыҙлыҡтар, бәрелештәрҙәге туҡтауһыҙ еңелеүҙәр халыҡтар атаһын сығырынан-сығарҙы, асыуы ҡул аҫтындағыларға төштө. Июлдә һәм сентябрҙа Көнбайыш фронт етәкселеге тулыһынса ҡулға алынды һәм хәрби трибунал хөкөмө ҡарары менән атылды. Советтар Союзы Геройы фронт командующийы армия генералы Павлов, штаб начальнигы генерал-майор Климовских, дүртенсе армия командующийы генерал-майор Коробков – ҡырҡ беренсе йылда барлығы егерме ете генерал иң юғары хөкөм язаһына тарттырылды. Ставкала түҙеп торғоһоҙ ҡырҡыу мөхит хөкөм һөрҙө.

Смоленск өсөн һуғышта йә Ҡыҙыл Армия, йә Герман ғәскәре алмаш-тилмәш өҫтөнлөккә сыҡты. Августың тәүге көнөндә башланған һөжүм һөҙөмтәһендә Гудириандың армия төркөмө Ярославелгә баҫып инде һәм совет ғәскәрен ҡамауға алды. Рокоссовский етәкселегендәге армия төркөмө, киреһенсә, ҡамауҙан сыҡты. Немец-фашистарының Бөйөк Лук ҡалаһына һөжүме сәсәп туҡтаһа, Кричев – Милославичи һәм артабан Унеча, Клинцы, Стародуб йүнәлешендә улар Ҡыҙыл Армияның тәрән тылына үтеп инде. 

Смоленск бәрелештәре өс айға яҡын дошманды тотҡарланы, шул уҡ ваҡытта ауыр юғалтыуҙарға килтерҙе. Совет ғәсҡәренең ете йөҙ меңдән ашыу кешеһе сафтан сыҡты. Шундай уҡ ҡыйралыш һәм юғалтыуҙар Киев ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙа ла булды.

Яҙ башына фронт һыҙығы тотороҡланды, хәҙер уның буйынан-буйына бәләкәй бәрелештәр генә күҙәтелә, ике яҡ та көс туплай.

Василевский, Юғары Баш командующийҙың ғәҙәтен белгәнгә күрә, был һорауҙы көттө һәм уға яуап бирергә әҙер ине:

– Мин һеҙҙең фекерегеҙ менән тулыһынса килешәм, иптәш Оборона Наркомы. Фәҡәт йәйге кампания Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес этабы буласаҡ. Ғәсҡәрҙәргә ҡуйыласаҡ стратегик бурысҡа килгәндә инде, маршал Шапошников менән бер фекерҙәмен, беҙ – фекерҙәштәр, – тине.

– Э-э-э, штабистар, тактик-стратегтар… Үҙегеҙҙең өҫтәлдәге картанан арыһын күрмәйһегеҙ. Ғәскәргә барып ҡайтырға кәрәк һеҙгә, дары еҫкәп, һалдат бутҡаһы ашап алырға… Унда башҡасараҡ уйлайҙар, план ҡоралар. Мәҫәлән, маршал Тимошенко, Барвенковск плацдармын файҙаланып, Көньяҡ-Көнбайыш фронтың көстәре менән Харьковты азат итеү операцияһы тәҡдим итә. Мин уның пландары менән килешәм. Дошмандың Харьков группировкаһын тар-мар итеп, урта Днепрға сығырға һәм артабан Көньяҡ форонт менән берлектә Днепропетровск йүнәлешендә һөжүм йәйелдерергә кәрәк. Был – дөйөм стратегик пландың бер эпизоды ғына, әлбиттә. Төрлө йүнәлештә ошондай операциялар үткәреп, дошмандың көсөн, туплаған резервтарын тарҡатырға, уларҙы ҡеүәтле группировкаларға берләштерергә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Йәйге кампанияға ҡағылышлы директивала мотлаҡ ошондай юлдар булырға тейеш: “1942 йыл немец-фашист ғәсҡәрҙәрен тамам ҡыйратыу һәм Совет илен Гитлер ҡәбәхәттәренән азат итеү йылы булһын”. Борис Михайлович, Көньяҡ-Көнбайыш фронты штабы менән берлектә, яңылышмаһам, штаб начальнигы генерал-лейтенант Баграмян, Харьков операцияһын әҙерләргә бойорам. Һөжүм башлау датаһын майҙың урталарынан да ҡалмай билдәләргә кәрәк.

4.

Көньяк фронтҡа ҡараған туғыҙынсы армия, Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа сиктәш булып, Барвенково – Лозовая суҡағының – фронт һыҙығы ярым утрау рәүешендә немецтар позицияһына инеп торған урындың – һул флангаһында нығынғайны. Фронт һыҙығының бындай дуға рәүешен, тактик күҙлектән ҡарағанда, ыңғай ҙа, кире лә баһаларға мөмкин ине. Беренсенән, дошманға, ҡапыл һөжүм итеп, ярым ҡамау хәлендәге Совет ғәсҡәрҙәрен ике яҡтан ҡыҫымға алыу, уны тар-мар итеү ихтималлығы ҙур. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ҡулай плацдарымды файҙаланып, Ҡыҙыл Армия Харьков йүнәлешендә уңышлы һөжүм йәйелдерә ала.

Көньяҡ-Көнбайыш фронты командующийы маршал Тимошенко, ғинуар-март айҙарында барған өҙлөкһөҙ бәрелештәр һөҙөмтә бирмәһә лә, Барвенково – Лозовая суҡағынан фланг һөжүме менән дошман оборонаһын ҡыйратыу һәм, уның тылына сығып, төп көстәрен ҡамауға алыу, был операцияның һөҙөмтәһе булараҡ, Харьковты азат итеү планынан баш тартмағайны. Юғары Баш командующийҙың хуплауын алғас, уны тормошҡа ашырыу өсөн Көньяҡ фронт командованиеһы менән берлектә ең һыҙғанып әҙерлек башланы. Көньяҡ фронт ғәсҡәрҙәре, һөжүмгә ташланған күршеләренең тылына дошман үтеп инмәһен, ҡыҙыу нөктәгә өҫтәмә көстәр ташламаһын өсөн, немец позицияһын даими көсөргәнештә торорға тейеш. Атаканың төп йүнәлеше булараҡ, фашистар тарафынан баҫып алынған һәм яҡын барғыһыҙ нығытмаға әүрелдерелгән Маяки ауылы һайланды.

Нығытылған Маяки ауылы туғыҙынсы армия өсөн күҙгә төшкән сүп кеүек. Ауыл тарафы – Барвенково – Лозовая суҡағының һул ҡабырғаһы таянып торған нөктә. Дошман алға ҡуҙғалған хәлдә, ул – Төньяҡ Дон йылғаһын кисеү йә иһә алға киткән Көньяҡ-Көнбайыш фронттың частары арҡаһына мәкерле бысаҡ ҡаҙау өсөн иң уңай плацдарм. Шуны иҫәпкә алып, туғыҙынсы армияға иң элек Маяки ауылын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү бурысы ҡуйылды.

Май айының таңғы тынлығын ярып, траншеялар аша шәп тиҙлектә танкылар үтте. Шул уҡ мәлдә дошман снаряд яуҙыра башланы. Тик улар һуңлағайны – совет танкылары юғары тиҙлектә пушкаларҙың ут тотоу зонаһын үтеп, немец траншеяларына етте, пушканан һәм башня пулеметтарынан ут яуҙырып, ауыл урамына бәреп инде.

Уҡсылар ротаһы танкылар артынан атакаға уҡталды. Уңда ла, һулда ла “ура” ҡысҡырған дәррәү тауыштар яңғыраны. Хисмәт Моталлапов та, эстән генә бисмиллаһын әйтте лә, окоптан күтәрелде.

Бер ай оборонала яттылар. Яҙ ҡояшы наҙы, окопта булһа ла ҡәҙимгегә тартым һалдат тормошо, быға тиклем күргән һуғыш михнәттәрен бер аҙға ғына хәтерҙән юйып, йәшәү теләге уятҡандай иткәйне. Ҡарҙан әрселгән ер еҫе, дары төтөнө тип тормай үҙ көйөн һуҙған һабан турғайы, йәшеллектең терелеүе, күңелде зарыҡтырып, тәҡәтһеҙ тыуған төйәккә, ғәзиз кешеләре янына әйҙәне.

– Бағыбай, тыңла әле, һабан турғайы был… Тәс, беҙҙәге, Һаҡмар буйындағы ише һайрай. Һай-һай, ҡайһылай ҡыуана яҙға… Осоп ҡына ҡайтып киләһе ине. Һаҡмар хәҙер үҙ ярына ҡайтты инде, оҙаҡламай сәсеүгә төшәләр. Шунан һабантуй… – Ҡырыҫ холоҡло, аҙ һүҙле Хисмәт тойғоларға бирелеп, һүҙсәнләнеп китте.

– Беҙҙә лә бар бит… Бозторғай ул.

– Шулайҙыр. Ҡар иреп бөтмәҫ борон һайрай башлай. Боҙтурғай тиһәң дә бик мөмкин. Дөрөҫ.

– Беҙҙә был ваҡытта дала алһыу ләлә сәскәләренә күмелә. Э-э-э, Хисмәтулла аға, һин ундай матурлыҡты ғүмереңдә лә күрмәгәнһеңдер…

– Ә беҙҙә – умырзая! Тау биттәре күм-күк сәскә менән түшәлә…

– Ә беҙҙә…

– Отставить базар, дети степей! Укрепляем боевые позиции! – Рота командиры Терехов бәхәсте сикләне.

Күкрәкте пуляға ҡуйып, йөрәкте усҡа йомоп, ҡурҡыуҙы еңеп, алға… Хисмәт, командирға эйәреп, үҙен белмәй бар көсөнә: “Ура-а-а!” – тип һөрәнләп, алға ташланды. Окоптан күтәрелеп аяҡ өҫтө баҫыу түгел, башын да ҡалҡытҡыһы килмәй ине. Команда булды. Һуғыш бара, ҡалайтаһың, үҙ ирке юҡ. Йәнасыҡҡа тамаҡ төбөн ярып ҡысҡырыуы менән ҡурҡыуы, теҙ быуындарының ҡалтыраныуы, икеләнеүе һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.

Йөҙ метрҙай ҙа араны үтеп өлгөрмәнеләр, дошман бер туҡтауһыҙ миномет йәҙрәләре ташлай башланы. Сыйнап осҡан ярсыҡтар, аяҡҡа баҫыу түгел, башты ҡалҡытырға ирек бирмәй. Сәғәттәй ут аҫтында ятҡас, кире сигенергә команда булды. Пехотанан ярҙам күрмәгән танкистар ҙа, яулаған позицияларын ташлап, кирегә боролдо. Биш танк әйләнеп ҡайта алманы.

– Ҡара, иләк шикелле тетелгән, – Бағыбай шинеленың салғыйын иртәнге ҡояш нурҙарына ҡуйҙы.

– Ярай, баш һау бит, – Хисмәт, әле генә кисергәндәрен күңеле аша үткәреп, тынып ҡалғайны. Тағы Ғазраил урап үтте, ә ятып ҡалыусылар байтаҡ ҡына. Ҡараңғыла барып һөйрәп алып ҡайталар инде шәһит булған яуҙаштарын. 

– Эх, граната ла ташлап өлгөрмәнем бит. Көслө шул немец, ҡоралы күп… Төндә шыуышып барып траншеяларына граната ташларға кәрәк, шунан ҡул һуғышында бысаҡ менән һуйырға уларҙы… Һарыҡ шикелле… Аҡыртып… – Һаман алыш ҡомарынан арына алмаған Бағыбай, ҡулдарын болғай-болғай һөйләнә бирҙе.

Тағы ете көн Маяки ауылын азат итеү өсөн әленән-әле атакаға күтәрелделәр, хәтһеҙ иптәштәрен юғалттылар. Нығытмаға уңдан да, һулдан да баҫым яһалды, ләкин туғыҙынсы армия частарының дошман позицияһын ҡыйратырға теше үтмәне.

– Переходим в оборону, укрепляем позиции, – взвод командиры, йәш лейтенант, командованиеның әмерен һалдаттарға еткерҙе.

Ул ике көн элек кенә Көньяҡ-Көнбайыш фронттың дөйөм һөжүмгә күсеүе һәм уны Харьков йүнәлешендә уңышлы йәйелдереүе тураһында информбюро мәғлүмәтен еткергәйне, фронта сыҡҡан “Ҡыҙыл уҡсы” гәзитен таратып биргәйне.

Төндә оборонаның икенсе эшелонында сәйер хәрәкәт башланды. Күп кешенең дәррәү күтәрелеп, ҡайҙалыр ҡуҙғалған тауышы ерҙә ятҡан Хисәттең ҡолағына айырым-асыҡ ишетелде.

– Был ни ғиллә, әллә сигенергә команда булдымы икән? – Иләҫләнеп уянып китте.

Уңғарсы булмай Бағыбай, башҡа яугирҙар ҙа баштарын күтәрҙе.

– Отдыхайте, ничего страшного, идет передислокация войск, – ҡарауылда торған һалдат йоҡолары ҡасҡан иптәштәрен тынысландырҙы.

Хисмәт башҡаса йоҡлап китә алманы. Йөрәге ҡыҫылды, эсе бошто. Етегәндең ете йондоҙон, Ҡош Юлын, айҙы унда ла – тыуған төйәгендә лә – күрәләр бит. Араларҙы шулай яҡынайтҡан был йыһан есемдәре, ҡорт ише ерҙә үҙенә өң соҡоп, шунда инеп ятҡан әҙәм балаһын, уның уй-кисерештәрен беләме лә, күрәме икән? Эй-й-й, Раббым, ҡайһылай ҙа мәхлүк шул кеше. Бөтөнләйе менән байғош.

– Күршеләр Харьковҡа етеп бара, ә беҙ мынау ауылды ла ала алманыҡ. Тағы оборонаны нығытабыҙ, – гәзиттәге ут өйрмәһе күтәреп алға елдергән йондоҙло танк фотоһына төртөп күрһәтеп, Бағыбай бер талай көйәләнеп алды.

– Тыпырсынма, энем, командирҙар беләлер ни эшләргә кәрәклеген. Атакаға барырға, ут өйөрмәһенә ташланырға өлгөрөрһөң, һуғыш бөгөн бөтмәҫ әле, – Хисмәт эш араһында Бағыбайҙы тынысландырҙы. Йоҡоһоҙ үткәргән төн, башын миңрәүләтеп, тәнен, бар булмышын хәлһеҙләткәйне, шуға хәбәр ҡуйыртырлыҡ кәйефе лә юҡ.

5.

Күк менән ер тоташҡан, тирә яҡта тик ут өйөрмәһе, саң-туҙан, сыйнап осҡан пуля-снаряд, дәһшәтле ҡеүәт менән ерҙән күтәрелгән кәҫ, таш һәм балсыҡ киҫәктәре, блиндаж һәм траншея бураларының бүрәнәләре, ҡыйратылған ҡорал тимере, йолҡҡосланған кеше һандары, ҡан… Хисмәт, үлгәнмен һәм тамуҡтың үҙенә эләккәнмен икән, тип уйланы ҡото осоп. Үткән төндә йондоҙҙар һанап хыялыйланып ятҡас, иҫ белмәй йоҡоға киткәйне ул. Ҡупҡан мәхшәр күҙҙәрен тырнап астырҙы (асмаһа яҡшыраҡ булғандыр) – торорға уҡталды, ләкин ер менән яртылаш күмелгән кәүҙәһен күтәрә алманы. Ҡысҡырам тип ауыҙын асҡайны, уртына тупраҡ тулды, ҡолағы шаңҡып ишетмәҫ булды – эргәлә шартлаған йәҙрә ярсығынан йәшенә була, үҙе лә һиҙмәй ергә тағы ла нығыраҡ һылашты.

Дошман утты оборонаның икенсе эшелонына күсерҙе, буғай, снарядттар, эргә-тирәлә шартламай, шыйлап өҫтән осоп үтә башланы. Хисмәт көс хәлгә йөгөнөкләп ултырҙы, тирә йүнде байҡаны.

– Әй, кем бар? – тип ҡысҡырҙы.

Яуап алманы.

– Бағыбай!.. – Өндәшеүсе юҡ.

Ҡайҙа иптәштәре, командиры? Үлеп бөткәндәрме, әллә позицияны ҡалдырып сигенгәндәрме? Шаңҡыған башы һыҙлай, зиһенен йыя алмай аҙаплана. Шыушып барып, траншея брустверена үрмәләне, фашистар яғына күҙ һалды. Һарылып атҡан май ҡояшы нурҙары күҙҙәрен ҡамаштырҙы – һайлай белгәндәр шул атака мәлен ҡәбәхәттәр, алда йүнләп бер ни күренмәй. Киләләр, ана, тауыш сығармай ғына юрғалайҙар. Хисмәт винтовкаһын йәтешләп һалды ла, атып ебәрҙе. Тағы атты. Биш тапҡыр баҫты тәтегә, шунан яһау эҙләп билен, кеҫәләрен һәрмәне. Эҙләгәне ҡулына эләкмәне.

– Ҡәһәрең, – тине лә, оборонаның икенсе эшелонына илткән траншея буйлап йүгереп китте.

Ҡайҙалыр һулда пулемет телгә килде, бер-ике тапҡыр пушка атты.

Траншея сауҡалыҡҡа барып терәлде. Артабан ағастар ышығында дошман күҙенә салынмай хәрәкәт итергә мөмкин.

– Стоять, боец! – Ағас артынан күк буҫтау менән тартылған, ҡурай еләге төҫөндәге тирәсле фуражка кейгән ике һалдат килеп сыҡты. – Драпаем, подлец! С какого полка, дезертир? Отвечать!

Хисмәт ишетеп белә ине: алғы линияның тылында ҡасҡын һалдаттарҙы һағалап ятыусы отрядтарҙың тороуын. Үҙенең ошолайтып улар ҡулына килеп эләгерен күҙ алдына ла килтермәне. Бая, фашистарға атҡанда, ҡурҡыуын онотҡайны, былар алдында ҡойолоп төштө лә ҡуйҙы.

– Фашист там, – ҡулын килгән яғына иҙәне. – Муного… Наших не видал.

– Без команды убежал?!..

– Камандир нет, таварищ нет. Адин я там был. Стерелял фашист, патрон канчал, патум бежал.

– Понятно. Всех перебили значит гады. Рядовой Самойлов, отведи бойца к остальным, – постҡа килеп еткән капитан автоматын Хисмәткә тоҫҡап торған һалдатҡа команда бирҙе.

Көтөлмәгән таңғы һөжүм менән дошман туғыҙынсы армияның алғы позицияларын ҡыйратып, ғәскәрҙәрҙең тылына сыҡҡайны инде.

Маяки ауылы йүнәлешендә Ҡыҙыл Армия һөжүмен кире ҡағыу менән бер рәттән немец генералдары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беренсе танк армияһы генералы фон Клейст ҡулы аҫтында ҡеүәтле удар төркөм туплауға өлгәште. Разведка мәғлүмәттәре буйынса, фронттың был участкаһында туғыҙынсы совет армияһының оборона системаһы терәк пукттар һәм дошман һөжүмен кире ҡағыу үҙәктәре рәүешендә ҡоролғанын беләләр ине. Уларҙың инженер йәһәттән насар нығытылыуын, танкыға ҡаршы ҡулайламаларҙың һирәк урындарҙа ҡуйылыуын, оборона линияһы төпкә ни бары өс-дүрт километрға ғына яҫыртылыуын, икенсе эшелонда резерв көстәрҙең тупланмауын да асыҡлағайны дошман.

Совет ғәскәре командованиеһы иһә немецтар Барвенково – Лозовая суҡағының һул флангаһында һөжүмгә күсеү һәләтенә эйә түгел, тип фаразланы һәм оборонаны нығытыуға көс сарыф итеүҙе кәрәк тапманы.

Немец-фашист ғәскәрҙәренең артәҙерлеге таңғы дүрттә башланды. Һауаға дүрт йөҙгә яҡын самолет күтәрелде. Сәғәт ярымдан танк частары һәм пехота атакаға ташланды. Вермахт һалдаттары туғыҙынсы армия оборонаһының терәк пункттарына һөжүм итһә, танкылар уларҙы урап үтеп, ғәсҡәрҙәрҙең флангыһына һәм тылына уҡталды. Иртәнге һигеҙҙә немец илбаҫарҙары, совет ғәсҡәрҙәре оборонаһын емереп, алты-ун километрға төньяҡҡа табан үтеп ингәйне инде. Шул рәүешле Харьков йүнәлешендә һөжүм иткән Көньяҡ-Көнсығыш фронттың тылына сығыу һәм Ҡыҙыл Армияның ҙур ғәсҡәр төркөмөн ҡамауға алыу өсөн шарттар тыуҙы.

Сауҡалыҡтың ҙур булмаған аҡланында төрлө подразделениеларҙан, төрлө хәлдәге, ҡораллы һәм ҡоралһыҙ бик күп хәрби тупланғайны. Хисмәтте капитанға тапшырҙылар. Ул, сафты тулыландырған һалдаттың ҡыҙылармеец кенәгәһен алып, исем-шәрифен үҙенең дәфтәренә теркәп ҡуйҙы. Был ваҡытта башы бинт менән уратылған полковник дәрәжәһендәге хәрби саф алдында сығыш яһай ине:

– Коварный враг внезапным ударом прорвал фронт. Сейчас шестой и пятьдесят седьмой армиям грозит смертельная опасность, враг выходит к их тылам. Для недопущения окружения наших частей приказываю двинуться в направлении города Изюм и встать на пути врага, – тип ул ҡәтғи рәүештә һүҙен тамамланы.

– Мы сами в окружении… – сафтан тауыш ишетелде.

– Оставить разговоры! Паникеры будут расстреляны на месте! Командиры для получения боевого приказа ко мне! Выдвигаемся поротно, на подготовку десять минут!

Хисмәт йүгереп йөрөп аҡланды байҡап сыҡты. Береһе-бер таныш түгел халыҡ, араларында Бағыбай күренмәне.

– Әрәм булды егет, – тип ҡайғырҙы иптәшенең юғалыуына.

Ағас араһында торған машиналарҙан һалдаттарға патрон, граната тараттылар, өс көнлөк тип, ашарға бирҙеләр.

Йыйылма ғәскәр төрлө юлдан көнбайышҡа табан ҡуҙғалды. Ләкин асыҡ ергә сығыу менән дошман самолеттары бомбаһы аҫтына эләкте. Алыҫ китеп өлгөрмәгәндәр кире урманға сигенде, ә Хисмәт беркетелгән рота яланда ҡалды. Көн кисләгәс кенә баш ҡалҡытырға форсат булды. Ҡаты яраланған командир һалдаттар ҡулында йән бирҙе. Бер рота тип теүәлләнгән подразделениенан утыҙлап ҡына кеше ҡалғайны. Һәләк булғандарҙы ашығыс рәүештә дөйөм бер ҡәбергә ерләнеләр, командир вазифаһын үҙ иңенә йәш лейтенант алды.

Төнө буйы барҙылар. Дошманға ла үҙебеҙҙекеләргә лә юлыҡманылар.

– Стой! Кто идет? – тигән ҡәтғи команда ишеткәс кенә туҡтанылар.

Алтынсы армияның тыл хеҙмәттәре торған ергә килеп сыҡҡандар, имеш. Дошмандың тылға үтеп инеүен бында белмәйҙәр ҙә икән.

– Браток, с каких краев будешь? – Төнө буйы йәнәш атлаһалар ҙа ләм-мим өндәшмәгән оло йәштәрҙәге һалдат Хисмәткә һүҙ ҡушты. Улар ағас төбөнә тамаҡ ялғарға сүгәләгәйне.

Өҫтөндәге гимнастеркаһы арыуыҡ таушалған булһа ла, таҙа. Күптәр, ғәҙәттә, ҡаҡашып бөткән өҫтәрен йыуып алырға уйламай ҙа йөрөй алғы һыҙыҡта. Әллә барыбер үлергә, нимәһен артыҡ эш менән аҙапланырға, тип ғажизланыуҙарымы, белмәҫһең.

Һәленеп төшкән мыйығы, күҙ ҡойроғонан тартылған ваҡ һырҙар селтәре, мәғәнәле уйсан ҡарашы үҙенә тарта.

– Башҡорт мин, Башҡортостандан, – тине Хисмәт.

Шулай матур әңгәмәләшеп ултырҙылар. Микола Хисмәттең ярым башҡорт, ярым урыҫ хәбәрен аңлап баш ҡағып тыңлап ултырҙы, үҙенең тормошон бәйән итте.

Донецк тарафтарынан икән. Украин. Ғаиләһе немецтар аҫтында ҡалған, шуға хафалана. Өлкән улы һуғыштың тәүге көнөндә үк армияға алынған, уның иҫәнме, юҡмы икәнен атай кеше белмәй. Бер хаты ла, башҡа төрлө хәбәре лә килмәгән. Билдәһеҙлек, яңғыҙлыҡ сараһыҙлай Микола Боровенконы.

– Бабай тип ултыраһыңдыр инде – ҡырҡ биш кенә йәш миңә. Мына, ошонда бушлыҡ, – Микола йөрәген усы менән баҫты. – Ҡайһы ваҡыт, йә пуля алһа алып ҡуймай, тип уйлайым. Шунан, юҡ фашистан ҡон ҡайтармай тороп үлергә ярамай, тим. Нимә ҡалды миңә был донъяла, үсте ҡандырыу теләге генә. Өмөтөм дә юҡ түгел, ҡатынҡайымды, балаларымды, бәлки, ҡоса алырмын, кем белә. Яҡында ғына бит улар. Донецкиға бынан йәйәүләп тә ике көндә барып етергә мөмкин. Ҡатыным Изюм ҡалаһына яҡын хуторҙан. Был тарафтарҙы мин яҡшы беләм. 

Маршта талсыҡҡан һалдаттар тәрән йоҡоға талды.

– Рота, к бою, – Хисмәт керпек тә ҡаҡмай шул команданы көткән кешеләй, ятҡан еренән атыу өсөн ҡулай позиция алды ла, винтовкаһының затворын тартты. Эргәһендәге Микола ла дошманды ҡаршыларға әҙер ине.

Өс мотоциклда немецтар ярайһы яҡынлап өлгөргәйне. Күрәһең, дозор ине улар.

– По врагу-у-у, огонь! – Сауҡалыҡтан дәррәү атыу тауышы яңғыраны.

Хисмәт инде йылға яҡын алғы һыҙыҡта һуғыша. Әгәр: “Нисә фашистың йәнен алдың?” – Тип һораһалар, ул аныҡ ҡына яуап бирә алмаҫ ине. Ҡулындағы ошо винтовканан, бәлки, мең тапҡыр атҡандыр, тик көбәктән осоп сыҡҡан пуляларҙың берәүһе булһа ла кеше тәненә барып ҡаҙалыуын күрмәне. Бәлки, күрмәмеш-белмәмеш булырға тырышҡандыр. Ә бына бөгөн, тәүге атыуҙан уҡ пуляһы мотоцикл рүлен тотоп ултырған ҡара плащлы кешенең нәҡ йөрәк тапҡырына барып тейеүен күрҙе. Юҡ күрмәне, ә бар булмышы менән тойҙо – тәтегә баҫыуын, пуляның көбәктән осоп сығыуын, осоп барыуын, сәпкә тейеүен, сәптең ҡайҡайып китеүен – барыһын да, ғәжәп рәүештә, күҙҙән үткәреп ятты. Хатта үҙен, шул пуля менән йәнәш осоп барғандай, уны сәпкә тоғролап булашҡандай, тойҙо. Был ни хикмәт, ниндәй кирәмәт, тигәндәй битен һыпырҙы, күҙҙәрен ыуҙы.

Хәҙер Хисмәт теләйме-теләмәйме үҙен ғәҙел алышта дошманының йәнен алған яугирҙар рәтенә ҡуйырға мәжбүр.

– Танки! – Ҡурҡыу ҡатыш әсе ауаз яңғыраны.

– Танки-и-и! – Ҡарлыҡҡан тауыштар уны эләктереп алды.

Отрядтың танкыға ҡаршы бер генә мылтығы бар. Ни эшләрҙәр?

– Гранаты готовь! Расчет ПТРД, занять позицию! Боровенко, Муталлапов, грантами выдвигаться против танков! – Ҡайҙан фамилияларын иҫләп ҡалған кисә генә команданы үҙ ҡулына алған лейтенант. Ғәжәп.

Микола менән Хисмәт ҡарашып алдылар ҙа, ажғырып килгән тимер “дейеү”гә ҡаршы шыуышып киттеләр.

Алда килгән танктың люгынан ярты кәүҙәһен сығарып тирә-яҡты байҡап барған немец офицеры, ҡыйралып ятҡан мотоциклдарҙы, үле һалдат кәүҙәләрен күреп, броня эсенә инеп юғалды. Танк туҡтаны, башняһын бороп берҙе атты ла, артҡа сигенә башланы. Башҡалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Күрәһең, немең танкистарына башҡа мөһим задание бирелгәйне, шуға улар ваҡ ғәскәр төркөмдәре менән бәрелештәргә көс сарыфламай, тик алға бара.

Яҡтыла сауҡалыҡтан асыҡ далаға сығыуы хәүефле булғанға күрә, төнгә тиклем бер ҡайҙа ла ҡуҙғалманылар. Хәйер, ҡайһы тарафҡа йүнәлергә икәнен отряд белмәй ҙә хәҙер. Башҡаларҙан айырылдылар, улар менән элемтә юҡ. Лейтенант хәл аныҡланғансы алтынсы армияның обозында ҡалырға ҡарар итте.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас